

Тәүгеһе, ире өй төҙөгән саҡта бер эштән дә ҡурҡып тормай, иренә ярҙам итеп, ирҙәр эшен да атҡара алған ҡатын. Соланы ҡоролоп бөтмәгән өйөн төҙөүҙе лә тамамлата ала, ире бар саҡтағы бал ҡортон да кәметмәй, бәрәңгеһен дә сәсә, шулай балаларын астан үлтермәҫ өсөн бар тырышлығын һала.
Икенсеһе - кинйәбикә, үҫкән саҡта ла ғаиләлә иркә генә ҡыҙ булып буй еткерә, кейәүгә сыҡҡас та апаһы һымаҡ бөтмөр хужабикә була алмай. Егәрле ире һуғышҡа киткәс, ни тиклем ауыр булһа ла, апаһы, башҡа ҡатындар кеүек артелдә лә эшләп, утын-бесәнен дә әҙерләп, балаларын аҫыраға уның бөтөнләй хәленән килмәй. Ә иренән, исмаһам, бер хат та ала алмай, һуңынан хәбәрһеҙ юғалды, тигән ҡара ҡағыҙ килгәс, бөтә өмөттәре һүнеп, бөгөлөп төшә. Шул сағында ауылға Түбән яҡтан йылғыр бер әҙәм килеп сығып:
- Балаларыңны ачтан үтерәсең бит! Әйдә, мин сиңа бу яңа ызбаңны сатып бирим. Акчасына балаларыңны туйындырырсың, ичмасам. Иске ызбаң да мона дигән, йәшәрлек, - тип өгөтләй башлай.
Тәжрибәһеҙ, ябай ауыл ҡатыны таҫма телгә ышана, риза була. Апаһы әрләп тә, оялтып та ҡарай. Аҙаҡтан өгөтләп тә, илай-илай ялбарып та хәлдән тая:
- Һуғыш ҡасан да бөтөр, донъяңды туҙҙырма туғаным, балаларыңды уйла!
- Һуң, шул балалар, тип тырышам да апый!
- Ил өҫтөндә сәпсек үлмәй, нисек тә бергә-бергә йырып сығыр инек әле...
Юҡ, тыңларға ла теләмәй һеңлеһе. Апаһы һуңғы сиктә ҡулын һелтәй:
- Бынан ары һин миңә туған түгел!
Өйөн боҙҙороп, Инйәргә тәгәрләтеп төшөртөп, һалланған һалға балаларын да тейәп, һалдың арт кәшмәһе бабайкаһына* ишкәксе булып үҙе баҫып, түбәнгә аға.
Өфөгә яҡын ерҙә һалды ярға яҡҡас ир ҡатынға ҡыуыш ҡороп бирә. Усына бер аҙ аҡса һала ла:
- Мин сатып алучы эзләп килим, иртәгә иртән килеп житермен, - тип ҡайҙалыр олаға.
Иртән торһалар бәйле һалдан да елдәр иҫкән. Балалары менән юл белешә-белешә, хәйер һораша-һораша, икенсе йылына саҡ ауылға ҡайтып йығылған. Ҡайтыр юлда бәләкәй улы үлеп ҡала, имсәк сабыйы ла...
Ныҡ олоғайғас был ҡатындың:
- Төшөмдә сабыйым асығып имсәк һорап илағанына уянам,- тигәнен йыш һөйләйҙәр ине.
Ҡайһы ваҡыт үҙенән һорашалар:
- Теге ваҡыт Өфөнө күрҙеңме һуң?
- Күрҙем, балаҡайым, күрҙем. Ул ҡыуыштар унда-а-а, яр буйлап теҙеле-е-еп киткән,- тигән була, бахыр.
Апаһын да тормош иркәләмәй, уның да ире алыҫ Украина ерендә башын һала. Әммә ҡатынҡы, егәрле ҡатын артель эшендә лә һынатмай, һәр йылдағы мәжбүри май, ит, йөн йөкләмәләрен дә үтәй, балаларына ла астан үлергә бирмәй. Һуғыштан һуң өләсәй, ҡартөләсәй булып, ҡәҙер-хөрмәт күреп баҡыйлыҡҡа күсте әбей.
Һеңлеһенең иҫән ҡалған улы, йәшләй ауылдан сығып китеп, һирәкләп кенә әсәһе янына ҡайтҡыланы. Әбей туғандары һалып биргән тауыҡ кетәгендәй генә өйҙә яңғыҙы йәшәп донъя ҡуйҙы.
Ике бер туған - ике төрлө яҙмыш! Ҡайһы берҙәргә оло апайға бирелгән һымаҡ, ауырлыҡтарға бирешмәҫлек ихтыяр көсө етеңкерәмәгән шул ул ауыр заманда, ни хәл итәһең...
*Бабайка – һал менән идара итеү өсөн махсус ишкәк.