Все новости
Проза
25 Мая 2023, 12:16
ЛИТЕРАТУРА

Шаталаҡ. Хикәйә. Рауза МУСИНА

- Ҡара инде был балаға, урындыҡтан мейес башына менергә итә инде әллә? - Булмаҫ,тимә!Кисә тәҙрә төбөндә баҫып тора ине мин магазиндан ҡайтҡанда.Нисек рамы - маҙары менән төшөп китмәгән?

- Нишләп малай булып ҡына тыумаған!Исмаһам , бер малайың булыр ине.
- Туҡта,туҡта,шаталаҡ, ҡайҙа киттең әле?- әсәй кеше урындыҡтан бөтә кәүҙәһе менән шыуып төшөп ишеккә юнәлгән сабыйҙы эләктереп алды. Уныһы төшөрөүҙе даулап тыпырсынды,ләкин иламаны ла, өндәшмәне лә.
-Ҡуй, баланың матур исемен хур итеп ҡушамат таҡма!,-оләсәйҙән дә артығыраҡ яратыусы бар микән?
- Шундай үҙенә бер төрлө бала инде ул.Күпте беләһе,күпте күрәһе килә!Оләсәй ҡурсауы аҫтында күмәк бала араһында әкренләп үҫте лә үҫте Гөлйемеш.Мейес башына ла менде, ултырғыстан өҫтәлгә, өҫтәлдән шифонер башына ла менеп, төшәлмай ултырғыланы.
-Үҙе иламай ҙа бит әле,- тип атаһы Морат көлә - көлә күтәреп төшөрҙө ҡыҙын.Ысынлап та малай булып ҡына тыумаған,шаталаҡ тек шаталаҡ.
Яҙғы ташҡында Яҙлауҙың күпере ағып киткәс, бригадир күпер һалдыртырға булды.Ул эште балта оҫтаһы Моратҡа тапшырҙы.Мораттың ашап сыҡҡанын ҡапҡа төбөндә көтөп ултырған ҡыҙы - шаталағы сәсен елдән туҙҙыртып артынан сапты.
-Нимә ҡыҙым,атҡа атланаһын киләме?- Морат артынан югергән шаталағын көтөп алды.
- Эһе,- тине лә ҡыҙы ферма кәртәһенә яҡынлашты.
- Яҡын барма, ҡолонон йәлләп тешләп йә тибеп ҡуймаһын.Өләсәйеңдең ҡулбашын тешләгән бит бер саҡ.
Ҡыҙыҡай сабыуынан туҡтап , ауыл ситендәге картуф баҡсаһының кәртә һайғауына менеп ултырҙы.Атаһы бригадир алырға ҡушҡан Абысҡан ҡушаматлы атты кәртә буйына алып килде лә , ҡыҙына ат өҫтөнә ултырырға ярҙамлашты.Уныһы ла аптырап,ҡурҡып торманы, менеп ултырҙы ла,шытырлатып теҙгенгә йәбеште." Их, малай булып тыумаған, ялбырбаш!"
Мал ҡараусы Сәлихтән сбруй - маҙарын алып ферма ҡапҡаһы янындағы арбаға атты ектеләр.Эйе ектеләр шул!Атаһы әйткән бер әйберҙе югертеп килтереп торҙо бит шаталаҡ! Дуғаға көсө етте етеүен,ҡамытты ғына күтәрә алманы.
-Хәҙер мин дә егә беләм атты, - тигәнгә ҡыҙы Морат рәхәтләнеп көлдө.Әйҙә инде,ултыр күперҙең эшен бөтөрөп,бесән сабып алаһы бар!
Ат бышҡыра -бышҡыра саба.Арба келтерҙәп ат артынан ҡалмай. Иң артҡа эленгән дегет силәгенә
хәтле арба ҡабығына һуғылып көй сығарып бара.
Күңелле! Яҙлауға елдертеп китереп тә еткерҙе Абысҡан.
Атаһы яратҡан көйөн һыҙғыра - һыҙғыра алдан уҡ ҡырҡылған, ботаҡланған,ҡайырыһынан араланған имән ағастарын күпер урынына түшәп, ос - остарына арҡыры ағас һалып нығытып ҡаҡты ла,бесән сабырға кереште.
Шаталаҡ шул арала әле кәкре ҡайынға менеп ултырҙы, әле муйыл ағасын әйештереп яңы ҡарая башлаған муйылды ҡабып ҡараны.(Әсе!Бешмәгән әле!)Ҡырмыҫҡа иләүенә һаҡ ҡына һуҡҡылап уҫтарын еҫкәп торҙо ла, оҙон ғына кипкән алабута һабағын ауыҙында буйлатыптырып төкөрөкләне һәм иләүгә һалды.Ҡырмыҫҡалар таяҡты шундуҡ һырып алдылар.Таяҡты ҡаҡҡылап иләү эйәләрен төшөргәс, сыбыҡты тағын ауыҙына ҡапты.Ммммм! Әскелтем!Тәмле!
Ул арала атаһы сабылған үләнде арбаға тейәгән.Шаталаҡ хуш еҫле йәш бесән өҫтөнә менеп тә ҡунаҡланы.Башта бесән араһындағы аҡ сәскәләрҙе йыйып ултырҙы,аҙаҡ бер нисә еләк тә табып ауыҙына һалды.Йомшаҡ бесәндә иҙерәп йоҡлап та китте.
Төшөндә йығылған кеүек булды ла Гөлйемеш,тертләп уянды.Башын күтәреп ҡараған ине,үҙенән йыраҡ түгел арба артына тағылған дегет силәгенең үҙенән йырағайғандан йырағая барғанын күреп, үҙенең арбанан бесәне - нейе менән йығылып төшөп ҡалғанын аңланы.
-Ат һыртына дилбегә менән бер ҡағыуым булды, атым саптырып менеп тә китте.Артҡа боролоп ҡараһам,балам юҡ арбала.Арыу уҡ ара үткәнбеҙ, ҡашлаҡ аҫтында ҡыҙым аптыранып бер күтәрем бесән өҫтөндә баҫып тора.Йәһәт кенә барып еттем дә, яныма ғына ултыртып апҡайттым.Иламаны ла,өндәшмәне лә.Күр инде һин уны!- тип һөйләне атаһы өйҙәгеләргә ҡайтып етеп, сәй эсергә ингәс.Был юлы атаһы көлмәне, үҙе лә ҡыҙы өсөн ҡурҡҡайны,ахыры
-Ни тип уны әпкитәһеңдер инде уны үҙең дә.Малай булһа бер хәл,- тип шелтәләне ҡатыны уны.
-Атта ултырып йөрөргә ярата бит.Ат еккәндә иғтибар менән күҙәтеп тора, ни кәрәкһә, шуны биреп тора.
-Үҙенә бер төрлө бала булды инде.Ҡыҙҙар һауыт - һаба йыуа, иҙән һеперә, ә уның ҡулында бысҡы ла балта."Малай юҡ та, малай юҡ,-" тимә.
Күр ҙә тор, бер - ике йылдан ҙур ярҙамсы буласаҡ!
Ҡайһы ваҡыт юрағаның юш килә бит ул! Гөлйемештең әсәһе ауыр операциянан һуң бер ай больницала яҡты.Гөлйемеш икенсе класта ғына уҡый.Бына шул ваҡытта уҡ һынаны уны тормош!
Атаһы иртән - иртүк мейесте яғып, күмерен усаҡҡа тарта.Ҡаҙандағы һыу шулай йылына тора.Ә ҡыҙыу мейескә суйын тултырып аш ултырта. Тоҙаҡ һалып алған ҡуян итен, уртаға ярылған бер-нисә картуфты, көҙөн йыйылған борсаҡты дүрт литр һыу һыйышлы суйынға тултырып һала ла, мейес ауыҙын яба.Ул эштә саҡта, Гөлйемеше мәктәбенән ҡайтҡас, туғандарына ашата ул. Улары бәләкәй әле, Раушанияға ете тула, тиҙҙән уҡырға төшә, Гөлиәгә дүрт кенә тула өс айҙан. Ҙур ҡыҙы йоҡоһоҙ уның, мәктәпкә үҙе тора, сәсен тарап, йыуынып, форма - альяпҡысын кейеп, китап - дәфтәрҙәрен тултырып та ҡуя.Сәсен ҡыҫҡа итеп ҡырҡа һалды уның Морат.Үреп этләнмәһен тип.
-Алъяпҡысыңдың да ҡараһын ғына кейергә кәрәк.Ҡара кейем кер күтәрә!
-Ярар.
-Ҡыҙым, һыйырҙы уҡыуҙан ҡайтҡас ҡына һауырһың, көн һындырғас.
-Эһе.
-Бесәнде күп итеп һалып китермен.Һарай башына менәһе булма, ишетһен ҡолағың!
- Ярар, менмәҫмен.
Әсәһе больницаға киткәндең иртәгәһенә үк сығып һауҙы Гөлйемеш һыйырҙы.Әсәһенең яулығын башына бәйләгәйне, туҡал еҫкәп ҡараны ла, тик кенә торҙо.Балта, көрәк тотоп көс йыйған бармаҡтар
өсөн һөт һауыуы ауыр булманы.Үҙәккә үткәне сеңгәсәй бармаҡтарының өшөүө.Өйгә ингәс тә әле бераҙ әрнеп торалар.
Ҡулдарын мейескә терәп йылытып алғас, һөттө марля аша һөҙҙө лә, марляһын сайҡатып элеп ҡуйҙы. Әсәһе лә шулай эшләй бит.Һөттө тәҙрә төбөнә ҡуйҙы кәстрүле менән.Үрелеп ишектең келәһен эләктерҙе.Атаһы бешергән ашты ашагас, ике туғаны юрған аҫтынан ғына уның дәрес әҙерләгәнен ҡарап яттылар.Юрған аҫтында йылыыы.Үҙе лә шунда сумды.Туғандарына мәктәптә уҡыған "Ҡамыр батыр" әкиәтен һөйләне.Улары тын ғына тыңланылар, һөйләп тә бөтөрмәне, йоҡлап та киттеләр.Үҙенең дә теле көрмәлә башлаған ине, нисек күҙҙәре йомолғанын белмәй ҙә ҡалды.
-Ҡыҙым, һөртөп ал инде,- тигәнгә уянып китте.
Бер аҙ күҙен ыуып, уяна алмай ултырҙы.
- Уята алманым бит, тәҙрәне алып керәйем тигәйнем,тәҙрә төбөндәге һөттө түктем,- тине атаһы ғәйепле төҫ менән.
Илай белмәгән ҡыҙыҡай түгелгән һөттө һөртөп бөткәнсе иланы.Күрһәтмәй генә.Уға әллә кистән ыҙаланып һауған ике литрҙай һөт йәл булды, әллә әсәһен һағынып иланы.
Шулай февраль айы үтеп китте.Әсәй һауығып ҡайтты.
-Ошо өс баламды уйламаған көнөм, сәғәтем булманы,- тип һөйләне хәл белергә килгән туған -тумасаға, күрше - күләнгә.Улары:
-Аталары үҙем ҡарайым, тип бирмәне бит.Мунса индерергә генә ебәргеләне.
-Гөлйемешең шәп, һыйырын бит ихтияр итмәне, үҙе һауҙы.
-Туғандарын да әүрәтә белә бит әле ул.
-Уҡыуы ла яҡшы.Апаһы маҡтаны йыйылышта,- тиештеләр.
Март айы йылы килде.Гөлйемешкә рәхәт.Әсәй өйҙә, теләһә әхирәттәре менән сана шыуа, теләһә үҙе яратҡан ҡыйыҡҡа менеп ултыра ла, ҡояш йылыһында ҡайын бөрөһө тирә.Һәр балаға бер стакан ҡайын бөрөһө тапшырырға, тине апалары.Ҡайын ағасын ботағы - нейе менән тарттырып килтереп бирҙе Побоище урыҫы.
Юлдыбай ауылынан ҡунаҡҡа килгән Сәмиға инәйҙәре атаһын Хужа Насретдин тип шелтәләне.
Хужа Насретдиндың кем икәнен беләләр барыһы ла.
Киномеханик Рәшит абзый уның тураһында кинаһын алып ҡайтып күрһәтте.
Ғилминәйҙәрҙең ҡапҡаһына афиша элгәндәрен ҡарап ҡына тора ла Гөлйемеш, нимә яҙылған, шуны ятлап, өйҙәгеләргә апҡайтып еткерә.Бер көн "Радуга" тип уҡыны уҡыуын, "дуға" һүҙенә оҡшаған тип ҡайтып әйтте.
-Радуга инде ул атыу, Салауат күпере була, фронтта минең позывной ине шул һүҙ.Атыу кина һуғыш тураһында инде.
Нимә тураһында булғандыр, аҙаҡ ҡыҙҙар менән киналағы көйҙө отоп ҡалып, оҙаҡ ҡына " лә лә лә" тип йырлап, киналағы кеүек парлашып, тансывайт итеп йөрөнөләр.("Синий платочек" булған икән ул йыр).

Был һыуыҡ февралдән һуң тағы ике февраль үтте.
Гөлйемеш тә үҫә төштө, әсәһен аптырауға һалған ҡылыҡтары ғына үҙгәрмәне: ат екһә атаһы, ат дилбегәһен тотам, тип ныҡыша, ҡулынан балта төшмәй, сөнки утын ярырға ярата.Утын эшендә үҙен күпте күргән кеше кеүек тота: ҡайын ағасын ҡырҡыуы рәхәт, имәнде ауыр.Уның ҡарауы, имән түмәре балта төшөп ҡағылыу менән ярылып та китә.
Ҡайын түмәрен дә ярмай ҡалдырмай ныҡымыш ҡыҙыҡай, тик ул түмәр башта ҡайпылсыҡлап ҡына теленә, ярғас, еңеү яулау тантанаһы күңелде күтәрә!
Тауҙай өйөлгән утынды кәритәгә тейәп ташырға һеңлеләре ярҙам итә.Теҙеүен үҙе теҙә, уның дә бит үҙ яйы бар.Эш бөткәс, шул кәритәгә һеңлеләрен алмаш - тилмәш ултыртып ишек алдында шыуҙырып йөрөтә.Бәләкәстәрҙең ҡулдарына тал сыбығы тоттора.Ул, йәнәһе, ат, тегеләре уны "на ла на" тип әйҙәп йөрөтә.Йәй көнө еткәс, атаһы һәм әсәһе менән утын әҙерләргә барырҙар әле, ошолай атҡа ултырып.
Ләкин...
Йәй башланып ҡына тора ине, аталарын үпкә сире мәңгелеккә алып китте. "Хәҙер кем ат егеп урманға барыр инде?"Ун йәшлек ҡыҙыҡайҙың башында гел шул уй булды. Йәй сөгөлдөр, картуф утап, баҡсаға һыу һибеп, бесән эшләп үтте.Быйыл йәй уға салғы ышанып тапшырҙылар.Беренсе көндө сапҡан ере ала- ҡола булды.Әсәһе артынан ҡырып сабып тигеҙләп ҡуйғас, эше өсөн оялыуы бөттө.Кис йоҡлап киткәнсе күҙ алдында салғы ла йәшел сабылған үлән рәттәре булды.Иртән тәнен күтәрә алмаҫлыҡ хәлдә булһа ла, һыр бирмәне, тороп ултырҙы.
-Ят,ҡыҙым, ят әле.Төшкөлөккә картуф бешереп алып килерһең.
Был эш тә яуаплы булғас, унан башҡа ғына бесән сабалар инде ,тип көйөнмәне.Күтәренеп, көндөң эҫеһендә ике саҡрым араны үтеп ҡараһындар әле!
Килеп етеп ,һыуынып та өлгөрмәгән картуфты иртүк киткән бесәнселәргә тапшырҙы ла, салғыға йәбеште.
Кисәге өйрәнгән белемен нығытыу кәрәк!
-Әйҙә, ашап ал башта,балам!
-Асыҡманым әле.Сабып алам һеҙ ял иткәндә.
- Минең салғыны ал.Ул яйлыраҡ.
Этләнһә, этләнде, ҡайынлыҡтағы ҡултыҡты сапты бит! Әсәһе кеүек ҡырып һалды!
Ял урынына килеп ултырғанда, ҡоромланған йәшел сәйгүн ҡайнатылып, усаҡтағы арҡыры таяҡтан алынған ине.
-Бына хәзер асыҡтым,- тине лә Гөлйемеш, кәстрүлдән бер йомортҡаны алды ла , ватырға теләп, тубығына бәрҙе.
-Алабарман, бешмәгән бит әле улар,- барыһы ла рәхәтләнеп көлдөләр.
-Ярар, көлмәгеҙ, эшләгәндә улай ғына була инде ул.Асыҡһаң, ана ҡаймаҡлап, икмәк менән сәй эсеп ал.Ҡыяр аша.Бөгөн сапһаҡ, иртәгә йыйып, күбә һалырбыҙ.Көн ҡоро саҡта кәбәнен дә ҡойҙороп алһаҡ, утын әҙерләргә генә ҡала.
Утын әҙерләшергә көҙөн апаһы ат егеп килде.
Улар әсәһе менән көн буйы Арғы баҡсанан утын ташынылар.Апаһының балаһын ҡарап өйҙә генә ултырҙы Гөлйемеш.Бәләкәй генә асыш та яһаны:
апаһы ла атты үҙе егә икән! Бәләкәй туғаны менән уның ат еккәнен тәҙрә аша һоҡланып ҡарап торҙолар.
-Әсәй, әсәй, ҡара, апайым ат егә!Хас та атайым кеүек итеп!
-Эй, балам, ир - ат эше бит ул! Бер әйләнеп ҡарамаҫ инем!
Эйе, ир -атһыҙ ауыр булды ул йылдар.Гөлйемеш урта мәктәпте тамамлап, институтҡа инергә балл етмәйенсә ауылына ҡайтты.Шатланып ҡайтып инде ауылына.Өйгә ҡайта бит! Урам буйлап килә уңға - һуңға сәләм биреп:
-Индеңме уҡырға?
-Юҡ, балл етмәне.
-Күп етмәнеме?
-Бер фләге бал етмәне.
Артыҡ ҡайғырманы, өйҙә лә эш күп.Яңғыҙ әсәһенә ярҙам итер исмаһам!
Ике баҡса картуфты сығарҙылар.Ырымбурҙан килгән алып - һатарҙарға яртыһын онға алыштырып алдылар.Шулай килеп тора ине ул ваҡытта шундай ҙур машиналар: йә он тейәп, йә ҡарбуз менән.Бер күнәк картуфты ҡосаҡҡа һыймаҫлыҡ ҡарбузға алыштырып, рәхәтләнеп ашап ултыралар ине, өй ишеген ҡаҡтылар.Бригадир икән.
-Ҡыҙым,әйҙә,тиҙ генә фермаға бар.Ваҡытлыса ғына быҙау ҡарап торорһоң.
-Әллә шул, олатай, ҡулдан килер микән?
-Һыйырығыҙҙы һауаһыңдыр бит?
-Һауам да ул...
-Шулай булғас, була инде.Әйҙә, эш күрмәгән бала түгелһең, эшләп торорһоң бер - ике ай, кеше тапҡансы! Аҡса эшләп алырһың.
Бер ай ҙа үтте, ике ай ҙа үтте.Кеше тапманылар.Эшләй ала тигәндәрҙер.Ҡар яуғас, санаһы - сбруйы менән ат биреп ҡуйҙылар.Ферма янынан бесән, һалам ташырға.Төшкө ашҡа беҙҙең
ҡыҙыҡай ат егеп елдереп кенә ҡайта.Бәләкәй саҡтағы үҙе ат егеп йөрөү хыялы тормошҡа ашты бит! Бригадир олатаһы әйткәнсә, аҡсаһы ла килә.Әсәһенә зарплатаны апҡайтып тоттора.
-Эшләүең яҡшы булды әле.Уҡыуыңа өҫ - башыңды юнәтерһең.
Магазинға ҡайтҡан дүрт көҙгө пальтоның икеһен, ике пар гольфи - итек алдылар.
-Бына үҙенә лә, һеңлеһенә лә булды аҡсаны күп эшләгәс, - тине магазинға килеп ингән күрше еңгәһе.
-Һауынсыларҙан дә күп ала бит ул-, тине маҡтап. Был маҡтауға лайыҡ ине ул, бик лайыҡ!
Ул йылды ул совхозға илле биш баш быҙауҙы юғалтыуһыҙ үҫтереп тапшырҙы.
Шулай сыныҡты ауыл тормошоноң ауыр эштәрендә беҙҙең шаталағыбыҙ.Бер эштән дә ҡурҡманы, ни ҡушһалар ҙа ҡыйыу тотондо.
Икенсе йылына уҡырға инде.Уҡытыусылыҡҡа.
Ҡасандыр үҙе кеүек булған ШАТАЛАҠТАРҙы уҡытырға.Тормош белемдәренә уҡытырға.



Читайте нас: