Все новости
Проза
2 Августа 2023, 12:11
ЛИТЕРАТУРА

Әсәй, ыҙалама! Айгөл Сәлихова

Биш бала тәрбиәләп үҫтергән, хәҙер хаҡлы ялға сыҡҡан әсәһен Ғилмиә йәлләп ҡуя. Йәше күптән алтмыштан уҙһа ла, тик ултыра белмәй. Һаман йүгерә, һаман ҡабалана, һаман донъя артынан ҡыуа. Нимә менән көн үткәрҙең, тип һораһаң: -Әллә нимә менән булғнмындыр, таң ата ла кис була,- тип кенә яуап бирә.

Йылдан-йыл өлкәнәйә барған ата-әсәһеҡартайған көнөндә рәхәт йәшәһен тип, биш бер туғанныҡ ҡына тырышты: өйгә газ үткәрҙеләр, һыу индерҙеләр, башҡа уңайлыҡтар булдырҙылар. Ғилмиә был юлы әсәһенә ке йыуыу машинаһы алып бирҙе. Биш баланың, үҙенең, иренең керен көн аша йыуып, йәш сағынан ярылып, һырылып бөткән ҡулдары йәл.
-Әсәй, башҡа кер йыуып ыҙалап ултырма. Һалаһың да, өйрөлтәһең,- тип машинканың ниндәй төймәләренәбаҫырға икәнлеген өйрәтеп, ҡайтып китте. Әсәһе ҡыуанып бөтә алманы. Ундай яңылыҡ тиҙ генә ауыл буйлап таралды ла, күрше-күлән йыйылып китте. "Килен"еңде күрһәт ",- тип кис буйы кеше өҙөлмәне...
Тик ҡайһы арала яңылышлыҡ киткәндер, Ғилмиә икенсе айҙа килгәнендә, әсәһәе уны бер өйөм ҡорғн-түлдәр менән көтә ине:
-Һин килгәндә әйҙә, ҡыҙым, ошоно йыуып алайыҡ, - тине әсәһе.
-Аһ, нимәгә машинкала өйрөлтөп алмайһың?!
-Кит! Бының сама керҙе уға һалып, боҙоп ҡуйһаҡ, шунан? Йәлләйем уны, былай ҙа, кисә генә эшләттем, -тип ҡарап тормаһынмы!
-Ғилмиә, әсәһенеңҡаршылашыуына ҡарамай, ҡорғандарҙы машинкала йыуып бирҙе. Шунан ғына икенсе бүләген сығарҙы.
-Әсәй, быныһы робот-саң һурғыс. Саңыңды үҙе һура, үҙе таҙалай.Үҙең туңҡаңлап йөрөмә башҡа. Былай ҙа билең ауырта, -тип наказ бирҙе.
-Мөйөштәрҙәге саңды алып бөтмәй, үҙем һепереп сығам, -тип бер зарланды әсәһе ҡыҙына шылтыратҡанда.
-Исмаһам, балаҫыңда йөрөт. Роботты йәлләп ултырма!Техника бит! -тине Ғилмиә ҡаты итеп.
-Ярай-ярай, былай ҙа,- тигән яуап ишеткәс тә, тынысланманы.
-Шулай тигән булаһың да ул, әсәй... теге юлы электр сепаратор алып бирҙек. Эргәһендә тик торғансы тип, һамман элеккеһе менән ҡулдан һөт айыртаһың. Ә электр ит үткәргес? Ҡиммәтле, боҙола тип, һаман атай иҫкеһен әйләндерә. Үҙегеҙҙе йәлләй белмәйһегеҙ!
- Роботты тотонам бит, Ғилмиә. Улай үпкәләмә, ҡыҙым. Ул техниканы башҡа йәлләмәйем, ысын әйтәм, - тип йыуатты әсәһе.
Әммә өсөнсө килеүенә Ғилмиә ни күрһен! Әсәһенең өйөндә бер түгел, ике робот-саң һурғыс ултыра.
-Бер үҙенә күңелһеҙ күңелһеҙ бит, - тип аңлатты әсәһе.- Артымдан бесәй балаһылай эйәреп тик йөрөй, шуға иптәш алдым әле. Балаҫты ла икәү иттем, береһе үсегә һымаҡ. Йөрөһөндәр әйҙә, шунда. Иҙәнде ни үҙем дә тиҙ генә йыуып сыға алам әле, Аллаға шөкөр...
Ғилмиә һүҙ тапманы. Һабыт-һауа йыуғыс машина бүләк итмәй торорға булды. Бына бит донъя: берәүҙәрҙе эшкә, икенселәрҙе эшләмәҫкә өйрәтеп булмай....

Читайте нас: