Все новости
Проза
2 Июня 2023, 16:35
ЛИТЕРАТУРА

БӘХЕТ ӨСӨН КӨРӘШЕРГӘ КӘРӘК ИКӘН. Хикәйә. Рәлиф КИНЙӘБАЕВ

Шулай тура килде: ҡырҡым тулыр-тулмаҫ яңғыҙ ҡалдым. Ирем тип, ун йыллап ышанып йөрөгән кешем ялҡау булды, эсте, эштән эшкә йөрөнө, һуғышты. Шундай йәшәү рәүешендә мине ғәйепләне. Аҙаҡ килеп, икенсегә әүрәп, уға йөрөй башлағас, ҡыуып сығарырға тура килде.

Тормош шулай булалыр, тип, күнеп бөткәйнем инде. Кем белә, бәлки, миңә генә шулай тура килгәндер. Йылдан артыҡ кеше араһына сығыуҙы, театрға, киноға йөрөүҙе онотоп торҙом.
Бер көн әхирәтем ҡустыһының тыуған көнөнә саҡырҙы. Аш яраштырырға, йыйыштырырға, ҡунаҡтарын ҡарашырға була инде. Яңғыҙ ҡалғас, аҡсам да йыйылғайны. Беренсе тапҡыр кейендем, төҙәндем, биҙәндем. Ошо әхирәтемдән башҡа артыҡ аралашҡан, йөрөшкән кешем дә юҡ. Барҙым. Табынды асҡас, ошоно ҡараштырып тор, ул да яңғыҙ, тип, берәүҙең эргәһенә ултырттылар. Шунда уҡ һиҙҙем: бының менән эш сыҡмаҫ, ахыры, сөнки ике-өс рюмканы ла күтәрә алманы, шыуышып тигәндәй сығып, юҡ булды. Аҙаҡ күрҙем, икенсе бүлмәгә сығып ҡолаған, етмәһә, мине саҡырып ята. Ҡуй-ҡуй, мин әйтәм, ас тамағым, тыныс ҡолағым. Хәҙер исемен дә хәтерләмәйем инде.
Икенсеһе эргәмә үҙе килеп ултырҙы. Таныштыҡ, аралаштыҡ. Йәшереп торманы, барыһын да һөйләне. Эскән, дауаланған. Хәҙер ете йыл ауыҙына ла алғаны юҡ икән. Нурулла икән исеме. Өйөмә килде. Элекке ҡатыны ошонда йәшәй, ҡабат кейәүгә сыҡҡан. Улы ғаиләһе менән Себерҙә йәшәй. Буйға бер сама, баһадир түгел. Артыҡ матур тип тә әйтә алмайым.
Егәрле, эшләй. Донъя көтөргә теләге бар, нимәгә тотонһа ла, ҡулынан килә. Донъяма ир ҡулы тейгәне һиҙелде. Үҙемдең дә өйгә ҡайтҡы килеп тора. Бик ҡыҫтағас, яҡындарыбыҙҙы саҡырып, никах уҡыттыҡ, туй һымаҡ мәжлес үткәрҙек. Кәрәкмәй тип торам, туй күлдәген үҙе алып бирҙе. Хәҙер мөмкин бит, күп итеп фотоға төштөк. Шул һүрәттәрҙе йыш ҡына алып ҡарайым. Бәхетле икәнем йөҙөмә сыҡҡан. Яңғыҙ ҡатынға күп кәрәкме инде? Хәҙер үҙем шуны юғалтыуҙан ҡурҡам. Көтөлмәгән нәмә килеп сығыр ҙа барыһы ла юҡ булыр һымаҡ.
Ирем фатирҙы киңәйтеү, машина һатып алыу хаҡында һөйләй. Ә минең хыялым ҙурыраҡ, әйтергә уңайһыҙ, буй етмәҫлек һымаҡ. Өндәшмәйем, ваҡыт үҙе күрһәтер әле. Ә булғанын юғалтҡы килмәй, сөнки күңелем һиҙә: нимәлер килеп сығыр һымаҡ. Тап шулай булды ла.
Тауыш-тынһыҙ ғына йәшәп ята инек, үҙен юллап, тәүге ҡатыны килеп керҙе. Икенсе ирен ҡыуған, минекен дә күҙ уңынан ысҡындырмаған. Эсмәгәс, эшләгәс, кире ҡайтарып алырға ҡарар иткән. “Ҡайтаһың, – тип ул ныҡ тора. – Улым да ҡушылыуыбыҙҙы теләй”, – ти.
Нурулла өндәшмәй. Ни әйтерһең, тигән һымаҡ, миңә ҡарап-ҡарап ала. “Әйберҙәреңде әҙерлә, иртәгә килеп алам”, – тип сығып китте.– Ниңә минең өсөн көрәшмәйһең? – тигән була Нурулла.
– Көрәшәм, тип, һуғышайыммы ни? – тинем.
– Әйт, бер ҡайҙа ла бармай, ебәрмәйем, икенсене тап, тип, ныҡ тор, – ти.
Былай ҙа саҡ йөрөй инем, кисерештәрҙән ауырып киттем. Ҡан баҫымым күтәрелде, Нурулла “тиҙ ярҙам” саҡырҙы, дауаханаға алып киттеләр. Унда барып, комиссия үткәйнем, тормошом күҙ алдымда 180 градусҡа үҙгәрҙе лә ҡуйҙы.
Бүлмәнән-бүлмәгә йөрөтөп алдылар ҙа шуны асыҡланылар: мин ауырлы икәнмен. Табип, борсолорға урын юҡ, биш аҙнанан үтеп киткән, тине. Ауырлы булыу – ауырыу түгел бит, өйгә ҡайтарып ебәрҙеләр. Кис, Нурулла ҡайтҡас, яңылыҡты уға еткерҙем – ҡыуанысынан үрле-ҡырлы һикерҙе, хатта мине күтәреп алды. Ул арала булмай, теге ҡатыны шылтырата: “Әйберҙәрең менән төш, алып китәм”, – ти. Ҙур ГАЗель менән килгән ишшеү.
Нурулла аңлатып бирҙе, үҙем дә телефонды алдым да ныҡ ҡына итеп әйттем. “Бер ҡайҙа ла бармай, балабыҙ була, бәпес үҫтерергә килерһең”, – тинем.
Минең йәштә, ҡырҡҡа етеп барғанда, беренсе тапҡыр бала табыу еңелдән түгел икән. Үҙемдең теләгем ҙур, Нурулла ла ярҙам итте. Ике тапҡыр дауаханала ятып сыҡтым.
Ул көн килеп етте. Бына мин сабыйымды ҡулыма алдым. Шунда күрҙем: ирем изге йөрәкле, йомшаҡ күңелле кеше икән. Ләкин тормош еңел генә түгел, алда беҙҙе яңы һынауҙар көткән.

Үҙемде бәхетле тоям. Көн һайын сабыйымды урамға йөрөргә алып сығам. Ял көндәрендә өсәүләшеп эргәләге паркка барабыҙ. Таныштар минең менән иҫәнләшеп, хәлемде һорашып китә. Хатта бер көн тәүге ирем дә күренеп ҡалды.
– Бәй, бына, минән ҡалғас, балаға батып йөрөйһөң, сығарып ебәрмәһәң, иркенләп йәшәр инек әле, – тигән була.
– Һинән ҡотолғас, балалы булыу бәхетенә ирештем. Хәҙер үҙемде бик бәхетле тоям, – тигәйнем, оҡшатманы, йөҙө боҙолоп китте. Ә үҙенең сәстәре ҡойолоп, олоғайып киткән, ҡартайған, бигерәк ныҡ эсәлер, тип уйланым.
Ҡыҙыбыҙға ете ай булғас, ауырып китте. Дауаханаға ятырға тура килде. Беҙҙең дауаханаларҙы үҙегеҙ беләһегеҙ, яҡшыһы ла, насары ла бар, ғөмүмән, түҙерлек. Эшһеҙ ултырырға яратмайым, санитарҙарға ла ярҙам иттем. Эргәләге бер бүлмәлә һигеҙ айлыҡ бер малай үткән-һүткәнгә геүләп, иғтибар талап иткән һымаҡ ҡарап ҡала. Шундағы шәфҡәт туташы һөйләне: был Юлай исемле малайҙың әсәһе етем булған, аҙып-туҙып йөрөп, бала тапҡан да, балаһын ҡалдырып, фатирын бикләп, сығып киткән. Ике көн буйы бала илағас, күршеләре, полицияға әйтеп, “тиҙ ярҙам” саҡырып, баланы бында килтереп урынлаштырғандар. Был ҡатынды әсәлек хоҡуғынан мәхрүм итеп, сабыйҙы балалар йортона ебәргәндәр. Юлай өйҙә яңғыҙы ятҡан сағында бик ныҡ асыҡҡан, хәҙер бахырҙы туйындырып ала алмайҙар икән. Кем күренһә лә, ҡулын һуҙып, ашарға һорап тик тора. Шул балаға эйәләшеп алдым. Эх, мин әйтәм, ҡыҙыбыҙ эргәһендә бер малай ҙа булһа, Нурулла ҡалай ҡыуаныр ине, тип уйлайым. Әйләнгән һайын кереп йөрөй торғас, Юлай миңә эйәләште лә китте. Мине күреү менән, ике ҡулын һоноп, алыуымды көтөп тик тора. Ун көн яттыҡ, дауахананан ҡайттыҡ. Ҡайтҡас, бер ҙә кәйефем юҡ, ашай ҙа алмайым. Быға Нурулла ла иғтибар итте: “Әллә һиңә бер нәмә булдымы?” – ти. Юлай тураһында үҙем һөйләп бирҙем. Иртәгәһе шәмбе ине, ирем ял итә. “Юлайҙы бик матур итеп һөйләнең, минең дә барып күргем килә”, – ти. Иртән 10-дарҙан һуң өсәүләшеп йыйындыҡ та дауаханаға ҡуҙғалдыҡ. Унда мине танып торалар. Бахилдарын да бирҙеләр, халатын да кейҙерҙеләр.
Дауахананан сығып киткәнемдә Юлай нисек ҡалһа, шул килеш ҡулдарын һоноп тора. Беҙҙе күргәс тә һикереп-һикереп, ҡулға ынтыла инде сабый. Иң ҡыҙығы шул: Юлай миңә түгел, ҡулдарын һоноп, Нуруллаға ынтыла.
– Йә, Юлай, кил әле бында, Юлай, матур малай Юлай, – тип, ирем малайҙы күтәреп алғайны, сабый бер өн сығармай муйынынан ҡосаҡлап алды ла тынды ла ҡуйҙы. Нурулла бәпесте нисек күтәреп алды, шул ыңғай өндәшмәҫ булды. Ниңә тынды икән, тип ҡараһам, күҙҙәренән йәшен ағыҙып, илап тора.
– Нимә булды, ниңә илайһың? – тим мин уға.
– Үҙемде йәлләп илайым, – ти ирем. – Мин бит атайһыҙ үҫтем. Атайһыҙ балалыҡтың нисек ауыр икәнлеген үҙ елкәмдә татыным. Уны ла минең яҙмышым көтә бит, шуға илайым.
– Нишләйһең инде, нисек ярҙам итергә лә белмәйем, – тинем.
– Юҡ, – ти Нурулла. – Был малайҙы беҙ тәрбиәгә алайыҡ. Яҙмыш ҡосағына ташлап китһәм, мин үҙемде ғүмер буйы ғәфү итмәм.
Инде баланы ашатып, йыуындырып, кейемдәрен алыштырғас, ҡайтабыҙ, тиһәк, сабый беҙҙе ебәрмәй ҙә ҡуя бит. Үҙебеҙҙең дә ҡайтҡы килмәй, баланы ҡалдырырға йәлләйбеҙ. Дежур табипты саҡырҙыҡ, медсестра килде.
– Былай килеп, баланы ҡотортоп йөрөмәгеҙ. Ул былай ҙа стресты күп кисергән. Һуңынан психикаһына зыян килеүе ихтимал, – тип киҫәтеп ҡуйҙы.
– Ә беҙ уны үҙебеҙгә алырға теләйбеҙ, – ти Нурулла.
Ә уныһы дауаханала хәл ителмәй, балалар йорто аша ғына эшләнә икән. Юлайҙы ҡалдырып, саҡ ҡайттыҡ. Икенсе көнөнә Нурулла ике аҙналыҡ отпуск алды, отгулдары ла булған икән, шуны ла файҙаланды. Беҙҙәге бюрократияны, волокитаны үҙегеҙ беләһегеҙ бит. Һәр хәлдә уллыҡҡа алыу еңел булманы. Шулай ҙа осона сыҡтыҡ. Юлайҙы кейендереп, балалар йортонан өйөбөҙгә ҡайтҡан ваҡыт иң бәхетле көнөбөҙ булғандыр.
Бығаса балалар карауатынан, дүрт стенанан һәм түшәмдән башҡа бер нәмә күрмәгән сабый донъяны үҙе өсөн өр-яңынан асты. Белеп торам, уны йәшәргә өйрәтеп алыу еңел булмаҫ. Ләкин беҙҙе ауырлыҡтар ҡурҡытмай, сөнки беҙ Нурулла менән икәүбеҙ. Хәйер, ниңә икәүбеҙ, беҙ бит дүртәү. Дүртәүләшеп бәхет өсөн көрәшеү еңелерәк булыр.

Читайте нас: