

Иҫ белә-белгәндән мин үҙ әсәмдең күкрәк һөтөн имеп тә туймағанмын. Ни
сәбәптәндер, мине унан иртә айырҙылар. Күҙ алдына килтерәһегеҙме,
әсәнең йылы ҡуйынында ғына ятып, йылы ғына һөт имеп ятыуҙары нисек
рәхәт, ниндәй кинәнес, әйтеп аңлатҡыһыҙ ләззәт икәнен.
Әсә ҡарынында өс кескәй көсөк яралды, фәрештәләр килеп йән өрҙөләр
һәм бына беҙ шулай донъяға ауаз һалдыҡ. Әсәйҙән иртә айырылдыҡ, һәр
беребеҙҙе айырҙылармы, әллә мине генә айырып икенсе хужаға
бирҙеләрме, асыҡ ҡына иҫләмәйем, әммә мине алған хужаларға рәхмәтем
сикһеҙ.
Башта мин бәләкәс кенә көсөк булғас, ҡәҙерле булдым, мине яраттылар,
ашаттылар, нимә генә алдыма һалманылар, нисек кенә ярарға
тырышманылар. Тик мин сыйылданым, әсәмде һағындым, иланым. Эйе, эт
тоҡомо булһаҡ та, беҙ ҙә кешеләр кеүек илай беләбеҙ, ҡайғырабыҙ. Мин
йәшәгән йортта балалар ҙа минең кеүек бәләкәс инеләр, улар менән уйнап
үҫтем. Улар миңә исемдең дә иң шәбен ҡушып ҡуйҙылар – Аҡтүш. Минең
түшемдә аҡ тап бар ине, шуғамылыр инде. Тик мин ул исемдең аҡ тигәнен
түгел, гел генә түш тигәнен генә ишетеп ҡала инем. Әсә һөтө эләкмәһә лә,
һыйырҙың йылы һөтөн эсеү бәхете тейҙе миңә. Минең иң яратҡан мәлем – ул
һыйыр быҙаулаған мәлдәр була торғайны, хужабикә уны һауыу менән миңә
ҡойоп эсерер булды, ә миңә шул ғына кәрәк, һә тигәнсә ҡуйы ғына һары
ыуыҙ һөттө ялмап та ҡуям. Мин уның һауғанын да түҙемһеҙлек менән
эргәһендә көтөп тора инем. Быға һыйыр үҙе лә өйрәнеп бөттө, башта
быҙауын ҡыҙғанып, һөҙөргә маташһа, аҙаҡ иҫе лә китмәне. Һарайҙағы
һарыҡтар ҙа, тауыҡтар ҙа минең яҡын дуҫтарыма әйләнде тиһәм дә хата
булмаҫ.
Мин көсөк саҡтағы балалар ҙа ҙурайып бөттө, мин дә матур эре һөйәкле
лайка тоҡомло эткә әүерелдем. Өй хужаһы мине бер ваҡытта ла бәйҙә
тотманы, мин иректә үҫтем. Уның ҡарашынан уҡ нимә әйтерен аңлай инем.
Ошолай аҡыллы булғаным өсөн дә ул мине рәнйетмәне, ас та булманым.
Кескәй балалар ҙурайҙы, хәҙер миңә уларҙың иркәләүе лә тәтемәй, уның
ҡарауы мин дә иркә көсөк түгелмен бит инде. Ә шулай ҙа кемгәлер барып
һырынғы, яратылғы килеп китә. Тик хәҙер барыһы ла үҙ эше, үҙ ғәме менән
мәшғүл, миндә берәүҙең дә эше юҡтыр кеүек, ары-бире ашаталар ҙа, унда-
бында сабалар, донъя ҡыуалар, нимәлер төҙөйҙәр, яңырталар шунда.
Яңы мунса эшләп ултырттылар, эй ҡыуандылар үҙҙәре шуға, яңы диван
һатып алдылар, ә иҫкеһен тышҡа сығарҙылар, ташларғамы тип уйланып
торғанда кемдер берәү, мине күреп, Аҡтүшкә булһын тигәс, миңә ултыртып
ҡуйҙылар. Бына ятам хәҙер шул йомшаҡ диванда, ямғырлы, буранлы һыуыҡ
көндәрҙә иҫке мунсаға инеп йылынам.
Көҙҙәр етһә, балалар менән мәктәпкә юлланам, уларҙы оҙатам да ҡайтып
китәм. Шундай көндәрҙең береһендә балалар йорто янынан үтеп бара инем,
бер малай ҡаршыма килеп сыҡты. Үҙе йылмая, үҙе нимәлер мығырлай, мин
ҡурҡып ҡасырға иткәйнем, ул муйынымдан ҡосаҡлап яратты, супылдатып
үбеп алды. Ниндәй рәхәт икән ... Шулай итеп, ул малай менән дуҫлашып
киттек. Мине күреү менән йүгереп килеп ҡосаҡлай, ярата, үҙенең хәбәрен
һөйләй. Мин уның телен аңламаһам да, нимә әйткәнен күңелем менән
һиҙәм, ул яҡшы күңелле малай, тик һөйләшкәндә тотлоға ғына. Мин уны
тотлоғоп һөйләшһә лә яҡын күрәм. Ниңәлер уҡыуға бармай ине ул, бәлки ул
уҡый ҙа белмәйҙер, әммә миңә шәп дуҫ булды, мин шуға ҡыуанам.
Балалар йортонда минең кеүек әсәләренән айырылған балалар йәшәй,
шуға мин уларҙың хәлен барыһынан да яҡшыраҡ беләм. Ошо һаҡау
малайҙың да әсәһе барҙыр, бәлки юҡтыр ҙа был донъяла. Уларға әсә наҙы
етмәгәнгә лә беҙҙе шулай яраталарҙыр. Мин уға шул тиклем эҫендем, хатта
был йорттан ҡайтмаған саҡтарым да булғыланы, тик мине хужалар күҙҙәренә
лә элмәнеләр, буғай, юҡһа сығып эҙләрҙәр ине, юҡ шул, эҙләп тә
торманылар, белеп торам. Ҡайтып китһәм, теге малай мине эҙләп сығыр ҙа
аҙашыр төҫлө. Шуға уны ташлап бер ҡайҙа бармай уның янында булдым.
Бына ул йүгереп инеп китте лә икмәк киҫәге алып сыҡты, миңә һондо, ә мин
уны тәмләп тороп ашаным. Ҡайһы ваҡыт уның ошо ҡылығы өсөн
тәрбиәселәренән эләгә ине. Уны әрләһәң дә йылмайып тик тора, йәнәһе,
күпме әрләһәгеҙ ҙә миңә барыбер. Ит киҫәге лә эләккеләй шунда ары-бире,
кәнфит тә биргән була, мин морономдо ситкә борам, кәнфит ашамайым бит
инде, үҙегеҙ беләһегеҙ.
Шулай көндәр үтә торҙо, йәй етте. Бер көндө сыр-сыу килеп автобусҡа
тейәлешеп балалар юлға сыҡты. Мин сыйылдай-сыйылдай теге дуҫымды
эҙләнем, бер-ике өрөп тә ебәрҙем, тик олорға ғына ҡурҡтым. Олоған өсөн
хужамдан бер-ике эләккәйне. Балалар йорто тынып ҡалды, теге малай ҙа юҡ
булды, кире үҙ йортома ҡайттым. Бында тағы шул уҡ тормош, тағы
ниндәйҙер төҙөлөш бара, диван урынында юҡ, иҫке мунсаға инеп яттым,
күҙҙәремдән субырлап йәш аға, илайым. Эйе, мин дә эт көйөмә илайым.
Хужаларға минең бында булыуымдың бер хәжәте лә юҡтыр инде хәҙер. Мин
үҙемдең дуҫымды һағындым, ә ул бик оҙаҡҡа китте, ахырыһы, көн дә барып
уның ҡайтыуын көттөм... Көтәм, көтәм дә кире ҡайтып китәм. Уның кеүек
дуҫты бер ҡасан таба алмаҫмын кеүек.
Бына ул автобус кире әйләнеп ҡайтты, ҡойроғомдо болғай-болғай уның
килеп сығырын көтәм... Әммә ул сыҡманы. Барыһы ла төшөп бөткәс,
автобустың ишеге шарт ябылды ла, ҡайҙалыр китеп тә барҙы.
Мин тағы илайым. Сөнки мин яҡын дуҫымды юғалттым. Бәлки ул ауырып
киткәндер, бәлки әсәһе килеп алғандыр, бәлки уны ла, минең бала
сағымдағы кеүек, яңы хужалар алғандыр...