Проза
4 Мая 2023, 12:56
ЛИТЕРАТУРА

“Ә МИНЕҢ АТАЙЫМ ҠАЙҘА?” – ТИП ҺОРАНЫ УЛЫМ. Хикәйә. Рәлиф КИНЙӘБАЕВ

Тәү ҡарамаҡҡа, мин бик иртә һәм уңышлы кейәүгә сыҡтым. Минеке булмаһа ла фатир, иҫке булһа ла иномарка, ата-әсәһе лә хәлле кешеләр. Ләкин, нисек кенә булмаһын, мин – килен, ят кеше.

Улар өсөн, ниндәй генә булмаһын, иҫерекме, айныҡмы, тупаҫ һуғыш суҡмарымы, үҙ улдары ғәзиз һәм яҡын. Кейәүгә сыҡҡан һәр ҡыҙ икенсе донъяға килгәндә иң тәүҙә шуны белергә – ҡағиҙәләрҙе танырға һәм яраҡлашырға бурыслы. Башҡаса мөмкин түгелдер. Ошо хаҡта мине иҫкәртеүсе, өйрәтеүсе булманы, һәм минең ғаилә тормошо уңышһыҙлыҡҡа дусар ителде. Кем белә, әйтәйек, шул уҡ фатирҙың ҡәйнәм исемендә булыуы, беҙҙең торлаҡта ваҡытлыса теркәлеүебеҙ билдәле булһа, шул талаптарҙан сығып, мин дә үҙемдең мөнәсәбәттәремде ҡорғанда үҙемде башҡасараҡ тотор инем.
Нимәләр булғанын ентекләп яҙып тормайым. Бөтәһе лә ваҡ-төйәк, хатта иғтибарға ла лайыҡ түгел, көнкүреш мәшәҡәттәре һәм ығы-зығыһы. Улыбыҙ тыуҙы. Мин тулыһынса ваҡытымды балаға бағышланым. Шуға күрә иремдең ҡайһы бер ҡылыҡтарын йөрәккә нығыраҡ ҡабул иткәнмендер, ә ҡайһыларына күҙ йомғанмындыр. Уның бер-ике көнгә юғалыуы, балыҡҡа китеүе аптырата башлағас, был мәсьәлә ҡайным һәм ҡәйнәм кимәленә күтәрелде, билдәле, минең мәсхәрәле еңелеүем менән тамамланды. Мин аптырап ҡалдым. Улар мине, ул бүләк иткән киленде, нисек йәшәргә өйрәтергә тотондолар һәм быларҙың барыһы ла улдарына маҡтау йырлау аша еткерелде. Этеп-төртөп, мин тағы бер йыл түҙҙем әле. Кемдәр нисектер, мин – үҙ ҡәҙеремде белгән, йоҙроҡ тәрбиәһен инҡар иткән кешеләрҙәнмен. Бер йыл миңә, үҙемде яҡлау өсөн, көрәшергә тура килде. Хәҙер үкенәм, ҡатынына ҡул күтәргән ир бының йоғонтоһон һиҙеп ҡалһа, бер ваҡытта ла тынмай. Һәр осраҡта йоҙроҡ менән тәрбиәләргә тотона.
Ике йылдан һуң мин әсәйемдәргә ҡайтып киттем. Улар, минән бигерәк, улымды яратып ҡабул итте. Шунда ғына мин үҙемде, айырылған ҡатын булһам да, кеше итеп тоя башланым. Ләкин әсәйем дә, атайым да беҙҙең ғаиләбеҙҙең ҡушылыуына өмөтөн өҙмәй ине әле. Әсәйем, бигерәк: “Бар, барып кил, хәлдәрен белгән бул, ҡыуып сығармаҫтар әле”, – тип өгөтләне һәм маҡсатына иреште. Бер көн иртән торҙом да (23 февраль менән 8 март араһы ине), ҡайным менән ҡәйнәмә бүләктәр һатып алдым, хәл белеү маҡсаты менән, ишек ҡыңғырауына баҫтым. Ни тиһәң дә, хәҙер улыбыҙға өс йәштән артыҡ. Тиҙ үҫә, аҡыллы, тыныс, иртә һөйләште, хәрефтәр таный башланы. Балалар баҡсаһында үҙе йөрөгән төркөмдә иң көслө балаларҙан иҫәпләнә. Тәрбиәселәре хатта, һеҙҙең улығыҙ вундеркинд булмаҡсы, тип өмөтләндерҙе. Ә улым, ҡайтып инеү менән, өләсәй менән олатайға: “Мин вундеркинд булам!” – тип иғлан итте.
Улымды олатайы менән өләсәһенә, һис юғы, атаһына күрһәтергә теләйем. Сөнки иртәле-кисле, улымды баҡсаға алып барғанда-алып ҡайтҡанда әсәйҙәр, атайҙар менән йыш осрашырға тура килә. Улым Айнур күрә, сағыштыра һәм һығымта яһайҙыр. Мәҫәлән, Радмирҙы көн һайын әсәһе ала ине, бөгөн атаһы килгән. Был үҙгәрешкә бәлки берәү ҙә иғтибар итмәгәндер, ләкин минең улым урап үтә буламы һуң инде: “Ә минең атайым ҡайҙа, әсәй?” – тип һораны ғәм халыҡ алдында. Беренсе тапҡыр атаһын һораны. Мин был һорауға яуап бирергә әҙер булмай сыҡтым. Шул ваҡыт кисергәндәремде яҙып тормайым.
Мин ҡыңғырауға баҫтым һәм ишек шунда уҡ асылды.
– Ә, һеҙ килдегеҙме ни? – тине ҡәйнәм. Аптыранды. Ҡайным күренде.
Эскә үтергә саҡырыусы булмаһа ла, мин индем һәм бар түҙемлегемде йыйып, артабан нимә булырын фаразларға тырышам. Өндәшмәйем. Ә улар төшкө ашты ашап ултыралар ине. Улым үтергә, яңы урын менән танышырға, өләсәй менән олатайҙы, атайҙы күрергә ынтыла. Мин тотоп торам. Ә улар аш ашай. Атаһының аш шөрпөлдәтеүенә һәм ҡалағын шаҡылдатыуына ҡарағанда, төптә ултыра. Аҙаҡ ҡабаланмай ғына сәй эстеләр, икебеҙ ҙә иртән ашап сыҡҡайныҡ, туҡланыу мәсьәләһе беҙҙең өсөн, хәҙергесә әйтһәк, актуаль түгел. Ә миңә ҡыҙыҡ: был һынашыу күпме дауам итер һәм кем файҙаһына тамамланыр икән? Олатай менән өләсәй өсөн Айнур – тәүге ейән. Бер ниндәй өҫтөнлөгө төҫмөрләнмәһә лә, дәғүә ишетелмәһә лә, беренсе ейәндән дә ҙурыраҡ шатлыҡ-ҡыуаныс өсөн тағы ниндәй бәхет бар? Бәлки мин йоҡлайымдыр, һаташамдыр? Күрмәйһегеҙме ни, һеҙҙең ейәнегеҙ килгән? Ул һеҙҙең менән танышырға, һеҙҙең өйөгөҙҙә уйнарға, анауы, беҙҙе ят итеп ҡарап торған бесәйҙе тотоп ҡарарға теләй. Юҡ...
Ниһайәт, ҡайным сыҡты. Оҙон буйлы, мөһабәт, белеүемсә, аҡыллы, түҙемле кеше.
Мин инде бер яҡшылыҡ та, изгелек тә көтмәйем был кешеләрҙән, ләкин өмөтөмдө өҙмәйем:
– Бына, Айнур улым, һинең олатайың, – тинем.
Улым аптырап торманы, йәйәү байтаҡ килгәйнек, башындағы кәпәсен сисеп ырғытты ла, ике ҡулын өҫкә һоноп, күтәр мине, тигән һымаҡ:
– Һаумы, олатай! – тине.
Ҡайнымды мин яҡшы белмәйем, ләкин үҙен үҙе яҡларлыҡ, тәүәккәл аҙымдар яһарлыҡ ирҙәр затынан, тип уйлай инем. Хаталанғанмын икән. Ул урынында тапанды, хатта артҡа сигенде һәм аш бүлмәһенә боролоп ҡараны.
– Ҡуй, килмәһен. Миндә – простуда, аҙаҡ: “Олатай йоҡторҙо”, – тип үпкәләп йөрөрһөгөҙ.
Ә улым олатаһының күтәреп алыуын көтөп, һаман ҡулдарын өҫкә күтәреп, талпынып тора ине әле.
Мин хушлашыр өсөн аш бүлмәһенә үттем:
– Ярай, рәхмәт, һау булығыҙ! – тинем.
Элекке ирем, миңә боролоп ҡарарға ла ҡурҡып, сәй эсә, әсәһе эргәһендә нәмәлер сәйнәй, ә ят бер ҡатын тәрилкәләрҙе йыйыштыра ине. Ул миңә бер генә боролоп ҡараны, уның ҡарашында “хәҙер бында мин хужабикә”, тип кенә яҙылғайны.
***
Беҙ ҡайтып барабыҙ. Шуныһына ҡыуанам, беҙҙе ҡыуманылар, бары тик беҙҙе индермәнеләр. Үҙемде шулай тынысландырам. Улым өндәшмәй. Килде-килде лә, балалар баҡсаһында бер ҡыҙыҡай һөйләгән шиғырҙы отоп алған да, ҡысҡырып һөйләй башланы:
Атай менән Өфө буйлап
Йөрөйбөҙ ҡала гиҙеп,
Баш ҡалабыҙ тураһында
Һөйләй ул теҙеп-теҙеп.

Цирк ҡараныҡ, Ҡурсаҡ йортон,
Иң-иң матур ерҙәрҙе,
Атай әйтә: “Өфө ҡарт та,
Ә йәшәрҙе, үҙгәрҙе”.

Салауат батыр янында
Фотоға төштөк бергә.
Баш ҡала иҫтәлеге, тип
Элеп ҡуйҙыҡ иң түргә.

Танып торам, Гүзәл апай Ситдиҡованың шиғыры ла баһа! Улымдың отоп алыуын әйт!
Февраль аҙаҡтарындағы һыуыҡ ел күҙҙәрҙе йәшләндерә. Мин ҡулъяулыҡ менән күҙҙәремде һөртәм. Улым миңә күтәрелеп ҡарай һәм: “Әсәй, һин ниңә илайһың?”– ти. Мин өндәшмәйем. Улымды күтәреп алам һәм туҡталышҡа табан атлайым.
Мин – ҡатын-ҡыҙ, бөтәһе лә мине ҡыҙыҡһындыра, ҡайһы ваҡыт иремә ҡағылышлы мәғлүмәт, мин эҙләмәһәм дә, һорамаһам да, үҙенән-үҙе килеп инә. Педагогия институтында бергә уҡыған һабаҡташым тура килде. Ирем уның хәҙерге хәләл ефете менән бер мәктәптә уҡыталар икән.
– Һин ул ирҙе ҡайҙан таптың? Ҡатыны үҙенә пар килгән бит әле! – тип, мин һорашмаһам да, байтаҡ хәбәр, ғәфү итегеҙ, ғәйбәт, тип әйтергә лә мөмкин, ҡалдырып китте. – Беләһеңме, улар икәүләшеп нимә эшләй?
Баҡтиһәң, минең ирем сәғәттәрен, ваҡ-төйәк эштәрен – барыһын да хәҙерге ҡатыны исеменә яҙыуҙы талап итеп, уҡытыу эштәре буйынса мөдирҙең башын ҡатыра икән.
– Декрет аҡсаһы ҡатынына күберәк сыҡһын, тип тырышалыр, – тинем һабаҡташыма.
– Көтөп тор! Уның ҡатыны былай ҙа ике ставка алып бара. Беләһеңме, ни өсөн ҡатынына яҙҙыра? Улыңа алиментты әҙерәк түләр өсөн.
Был хәбәр мине һеңгәҙәтә һуҡҡан һымаҡ булды.
Беҙ аҡсаһыҙ интегәбеҙ. Атайым менән әсәйемә туғандарыбыҙ, ауылдаштарыбыҙ йыш килә. Улыма тейешле шарттар булһын, тип ҡуртымға бер бүлмәле фатир яллағайным. Байтаҡ ҡына түләргә тура килә. Уның ҡарауы, эшемә лә, балалар баҡсаһына ла яҡын.
Миндә иремә йә уның атаһына хат яҙыу теләге уянды. Мине улар ҡабул итмәһәләр ҙә, уларҙың тәүге һәм, белеүемсә, берҙән-бер ейәне минең ҡулымда. Миңә уларҙан, бик ауыр булһа ла, бер ярҙам да кәрәкмәй, ләкин улымдың атаһы, өләсәһе, олатаһы барлығын белеп үҫеүен, уларҙың да тәрбиәләүҙә ҡатнашыуын күрергә теләйем.
Ул хатты мин ай буйы яҙым. Нәмә генә тип яҙа башлаһам да, үпкәләгән һымаҡ килә лә сыға. Эйе, миндә үпкә бар, улар мине бер ҙә юҡҡа рәнйетте, хатта берҙән-бер барыуыбыҙҙа өйгә индереүҙе лә кәрәк тип тапманы. Етмәһә, әсәйем дә: “Һинең улар алдында бер гонаһың да юҡ. Һин уларға бер насарлыҡ та ҡылманың. Һин бар, берәй һылтауын тап та, кереп, күренеп сыҡ”, – тип өгөтләй. Мин хатымды тамамлай алманым.
Тағы бер йыл үтеп китте. Урамда балаларын етәкләп, арбаға ултыртып, йә елкәһенә атландырып йөрөгән атайҙарҙы күрһә, минең улым бик ҡыҙыға һәм уларға көнләшеп ҡарай. Артына әйләнеп ҡарай-ҡарай бара ла, уларға эйәреп китер һымаҡ. Мин берәй һүҙ табып, иғтибарын ситкә йүнәлтәм, йә үтеп китеүсе машинаға күрһәтәм. Сөнки улым машиналар ярата. Уға машиналағы балалар ултырғысы ҡыҙыҡ. Атайҙар малайҙарын, ҡыҙҙарын шунда ултыртып йөрөргә тейешлектәрен белә. Ни хәл итәйем, улыма дүрт йәш тулып уҙҙы, ә ул һаман балалар креслоһына ултырып ҡарағаны юҡ.
– Ә минең атайҙың машинаһы ниндәй маркалы? Балалар ултырғысы бармы? – тип һорауы миңә ҡәтғи талап һымаҡ ишетелә. Иҫке икәнлеген беләм, ләкин был һорауға яуап бирә алмайым.
Беҙ, бер йыл самаһы ваҡыт үткәндән һуң, олатай менән өләсәйгә сираттағы сәфәребеҙҙе ҡылып ҡарарға булдыҡ. Бүләктәр, күстәнәс әҙер. Шәмбе төшкә ҡарай, мин улыма тағы ла: “Беҙ бөгөн атайҙы, олатай менән өләсәйҙе күрергә барабыҙ!” – тип иғлан иттем.
Улым “Ура!” ҡысҡырып, тәкмәс атты, шунда уҡ йыйына башланы. Уларға берәй уйынсығын алып барып күрһәтергә теләк белдерҙе. Бик оҙаҡ һайланды, ә мин, һағайып, уйланам, был юлы нисек ҡабул итерҙәр? Ишек төбөнән үк тағы бороп ебәрмәҫтәрме? Әрләп сығармаҫтармы? Теге, улар менән эшләгән һабаҡташымды күргәнем юҡ. Шулай булғас, бер яңылыҡ та юҡ. Кем белә, бәлки, өс йылдан артыҡ йәшәйҙәр, килендәре бәпәй үҫтереп ятмаймы икән? Улым ашыға, түҙемһеҙләнә. Минең күңелем тартмай, ләкин улым хаҡына барырға, ишек ҡағырға һәм уларҙың алдына баҫырға мәжбүрмен. Дөрөҫ, ә ниңә мин тартынып торорға тейешмен? Эйе, минең бер хоҡуғым да юҡ, ләкин мин уларҙың улын, ейәнен, тәрбиәләйем. Хатта уларҙың да Айнурҙың нисек үҫеүен күрергә хоҡуғы бар. Мин уларҙы был мөмкинлектән бер нисек тә мәхрүм итә алмайым. Улым хаҡына мин иң ауыр һынауҙарҙы ла үтергә әҙермен. Әсәйемдең һүҙен йыҡҡым килмәй, минең өсөн уларға барыуҙың бер ауырлығы ла юҡ.
Көтөп торғандар, тиерһең. Ишекте шунда уҡ астылар. Олатай менән өләсәй икәү генә өйҙә икән. Уларҙың өлтөрәп йөрөүҙәрен күрһәгеҙ... Өрмәгән ергә ултыртмайҙар. Ейәндәрен ҡулда ғына йөрөтәләр. Хатта бесәйҙәре аптырап, әллә көнләштеме икән, улым эргәһенә килеп, мыраулап, һыйынды. Ҡыҫҡаһы, беҙҙе бик йылы ҡабул иттеләр. Мин һорашманым, уларҙың бик һөйләгеләре, зарланғылары килеүен һиҙеп торам, ләкин ирем һәм уның ҡатыны хаҡында бер һүҙ ҙә булманы. Ашап алдыҡ, залға сығып уйнаныҡ, бүләктәр менән алыштыҡ. Улым бәләкәй машинаһын сығарҙы ла:
– Ә минең атайым ҡайҙа? – тип һораны.
Ҡайным менән ҡәйнәм тағы һиҫкәнделәр, бер-береһенә ҡараштылар, нимә әйтергә лә белмәнеләр. Уларҙың нимә кисергәнен беләм. Сөнки был һорауҙы мин былтыр ишеткәйнем һәм нимә тип яуап бирергә лә белмәй, бик ауыр хәлдә ҡалғайным. Үҙем дә һиҙмәҫтән, әсәйем һеҙгә сәләм әйтте, хәлдәрегеҙҙе һорашты, тип һүҙҙе икенсегә бороп ебәреп ҡараным. Ләкин улым ныҡыш булып сыҡты:
– Атайымдың машинаһы бармы? – тип һораны.
Мин үҙемдең эшем, улымдың балалар баҡсаһындағы уңыштары, атайым менән әсәйемдең хәле тураһында һөйләйем, ә улым:
– Атайым бөгөн ҡайтамы? – тип һорай.
Минең өсөн иғтибарҙы ситкә йүнәлтерлек дәлилдәр бөттө. Ҡайным менән ҡәйнәм тағы ла бер-береһенә ҡараштылар ләкин өндәшмәнеләр. Ысынлап та, ҡайҙа беҙҙең атай? Был хаҡта минең дә белгем килә, ләкин улым ҡыҙыҡһынғас, мин нимә тип һорайым инде.
Яуап булмағас, улым тороп китә һәм бүлмәләрҙе ҡарап сыға.
– О! Һеҙҙең фатирығыҙ ҡайһылай ҙур! – тип һоҡлана ул. – Ошонда икәү генә йәшәйһегеҙме? Ә беҙҙә Ларисаның да, Димдең дә фатирҙарында үҙ бүлмәләре бар икән. Данилдыҡы ла бар. Минеке генә юҡ...
Олатай менән ейәне күңелле итеп уйнайҙар, ә беҙ ҡәйнәм менән аш бүлмәһенә сыҡтыҡ. Шул арала ҡәйнәм миңә барыһын да һөйләп бөттө. Хәҙерге килендәре ошо фатирҙарын “общага”, “проходной двор”, тип атаған һәм кеше күп килеүен яратмаған. Әле бәләкәй ғаиләләр өсөн тәғәйенләнгән ятаҡта йәшәйҙәр һәм ошо фатирҙарын бүлеүҙе талап итә икән.
– Беҙгә әллә ҡайҙан фатир эләгә. Бында – баҙар, дауахана, ҡайныңдың эшләгән урыны эргәлә генә. Утыҙ йылдан артыҡ йәшәйбеҙ, күршеләр – тыныс, һәйбәт кешеләр. Ярай, бүлеп бирҙек тә, ти, бында бит Айнурҙың да өлөшө бар. Ҡайның ныҡ тора, һеҙҙе торлаҡһыҙ, урамда ҡалдырғыһы килмәй, беҙгә күпме генә йәшәргә ҡалған, – тип һөйләп өлгөрҙө.
Көн үтте. Беҙ ҡайтырға йыйынғас, Айнур:
– Әсәй! Мин бында ҡалам! – тине.
Өләсәй менән олатай тамам үҙҙәренә ҡаратып алғас, сабый нимә тип әйтһен инде. Бына ҡайтып барам, февраль еле һалҡын шул, әсе елдән күҙҙәремдән йәш ҡойола. Кешеләр мине, был ҡатын ниңә илай, тип уйлайҙарҙыр инде. Уйлаһындар, бәлки шатлыҡ йәштәрелер улар.

Читайте нас