Өҫтәл артындағы өс ир араларындағы берәүһенең һөйләгәнен тыңлап дәррәү ҡысҡырып көләләр, һүҙгә ҡеүәт өҫтәп үҙҙәре лә ара-тирә ҡыҫтырып ебәрәләр.
-Туҡтама...-тип инәлә тиһең инде.
-Кит, шыттыраһыңдыр ул, булмаҫ...
-Тссс, әсәйеңдең ишетеп ҡуйыуы бар...
-Ишетмәй ул, аңра ҡарсыҡ тауышланғанды һиҙһә лә нимә аңлай тиһең. Деменция, маразм...-быныһы улының тауышы.
Ишетә, һаңғырау тигәс тә анауынса ер ярып ҡысҡырып көлгәндәрен дә ишетмәҫкә, хатта нимә тураһында, кем хаҡында һөйләгәндәрен дә аңғара, тик бөтә белгәнен һөйләп йөрөр йәштән үткән, уғата тигәс тә, быға ғына аҡылы етә.
-Әсәйең ауырымайҙыр ул, беҙ килгәне бирле күренмәй ҙә, ахыры гел генә сыға һалып беҙҙе ҡайтырға ҡабаландыра торғайны ла.
-Әҙерәк өшкөрөп алдым, өшкөрөү ҡарттарға килешә ул. Үткән айҙа түләүҙәргә биргән аҡсаһын таптыра, әйткәйнем бит ҡайҙа киткәнен, әле шуны һиҙеп ҡалған. Ике айға түләйем, бурысым бар тигәнгә пенсияһын бирмәй ҡырталаша, үлергә ятҡан әбейгә аҡса нимәгә, ашарына ташып торам. Усынан һыпырып вис тарттым да алдым аҡсаһын, шуға үсегеп яталыр.
Быны ишетеп йәнәшәләге бүлмәлә ылбырап бөткән тышлы юрған ябынып ятҡан Баныу әбейҙең йәне әрнене, күҙ йәштәрһеҙ күкрәге менән генә һулҡылдап иланы, үҙенсә улының аҡсаһын тартып алыуын берәүгә лә өндәшмәҫкә ниәтләгәйне, дуҫың бар, дошманың бар, әҙәм көлкөһөнә ҡалдырҙы, ояты ней тора.
Эсә шул эсә, улы эсмәһә бөтөнләйе менән тотторор ине лә пинсейәһен, аҙнаға ла еткермәй бөтөрә ул хәҙер, унан ултыр шунан ай буйы тешеңдең һыуын һурып. Әлегәсә тотошлай тартып алырға яҫҡынмай торғайны, уға күрһәтмәй бүлеп-бүлеп йәшереп ҡуя ине, был юлы пинсейә таратыусыны көтөп ултырҙы, ул сығып китеү менән тартып та алды, бына ултыралар хәҙер шайтан туйы ҡороп.
Тағы светҡа түләмәһә өҙөп китмәҫтәр тимә, пинсейәм килһә күршенән бер банка ҡаймаҡ алырмын тип тамшанғайны, быныһы сусҡа колбасаһы тотоп ҡайта торған, уныһы ла ҡалмаҫ инде хәҙер үҙенә иртәнсәккә ҡабырлыҡ та.
Үҙеңдеке үҙәктә, тип белмәй әйтмәгәндәр икән боронғолар, үҙәккә генә үткәрҙе.Ваҡытында үҙенә тейгеһеҙ ҡатындар ҙа алып ҡараны, эскән кешелә кем торлаһын, балалары ғына кеше ҡулында үҫәләр, йә, тере етемдәр һанын арттырып. Бында ла алып ҡайтып йәшәп ҡараны ҡайһы ҡатындарын, үҙе лә китеп өй кейәүе булып ингәне булды, холҡон белеү менән ҡыр тибәләр, хәҙер йәшәй әсәй елкәһендә.
Әҙме-күпме йәшәп киткән килендәрен ғәйепләмәй Баныу әбей, үҙе улының холҡон белгәс йәшәһендәр генә тип тырышты, бар ризығын уларға тип яраштырҙы, күңелдәрен күрер өсөн ваҡ-төйәген бүләккә бирҙе. Тыуа тыуғандан, әҙәм күрке сепрәк тип, улының өҫ башын ҡараны, йәнәһе кеше алдында матур күренһен. Килә торҙолар килендәр, өйҙәге булған ялтыраған-йышыраған тарала барҙы, күптән тәрбиә күрмәгән өйҙә иң кәрәкле донъя кәрәк-яраҡтары ғына ҡалды.
. Бабайы тырыш булды, әүәлерәк ваҡытында етеш, күркәм генә донъя йыйылды, яңыртып, төҙөкләндереп тормаһаң тарала икән, бер һин йыйнаҡлау менәнме, әзмәүерҙәй улың ҡыл да ҡыбырлатмағас.
Гел улай булманы, элек әйткән эште теләмәһә лә башҡарырға тырыша ине, Баныу әбей түләп алдырған утынды ла ярып өйөр ине, сабырһыҙ әсәһе әлбиттә эргәһендә өйөрөлдө, һыуын-тәмәкеһен килтерҙе. Боҙҙолар баланы, ауылдың эшһеҙгәримдәренә эйәреп йөрөп боҙолдо, әле яғырға бер ҡосаҡ утынды сәрпеп индергәнсе ҡырҡ һүҙгә етә, түләп эшләтә күп эшен шуныһы ҡыйын, үҙ балаңа инәлеп тороуы, үҙе белеп эшләргә тейеш йәштә лә һуң, яңы ғына ҡырҡты ашатланы.
-Бөтә ауыл газ үткәреп бөттө, ғүмер буйы эшләнем тиеүеңдән ниндәй фәтеүә, пенсияң ашауыңдаң үтмәй.
Әҙ генә булған пинсейәһенә гел кәмһетеп төрттөрөүе, бер үҙе ашамай бит, ул да һоғонорға ярата, тәмлеһе уға эләгә, ул иҫенә лә төшөрмәгән балаларының күңелен йомшартырға теләп һаман күстәнәсен, тыуған көндәренә бүләген юлайҡан ебәрергә тырыша, үҙҙәренеке бит, алиментын түләмәгәс, килендәре күптән ҡул һелтәнеләр, судҡа бирмәгәс тә рәхмәт, үҙ балаларын үҙҙәре күтәрәләр.
-Ана, кешеләр балаларына ҡаланан фатир алып биреп бөттөләр, һеҙҙән бер иҫке өкәләк, туҙып бөткән өй ҡала, утын еткереп булмай, ятыр инем ҡалала йылы өйҙә бот күтәреп.
. Кәнишнә алалар, кемдең үҙ балаһын бөткән ауылда ҡалдырғыһы килһен, мәктәп юҡ, клуб юҡ, медпунктты яптылар, бер магазин ҡалды, уныһы ла тик араҡы менән генә алдыра, юғиһә күптән ябылыр ине.Ана Мөхәмәтйәр күршеһе күпләп мал аҫырайҙар, балалары тырыш, бергәләп тырышҡас һәммәһе лә ҡалала өйлө булдылар. Үҙҙәре бабайы барҙа уҡ улы машина һорағас мал-тыуарын кәметеп һатып арыу ғынаһын алып биргәйнеләр ҙә, күп тә йөрөмәне, онтап ултыртты, аҙаҡ тиреп һатып бөттө. Ярай үҙе һау ҡалғас тип ҡул һелтәнеләр, эскән кешене машина яратамы. Унан бабайы ҡапыл ғына китеп барҙы, эстән көйөп йөрөгәндер, һаулығына бик зарланмай ине, иртә китте.
Бер һыйырға ҡалғас та бирешмәй ине әле Баныу әбей, кредит алып түләмәй йөрөгән булған икән улы, банктан янай башлағастары һыйыры менән башмағын һатып уныһын түләште, үҙенеке бит, уға ауыр саҡта ярҙам итмәһәң кемгә барһын, ҡалған өлөшөн үҙенең ризалығы менән пенсияһынан тоттолар. Ул саҡта бер ҙә Баныу әбейҙән фатир таптырманы, шым ғына йөрөнө, хәҙер генә хәле бөткәс ажырая башланы, ҡулын да сосайта башламаҫ тип әйтеп булмай, булыр унан.
Мине лә тәъмин итә алмағас нимә өсөн таптың тип һалды, көтөп алған ҡәҙерле бала булды лаһа, уҡытыусылары кеймәгәнде кейҙереп үҫтерҙеләр, алдынан тәм-том өҙөлмәне, килһә-китһә сумка тултырып тейәнеләр, әле килеп миңә фатир һатып алманығыҙ имеш. Үҙе тырышһа ярҙам итмәҫтәр инеме, ана яңғыҙ үҫтерһә лә Сәмиғәнең улы Себер сығып китеп былаялайым өй төҙөнө ҡалала, бөтә ауылды тиерлек өй туйларға аятҡа саҡырҙы. Баныуҙың эсе көтөрләмәгән тиһеңме, ожмах йортондай өйөн күреп эсе ҡайышты, бер нихәл итеп булмай, был йөрөй араҡыға алданып, үҙен мәңге йәш егет итеп тойоп. Аҡса яратһа ла, эшләгеһе бер ҙә килмәй, хәҙерҙән пенсияға сығырға хыяллана.
Пинсейәһе былай ҙа уға китә, ҡыҙғанмай ул, тик ниңә татыу йәшәмәҫкә, ниңә эсергә. Былай ҙа китек күңелен ниңә рәнйетергә, бер тапҡыр ҙа күңелендәген сығармай йөрөгәс тә, тауыш күтәрергәме уға, талаш сығарырға тырышмай ғына; бер ҙә аңра әбей түгел, үҙ балаһын кем яманлағыһы килһен, өйҙә әрләһә лә кешегә гел маҡтай.
Ҡысҡырып һүгенеп әрләп миңә ҡаланан фатир алып бирмәнегеҙ тиеүе менән һис килешә алмай Баныу әбей, ҡырҡ йәшенә тиклем хәленсә уны һөйрәй, уға ғына түгел балаларына ярҙам итергә тырыша, шуны аңлаһасы. Үҙенән сығарып уларға бер ҡулъяулыҡ алып биргәне юҡ, үҙе асыҡҡанда балаларым нимә ашай тип уйлана тиһеңме, үҙ бауыры булғанға ғына өндәшмәй. Әйтергә түгел, эшләй ул ауыл араһында, хатта кешеләр ихлас, ярҙамсыл, аралашыусан тип тә маҡтайҙар уны, әммә бар тапҡаны тамағына китә, өҫтәүенә тәмәкеһе. Өйгә инеү менән күҙ менән ҡаш араһында эсе тышҡа әйләнә, әллә күҙенә бире булып күренәмме икән тип тә уйлай башланы Баныу әбей, сыхырлағандарҙыр тигән уй ҙа килә ҡайһы ваҡыт башына, аптырағандан инде. Шул тиклем дә әсәһен күрә алмағас ниңә ҡырға сығып китеп эшләмәй, әйтеп ҡараны, юллыҡ аҡсаһын да төйнәп бирҙе әллә нисә тапҡыр, йә эш тапманым тип ҡайта, йә түләмәгәндәр. Бер ҙә һуғышҡа барғыһы килмәй, Аллам һаҡлаһын, уныһына Баныу әбей ҙә ҡаршы, һау ғына булһын, өйҙә ултырһын, эсмәһен генә, дуҫыңа түгел дошманыңа күрһәтмәһен бала ҡайғыһын.
Тағы кеше көнлө булып ятырға яҙмаһын, һуңғы ваҡытта башы әйләнеүе йышайҙы, ҡолағы геүләй, өйҙәге ваҡ төйәк эште башҡарыуы ла ауырлаша, улы эскән сынаяғын да сайҡап ҡуйырға өйрәнә алманы әйтәгүр. Әле лә йыйыштырылған өҫтәл тирәһен сусҡанан былайыраҡ һынын килтергәндәрҙер, мейес тирәһе тәмәке төпсөгө менән тула торған, мөрйәне асып өйҙө һыуыталар, әйтһәң тағы һин яман.Кемгә оҡшап былай булды, атаһы, ҡайныһы арыу кешеләр булдылар, тоҡом тарта тиер инең, Баныу үҙенең атаһын хәтерләмәй, атайһыҙ үҫте. Әллә ошо телефон тигәне балаларҙың мейеһен шыйығайтты, аптырарһың.
Ярай әле хөкүмәт уға пенсия түләй, бына ул ҡартайһа нимә эшләр, эш стажы биш йылға туламы-юҡмы, кемгә барып төртөлөр икән, шуныһы ҡурҡыныс, бында башын-күтен үбеп үҫтергән балаңа кәрәкмәйһең; хәленән килһә пенсияһын үҙе алып, Баныуҙы әсәй тип тормай сығарып ырғытыр ине, булмаҫ тип әйтеп булмай, ней бирер был Хоҙайым.
Ҡара төнгә тиклем нимәгә һуҙылып ултыраларҙыр, сығып ҡына китһәләр тороп тамағын сылатыр ине, береһе лә ғаиләле түгелдәр исмаһам, шуның менән ирҙәргә ҡытлыҡ тейҙәр, бушты һөйләйҙәрҙер. Эш юҡ тигәндәренә лә ышанмай, һауһаҡ кеше нисек итеп ике ҡулын һәлберәтеп эшһеҙ ултырһын, телевизор ҡарағанда ла буш ултырып булмай, бәйләйһең, йә тегенәһең, ә былар?..
Әсәһенә үпкәләй алмайҙыр, эскелек менән әйткәндер, ҡырҡҡа еткән балаң өй алып биреүҙе һораһын әле, ыстағафирулла, йә, үҙенең балалары ваҡыты етеп унан шулай һораһалар уларға бирерлек нимәһе бар, шуны уйлаһасы, өф итеп үҫтергән балаңдан йә, шуны ишетсе.
Елкә тамырҙары тартып, башының сигәһенә сүкеш менән һуҡҡандай тойолдо, күҙ алдында йәшен уты ялтланы. Аңындағы һуңғы уйы, кеше көнлө итмә Хоҙайым, булды.
Өмөт йәшәтә кешене...
Гөлдәр әбей.