Все новости
Проза
24 Мая 2023, 13:07
ЛИТЕРАТУРА

ЙЫЛДАР АУАЗЫ. Хикәйә. Рәлиф КИНЙӘБАЕВ

Алатау үҙ тарихында бер ваҡытта ла алдынғылар исемлегендә күренмәне, үҙ яйы менән, бар көсөн һалып эшләне һәм уртаса райондар иҫәбендә нығынды. 70-се йылдарға тиклем булған һәм хәҙер һеҙгә еткерергә йыйынған ваҡиғалар ҙа ниндәйҙер асыш яһауға дәғүә итмәй, ләкин үҙенсә фәһемле, ғибрәтле һәм ҡыҙыҡлы.

Бер йыл иген, шул яҡтарҙағы халыҡ әйтмешләй, ғәләмәт уңды. Ямғыры ла ваҡытында яуып торҙо бит әле! Беренсе секретарь Арыҫланғәлиевтың шатлығы йөҙөнә сыҡҡайны. Хатта ара-тирә республика гәзиттәренең хәбәрселәре лә күренгеләп китте. Дөрөҫөн әйткәндә, район үҙәгенең, хәҙергесә әйтһәк, инфраструктураһы бик ныҡ үҫешмәгән. Һалҡын ҡунаҡхана, ихата мөйөшөндәге уңайлыҡтар... Аш-һыу мәсьәләһе лә бик кинәнерлек
түгел. Ә баш ҡаланан килгәндәр, үҙегеҙ беләһегеҙ, һыйланырға, күңел асырға ярата. Арыҫланғәлиев өйөндәге аш-һыуҙы мөрхәтһенгәс, бындай ғына етешһеҙлектәрҙе ваҡ-төйәк тип иҫәпләне. Әгәр инде мөһимерәк ҡунаҡтар килһә, үҙенең фронтташ дуҫтарына, бер нисә ныҡлы, донъя күргән хужалыҡ рәйесе бар, шуларға ыңғайланы.
Бер көн баҫыуға сығырға йыйынып ҡына бөткәйне, шомло ғына итеп телефоны шылтыраны:
– Өфө һорай. Телефонда – КПСС Өлкә комитетының беренсе секретары – Шакиров Миҙхәт Закир улы. Һеҙ – Арыҫланғәлиевмы?
– Эйе, – тип кенә әйтеп өлгөрҙө кабинет хужаһы.
Телефонда Миҙхәт Закир улының бәрхәт тауышы ишетелде:
– Һаумыһығыҙ, Рауил Хөснуллович, Шакиров шылтырата. Хәлдәрегеҙ нисек? Уңыш йыйыу нисек бара?
– Тырышабыҙ, – тип Арыҫланғәлиев, бәхетенә, алда сводка ятҡан, шундағы һандарҙы һибә башланы.
– Ярай, – тине Шакиров, – иртәгә мин Ырымбурға үтәм, юл ыңғайы бер-ике колхозыңа күҙ һалып китергә ине, халыҡ ни хәлдә икән. Иртәнге 11-ҙәрҙә Мәләүез эргәһендә көтөгөҙ. Һау булығыҙ! – тип трубканы һалып та ҡуйҙы.
Был яҡтарҙан беренсе тапҡыр үтмәй, ләкин һуғылып уҡ үтеүе тәүге тапҡыр. Тиҙ генә етәкселәрҙе йыйып алды. Барыһының да йөҙө борсоулы, серле һәм ҡыҙыҡһыныусан төҫ алды.
– “Беренсе” килә.
– Нимәгә килә?
– Беҙгә килмәһә, башҡа район бөткәнме ни?
Шул арала Арыҫланғәлиевтың үҙенә бер нисә тапҡыр өлкә комитетынан шылтыратып ҡыҙыҡһынырға, күрһәтмәләр бирергә өлгөрҙөләр.
Шакировты шаҡ ҡатырырлыҡ бер нәмә лә эшләп булмаясаҡ. Көн салт аяҙ, ҡоро, игендәр өлгөргән, комбайндар эшләй, кешеләр үҙҙәренең нәмә ҡылырға тейешлеген белә. Шулай булғас, бер ауырлыҡ та юҡ һымаҡ.
Арыҫланғәлиев өйөнән иртәнге сәй менән генә сығып киткәйне, төшкә ҡарай үҙенең асығыуын һиҙҙе һәм Шакировтың Алатауға килеп етер ваҡытын, күпме булырын самалағас, тертләп, урынынан һикереп китергә мәжбүр булды. Ә төшкө ашты кем хәстәрләй? Ул нимә ашай? Күпте күргән, табындарҙы байтаҡ уртаҡлашҡан Арыҫланғәлиевтың күңелендә юғары вазифалы түрәнең сәфәрендә туҡланыу мәсьәләһе төп мәшәҡәткә әйләнеп ҡуймағайы, тигән шик яралды. Аҙаҡтан, ошо ваҡиға айҡанлы, Арыҫланғәлиев үҙенең хаталаныуын да аңланы. Мәҫәлән, юлда Хәкимовтың хужалығы бар. Фронтовик – күпте күргән һәм хәҡиҡәт артынан Мәскәүҙең үҙенә барып етерлек кеше. Кем белә уның нимә уйлап йөрөгәнен. Тотор ҙа, бер нәмә әйтер. Шунан йөрөрһөң, үҙеңдең дөйә түгел икәнлегеңде иҫбатлап. Артабан юл ыңғайы – Исламов етәкләгән колхоз. Яңыраҡ ауыл хужалығы институтынан ҡайтҡайны. Председатель ауырып киткәс, ваҡытлыса булһа ла эшләп тор, тип ҡуйып торғайнылар, Былай ҡулынан эш сығыр һымаҡ, ә һайланмаған етәксене нисек итеп юғары ҡунаҡҡа күрһәтеп тораһың?
Төштән һуң Арыҫланғәлиев үҙе юл буйлап китте. Оло юлдың ике яҡ сите һабантуй майҙанын хәтерләтә. Халыҡ шайтан таяҡтары, унда-бында ҡалҡып сыҡҡан кесерткән һәм тәмәке төпсөктәренә ҡаршы көрәшеү менән мәшғүл. Иң тәүҙә Хәкимовҡа һуғылды. Уныһы, ғәҙәттәгесә, “бер төрлө” булып алған – “һуҡмыш”.
– Киләме? – тине ул хужаны күреү менән ҡоро ғына итеп.
– Килә, – тине Арыҫланғәлиев.
– Килһен, – тине Хәкимов, тәмәкеһен тоҡандырып, – комбайндар иҫкерҙе, орлоҡсолоҡ мәсьәләһе лә бик киҫкен тора. Ауылда хатта эсәр һыу ҙа юҡ. Исмаһам, ике-өс быуа быуҙыртырға ине.
Арыҫланғәлиев төшөндө: “Беренсе”гә “Чапай”ҙы күрһәтергә ярамай. Быныһы Хәкимовтың ҡушаматы булыр.
– Миңә килтер, – тине Хәкимов, – ҡаҙ һалам, һарыҡ һуям, тауыҡ тултыртам.
Тәҡдим, әлбиттә, көслө, ләкин ҡаҙ менән тауыҡтың бик ҡиммәткә төшөүе ихтимал. Шулай ҙа, әҙерләнергә ҡушты.
– Ә быныһы менән нисек? – Хәкимов тамаҡ төбөнә сиртте.
– Кәрәкмәй! Ул эсмәй.
– Эсмәй? Борсолма, минең менән бер аҙ тотор, – тине Хәкимов, мыҫҡыллы йылмайып.
Арыҫланғәлиев артабан ҡуҙғалды һәм Хәкимовҡа туҡталып, яҙмыш менән уйнамаҫҡа ҡарар ҡылды. Артабан – Исламов.
– Ни хәл, Фаяз Фәритович!?
– Һеҙҙең хәйер-фатихала, Рауил Хөснуллович!
Беренсе секретарь хужалыҡ рәйесенең табаҡ битенә ҡарап, үҙенең тамам асығыуын һиҙҙе. Етмәһә, түш кеҫәһендә көн һайын биләле ваҡытта ғына эсә торған дарыуы ята, ошо хаҡта ла онотоп бара.
– Фаяз ҡустым, – тине беренсе секретарь, – һин миңә сәй булһа ла эсер әле.
Баҫыуҙа эшләгән комбайнерҙар ашап-эсеп, күптән таралған булып сыҡты. Ашнаҡсы, ең һыҙғанып, ҡаҙан төбөн ҡыра ине. Шул ваҡыт, ирекһеҙҙән, һуғыштан һуңғы йылдарҙа күрше ауылға хужалыҡ рәйесе итеп һайланған Ишембаевты иҫенә төшөрҙө. Фәҡир заман, халыҡ та, хужалыҡ рәйесе лә ас. Ишембаев урамда осраған бер ҡатынға: “Апай, һыуһаным, айран булһа ла, эсереп ебәр әле”, – тип үтенә икән. Тегеһе өтәләнеп йөрөп, ҡатығын ҡайҙандыр таба һәм тырышып-тырышып туғый икән. Быны күреп ҡалған хужалыҡ рәйесе: “Ҡуй, апай, һыу өҫтәп торма, ҡатығын ғына эсәм дә ҡуям”, – тип ала ла, күтәрә лә ҡуя икән.
Йә инде, шул көнгә ҡал.
– Әйҙәгеҙ, булмаһа, миңә кереп сәй эсәйек, – тип саҡырҙы Исламов район коммунистары етәксеһен. Ҡәҙимге ауыл өйө. Ҡатыны кер йыуыпмы, йыйыштырыныпмы йөрөй, береһенән-береһе вағыраҡ өс-дүрт бала үлән араһында нимәлер эҙләй һәм бүлешә.
– Балалар баҡсаһына йөрөтмәйһегеҙме ни? – тип һораны Арыҫланғәлиев.
– Балалар баҡсаһы? Беҙҙә юҡ бит ул.
Исламов өйөнә саҡырманы. Өй күләгәһендә өҫтәл ҡорҙолар ҙа икмәк телеп һалдылар. Газ бар икән, сәйгүндәре тиҙ ҡайнаны. Күршеләрҙән йүгертеп һөт килтерҙеләр. Сарсағайны Рауил Хөснулла улы. Бер ыңғайҙан ике шәшке сәйҙе эсте лә ҡуйҙы. Ҡойма буйында күршеләрҙең бала-сағалары ла йыйылып китте. Исламовтың бәләкәй балаһы, нимәлер өмөт итеп, ике ҡулын күтәреп, өҫтәлгә һонолдо. Ҡайҙа аҙыҡ ятҡанын ул да белә шул. Эй, сабый, кем икәнлеген беләме һуң инде, ҡунаҡтың өр-яңы ғына салбарына ҡулдары менән тотоноп, өҫкә үрмәләне, тегеһе, ни эшләһен, һөйрәп алып, алдына ултыртып ҡуйҙы. Уңайһыҙланған әсәһе, йүгереп килеп, балаһын күтәреп алды. Тағы берәр шәшке сәй өҫтәнеләр. Арыҫланғәлиевтың башына ҡыйыу ғына фекер керҙе: эх, ошонда алып килеп, Миҙхәт Закир улын сәй эсергәндә!
– Иртәгә Шакиров менән беҙгә сәй эсереп ебәрә алаһыңмы?
Был һорау Исламовты иҫәңгерәткәндәй булды, хатта бәләкәсәйеп ҡалғандай тойолдо, табаҡ бите буйлап тир аҡты.
– Ки-ки-килештерербеҙме икән?
– Килештер! Һарыҡ һуй, шашлыҡ әҙерләгеҙ. Ҡаҙ һал, тауыҡ тултыр.
Быларҙы ишеткәс, Исламовтың йөҙө саҡ ҡына тынысланғандай тойолдо.
– Һарыҡ бар, шашлыҡ көйҙөрөрбөҙ, күрше ауыл Гәрәевкала Гөлминур еңгә тауыҡ тултыра белә, эшләрбеҙ. Ә ҡымыҙ?
– Ҡымыҙың да юҡмы ни?
– Юҡ, ләкин табырбыҙ.
Сәй эсеп туйғас, яланға сығып әйләнделәр. Ә ауыл халҡы – күндәм, баш баҫып эшләйҙәр. Ике комбайн араһына “ЗИЛ” килеп туҡтаны. Былары Исламовты “Беренсе” менән килгәнен күргәс тә, эргәһенә килделәр.
– Эштәрегеҙ нисек, егеттәр? – тине “Беренсе”.
– Иген һәйбәт, – тине “ЗИЛ” водителе. – Ташып өлгөрә алмайбыҙ. Ә бына беҙҙеке – насар.
– Нимә булды?
– Йүнләп ашатмайҙар. Кисә – картуф, бөгөн – макарон.
– Насар икән шул, – тине Арыҫланғәлиев, хужалыҡ етәксеһенә ҡарап. – Ниңә ит ашатмайһығыҙ? Эштәре ауыр, егеттәрҙе ашатырға кәрәк.
– Туңдырғыс эшләмәй, һыйыр һуйһаҡ, итте һаҡларға урын юҡ. Етмәһә, мал һуйыуға лимит бөттө, – тине рәйес.
Аҙаҡ, икәү генә ҡалғас, хужа Исламовтың тетмәһен тетте генә:
– “Беренсе” үтергә тора, ә һинең егеттәрең ас. Ярай, эргәләрендә булдым, Миҙхәт Закировичҡа зарланһалар, икебеҙ ҙә урындарыбыҙҙан оса инек. Йөҙҙәрсә тонна иген етештерәһең, ана – оло-ҡара ауыл көтөүе, мин һинең 3–4 тоҡ иген биреп, бер һарыҡ һуя алмауыңа шикләнәм.
– Һеҙ нимә мине енәйәткә этәрәһегеҙ, Рауил Хөснуллович!? Был бит урлашыу!
“Беренсе” ҡул ғына һелтәне:
– Юҡ, ҡустым, һинән хужа сыҡмай. Үҙ балаларыңды ҡарарға баҡса ла аса алмағас, һиңә өмөт юҡ.
– Ә мин йәбешеп ятмайым! – тине тегеһе уҫал ғына итеп.
– Сеү! Тағы абзый алдында шулайтып һөйләнеп ҡуй!

дауамы бар.

Читайте нас: