-Тапҡанһың иҫең китер нәмә, ул, бәлки, был һүҙҙәрҙең мәғәнәһен аңламай әйткәндер, - тине Гөлназ.
Роза менән Гөлназ юл буйлап килә. Улар Илтәй ауылында йәшәгән Вәсилә исемле бергә уҡыған әхирәтенә ҡунаҡҡа килгәйне. Таңғы алтынан киткән автобусҡа өлгөрмәй ҡалдылар. Оло юлға тиклем 50 саҡрым тирәһе. Берәй нәмә осрар әле, тип ҡыҙҙар йәйәү сыҡты ла китте. Йәйге матур иртә, ҡоштар һайрай. Ни булып, ни китерен белмәгән, бер нәмәгә иҫе китмәгән ике йәш ҡыҙ рәхәтләнеп көлә-көлә юл буйлап атлай, ҡайһы ерҙә хатта түҙмәй сукәйеп көләләр. Шулай күңелле генә бер-береһенә яҡын урынлашҡан ике ауылды үткәс, алда тағы бер ауыл күренде.
-Быныһы ниндәй ауыл инде, - тине Гөлназ, юлдан аҫта ултырған бәләкәй ауылға ҡарап.
-Байгилде ауылы, элек ҙур булған тиҙәр, хәҙер бәләкәй генә ҡалған.
-Ҡара әле уның эргәһендә ниндәйҙер томан торасы.
-Ә унда йылға бар бит. Шуға томан күтәрелгәндер, - тине Роза.
-Әйҙә томанды йүгереп үтәйек. Шулай тинеләр ҙә ҡыҙҙар етәкләшеп томан араһына инеп киттеләр. Томандан килеп сыҡҡас, улар аптырап туҡтап ҡалды. Бәләкәй Байгилде ауылы ҡайҙалыр юҡҡа сығып, уның урынына ниндәйҙер ҙур ауыл хасил булған. Асфальт юл да юҡ. Арыраҡ ҡуйы урман күренә. Был ни хәл. Ҡыҙҙар ғәжәпләнеп бер-береһенә ҡарашты. Шул саҡ әмәлгә ҡалғандай егеүле атта бер ағай килеп сыҡты. Беҙҙе, бәлки, ултыртып алыр, тип ҡыҙҙар уны туҡтатты. Ағай кеше уларға шикләнеп ҡарағандай тойолдо.
-Был ниндй ауыл, - тип һораны Роза.
-Байгилде ауылы - тине ағай,
-Ниндәй Байгилде ауылы булһын, ул бит бәләкәй генә, ә был зур, - тине Роза.
– Байгилде, - тине тағы ағай.
Ҡыҙҙар атҡа ултырырға теләгәнен дә онотоп, юл уртаһында тороп ҡалды. Тирә-яҡҡа аптырап ҡаранылар. Юл аша үткән томан да ҡайһы аралалыр юҡҡа сыҡҡан. Шулай ни булғанын аңламай бер аҙ торғас, әйҙә ауылға барып һорашайыҡ, тип шул яҡҡа табан киттеләр. Ҙур ғына ауыл, ҡыйыҡтары таҡта менән ябылған бәләкәй өйҙәр, үҙе ярлы ғына күренә. Арба юлы. Бына урам буйлап бер өйөр яланаяҡ балалар йүгереп үтте.
Әйтерһең элекке ваҡытҡа барып сыҡтылар.
-Әллә элекке ваҡытҡа килеп сыҡтыҡ инде, - тип көлөп ебәрҙе Гөлназ.
-Эйе шул, - тип уға ҡушылды Роза. Бер килке көлөп алғас: “Әйҙә анау инәйҙән һорайыҡ, -тине Гөлназ ҡапҡа тышында эскәмйәлә ултырған әбей яғына ҡарап.
-Инәй һаумы, - тип һөрәнләп тә ебәрҙе сағыу тауышлы үткен Роза. - Был ниндәй ауыл ул?
-Байгилде ауылы, балам. Һеҙ кем ҡыҙҙары, кемгә килдегеҙ, был ауыл ҡыҙҙарына оҡшамағанһығыҙ, - тип әбей һорауҙарын теҙеп ташланы.
-Был Баймаҡ ҡыҙы, мин Өстамаҡ ауылынан, - тине, Роза. - Илтәй ауылына ҡунаҡҡа килгәйнек, аҙаштыҡ та ҡуйҙыҡ. Өстамаҡҡа юлды ҡайҙан табырға икән.
-Эй балам бынан алыҫ ҡына бит ул. Унда ылау ҙа һирәк йөрөй торған. Әйҙә булмаһа, беҙгә инеп тороғоҙ. Киске уйынға сығырһығыҙ. Беҙҙә ҡунаҡ ҡыҙҙарҙы яраталар, - тип йылмайҙы.
Гөлназ менән Роза аптырашып бер-береһенә ҡараны. Ни эшләргә, тигән һорау сағыла ине күҙҙәрендә. Ары китерҙәр ине, юл таныш түгел.
-Әйҙәгеҙ, - тип әбей урынынан торҙо. Уға эйәреүҙән башҡа сара ҡалманы. Өйгә ингәс ҡыҙҙар тағы әкәмәт хәл күргәндәй туҡтап ҡалды. Урындыҡ, унда түшәк кәрәк-ярағы матур итеп йыйып һалынған. Урҙаға кейем-һалым эленгән. Төптә тағы бер һике тора. Уның өҫтөндә яҫтыҡтар. Өй бөхтә итеп йыйыштырылған.
- Бөгөн ниндәй көн, - тип һораны Гөлназ.
-8 май балам, әллә числаны ла оноттоңмо,- тине әбей.
-Иртәгә ҙур байрам инде.
-Ниндәй байрам.
-Еңеү көнө.
-Ниндәй еңеү, кемде еңгәндәр?
-Һуң инәй Еңеү байрамы ла инде, ниместәрҙе еңгән көн.
-Ниндәй нимес. Анау беҙгә теш ҡайраған ниместәрме, улар менән бит Сталин килешеү төҙөнө, тигән тауыш ишетеп ҡыҙҙар тертләп китте. Артта йылмайым әбейенә оҡшаған мөләйем генә бабай тора ине.
-Ҡунаҡтар бар икән, ҡайһы яҡтан, - тип ҡыҙыҡһынды бабай. Уның әбейенә һөйләгәнде ҡабатларға тура килде ҡыҙҙарға.
-Балаларҙы үҙебеҙгә алып ҡайттым шуға, - тине әбей.
-Дөрөҫ эшләгәнһең, урамда ҡалдырып булмай бит инде.
Әбей самауырына һыу ҡойорға тотондо. Ҡунаҡ килгәс, берәй тауыҡты бабайҙан салдырып алайым, тип һөйләнде үҙе.
Кис етте. Көтөү ҡайтты. Малын саҡырып ҡысҡырған, һыйыр, кәзә баҡырған тауыштар менән тулды урам. Инәйҙең дә һыйыры ҡайтты. Эшкә әрһеҙ Роза мин һыйыр һауышам инәйгә тип сығып китте. Гөлназ Сәлим бабай тотоп ингән гәзиттәрҙе ҡараштыра башланы һәм күҙе гәзиттәге датаға төштө. 1941 йыл, май тип яҙылғайны унда. Йүгереп тышҡа сыҡты, урамдан һыйырын ҡыуып үтеп барған апайҙы туҡтатып, апай хәҙер нисәнсе йыл, тип һораны. Ҡурҡыуы йөҙөнә сыҡҡан ят ҡыҙҙы күреп, үҙе лә тертләп киткән йәш ҡатын 1941 тине яйлап ҡына. Гөлназ боролоп ихатаға инде, һарыҡтарын ҡыуып маташҡан бабай эргәһенә килеп, олатай хәҙер нисәнсе йыл, тип һораны. “Бәй, ҡыҙым, башыңа эҫе ҡаптымы әллә, бөгөн ни 1941 йыл, 8 май”, - тине. Ул арала һыйыр һауып бөткән, бында үҙ кешегә әйләнгән Роза иҫе китеп торған Гөлназ эргәһенә килеп ауыҙыңды яп, тип яңғыратып көлөп ебәрҙе. Әйҙә бер нәмә әйтәм тип эйәртеп алып китте уны Гөлназ.
-Беләһеңме беҙ элекке ваҡытҡа килеп сыҡҡанбыҙ. Хәҙер 1941 йыл. Бая томан аша үттек бит. Мин китапта уҡығаным бар шулай томан араһында аҙашып йөрөгән кешеләр тураһында. Хатта ҡайһы бер ауылдарға немец һалдаттары ла килеп сыҡҡан.
-Һе, нимә эшләйбеҙ инде хәҙер, ошонда аҙашып ятып ҡалабыҙмы. Беҙгә томан аша кире сығырға кәрәк. Киләсәктән килдек тиһәк, бер кем дә ышанмаҫ.
-Эйе шул. Бер аҙ уйланып торғас, таптым тине Гөлназ.- Беҙ уларға үҙебеҙҙе студенттар тип әйтербеҙ. Өфөнән килдек, педагогия училищеһынан, фольклор йыйырға.
-Ниндәй фольклор. - Ысынбарлыҡтан айнып етмәгән Роза шулай тине.
-Һуң фольклор йыябыҙ, әкиәт, легендалар, риүәйәттәр. Инәй-олатайҙар уларҙы күп белә бит.
Иҫтәре китеп торған ҡыҙҙар янына Ғәлимә инәй килде.
-Нимә булды, нишләп улай бөтөрөнөп торағыҙ, әйҙә сәй эсеп алайыҡ та, һеҙ клубҡа сығырһығыҙ. Мин күрше ҡыҙ Хәлимәгә әйтеп ҡуйҙым, һеҙҙе бергә алып сығыр, тип ҡыҙҙарҙы өйгә әйҙәне.
Күп тә тормай әбей әйткән ҡыҙ Хәлимә килеп инде. Уртаса буйлы, оҙон ҡара сәсен матур итеп үргән, сәскәле күлдәк кейгән ҡыҙ салбарлы киләсәк ҡунаҡтарына, аптырап ҡараны. Клубтарға джинсы салбар кейеү модаһы бында килеп етергә әле күп ваҡыт бар шул.
-Беҙҙең күлдәк үтекләнмәгән, тип көлдө ҡыҙҙар.
-Әйҙәгеҙ унда күрше ауылдан концерт алып килгәндәр, һуңлап ҡуймайыҡ тип ашыҡтырҙы Хәлимә ҡыҙҙарҙы.
Һуғышҡа тиклемге ауыл клубы... Ленин менән Сталиндың ҙур фотоһүрәте ҡуйылған. “Йәшәһен Коммунистар партияһы” тигән һәм башҡа лозунгылар. Ҡыҙҙар клубты тикшереп торған арала концерт башланып та китте.
Күршеләр сәхнәне дер һелкетеп бейеп, бик матур концерт ҡуйҙы. Элекке ваҡытты китаптан уҡып, кинонан ҡарап белгән ҡыҙҙар концертты ҡыҙыҡһынып ҡараны. Ябайлыҡ, ихласлыҡ, дәрт бөркөлә ине концерт алып килгән күрше ауыл йәштәренән. Концерттан һуң өлкәндәр таралышҡас, йәштәр киске уйынға ҡалды. Эскәмйәләрҙе шылдырып, бейергә урын әҙерләнеләр. Әйҙә бейеү көйөн һыҙҙыр, тинеләр гармунсыға. Гармунсы уйнай башлау менән уртаға орсоҡтай өйөрөлөп Хәлимә сыҡты. Гөлназ башын ҡырын һалып уйнаған ҡара ҡашлы, сәстәре тулҡынланып торған һылыу гармунсы егеткә һоҡланып ҡараны. Гармунсылар унда һәр ваҡыт шулай һоҡланыу хистәре уята ине, бәлки, үҙе гармунда уйнарға хыялланғанғалыр. Гармунсы ла үҙенә йылмайып ҡарап торған ят ҡыҙға иғтибар итте. Уйын ҡыҙҙы, йәштәр бер-береһен алмаштырып рәхәтләнеп бейене. Бына гармунсы уйнауынан туҡтап, гармуын икенсе егеткә бирҙе лә, ҡана мин дә билемде яҙып алайым, тип уртаға сыҡты, дәртле көйгә осҡон сәсеп бейеп китте лә, ҡапыл Гөлназ алдына килеп баҫты. Быға тиклем барлыҡ саҡырыусыларҙы кире ҡағып торған ҡыҙ үҙе лә һиҙмәй егет менән бейеп китте. Дәртләнеп бейеп йөрөгән йәштәрҙе Хәлимәнең тауышы туҡтатты. “Бында тынсыу, әйҙәгеҙ күперҙә бейейек”, - тине ул. Уны дәррәү күтәреп алып йәштәр тышҡа атылды. “Ҡайтайыҡ”, - тине Гөлназ Розаға. Улар йәштәрҙән арттараҡ ҡалып, Ғәлимә инәйҙәр яғына атланы. Күпергә килеп еткәс, ҡунаҡ ҡыҙҙарҙың юҡҡа сығыуын күреп Хәниф (гармунсы егеттең исеме шулай ине) бошондо, шунан Хәлимәнән, улар ниндәй ҡыҙҙар тип һораны.
-Эй, йөрөйҙәр шунда бушты бушҡа ауҙарып, Өфөнән килгәндәр, шикелле. Әкиәт, боронғо йырҙар яҙып алалар әбейҙәрҙән, - тине.
Хәнифкә бошоноп торорға яй бирмәнеләр, гармунын ҡулына тотторҙолар. Таң яҡтыра башлағас ҡына таралышты йәштәр. Уйындан иртә ҡайтып ятҡан ҡыҙҙарҙан, әллә оҡшаманымы, тип һораны Ғәлимә инәй.
-Оҡшаны, - тип көлдө Роза, - Гөлназдың гармунсы егеткә күҙе төштө, кис буйы шуға ҡарап тик торҙо .
-Хәнифме? Бик арыу егет ул, тракторсы булып эшләй. Уның дуҫы Сәғит булманымы клубта, ул да бик аҡыллы егет.
Эй инәй тип уйланы ҡыҙҙар, беҙҙә егет ҡайғыһы юҡ шул.
Иртәнсәк Роза төрткөләгәнгә уянып китте Гөлназ.
-Тор, томан төшкән, - тине Роза. Гөлназдың йоҡо осто. Тиҙ генә әйберҙәрен тотоп, тауыҡтарына ем һибеп йөрөгән Ғәлимә әбейҙе аптыратып, томан яғына етәкләшеп йүгерҙеләр. Томан эсендә күпме генә йүгереп йөрөмәһендәр, бер нәмә лә үҙгәрмәне, шул уҡ элекке юлдар, урман, элекке ауыл. Томан да бик тиҙ таралды. Юл ситенә сығып оҙаҡ ултырҙы ике ҡыҙ. Шунан яйлап ҡына ауылға йүнәлде. Борсолоп ҡаршыланы уларҙы инәйҙәре: “Нимә итәгегеҙгә ут ҡапҡандай сығып саптығыҙ, улай оҙаҡ ҡайҙа булдығыҙ, самауыр ҙа һыуынды инде”, - тине. Өндәшмәне ҡыҙҙар. Самауырҙы яңыртып сәй эскәндә лә шым ултырҙылар. Әбей ҙә үҙҙәре өндәшмәгәс, һорарға ҡыйманы, төрлө ауыл хәлдәрен һөйләгән булды.
-Инәй, кисә беҙ килеп сыҡҡанда юл уртаһындағы томанды күрҙеңме, - тип һораны көтмәгәндә Гөлназ.
Әбей бер килке шым ултырҙы ла:
-Күрҙем, ниндәйҙер сәйер томан ине ул, йәшкелт төҫтә, оҙаҡ та булманы, - тип яуап бирҙе.
-Бына беҙ шул томан эсенән сыҡтыҡ, - тине Роза.
-Эйе, беҙ киләсәк замандан шул томан аша һеҙҙең яҡҡа килеп сыҡтыҡ, - тип уның һүҙен йөпләне Гөлназ.
-Кит булмаҫтайҙы һөйләп ултырмағыҙ, бая йөрөп килгәндә әллә ен алмаштырҙымы үҙегеҙҙе, - тине һуҡранғандай итеп әбей.
-Ысын инәй, беҙ шул томан аша элекке ваҡытҡа килеп сыҡтыҡ, бер нәмә лә сәйер тойолмаймы ни.
-Сәйерлеге бар инде, кейемдәрегеҙ ҡыҙыҡ, ҡай саҡ мин аңламаған әллә нәмәләрҙе һөйләп ташлайһығыҙ. Өфөнән килгәнһегеҙ бит, унда шулайҙыр инде.
-Ышанмайһың инәй. Беҙ килгән ерҙә ҙур байрам бөгөн. Еңеүҙең 50 йыллығын байрам итәләр. Ә бында әле һуғыш башланмаған.
- Ауыҙыңдан ел алһын, ниндәй һуғышты һөйләйһең ул.
Эйе шул, ниңә кешене алдан ҡурҡытырға, өндәшмәү ҡулай булыр, - тип уйланы ла Гөлназ, һуғыш тураһында башҡа һүҙ ҡуҙғатманы.
-Инәй ышанмаһаң да тыңла әле беҙҙе. Мин 1975 йылдың 22 октябрендә тыуғанмын, Роза 1976 йылдың 2 ғинуарында. Роза менән Вәсилә исемле бергә уҡыған ҡыҙға ҡунаҡҡа килгәйнек. Беҙ әле 1995 йылда йәшәйбеҙ. Һин әйткән сәйер томан аша һеҙҙең заманға килеп сыҡтыҡ. Шуға әле томан күренгәс, кире үҙебеҙҙең яҡҡа сығып булмаҫмы, тип сығып саптыҡ. Әммә был заман беҙҙе ебәрәһе килмәй ниңәлер. Берәй ваҡыт беҙ үҙебеҙҙең яҡҡа сығырбыҙ ул. Әгәр томан ҡалҡып, кире сығып китһәк, хушлашырға ла өлгөрмәһәк, үпкәләмә йәме, инәй. Беҙ һиңә 50 йылдан, 9 майҙа, ҙур байрам көндө килербеҙ.
-Эй, тағы 50 йыл йәшәп булһа, - тип кеткелдәп көлдө инәй.
Тышта ат бышҡырған тауыш ишетелде. Таң менән атын эҙләп сыҡҡан Сәлим бабай ҡайтҡан икән.
-Шунан хәлдәр нисек, һәйбәт йоҡланығыҙмы, - тип килеп инде ул. Иртәнге мажараны уға һөйләп торманылар. Киләсәк заман тураһында ла ләм-мим һүҙ булманы.
Бабай сәй эскәс, мин Иван знакумға барып киләм, теге ваҡыт баҙарҙа күрешкәндә картуф сименәһе бирергә вәғәҙә иткәйне, беҙҙеке етмәҫтер моғайын, - тине. Ярай һуң тине әбейе. Эй элекке ипле инәйҙәр, бабайына ҡаршы һүҙ әйтмәй, һәр һүҙен йөпләп, уны хужа итеп күреп өйрәнгән инәйҙәр, тип уйланы Гөлназ.
-Бер юлы знакумыңдан кишер, сөгөлдөр орлоғо ла ал, баҡса ултыртырбыҙ, - тине Роза.
-Эйе картуфты ла күберәк ал, үҙе нимә сәсә шуны бирһен знакумыңдың кәләше, - тип өҫтәне Гөлназ.
Сәлим олатай кискә ҡарай ғына әйләнеп ҡайтты. Иң башта Роза янына килеп, бик ҡәнәғәт төҫ менән :
-Бына Ивандың ҡатыны ошоларҙы бирҙе һиңә, -тине.
Байыныҡ былай булғас, тип ҡыуанды Роза ла. Унда, кишер, сөгөлдөр орлоҡтары, хатта кәбеҫтә үҫентеһе лә бар ине. Кәрәк ине урыҫ ашы, тине әбей эстән генә.
Иртәгеһенә ҡыҙҙар түтәл эшләргә кереште. Үҙ эштәренән бушаған арала, Ғәлимә инәй ҙә килде ярҙамлашырға, тәүҙә кәрәкмәгән эш тип ҡарап торһа ла. Арыу ғына эш менән мәшғүл булғанда, өй янына трактор килеп туҡтаны. Был эштән иртәрәк ҡайтып барған Хәниф ине.
-Һаумыһығыҙ, нимә менән булышағыҙ шул тиклем, тип һораны эш кешеләренә яҡын килгәс,
-Бына ҡыҙҙар баҡса ултырта, - тине ҡыуанып Ғәлимә инәй.
-Әйҙә мин дә ярҙамлашайым, нимә эшләргә кәрәк, тип Хәниф эшкә тотонорға әҙерлеген белдерҙе. - Бер юлы ҡунаҡ ҡыҙҙар менән дә танышырмын. Кисә атыу ҡапыл юҡ булдылар.
-Роза ҡыҙым менән Гөлназ ҡыҙым баш ҡаланан килделәр. Ә был ауылдың иң шәп егете Хәниф, - тип таныштырҙы инәй уларҙы.
-Һин түтәл эшлә. Ошо ерҙән ҡаҙа башла, - тип Роза Хәнифте эшкә ҡушырға ла өлгөрҙө.
Хәниф Роза өйрәткәнсә эшкә тотонғайны, ҡапҡанан тағы кемдеңдер инеп килеүе күренде.
-Бәй, Сәғит улым түгелме, тракторға уҡырға киткәйне, ҡайтып та килә, - тип ҡыуанды уны күргәс Ғәлимә инәй.
Сәғит берсә уларҙың түтәлдәренә, берсә ят ҡыҙҙарға ҡыҙыҡһынып ҡараны.
-Минең яҡын дуҫым Сәғит. Был һылыу ҡыҙҙар Роза менән Гөлназ, студенттар, Өфөнән килгәндәр, тип таныштырҙы уларҙы Хәниф.
-Ниндәй матур, ят исемдәр. Роза, - тип ҡабатланы Сәғит.
-Башҡортса Рауза була, сәскә исеме тине, - Гөлназ.
-Мин ундай сәскәне күргәнем юҡсы.
-Бына бит алдыңда торам, - тип көлдө Роза.
Сәғит тә дәртләнеп улар менән бергә ихлас эшкә тотоноп китте. Йәштәргә ҡамасауламайыҡ тип әбей менән бабай шым ғына үҙҙәренең өй эштәренә тотондо. Бабай атын алып сыҡты, әбей самауырына тотондо.
Йәштәр күңелле һөйләшеп эштәрен дауам итте. Сәғит үҙен бик ышаныслы тотҡан, төрлө командалар биреп уларҙы эшләтеп йөрөгән Розаға берсә ҡыҙыҡһынып, берсә һоҡланып ҡараны. Ошондай ҡыҙҙы кәләш итеп алһаң ине, тип хыялға бирелеп тә алды. Ә Хәниф үҙе наҙлы, үҙе һәр саҡ яғымлы йылмайып торған Гөлназды оҡшатты.
-Ҡыҙҙар бөгөн клубҡа сығабыҙмы, - тип һораны Сәғит йылмайып,
Юҡ тип баш ҡаҡҡан Гөлназға күҙ ҡыҫып Роза, сығабыҙ, нишләп сыҡмай ти, рәхәтләнеп танцевать итербеҙ, магнитофоның эшләйме, - тине.
-Уның кассетаһы боҙолған, - тип көлөп ебәрҙе Гөлназ.
-Аңламаным нимә тинең.
-Ҙурайғас аңларһың...
Шулай шаярып йәштәр Сәлим олатай алып ҡайтҡан орлоҡтарҙы сәсеп тә бөттө. Ғәлимә инәй сәйгә саҡырһа ла, егеттәр кисен клубта көтәбеҙ, тип ҡайтып китте.
Бына ҡыҙҙарыма кейәү ҙә табылды, тип шаяртты атын тышап ҡайтҡан Сәлим бабай. Беҙ уларҙың ейәндәренә генә сыҡмаһаҡ, тип рәхәтләнеп шарҡылдап көлдө ҡыҙҙар.
Кис етеүгә матур күлдәген кейгән, биҙәнгән, төҙәнгән Хәлимә ҡып итеп килеп тә инде.
-Әйҙәгеҙ тиҙерәк, туманный килгән.
-Томан, йәшелме?- тип һикереп торҙо ҡыҙҙар.
-Ниндәй томан булһын, туманный кино күрһәтәләр.
Һин бара тор, беҙҙе көтөп арырһың, беҙ һуңыраҡ сығабыҙ тип, ҡыҙҙар уны оҙатып ебәрҙе. Әйҙә беҙ ҙә күлдәк кейәйек, бөгөн байрам да инде тип бер-береһенә ҡарашып, Роза менән Гөлназ да күлдәк, тағалы туфлиҙарын кейеп алды. Тырнаҡтарын ҡыҙылға буяп, булған биҙәүестәрен һөртөп алғас кәртинкәгә оҡшап ҡалдылар. Уларҙың зауыҡ менән тегелгән күлдәгенә, туфлиҙарына ҡарап, ситтән Ғәлимә инәй һоҡланып күҙәтте.
Клубта уларҙың килеүен түҙемһеҙлек менән көтөп торған Сәғит менән Хәниф Гөлназ менән Розаны күреп һушһыҙ ҡалды тиһәң артыҡ булыр, берауыҡ бер һүҙ әйтә алмай торҙолар. Шунан иҫтәренә килеп, клубҡа әйҙәнеләр. Эйе, әсәйем һөйләгән туманный киноны ла күрҙем, тип уйланы Гөлназ.
Хәнифтә кино ҡайғыһы булманы, ул Гөлназға иҫһеҙ ғашиҡ булғайны. Кино бөткәс тә йәштәр ҡайтырға ашыҡманы, бейергә урын әҙерләне. Ҡыҙҙар Гөлназ менән Розаны уратып алып, ҡыҙыҡһынып уларҙың күлдәктәрен тотоп, туфлиҙарын кейеп атлап ҡаранылар. Ҡыҫҡараҡ итәктәре бик сәйер күренде.
Хәниф ҡулына гармунын алды. Ул бөгөн тик Гөлназ өсөн генә уйнаны. Шулай дәртле генә бейеү барғанда егеттәр араһында низағ сыҡты. Ике егет нимәнелер бүлешә алмай һуғышырға әҙерләнгән әтәс кеүек бер-береһенә ҡаршы сыҡты. Йәштәр уларҙы уратып алды. Хәниф тә уйнауҙан туҡтап, улар янына килде. Әсәһе менән апайҙары араһында иркәләнеп кенә үҫкән Гөлназ ундай ыҙғыштарҙан ҡурҡа ине. Шуға ла Розаны етәкләп, әйҙә ҡайттыҡ, тине. Бәхәстең ни менән бөтөрөн белергә теләгән Роза теләр-теләмәҫ кенә Гөлназ артынан эйәрҙе. Хәниф егеттәрҙе айырып бөткәс, Гөлназды эҙләне. Ваҡытһыҙ низағлашҡан егеттәргә асыуы килеп клубтан сығып китте. Сәғит тә уға эйәрҙе. Улар йәһәтләп ҡыҙҙар йәшәгән өй яғына атланы, тик ҡыҙҙар күптән инеп киткән ине инде. Хәнифкә гармунынан моңло көй һыҙҙырып ҡайтыу яғына атлауҙан башҡа сара ҡалманы.
Яйлап көндәр үтте. Гөлназ менән Роза көн һайын юлға сығып әйләнде, тик уларҙы кире яҡҡа сығара торған сәйер томан күренмәне. Халыҡ араһында һорау тыуҙырмаҫ өсөн улар инәй-олатайҙарға йөрөп йырҙар, әкиәттәр, төрлө риүәйәттәр яҙып алды. Хәниф менән Сәғит иһә ҡуна ятып яланда эшләне, ер һөрҙө. Ҡай саҡ ауылға ла ҡайтып әйләнделәр. Бер көн кис менән тағы томан эҙләп сыҡҡан Роза менән Гөлназға ҡаршы сыҡты ике дуҫ. Уларҙы күреп Роза:
- Ейәндәре лә үҙҙәре кеүек һылыу булыр микән. Беҙгә уларҙың ейәне генә тиң була инде, - тине. Ул арала ҡыҙҙарға яҡынайған Сәғит:
-Ниндәй уйға баттығыҙ шул тиклем, - тип уларҙы туҡтатты.
-Һеҙҙең ейәндәрегеҙ ниндәй булыр икән, тип шуны уйлайбыҙ, - тине Роза.
-Ейәндәребеҙҙе ҡартайғас бергә күрербеҙ әле, -тип яуап ҡайтарҙы Сәғит тә шаярып.
Кисен клубта осрашырға һөйләшеп хушлашты йәштәр.
Бер көн шулай ҡыҙҙар баҡсала эшләгәндә, яулығын ҡайырып бәйләгән, мәрйәләргә оҡшатып кофта кейгән йыуантыҡ ҡына бер апай ялп-йолп баҫып, ярһып килеп инде. Һаулыҡ та һорашып тормай ҡыҙҙар янына килеп:
-Һеҙ нишләп эшкә сыҡмайһығыҙ, унда яланда кеше кәрәк, ашнаҡсы етешмәй, - тине.
-Апай һеҙ кем булаһығыҙ, тине ҡыҙҙар аптырап, председателме әллә?
-Ниндәй персиҙәтел булһын, силсәүиттә йомошсо, йөрөй шунда үҙен хужа итеп тойоп, - тигән тауышҡа бөтәһе боролоп ҡараны. Сәлим бабай ҡайтҡан икән, ул колхоз малын көтә.
-Ә һин нишләп малыңды ҡалдырып ҡайттың, - тип бәйләнде апай кеше бабайға.
-Ҡуйсәле Мәрзиә, юҡҡа бәйләнмә, - тине бабай, мин ҡыҙҙарым ҡайнатҡан сәйҙе эсергә ҡайттым. Әйҙә бергә сәй эсәйек.
-Сәйләп торорға ваҡыт юҡ, мин влас кешеһе, йомоштарым күп, - тип ялпылдап сығып китте Мәрзиә апай. Уның артынан ҡул ғына һелтәне бабай.
-Ысынлап та, яланда ашнаҡсы кәрәкһә барырға була инде, беҙҙең бит ашнаҡсы дипломы бар, - тине Роза.
-Эйе шул, яланда күңеллерәк булыр. Сельсоветҡа барып килергә кәрәк.
-Ундай теләгегеҙ булғас, силсәүит менән үҙем һөйләшермен, - тине Сәлим олатайҙары. Әмәлгә ярағандай урамда силсәүиттең аты күренде. Мирза улым, тип ҡысҡырып туҡтатты уны бабай. Совет рәйесе баҫыуҙан ҡайтып килә икән. Шулай ашнаҡсы мәсьәләһе еңел генә хәл ителде лә ҡуйҙы.
Ҡыҙҙар йәй башынан яланға эшкә сыҡты. Гөлназ бәләкәй саҡта уның әсәһе лә яланда игенселәргә аш бешерҙе, уларҙы элек кәшәүәр тип йөрөтә торғайнылар.
Хәниф менән Сәғит төшкө ашҡа туҡтағас, ялан ашханаһында Гөлназ менән Розаны күреп аптырап китте, аптырау ҡыуаныс менән алмашынды.
-Һеҙ бында ни эшләйһегеҙ, - тип һораны Хәниф,
-Беҙ хәҙер кәшәүәр, һеҙгә аш бешерәсәкбеҙ, - тине йылмайып Гөлназ.
Төштән һуң йырлап эшләне егеттәр. Шулай булмайса, һөйгән кешеләрен эштән арынып нисек ҡайтып күрергә тип өмөтләнеп йөрөгәндә, халыҡ әйтмешләй, бирәйем тигән ҡолона, сығарып ҡуйҙы юлына. Кисен осрашҡас, бар хистәремде ярып һалырмын, тип уйланы Хәниф, нисек һаман түҙеп йөрөргә. Киске аш мәлендә:
-Гөлназ бөгөн эшең бөткәс йөрөп килербеҙ, тине Хәниф, арыраҡ Сәғит тә Розаға ниҙер бышылдай ине.
-Мине Хәниф свиданиеға саҡырҙы, ни эшләргә тип аптырам торам әле.
-Бараң инде, мине лә Сәғит саҡырҙы.
-Уйлап ҡара Роза беҙгә бит уларҙы яратырға, бушҡа өмөтләндерергә ярамай.
-Шулай ҙа ул, тик улар беҙ башҡа заман кешеләре тип әйтеүгә ышанмаясаҡ бит. Дуҫ булып йөрөп торайыҡ, уйламағанда, бәлки, теге яҡҡа юл асылыр. Унан инде прощай любовь була.
Үҙендә лә егеткә ҡарата йылы хистәр уянған Гөлназ ни эшләргә белмәй баш ватты. Егеттең йөрәген яралағыһы килмәй ине бер ҙә. Ни ҡылырға ла белмәй уйланып йылға буйына китте. Шунда эҙләп тапты уны Хәниф.
-Ниңә улай бойоғоп ултыраһың, - тигән тауышҡа һиҫкәнеп китте.
-Әсәйемде һағындым, ул борсолалыр инде,- тине Гөлназ. - Ҡасан ҡайтыр юл төшөр икән.
Гөлназдың, ысынлап та, берәй көн ҡайтып китеүен уйлап Хәнифтең ҡото осто. Ул Гөлназдың ике ҡулын тотоп алып, уның күҙҙәренә ҡараны:
- Мин һине бер ҡайҙа ла ебәрмәйем, яратам мин һине Гөлназ. Һиңә бер күреүҙән ғашиҡ булдым, тип бер тынала бар хистәрен асып һалды.
Йөрәге янды Гөлназдың. Хәниф шундай яҡын, тик уны яратырға ярамай. Уйлағанын ҡысҡырып әйтте:
-Мине яратырға ярамай Хәниф, беҙ бер ҡасан да бергә була алмаясаҡбыҙ.
-Ни һөйләйһең һин Гөлназ?
-Мин быны һиңә аңлата алмайым, һин ышанмаясаҡһың.
-Юҡ мин һине бер ҡайҙа ла ебәрмәйем, бер кемгә лә бирмәйем,- тип Хәниф ҡыҙҙы ҡосағына алды. Егеттең ирендәре һаҡ ҡына ҡыҙҙың ирендәренә ҡағылды.
Хәнифтең йөрәген аяны бөгөнгә Гөлназ, бәлки, берәй яйы килеп сығыр, тип уйланы. Улар таңға тиклем йылға буйында ултырҙы.
Гөлназ ҡыҙҙар йоҡлаған ергә килгәндә, Роза ла йоҡламай ине. Шым ғына тышҡа сыҡтылар.
-Миңә Сәғит өйләнешергә тәҡдим яһаны, - тине Роза.
-Әстәғафирулла, - тип аптыраны Гөлназ, - нимә тинең?
- Уйлайым тинем, - тип Роза көлөп ебәрҙе. Гөлназ да уға ҡушылды. Теге заманда ғашиҡ булмағанды, 50 йыл артҡа ҡайтып ғашиҡ булып ултырыу уға ла ҡыҙыҡ тойолодо. Кеше ышанмаҫлыҡ хәл.
Бер көн киске аш ваҡытында партком секретары килеп политинформация үткәрҙе, илдәге яңылыҡтарҙы һөйләне, гәзит уҡыны. Бөтә Европаны баҫып алып, совет иленең сигендә торған Гитлер армияһы тураһындағы мәҡәләләр төрлө хистәр уятты. Ҡатындар һуғыш була ҡалһа, күп ҡайғы алып килеүен уйлап ҡайғырҙы, ә ир-ат беҙгә һөжүм итһәләр, беҙ бер айҙа уларҙы илдән һөрөп сығарырбыҙ, тип батырланды. Шау-шыуға ҡушылмай, ситтә ултырған Гөлназ менән Роза янына Хәниф менән Сәғит килеп етте.
-Ҡыҙҙар ниңә бойоҡтоғоҙ, ниместән ҡурҡтығыҙмы? Ҡурҡмағыҙ беҙ уларҙың үҙҙәрен ҡурҡытырбыҙ, - тип шаярып, Сәғит Розаны ситкә алып китеп тә барҙы.
Гөлназ үҙе лә һиҙмәҫтән, ысынлап та, 12 көндән һуғыш башлансаҡ бит тине.
-Нимә тинең, - тип ғәжәпләнеп ҡараны уға Хәниф.
-22 июндә таңғы сәғәт 4 тә һуғыш башланасаҡ. Бөгөн 10 июнь. Тағы 12 көндән, - тип ҡабатланы Гөлназ.
Хәниф инде асыуланып ҡараны Гөлназға:
- Һин нимә һөйләйһең, ниндәй һуғыш, 1939 йылда СССР менән Германия араһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Шуны ла белмәйһеңме, буласаҡ уҡытыусы тине. - Әллә һин шпионмы, кеше араһында ҡотҡо таратып, паника тыуҙырырға ебәрҙеләрме?
-Эйе шпион, бар НКВД-ға барып әйт, - тип Гөлназ йүгереп китеп барҙы. Ул көндө кисен йәштәр осрашманы.
Гөлназдың ҡылығы Хәнифтә аптырау уятты, әллә уны киләсәк тормош иптәше итеп һайларға уйлап яңылыштыммы, тип уйланы. Көн бик оҙаҡ үтте. Төшкө аш ваҡытында ла улар һөйләшмәне. Кисте көскә еткереп, ул Гөлназ менән асыҡтан-асыҡ һөйләшергә булды.
Бар эштәр тамамланып, зәңгәр эңер төшөүгә Хәниф Гөлназды саҡырып үҙҙәре ултырырға яратҡан йылға буйына алып килде.
-Кисә нимә һөйләнең ул һуғыш тураһында?
-Онот ул һүҙҙәрҙе, булмаған икән тип уйла. Ул турала һөйләшергә иртәрәк. Әйҙә бәхетле минуттарҙы юҡ һүҙҙәр менән әрәм итмәйек, беҙгә былай ҙа ваҡыт аҙ бирелгән, - тине Гөлназ
-Тағы әллә нимәләр һөйләйһең Гөлназ. Беҙ бергә буласаҡбыҙ. Көҙ етеп, баҫыу эштәре тамамланғас, өйләнешербҙ. Беҙҙән бәхетле кеше булмаҫ. Һин ризамы Гөлназ?
–Ашыҡма Хәниф, был турала көҙ еткәс һөйләшербеҙ. Әйҙә ана усаҡ яҡҡандар, шунда барайыҡ. Улар етәкләшеп йәштәр күңел асҡан ергә атланы.
Йәштәр йыр һуҙа ине. Гөлназ Розаға әйҙә үҙебеҙҙең яратҡан йырҙы йырлап алайыҡ тине.
-Оноттоң буғайҙымы, -тине лә Роза, йырлап та ебәрҙе:
Һөй тип үтенмәм, ләкин үкенмәм,
Йәшлектә һине һөйгәнгә шулай.
Һин мине түгел, йәшлектең үҙен
Оноттоң буғай, оноттоң буғай...
-Ҡыҙҙар ниндәй матур йыр, тине улар йырлап бөткәс Хәниф. - Яңы йырмы. Минең ишеткәнем юҡ. Ҡана өйрәнеп алайым, тине ҡулына гармунын алып.
Көндәр һәйбәт торҙо. Сәсеү эштәре тамамланды. Гөлназ менән Роза ауылға ҡайтты. Уларҙы инәй менән олатайҙары һағынып көтөп торған. Түтәлдәрҙә күҙҙе ҡыуандырып үҫентеләр сыға башлаған. Киләһе аҙнала һабантуйға әҙерләнә халыҡ. Иртәгә 22 июнь сәсеү тамамланыу уңайынан ял бирҙеләр. Халыҡ дәртләнеп йәшәүен дауам итә. Гөлназ менән Роза ғына бойоҡ, иртәгә бындағы халыҡ өсөн ҙур һынауҙар башланыуын уйлап йөрәктәре әрней.
Кис етте. Ҡыҙҙарҙы тышҡа саҡырып һандуғастар һайраны. “Инәй беҙ сыҡтыҡ”, - тине Роза. “Барығыҙ бар, йәш саҡта күңел асып ҡалығыҙ”, - тип оҙатты уларҙы Ғәлимә инәйҙәре. Ҡапҡа төбөндә Хәниф менән Сәғит тора, һыу һөлөгө кеүек егеттәр. Нимә көтә уларҙы...
Клубҡамы тип һораны Сәғит. Юҡ, тип Гөлназ Хәнифте етәкләп ситкә атланы. Төн тыныс. Күктә йондоҙҙар емелдәшә.
-Һин нишләп бойоҡ бөгөн Гөлназ?
-Иғтибар итмә. Барыһы ла һәйбәт.
Егеттең кәйефен төшөрмәҫ өсөн шат күренергә тырышты. Көлдө, шаярҙы Гөлназ. Ғашиҡтар өсөн ваҡыт һиҙелмәй үтте. Бына таң һыҙыла башланы. Гөлназ сәғәтенә күҙ һалды. 4 тула 5 минут.
-Бөгөн нисәһе әле, -тине үҙе лә һиҙмәҫтән.
-Оноттоңмо ни? Беҙ сыҡҡанда 21-е ине, хәҙер 22- һе, - тине йылмайып Хәниф.
Сәғәт 4.
-Башланды, - тине Гөлназ. Әле генә йылмайып торған Гөлназдың күҙҙәрендә йәш күреп ҡурҡып китте Хәниф.
-Нимә булды һөйөклөм, ниңә илайһың?
-Башланды, - тине тағы Гөлназ.
-Нимә башланды?
-Һуғыш.
Күҙ йәштәре аҡты ла аҡты. Ҡыҙҙың тағы һуғыш тураһында һөйләүенә асыуланған Хәниф Гөлназдың илауын күреп бер нәмә лә әйтә алманы.
-Ҡайтайыҡ,- тине Гөлназ. Хәниф ҡаршы килмәне. Улар яйлап ауыл яғына атланы.
Һуғыш хәбәрен ауыл нисек ҡаршылағанын был урында яҙып тороу кәрәкмәйҙер.
Кисен ҡыҙҙарҙы сығырға саҡырып һайраған һандуғас тауыштары ла ул көндө моңһоуыраҡ ишетелде. Егеттәр ҙә бер көн эсендә етдиләнеп киткән ине. Ниндәй пландарҙы емерҙе был Гитлер тип әсенде улар. Унан һөйгәндәрен етәкләп үҙҙәренең яратҡан урындарына йүнәлде.
-Беҙ Сәғит менән үҙебеҙ теләп фронтҡа китергә булдыҡ, иртәгә хәрби комиссариатҡа барасаҡбыҙ.
- Юҡ, китмә, - тип ҡысҡырҙы Гөлназ, -һуғышҡа һиңә лә сират етер, ашыҡма.
–Эй Гөлназ, боҫоп ятыр саҡмы илгә дошман ингәндә. Беҙ уларҙы бер ай тигәндә илдән ҡыуып сығарасаҡбыҙ. Бына күрерһең, еңеү менән ҡайтып төшөрбөҙ.
-Эй Хәниф, еңеү тиҙ генә булмаясаҡ шул. Һуғыш оҙон дүрт йыл буйы барасаҡ. Тик 1945 йылда ғына бөтәсәк.
-Ни һөйләйһең һин Гөлназ, тағы мине аптыратаһың, әллә һин күрәҙәсеме? Теге ваҡыт 12 көндән һуғыш башлана тигәйнең.
-Мин һиңә бер нәмә лә тип әйтә алмайым, хатта ышан миңә тип тә. Һуғышҡа китмәй тор тип кенә үтенәм.
-Юҡ Гөлназ беҙ хәл иттек инде. Әйҙә юҡ-барға бәхәсләшмәйек. Бергә булыуҙың ҡәҙерен беләйек. Йәл өйләнешеп өлгөрмәнек. Һин мине көтөрһөң, тип ышанам һөйөклөм.
Ә икенсе көнөнә Хәниф менән Сәғит ике көндән фронтҡа китәбеҙ тигән хәбәр алып ҡайтты.
-Көтөрһөңме, - тине Хәниф һуңғы осрашыуҙа.
-Вәғәҙә итә алмайым.
-Ниңә. Миңә үҙеңдең адресыңды бир, форсат булған һайын һиңә хат яҙырмын.
-Хәниф ҡәҙерлем, адресымды ла бирә алмайым, сөнки беҙ икенсе ергә күсергә уйлайбыҙ. Хаттарыңды Ғәлимә инәй адресына яҙ. Мин һине көтәм тип тә вәғәҙә итмәйем. Һуғыштан имен-һау ҡайтып, ауылда мин булмаһам, эҙләмә мине. Мин һине Еңеү көнөндә үҙем эҙләп табырмын.
-Бик серле итеп һөйләһең Гөлназ. Беҙ тағы бер-беребеҙҙе аңламайбыҙ.
-Яҙмышыбыҙ нисек булырын әйтеп булмай. Көтә алмаһам, ғәфү итерһең мине.
-Яратаңмы һин мине, исмаһам, шуны белеп китәйем.
-Әлбиттә, яратам.
-Мин ышанам, беҙ бергә буласаҡбыҙ Гөлназ.
Икенсе көн бөтә ауыл Хәниф менән Сәғитте һәм тағы биш егетте һуғышҡа оҙатты.
-Беҙ һеҙҙе Еңеү көнөндә эҙләп табырбыҙ, - тип ҡысҡырҙы Гөлназ.
Һалдаттарҙы алып киткән ылау күҙҙән юғалды. Оҙатыусылар ҙа таралышты.
Юлда Гөлназ менән Роза ғына тороп ҡалды. Шул саҡ юл өҫтөндә йәшкелт томан күтәрелгәндәй булды. “Томан”, - тине ҡыҙҙар икеһе бер тауыштан яңы иҫтәренә килгән кешеләй. “Йүгерҙек Ғәлимә инәйгә”. Аһылдашып йүгереп ингән ҡыҙҙарға Ғәлимә инәй аптырап ҡараны.
-Хушлашырға индек инәй, беҙгә юл асыла шикелле, һау бул. Тағы 50 йыл йәшә йәме. Беҙҙе көт. Еңеү көнөндә беҙ килербеҙ. Тыуған көндәребеҙҙе онотма. Хуш инәй.
-Хушығыҙ балалар. Имен-һау йәшәгеҙ, тине Ғәлимә инәй эҫенеп өлгөргән ҡыҙҙарын һөйөп уларҙы оҙатырға сыҡты. Гөлназ менән Роза етәкләшеп томан араһына инеп китте. ..
Бер аҙҙан улар үҙҙәренең асфальт юлда тороуын абайланы. Юлдан ситтә бәләкәй генә ауыл. Үҙ күҙҙәренә ышанырғамы-юҡмы, тип торғанда ҡыҙҙар янына еңел машина килеп туҡтаны. “Ҡыҙҙар ҡайҙа барағыҙ” - тине шофер. Ҡыҙҙар тертләп китте. “Иҫәнғолға” - тине Роза яйлап ҡына. Мин дә шунда тип ағай ултыртып алды. Гөлназ менән Роза иҫтәренә килә алмай, оҙаҡ ҡына һөйләшмәй барҙы. Унан шофер ағайҙы ғәжәпкә һалып: “Ағай бөгөн нисәһе ул, нисәнсе йыл”, - тип һоранылар. Уларҙың һорауын аңламағандай ағай кеше ҡыҙҙарға әйләнеп ҡараны, шулай ҙа 1995 йыл, 8 май, тине. Инде арыу уҡ ваҡыт үткәндер, тип уйлаған ҡыҙҙар шул уҡ көнгә, шул ваҡытҡа килеп сығыуҙарына ҡыуандылар. Үҙҙәре менән булған ғәжәп хәлгә ышана алмаған был ике шаян ҡыҙ, һаман ныҡлап иҫтәренә килә алмай Иҫәнғолда төшөп ҡалып, унан Розаның ауылына киттеләр.
“Шунан нисек йөрөп ҡайттығыҙ”, - тип ҡаршыланы уларҙы Розаның әсәһе Хәтирә апай. Һәр ваҡыт рәхәтләнеп көлөп йөрөгән был икәүҙең шым тороуын күреп ҡурҡып китте.
-Нимә булды, - тине.
-Арыныҡ әней, - тине Роза.
-Ярай ял итегеҙ, мунса төшөгөҙ.
Өйгә ингәс кенә ҡыҙҙар үҙ ваҡытына имен-аман әйләнеп ҡайтыуына ышанды. Тәүҙә илап алдылар, унан инде вәт әкәмәт, кешегә һөйләһәң берәү ҙә ышанмаҫ, тип рәхәтләнеп көлөргә тотондолар.
-Был икәү башланы инде, - тип бармағын сикәһе тирәһендә өйрөлттө уларға ҡарап Розаның һеңлеһе Гөлфиә.
-Нимә эшләйбеҙ? Миңә ҡайтырға кәрәк иртәгә.
-Ҡайтмайһың инде, Ғәлимә инәйгә бармайбыҙмы?
-Ул инәй күптән юҡтыр инде.
-Һин Хәнифкә вәғәҙә бирҙең бит Еңеү көнөндә эҙләп табам тип. Иртәгә Еңеү байрамы.
-Роза һин Байгилдегә барайыҡ тиһеңме?
-Эйе. Бөгөн ағайым ялға ҡайта, ул иртәгә беҙҙе үҙенең машинаһы менән алып йөрөр.
Ҡыҙҙар шундай ҡарар ҡабул итеп, мунса инеп, тынысланып йоҡларға ятты.
Иртәгеһен биҙәнеп-төҙәнеп Розаның ағаһы Тәлғәт менән Байгилде ауылына юлға сыҡтылар. Элек 5 урамдан торған ауыл ике урамға ҡалған, күп кенә буш өйҙәр күренә. Ҡыҙҙар сырамытып Ғәлимә инәйҙең өйөн эҙләп китте. Йылға буйындағы иң ситке өй юҡ ине. Күршеләге өйгә инеп һорашырға булдылар. Урамда уйнап йөрөгән балаларҙан әсәйегеҙ өйҙәме, тип һоранылар. Юҡ өләсәй генә, тине улар.
Өйҙән сәскәле күлдәк кейгән, яулығын ҡайырып бәйләгән әбей килеп сыҡты.
-Инәй һеҙ был ауылда күптән йәшәһегеҙме, тип һоранылар. Ғәлимә инәйҙе белә инегеҙме?
-Йөҙйәшәр Ғәлимә инәйҙеме. Аллаға шөкөр, тере әле ул. Әкренләп йөрөп ята. Иҫе лә дөрөҫ. Теге оста улында йәшәй. Һеҙ кем булаһығыҙ һуң?
-Ҡыҙҙары.
-Инәй миңә үлергә иртә әле, ти. Еңеү байрамы булған һайын ошо ҙур байрамда миңә ҡунаҡ килә тип, кемделер көтә. Бынан күп йылдар элек, минең ҡыҙҙарым тыуҙы, тип ҡыуанып йөрөгәнен хәтерләйем. Ниндәй ҡыҙҙар булғандыр, уныһын берәү ҙә белмәй.
Ҡыҙҙар һаубуллашып, йәһәтләп ул күрһәткән яҡҡа йүнәлде. Ҡапҡа төбөндә эскәмйәлә ултырған инәйҙе күреп, барып етер-етмәҫтән Роза: “Ғәлимә инәй”, - тип ҡысҡырҙы. Әбей торорға ынтылды ла хәлһеҙләнеп кире ултырҙы. Ҡыҙҙар йүгереп уның янына килеп етте.
-Ҡыҙҙарым, -тине әбей. - Килдегеҙме, хәҙер үлһәм дә үкенмәйем.
-Үлмәй тор әле инәй.
-Һеҙгә тапшыра торған аманатым бар бит, нисек үләйем, әйҙәгеҙ өйгә, тип уларҙы эскә әйҙәне. Өйгә ингәс һандыҡ төбөнән бер төргәк сығарып тағатып ебәрҙе. Унда һалдат хаттары ине. Хәниф менән Сәғиттең хаттары.
-Ғүмерем буйы өмөтләнеп көттөм һеҙҙе балалар, һеҙҙең тиҙ генә килмәҫегеҙҙе белһәм дә. Һуғыштан яҙылған Хәниф менән Сәғит улымдың хаттарын ҡәҙерләп һаҡланым. Сәғит улым һуғыштан ҡайта алманы. Әсәһен ҙур ҡайғыларға һалып һәләк булды. Ҡалай ғына аҡыллы бала ине. Хәниф улым 1945 йылдың көҙөндә әйләнеп ҡайтты. Беҙгә килеп һеҙҙе һорашты. Гөлназды төрлө ерҙән эҙләп ҡараны. Оҙаҡ көттө һине Гөлназ ҡыҙым. Бер көн түҙмәнем, әйттем. Көтмә һин уны балам, эҙләмә лә. Бер нисек тә таба алмаҫһың. Гөлназ ҡыҙым һиңә аҡыллы ғына ҡыҙға өйләнеп, матур итеп донъя көтөүеңде теләне, тинем. Көттө шулай ҙа. Бер нисә йылдан ауылға ситтән килгән уҡытыусы ҡыҙға өйләнеп, район үҙәгенә күсеп киттеләр.
Бына шулай балалар. Ҡыҙҙар инәйҙәре менән тәмләп сәй эсеп, тағы килергә вәғәҙә биреп, район үҙәгенә йүнәлделәр. Һалдат хаттарын иһә, аҙаҡтан уҡырбыҙ тип, ҡәҙерләп һалып алдылар. Хәҙер Хәниф ветеранды табыу ине теләктәре. Уны, моғайын, Еңеү байрамында табып булыр.
Байрамда ветеранға яҡынламанылар. Парад тамамланғас, ветерандарҙы оҙатып йөрөүселәрҙән хәҙер инде бабайға әйләнгән Хәнифтең адресын алып, ныҡ тулҡынланып уның өйөнә киттеләр. Ҡапҡа тышында Хәнифкә оҡшаған егетте күреп, Гөлназ тертләп китте. Үҙе лә һиҙмәҫтән Хәниф, тип өндәште. Ҡартатайым өйҙә, тине егет. “Беҙ журналистар, Хәниф олатайҙан интервью алырға килдек”,- тине ҡыҙҙар.
Өйҙә ветеранды ҡотларға балалары, ейәндәре йыйылғайны. Әле лә теремеклеген ташламаған, күҙҙәренең нуры ҡайтмаған олпат Хәниф бабайға текләне Гөлназ менән Роза. Ҡартатай бына журналистар һиңә килгән тип таныштырҙы уларҙы Хәнифтең ейәне. Аулаҡта һөйләшеү өсөн икенсе бүлмәгә сыҡтылар. Хәниф бабай ҙа үҙ сиратында ҡыҙҙарға текләп, танырға тырышҡандай ултыра ине.
-Һеҙ, балалар, миңә кемделер хәтерләтәһегеҙ. Атай-әсәйҙәрегеҙ кем, - тип һораны.
-Олатай яу юлын һөйлә әле. Һинең Сәғит тигән дуҫың булған тинеләр, ул нисек һәләк булды, -тип һораны Роза.
-Эйе шәп дуҫым бар ине. Бергә һуғыштыҡ беҙ уның менән, танкистар инек. Танкта янды. Үкенесле булды, ҡотҡара алманым. Һөйгән ҡыҙы ҡалғайны ауылда, бына һиңә оҡшаған, тип Розаға ҡараны.
-Олатай, һине һуғышҡа бер кем дә оҙатманымы, тип һораны Гөлназ. Хәниф бабай Гөлназға текләп ҡараны, нимәлер әйтергә уйланы ла йөрәгенә тотондо.
Шул саҡ ейәне килеп инеп олатаһының хәлен күреп ҡалды һәм “Ашығыс ярҙам” саҡырырға йүгерҙе. Ҡыҙҙарға сығырға ҡуштылар.
“Гөлназ”, - тигән хәлһеҙ тауышты ишетеп, сығып барған еренән Гөлназ туҡтап ҡалды. “Китмә Гөлназ, китмә”, - тине Хәниф. - Мин һине 50 йыл көттөм”.
Гөлназ кире әйләнеп килеп Хәнифтең ҡулынан тотто: “Еңеү көнөндә эҙләп табырмын тигәйнем бит, бына мин килдем. Һүҙемдә торҙом, Хәниф”.
Алыҫта йыр ишетелгәндәй булды:
Йыраҡта ҡалды , дәртләнеп ярһып
Беҙ йырлап үткән ул йәшел туғай.
Ҡабатлап булмай торған саҡтарҙы
Оноттоң буғай...
Бер нәмә лә онотолмаған...
Ә был мәлдә Хәнифтең ейәне Гөлназдан күҙҙәрен алманы. Ҡартатайҙың һөйөүе ейәненә күсеүе мөмкинме икән ни...