Все новости
Проза
24 Ноября 2023, 11:46
ЛИТЕРАТУРА

Ҡуйсы, ҡуйсы, килен...

-Ҡуйсы, ҡуйсы, килен, бер эш мәлен белмәйһең... Һикһәнгә яҡынлаған ҡәйнәмдең мин йолҡҡан өйрәктәрҙе әйләндереп-әйләндереп ҡарауын көлөп ебәрмәҫкә тырышып ҡарайым. Ентекләп баш эйеп тыңлап торған булам.

ru.freepik.com
Фото:ru.freepik.com

-Ҡуйсы, ҡуйсы, килен, бер эш мәлен белмәйһең...

Һикһәнгә яҡынлаған ҡәйнәмдең мин йолҡҡан өйрәктәрҙе әйләндереп-әйләндереп ҡарауын көлөп ебәрмәҫкә тырышып ҡарайым. Ентекләп баш эйеп тыңлап торған булам. Ирем менән утыҙ йылдан ашыу бергә йәшәгән мәлдә уның һүҙҙәренә күнегеп бөткәнмен инде. Тәүҙә килен булып төшкән йылдары үпкәләп илап ала торғайным. Хәҙер өндәшмәйем. Сөнки мине күрә алмауҙан йәки бушҡа бәйләнеүҙән әйтмәй бит ул.

Ә эшкә килгәндә, ысынлап та, килен булып төшкән саҡта, ҡәйнәм әйтмешләй “бер эш мәлен белмәй инем”. Сөнки фатирҙа йәшәгән ҡыҙ инем. Малыбыҙ ҙа булманы. Ҡош-ҡорт йолҡоу түгел, ҡамыр ҙа баҫа белмәй инем. Ҡәйнәм өйрәтте барыһына. Сабыр итеп, әҙерәк баш сайҡап шул “ҡуйсы, ҡуйсы, килен” тип әйтеп ала ла, өйрәтә. Килеп сыҡһа, минән нығыраҡ ҡыуаныр ине.

Бер картуф бешерергә ҡуйып онотҡанмын. Көҙгө һауала көйгән еҫте ишек алдында йөрөгәндә һиҙеп ҡалдым. Йүгереп индем. Картуф ҡара көйөккә әйләнгән. Күрше инәйгә хәйер бирергә киткән ҡәйнәм килеп инде. Өй төтөн, солан төтөн. Ир обедҡа ҡайтырға тейеш. Ҡурҡышымдан һәм оялышымдан илап ебәрҙем. Ҡәйнәм “ҡуйсы, ҡуйсы, килен” тип табаны табаҡтағы һыуға тыҡты. Ул арала ирем ҡайтып инде. Кәйефһеҙ. Ә бындай саҡта уны асыуландырмауың мең артыҡ. Әрләмәй ул. Тик әллә нисәмә көн өндәшмәй йөрөүе бар. Ир ҡашы емерелеп “Миңә әбид юҡ инде бөгөн?”-тине. Мин ауыҙымды асып та өлгөрмәнем, ҡәйнәм: “Киленде магазинға ебәреп, ятып торғайным. Йоҡлап киткәнмен. Ярай, бына кисәге итте ҡыҙҙырып ашатыр килен”,-тине. Ирем өндәшмәне. Минең ғәйеп икәнен аңланы, әммә әсәһенә бер һүҙ әйтә алманы. Сөнки ирем ҡәйнәмде ныҡ ихтирам итә, ярата, хатта бер аҙ шөрләй ҙә унан.

Рәхмәтле ҡарашымды ҡәйнәмә төбәйем. Ул өндәшмәй. Күп булды ул ундай саҡтар. Бер мунсаның башын иртә ябып, ҡайнымды тонсоҡтора яҙҙым. Унда ла ҡәйнәм “ҡабаланып япҡайным шул” тине.

Үҙемә шелтә яһаһа ла, әрләп алһа ла, ҡәйнәм быны икәү саҡта ғына әйтә. Кеше алдында бер насар һүҙ әйтмәй һәм миңә лә әйттермәне. Бер мәл ирем икенсе ҡатынға әүрәп китте. Айрылышыу хәлгә барып еттек. Ул саҡта ла ҡәйнәмдең аҡылы ярҙам итте. “Сабырһыҙланып ташлап китерһең. Өс балаңа атай кем булыр? Ирең икенсе бисәгә ҡараған икән, тимәк, һиндә лә ғәйеп бар”,-тине үҙемә генә.

Ә иремде ер менән тигеҙләй яҙҙы. Хатта ирҙе йәлләп ҡуйҙым. Ә теге ҡатындың өйөнә барып нисек ҡотон алғанын бар ауыл оҙаҡ һөйләне.

Ҡәйнәм өлкәнәйҙе. Янына башҡа әбекәйҙәр ҙә инеп сәй эсәләр. Бер көн ҡайып инһәм ишек алдында сәй эсеп ултыралар. Мине күрмәйҙәр. Шул саҡ ҡәйнәмдең: “Әллә киленемдең бер насарлығын күргәнем юҡ. Нимә эшләһә лә ҡулынан килә, емертеп донъя көтә. Аллаға шөкөр, шәп килен яҙған булып сыҡты”,-тигәнен ишетеп ҡалдым.

Ишеккә һөйәлеп, туҡтап ҡалдым. Күҙемдән йәштәр йүгерҙе. Күңелем тулды.

Хәҙер үҙем ҡәйнәмен. Улым менән киленем ҡунаҡҡа килеп оҙаҡ йоҡлап ятһалар, шарт-шорт баҫып, һөйләнә башлайым. “Хәҙерге килендәр төшкә тиклем аунай” тип ризаһыҙланам. Шул саҡ ҡәйнәм: “Ҡуйсы, ҡуйсы, килен, яман ҡәйнә булмай тор әле. Мин бар бит әле”,-тип тыйып ҡуя.

Эйе, ҡәйнәм беҙҙең менән йәшәй. Һәм тағы ла оҙаҡ йәшәһен ине тип теләйем. Белдеклек белдереп, һәр эшемде тикшереп “ҡуйсы, ҡуйсы, килен” тигән һүҙҙәрен ишетһәм, рәхәт булып китә. Ошо һүҙҙәрһеҙ донъябыҙ ҙа йәмһеҙ булыр ине. Сәй эскәндә берәй ваҡиға тураһында һүҙ сыҡһа ла, ҡәйнәм “ҡуйсы, ҡуйсы, килен, үҙегеҙҙең балалар бар, аша һөйләмә, кеше тикшермә” тип тәрбиәһен дә биреп өлгөрә. Ул килендән уңғанмы, белмәйем, әммә мин ҡәйнәмдән уңдым тип ҡыуанып ҡуям.

Гүзәл Иҫәнгилдина яҙып алды.

Читайте нас: