Все новости
Проза
11 Мая 2023, 11:58
ЛИТЕРАТУРА

Йәшенле ямғыр мажаралары. Зөлфирә Таһирова

Быйылғы яҙҙың тәүге ямғыры ҡоя ғына💦💦💦Шәп! Тәбиғәт йыуына. Бәлә-ҡазаһыҙ ғына үтһен, Аллаһы бирһә, анау ҡот осмалы янғындар өсөн дә яҡшы, тип уйлайым.

Йылы ғына өйҙә, эҫе генә сәй эсеп ултырырға ине лә ул, эшкә барыр кәрәк Ял бөткән дә ҡуйғандайындыБындай ваҡыттағы ямғырҙың, көтөүсенән башҡа кешегә, зыяны юҡ

Көтөүсе,тигәндән, 2010 йыл тирәһе булды ул хәл. Йәшенләп тороп, ямғыр ҡоя ғына. Йәшене йәшенме, тәҙрә зыңғырлап, өй һелкенеп китә.

Нишләптер мин балалар менән генә өйҙә. Уй ҡурҡабыҙ. Ҡорманы ҡороп бөттөк, бөтә электричествоны һурҙыҡ. Уралия юрған аҫтынан сыҡмай. Арыҫлан ғына, тиктормаҫ нәмә, тышҡа сыға ла китә , ҡарайым ,тип. Артынан йүгереп сығам, елтерәтеп алып инәм, юҡ , мин күрмәй ҡалам, "йылп" итә лә ҡала. Аптырағандан сығып ишекте бикләнем.

Бытырлап бер туҡтауһыҙ һорау бирә:
-Әсәй, ә нимә шатырлай ул, ә әсәй нимә ялпылдай ул, ә әсәй беҙ үлмәйбеҙме ул, ә әсәй ишекте бикләмәһәң, ул өйгә инеп шатырлай башлаймы, ә әсәй ....

-Хоҙай олатай һыуҙан ҡайтып килгәндә, арбаһы ҡолап киткән, шул шатырлай, ә һыуы түгелеп китте лә ямғыр булып яуа, -тип, беҙҙе бала саҡта нимә тип алдағандар, мин дә шулайтып алдайым, үҙем белмәгән физиканы аңлатып ултыра алмайым бит инде.

-Әсәй, ул һаман шатырлап, һауытын тейәп йөрөймө, нисек һыуы бөтмәй икән, ә нимә ялпылдата ул?

- Етәр, Арыҫлан! Бар апайыңды ҡарап кил, нимә эшләп ята икән?!- тейем.

Үҙебеҙ залда ултырабыҙ, Уралия спальныйҙа юрған аҫтында ята ине. Арыҫлан йүгереп килеп сыҡты ла:

-Әсәй, балаңды йәшен атҡан, үлеп ята !-тип ҡысҡырып ебәрҙе😱 Мин нисек атылып килеп сыҡҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ах та ух барып ҡараһам, Уралия йоҡлап киткән булған😂

Йөрәгемде тотоп барып ултырҙым, Арыҫлан:
-Әсәй, апай тышҡа сыҡмаһа ла йәшен атҡанмы?- тип тытылдай бирә. Үҙенә тышҡа сыҡһаң, йәшен ата, тинем бит инде😁
-Юҡ, апайың йоҡлап киткән,- тинем.

Бер заман ишек туҡылдата башланылар. Дыһырлатып, емереп алып киләләр. Тағы һикереп торҙом. Йәшен йәшнәй, ямғыр ҡоя. Был ваҡытта кем йөрөй икән ,тип йүгерекләп сыҡһам, бикәсем Филия Муллагулова торған була😂

Лыс һыу , бысраҡ, ҡойо, ҡысҡырып илай😂
-Уйййй, нимә ҡарап йөрөйһөң ул?- тейем. Быным һарыҡ көтөп йөрөгән икән. Йәшен туҡтамағас, ,һарығын ташлаған да илай-илай ҡасып ҡайтҡан.

Ярай, ағас төбөндә ултырып торам, тимәгән, йәшен бит ағасҡа ата. Уны индереп алып, йыуындырып, мунсанан һуң кейә торған йомшаҡ халатҡа төрөп, нәскей кейҙереп ултыртып ҡуйҙым. Саҡ тынысланды, ҡалтырап, ҡото осҡан.

Йәшен йәшнәгән һайын ҡолағымды ябам да, ҡысҡырып сүгәләйем, саҡ ҡайтып еттем, тигән була😂 и-и-и, хәҙер көлкө. Ул саҡта Филиәгә13-14 йәш тирәһе булғандыр. Атаһы һыйыр көтөргә сыҡҡан булған. Ауылда шул бит инде, ике көтөү бер юлы килергә мөмкин. Балалар бәләкәй тип ҡарап тормай, көтөү көтөргә сығарабыҙ.

Элекке йыл үҙемдең өс бала һарыҡ көтә китте. Иртәнсәк яҡшы итеп тороп ашарға һалып, сығарып ебәрҙем. Обед алып барырмын, тип әйттем дә, былар киткәс, яйлап билмән, пицца бешереп йөрөп ятһам, иртәнге 09.00 Арсен ҡайтып ингән:

-Әсәй, бөгөн һин беҙҙе ашатаһыңмы юҡмы ?- тип аңҡайта ҡарап тормаһынмы😂😂😂 "Терт" итеп ҡалдым:

- Атағатаҡ, тамаҡ биреп ебәрҙем бит һуң ?!
-Уны беҙ барғас та ашап бөттөк тә, хәҙер асыҡтыҡ!
-Кем менән ҡайттың ул?- тейем аптырап.
-Үҙем инде, кем менән булһын?!

Апаһы менән ағаһы Арсенды тамаҡ алып килергә ҡайтарып ебәргәндәр. Ещё, әсәйгә әйт, шыуҡылдатып аш, тупырлатып йомортҡа һалмаһын, тәмле бер нимә бешерһен, тип әйтеп ҡалғандар, батша ғәли-йәнәптәре😂😂😂

Ул ваҡыт Арсенға 8 йәш ине, рүкзәк йүкмәп ҡайтып ингән, ҡалаҡ-малағы, һауыты төшөп ҡалып бөткән 😂😂😂

Ҡайным мәрхүм ыуаланып алып китте, уй ҙа уй, тип. Балалар асыҡҡан, тигәнде ишетһә ҡото оса торғайны😂 Уралия, тәүге йылы интернаттан, асыҡтым, тип шылтыратыуы була , һуң, тип тормай сығып китер ине😁Был юлы ла:
-Килен,тиҙ бул, килен, ҡана һала һал, үҙем алып барам машина менән , әҙерме, ҡана ?!- тип, сумканы алды ла, Арсенын ултыртып алып, елдереп сығып китте. Обед яңынан бешерҙем, уны ла ҡайным алып китте, ҡана тиҙ бул, хәҙер малайҙар ҡайтып инер атыу, тип, унан "Мортаза сәйе"нә (4-5 тирәһендәге сәй ) тип китте ҡайным.
-Инде тамаҡ бармай, ҡайтҡас ашарҙар, тип әйт, тип тороп ҡалдым. Ҡайтыуҙарын инде ҡоҙа көткәндәй көтөп алдым. Бешерендем, мунса яҡтым. Көтөүгә ҡаршы барып, һарыҡтарын ҡыуышып алып ҡайттым😂
Шулай бына ауыл тормошо.

Читайте нас: