Проза
30 Июня 2023, 07:02
ЛИТЕРАТУРА

Быймалар. Сәүиә Солтанова

Етмеш йәшен тултырған Хәмит бабай яңғыҙы ғына йәшәп ятҡан көнө.Яңғыҙ тигәс тә яңғыҙ уҡ түгел дә, күршелә генә ҡыҙы менән кейәүе йәшәй.Ҡалалағы балалары ла аҙна һайын тып итеп ҡайтып ярҙам итеп торалар.

Бөгөн йоҡоһонан ниңәлер тәндәре ауырайып уянды,һуғышта алған яралары ла һыҙлаңҡырап тора.
-Көн боҙолорға шулай итәлер инде,-тип һөйләнде ул үҙ алдына.
Шкафтан еңеү байрамында ғына кейә торған костюмын сығарып кейҙе лә,түшендәге орден-миҙалдарын тотҡолап, һыйпап алды.Ә улар, хәтирәләрҙе яңыртып, бер-береһенә бәрелеп сыңлап ҡуйҙы.
...Хәмит кескенә сағынан әсә наҙынан мәхрүм була-әсәһе уға биш йәшта саҡта ауырып үлеп китә.Атаһы икенсе әсәй алып ҡайта.Туғыҙ йәшендә тағы ла ҡайғы кисерә.Атаһын "халыҡ дошманы"мөһөрө тағып, ҡулға алалар."Тиҙҙән ҡайтырмын"-тип киткән атаһы шул китеүҙән ҡайта алмай. Бәләкәй Хәмитте тәүҙә өләсәһе ҡарай.Күп тә тормай, атаһының үлемен йөрәге күтәрә алмай,өләсәһе лә донъянан китеп бара. Яҡлаусыһыҙ ҡалған Хәмиткә йәшәүҙәре тағы ауырлаша.Үгәй әсәйҙең: "Артыҡ тамаҡ,исмаһам, дөмөкмәйһеңдә",-тип ҡарғауҙары,ирҙәр эшләй торған барлыҡ ауыр эштәр, аслы- туҡлы йөрөгән үҫмерҙең хәлен ала.
Донъяның бөтә михнәттәрен күреп,сыҙамаҫлыҡтарға сыҙап үҫкән үҫмер,һуғыш башланғас күп уйлап тормай йәшен өҫтәп яҙҙырып, военкоматҡа бара. Быны белеп ҡалған үгәй әсәй,атаһынан ҡалған,һаҡлап ҡына кейгән быймаларын, янып ятҡан плитә өҫтөнә ултырта.Йәнәһе үҙенсә быймаларһыҙ һуғышҡа китә алмаҫ тип уйлағандыр инде.
-Үлергә киткән кешегә быймалар нимәгә,-тип өҫтөнә сабаталарын бәрә.
-Олаҡҡыр нәмә,-тип артынан көл һибеп ҡала.
...Шул саҡ ҡолағына үгәй әсәһенең тауышы ишетелгәндәй булды.
-Әллә иҫәрләнеп барам инде,-тип, үҙ ҡолаҡтарына үҙе ышанмай,ынтылып тәҙрәгә ҡараһа,ҡыҙы ҡунаҡ эйәртеп кереп килә икән.
-Һаумы, атай,бына һиңә ҡунаҡтар килгән,Өфөнән тейҙәр.
-Һаумы,Хәмит ағай,мин Миңһылыу.
Уның алдында нисә йылдар күрмәгән һеңлеһе, үгәй әсәһенең күсермәһе баҫып тора,тауышы ла оҡшаған бит әле.
-Һау ғына,-тип саҡ әйтә алды Хәмит бабай.
-Әсәйемдең һуңғы васыятын үтәргә,-тип килгән инек.Үҙ ҡулдары менән тапшыра алманы инде,-тип сумкаһынан өр яңы атаһының быймалары ише генә быймалар сығарҙы.
-Йә, Хоҙай,-тип кенә әйтә алды Хәмит бабай,теҙ быуындары ҡалтырап,башы әйләнеп китте.

Читайте нас