Все новости
Проза
1 Августа 2023, 15:50
ОБЩЕСТВО

Һепертке. Әлиә Саматова

"Урам һепереп алырға кәрәк, ҡыҙым. Ана, олатайың селек алып ҡайтып һепертке эшләне", - әзәйемдең бер һүҙе етә.

Гөлфинә апайым менән ыҡсым ғына итеп бәйләнгән һеперткене эшкә егәбеҙ. Иң тәүҙә урамдың ҡапҡанан ингән еренең бер мөйөшөн ҡалдырмай, тәфсирләп таҙартып ҡуябыҙ. Һуңынан иң ауыры башлана - албар эргәһе (унда бесән ҡойолоп ҡалғанғамы, һеперткегә эләгеп ҡаңғырта), утынлыҡ һәм өй арты (унда бысҡы ваҡтары, тап -топ һепереүҙе ауырлаштыра). Хәл бөтөп, ялҡау ағай елкәгә менә башлай. Шунан беҙҙең шөғөлгә инәйем килеп ҡушыла. Ә ул эшкә маһир, тиҙ һәм йылғыр. Эш ырағас, күңел дә күтәрелә, хәл инеп китә. Урам тап -таҙа булғас, дәртләнеп, ҡапҡа тышына (беҙҙеңсә, урам буйы) сығып һеперә башлайбыҙ.
Олатай эшләп биргән селек шәп! Ныҡлы! Хатта таштарҙы ла гөжөп кенә апара! Бына китә кемуҙарҙан урам буйы һепереү. Күрше ҡыҙҙар, еңгә -апайҙар ҙа үҙ өй эргәһендә ҡыҙыу эш башлаһалар, күңеллерәк. Күрше Нәғимә әбейҙең урам буйын да һыпыртып һепереп ҡуябыҙ әле ул. Саң туҙаны борҡоп китһә, һыу һипкеләп алабыҙ.
Иң ҡыҙығы алда әле - яр аҫтына ташып өйөлгән лапы -лопоға ут төртөп яндырыу. Йылға аръяғында ла бер нисә ерҙә төтөн телдәре һауаны ялай. Тәмле төтөн еҫе тарала ауылға. Йәйҙең кистәре шул хәтирәләре менән күңелгә уйылған. Бөтә ауыл халҡы урам буйында. Бала -саға ут эргәһендә мәшғүл ( шуҡ малайҙар утҡа шифер киҫәге ырғытып шартлаталар), ҡарт -ҡоро ҡапҡа алдында сөкөрләшә (шифер шартлауына тертләп, малай -шалайҙарҙы туҙҙырып та алалар), йәш -елкенсәк киске уйынға сығырға әҙерләнә.
Бала сағымда селекте шулай урманда үҫәлер ҙә, матур итеп сәскә аталыр тип уйламай ҙа инем ул. Селек минең өсөн һепертке генә булып ҡалды. Әле бына Инйәремдең ярҙарында матур итеп сәскә атҡан селекте күргәс, хәтирәләргә бирелдем.
Хәҙер күпселек кешенең урам һәм урам буйҙарын үлән баҫҡас (ҡош -ҡорт, мал -тыуар әҙ йә юҡ ), селектең кәрәге лә юҡ кеүек. Әллә һатыуҙағы теге һары һепертке алмаштырҙымы уны?! Селекте бит бар дүрт миҙгелдә лә ҡулландыҡ. Ҡышын быймаға, кейемгә ҡунған ҡарҙан таҙартыусы ла селек ине бит ул! Һеҙ ҙә шулайтҡанһығыҙҙыр, эйеме, дуҫтарым?!

Автор:Аскарова Минзаля
Читайте нас: