Все новости
Проза
8 Августа 2023, 15:10
ЛИТЕРАТУРА

Ҡалдырма, әсәй! Айгиз Баймөхәмәтов (Аҙағы)

Алыҫ юлға кистән үк әҙерләндем. Келәттән аҙыҡ-түлеген дә алдым. Икешәр кило дөгө, ҡарабойҙай, макарон үлсәп бирҙеләр. Берәр кило шәкәрем, кәнфитем дә бар. Аҙаҡ яңы нәски, яҙып-һыҙырға дәфтәр, ҡәләмен дә тотторҙолар.

Элек мәктәпкә кейеп йөрөгән ҡыҫҡа еңле костюмды, күлдәгемде лә алдан уҡ йыуып ҡуйғайным. Тик барлыҡ ошо ашамлыҡтарҙы һәм кейемдәрҙе һалып алырға юл сумкаһы табылманы.

— Ана, шәкәрҙән ҡалған тоҡтар донъя беҙҙә, — тинеләр. Башҡаһы булмағас, бар "мөлкәтемде" шул тоҡҡа һалып алдым.

Тыуған ауылым булмаһа ла, был ерҙәр миңә шул тиклем ғәзиз. Ошо төбәктә үҙемә яҡшы дуҫтар таптым, мәктәбендә үҙем өсөн донъяның күп серҙәрен астым. Уҡытыусыларыма айырыуса рәхмәт! Кеше айырыу тигән күренеш бында ят. Ябай ғаиләнән булһынмы, әллә детдомданмы — улар өсөн тип-тиң. Барыһына ла талаптар бер. Бәлки, шуғалыр ҙа унда уҡыуы еңел бирелде. Шуға улар алдында баш эйәм.

Мин хәҙер элекке Ильяс түгел. Үҙемдең һәр ҡылығыма яуап бирә алам. Ә бит балалар йортона килгәндә күҙе асылмаған бесәй кеүек инем. Рәйфә апай ҙа, "няня"быҙ Флүрә лә, дуҫ-иштәрем дә — барыһы ла күҙемде асырға ярҙам итте. Уларҙың һәр ҡылығына ҡарап һығымта яһаным, кәрәк икән фәһем алдым.

"Хөкүмәт әйберен кире ҡайтар", "хөкүмәт ашын ашайһың" тип элек ишетһәм, аптырашта ҡала инем. Кем һуң ул хөкүмәт? Әле генә шуны аңланым, хөкүмәт иҫәбе — ул барлыҡ халыҡтан йыйылған ҡаҙна икән. Ә мин уны берәй бай кеше икән тип уйлап йөрөнөм. Оҙонмо, ҡыҫҡамы, йоҡамы кейгән әйберҙәр өсөн мин хөкүмәткә рәхмәтлемен. Хөкүмәткә, тимәк, халыҡҡа. Атай-әсәйем үлеп киткәс, ошо халыҡ беҙҙе урамда ҡалдырманы, аяҡҡа баҫтырҙы. Бының өсөн мин бөтәһенә лә бурыслымын.

Өфөгә килеп еткәнсе ошо хаҡта уйланып барҙым. Был уйҙар әллә ҡайҙан килә ул?! Йәнемә яҡын ауылдан алыҫлашҡас, күңелдә ниндәйҙер бушлыҡ кеүек.

Баш ҡалаға директорыбыҙ Мәүлиҙә Нурғәлиевна ла барҙы. Юл буйына ул миңә бер һүҙ ҙә ҡушманы. Өфөгә етеү менән тәүҙә ниндәйҙер ҙур бина алдына барып туҡтаныҡ.

— Ошоно ал әле, — тине лә директор ҡулыма ауыр ғына йәшникте тотторҙо. Быны юлға сығыр саҡта детдом келәтенән алғайнылар. Эсендә берәй төрлө ҡағыҙ-ҡоғоҙ ятһа, еңел генә булыр ине. Үҙе лә ике пакет тотоп алды. Әммә ул пакеттарҙа тәмлекәстәр икәнлеген шундуҡ күреп ҡалдым.

Директор ҡушҡанса уның артынан эйәрҙем. Ҙур ишекте асып, эскә индек. Был бинаның эсе ғәләмәт матур икән дәһә. Аҙым һайын кабинеттар. Моғайын, бында етәкселәр ултыраларҙыр. Икенсе ҡатҡа күтәрелеп тормайынса, һул яҡҡа боролдоҡ. Коридорҙың осона барып еткәс, тимер ишек алдында Мәүлиҙә Нурғәлиевна туҡтап ҡалды. Әле генә ауыҙы остайып барған директорыбыҙҙың кабинетҡа еткәс, йөҙөндә йылмайыу күренде. Ул бүлмәлә оло йәштәге апай ултыра ине.

— Хәйерле көн, остазыбыҙ, — тине инеү менән Мәүлиҙә Нурғәлиевна. Бә-әй, беҙҙең директорыбыҙ матур итеп иҫәнләшә лә белә икән! Тәүгегә ишетеп торам.

— Һаумыһығыҙ, һаумыһығыҙ, — тине күҙлеген сисеп теге ханым.

— Матурҙарҙан-матур, аҡыллыларҙан-аҡыллы, педагогтарҙың-педагогына таулы райондан ҡайнар сәләм алып килдем әле. — Директорыбыҙҙың был хәтлем һөйләшә белеүенә хайран ҡалдым. — Бына һеҙгә кескәй генә күстәнәсебеҙ ҙә бар.

Өҫтәл артында ғына эре ултырған апайҙың күҙҙәре ялтлап китте.

— Рәхмәт инде һеҙгә, — тине ул берсә йәшниккә, берсә миңә ҡарап. — Бына һеҙҙе һәр ваҡыт бүтән балалар йорто директорҙарына үрнәк итеп ҡуям. Алыҫ ара тип тормайһығыҙ, Өфөгә йыш киләһегеҙ. Һәр саҡ эҙләнеү юлындаһығыҙ.

Мәүлиҙә Нурғәлиевна оялғандай, ҡул һелтәп ҡуйҙы.

— Тырышҡан булабыҙ шунда...

— Әйткәндәй, Мәүлиҙә Нурғәлиевна һеҙҙе кисекмәҫтән дәүләт наградаһына тәҡдим итер кәрәк. Был мәсьәләне үҙем хәстәрләйәсәкмен. — Ошо һүҙҙәрҙе ишеткәс, директорыбыҙ иреп төшкәндәй булды. Балаларса ҡыуанып, уның алдында мине лә һөйөп ебәрҙе. Мәүлиҙә апайыбыҙ балаларҙы ярата ла белә икән! — Әле ниндәй уйҙар менән янаһығыҙ? — тип ҡыҙыҡһынды оло йәштәге апай.

— Кандидатлыҡ диссертацияһы яҙырға булдым әле. Ни тиһәң дә, тәжрибәм етерлек.

— О-о, бик мәслихәт. Уңыштар ғына теләйем. Ә был егет кем була?

— Балаларымдың береһе, — тип Мәүлиҙә Нурғәлиевна яһалма йылмайырға маташты, шунан башымдан һыйпап ҡуйҙы. — Университетҡа нисек тә булһа индерергә уйлайым. Унан ҙур кеше сығыр ул. Университетҡа индермәһәм — исемем Мәүлиҙә булмаҫ!

— Һеҙҙең киң күңеллелегегеҙгә һоҡланмау мөмкин түгел. Ысын педагог шулай эшләргә тейеш тә.

Шунан директор мине коридорға сығарҙы ла, үҙҙәре оҙаҡ ҡына нимәлер хаҡында һөйләште. Мәүлиҙә апайҙың юлы уңды, күрәһең. Кәйефе көр ине. Сығып машинаға ултырҙыҡ та ҡайҙалыр киттек. Ә мин тиҙерәк теге университетты күргем килә.

— Апай, ҡасан университетҡа барабыҙ? — тинем оҙаҡ шым бара торғас.

— Әй, әттәгенәһе! Ошо ҡойроҡ хәҙер башымды ҡаңғыртыр инде. Туҡтат әле машинаны, — тип һуҡрана-һуҡрана шоферға бойороҡ бирҙе. — Килеп еттек, сыҡ, әйҙә!

— Ә ҡайҙа һуң университет!

— Ашыҡма. Тыңла мине! Бына һинең документтарың. Аттестатың да, справкаларың да ошонда, — тип ҡаты ғына папканы һуҙҙы. — Бына һиңә йәшәргә 500 һум аҡса. Ипләп тотонһаң, етә ул. Уйлап ҡараһаң, бер икмәк 15 һум ғына тора, тимәк, был аҡсаға туйғансы ашай алаһың.

— Ә университетҡа мине алып бармайһығыҙмы ни? Мин юлды белмәйем бит...

— Бахырға һалышма! Министрға минең өҫтөмдән яла яғып хат яҙғанда үтә лә сос инең! Телең оҙон икәнен яҡшы беләм. Үәт! Шулай булғас, университет ҡайҙа икәнен дә табырһың! — Директор машинаға ултырып, ишекте шап иттереп япты ла, ҡуҙғалып та киттеләр.

Ҙур ҡалала мин тәүге тапҡыр. Бында таныштарым да, туғандарым да юҡ. Ә теге университетҡа нисек барып етергә икән? "Ҡала советы" тигән туҡталышта оҙаҡ шаңҡып торҙом. Етмәһә, миңә бөтәһе лә тексәйеп ҡарай. Әллә тоҡ аҫҡан кешене тәүгегә күрәләр инде!?

Былай ауыҙыңды асып троһаң, кис тә етер. Тиҙерәк ҡыбырлар кәрәк. Их, ҡаланың картаһы булһа... Киоскта, моғайын, барҙыр. Барып илле һумға шунан Өфөнөң картаһын һатып алдым. Унда юғары уҡыу йорттарының адресы ла, нисек барырға икәнлеге лә күрһәтелгән. Үәт шәп булды, исмаһам! Ә мин һайлаған университет Телеүҙәк янында икән. Бигерәк алыҫ шул. Аҡса йәлләп йәйәү атлаһаң, көнө буйына ла барып етмәҫһең. Юл аша сығып, автобусҡа ултырҙым.

Бына, мин күптән күрергә хыялланған уҡыу йортондамын. Буласаҡ уҡытыусылар ошонда белем ала икән. Ҡабул итеү комиссияһына барып, кәрәк документтарҙы тапшырҙым, ғаризаһын да яҙҙым. Ҡултамғамды ҡуйҙырып, документтарымдың күсермәһен алып ҡалдылар.

— Имтихан көнөндә килерһегеҙ. Әлегә хуш булып тороғоҙ, — тине бындағы белгес. Әммә мин кабинеттан сығырға ашыҡманым. Ҡайҙа барырға һуң миңә? Имтихан көнөнә тиклем урамда йөрөмәйем бит инде. Ахырҙа, ул апайға барыһын да аңлатым бирҙем.

— Борсолма, хәҙер студенттар профсоюзына барабыҙ ҙа мәсьәләне хәл итәбеҙ, — тине апай тынысландырып. — Етемдәргә ятаҡта йәшәү бушлай. Әйҙә, эйәр артымдан.

Бер сәғәттән һуң ятаҡтың өс кешелек бүлмәһендә ял итә инем. Юлда шул хәтлем арытҡайны. Изге кешеләр сит тарафта ла бар икән, тип ҡыуандым.

Шөкөр, баш ҡалаға килеп, университетҡа документтарымды тапшырҙым, ятаҡҡа урынлаштым. Хәҙер бар маҡсатым — имтихандарҙы уңышлы биреү.

Урамға әллә ни сығып йөрөмәнем. Яҡындағы магазинға барам да, кире бүлмәгә ҡайтам. Көнөн дә, төнөн дә китапты ҡулдан төшөрмәнем. Миңә еңелгә һалышырға ярамай. Әгәр илке-һалҡы йөрөп, уҡырға инә алмаһам, әҙәм мәсхәрәһе буласаҡ. Мәүлиҙә Нурғәлиевна ла рәхәтләнеп көлөр, бүтәндәр алдында исемемде һатыр. Юҡ, бындай хәлгә юл ҡуйырға ярамай! Нисек кенә булмаһын, университетҡа уҡырға инергә тейешмен! Ҡайһы саҡ китап тотҡан көйөнә йоҡлап китәм. Шулай итеп аҙнанан ашыу ваҡытым, уҡыған материалдарҙы ҡабатлау, яҙыу-һыҙыу менән үтте.

Ике имтиханды ла "бишле"гә бирҙем. Шатлығым эсемә һыйманы. Әммә уның менән уртаҡлашыр кешем юҡ шул янымда. Бүтәндәрҙең ата-әсәһе һөҙөмтәһен көтөп, ишек алдына тора. Шатлыҡты ла уртаҡлашыр кеше юҡ, быныһы үтә лә ҡыйын ине. Урыҫ теленән диктант, туған телдән инша яҙыу әллә ни ҡыйын түгел. Ә бына тарих менән саҡ ҡына ауырлыҡтар бар. Етмәһә, күп уҡый торғас, башым да әйләнеп бөттө. Иртән иртүк һуңғы имтиханды бирергә барам. Быуындар ҡалтырай. Берәй һанды ғына яңылыш әйтмәһәм ярар ине. Бетеүҙе усыма һалып, эстән генә белгән доғаларымды ҡабатланым:

— Эй, Хоҙай, зинһар өсөн, ярҙам ит инде. Минең шул хәтлем юғары белемле кеше булғым килә. Үтенесемде ишетһәң ярар ине...

Имтиханда бөтәбеҙгә лә һорауҙар яҙылған ҡағыҙҙар таратып бирҙеләр. Шунда дөрөҫ яуапты яҙып тапшырырға тейешбеҙ. Һуңғы имтихан үтә лә ҡыйын булып сыҡты. Һорауҙарҙа күберәк икеләнә башланым. Әллә күп уйланғанға шулай тойола. Ә профессор парта араһынан йөрөй, унда-бында ҡарай. Күсереп ултырған бер егетте ҡыуып та сығарҙы. Уф, йөрәгем атылып сыға хәҙер!

— Ваҡыт үтте, тапшырығыҙ! — тине имтихан ҡабул итеүсе. — Иртәгә ошо аудиторияға йыйылығыҙ. Һөҙөмтәләрен әйтәсәкмен!

Шул ваҡыт арауығы йылдан оҙағыраҡ тойолдо. Төнө буйына йоҡлай алмай сыҡтым. Башҡа ниндәй генә уйҙар инмәне! Әгәр насар бирһәм, нимә булыр? Улайһа, хуш хыялдарым! "ПТУ-ға урынлаштырам тигәндә ризалашманың, хәҙер инәл миңә" — тип мыҫҡыллар директорыбыҙ. Ғәрлегеңдән ят та үл! Иртә менән барып, университет алдында оҙаҡ тапандым...

Әйтелгән ваҡытҡа аудиторияға инеп ултырҙым. Профессор ҡағыҙҙар тотоп килеп инде. Янында факультеттың деканы ла бар ине. Декан тигәндәре бында дәү генә етәксе икән.

Декан имтиханды уңышлы биргән абитуриенттарҙың, дөйөм һөҙөмтә буйынса уҡыуға ҡабул ителгәндәрҙең исемен уҡый башланы. Әле береһе, әле икенсеһе үҙ исемен ишеткәс, баҫып рәхмәтен әйтә. Шатлығын йәшерә алмай ҡул сабып, урынынан һикергәндәре лә осрай. Ун туғыҙ кешенең исеме аталды. Шатлығынан илап ебәргәндәре лә бар ине. Унауҙан ашыуҙың күңеле төштө.

Минең исем яңғыраманы... Барлыҡ хыялдарым селпәрәмә килде. Бөттө былай булғас! Хәҙер кейемдәремде йыйырға ла, килеп алыуҙарын һорап, детдомға шылтыратыр кәрәк. Кеҫәмдә, исмаһам, аҡсам да ҡалманы. Уҡытыусыларымдың күҙенә нисек күренермен? Балалар йортонда ҡалған Зөлфирә һеңлем дә минең өсөн оялып йөрөр хәҙер.

— Иғтибар! — тине шатлығынан шаулашҡандарҙы тынысландырып декан. — Ғәфү итегеҙ, мин берәүҙең исемен әйтергә онотҡанмын. Ильяс Мөхәмәтов атлы егет бындамы ул? — Исемемде ишеткәс, ҡулдарым ҡалтырап китте. Яуап бирергә телем дә әйләнмәй.

— Б-ба-ар! — тотлоға-тотлоға яуапланым да, көскә аяғыма баҫтым.

— Ҡотлайым! Һеҙ ҙә "биш"кә бирҙегеҙ! Университетыбыҙҙың ишектәре бөгөндән һеҙҙең өсөн асыҡ!

Шул һүҙҙәрҙе ишеткәс, аңлатып бирә алмаҫлыҡ хистәр солғап алды. Шатлығымдан күктең етенсе ҡатына ғына түгел, меңенсе ҡатына күтәрелгәндәй хис иттем үҙемде.

 Тамам.

Читайте нас: