Все новости
Проза
6 Июня 2023, 16:33
ЛИТЕРАТУРА

Тәүге туй. Хикәйә. Таңһылыу Вәлиева

Кейәү менән кәләштең икәүһен генә ҡалдырып сығып барғанда, еңгәләре мәрәкәләп:

- Икәү булып ятығыҙ, өсәү булып тороғоҙ, - тигән булдылар. Исем өсөн генә әйтелде был һүҙҙәр, йола үтәү өсөн генә. Кәләш алдан ауырлы ине инде. Өсәү булып тормаҫ элек үк. Ауырлы булмаһа, ҡатыны үлгән иргә өс бала өҫтөнә барырға риза булыр инеме ни Һөйәрбикә?

Әхирәт ҡыҙҙарын кейәүгә биргәндә, ҡыҙ йәшергәндә, кәләш йәшерелгән өйҙөң күтәрмәһендә кейәү егет, кейәү үңгәре яҡлы булып йөрөгән еңгәләр менән сыр - сыу килеп ишек бауы өсөн еҙнәнән бүләк, аҡсалата хаҡ һорап давайлашҡанда Һөйәрбикәнән шаяны, Һөйәрбикәнән саяһы булмай торғайны. Ә ул үҙе кейәүгә сыҡҡанда үәт, исмаһам, буласаҡ иң ҡыҙығы! Һөйәрбикә белер нисек йәшенергә кейәүҙән!

- Икәү булып ятығыҙ, өсәү булып тороғоҙ! - тип әйтәсәктәр уларға ла бынау биттәре ҡыҙара белмәгән, оялмаған еңгәләре. Һөйәрбикә алдан уҡ уңайһыҙлана кейәүе алдында ишетәсәк был һүҙҙәр өсөн. Нисек өсәү булып торалар икән иртәнсәк кейәү менән кәләш? Бер саҡ һүҙҙең осо сыҡҡанда һораны шул турала Зифа еңгәһенән, ул нимәне аңлата, тип. Еңгәһе рәхәтләнеп көлөп алды тәүҙә, шунан кереште тәфсилләп аңлатырға. Һөйәрбикә сығып ҡасҡанда ла артынан эйәреп һөйләп ҡалды.

Ана шул серле һүҙҙәрҙе ишетәсәк, яратҡан егете менән ғүмерлеккә ҡауышасаҡ үҙ төнөн көттө Һөйәрбикә.

Яратып, күңел итеп йөрөгән егете лә бар. Үҙенән ике йәш кенә өлкән. Колхозда механизатор. Армиянан хаттар яҙҙы, ниәттәрен әшкәртте Баязит. Һөйәрбикә лә яуап хаттарында һис тә ҡаршы булмаясағын белгертте.

Баязит ҡайтҡаны бирле осрашып, һөйләшеп йөрөнөләр, яҙғы сәсеү эштәренән алда әйттереп ҡуясағын аңғартты егет. Ике яҡтың ата-әсәләре лә ҡушҡуллап риза – шәп килен буласаҡ Һөйәрбикә, аҡыллы, тырыш ир буласаҡ Баязит. Икеһе лә донъясыл булмаҡсы йәштәр.

Ут-ялҡын булып янды Һөйәрбикәнең бәхете, күк төтөн булып һауала ирене, көл булып елдә таралды... Икәү булып ятығыҙ, имеш..

Кем? Кемдең күҙгә күренмәҫ ҡулдары көн һайын атлап йөрөгән юлыңды ете ятып, бер төшөңә кермәгән яҡҡа бороп ебәрә? Кем??? Мин шулайтам, былайтам, тип ең һыҙғанып эшләргә, йәшәргә тотонһаң, бөтәһе лә һәйбәт, ыңғай бара, тип ышанып, башыңды сөйөп ебәрһәң генә, туҡта әле, аша һөйләшмә, ҡабаланма бәндәкәйем, тигән кеүек һөрөндөрөп-сөрсөндөрөп ебәрә бит ҡапыл. Көтмәгәндә, уйламағанда.

Һөйәрбикәнең дә алда көтөп торған, бер нисә айҙан бәхеткә бороласаҡ яҙмышы һыуҙай үтә күренә ине лабаһа, сыуаҡ көндөң күгендәй аяҙ ине бит. Шик-шипкерттең осмото ла юҡ Һөйәрбикәнең һөйөүгә сорналған йәнендә, матур хыялдар тулған күңелендә.

Һәм бына көтмәгәндә, уйламағанда ниндәйҙер бер осраҡлы хәл һинең бөтә донъяңдың аҫтын өҫкә килтереп түңкәреп һала. Осраҡ? Осраҡлы хәл? Осраҡлы хәл түгелме ни Һөйәрбикәнең әсәһе Сәфәрбикәнең вокзалда күрше райондағы өлкән ҡыҙының килендәше менән осрашып һөйләшеп китеүе? Әсәһе ҡайтты ла Һөйәрбикәгә:

- Балам, һин апайыңдарға барып, берәй аҙна йөрөп ҡайт. Апайың да, бәпәйе лә ауырыйҙар икән. Балнистан алып ҡайтҡас ҡына барҙыҡ та... Донъяның эше бөтәме... Ярҙам кәрәктер. Бер үҙе бер яҡта, балаҡайым. Үҙем барһам да файҙа булмаҫ минән.

Һөйәрбикә ҡыуанып риза булды. Апайын да һағынғын, бәпәйен дә күрер.

Баязит менән кис осрашҡанда оҙаҡламаясағын, бер аҙна тигәндә тып итеп ҡайтып төшәсәген әйтте.

- Һағынырмын инде, кистәрҙе нисек үткәрермен һинһеҙ?

Кәйефһеҙ генә, бошонҡо тауыш менән һөйләшкән Баязитты ла, үҙен дә йыуатты Һөйәрбикә.

- Һағынышып та өлгөрмәҫбеҙ, Баязит! Бармайынса ла булмай шул, апайым ауырый ҙа китә, ниңәлер бәпәйҙән һуң нығына алмай.

Эш урынынан бер аҙнаға йәйге ял иҫәбенән көн алды мәктәптә ашнаҡсы булып эшләгән ҡыҙ.

Сибәрбикә апайы, ысынлап та, бик бөтөрөнгән, һурылып, ап - аҡ булып киткән. Өсөнсө балаһын, малай табам, Мөхәрләмемә иптәш булыр, тип тәүәккәлгәйне лә, эстән һыҙып ауырып тик йөрөй, буғай. Һеңлеһе килгәс, шатлығынан илап ебәрҙе хатта.

Мәж килде Һөйәрбикә апаһының өйөндә. Бүлмәләр ялт итте, йыуылмаған, үтекләнмәгән әйбер ҡалманы. Ҡурсаҡтай ғына ике бәләкәй ҡыҙҙы мунсала йыуындырып,, ебәктәй сәстәрен тарап үрҙе. Үҙе алып килгән күлдәктәрҙе кейҙереп ебәргәйне, сәскәнән сәскәгә леп-леп итеп осоп ҡунған ике күбәләк булды ҡыҙсыҡтар. Апаһын да тәрбиәләне Һөйәрбикә: ҡатыу булып ҡатҡан арҡаһын һыланы, төйөрләнеп шешеп киткән түштәрен майланы.

- Әсәй әйтә, ҡышҡыһын бәпәй тапҡандар өйҙә тирләп-бешеп йөрөйҙәр ҙә тышҡа сыҡҡан арала ла һалҡын алдыралар, ти. Түшен йылы тотһон, биҙҙәренә һыуыҡ тигеҙеп, өҙлөк булып ҡуймаһын, тине. Өҙлөктән бисәләр хатта үлә, тине.

- Ул нимә була һуң? Ишеткәнем юҡсы.

- Мин дә аңламаным. Һаҡланырға кәрәк инде сабыйҙан һуң, апай. Ҡырҡ көнөгөҙ саҡ тулды, ә һин бигерәк әрһеҙ ҡыланаһың. Йүргәктәреңде сығарма, ана мин алып килгән кер киптергескә элерһең.

Еҙнәһе Мөхәрләм:

- Тыңламай бит, эштән ҡайтҡас үҙем йыуырмын сепрәктәрҙе, тиһәм дә. Сабырһыҙ бит апайың.

- Һаман - һаман нисек һине көтөп ултырайым, эшеңдән былай ҙа арып ҡайтаһың бит.

Еҙнәһе егерь булып эшләй, өйҙә тыныс ҡына ултырып ял да итә алмай - әленән әле телефондан шылтыратып, саҡыртып ҡына торалар. Кисә ярайһы уҡ һуҡмыш та ине еҙнәһе төн уртаһында ҡайтып ингәндә.

- Һай, үҙемдең балдыҙым! Һин килгәне бирле тамаҡ туйып ҡалды, балдыҙ. Апайың ни...

Үҙҙәренең бүлмәләренә инеп киткәс тә бер килке лауылданы әле Мөхәрләм. Саҡ йоҡлап китте шикелле.

Иртәгеһенә тағы апаһының арҡаһын, иңбаштарын майланы Һөйәрбикә. Ә эсенә, биленә Сибәрбикә ҡул тейҙермәне.

- Был ерҙәремде һылама, туғаным, өҙөлөп кенә килә тәнем, әллә нимә булды...

- Апай, әллә еҙнәм...

- Юҡ, юҡ, нимә һин!..

Сибәрбикә яуап биреп өлгөрмәне, һуштан яҙып йығылды. Шаулап ҡан китте.

Сибәрбикәне дауаханаға алып барып еткерә алмағандар - юлда үткән апаһы. Һуңынан асыҡланыуынса, баланың һуңғыһы төшөп бөтмәгән, температураһы төшмәүе лә, биленән, эсенән сыҙамауы ла шунан ғына булған. Табиптар шуны ла белмәгән микән ни? Тәне ҡыҙып-янып барған әсәне, өйҙә бәләкәй балаларым ҡарауһыҙ тигәненә ҡарап, биш көн тигәндә ниңә ҡайтарғандар икән? Өйгә саҡыртып килтергән шәфҡәт туташы һалған уколдарҙың файҙаһы самалы икәнде күргәс, ниңә дауаханаға алып бармағандар?

- Мин быны был көйө ҡалдырмаясаҡмын! - тип ярһыған Мөхәрләмдең ниҙәр эшләргә йыйынғанын Сибәрбикәнекеләр һорашманылар, кәңәш тә бирмәнеләр – ҡайғылары баштан ашҡан ине.

Аяттар уҡытҡансы, Һөйәрбикә апаһының өйөндә булды. Ике ҡыҙҙы әсәһе менән атаһы алып ҡайтып киттеләр әлегә. Ә ай ярымлыҡ Иштуған улы менән балдыҙын Мөхәрләм шәмбе көнө алып барыр, тип кәңәш иттеләр. Сибәрбикәнең вафатының ҡырҡ тәүлеге еткәнсе балаларҙы Һөйәрбикә үҙҙәрендә ҡарар.

 

Шәмбе етте. Һөйәрбикә әҙерләнеп бөтөп, еҙнәһен көтә. Ҡоҙағый ҙа хушлашып ҡалам, тип килеп етте.

Көн кисекте. Мөхәрләм һаман юҡ. Ҡараңғы тамам төшкәс кенә ҡайтып керҙе иҫерек еҙнәһе. Инде лә иҙәнгә тәгәрәне. Һөйәрбикәнең шелтәле ҡарашын күреп, ҡоҙағый улына һүҙ алып барғыһы килмәне:

- Ҡайғыралыр, балаҡайым. Анһатмы өс баланың етем ҡалыуы... Һин уятма уны, ҡоҙаса, ятһын әйҙә иҙәндә. Шулайта ул эсһә, бауһыҙ ҡолай ҙа ҡуя, ҡаңғырып йөрөмәй. Үҙе уянғанды көтә торғайны килен. Мин дә ҡайтайым. Иртәнсәк килермен.

- Ҡайтма, ҡоҙағый, йәки мин бәпәй менән һеҙгә барайым.

- Ҡурҡма, йоҡлай ул еҙнәң. Мин иртүк килеп етермен.

 

Иштуғандың аҫтын алыштырып, йылытып сабыйҙар һөтө имеҙеп йоҡлаты. Ә Һөйәрбикә бәпәйҙәренә күкрәгенең аҡ ҡына, йылы ғына һөтөн имеҙәсәк. Баязит:

- Ҡарап ултырайым әле мин дә, - тиер инде. Сабыйҙан аңҡыған һөт еҫенән дә тәмле еҫ юҡтыр донъяла. Һөйәрбикәнең йөҙө яҡтырып китте. Ул тәҙрә янына килеп баҫты.

Иртәгә ошо мәлдә ул Баязитының ҡосағында буласаҡ. Һағышлы сәғәттәр тиҙерәк үтһен ине, тиҙерәк ҡайтып етһен ине Һөйәрбикә.

 

Яурынына кемдер ҡағылғандай булғас, терт итеп ҡалды ла артына әйләнде ҡыҙ. Еҙнәһе икән. Ә ниңә ул ап-айныҡ? Һөйәрбикә барыһын да аңланы. Әсәһе ҡайтып китһен өсөн генә хәйлә ҡорған...  Ҡайһы аралалыр кейемен һалған. Өй эсендәге ярым ҡараңғылыҡта ап-аҡ футболка кейгән киң яурынлы, ҡеүәтле күкрәкле, төйөрөм беләкле Мөхәрләм алдындағы юлға ҡалҡып сыҡҡан ҡая булып күренде Һөйәрбикәгә. Ҡурҡыуҙан ҡыҙҙың тыны ҡыҫылды, сикә тамырҙары һулҡылданы. Ул ирҙең ниәтен аңланы.

- Еҙнә... Ярамай бит! Теймә миңә, зинһар... Апайым... Мин бит кейәүгә сығам, еҙнә!..

Мөхәрләм уның ялбарыуын ишетеү сиген күптән үткән. Ул балдыҙын ике тәҙрә араһындағы стенаға һырындырҙы. Үҙе аҫау айғырҙай эҫе тын бөркә, уның ҡаны ҡайнай...

Ҡыҙҙы еңел генә күтәреп түшәккә һалды ир.

- Мин апайымдың урынына ятмайым!

Һөйәрбикә иҙәнгә шыуып төштө лә күҙ асып йомғансы ишеккә барып етте. Бикле!!!

- Баязит!!!

Быуынһыҙ булған ярым үлек ҡыҙҙы әзмәүер кире түшәккә күтәреп һалды...

* * *

Ҡоҙағый килгәндә Һөйәрбикә бер үҙе ине.

-Ҡайҙа Мөхәрләм?

- Ҡыҙҙарҙы алырға китте.

Ҡатынының ҡырҡын үткәреп, аҙна-ун көн торғас, Мәхәрләм кәләш әйттерергә барҙы. Кемгә кәрәк хәҙер Һөйәрбикәнең шат булырға тырышып һөйләгән хәбәре?

- Апайымдың балаларын етем итәһем килмәй. Әллә ниндәй ҡатын килер апайымдың урынына. Еҙнәнең балдыҙын алыуы борондан бар, була торған хәл. Мөхәрләм мәһәр ҙә һалмай, туй ҙа булмай. Бер туй үтте был кейәүгә был өйҙә, етеп торор. Ә миңә туй кәрәкмәй!

Һөйәрбикә бер үҙе һөйләне быларҙы. Мөхәрләм, мин ҡалайтайым, бер хәл дә итә алмайым, балдыҙ ни тиһә, мин шул, тигән ҡиәфәт менән ултырҙы.

Мулла саҡыртып ижәп уҡыттылар. Ҡыҙ йәшереп торманылар, кәләш менән кейәүҙе аулаҡта ҡалдырҙылар.

Икәү булып ятығыҙ, имеш... Их!..

Ҡыҙын, балаларҙы Мөхәрләмгә биреп ҡайтарғанда Сәфәрбикә уны ситкәрәк саҡырҙы ла эсендәген әйтеп ҡалды:

- Мәңге ризалығым юҡ! Ике бөртөк ҡыҙымдың икеһен дә бәхетһеҙ иттең, кейәү тиәсәгем дә юҡ! Минең күҙ йәшем ебәрмәҫ һине, бына күрерһең, тик көнө бөгөн түгел.

Был һүҙҙәрҙе Сәфәрбикәнең балалыҡ әхирәте, Баязиттың әсәһе Сания ғына ишетте.

* * *

Йылдар үтте.

Бөгөн Баязиттың йортонда оло байрам – көмөш туй бөгөн бында. Урам эсе тулы кеше, өй эсенә һыйыш та юҡ. Күмәктәр шул бигерәк, суғымдар. Түр башында Сәфәрбикә менән Сания ултыра әллә кем булып. Ҡарттары вафат икеһенең дә. Ауыр тупраҡтары еңел булһын. Өҫтәлдең был осонда Баязит менән Һөйәрбикә. Алты бала үҫтерҙе улар. Сибәрбикәнеке өсәү, үҙҙәренең өс улы булды. Теге ваҡыт Һөйәрбикә Мөхәрләмдән ауырлы булмаған. Балдыҙын алып ҡайтҡас, күп тә йәшәй алманы Мөхәрләм. Әллә ниндәй түрәләрҙең күңелен күрер өсөн сыҡҡан һунарҙа кемдеңдер мылтығы осраҡлы ғына атылып китеп бөтә булған яһауы осраҡлы ғына Мөхәрләмгә эләккән. Шулай тинеләр.

Баязит менән Һөйәрбикәнең көмөш туйы гөрләй. Тәүге туйҙары.

 

Читайте нас: