Все новости
Проза
18 Мая 2023, 13:34
ЛИТЕРАТУРА

БЕҘҘЕҢ АРАНАН СЫҠҠАН. Хикәйә. Рәлиф КИНЙӘБАЕВ

Гәүһәр өйөндә бер үҙе генә ултыра ине. Алтынсыла уҡыған улы Урал мәктәптә – күнекмәлә. Йөрөһөн шунда, малай-шалай, егет-елән араһында. Юғиһә, ир тәрбиәһе эләккәне юҡ. Баяғы, үҙен яҡларлыҡ таһыллыҡҡа өйрәнер. Гәүһәр әле генә эштән ҡайтты.

 Өй эргәһендә бәләкәй генә келәттә ҡош-ҡорто бар, шуларға ем һипте. Үҙе ауыл хакимиәтендә эшләй. Эш хаҡы ла бара, ата-әсәһе лә ярҙам итә, тик бына – яңғыҙы, шуныһы үҙәккә үтә. Кем әйтмешләй, көндәр үтә лә ул, төндәр бик үтмәй.
Алдан әйтеп-нитеп тормайынса, Ғайса еҙнәһе менән апаһы Рәйлә килеп инде. Йомоштары барҙыр инде. Йәнәһе, үтеп барғандар ҙа, тәҙрәһендә ут күргәс, керергә булғандар. Гәүһәр һиҙеп тора, йомоштары бар. Аҡса-мәҙәр кәрәктеме икән? Апаһы белә, Гәүһәр, телевизор алам, тип бер аҙ төйнәштергәйне. Ә Уралы компьютер һорай. Барыһын да ҡайҙан еткерәһең инде, бер үҙе, яңғыҙы эшләй бит. Иренең эсеп-эсеп, сығып китеүенә биш йылдан ашты. Унан алимент түгел, үҙе лә күренгәне юҡ. Колхоз таралғас, ул яҡтар менән дә бәйләнеш өҙөлдө. Ни хәлдә йөрөйҙөр инде, әллә тере, әллә үле.
Еҙнәһе уралтып-суралтып торманы, әйтте лә һалды:
– Балдыҙ, һинең бәхеткәме икән, беҙҙең бригадтан бер егет кәләш эҙләй: “Берәйһе менән таныштырығыҙ әле”, – тип һөйләнде. Булат исемле...
– Ай, уның исеме нимәгә кәрәк? – тине апаһы. – Нисә йәштә? Эсәме?
– Эсмәй! – тине еҙнәһе, өҙөп. – Ярты йыллап беләм, эскәнен күргәнем юҡ. Аҡсаһын да тота белә. Уҡыған!
– Нимә бөткән? – тине Рәйлә.
– Әллә төҙөлөшмө, машиналар төҙөлөшөмө, бер нәмә. Грамотно һөйләшә.
– Эсәме, тип, тағы бер һорайым, – тине Рәйлә. Бергә эсеп ҡаранығыҙмы?
– Юҡ, эсмәй. Эскәндәрен күрһә, китә лә бара.
– Бына шуныһы шикле шул, – тине апаһы, – эсмәй йөрөй-йөрөй ҙә, анан китә ысҡынып, айнытып алырмын тимә.
Балдыҙ әлегә өндәшмәй. Эсмәй, тине бит әле ул, тип уйлап ҡуйҙы. Әлегә Гәүһәр уйланмай, һайланмай, хатта ымһынмай. Әллә ҡайҙағы, бер күрмәгән кешене нисек көтөп ултыраһың инде?
– Асыҡларбыҙ. Хәҙергесә әйтһәк, тестировать будем, тест үткәрербеҙ. Әгәр берәй эше сыҡмаһа, киләһе аҙнаға ялға алып киләм.
– Уныһы нисек була инде? – тип аптыранды Гәүһәр. – Бер әҙерлек юҡ, мейесем дә ағартылмаған.
– Шулай шул, – тине Рәйлә, – анау һарыҡты, бер аҙ ҡапҡылатырмын, тигәйнем, нимә һуйырбыҙ инде?
– Уф, ошо бисәләрҙе! – тип тоҡанып китте Ғайса. – Ул һеҙгә һарыҡ ашарға киләме ни? Уға өйләнергә кәрәк! Кеше – яңғыҙ!
– Яңғыҙ булғас, бөткән, тиһеңме шунда, ашнаҡсы-машнаҡсы? – тип тотондо Рәйлә. – Ана, элеккеһен дә, маҡтап-маҡтап, алып ҡайттығыҙ ҙа, туйҙа эште уйҙы ла ҡуйҙы!
– Рәйлә, етте һиңә! Әпәт мине көн элгәре ғәйепле итергә самалайһың! Һин әйттең, кейәү тап, тинең , мин – таптым. Ҡалғаны – һеҙҙең эш.
Бәхәсте олоға ебәрмәнеләр. Киләһе аҙна йома ошонда осрашырға һөйләштеләр.
Гәүһәр аҙна буйы өйөн йыйыштырҙы. Хатта ҡоймаһының бер-ике штакетнигы һынғайны, шуға тиклем алыштыртып ҡуйҙы. Уралы ла аптыранды: “Әсәй, әллә берәйһе киләме?” – тип һағайып һораны. Әгәр кейәү кеше талап итһә, йә үҙе теләк белдерһә, шәмбе никах уҡытырбыҙ. Кискәрәк, яҡындар ғына йыйылышып, туй һымаҡ берәй нәмә үткәрербеҙ, тип һөйләшкәйнеләр. Анау Рубин муллаға, кеше араһында һөйләнеп йөрөмә, тип әйткәйнеләр бит инде. Уныһы Ғәлиәкбәргә, саҡырып килгәс: “Шәмбе бушамайым, Гәүһәргә никах ашына барам”, – тип тишкән дә ҡуйған. Кеше ни, ҡыҙыҡ бит инде, белгеһе килә, һораша, ҡыҙыҡһына.
Башлыҡ, һүҙ араһында ғына: “Һин, апай, йәшәреп киттең. Әллә бер-бер хәл булдымы?” – тип төрттөрөп алыуҙан да тартынманы. Гәүһәр өндәшмәне, уңайһыҙланып, йылмайып ҡына ҡуйҙы.
Бына йома ла килеп етте. Киске эңерҙә, бик һуңламай ғына, такси менән килеп төштөләр. Уртаса буйлы, мыҡты кәүҙәле йәше үтеп барған, егет тиһәң, күп булыр, донъя күргән ир тиһәң, кәм сығыр тигән һымаҡ, килеп инде. Шул бер тирә инде. Тота килеп, кешенең паспортын һорайһыңмы ла, йәшен һорайһыңмы. Гәүһәр, эргәһенә килтереп таныштырғас, йөҙөнә бер генә һирпелеп ҡараны. Күҙҙәре килеп моңһоу ине. Ирҙең моңһоу күҙҙәре Гәүһәрҙең күңелен әллә ни эшләтеп ҡуйҙы. Әллә уҡ булып ҡаҙалды? Эстән генә һалҡын булып китте. Шул тиклем дә моңһоу булыр икән! Нимәләр кисереп, ниндәй ҡайғы-хәсрәт күреп, бәләләргә тарып, ошо көнгә ҡалды икән? Гәүһәрҙең күпме кеше күргәне бар, Булаттыҡы һымаҡ, моңһоу күҙлеләрен хәтерләмәй.
Матур ғына өҫтәл ҡорғайнылар. Шешәһеҙ буламы һуң инде, танышыу хөрмәтенә, тип араҡыһын да, шарабын да сығарҙылар. Ҡуй инде, Булат боролоп та ҡараманы: “Мин эсмәйем”, – тине. Ҡыҫҡа һәм аныҡ итеп әйтте. Мин эсмәйем... Ошо ике һүҙ һорауҙарҙы кәметмәне, киреһенсә, арттырҙы ғына. Ярай, эсмәй, бигерәк тә шәп! Беҙгә тап шундай кеше кәрәк. Ә эстә һорау төйнәлә. Ни өсөн эсмәй? Ә былай үҙе элек тә эскән кешегә бик оҡшамаған. Бәлки берәй бәләгә тарығандыр? Сирләп-мәҙәр ҡуйманымы икән? Ә был тиклем һағышлы ҡараш ҡайҙан килә һуң? Әллә берәй яҡын кешеһен юғалттымы икән? Әсәһе бармы икән? Бәлки әсәһе ауырып яталыр? Беҙҙең ауылда ундай кеше юҡ шикелле, – тип аптыранды Гәүһәр, – моғайын, етем үҫкәндер, ҙур юғалтыуҙар кисергәндер. Әллә ҡатыны вафат булып ҡуйҙымы икән, балалары ҡалдымы икән? Ә бәлки ҡатыны хыянат иткәндер? Шул мәсхәрәне күтәрә алмай, сығып киткән дә, хәҙер күңеленә йыуаныс эҙләп йөрөмәйме икән? Юҡ. Бик бәхетһеҙ булған был кеше быға тиклем.
Булат үҙен табында тап шулай тотто ла. Аҡрын ғына, ҡабаланмай ғына ашай, һүҙгә бик ҡушылып бармай. Нимәлер әйтергә булһа, оҙаҡ ҡына уйланып тора. Ә сәйҙе ҡаты эсә икән, бик ҡаты. Ғайса ни өсөн ҡаты сәй эскәндәрен бер аҙ белә. Ҡайҙа өйрәнгәндәрен дә ишеткәне бар. Әгәр, Ғайса уйлағанса, “ултырып” ҡайтҡан кеше булһа, был нәмә ун йылдан да кәм ултырмаған. Ныу, сәйҙе шөбөрләткән, улай булһа. Үҙе килеп йыуаш күренә. Һуғышып-маҙар, берәйһен имгәттеме икән? Кешеләр хәҙер ыслабый бит. Йә үлеп тә ҡуйғандыр. Бына һиңә – унлыҡ. Ғайса менән Булат сығып, тәмәке тартып керҙеләр. Өйҙә эҫе ине, ҡунаҡ, тирләнем, тип иҙеүен ысҡындырҙы, еңдәрен төрөп алды. Ғайса теге яҡтан да сығып ҡараны, был яҡтан да күҙ һалды. Улай тиһәң, һүрәт-маҙар күренмәй. Ултырғанға оҡшамаған был.
– Атай-әсәң бармы? – тип һорай Ғайса, Булаттың ҡылын сиртә.
– Атай ҙа, әсәй ҙә күптән мәрхүмдәр инде, – ти Булат, үҙе ғәйепле төҫ менән, баҙнатһыҙ ғына йылмая, – ауылда өйөм ултыра. Туғандар булмағас, ҡайтҡан юҡ.
– Өйләнмәгәнме һин, балалар юҡмы? – тип һаман төпсөй Ғайса.
Һорау Булатҡа ҡатмарлы тойолдомо икән, яуап бирергә ашыҡманы. Тәмәкеһен ҡат-ҡат ныҡ ҡына итеп һурҙы, шунан һуң, һәр һүҙен үлсәп кенә:
– Өйләнеп ҡарағайным, – тине ул уфтанып, – килеп сыҡманы. Ҡатын-ҡыҙ ҡыҙыҡ бит хәҙер. Береһенә аҡса кәрәк, икенсеһе вахтаға йөрөүемде оҡшатманы. Шунан һуң, минең һымаҡ, ҡәҙимге ир кемгә кәрәк, байҙы эҙләйҙәр, – тип әйтеп һалды.
Булаттың һөйләгәндәренән, Ғайса шундай һығымта яһаны: был ир иң кәмендә, өс, хатта дүрт тапҡыр өйләнгән булыуы ихтимал. Береһенә аҡса кәрәк, икенсеһе вахтаны оҡшатмай, өсөнсөһө... Өсөнсөһө нимә тине әле ул? Ғайса был яуаптарҙы дөйөмләштерҙе һәм ҡатыны менән балдыҙы бик төпсөшһә, өйләнеп ҡараған, ләкин уңмаған, тип яуап бирергә булды.
Инеп ултырҙылар, тағы ашанылар. Ҡунаҡ аш ҡәҙерен белә, ҡабаланмай, еренә еткереп, ҡалдырмайынса ашай. Ә сәйҙең кәрәген бирә инде. Ҡаты, ҡуян ҡаны һымаҡ ҡап-ҡара итеп эсә.
Тәүге осрашыу шулай ике яҡ өсөн дә, ҡәнәғәтләнерлек, тип әйтерлек, тамамланды. Оҙаҡ итеп һөйләшеп ултырҙылар. Шешә асмаһалар ҙа, күңелле булды, арығандарҙыр – аҙна аҙағы, эштәре ауыр, төҙөлөштә еңел түгел бит инде. Шул арала Ғайса менән Булат мунса инеп килә һалды. Мунсанан сығыуҙарына, һалҡын ғына һыра көтә ине. Эсеү түгел, асып та ҡараманылар. Булат күберәккә өмөт итеп килгәйне, төпкө бүлмәгә үрелеп ҡарап, яңы карауат ултыртылғанын да күргәйне. Әлегә мөнәсәбәттәрҙе ул юҫыҡҡа күсереү хаҡында һүҙ булманы. Апаһы ла ҡәтғи генә итеп: “Уйлашайыҡ, бәлки никах уҡытырбыҙ”, – тип әллә раҫланы, әллә фараз ҡылды.
Аҙна күңелле мәшәҡәттәр менән башланып китте. Булат күптән ауылда булмаған икән, оҡшатып ҡайтты. Ғайса буласаҡ бажаһының ҡылын сирткеләп ҡарағайны, уның моң тулы күҙҙәренә ҡарап, өмөтөн өҙҙө. Шулай ҙа ҡатыны шылтыратып Булаттың тәьҫораттары тураһында һорашҡас, оҡшатҡан, бик кәйефле ҡайтты, хәҙер ауыл яғына уҡталып тора, тип булғанын-булмағанын, күргәнен-күрмәгәнен өҫтәштереп ебәрҙе. Ә Рәйлә инде ауыл талаптарын белә, урыны менән, үҙенән дә бер-ике иле өҫтәп, яңы миҫалдар уйлап табып, Гәүһәргә шаштырып һөйләп биргәс, тегеһе, бахыр, ни эшләһен инде, дәртләнеп, эшкә тотондо һәм туйға әҙерләнә башланы.
Ә Булатты бөтөнләй мәшәҡәттәр һәм хис-тойғолар ауыҙлыҡлап йөрөтә ине. Өйләнеү мәсьәләһен ул үҙе өсөн ҡотолғоһоҙ түгелдер, тип иҫәпләһә лә, күңеле гүзәл зат тарафтарына тартылмай түгел, тартыла. Тик нисегерәк йәшәп алып китерҙәр? Булат үҙенең баһаһын да, күҙгә күренеп бармаған, ләкин күптәрҙе ҡыҙыҡһындырған кәмселектәрен дә белә. Шуға өндәшмәй. Беренсе тапҡыр түгел. Бер нисә тапҡыр әсе һабаҡ алғаны булды. Ҡабаланырға ярамай, үҙеңде тота белергә кәрәк. Үҙенең һүҙҙәре түгел, әсәһенең һүҙҙәре был. Аһ, әсәһенең, уф, улыҡайым, тип кенә торған саҡтары! Хәҙер иҫенә төшөрә лә, иң ғәзиз кешеһенең ҡәҙерен белмәгән икән шул.
Ғайсаһы эргәһендә, Булаттың эс-бауырына инерҙәй булып, ауылдан һөҙөп алған тәьҫораттары тураһында төпсөй. Артыҡ нимә әйтһен инде? Барҙылар, күрҙеләр. Эйе, бергә йоҡлай алманылар. Уныһына ғына түҙер. Ауырыраҡтарын кисергәне бар.
Аҙна, нисек башланһа, шулай үтте лә китте. Арыуҙан-арыу кейенеп, ҡайтып төштөләр былар. Үҙеңде күрһәтергә, башҡалар алдында мах бирмәҫкә кәрәк бит. Гәүһәр үҙе бик уңайһыҙланһа ла, көн һайын башлы-күҙле булмайбыҙ, мәңгелеккә булһын, тигән һылтау менән, шартына килтерергә тырышты. Әлегә телевизор һәм компьютер тураһында онотоп торорға тура киләсәк, өҫтәл мулдан ҡоролғайны.
Ғайсаға бер аҙ уңайһыҙыраҡ, сөнки ул Рәйләнең ҡушҡан йомошон үтәй алманы. Күпме генә һораштырмаһын, белешмәһен, Булатттың элекке ғаилә хәле лә, эскегә мөнәсәбәте лә, бик юғары кимәлдәге сер һымаҡ, билдәһеҙ килеш ҡалды. Ҡыҙыҡ хәл, тип уйланы Ғайса, ана баш инженер Заһитов, ай һайын, берәр аҙна эсеп ятһа ла, бөтәһе лә белә, ләкин насар эш ҡылған тип һанамай. Сөнки ул ғәйепле төҫ менән, шыпа һурығып килеп сыға ла эшкә ташлана һәм бөтәһен дә үҙенең талапсанлығы менән йонсотоп бөтә. Эх, тиҙәр уға ҡарап, уның ҡулы аҫтында эшләүселәр, бер-ике көн эсмәһә, әллә кем була ла китә. Тамаҡ төбө менән һөйләшеп, аҙ ғына эскәндәрҙе ғәйепләй башлай. Ә бына үҙе һымаҡ кирбес һалыусы Булаттың эскегә булған ҡарашын белә алмай йонсой инде.
Йома көн иртән Рәйлә тағы һораны:
– Туй бит, күпме алырға һәм өҫтәлгә ҡасан ҡуйырға? Бында балдыҙың ике йәшник аҡ, бер йәшник ҡыҙыл алып ҡуйған, – тип тынысландырҙы ирен.
– Еткән, артыҡ булған. Мин – эсмәйем, Булат – эсмәй, – тип һуңғы һүҙен әйтте ул.
– Ғайса, Ғайса, һин уны ҡарап ҡына йөрөт инде, – тине Рәйләһе, өҙгәләнеп, – Гәүһәр хатта борсола, кеше араһында уңайһыҙ хәлгә ҡалмайыҡ, – ти.
Ғайса, кәрәк була ҡалһалар, тип эштән ике иптәшен дә саҡырҙы. Йәнәһе, кейәү егеттәре булалар инде. Ринат менән Сабит исемле алыҫтан килгән егеттәр, бушҡа ашап-эсеү хаҡында һүҙ сыҡҡас, ҡыуанып ризалаштылар. Береһенең машинаһы бар икән, үҙе алып барырға ҡаршы түгеллеген белдерҙе.
Ауылға килеп төштөләр былар. Тәүҙә күңелле генә итеп ҡарап сыҡтылар. Гәүһәрҙең өйөн атаһы тырыштырғайны, ҙур, иркен, бейек. Туйҙың төп саралары шунда үтте. Рубин мулла никахын да матур ғына уҡып, шартына килтерҙе. Никах ашы бөтәһенә лә оҡшаны. Ниңә йәлләп, үҙеңдән тарһынып торорға? Өйләнешеү – ҙур ғәмәл.
Ғайса Рәйләгә ҡарай, Рәйлә Гәүһәргә күҙ һала. Ә Гәүһәр нимә эшләй инде? Булатына һыйына биреп, бәхеттән иреп ултыра инде.
Мулла ла, мөмкинлектән файҙаланып, үҙе йәш сағында ике-өс өйләнгән кеше, ғаилә ҡиммәттәре, тоғролоҡ, балалар үҫтереү хаҡында байтаҡ ҡына нотоҡ тотоп алды. Хатта эскелеккә ҡаршы көрәш, айыҡ тормош хаҡында әйтергә лә онотманы.
– Гәүһәрҙе әйтәм, егәрле инде, – тине мулла, өҫтәлгә ишара яһап, – Ҡайһылай матур табын ҡорған! Тормошоғоҙ ҙа, ошо өҫтәл һымаҡ, бай һәм мул булһын!
Никахтан һуң тәнәфескә сыҡтылар. Әле кискә тиклем ваҡыт бар, ҡабаланырға түгел, көн оҙон, иртәгә лә көн бар бит әле.
Өҫтәлдәре ҙур булһа ла, кешеләре бик күп түгел ине, арта китһә, ҡырҡлап кеше булғандыр. Бер-береһен хәҙер таныйҙар, беләләр, мәжлес күңелле генә башланып китте. Туй бит ул, тинеләр, туй. Туйғансы, ашайһың да, туйғансы, эсәһең, тиҙәр. Рәйлә Ғайсаны маҡтаны. Ринат менән Сабиттты эйәртеп, ҡайһылай йәтеш иткәнһең, тине. Береһе гармунда уйнай, икенсеһе йырлай. Бындай табын өсөн үҙҙәре бер табыш инде.
Эскегә килгәндә, хәҙер халыҡ эсмәйенсә донъя көтөргә өйрәнә шикелле. Ағы ла, ҡыҙылы ла өҫтәл тулып ултырһа ла, артығын тотманылар. Күберәк йырлашып, күңелле тостар әйтеп, бүләктәр тапшырып ултырҙылар. Киләсәктә кәрәк булыр, тигән һылтау менән, күбеһе аҡса тотоп килгән. Уныһына ла рәхмәт, тәүге мәлдә ярап ҡалыр. Ринат менән Сабит үҙҙәренең бүләген тапшырып, йырлап та ебәргәс, өҫтәл дәррәү ҡул сабып, кейәүҙең егеттәрен дәртләндереп ебәрҙе. Берәрҙе күтәрҙеләр. Ринат гармунын ситкә алып ҡуйҙы ла:
– Ҡара әле, Булат, һин нисек күңелһеҙ ултыраһың? Әллә оноттоңмо, бөгөн бит һине туйың? Һин – малай-шалай түгел дә инде, йә әле, берҙе тот, тип алдына рюмканы, тып иттереп, килтереп ултыртты.
Бәй, туй аҙағына ла етеп килә икән. Гәүһәр менән Булаттың да әйтер һүҙҙҙәре бар. Кейәү менән кәләш тороп баҫтылар ҙа, береһенән-береһе ҡыҫҡараҡ һүҙҙәрен әйттеләр. Һүҙҙәре лә әллә ни артыҡ түгел, рәхмәт белдереүҙәре булды инде. Булатҡа – араҡы ҡойолған, Гәүһәргә шарап ҡойолған рюмка эләкте. Кем теленән тартҡандыр инде, Сабит, күңелле генә итеп: “Горько!” – тип бер ҡысҡырғайны, уға башҡалары ҡушылды, тотондолар һөрәнләргә, горько ла горько, тип. Беҙҙең телгә шыпа ят һүҙ, ҡайҙан килгәндер, горько булды инде.
Халыҡ нимә булғанын да һиҙмәй ҡалды. Кем кемдең күпме эскәнен ҡарап ултырһын инде? Берәү ҙә күрмәгән, ҡыҫҡаһы, Булат, һыу эсәм, тип эскәнме, әллә үҙе тотонғанмы, араҡы тултырылған рюмканы күтәрә һуҡҡан да ҡуйған. Тағы кемдәр нимә һөйләгәнен, нимә бүләк иткәнен берәү ҙә хәтерләмәй. Бик айнығыраҡтар ғына күреп ҡалған, кейәү тигәндәре һул ҡулда ултырған шешәне һөйрәп алып, үҙенең алдындағы гәлсәр стаканға тултыра ҡойған да, күтәрә һуҡҡан да ҡуйған.
Әле бынан һуң да туй үҙенең рәүешен һаҡларға тырышты әле. Ләкин кешенән йәшереп буламы инде, кейәү бала иҫерҙе, кәүҙәһен тота алмай башланы һәм кәләшенең алдына ятып, йоҡларға теләк белдерҙе. Ярай, Ринат менән Сабит бар. Тәүҙә кейәүҙе, уның артынан кәләште, елтерәтә тотоп, төпкө бүлмәгә илтеп тыҡтылар. Дым иҫерек Булат, мендәргә башын терәү менән, йоҡоға талды, уның эргәһендә нимә әйтергә, нимә эшләргә белмәйенсә, кәләше ултыра.
Аҙаҡ шул билдәле булды: Сабит әллә ишеткәнме, күргәнме, кемдер һөйләгәнме, кейәү балаҡай ай ярыммы, ике аймы элек кодировка үткән булған икән. Йәнәһе, бында, шул нәмәһен мәжбүриләтә боҙғандар. Ярай, уҫал түгел икән, Булатты әйтәм. Иҫерә лә, ятып йоҡлай икән. Һуғышманы, өҫтәл түңкәрмәне, туҡмаманы, берәүҙән дә туҡмалманы.
Икенсе көнөнә баш төҙәтергә ултырҙылар. Булаттың күҙҙәре шат, йөҙө асыҡ, хатта күңелле ултыра. Үҙе тел биҫтәһе икән, тыйып алырлыҡ түгел. Етмәһә, йырлай ҙа. Тик артабан нисек булыр? Эшкә барырмы, эшкинерме, тип өҙгөләнә Гәүһәр, кейәүенең осҡондар сәсрәтеп торған шат күҙҙәренә ҡарап.

Читайте нас: