Все новости
Проза
31 Июля 2023, 15:26
ЛИТЕРАТУРА

ЙӘШ УҪАҠ. Хикәйә. Нәсимә Ғайсина

....Уралтауы итәгендә яңы ғына шытып сыҡҡан йәш үҫенте донъяны күреп хайран ҡалды.

– Э-эй, ниндәй матур йәшеллек! Йәшел буяулы төҫтәре лә әллә нисә төрлө икән. Эх, яңы ғына тыуғас бәләкәймен шу-у-ул. Тиҙерәк үҫәһе ине, ағастарҙың барыһын да күрергә. Ней бынауы аҡ олонло ағас ҡаплап ултырған, – тип көйһөҙләнде. Кинәт ҡайҙандыр көслө ел килеп сығып, уны сайҡарға тотондо.
– Ай-а-ай, билкәйемде ауырттыраһың би-и-ит! – тип илай башланы.
Шул саҡ янында ғына ултырған әлеге аҡ олонло ағас, йәм- йәшел биҙәкле итәктәрен йәйеп, елдең юлын ҡаманы.
– Һаумыһығыҙ, рәхмәт! Ни эшләр инем һеҙ булмаһағыҙ...
–Урман халҡы татыу йәшәй. Шулай бер-беребеҙҙе ҡурсалап, Уралтауҙы байытабыҙ. Йәш үҫенте, был хәбәрҙе ишетеп: "тимәк минең яҡлаусым бар", – тип иркен тын алып, буйға үрелеп киткәндәй булды.
– Кем булаһығыҙ, йәм - йәшел генәһегеҙ? – тине, уға тура ҡарарға баҙнат итмәй. Сөнки әле генә үҙенең зифа буйлы ағас тураһында насар уйҙа булыуынан уңайһыҙлана ине.
– Ҡайын апайың буламын. Йәм-йәшелдән кейенәбеҙ шул, – тине йылмайып, күлдәгенең йәшел тәңкәләрен сылтыратып. Ҡайын үҙе тураһында ла һөйләне. Ҡайын һуты файҙалы, бөрөһөн медицинала киң ҡулланалар.
Йәш үҫенте арыраҡ ултырған һомғол кәүҙәле ағасҡа күҙ һалды.Ҡуйы һоро йәшел төҫтәге ылыҫлы япраҡтарын ҡупшылап ҡабартҡан. Ҡайһылай бейе-ек, башы күктәргә олғашҡан, тип хайран ҡалып, үрелеп-үрелеп ҡараны.
– Көнгә күренеүең менән ҡотлайым! – тине көр тауышлы мөһәббәт ағас, кескәй үҫентегә . Шытып сыҡҡандан алып күреп тә торған булған икән.
– Рәхмәт! Һеҙҙе кем тип атарға?
– Мине, урманда ололап, Ҡарағай тиҙәр.
– Ә.ә...Һеҙ нисек шундай бейе-е-ек булып үҫтегеҙ?
– Минең затым бер нисә йөҙ йыл йәшәй. Шуға ла 30-40 метрға тиклем бейеклеккә етәбеҙ. Ана-а-а, тауҙың үрендә, сатырҙарын йәйгән ағасты күрәһеңме?
– Һеҙгә лә оҡшаған. Тик ылыҫы асыҡ йәшел төҫтә булыуы менән айырыла.
– Ул минең яҡын туғаным, Ҡарағас, тип атала. Йәшәмешле ныҡ ағас. Хатта ҡайһылары 800 йылғаса тиклем йәшәй. Һыуҙа оҙаҡ серемәгән ағасты кешеләр төҙөлөштә киң ҡуллана. Ҡарағас сайырының дарыу икәнлеген борон-борондан белгәндәр. .
– Мин Йүкә апайың буламын, – тине, уң яҡта ултырған аҡһыл һары сәскәле ағас. Кескенә үҫентенең тәбиғәт менән ҡыҙыҡһыныуы уға оҡшап та ҡалғайны шул.
– Сәскәләрегеҙ хуш еҫле генә, Йүкә апай.
– Бал ҡорттары минең сәскәләремдән татлы һут йыя. Кешеләр беләләр ҙә инде, йүкә балының ифрат шифалы файҙаһын.
– Мине лә белеп ҡуй, Имән ағайың буламын.Ҡояш яҡтыһын бик яратамын, – тине ҡауырһынлы айырсалы йәшел япраҡлы ағас. Имәндең ваҡ ҡына сәскәле алҡалары ураманға йәм өҫтәй. – Көҙ етеүгә сәтләүегем дә өлгөрә.Тейен, терпе, төлкө яратып ашай. Оҫта ҡуллылыр минән төрлө сувенирҙар яһай, – ти.
– Ғәжәп ағастар үҫә икән был Уралтауҙа, – тине йәш үҫенте, башын сайҡап.
– Ә һин үҙеңдең ниндәй үҫемлек икәнлегеңде беләһеңме? - тип һораны Ҡарағай ағай.
– Юҡ. белмәйемсе....
– Кемлегеңде белер өсөн туғандарыңды белеү кәрәк. Тирәктәр төркөмө, талдар ғаиләһенә ҡарайһың. Уралтауҙа төйәк иткән уҫаҡ ағасы тип аталаһың. Уҫаҡтың ҡайырыһы - көслө антисептик. Япраҡтары сәс үҫтереү өсөн килешә. – Ишетәһеңме ҡоштар һайрауын?
– Эй, илаһи моңда-ар! Мин дә бер ботаҡтарымды йәйеп үҫеп китһәм, ҡоштар ҡунып һайраясаҡтар, эйеме-е-е?.
– Эйе. Ағастар бергәләп урман барылыҡҡа килтерәбеҙ, уйҙарыбыҙ ҙа бер.
– Улайһа миңә ниндәй уйҙа йәшәргә кәрәк, Ҡарағай аға-ай?
– Берҙәм булырға, тереклеккә изгелек эшләргә. Тамырыбыҙ менән тыуып-үҫкән тупрағыбыҙға ерегергә. Шуға ла һәр яҙ һайын тәбиғәткә ҡот ҡойор өсөн йәшәрәбеҙ.
– Рәхмәт! Бына ниндәй ҙур файҙа килтерә икән ағстар!
– Ағастарҙы ерҙең үпкәһе тип тә әйтәләр. Сөнки йәшел япраҡтарыбыҙ менән һауаны ла таҙартабыҙ.
– Мин орлоҡтарымды түгеп, үҙемдең тирәк төркөмө талдар ғаиләһен ишәйтәсәкмен. Урман уның хәбәрен хуплап, шаулап ҡуйҙы. Бөгөн көслө елдән ҡурсалаған ҡайынға һыйыныбыраҡ ҡуйҙы. Йәм-йәшел тәңкәле зифа буйлы аҡ ҡайын эйелеп башынан һөйҙө. Уҫаҡтың ҡыуынсының сиге булманы. Аҡһыл йәшел япраҡтарын елгә елберләтеп, өйөрөлөп бейеп тә алды. Йылы ел иҫеп үтте. Һәм Урал тауы буйлап кескенә ағастың ыуыҙ япраҡтарының еҫе таралды.

Читайте нас: