Все новости
Проза
25 Мая 2023, 17:35
ЛИТЕРАТУРА

Миһырбанлыҡ мәҙхиәһе. Хикәйә. Миңзәлә Хәлилова

Йәйге селлә. Ғөбәйҙә өй эҫенеп китмәһен тип, түр яҡ бүлмәнең тәҙрә ҡапҡастарын ябып инде .Ике малайы иҙерәп йоҡлай.Оҙон көн урамда уйнайҙар,кисен арманһыҙ булып ҡайталар,тиҙерәк йыуындырып өлгөрмәһәң,ҡайҙа ултыралар,шунда ойоп та китәләр,хатта тамаҡ ашарға ла хәлдәре ҡалмай.

Ана бит ,оло улы Нурисламдың битендә бер себен ултыра,шуны ла тоймай, ҡолас ташлап йоҡлай бәпескенәһе.Себенде ҡыуып ебәреп,шым ғына ишекте япты.Ял итһендәр әле иптәштәре килеп,уйнарға саҡырғансы.
Ире Ғәйнислам таң һарыһы менән тороп,тиҙ генә ҡапҡылап алды ла,алдан Ғөбәйҙә аҙыҡ төрөп ҡуйған төйөнсәкте тотоп,сығып та йүгерҙе.Бигерәк эш тип йәнен бирә ул.Кешенән артта ҡалып,һуңлап йөрөргә яратмай,ундай кешеләрҙе йәне һөймәй.Таң һарыһы менән китә , эңер төшкәс кенә ҡайтып инә.Балалар һағынып бөтә .Бер көн бәләкәсе,Минисламы:
-Әсәй, минең атайым юҡмы әллә?,-тип һорап ҡуйҙы.
Ғәйнисламға һөйләгәс, башын артҡа ташлап, рәхәтләнеп көлдө.Төндә йоҡлап ятҡан малайҙарын эргәләренә инеп,яратып сыға ла бит,улар һиҙмәй ҡала.Бала аптырарлыҡ та шул.Иртән торһалар аталары эштә,кисен ҡайтһа,улар инде әүен баҙарына юлланған булалар.Йәйҙең бер көнө йылды туйҙырыр ваҡытта эштән ҡалып булмай, көҙгө уңыш өсөн көрәш йәй буйы бара.
Ҡатын усаҡлыҡҡа сығып,самауырын итек ҡунысы менән борҡоторға тотондо.Усаҡ аҫтына ла яғып ебәрҙе,эркет ҡайнатып алаһы бар.Икмәк башы ла яһағайны,ҡабара микән тип,тиҙ генә икмәк силәгенә лә күҙ һалып алды.Шул саҡ бәйҙә торған Юлбарыҫ абалап-абалап өрөргә кереште.
-Малға этебеҙ икенсерәк өрә торған,берәй сит кеше барҙыр,моғайын,-тип, ҡулдарын алъяпҡысына һөртә-һөртә ҡапҡа яғына йүнәлде Ғөбәйҙә. Этте:
-Юлбарыҫ,кеш,тик тор,кемде улайтып ашап бараһың?-тип тыйғас,ҡапҡаны асып ебәрҙе.
Ҡапҡа алдында тулы ғына кәүҙәле,шешмәк битле, әберкәләп тегелгән күлдәк кейгән,уның өҫтөнән йәшел камзул,аяғында ҡара үзбәк калошы,сәстәрен яулыҡ аҫтына йыйған,ике бәләкәй генә этте муйынсағынан бәйләп тотҡан ят ҡатын тора.
-Һаумыһығыҙ,берәй сит кешегә өрәлер тип уйлайым шул.Күрше-тирәне,туған-тыумасаны ,әҡрәбәне таный ул,былайтып ҡыланмай торғайны,ҡалайтып яу һаласы .Ә һеҙҙе бер ҙә танымайым,кем кәрәк ине?
Хәҙер теге ҡатындың ике сәүеге сәрелдәп өрөргә тотондо.
-Тик тор,Лайка,кеш,Стрелка!- Ҡатын ,бауын тартҡылап,эттәрен тынысландырҙы. Шунан иғтибар менән Ғөбәйҙәнең башынан аяғынаса күҙ йөрөтөп сыҡты ла:
-Һин Ғөбәйҙәме?-тип һораны.
-Эйе.
-Улай булғас,мин... мин һинең әсәйең... Мәрзиә булам.Таныш булайыҡ!-тип күрешергә ҡулын һуҙҙы ҡатын.
Ғөбәйҙәнең башына мең ҡырмыҫҡа менеп киткән кеүек,сәстәренең төбө ҡыймылдап ҡуйҙы. Хатта ҡорһағындағы сабыйының шәп-шәп итеп тибеп,әйләнеп ятҡанын тойҙо.Ауыҙы аңҡауына йәбеште,йөрәге күкрәк ситлеген ярырҙай булып,ашҡынып типте,ике сикәһе бурҙат ҡыҙыл төҫкә инде,ҡолаҡ остары ҡыҙарҙы.
-Ә-сә-йем?
Ғөбәйҙә телен саҡ-саҡ ҡыймылдатып,ошо һүҙҙе әйтә алды.
-Нисек ...әсәй!Һеҙ ... әсәйемме?
-Шулай булалыр инде,һинең исемең Ғөбәйҙә,атайың Азамат исемле булһа,тимәк,мин һиңә әсәй тейеш кеше булам.
Ҡапыл Ғөбәйҙәнең иғтибарын урам аша өйҙөң тәҙрәһенә ҡапланған апһынының аптыраулы ҡарашы йәлеп итте.
-Әйҙәгеҙ,ишек алдына үтегеҙ,ана бөтә кеше хәҙер тәҙрәгә ябырылды,-тине ул,яңы танышын ҡапҡаны асып,ишек алдына үткәреп.-Әйҙәгеҙ,үтегеҙ.
Ишек алдына ингәс,Мәрзиә эттәренең бауын ысҡындырып ебәрҙе.Улары пыр туҙып ишек алды буйлап йүгерергә,еҫкәнергә кереште.Сит эттәр ихатаға кергәнен яратмаған Юлбарыҫ,үҙе бәйле торғас,көнләшеүенәндер ҙә, тағы ла нығыраҡ итеп,сынйырҙан ысҡынып ашарҙай булып,ярһып-ярһып дауланы.
-Юлбарыҫ,туҡта ,тауыш алдырмайһың,етәме,юҡмы,бар ояңа инеп кит,-тип хужабикә ысынлап та орошҡас,ғәйепле төҫ менән ояға инеп китте лә,ишектән башын ғына тығып,үҙ һүҙен бирмәй,ят ике сәүеккә ҡарап тештәрен ыржайтып,ырылданы.
Ә Ғөбәйҙә һаман да ишеткәненә ышана алмай,үҙе алты айлыҡ сағында ғына белгән,унан һуң егерме ике йыл үткәс ҡаршыһында баҫып торған,хәҙер сит-ятҡа әйләнгән әсәһенә аптырап ҡараны.
-Ниңә ул тиклем аптыраның ,Ғөбәйҙә?Мине үлгәндер тип уйланыңмы әллә.Юҡ!Бына мин тере,-тип һөйләнде ҡатын.
Ошо кеше уның әсәһеме?
Ул ҡатындың йөҙөнән таныш һыҙаттарҙы эҙләне.Егерме ике йыл элек уның яҙмышын бөтөнләй икенсе юҫыҡҡа бороп ебәргән ,алты айлыҡ балаһын ҡарт ҡәйнәһенә ҡалдырып,һалдат хеҙмәтендә йөрөгән иренә хыянат итеп,сығып киткән кеше ошомо?
Ғөбәйҙә,һорауҙарына яуап эҙләй-эҙләй йөрөп,табын әҙерләне:урындыҡҡа ашъяулыҡ йәйеп, батмусҡа самауырын күтәреп ултыртты. Таш келәттән ҡаймаҡ, ҡорот, майланған сейә, бөрлөгән алып инде.
-Әйҙәгеҙ,ултырығыҙ,сәй эсеп алайыҡ-,тип юлаусыны табынға саҡырҙы.
-Былай ап-арыу ғына йәшәп ятаһығыҙ икән,нисә балағыҙ бар?
-Ике.Ике улыбыҙ бар.
-Тағы йөклөһөң икән.Нимә уйлап тағы бала табырға итәһең,береһе артынан икенсеһен,күп бала хәйерселек билдәһе инде ул!-тип һалды әсәй тигән кеше.
-Беҙ уларҙың һәр береһен көтөп алабыҙ,һәр бер бала үҙ ризығы менән тыуа,-тип яуапланы Ғөбәйҙә.
Шул саҡ:
-Себә,сығығыҙ бынан,ҡара әле хәсистәр соланыңа ингән бит,килен.Кем эттәре былар?-тип һөйләнә-һөйләнә, ҡәйнәһе Сабира килеп инде.-Әллә ҡунаҡ бармы,килен? Улың менән киленеңә бер ят ҡатын килеп инеп китте тип тора күрше Мөғлифә,әллә ҡоҙаса килеп төштөмө, тием?
-Эйе,ҡәйнәм,ҡунаҡ килде, ҡоҙасаң түгел,быныһы ...минең әсәй тейеш кеше.
-Ыстағафирулла,ысынды һөйләйһеңме,шаяртыуыңмы?Ниндәй әсәйең ти,булмаҫтайҙы.
-Мин ,ысынлап та,киленеңдең әсәһе булам,исемем Мәрзиә.
-Алай икән,ҡайҙан ...килеп сыҡтың?Ниндәй ел ташланы?
-Мин күрше районда йәшәйем, Ғөбәйҙәнең ошо ауылда тороуын белә инем.Гел генә һорашып,белешеп торҙом.Бына хәҙер килергә ,күрергә , танышырға йөрьәт иттем.
-Ярай,улай булғас,ҡамасауламайым,һөйләшегеҙ,-тип килене сәй табынына ҡыҫтауға ҡарамаҫтан,сығып китте Сабира.
Бигерәк аҡыллы шул ҡәйнәһе,килененең хәлен аңланы, һөйләшһендәр, аралашһындар, аңлашһындар тиеүелер.
***
Ғөбәйҙәнең эсе тулы ут-ялҡын.Ғүмер буйы хыялында йөрөткән,ниндәй икәнен белмәһә лә төштәренә килеп ингән,һағынып бәғерҙәре өҙөлгән кешеһе бына алдында ғына,ҡул һуҙымы ерҙә генә ултыра.Күңелдәре айҡалып,сайҡалып,йөрәге елкенеп,уйҙарында бала сағына ҡайтты ул.
Үҙен белә башлағандан бирле ташланған,әсәһе ташлаған бала икәнлеген белеп үҫте Ғөбәйҙә.Иң яҡын кешеһе-ҡартәсәһе булды.Кинйә малайының бер бөртөк ҡыҙсығын ҡуйынына ҡыҫтырып,ел-ямғыр тейҙермәйенсә үҫтерергә тырышты Хәтирә әбей.
Азамат ,әсәһе менән кәңәшләшмәйенсә, урман яғына ағас ҡырҡырға йөрөгәндә, танышып, эйәртеп алды ла ҡайтты Мәрзиәне.Әсә кеше улының теләгенә ҡаршы килмәне, шартына килтереп,бата уҡытып,туғандар менән таныштырҙы. Йәшәп китте йәштәр,әмәлгә ҡалғандай,шул йылды Азаматты һалдат хеҙмәтенә саҡырҙылар. Йөклө булып ҡалған кәләше,Азамат өс йыл йөрөп ҡайтыуға ,алты айлыҡ ҡыҙсығын олоғайған ҡәйнәһе ҡарамағына ҡалдырып,икенсе иргә эйәреп сығып киткәйне инде.Хәтирә ҡартәсәһе Ғөбәйҙәне кәзә һөтө эсереп үҫтерҙе.
-Эй,етемәк бәрәскәйем минең,бәхетле ,оҙон ғүмерле,тәүфиҡлы бул инде,балаҡайғынам!-тип алҡынып,талпынып теләктәр яуҙырыр ине ҡартәсәһе.
-Үҙем тегеләй-былай булғансы балаҡайымды аяҡҡа баҫтыра алһам ярар ине.Хоҙайым,ғүмеремде генә бирсе ,-тип алҡынып теләп ултырыр ине мәрхүмә.
Үҙе Азаматы һалдат хеҙмәтен тамамлап ҡайтыуға,килен дә йәүкәләп ҡуйҙы. Күрше ауылдан йәше үтеп барған Ғәйниәне һоратып барҙылар. Ҡарт ҡыҙҙар иҫәбендә йөрөгән Ғәйниә инәлтмәй генә ризалығын бирҙе, Ғөбәйҙә үгәй булһа ла әсәйле булды.
Бер –бер артлы һеңлеһе , ҡустыһы донъяға килде. Тик “иртә уңмаған кис уңмаҫ,кис уңмаһа,һис уңмаҫ “тигән кеүек,һуғыш башланып китте. Бәләкәй ҡустыһына бер ай тигәндә атаһы ҡарт әсәһен, ҡатынын ҡара ҡайғыға һалып, ут эсенә барып керҙе.Шул китеүҙән әйләнеп ҡайтманы.Тәүҙәрәк хаттары килеп торҙо,шунан “Батырҙарса һәләк булды” тигән ҡағыҙ алдылар. Ҡартәсәһе был ауыр ҡайғыны күтәрә алманы ,аңҡы-тиңке булып йөрөнө лә,фалиж һуғып йығылды,шул ятыуҙан мандый алмай ,аҙна-ун көн түшәктә ятты ла ,Ғөбәйҙәне тома етем ҡалдырып,фани донъяларҙан китеп барҙы.
Бына ошо ваҡыттан башланды ла инде Ғөбәйҙәнең михнәттәре.Егерме һигеҙ йәшендә генә тол ҡалған үгәй әсәһе, бөтә асыуын бәләкәй генә Ғөбәйҙәнән алды.Ҡағылып-һуғылып ,әрләнеп,ғаиләлә артыҡ тамаҡ булып үҫте ул.Таңдан тороп бөтә эштәрҙе эшләп,йүгереп йөрөһә лә ,үгәй әсәһенә ярай алманы. Ә үҙе һеңлеһе менән ҡустыһын ныҡ яратты,уларҙы күтәреп,елкәһенә ултыртып йөрөтөп үҫтерҙе.
Ғөбәйҙәнең ауыр хәлен күреп йөрөгән алыҫ туғандары,уны йәлләп,яңы асылған балалар йортона урынлаштырҙылар.
Балалар йортоноң тәҙрәһенән көн дә әсәһен көттө ҡыҙ...
Берҙән-бер көндө ,ҡыҙының хәлен ишетеп әсәһе килер,үҙе менән алып китер,тип өмөтләнде.Иҫәндер,бәлки ҡыҙсығын эҙләйҙер,тик таба ғына алмайҙыр.Эйе,кемдәрҙелер килеп алдылар,яҡын туғандары табылды. Тик Ғөбәйҙәнең килеп хәлен дә белеүсе булманы.
Моңланып,һағышланып,ҡайғырып,оҙон көйлө халыҡ йырҙарын йырлап йыуанды ул.
Бигерәк тә “Ғилмияза” йырын яратып башҡарҙы ,ә инде әсәйҙәр тураһында йыр йырлаһа, залда иламаған бер кеше лә ҡалмай торғайны.
Балалар йортонда етенсе класты тамамлағас ,бер-нисә ҡыҙға тегенселәр әҙерләгән уҡыу йортона йүнәлтмә бирҙеләр.Интегеп булһа ла уҡып сыҡты,тамағын туйҙырырлыҡ эш табылды.Бергә эшләгән дуҫ ҡыҙына ҡунаҡҡа барғас,буласаҡ ире Ғәйнислам менән танышты.Егет ҡыҙҙы оҡшатты, өйләнергә тәҡдим яһаны.Тик өйләнешергә ҡарар иткәс,егеттең атаһы риза булмай ҡыр талашты:
-Детдом балаһының йүне булыр тиһеңме?Атаһыҙ ул үҫтермә,инәһеҙ ҡыҙ үҫтермә!Көслө күс ныҡ була.Ана Билал ҡарттың Зөлхизәһенә яусы ебәрәйек.Туған-тыумасаһы яҡшатлы ,татыу.Әсә тәрбиәһе алған бала ипле була,ә кәкүктең балаһы ниндәй генә ҡош баҫып сығарһа ла кәкүк булып тыуа.Кәкүктән һандуғас тыумай!Кәүҙәгә лә бәләкәй бит!Нәҫелде ваҡлатаһың!-тип йөҙ һүҙгә етте.
Тик Ғәйнислам:
-Йә Ғөбәйҙәне алам,йә бөтөнләй ауылдан сығып китәм,мине башҡа күрмәҫһегеҙ,-тип шарт ҡуйғас ҡына бер аҙ шыртланы,йомшарҙы. Сөнки улының үҙе кеүек бер һүҙле булыуын яҡшы белә.Һуңынан инде йәштәр бергә йәшәй башлағас, килене нәҫел дауамы-ике ул табып биргәс,уның егәрле,бөтә эшкә лә батыр булыуы ҡартты уйынан кире дүндерҙе.
Ғөбәйҙәнең аш-һыуға оҫта,кешегә хөрмәтсел булыуы һоҡландырҙы.
Хатта бер табында ҡунаҡтар килене бешергән бишбармаҡты маҡтай-маҡтай ашағанда ,ҡайны кеше:
-Беҙ ялҡауҙарҙы тотмайбыҙ! Алтын ҙур булмай ул,киленебеҙ һандуғас балаһылай моңло ,эшкә уңған, ир ҡәҙерен белә.Беҙҙеке кеүек илдә юҡ!-тип маҡтап һалды.
Мең бәлә менән әҙәм булып,донъя ҡороп,балалар табып, саҡ кеше ыңғайына йәшәй башланы Ғөбәйҙә. Ҡайтып инергә үҙ донъяһы , эргәһендә ышаныслы таянысы- ире бар. Кәңәш бирер,дөрөҫ юл күрһәтер аҡыллы ҡәйнәһе күршелә генә йәшәй.Ауыр бала сағы ҡайһы саҡ төштәренә ингәндә,йөрәкһеп,әрнеп уянып,күҙенә тамсы йоҡо кермәй уйланып ятҡан саҡтарында:”Әсәйем иҫән булһа,килһә,мине ҡарамаһа ла, түремдә ултыртыр инем,мине туғыҙ ай буйы күтәреп,алты ай әсә һөтө татытҡаны өсөн,миңә яҡты донъя,алсаҡ ҡояшты бүләк иткәне өсөн рәхмәтле булыр инем “-,тигән саҡтары ла аҙ булманы.
Теләге Хоҙайҙың “Амин!”тигән сағына тура килдеме икән?Бына әсәһен дә күрҙе.
-Кем булып эшләйһегеҙ?Тағы балаларығыҙ бармы?-тип өндәште Ғөбәйҙә.(әсәй тип,һин тип әйтергә теле бармай).
-Бер малай тапҡайным,тәүҙә ирем,унан улым үпкә ауырыуынан мәрхүм булып ҡуйҙылар.Яңғыҙ йәшәйем.Ана ике этем бар,шуларҙы ҡарайым.Элегерәк фермала һауынсы булып эшләнем ,хәҙер һаулығым юҡ,аяҡ-ҡулдарым һыҙлай,тартыша.Баҡса –фәлән дә ҡарап булмай,йүнем китте хәҙер.
-Зинһар әйтегеҙсе,һеҙ нишләп мине ташлап киттегеҙ,йәлләмәнегеҙ?Мине ғүмер буйы шул һорау борсоно.Хатта эттәр,бесәйҙәр үҙҙәренең балаһын ташламайҙар.
...Бер көндө өй ҡыйығына оя ҡорған турғайҙың балаһы ергә ҡолап төшкән.Күрһәгеҙ инәһенең йөндәрен ҡабартып, сепейен ҡурсып ,эргәһендә күкрәк киреп , аяп баҫып торғанын!Ғүмере лә йәл түгел ине.Ә һеҙ мине , тамшанып һөт имергә һораған,илап әсәһен таптырған баланы ҡалдырып , ташлап сығып киткәнһегеҙ.Мин,мәҫәлән, балаларым өсөн йәшәйем,улар миңә йәшәргә көс,дәрт бирә.Бер генә көнөмдө лә мин уларһыҙ йәшәй алмайым.
-Мин ғәйепле,Ғөбәйҙә. Бер үк ғәфү ит.Мөмкин булһа,мин ҡалған ғүмеремде һинең эргәңдә,балаларыңды ҡарашып,ярҙам итеп йәшәр инем.Мин был доньяла япа-яңғыҙым,һинән башҡа бер кемем дә юҡ.Кейәү риза булһа,һин ғәфү итһәң, мин һеҙгә һыйыныр инем.Өйөм йәшәрлек түгел,терәүҙә тора.Берәй саҡ йоҡлаған килеш ,емерек аҫтында ҡалырмын, тип ҡурҡам.
-Ғәйнислам-киң күңелле кеше,ул риза булыр,быныһына иманым камил.Ләкин мин һеҙҙе әле үк ,хәҙер генә әсәйем, тип ҡабул итә алмайым.Арабыҙҙа бигерәк күп йылдар ята.Йылдар ғына түгел, минең,ҡартәсәйемдең,атайымдың өҙгөләнеүҙәре,ҡанһыраған яралары беҙҙең арабыҙҙа.Минең көтә –көтә һүнгән өмөттәрем,күҙ йәштәренә сорналып үкһегән бала сағым,әрнеп илауҙарым,бәләкәй генә йөрәгем аша үткән күпме һынауҙар,оло кешеләр , көслө ирҙәр иңе күтәрә алмаҫлыҡ ауырлыҡтар кәртә булып тора арабыҙҙа.
Әсәйле балаларҙан нисек көнләшкәнемде белһәгеҙ!Минең дә башҡалар һымаҡ”әсәй!”тип ярҙам һорап ,әсә ҡуйынына һыйынаһым килә торғайны!Таңда әсәйемдең башымдан һыйпап,арҡамдан яратып уятыуын мин бер ниндәй матди байлыҡҡа ла алмаштырмаҫ инем,моғайын.Һеҙ бит мине бәхетле,ғәмһеҙ ,вайымһыҙ бала саҡтан мәхрүм иттегеҙ.Мин сабый осорон ҡалдырып ,бала саҡ мәлен һикереп үтеп,ваҡытынан алда ололар рәтенә баҫтым.Илағанда йыуатыусым,ҡолағанда яраларыма өрөүсөм, яңылышҡанда аҡыл биреүсем дә булманы бит минең!
Мәрзиә илап ебәрҙе.
-Тимәк,һин мине ҡабул итмәйһең?
-Миңә ваҡыт бирегеҙ.Бөгөн килеп, мин һеҙгә ҡапыл ғына яуап бирә алмайым.Беҙҙә ҡалып тороғоҙ,балаларым,ирем,ҡәйнәм менән яҡындан танышығыҙ.Ҡарарбыҙ,алда ғүмер булһа,йылдар оҙаҡ...
***
Ғәфү итте Ғөбәйҙә.Миһырбанлы күңелендә әсәһен ғәфү итерлек көс тапты.Мәрзиәне туғыҙ ай буйы күтәреп йөрөгәне,тулғаҡ ғазаптары,әсә һөтө хаҡына кисерҙе.Әсәһе кейәүе менән ҡыҙы йортонда тағы бер тиҫтә йыл йәшәне.Ҡыҙының түрендә ятып,ҡараулы булып,йомшаҡ түшәктә күҙҙәрен йомдо Мәрзиә.Бәләкәй балаһы кеүек,бөтә тырышлығын һалып,тәрбиәләне Ғөбәйҙә әсәһен. Кейәүе Ғәйнислам мунсаға хәтле юрғанға төрөп күтәреп алып бара,алып ҡайта. Ғөбәйҙә уны йыуындыра,сәсен тарап үрә.Үҙе тотоп ашай алмай башлағас, сабыйылай күреп, ҡалаҡлап тамағына ашатты. Гүйә,Мәрзиә уның әсәһе түгел,киреһенсә,Ғөбәйҙәнең балаһы,йөрәк ярып,һыҙланып тапҡан сабыйы...
Мәңгелек йортона күсер алдынан Мәрзиә аңына килеп,ҡыҙының ҡулдарын үбеп,рәхмәтле булыуын белдерҙе.Ике күҙенән дә бите буйлап әсе йәштәре ағып төштө.Бәлки ошо ҡулдарҙың ҡасандыр үҙенә табан үрелгәнен иҫенә төшөргәндер,”кил-кил”тип саҡырып,тешһеҙ ауыҙҙарын асып,һөт имергә тамшанған баланың йөҙөн күҙ алдына килтергәндер...
Ә ысын донъяға барғас,Аллаһы тәғәлә алдында нисек һынау тотоуы,һорау алыусы фәрештәләргә нимә тип яуап биреүе,гөнаһтары өсөн нисек ярлыҡау һорауы уның бары үҙенә генә билдәле ине...

Читайте нас: