Все новости
Проза
17 Августа 2023, 09:01
ЛИТЕРАТУРА

ҺИНҺЕҘ ЙӘШӘЙ АЛМАЙЫМ...Хикәйә. Мәүлит Кәрими

Бына инде нисәнсе көн Рәмил Ғазин, һуңғы биш-алты йылда ғына үҙенең хикәйә, повестары менән ҙур танылыу яулаған һәләтле яҙыусы, компьютерын ҡабыҙа ла мониторға текәлә.

Унда яҙылып бөтмәгән повесты дауам итергә маташып ҡарай ҙа – бушҡа ғына... Етеҙ бармаҡтары клавишалар өҫтөнән шәп кенә йүгереп китеп бер-ике һүҙ йә һөйләм яҙа ла барыһын да юйып ташлай. Шулай бер нисә тапҡыр ҡабатлай торғас, ваҡыт та һуң булып китә, төн дә етә. Ә иртәгә — эшкә...
Рәмилдең әлеге яҙылып бөтмәгән әҫәре — “Һинһеҙ йәшәй алмайым мин!” повесының дауамы, икенсе өлөшө. Китап уҡыусылар күптән инде әҫәрҙең дауамы менән ҡыҙыҡһынып, хаттар яҙа, телефондан шылтырата, Интернет аша белешә. Рәмил Ғазин повесты халыҡ шундай үҙ итеп яратыр, ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыр тип һис тә көтмәгәйне. Ә әҫәр бынан ярты йыл элек яҙыла башлап, туҡталып ҡалды.
Ярты йыл элек... Ҡатыны Нәғимәнең дә гүр эйәһе булғанына ярты йыл инде. Төҙәлмәй торған ҡаты сир менән ауырыны. Һуңғы көндәрендә түшәктән дә тора алманы.
Үҙенсәлекле стилдә яҙылған әҫәрҙәрҙе бигерәк тә ҡатын-ҡыҙ яратып уҡыны. Ир кешенең бик оҫта итеп гүзәл зат образын тыуҙырыуы, холоҡ-фиғелен аңлауы уҡыусыларҙы ғына түгел, хатта тәнҡитселәрҙе лә хайран ҡалдырҙы. Яҙыша башлағас та тәүге хикәйәләре менән үк уңыштарға иреште прозаик. Төрлө гәзит-журнал уҙғарған конкурстарҙа еңеүгә өлгәште, лауреат исемдәре яуланы. Уҡыусы уның яҙғанын түҙемһеҙлек менән көтөп алды.
Тик төрлө ижад кисәләренә, уҡыусылар менән осрашыуҙарға йөрөргә яратманы Рәмил. Быны ҡатынының ауырыуы менән аңлатты. Дөрөҫө лә шулай ине. Ул Нәғимәне ҡарауһыҙ оҙаҡҡа ҡалдыра алманы, ә өйҙә башҡа кеше юҡ. Балалары булманы. Туғандары йыраҡ районда йәшәй, Өфөгә һирәк кенә килә. Ул саҡта ла яҙыусының өйөн урап үттеләр. Нәғимә ауырыуға һабышҡас, Рәмилдәрҙең ишеге эстән бөтөнләйгә бикләнде һәм бер кемгә лә асылманы.
Прозаиктың тормошо ла ике өлөшкә бүленде: береһе – бикле ишектән тышта, үҙе эшләгән гәзиттә, икенсеһе – ошо өй эсендә.
Редакцияла Рәмил журналистика менән генә булды. Етәксеһе лә, бер бүлмәлә ултырған хеҙмәттәштәре лә уның ижад менән булышҡанын бер ваҡытта ла күрмәне. Эшен бирелеп һәм белеп башҡарҙы. Ҡатыны ауырығанға тиклем командировкаларға ла күп йөрөнө. Гәзиттең һәр бер һанында тиерлек уның көнүҙәк темаларға яҙылған мәҡәләләре баҫылып торҙо. Эшенә бик етди ҡараған, бар көсөн журналистикаға йүнәлткән Рәмилдең уҡымлы сәсмә әҫәрҙәр ижад итеүенә аптырарлыҡ та, һоҡланырлыҡ та ине.
Ҡатыны үлеп ҡалғас, Рәмил өсөн донъя туҡтап ҡалғандай булды. Эше лә барманы, ижады ла. Үҙе күҙгә күренеп ябыҡты. Элек ыҫпай кейенеп йөрөһә, хәҙер өҫ-башына иғтибар ҙа итмәне. Сәсе үҫте, битен һаҡал-мыйыҡ баҫты. Хатта еткән тырнаҡтарынан да уңайһыҙланманы. Бергә эшләгәндәрҙең унан сирҡанып, ситләшә башлауын тойманы ла. Уға был тормошта бөтәһе лә барыбер, күңел күҙенә аҡ төшкәйне...
Эшкә йоҡоһо туймай, күҙҙәре ҡыҙарып, шешенеп килһә лә, Рәмил эсә башлаған тигәнде аңлатмай ине был. Электән ауыҙына бер тамсы ла араҡы алмаған ир эскегә һалышманы. Шул яғынан ныҡ булды.
Бер көн уны мөхәррир саҡыртып алды. Ирҙең ҡиәфәтенән барыһы ла аңлашылып торһа ла, әҙәп өсөн донъя хәлдәрен һораштырған булды. Ижады менән ҡыҙыҡһынды. Шунан ипләп кенә:
— Рәмил ағай! Ҡайғыңды барыбыҙ ҙа аңлап торабыҙ. Ул тиклем бөтөрөнмәҫ инең... Ярамаҫ улай. Эшең дә ырамай тигәндәй... Әйҙә, үҙеңде берәй шифаханаға ял итергә ебәрәйек. Ҡайғыңдан әҙерәк арынырһың, яңы көс тупларһың. Ижадың да алға китер, ә? — тине.
— Яҙышыу?.. Белмәйем, ҡустым. Канар утрауҙарына ял итергә ебәрһәгеҙ ҙә булмаҫ инде ул... — тип Рәмил, тәҡдимдән ҡырҡа баш тартып, сәйер генә йылмайып мөхәррирҙән сыҡты.
Башын баҫып эшкә йөрөнө. Етәксенең “эшең дә ырамай...” тигән һүҙҙәренә лә иғтибар итмәне шикелле, тейешле сәғәтен арлы-бирле, өҫтәлендәге тауҙай ҡағыҙҙарҙы аҡтарғылап, нимәлер яҙғылаған булып уҙғара ла ҡайтып китә. Компьютерҙа йыйыла башлаған әҫәрҙең һуңғы битен аса ла мониторға текәлә. Ҡайһы берҙә ҡабаланып, һүҙҙәр теҙмәһен шәп-шәп кенә йыя башлай. Ниҙер килеп сыҡҡан да кеүек була. Тик тағы ла бар яҙғанын юйып ташлай. Бер көн Рәмил Ғазин бөтөнләй юҡҡа сыҡты. Хеҙмәттәштәре аптырашта ҡалды: нисәмә йыл эсендә, ҡайғылы көндәрендә лә эшен бер сәбәпһеҙ, алдан иҫкәртмәйенсә ҡалдырғаны булманы. Бүлек мөдире уға шылтыратып ҡараны, Рәмил трубканы алманы. Икенсе көндә лә шул уҡ хәл ҡабатланғас, етәксе, ирҙең бер нисә иптәшен алып, өйөнә китте.
Ишек ҡыңғырауына эстән яуап биреүсе булманы. Күршеләр ҙә аныҡ ҡына бер ни әйтә алманы. Ахырҙа, участка инспекторын саҡыртып, ишекте емерергә хәл иттеләр...
Фатирҙан ауыр еҫ килә ине. Кемдер балкон ишеген асты, икенсеһе ваннаны. Йыуыныу бүлмәһендә салбар ҡайышына аҫылынған Рәмилде күреп, барыһы ла “ах” итте. Уның ҡатҡан кәүҙәһен иҙәнгә һалғас, инспектор үҙенең ниндәйҙер ҡағыҙҙарын тултыра башланы. Табип саҡырттылар... Кәштәләрҙәге, өҫтәлдәге бик күп ҡағыҙҙың, дәфтәрҙәрҙең күплегенә килгәндәрҙең иҫ-аҡылы китте. Барыһы ла сыймаҡланған, яҙып тултырылған ҡулъяҙмалар.
Рәмил үлер алдынан хат-фәлән яҙып ҡалдырмағанмы тип, ҡарамаған, эҙләмәгән ер ҡалманы – бушҡа ғына.
— Бер нәмә лә аңламайым, дөрөҫөрәге, аңларға ҡурҡам, — тине бер дәфтәрҙе асып уҡып торған бүлек мөдире.
– Былар бит Рәмилдең ҡулы менән яҙылмаған, ҡарағыҙ!
— Эйе, башҡа кеше почергы. Уның яҙыуын таныйым, – тине икенсе хеҙмәттәше, сираттағы дәфтәрҙе ҡулына алып.
Компьютерҙы ла ҡабыҙып ҡарарға булдылар. Мониторҙа эре хәрефтәр менән түбәндәге һүҙҙәр яҙылғайны: “Нәғимә! Уҡыусылар әҫәрҙең дауамын көтә – һин юҡ, нишләргә лә белмәйем... Кисер мине! Һинһеҙ йәшәй алмайым...”
— Хәҙер инде барыһы ла аңлашыла! Нәғимә, ауырыуына ҡарамаҫтан, ире өсөн ижад иткән, үҙенең йөрәк хистәре менән унан күренекле яҙыусы яһаған! Ниндәй көслө кеше булған ул, бөйөк кеше тиһәм дә, хата булмаҫ. Ә был... – Бүлек мөдире иҙәндә ятҡан Рәмилгә ҡараны ла шымып ҡалды...
Хәйер, Рәмилде әле нисек кенә итеп битәрләһәң дә, хатта, унан ерәнһәң дә, уға бөтә нәмә барыбер ине. Ул Нәғимәһеҙ ижад итә алмай, донъяла унһыҙ йәшәй алмай йәне менән ҡатыны янына күскәйне.

Автор:Аскарова Минзаля
Читайте нас: