Все новости
Проза
1 Июня 2023, 16:13
ЛИТЕРАТУРА

Бер ус ҡына кәнфит. Миңзәлә Хәлилова

Юҡ!Ағаһы бындай уҡ аяныслы хәлдәлер, тип уйламағайны Гөлшат. Бер аҙна элек,үткән шәмбе көндө генә,башҡалала йәшәүсе һеңлеһе Лилиә ҡыуаныслы хәбәрҙәр һөйләп киткәйне,ағаһы Исламдың республика клиник дауаханаһында аяғына баҫып,йүнәлеп ҡайтып китеүе тураһында әйткәйне.

Ә бөгөн ҡулына телеграмма килтереп тотторҙолар:”Тиҙ генә килеп ет!Ағайың ауыр хәлдә!”
Күҙ алдары ҡараңғыланып,бер минут эсендә йөҙ төрлө уй уйлап,тетрәнеп ҡалды ҡатын.Ошондай уҡ йөкмәткеле телеграмма менән ҡайтып,туғыҙ йыл элек әсәһен,алты йыл элек атаһын ерләп килгәйне.Шуға күрә ҡырҡ биш йәшлек кенә ағаһының ауыр хәле хаҡындағы телеграмма өмөтләндерерлек урын ҡалдырманы.
Әл дә ире теремек,тәүәккәл,юғалып ҡалманы,район үҙәгенә барып етер өсөн ылау хәстәрләп,йүгереп сығып та китте.Үс иткәндәй,аҙна буйына көслө буран булғанлыҡтан,ауылға автобус килә алмай,туҡтағайны.Әле лә буран һаман ыжғыра,юлдарға көрт тултыра,көн эңер төшкән кеүек, ҡараңғыланып тора.
Бындай көслө,күҙ асҡыһыҙ бурандар һуңғы йылдарҙа нисектер һирәгерәк ҡуба кеүек ине.Был юлы аҙна буйы бурай ҙа бурай,кәнтәй эт кеүек сыйылдай,һыҙғыра.Хатта күршеләргә барыр һуҡмаҡ та беленмәй,юлдың ҡайһы ерҙәрәк икәнен дә төҫмөрләрлек,тойомларлыҡ түгел.Ауыл инде бер аҙна утһыҙ,электриктар юлға сығырлыҡмы ни?.Ярай өйҙәргә газ үткән,бынау буранда мейескә яғып хитланһаң ,ни эшләмәк кәрәк?Унан өйҙә йылы тормаҫ ине бынауындай көслө елдә.
Шундай йүнле хужа этен дә урамға сығармаҫ көндә йыраҡ юлға сығып киттеләр, иренең дуҫы Мөнир уларҙы район үҙәгенә сығарып ҡуйырға риза булды.Өйҙә күҙ-ҡолаҡ булырға,балаларҙы ҡарарға,малдарҙы ашатып- эсерергә,ярай, ҡәйнәһе Факиһа шәп.”Өй ,балалар тип борсолмағыҙ, имен-аман йөрөп ҡайтығыҙ,йөрәккәйҙәрем!-тип изге теләктә ҡалды ул оҙатырға сыҡҡанда.
Автобустан автобусҡа күсеп,арып-талып,ярты төн үткәс кенә ағаһы йортона барып инделәр.Өйҙә балалар ғына,Ислам ағаһы әле район дауаханаһында булып сыҡты,еңгәһе Миңлегөл дә уның янында тора икән.
Иртәгеһенә таң менән тороп, кире районға юлландылар.
Дауахана...Үҙенең шөҡәтһеҙ ҙурлығы,һоро төҫө менән әллә ҡайҙан күңелдәргә шом һалып,оло тәҙрәләре һалҡын бөркөп торғандай тойола.Ҡабаланып,шәп атлап килгән көйө,ҡара тиргә батып,ағаһы ятҡан палатаны һорашып барып ингәс,Гөлшат өнһөҙ туҡтап ҡалды.”Ошо бәләкәй генә,ҡураныс кәүҙәле,ябыҡ йән эйәһе уның ағаһы Исламмы?Булмаҫ!Өрлөк кеүек кәүҙәле,киң яурынлы,атлағанда ер һелкетерлек,көлгәндә сағыу тауышынан быялалар зыңлатҡан,күҙҙәре йылы осҡон сәскән ағаһымы! Алдында ҡараштары бер нөктәгә төбәлгән,тын алған һайын ярым асыҡ ауыҙынан һыҙғырып һауа сыға,күкрәге күрек кеүек ҡабарған , аяғының,ҡулының тырнаҡтары ҡарайған бәләкәй генә кеше...
Улар бүлмәгә килеп ингәс,керпектәрен дә ҡаҡманы.
-Ағай!Ағаҡайым!Нимә булды?Нишләнең?
Гөлшат ағаһының аяҡ осона бөгөлөп төштө.
-Ағай!Ислам ағай!Был мин килдем ,Гөлшат,кейәүең менән килдек.
Ислам бер нәмә лә өндәшмәне.Һаман шулай бер нөктәгә ҡарап ята бирҙе.Эргәһендә еңгәһе лә юҡ,ҡайҙалыр сығып киткән.Ниңә ағаһын бер үҙен ҡалдырған шундай хәлдә?
-Ағай!
-Ә!
Ҡапыл ғына уның тауышына ағаһы йоҡонан уянғандай булды.
-Кем?Кем был? Миңлегөл,минекеләр килдеме әллә?Кем бар?
Ағаһы тауышҡа башын борорға итә, тик хәле юҡ,үҙе алға ҡулдарын һуҙа.
-Ағай!Был мин-Гөлшат,мин килдем ,ағай!Кейәүең менән килдек!-тип ҡабатланы ҡатын.
Шул саҡ ире Таһир ҙа ҡайнағаһының ҡулдарынан тотоп:”Ҡайнаға,был бит беҙ Гөлшат һеңлең менән Таһир кейәүең,беҙ килеп еттек!”-тип өндәште.
-Гөлшат,Гөлшат!-ағаһы уның исемен бер-нисә тапҡыр ҡабатланы.-Бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ. Гөлшат, Гөлшат! Таптым! Таптым, һеңлекәшем, кейәүем!Рәхмәт!Килеп еттегеҙме?-тип өҙөп-өҙөп өндәште.Ике күҙенән дә әсе йәштәре тиртеп сыҡтылар ҙа яңаҡ соҡоронда туҡтап ҡалдылар,боҙ кеүек һалҡын ҡулдар әкрен генә ҡыймылдап Гөлшаттың ҡулдарына ҡағылды.
-Ағай,ағайым!Ағаҡайым,-тип сеңләне ҡатын,ағаһының бармаҡтарын битенә ҡуйып.
Ислам ауыр итеп тын алды.”Рәхмәт,рәхмәт,һылыуым,кейәү,рәхмәт!-тип шатланғанын белдерҙе..
-Һағынғайным...һағындым!-тип бышылданы күгәргән ирендәре.
Ағаһының ошо хәленә тыныс ҡына ҡарап тороу мөмкин түгел,ул атылып коридорға сыҡты ла дауалаусы табипты эҙләп китте.
-Бәлки һуң түгелдер,ярҙам итеп булалыр.Шундай йәп-йәш кешенең ауырыуға бирешеүе мөмкин түгел!Уға бит бары ҡырҡ биш йәш!Әле йәшәргә лә йәшәргә!
Ләкин табип өмөтләндерерлек хәбәр әйтмәне,бокалға һалҡын һыу һалып бирҙе лә:
-Тынысланығыҙ,ултырығыҙ, зинһар,һеңлекәш!Сабырыраҡ булығыҙ, түҙемлерәк.Күҙ йәше менән һеҙ уға ярҙам итә алмайһығыҙ,янында тауышланып,ҡысҡырып илай күрмәгеҙ,әрнеүҙәрен көсәйтерһегеҙ үлем түшәгендәге кешенең.Ҡулдан килгәндең барыһын да эшләнек,врачтар бит алла түгелбеҙ,үлем алдында көсһөҙбөҙ.Беҙ уны үткән төндә үк үтер тигәйнек,берәйһен көтәлер,ахыры,-тип яуап бирҙе.
Күҙ йәштәренә быуылып,ҡысҡырып ебәрмәҫ өсөн ирендәрен ҡанатҡансы тешләп,һыуыҡ тәҙрә быялаһына башын терәне Гөлшат.Үкһей-үкһей:
-Әсәй,атай!Әл дә һеҙ күрмәйһегеҙ ошо фажиғәне,балағыҙ үлемен күрмәй фани донъянан китеүегеҙ менән бәхетлеһегеҙ-,тип һыҡтаны.
...Ғаиләлә иң өлкәне булараҡ, Исламға иғтибар ҙа,һөйөү ҙә күберәк эләкте бала сағында.
Өләсәһе менән ҡартатаһы ла уның алдына ни алып,ни ҡуйырға белмәй торҙолар.Ул үҙе лә бигерәк яғымлы бала булды,ете йәше тулғансы өләсәһе менән ҡартатаһының урталарында йоҡланы.Иң тәмле мәмәй-Исламға,иң яғымлы яратыу һүҙҙәре лә уға тәғәйенләнде.
Ләкин малай бындай уҡ иркәләүҙәрҙән ырбайып,ҡотороп китмәне,бәләкәй генә көйө ҡул араһына инде,мәктәпкә барғас,уҡыуҙа ла һынатманы,гел яҡшы билдәләренә генә өлгәште.Шул йылдарҙа йырлау һәләте лә асылды, сәхнәләрҙә сығыш яһай башланы.Тик ауыл кешеләре өсөн йырлап тамаҡ туйҙырыу еңел-елпелек һанала,шуға күрә һигеҙенсе класты тамамлағас, ғаилә ағзаларының теләге буйынса ,ул ауыл хужалығы техникумына уҡырға инде. Диплом алғас,ҡыуанып,шатланып,тәүге эш урынына юлланды,ситтән тороп институт тамамланы.Ситтән килһә лә ,ауыл ауыл халҡы уны бик тиҙ үҙ итте.Колхоз хужалары йәш белгесте тәүҙә Сабира инәй менән Нуриман олатайҙарға йәшәп торорға индерҙеләр.Ләкин улары һуңынан Исламды ебәрмәнеләр, үҙҙәренең балалары кеүек яҡын күрҙеләр.
Шул саҡта танышты үҙенең буласаҡ ҡатыны менән Ислам.Егет колхозда зоотехник булып эшләй,Миңлегөл- һауынсы .Ҡайһы яғы менән ғашиҡ иткәндер егетте,ул үҙе генә белә.Тик Исламдың әсәһе менән атаһы ҡыҙҙы һоратырға килгәс,өй хужаһы:
-Балалар (егеттең ата-әсәһенә),һүҙемде ғәйепкә алмаһағыҙ,бер кәңәш бирәйем тигәйнем.Ислам улыбыҙҙы әбей менән бик яраттыҡ. Эшләһә –ҡулынан, һөйләһә- теленән килә.Халыҡ араһында абруйы ҙур,эшен дә бөтә күңелен һалып башҡара.Әйтәһе һүҙем буласаҡ киленегеҙ тураһында.Был ғәйбәт түгел,ғибрәт,балалар.Мөмкин булһа,әле һуң булмаһа,егетте был уйынан дүндерәйек.Миңлегөл-донъя көтөр ,ир ҡәҙерен белер,бала бағыр ҡатын-ҡыҙҙар затынан түгел.Беҙ уны бәләкәстән беләбеҙ,ата-әсәһе-хөрмәтле кешеләр,яҡшынан яман тыуған кеүек инде...-,тип үрһәләнде.
Исламдың әсәһе илап ебәрҙе,атаһының да һөмһөрө ҡойолдо.Тик егет кенә алдына алғанын ҡуйманы:
-Беҙ бер-беребеҙҙе яратабыҙ!Фатихағыҙҙы бирегеҙ,бөтәһе лә һөйләшелгән-,
тип үҙенекен тылҡыны.
“Йәне теләгән-йылан ите ашаған”,”Үҙе абынған иламаҫ”тип ҡыҙҙы бөтә шартына килтереп һораттылар,ҙурлап ике яҡта ла бишәр дуға ҡунаҡ саҡырышып,бүләктәр бирешеп,туй үткәрҙеләр.
Туй үтте лә китте лә ,ә һуңынан бик үкенде лә бит егет,терһәкте тешләп булмай.Бер-бер артлы балалары тыуҙы, ә ҡатын донъя көтөүгә бөтөнләй барымһыҙ булып сыҡты.Һике аҫты йыуылмаған сепрәк-сапраҡ менән тулды,ашарға бешерергә бөтөнләй теләмәне лә ,өйрәнмәне лә.Иренең тапҡан-таянғанын магазиндан ҡыйбатлы шоколад,кәнфит һатып алыуға тыҡты.Ни матур итеп өй йыйыштырырға өйрәнмәне,нәзәҡәтле итеп кейенергә лә белмәне.Йомшаҡ итеп әйтеп тә,әрләп тә,оялтып та ҡараны ир-кәкерене ҡәбер генә төҙәтә шул.Тағы ла иң алама холҡон ташламаны-өйҙә торманы.Ир таң менән эшкә китә,ә ҡатын көнө буйы күрше-тирәлә, туғандарында, таныштарында хәбәр һөйләп, тамаҡ туйҙырып тик йөрөнө.Ислам эштән ҡайтыуға өй һыуыҡ,балалар ас.Ярай, балалары әсәләренә оҡшаманы.Үҫә торҙолар,өйҙәге эште бүлешеп ала торҙолар.Аталары эштән ҡайтыуға малайҙары аҙбарҙағы эште бөтөрһә,ҡараҡай ғына ҡыҙсығы Фирүзә бәләкәй генә көйгә һыйыр һауырға,ашарға бешерергә өйрәнде.Балалары аталарының алдында,уның иғтибары аҫтында үҫтеләр.Эйе,яҡшы атай булды Ислам.Бер ата-әсәләр йыйылышын ҡалдырманы,әллә нисә йыл буйы ата-әсәләр комитетын етәкләне.Һайлауҙарҙа комиссия председателе булып эшләне.Этеп-төртөп саҡ һигеҙенсе класты тамамлаған Миңлегөл балаларының үҫкәнен дә күрмәне.
Өйөнә райондан килгән түрәләрҙе лә алып ҡайта алманы Ислам,уларҙы күберәк колхоз ашханаһында ғына һыйлап оҙатты.Ир ҡәҙерен белер ҡатын булһа,хәләленең абруйын күтәрер, сит кешеләр алдында бөхтә доньяһын, ризыҡ тулы өҫтәлен күрһәтер ине...
Шундай тормош ҡаҡшатты ирҙең һаулығын.Бисәле көйө бисәһеҙ булды,өҫтө-башы кейемгә,тамағы ашҡа туйманы,иғтибар,наҙ,ҡәҙер-хөрмәт күрмәне.Ваҡытында дауаланып,ял йорттарына барып һаулығын нығытһа,ҡырҡ биш йәштә генә үлем түшәгенә ятмаҫ ине.
Гөлшат тәҙрәнән урамға ҡарап,ағаһының асы яҙмышын уйлап,әрнене.
-Гөлшат апай!Атайым саҡыра һине,-тип өндәште Исламдың өлкән улы Тимур.Тағы, йыйылышып, ағаһы эргәһенә инделәр.
-Мине тыңлағыҙ,һуңғы һүҙҙәремде ишетмәй ҡалмағыҙ!Ауырыу иренен ялап алды.-Балаларым,һеңлекәштәрем,кейәүҙәрем!
Ислам тағы ла бер-нисә минутҡа тынып ҡалды,осо себәлгән уйҙарын тәртипкә һалырға тырышты,ахыры.
-Эй,михнәтле донъя!
Ул ауыр көрһөнөп ҡуйҙы,керпектәрендә йәш бөртөктәре йылтыраны.
-Һеңлекәштәрем,балаларымды яңғыҙ ҡалдырмағыҙ!Аҡса менән ярҙам итегеҙ тимәйем,һәр берегеҙҙең үҙенең ғаиләһе бар.Балаларымды тел ярҙамынан ташламағыҙ ,уҡыһындар,ысын кеше булһындар.Тимур улым,һин ғаиләбеҙ тотҡаһы булып ҡалаһың.Рәхмәт хоҙайыма,әл дә генә һинең һалдаттан ҡайтҡаныңды күрҙем. Туғандарыңды ташлама, һин уларға таяныс бул! Ишеттеңме,улым?
-Ишетәм,атай,ишетәм,-тип бышылданы улы.
Ислам күҙҙәрен ҡапыл ҙур итеп асып,мөйөшкә ҡараны :
-Кем ул?Ниндәй ҡара әҙәм ҡарап тора анауынан?
Бөтәһе лә тирә-яғына ҡаранды,тик бер ниндәй таныш булмаған кешене күрмәнеләр.
-Миңә туп-тура ҡарап тик тора,ниндәй ҡара әҙәм ул?-тип ҡурҡып мөйөшкә баҡты Ислам.
-Бер кем дә юҡ бит,ағай,бер кем дә юҡ!-тип ҡарайҙар,ә ул һаман мөйөшкә баға,аптырай.Күңелдәрҙә шом,йөрәктә сәбәпһеҙ ҡурҡыу хисе уянды.
Ислам балаларына,туғандарына ҡарап өҙөлгән фекерен дауам итте:
-Һеңлеләрем,балаларым,дуҫ йәшәгеҙ,бер-берегеҙҙе ташламағыҙ.Был донъяла әҙәм ҡунаҡ ҡына икәнлекте онотмағыҙ. Һәр яңы тыуған көнгә,йылмайып ҡалҡҡан ҡояшҡа ҡыуанығыҙ,Хоҙай тарафынан бүләк ителгән ғүмерҙең ҡәҙерен белегеҙ!Барығыҙ хәҙер сығып тороғоҙ,мин әҙерәк ял итеп алайым!
Палатанан күҙ йәштәренә төйөлөп сыҡтылар ҙа һәр береһе үҙ уйҙарына уйылды.
***
Гөлшат Миңлегөл еңгәһенең һаман килмәүенә иғтибар итте,күрше бүлмәлә ятҡан ҡатындарҙан уны күреү-күрмәүҙәрен һорашты.
-Иртән бында ине,магазинға-фәләнгә сыҡманымы икән?-тип һорауға һорау менән яуап бирҙе бер ҡатын.
Гөлшат ишек төбөндәге күшеткаға ултырып,күп илауҙан шешенгән күҙҙәрен йомдо ла,башын стенаға терәне.Күҙ алдында ағаһының көл төҫөнә ингән йөҙө,ҡарайған тырнаҡлы бармаҡтарының юрғанды йомарлап тотоуы,ҡолағында ағаһының хәлһеҙ генә тауышы сағылғандай.
Кинәт йөрәк тәңгәлендә ныҡ ауыртыу тойҙо,әллә үҙе,әллә тағы кемдер ыңғырашты.Ҡатын һиҫкәнеп китте лә,һикереп тороп, палата ишеген асты.
Был ваҡытта Исламдың һул ҡулы аҫҡа һәленеп төшкән,ике ҡолағы ла ҡарайған,үҙе йөҙтүбән ятҡайны.
-Ағай!Ислам ағай!
Гөлшат йүгереп килеп ағаһын әйләндереп ебәрҙе.Был мәлдә Ислам михнәтле донъяны ташлап,баҡыйлыҡҡа күскәйне инде.
Барыһы хәрәкәткә килде:кемдер илай,һыҡтай,үкһей.
-Аһ-аһ!-тигән тауышҡа бөтәһе лә ҡапыл илауҙан туҡтап,ишеккә әйләнеп ҡараны.Ишек төбөндә бер устай кәнфит һалынған йылтыр моҡсай тотоп Миңлегөл баҫып тора ине...

Читайте нас: