Все новости
Проза
8 Августа 2023, 14:50
ЛИТЕРАТУРА

Ҡалдырма, әсәй! Айгиз Баймөхәмәтов (4)

— Уянығыҙ әле, килеп еттек... — күҙемде асһам, алдыбыҙҙа ҡара мыйыҡлы ағай баҫып тора. Мин ҡайҙа икән, тип аптырап киттем. Тирә-яғыма ҡарандым, бер ҙә таныш ергә оҡшамаған. Ә беҙ бит автобусҡа ултырғайныҡ. — Был һуңғы туҡталыш, һеҙ ҡайҙа сығырға тейеш инегеҙ?

Ҡурҡып киттем. Әмилә лә уянды. Беҙҙең ауыл маршруттың уртаһында бит. Ә мыйыҡлы ағай, һуңғы туҡталыш, ти. Тимәк, ауылыбыҙҙы үтеп киткәнбеҙ?! Боҙланып бөткән тәҙрәне йылы усым менән иретеп ҡараным. Тышта дөм-ҡараңғы... Йөрәк туҡтауһыҙ дөпөлдәй башланы.

— Ҡайһы ауылдан һеҙ? — тип һораны шофер.

— Сәлмәндән, — йоҡоһонан уянған Әмилә яуап бирҙе.

— Ҡайҙа китеп барыш? — ағай төпсөнөүен дауам итте.

— Сәлмәнгә. Шунан тип әйттек бит, — тип ҡырт киҫте юлдашым.

— Нис-се-ек?! — ағайҙың ҡаштары төйөлөп китте, аптырашы йөҙөнә сыҡты.

— Беҙ шунда йәшәйбеҙ. Өйҙә беҙҙе ата-әсәйебеҙ көтә. Ҡалаға эш буйынса килгәйнек, шунан юлға билет алдыҡ та, ошонда ултырҙыҡ. Йылыға йоҡлап киткәнбеҙ. — Был балалар нишләп үҙҙәре генә йөрөй икән, моғайын, берәҙәктәр тип милицияға һөрән һалмаһын тип уйланымы, Әмилә алдаштырып һөйләп һалды. Имеш, беҙҙе өйҙә һөйөклөләребеҙ көтә. — Ә ниңә, әллә беҙ ауылды үтеп киткәнбеҙме?

Шофер ауыр тын алды.

— Шайтандар! Күҙегеҙ бармы һеҙҙең?! — тип екеренде ағай. Беҙ бер ниҙә тимәнем. — Һеҙ бит бөтөнләй икенсе маршрут буйынса, ҡапма-ҡаршы яҡҡа китеп барағыҙ!

Йөрәк табанға төшкәндәй булды. Өҫтөмә боҙло һыу түктеләрме ни!

— Икенсе яҡ-ҡа? — Әмилә, ауыҙын асып, тын да алмай торҙо ла ҡысҡырып илап ебәрҙе. — Бөттө улай булғас баш, бөттө!

Мин дә илап ебәргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ни өсөн шулай икән?! Хәҙер беҙҙе детдомда ни эшләтеп ҡуйырҙар. Күҙ алдыма ауыҙын ослайтып, гелән генә әрләшкән Мәүлиҙә Нурғәлиевна, ҡулында бер ус асҡысы менән башҡа һуғырға ғына торған Рәйфә апай килеп баҫты... Харап булабыҙ икән, былай булғас!

— Етәр һыҡташырға. Әле машиналар йөрөп тора. Ҡул күтәрһәгеҙ, ҡалаға тиклем апарырҙар. Илау менән бер ни ҙә эшләй алмаҫһығыҙ. Ваҡытты зәрәгә һуҙмағыҙ — юлға сығығыҙ ҙа машина тотоғоҙ, — "йә инде, йә, сыға һалығыҙ" тигәндәй ҡулы менән ишара яһаны ағай.

Детдомда бер кемдән дә ҡурҡмаған класташымды алыштырҙылармы ни? Туҡтауһыҙ илай, етмәһә, күңелгә шом һалырҙай итеп һөйләнә:

— Рәйфә апай нишләтер икән беҙҙе?! Ҡалайтырға беҙгә, Ильяс? Нимә шым тораһың?! — Миңә лә ҡушылып ила тигән кеүек, терһәге менән төрттө.

— Ваҡытымды алмағыҙ. Гаражға һуңлатаһығыҙ бит!

Һеҙгә әйтәм! — Шофер беҙҙән ҡотолорға ашыҡты.

— Аға-ай, беҙҙе ҡалаға тиклем апармаҫһығыҙмы икән? Сәлмәнгә берәй нисек ҡайтырбыҙ әле, — тинем ҡалтыранған тауыш менән.

— Хәлдән килһә ине лә ул, хөкүмәт транспортын нисек анау хәтлем араға ҡыуалайым ти, — мыйыҡлы ағай ҡулын тирә-яҡҡа һелтәп дауам итте. — Һеҙҙең өсөн шелтә алаһы түгел. Иғтибарлы булырға кәрәк ине. Был хәтлем бензинды ҡайҙан алайым мин. Өйҙә ғаиләм көтә. Ваҡытымды алмағыҙ, зинһар! Юл буйында торһағыҙ, берәй машина ултыртыр.

— Ағай, әгәр... — һүҙемде әйтеп тә бөтмәнем.

— Аңлағыҙ мине, ҡыҙҙар-егеттәр! Бара алмайым, алмай-йым, — тине лә автобустың двигателен ҡабыҙҙы. — Һау булығыҙ. Гаражға өлгөрөргә кәрәк.

— Тәгәрмәсең тишелһә ярар ине! — Әмиләнең йән асыуынан сыҡҡан һүҙҙәре ине был. Автобустың ишеге ябылды. Ул беҙҙе таныш булмаған ерҙә ҡалдырып китеп тә барҙы.

Ниндәйҙер ауыл янында торабыҙ хәҙер. Ә бына был — оло юл. Беҙҙе ҡалаға илтер юл ул. Шөкөр, ҡараңғыла аҙашып ҡуймайым тигәндәй, фараларын яҡтыртып, машиналар елдерә генә. Әллә ни күп тә түгел улар, шулай ҙа ултыртып алырҙар әле. Ана бит, көн ни хәтлем насар. Әсе ел үҙәккә үтә генә! Мәктәпкә тип бер ҡат кейгән ыштан эсендә был һыуыҡ уйнай ғына. Тиҙерәк берәйһе туҡтаһа ярар ине.

Әмилә менән икәүләшеп үткән һәр машинаға ҡул болғап торҙоҡ. Туҡтарға уйламайҙар шул. Ә ҡул өшөй. Беҙгә йылға бер бирелә торған бет тиреһеләй бирсәткә менән алыҫҡа барырмын тимә. Бармаҡтар бер ни тоймай башланы. Аяҡ та өшөнө. Сараһыҙҙан урындан һикерәнләп тә алдыҡ. Жыу-у... Жыу-у... Жыу-у... Дүрт тәгәрмәсле "тимер аттар" елдерә генә, әммә туҡтарға ашыҡмайҙар.

— Ильяс, әйҙә ҡала яғына атлай торайыҡ. Бер ыңғайҙан ҡул болғап барырбыҙ. Улар беҙҙе юл уртаһында күрһә, алырҙар әле, — тине Әмилә.

— Әйҙә һуң...

— Тик ҡулды алмашлап күтәрәйек. Әтеү ҡулдарым бөтөнләй өшөп бөттө. Һин ҡул болғағансы, мин кеҫәмдә йылытырмын. Шунан һин. — Ысынлап та, бигерәк башлы шул Әмилә. Әтеү икебеҙ ҙә бер юлы ҡулыбыҙҙы күтәреп, икебеҙ ҙә өшөйбөҙ ҙә баһа. Ә былай иһә алмашлап кеҫәлә ҡулыбыҙҙы йылытып була.

— Әмилә, һинең яратҡан һаның нисә?

— Дүрт.

— Бына күр ҙә тор. Нәҡ дүртенсе машина туҡтаясаҡ. — Класташымды шулай өмөтләндермәксе иттем.

— Була күрһен...

Дүртенсеһе генә түгел, бәлки, дүртенсе тиҫтәһе лә беҙҙең яндан геүләтеп үтеп киткәндер. Тик... Автобус беҙҙе ҡалдырған ауылдан да йыраҡ ҡына ара үткәнбеҙ. Кире боролоу ҙа мөмкин түгел. Ә елдә бер ҙә мәрхәмәтлелек юҡ — ҡотора ғына! Ҡар йә ауыҙға, йә танауға бәрә. Ҡоторған әсе ел битте Рәйфә апай кеүек семетеп ала. Һыуыҡ ине тышта. Хәйер, урамда ғынамы ни! Бөтә донъяны һалҡынлыҡ ялмап алғандай тойолдо. Машиналар ҙа һирәгәйә төштө. Ҡараңғылыҡ баҫа. Ел дә шашынғандан-шашына. Тын алыуы ла ауырлашты, атлауы ла ҡыйын була башланы. Аяҡтар тыңламаҫҡа итә кеүек... Һалҡынлыҡ, ҡараңғылыҡ беҙҙе сорнап алды.

— Ильяс, башҡа түҙер хәлем ҡалманы. Туңырбыҙ...— Әмилә ҡалтырана-ҡалтырана был һүҙҙәрҙе көскә әйтте. Шунан йәнә илап ебәрҙе. — Минең бармаҡтарым ҡатты. Күҙ йәшемде һөрт әле, Ильяс... — Әлимәнең күҙ йәштәре битендә бәләкәй генә боҙ тамсыларына әүерелгәйне. Уларҙы ипләп кенә битенән айырып алдым. Үҙемдең дә керпектәр боҫланып, бер-береһенә йәбешеп бара. Һыуыҡ.

Бар ғаләм һалҡын. Их-х, әсәкәйем юҡ шул янымда. Үҙенең йылы ҡосағына алыр ине лә, бөтөн Ер шары уның наҙынан иреп китер ине...

— У-у-у... У-у-у... — Ҡот осҡос тауышты ишетеп, дерт итеп ҡалдыҡ. Әмилә ҡарға ултыра төштө.

— Бү-р-р-е — Һуңғы ижекте шул тиклем ҡаты итеп, йылан ыҫылдағандай әйтте ҡыҙыҡай.

— У-у-у... У-у-у... У-у-у... — Йөрәкте аҡтарып сығарырҙай тауыш яҡында ғына ишетелә. Шул тиклем үҙәккә үткес олоу. Элек бүреләр тураһында кешеләрҙең һөйләгәнен ишеткәнем бар ине. Шом көсәйә бирҙе.

— Тора һал, йүгерҙек... — Юлдашымды торғоҙорға тырыштым.

— Тор-ра ал-ма-йым. Аяҡ тың-лаш... — Әмилә илап, миңә йәбешеп алды. — Таш-ла-маа-а...

Үлге килмәй бит, әй. Нисек инде бүреләргә ризыҡ булайыҡ, ти. Хоҙай ундай бәләгә юл ҡуймаҫ бит. Ә бүреләр беҙҙе тыңлап та тормаҫ, ата-әсәйебеҙҙең юҡ икәненә лә ҡарамаҫ, детдом балалары тип тә аптырамаҫ. Көтөүе менән килеп сығалар ҙа ташланалар, ти, кешеләргә. Атай мәрхүм һөйләгән ваҡиға иҫкә килеп төштө...

Төнөн шулай бер ир менән ҡатын ауыл осонда машинанан төшөп ҡалған, ти. Оло юлдан ауылға тиклем арыу ғына ара. Бына шулай китеп барғанда, юлдарына бүреләр килеп сыҡҡан. Ҡатынын ир эргәләге ҡайындың йыуан ғына ботағына ултыртҡан. Йәнәһе, бүреләр тейә алмаһын! Ә үҙенә, бахырға, бүреләр ташланған! Ҡатынының күҙе алдында ирен өҙгөләп ташлағандар. Иртәнсәккә тиклем шул ботаҡта ултырған теге апай. Кешеләр уны өйөнә алып ҡайтҡан. Шул хәтлем ҡот осҡос йыртҡыслыҡты күргән ҡатындың сәсе ап-аҡ төҫкә ингән. Өҫтәүенә, бөтөнләй телдән яҙған...

Атайым һөйләгән ошо хәл кинәт тәнемде өтөп алды. "У-у-у... У-у-у"... Олоу дауам итте. Тыным быуылды, быуындарым да тотмай башланы. Мин дә ирекһеҙҙән ҡарға тубыҡландым.

— Әс-сәй! Ат-тай! Ҡот-ҡа-ры-ғыҙ! — Берҙән-бер ярҙамсыларым булғандай, уларҙың исемен бышылданым. Әмилә лә ҡатып ҡалған. Мин дә ней илай алмайым, ней ҡысҡырып та булмай. Үләбеҙ, былай булғас. Беҙҙе бер кем дә тапмаясаҡ! "У-у-у... У-у-у" — был тауыш инде яҡында ғына ишетелә...

Юлда ут яҡтыһы күренде. Йә, Хоҙайым, машина килә түгелме! Һаҡлай күр инде, Аллам, зинһар өсөн. Алыҫтағы фарҙың яҡтылығы көсәйгәндән көсәйҙе. Тағы ла үтеп китмәһә ярар ине. Был бит беҙҙең һуңғы өмөтөбөҙ! Бар көсөмдө йыйып аяҡҡа баҫтым да юл уртаһына сыҡтым... Машиналағы кеше мине күрҙе шикелле, әммә тиҙлеген кәметергә уйламай ҙа. Юҡ, туҡтамаҫ инде. "Тимер ат" үтеп китте... Һуңғы өмөт, һуңғы!

— Ан-на, — Ҡарҙа тубыҡланып ултырған Әмилә ҡысҡырып ебәрҙе. Ул ымлаған яҡҡа боролдом. Йә, Хоҙай, туҡтаған бит! Машина беҙҙең яҡҡа арты менән килә.

Унан оло йәштәге бабайҙың башы күренде:

— Йәһәтерәк ултырығыҙ!

Әмиләгә торорға ярҙам иттем. Артҡы ишекте астыҡ та ултырғысҡа ҡабалана-ҡабалана ултырҙыҡ. Хоҙай бар икән дәһә!

Бабай өндәшмәй генә барҙы. Күрә бит— тештәр-тешкә теймәй, дер ҡалтыранабыҙ. Шунан, беҙҙең йылына төшкәнде һиҙеп, һүҙ башланы:

— Оло юл уртаһында был ваҡытта йөрөймө ни кеше? — Уның һүҙҙәрендә олатайҙарса хәстәрлек тә тойолдо. — Йүнле әҙәм был буранда этен дә тышҡа сығармай. Ҡайҙан булаһығыҙ?

— Сәлмәндән.

— Һо-о-о. Ә бында нисек юлыҡтығыҙ? — Әмилә шул тиклем ҡурҡҡан, һөйләшерлек тә хәле юҡ. Шуға ла үҙемә бар һорауға яуап бирергә тура килде.

— Ҡаланан үҙебеҙҙең ауылға ҡайтабыҙ тип, яңылыш икенсе автобусҡа ултырғанбыҙ. Уянып китһәк — был яҡҡа барып сыҡҡанбыҙ. Ә шофер төшөрҙө лә ҡалдырҙы. — Яуабымда теге мыйыҡлы ағайға үпкә лә бар ине.

— Бына бит. Ә ҡалаға бер үҙегеҙ нишләп килдегеҙ? Ата-әсәйегеҙ нимә ҡараған?

Ата-әсә һүҙен ишеткәс, тымып ҡалдым. Шулай ҙа дөрөҫөн әйтергә кәрәк.

— Беҙ — детдомдан. Теште дауаларға килгәйнек. Үлтереп һыҙлай ине шул серегән нәмә. Ә ҡалаға әпкилеүсе булманы. Шуға ҡасырға булдыҡ...

— Әә-ә. Улай икән... Минең дә бер детдомдан танышым булды. Тик йәшләй гүргә инде шул. Һаҡлай белмәне үҙен, мәрхүм. — Бабай уйланып китте. Шунан һөйләүен дауам итте. — Бигерәк ҡыйыу икәнһегеҙ. Әгәр тешеңде ваҡытында таҙартһаң, бындай хәл булмаҫ ине лә бит?

— Эйе, — ғәйепле башым эйелә төштө.

— Донъя шулай, улым. — Бабай тамағын ҡырып алды. — Серек тештең зыяны ҙур ул. Уны дауалауы ла ауыр. Һурып ташлап ҡына ҡотолоп була. Үҙегеҙ ҙә шул серек теш кеүек булһағыҙ, йәмғиәткә һеҙҙән зыян ғына киләсәк. Кәрәгегеҙ ҙә, ҡәҙерегеҙ ҙә булмаҫ. Шуға, улым, серек булмағыҙ!

— Кеше бит теш түгел, нисек серек булһын инде, — тинем, аптырап.

— Ҙурайғас, аңларһың әле. — Ул тәмәкеһен тоҡандырҙы. — Мәйтәм, бәхетегеҙ бар икән. Мин как раз баш ҡалаға китеп барам. Сәлмән аша үтәсәкбеҙ. Йортоғоҙға индереп уҡ ҡалдырырмын. Әлегә йоҡлап алығыҙ...

Ҡайҙа инде ул йоҡлау! Саҡ бүреләр тотоп ашаманы! Йөрәк һаман дөп-дөп тибә. Кеше серек буламы икән тигән һорау ҙа тынғылыҡ бирмәне...

Машина ике ҡатлы балалар йорто алдына килеп туҡтаны. Быны күреп, һаҡсы ла килеп сыҡты:

— Килдегеҙме ҡасҡалаҡтар? Барығыҙ төркөмөгөҙгә! — тип киҫәтте беҙҙе күргәс тә. Теге бабай уға нимәлер һөйләп бирҙе.

— Һау булығыҙ! Ҡабат ҡаса күрмәгеҙ, йәме! — тине ул, хушлашып. Бабай ҡуҙғалып китте. Балалар йортона ингәндә, ишек төбөндә төнгө тәрбиәсе Флүрә апай баҫып тора ине. Ваҡыт төн уртаһына ауып бара. Ул Әмилә менән икебеҙҙе төркөмөбөҙгә алып китте. Тәүҙә аш бүлмәһенә алып инде. Плитәлә тиҙ генә йылыта һалып, һөтләп сәй яһаны. Сепрәк сумка эсенән ауыл икмәген сығарҙы. Флүрә апай шулай йыш ҡына өйөнән килтереп, тәмлекәстәр менән һыйлай беҙҙе.

— Рәхмәт, апай, яман ныҡ асыҡҡайныҡ. Һеҙһеҙ нишләр инек, — тинем ҡыуанып.

— Их, бөтәһе лә һеҙҙең кеүек һәйбәт булһа ине, — әйткәнемде ҡеүәтләп, Әмилә лә ҡушылды. — Иртәнсәктән бирле ризыҡ күргән юҡ.

— Ҡасҡалаҡтарға ней, ашамаһа ла була, тип Рәйфә апайығыҙ өлөшөгөҙҙө бүтәндәргә биргән икән. — Ашағыҙ, әйҙә, оялмағыҙ тигәндәй, Флүрә апай икмәкте алдыбыҙға яҡыныраҡ ҡуйҙы. — Һеҙ мәктәптән ҡайтмағас, Мәүлиҙә апайығыҙ ҙур ғауға ҡуптарған. Шылтыратмаған ере ҡалмаған... Уй, белмәйем инде, нимә булып бөтөр. Һеҙ, ярай, сәйегеҙҙе ҡабаланмай ғына эсегеҙ ҙә йоҡларға ятығыҙ. Хоҙай түҙемлек бирһен. Иртәгәһен яҡшыға юрайыҡ, балаҡайҙар...

Тамаҡ ялғап алғас, шым ғына аяҡ осона баҫып, бүлмәләребеҙгә киттек... Уф, теге бүре олоуы һаман ҡолаҡта ишетелгән кеүек. Иртәгә беҙҙе нишләтерҙәр икән? Ошо һорау ҙа оҙаҡ ҡына йоҡларға ирек бирмәне.

Төштән һуң бөтәбеҙгә лә тамаша залына йыйылырға ҡуштылар. Биш төркөмдән дә балалар этешә-төртөшә шунда ашҡынды. Бер-береһен уҙышып, күңелле итеп һөйләшәләр:

— Тамаша була, тамаша!

— Тиҙерәк урын алып өлгөрәйек!

— Ниҙәр булыр икән?

— Әллә, бөгөн байрам түгел шикелле...

Минең генә аяҡтар тартмай. Унда нимә буласағын күҙаллайым инде. Әмилә лә үҙ бүлмәһенән сыҡмай ултыра. Мәктәптә булғанда Әлиә апайыма нисек ҡасыуыбыҙҙы, ҡайҙа юғалып йөрөүебеҙҙе түкмәй-сәсмәй һөйләп биргәйнем. Ул бының өсөн мине әрләмәне. Нисек теш менән ыҙалағанымды күрҙе бит.

— Яуап бирергә тура килә инде. Киттек залға, — тип алға ымланы апайым.

— Бармайым. Ҡасҡаныбыҙ өсөн бөтәһе алдында әрләйҙәр, ә минең унда ҡыҙарып торғом килмәй.

— Һуң һеҙ инмәйенсә башламаясаҡтар бит. — Әлиә мине күндерергә тырышты. — Киттек, әтеү икебеҙгә лә эләгәсәк.

— Ҡыҙыҡ ҡынаһың, апай! Бер туған ҡустыңды тота килеп шунда барырға көсләйһең. Аңламайым бер ҙә һине. Бармайым, тинем бит! — Йәнем көйҙө лә китте. Былай ҙа бөтәһе лә иртәнән бирле Әмилә менән беҙгә әллә нисек ҡарай. Көлмәгән кешеһе ҡалманы. Ҡасҡалаҡ та, ҡасҡалаҡ тип үсектерәләр.

Шул саҡ бүлмәгә атылып Рәйфә апай килеп инде.

— Бына ҡайҙа йәшенеп ултыралар, ҡәбәхәттәр. Тиҙ булығыҙ залға! — "Зал"ға тип ҡысҡырғанда ауыҙынан төкөрөктәре сәсрәп китте. Апайыма ҡарап әрләшеүен дауам итте. — Һин дә ҡустыңды яҡлайым тип ултыраһың инде. Ничего, аҡылға ултыртырмын әле. Күҙҙәрегеҙҙе таҫрайтып ҡарамағыҙ миңә! Воо-н!

Тағы ла әллә ниндәй асыулы һүҙҙәр менән ҡысҡыра-ҡысҡыра Әмиләнең бүлмәһенә инеп китте. Унда инеүе булды, шау-шыу ҡупты. Шунан класташымдың башын төйә-төйә уны алып сыҡты.

Апайым, мин һәм Әмилә Рәйфә апайҙың артынан эйәрҙек. Тамаша залына барып еткәнсе башыма ниндәй генә уйҙар килмәне. Ниндәйерәк яза бирәсәктәр, тип борсолдом. Башҡа инмәгән уй ҡалманы.

Зал тулы. Балалар ҙа, тәрбиәселәр ҙә тамашаның башланыуын түҙемһеҙләнеп көтә. Ингәс тә буш урын табайым тип йән-яҡҡа ҡараштырҙым.

— Ана, өс кешелек урын бар — шунда ултырайыҡ, — тинем апайыма.

— Ҡайҙа киттең! Һеҙҙең урын түрҙә! — Рәйфә апай ҡулымдан елтерәтеп алды ла, сәхнәгә һөйрәп тигәндәй алып китте. Әмилә лә минең арттан атланы. Ә апайым иһә мин ултырырға ниәтләгән ерҙән урын алды.

Балалар йорто директоры Мәүлиҙә Нурғәлиевна беренсе рәттә ултыра ине. Беҙҙе күргәс тә уның йөҙө кинәт үҙгәрҙе, әйтерһең дә, ҡан дошманын осратҡан. Икебеҙҙе лә сәхнәгә баҫтырғас, Рәйфә апай ләззәтләнеп китте. Мөһим эш башҡарғанмы ни!

— Бына! — тине ул көлөңкөрәп. — Господин ҡасҡалаҡтар килде. Башҡалар кеүек ябай түгел улар — махсус саҡырыуҙы көтөп ултырғандар.

Бөтәһе лә көлөргә тотондо. Бары тик апайымдың ғына ҡыҙарып ултырыуын, әллә иламаҫҡа тырышып иренен ҡымтыуын күрҙем.

— Йә, һөйләгеҙ! Кемегеҙ ҡотортто? Нимәгә ҡалаға барҙығыҙ? Беҙ тыңлайбыҙ. — Тәрбиәсебеҙ туҡтауһыҙ һорау яуҙырҙы.

Әммә беребеҙ ҙә яуап бирергә ашыҡманы. Бының менән Рәйфә апайыбыҙҙың йәнен көйҙөрҙөк кенә. Ул түҙмәне, килеп минең ҡолағымдан эләктереп алды:

— Һөйлә тинем, нимә тораһың шымып, һарыҡ?! — Ныҡ иткәнсе ҡолағымдан тартһа ла, ауыртыуын белгертмәнем. Шунан ул Әмиләне елтерәтергә тотондо:

— Ә һин — шайтан алғыры, нимә ауыҙыңды йомоп тораһың? Ваҡытты алма, тинем, һөйлә! — Рәйфә апай нисек кенә "һынап" ҡарамаһын, беҙ — ләм-мим.

Мәүлиҙә Нурғәлиевна ла урынында ултырып түҙмәне. Бына хәҙер минең сират етте, эргәләренә барыуым ғына көс, шунда уҡ һөйләп бирәсәктәр, тигәндәй ҡыйыу ғына аҙымдары менән сәхнәгә күтәрелде.

— Өндәшмәҫкә һүҙ ҡуйыштығыҙмы? — Директор берсә миңә, берсә Әмиләгә уҫал ғына ҡарап алды. — Бик яҡшы! Һеҙҙең кеүектәрҙе тәүгегә осратмайым. Ундай ҡылыҡтарығыҙ өсөн колонияға ебәрһәм, әллә нимәләр һөйләрҙәй булырһығыҙ ҙа ул...

Колония һүҙен ишеткәс, йөрәгем жыу итеп ҡалды. Юҡ, былар беҙҙән һөйләтмәйенсә тынысланмаясаҡтар. Тик кемебеҙ һүҙ башлар? Уйлап ҡараһаң, Әмиләнең бер ниндәй ғәйебе юҡ. Ул бары миңә ярҙам итте бит. Ә хәҙер шуның өсөн Әмиләгә лә эләгәсәк. Нимә булһа ла булһын, үҙем һөйләп бирергә тейешмен, тигән уйға килдем.

— Ҡарағыҙ әле был оятһыҙҙарға! Директорҙы ла һанға һуҡмайҙар ҙаһа. — Рәйфә апай утҡа май ҡойорға тырышҡандай, "тамашасыларға" ҡарап өндәште.

— Тимәк, колонияға ебәреүҙе һорайһығыҙ... — Мәүлиҙә Нурғәлиевна әкиәттәге уҫал һәм хәйләкәр йылан кеүек, һөйләтергә тырышты. Детдом етәксеһенең был һүҙҙәре тәнемде өшөтөп алды, ни сәбәпле ҡасыуыбыҙҙы аңлатырға мәжбүр итте.

— Апай, беҙҙе бер ҡайҙа ла ебәрмәгеҙ. Үҙем һөйләп бирәм... — Ҡалтыраулы тауыш ҡына ҡурҡыуҙы белгертте.

— Бик яҡшы. Әйҙә, һөйләп бир. — Директор әйткәнемде ишетеп, ҡәнәғәтләнгәндәй итте.

— Теш һыҙлауына түҙә алмайынса, үҙем ҡалаға барырға булдым. Ә бит мин ул яҡты белмәйем. Шунан Әмиләгә әйткәйнем — ул ризалашты. Тешемде һурҙырғас, ҡайтырға тип автовокзалға киттек. Тик яңылыш икенсе автобусҡа ултырып киткәнбеҙ. Әллә ниндәй ауылға барып сыҡтыҡ. Аҙаҡ бер бабай беҙҙе бында тиклем алып килде...

— Тота ла ошо теш тип һылтана! Шунан, әгәр бер-ике көн көтһәң — үлер инеңме? Шул хәтлем шаштырҙым һеҙҙе — һәр кемегеҙгә нимәлер кәрәк. Яман ауырыуға һалыштығыҙ түгелме? Һеҙ йөҙәү — ә мин бер үҙем! — Мәүлиҙә апай ҙа ҡыҙа төштө. — Һинән һорайым, Ильяс, үлер инеңме?!

— Һуң... Һыҙланы бит... Түҙерлек түгел ине.

Әмилә лә шымып ҡалманы. Үҙҙәренең ғәйебен танымай, беҙгә генә япһармаһындар тигәндәй, ҡаршылашырға тотондо:

— Мәүлиҙә Нурғәлиевна, һеҙ кеше теш ауырытыуынан үлмәй тиһегеҙ. Ә бит икенсе төркөмдәге малайҙың битен ҡырҡтылар. Уны ла бит теш табибына ваҡытында алып барыусы булманы...

— Жаб! — тип ҡысҡырып ебәрҙе директор. Ауыҙыңды йом тигәнде аңлата был һүҙ. — Ҡарале һин уны, минең менән телләшеп маташа, хәстрүш! Алкаш балаһы икәнеңде онотма! Директор менән ҡаршылашырға сүп кенәһең әле!

Нисек ҡыҫылырға белмәй торған Рәйфә апай ҙа, мөмкинлектән файҙаланып ҡалды:

— Үҙе ҡотортҡандыр әле, атаманша! Серек баш! Үҙаллы өйгә эшеңде лә үтәй белмәйһең бит. Гел Ильяс һиңә ярҙам итә. Уны ҡалаға ҡасырып, бурысыңды ҡайтарырға иткәнһеңдер, бездарь!

— Кешенән көлөргә ярамай, апай. Бөтәһе лә отличник була алмай. Теге малай кеүек Ильяс та шрамлы йөрөмәһен тип уйлағанға ғына...

— О-һо, ҡалай мәрхәмәтле булып сыҡтың әле! Минең өсөн хәл итә башланың түгелме, маңҡа? Улай булғас, әйҙә, детдомға директор итеп ҡуяйыҡ. Бөтәһен дә ашат, кейендер... — тип үртәләнде Мәүлиҙә апай.

— Һуң, Мәүлиҙә Нурғәлиевна, төрөмщиктең балаһынан нимә өмөт итәһең инде. Әмиләнең ниндәй ғаиләнән килгәнен яҡшы беләһегеҙ бит. — Тәрбиәсебеҙ ҙә директорҙан ҡалышмай, ауыртҡан ерҙән "семетергә" тырышты.

— Минең әсәйемә ҡағылмағыҙ! — Ҡыҙарған класташымдың күҙҙәренән йәш бөрсөктәре бәреп сыҡты. — Бөгөн үк уға хат яҙасаҡмын. Беҙҙән нисек көлгәнегеҙҙе вис һөйләйем!

— Ҡарале, Рәйфә, бынау ҡасҡалаҡ етмәһә беҙҙе ҡурҡытып маташа. Шулай инде: бүре балаһын күпме ашатма, ә ул урманға ҡарай. Әсәйең йүнле бисә булһа, кеше үлтермәҫ ине. Һине барып алғанда, өйөгөҙҙә бер тәғәм дә икмәк булмаған. Бар байлыҡ — буш шешәләр. Башың бетле икәнен дә берүк онотма! Ә кейгән кейемең ҡортлап бөткәнен хәтерләмәйһеңме? Ошолар һиңә еткәнме? Әллә тағы ла иҫеңә төшөрәйемме.

— Алдашмағыҙ. Бетле түгел инем...

Был ҡасыуыбыҙ шул хәтлемгә килтерер тип уйламағайным. Директор үҙенә саҡырып ҡына әрләр ҙә, берәй төрлө шелтәһен бирер, тип иҫәп тотҡайным. Ә бына бөгөн бөтәһе алдында ла оятҡа ҡалдырҙылар. Әмиләнең, ана ҡалай, йөҙөн йырттылар. Уның әсәһе кеше үлтергәне хаҡында белмәгәйнем бит. Бәлки, балалар йортона алып килгәндә бете лә булғандыр. Тик ниңә һуң әле был хаҡта сәхнәнән һөйләргә кәрәк булды. Үҙем өсөн дә, Әмилә өсөн дә ҡыҙғаныс ине был хәл. Ярай, әле халыҡ алдында рисуай иттеләр, ти. Язаны ла икебеҙгә бирәсәктәр — быныһы көн кеүек асыҡ. Уйлап ҡараһаң, бөтәһе лә минең арҡала башланды.

— Мин бөтәһе алдында ла ғәфү үтенәм, — тинем ғәйепте үҙемдә танып. — Бүтән бер ҡасан да ҡасмаясаҡмын. Был эштә үҙем генә ғәйеплемен. Зинһар, Әмиләгә бер нәмә лә эшләмәгеҙ.

— Рыцарь булып ҡыланма, икегеҙҙең дә ғәйебе бар! Нимә, әллә һине беренсе көн беләмме? Мине директор итеп ҡуйыр алдынан ҡалала һеҙҙең кеүектәр менән эш иткәйнем. Шуға ла балаларҙың ниңә бында эләгеүҙәрен белеп торам. Әсәйегеҙ йүнле булһа ҡырҡ йәшендә үлмәҫ ине. Моғайын, араҡы менән дуҫ булғандыр. Артынса атайығыҙ ҙа вафат булды. Йүнле кеше оҙаҡ йәшәй ул. Етмәһә, күп итеп бала тапҡандар бит — хөкүмәткә тамаҡ яуы итеп ҡалдырырғалыр...

— Беҙҙең әсәйебеҙ улай булманы! — тип асыуланып берәү ҡысҡырғанға, әрләүҙән эйелә барған башымды күтәрҙем. Әлиә апайым ине. Ул күҙ йәштәрен һөртә-һөртә ата-әсәйебеҙҙең ниңә үлеүен һөйләргә тотондо. Кесе йәштәге төркөм балалары араһында ултырған Зөлфирәбеҙ ҙә иларға тотондо. — Белгегеҙ килһә, әсәйебеҙҙең миҙалы ла бар ине. Әгәр иҫән булһа...

Директор Әлиәгә әйтеп бөтөргә лә ирек бирмәне:

— Етә-әр! Бында һеҙҙе ата-әсәйегеҙҙе маҡтатырға йыйманым. Кем балаһы икәнегеҙҙе күптән беләбеҙ. Балалар! Белеп ҡуйығыҙ: кем дә кем ҡаса, йәиһә эш боҙа — башынан һыйпамаясаҡбыҙ. Ҡабатлап әйтәм — ҡолағығыҙға киртеп ҡуйығыҙ. Әмилә менән Ильясты буш ҡалдырмабыҙ: бөгөндән алып тышҡа сыҡмаясаҡтар. Бер ай дауамында. Мәктәпкә генә барырға рөхсәт ителә. Әлегә был уларға үтә йомшаҡ яза.

Күңелгә бер аҙ еңел булып китте. Тимәк, директор беҙҙе колонияға ебәрмәйәсәк. Ҡурҡмаҫ та инем был әйткәненә. Былтыр берәүҙе ебәрҙеләр бит. Мәүлиҙә Нурғәлиевна һүҙен дауам итте:

— Һуңғы арала бигерәк шашып киттегеҙ. Ундайҙарҙың ҡойроғон ҡыҫҡартырға кәрәк. Беҙҙә элек-электән олораҡтар кеселәрҙе ҡарауыллап йөрөй ине. Хәҙер ул эш һүлпәнәйә төштө. — Залдағылар араһынан кемделер табырға тырышып, рәттәрҙе барлап сыҡты. — Даян бындамы әле ул? Ҡайҙа, күрен әле...

Ике ҡулын кеҫәһенә тыҡҡан һонтор егет баҫты. Һипкел битле, ялбыр сәсле Даян минән дүрт йәшкә ҙурыраҡ. Шулай булһа ла, беҙҙән бер класҡа ғына юғарыраҡ уҡый. Тәрбиәселәр ҙә, башҡа хеҙмәткәрҙәр ҙә уның менән еңел уртаҡ тел таба. Башҡаларға сәс үҫтерергә ҡушмаһалар ҙа, уға ғына — аҡ юл. Берәй нәмә булһа, гелән Даян да Даян тип тораларсы. Директор ҙа Даяндың һәр теләген иҫәпкә алып тора. Уның өсөн кейемде лә махсус алалар. Шулай булмай ни, детдомда бит ул беҙҙең "вышка". Тәрбиәселәр ҙә тыңлата алмаған баланы ул шунда уҡ урынына ултырта. Уның алдында бөтәһе лә "Даян ағай" тип кенә йөрөй.

— Тыңлайым һеҙҙе, Мәүлиҙә Нурғәлиевна.

Ҡарағыҙ әле, үҙен әллә ниндәй мөһим кеше кеүек тота бит. Имеш, директор уның менән генә иҫәпләшә. Кейгән әйбере лә затлы күренә бит. Беҙҙең бөтәбеҙҙең дә кейемдәребеҙ бер төрлө, бары ул ғына айырылып тора.

— Даян, был ниндәй эш? — Директор беҙгә ҡарата бармағы менән күрһәтеп. — Тәртип аҡһай бит, малай. Теләһә — ҡалаға сығып китәләр. Тәртип тә, режим да юҡ. Мине бар тип тә белмәйҙәр. Былай эштәр бармай. Кстати, был бәндәләр менән һөйләшеп ал әле... Әтеү, теҙгендән ысҡынғандар!

— Аңланым. — Даян оло ҡәнәғәтлек менән башын һелкте. Мәүлиҙә Нурғәлиевна сәхнәнән төштө лә, бейек үксәле туфлиҙәре менән тыҡылдатып сығыу яғына ыңғайланы. Бөгөнгө "тамашаны" ла ул ябып ҡуйҙы:

— Ярай, төркөмдәрегеҙгә барығыҙ. Һеҙ ҙә ҡабат ошолайта күрмәгеҙ. Ҡасҡалаҡтарға йәлләү юҡ, — тип көлөп сығып китте.

Балалар үҙ төркөмөнә йүгереште. Бәләкәсерәктәре лә үсекләшергә генә тора. Директорҙың һүҙҙәре уларға етә генә ҡалған:

— Ха-ха, ҡасҡалаҡтар, — ти берәүһе.

— Вот исмаһам, атаманша!

— Бетле баш, бетле баш.

— Ҡара, рыцарь, имеш.

Әмилә, апайым һәм мин төркөмөбөҙгә киттек. Өйгә эште бөтөрөп ҡуйырға кәрәк ине.

 

* * *

 

Киске аштан һуң беҙҙең төркөм малайҙары ҡар таҙартырға сыҡтыҡ. Саф һауала эшләүе лә еңел — майҙан ни тиклем ҙур булыуға ҡарамаҫтан, ҡарҙы тиҙ арала тау итеп өйөп тә ҡуйҙыҡ. Башҡарған эшебеҙ менән ҡыуанып, хәл алырға ултырҙыҡ. Шул саҡ үҙе менән өс малайҙы эйәртеп алған һонтор кәүҙәле Даян күренде. Ул туп-тура беҙгә килә. Минең эргәмә еткәс, ул мыҫҡыллы итеп һүҙ башланы:

— Һай, беҙҙең ҡасҡалаҡ бында икән дәһә! Һине генә күрге килеп тора ине.

— Минең үҙ исемем бар.

— Ярай, тешләшмә. Телһеҙ ҡалғың киләме, ә? — тине Даян күркәләнеп.

Ысынлап та, уның менән ипле һөйләшеү хәйерлерәк. Тик ниндәй зыян эшләгәнмен һуң уға? Үҙемде һис тә ғәйепле итеп тоймайым. Шулай булғас, нишләп һуң мин уның алдында аҡланырға тейеш. Бәлки, ул хәҙер ниҙер өсөн башымды эйермен тип көткәндер. Әммә үҙ урынымда ҡаты торорға булдым.

— Тиктомалға кешегә бәйләнеп йөрөйһөң, — тинем асыуланып. — Мин һиңә нимә эшләнем?

— Нимә тинең, салага?! Мә һиңә телең өсөн! — Һиҙмәҫтән генә ҡолаҡ төбөмә килеп тондорҙо. Шул саҡ башым әйләнеп китте.

— Даян ағай, нимә эшләйһең ул? — Төркөмдән малайҙарҙың берәүһе мине яҡламаҡсы ине. Был һүҙҙәр "ағайыбыҙҙы" асыуландырҙы ғына шикелле.

— Ә һеҙ бында нимә ҡарап тораһығыҙ? Тиҙ генә юғалығыҙ күҙемдән. Һеҙгә лә берәрҙе еппәрәйемме әллә? — Даяндың шашып ҡысҡырыуынан ҡурҡышып, башҡалар юҡ булды. Бары тик мин, Даян һәм уның менән килгән өс малай тороп ҡалдыҡ.

— Һаман да ғәйебеңде танымайһыңмы? — тине тағы ла йоҙроҡтарын төйөп детдомдың "башлығы".

Танымайым тигәндәй ишара яһаным.

— Улай булғас, мә, тағы берәйҙе! — Көслө итеп тибеүенән ергә тәгәрәп киттем. Уның эргәһендәге теге малайҙар Даяндың фарманын алып, ташланырға ғына торалар ине.

— Ағай, әйҙә шул бирәнде типкеләйек тә ташлайыҡ.

— Эйе шул, нимәгә уның менән һөйләшеп торорға ти!

— Юҡ! — тип бүлде Даян. — Ниндәйерәк яза бирәсәгебеҙҙе күптән уйлап ҡуйғанмын. Ха-ха, ҡасҡалаҡ. Әйҙә, маңҡаға батып йәлләүҙе һора!

Мин өндәшмәнем. Даян тағы битемә килтереп типте. Танауҙан ҡан аға башланы.

— Тәртип өсөн яуаплы икәнемде яҡшы беләһең. Ә һин, шайтан алғыры, юрамал ҡасырға булғанһың. Бының өсөн директорҙан Даян ағайың әрләнер тип уйламаныңмы? Бөгөн үҙең ишеттең, залда мине Мәүлиҙә Нурғәлиевна торғоҙоп нимә тине? Балалар йортонда тәртип аҡһай ти... Һинең кеүек һарыҡтар өсөн шулай тип әйтә. Был ҡылығыңа, беләһеңме, ни эшләтәсәкмен? — Тамағы ярылырҙай итеп миңә "һабаҡ биргән" Даян бер аҙға тымып ҡалды, шунан теге өсәүгә яҡыныраҡ килегеҙ әле тигәндәй, ымланы. — Ҡасҡалаҡтың ботинкаларын сисегеҙ әле!

— Нимә эшләйһегеҙ ул, сисмәйем тинем!

— Ә беҙ һинән һорап тормайбыҙ. Мин уны тотам, ә һеҙ, малайҙар, аяғынан ботинкаһын һыпырып алығыҙ, бер ыңғайы нәскейен дә сисегеҙ.

— Етәр, улайтмағыҙ. Кәрәкмәй! Аяғым өшөй бит! — Даян ҡаты ҡулдары менән тотоп торҙо, ә теге "көсөктәр" ботинкамды, носкиҙарымды ла тартып алдылар. Һыуыҡ ҡарға ялан аяҡ баҫҡас, аяҡтарым зымбырлап китте. — Бирегеҙ ботинкамды, аяғым туңа бит!

Тегеләр бары ҡыуанды ғына.

— Шул тиклем данлыҡлы ҡасҡалаҡ үҙ көсөн күрһәтһен әле! — ти Даян. — Һиңә детдомды урап йүгерергә тура киләсәк. Ә беҙ ваҡытты һанайбыҙ. Әгәр ҙә өс минут эсендә берҙе урап өлгөрмәһәң, яңынан йүгерәсәкһең!

— Аяҡ өшөй, йүгермәйем! Бирегеҙ ботинкамды!

— Әйҙә, малайҙар, һеҙ уны баҫтырып барығыҙ, ситкә ҡаса күрмәһен, ә мин ошонда ваҡытты һанап торормон. Нимәңде ҡарап тораһың, йүгер! Ҡасҡаның өсөн яуап бирер кәрәк.

Һыуыҡ ҡарҙан йүгереүҙән бүтән сара юҡ ине. Ирендәремде ҡымтып, алға саптым. Малайҙар арттан килә. Түҙ инде саҡ ҡына, түҙ тип үҙемде тынысландырам. Ер шул тиклем туң икән. Табандарымды өшөттөрә генә. Һыуыҡлыҡ һөйәктәргә тиклем үтеп инә. Әммә мин туҡтарға тейеш түгелмен, өс минут эсендә өлгөрөргә кәрәк. Бына мин гаражға етеп киләм. Бәй, унан нисек үтергә икән? Водителдәр бит уның алдында гел машина йыуа, һәм унан аҡҡан һыу боҙға әйләнә. Ысынлап та, гараж алды боҙ ине. Тимәк, миңә шуның аша үтергә кәрәк... Бер аҙға туҡтап ҡалдым. Тегеләр ҡысҡырыша, арттан йүгерә ине. "Өс минутта өлгөр!" — тиҙәр улар. Нимә булһа — булһын, тинем дә алға йүгерҙем. Һеҙ берәй ҡасан боҙҙан яланаяҡ көйөнсә атлағанығыҙ бармы? Хәтерләге лә килмәй инде, ҡот осҡос минуттарҙы. Боҙҙан бер нисә аҙым атлағас та, осло сөйгә баҫҡандай тойолдо. Аяҡтар йәбешә, ә мин алға барам. Ҡырт-ҡырт-ҡырт... Бер аҙға ғына туҡталғайным, уң табаным, боҙло ергә ҡуша йәбешеп өлгөрҙө. Мин уны йән көсөмә тартып алдым. Артабанға һәр аҙымымдан ҡанлы эҙ ҡала ине...

Даянға барып етергә күп тә түгел. Гараж да артта ҡалды. Әммә түҙерлек хәл юҡ. Аяҡтарымды ла тоймайым. Әйтерһең дә, мин ҡарҙан йәиһә боҙҙан түгел, ә мамыҡтан йүгерәм. Башҡа ла эҫе булып китте. Күҙ алдым томанланды. Бына мин еңел генә итеп ҡарға ауҙым шикелле. Әммә ауыртыуҙы һиҙмәйем...

— Берәй ереңде ауырттырҙыңмы, балаҡайым?

— Әсәй! Әсәкәйем! Мин һине ныҡ итеп һағындым. Ниңә беҙҙе ҡалдырып киттең, ә? Бында һинһеҙ ҡыйын...

— Тыныслан, күгәрсенкәйем. Үҙем дә һеҙҙең янығыҙҙа булмағас, йәнемә урын тапмайым. Бына бөгөн дә шул тиклем рәнйенем. Иҫән булһам — берәүҙән дә ауыр һүҙ ишеттермәҫ инем. Ҡалайтайым икән, Хоҙайым?! Аяғың ауыртмаймы, улым?

— Юҡ, әсәкәйем. Бер ҙә ауыртмай. Ниңәлер, баяғы ҡарҙан яланаяҡ йүгергәндә йылы мамыҡҡа баҫып барғандай тойолдо.

— Һин мамыҡҡа баҫып барманың, Ильясым, ә минең... устарыма. Йәнкиҫәгемдең аяҡтарын өшөтмәйем тип баҫҡан урыныңа үҙемдең устарымды ҡуйып барҙым...

— Рәхмәт һиңә, әсәкәйем. Һине шул тиклем яратам. Килеп ал инде беҙҙе, зинһар...

— Булмай шул, ғәзизем! Әммә мин һәр саҡ һеҙҙең менән. Хәлемдән килгәнсе ҡурсаларға тырышырмын. Тик бер үк яуыз эшкә юл бирмәгеҙ, йәме. Һеҙҙең өсөн аҙаҡ миңә ҡыҙарырға тура килмәһен. Ярай, хуш, балаҡайым. Онотма — мин һәр саҡ янығыҙҙа...

Бәй, мин төшөмдә генә әсәйем менән һөйләшкәнмен икән! Уянып киткәндә, медпунктта ята инем. Медсестра Сәйҙә апай ҙа, бер-ике тәрбиәсе лә, директор ҙа янымда баҫып тора ине.

— Оһо-һо, ҡалай ҡотто алдың, Ильяс! — тип йылмайып ебәрҙе Мәүлиҙә Нурғәлиевна. — Кем ҡушҡан ул Даянға шулай итеп ҡыланырға! Бына күр ҙә тор — иманын уҡытырмын. Аяғың ауыртмаймы һинең?

Битемә йылы күҙ йәштәре тәгәрәне. Балалар йорто етәксеһенең һорауына яуап та бирге килмәй.

— Борсолорға урын юҡ, — ти шәфҡәт туташы. — Әгәр ҙә саҡ ҡына оҙағыраҡ урамда торһа — эштәр хөрт булыр ине. Әле беҙ спирт менән ыуҙыҡ. Йылыта торған мазен да һөрттөм...

Был һүҙҙәр директорҙы тынысландырҙы шикелле. Бәлки, үҙенең ниндәйҙер кимәлдә ғәйебен дә танығандыр.

— Ильяс, теләйһеңме һиңә яңы ботинка алабыҙ? Ошо көндәрҙә Өфөгә юл төшөргә тора — әйҙә баш ҡаланы күрһәтеп алып ҡайтам...

Мәүлиҙә апай башымдан һыйпарға ынтылды. Әммә ул ҡулдар миңә шул тиклем ят ине. Әгәр әсәйем ошоно күрһә, нимә тип әйтәсәк. Директорҙың ҡулы ҡағылыуын теләмәүемде белдереп, башымды ситкә борҙом. Уларҙың яңы кейеме лә, ҡалаһы ла миңә кәрәкмәй.

Ошо ваҡытта берәүҙе лә үҙемдең алдымда күрергә теләмәнем, сөнки шул тиклем һыҙлана инем. Юҡ, тешем дә, аяғым да түгел... Күңелем һыҙлай ине. Ә бит уны теш кеүек һурып ташлап ҡына ҡотолоп булмай. Күңел һыҙлай, күңел! Донъяла шунан да ауырыраҡ нәмә бармы икән!?

Дауамы бар.

Читайте нас: