Все новости
Проза
26 Мая 2023, 11:00
ОБЩЕСТВО

Ҡатыҡ маска эшләйһегеҙме? Мәҙәк хәл. Зөлфирә Таһирова

Өләсәйем гел генә бит тиреләренең ҡоро булыуына зарланды. Ул саҡта крем-фәлән бик булмағандыр ҙа инде. Кемдер уға ҡатыҡтан маска эшләргә кәңәш иткән.



Беҙ уҡыуҙа саҡта өләсәй битенә мул ғына итеп ҡатыҡ һөрткән дә, ятып торған. Оло кешенең күҙе эленеп киткән. Ишек шаҡығанға уянып китә был. Ҡараһа, Ғәле ағайым (үгәй атайым) килгән.

Өләсәй берҙән-бер кейәүен өйгә әйҙүкләгән, йәһәтләп йөрөп сәй әтмәләгән. Хәҙер былар ҡапма-ҡаршы ултырып, ваҡ-төйәк хаҡында һөйләшә-һөйләшә, сәй шөрпөлдәтә башлаған. Былай ҙа һүҙгә һаран ағайым, башын эйеп, ҡәйнәһенең һорауҙарына "эйе","юҡ" тип кенә яуаплап, сәй эсә, ти😂

Беҙ оҙаҡлағас, Һабырҙа булған йомошон йомошларға, тип ағайым сығып киткән. Дәрес тамамланғас, беҙ ҡайтып индек.

Ишектән инеү менән, ап-аҡ битенән ике күҙе йызлап ҡына торған өләсәйҙе күреп, иң беренсе мин шарҡылдап көлөп ебәрҙем. Өләсәй бер нимә аңламай миңә аптырап ҡарап тора👀

-Атағатаҡ, нимә клаун курҙеңме әллә? Ана, ағайың һеҙҙе алып ҡайта килгән ине, әллә нимәһен ҡабаланып, сығып китте,- ти.

Мин туҡтай алмай:
- Өләсәй, нимә эшләп алдың ул?-тейем.
-Нинемә булған, шарҡылдап тик торасы,- тип һуҡранды өләс.
-Көҙгөгә ҡара әле,- тип яуаплайым, һығыла- бөгөлә. Өләсәй, көҙгөгә барып ҡараны ла, үҙенән үҙе ҡурҡып, "терт" итеп ҡалды.
- Ауыҙыңа төкөрәйем, амауыҙ әбей, һыумейе,- тип үҙен әрләп алып китте😂😂😂
-Битем ҡыштырлап тик торғас, кеше ышандырып, ҡатыҡ һөртөп алған булғайным, онотҡан да ҡуйғанмын, нишана, эшкинмәгән- тип өтәләнеп алып китте.- Уй, Аллам, анау кейәү нимә генә уйлап сығып китте инде. Байғош, хәстрүш, тине инде... Өләсәй шаптырлап йыуына-йыуына мине әрләй, как будто уның битенә ҡатыҡты мин һөрткән😂😂😂

- Етәр әле ҡытҡылдама, бынау бер албаҫтыһына етә ҡалды, ҡалай оят булды, анау кейәү ҡалайтып ҡына сыҙап сәй эсеп ултырҙы икән?!

Мин, бите лыс ҡатыҡ булып, ике күҙен сырт-сырт йомоп, ағайымдың ҡаршыһында эре генә сәй эсеп ултырған өләсәйҙе күҙ алдына килтереп, тамам хәлем бөттө 😂😂😂

Бер аҙҙан ҡайҙандыр ҡартатай ҡайтып инде. Мин, тын да ала алмай, көлә-көлә саҡ һөйләп бирҙем😂😂😂

Ҡартатай:
- Кейәү нинемә тиһен, үәт бауышка даёт, тине инде,- тип ул көлә 😂
Аҙаҡ гел генә:
-Әбей, битеңә ҡатыҡ һөртөп алһаңсы,- тип төрттөрөр булды. Өләсәй, уның һайын үҙен үҙе әрләп, боларып китер ине:

- Нишана әбей, ғүмерендә бер ҡатыҡ һөртөп, уныһын да онотоп, оятҡа ҡалып, ана кейәү аптыраны инде, ҡалайтып сыҙап ултырҙы икән, мин хатта сәй яһап ҡаршыһында ултырам бит әле ...😂

Ә һеҙ битегеҙгә маска эшләйһегеҙме?😂

Читайте нас: