

Ысынлап та Әхтәм күп тә үтмәй көрәк балта тотоп күрше ҡатының ҡоймаһын рәтләп тә йөрөй ине. Гөлүзәнең быға сығарынан сыҡһа ла түҙҙе. Әммә ғауғалашып йөрөүҙе урынһыҙ һәм үҙенән түбән эш итеп һанауы һаман да аңлашыла ине. Ярҙам итеүе әллә ни зыяны юҡ та, әммә кеше барыбер күрә, үҙенсә һығымта яһай бит инде. Гөлүзә кеше өсөн ирҙе кеше итеп алмағанмын, тип уйлай ҙа инде, тик барыбер быға тиклем хәләленә бер һүҙ әйтмәй килде.
“Тот та аҫылын имеш! Шундай матур тормош менән йәшә-йәшә лә! Донъяңды кеше буйы етмәҫлек итеп ҡор ҙа, һыу һөлөгөндәй ҡатыныңды, иҫ китмәле балаларыңды ҡалдыр ҙа, ят та үл инде! Нимә етмәй һуң был ирҙәргә!” Юҡ аңлай алмай, алмаясаҡ та быны күрше ҡатыны Гөлүзә. Юҡ башына һыймай ҡатындың. “Ярар үҙе үлгәне генә етмәгән, сибәр ҡатынын кемгә ҡалдырған һуң, диуана! Бар ирҙәрҙең һеләгәйе ағып йөрөй бит, хәҙер уға ҡарап!” Ниндәй генә тарафтарҙан ҡоҙалап килмәнеләр Мәмдүҙәгә. Береһен дә ҡабул итмәне. Балаларымды ят кеше ҡулында үҫтермәйем, тип тороп ҡала бирҙе.
Ирҙәр уралана ураланыуын уның янында. Тик файҙаһыҙҫа ғына. Яҡын да ебәрмәй уларҙың береһен дә Мәмдүҙә. Әммә оло донъяны алып барыу өсөн ир көсө лә кәрәк шул. Балаларының әле ҡанаттары нығынып бөтмәгән, үкенескә күрә, улар бәләкәй әле. Әлбиттә, ҡустыһы килеп ярҙамлашып йөрөй. Тик ул бит икенсе ҡалала йәшәй. Йыш йөрөй алмай. Шуғалырмы Әхтәме лә йыш ҡына күршеһе Мәмдүҙәгә кергеләй башланы һуңғы ваҡытта. Ярҙам итә, уныһын-быныһын рәтләп бирә хужалыҡта.
Юҡ! Гөлүзәнең ире Әхтәм һулға йөрөгән әҙәмдәрҙән түгел. Мәмдүҙә лә уйнаш ҡатын түгел һис кенә лә. Әммә әйләнгән һайын инә лә китә шул уның йортона ире. Уныһын төҙәтә, быныһын йүнәтә.
Оҙаҡ түҙҙе ҡатын. Бер саҡ түҙмәне Гөлүзә: “Йә мин, йә ул!” тип тауыш сығарҙы ла ҡуйҙы ҡапыл ғына.
– Гөлүзә, һуң ҡапыл мин үлеп ҡуйһам... Донъя хәлен кем белә инде, алтыным!.. һиңә лә ярҙам кәрәк була ла инде. Нисек мин Мәмдүҙәне ташлап ҡуя булам ине тора килеп. Ул бит һинең дә, минең дә туғаным, алыҫ булһа ла, ни тиһәң дә.
– Туған?! Һиңә уның туғанлығы ҡайҙа?! Кеше көлә бит инде минән! Ни тип Мәмдейгә биреп ҡуйҙың иреңде тип әйтәләр, көсөк! Оят!
– Һуң, Гөлүзә!
– Бөттө! Етәр! Юҡһа ул, йә мин китәм һинән!
Китмәне Гөлүзә. Сөнки ул иренең ти тиклем ҡайҙа булғанын күрһә лә, яратты һәм хөрмәт итте. Әхтәм дә, әлбиттә, күрше ҡатынға ҡорал тотоп ярҙамлашырға йөрөүен һирәгәйтте. Ары бире эштәрен дә кеше һиҙерлек итеп башҡарманы. Шулай ҙа барҙы ҡай саҡта бик кәрәк ваҡыттарҙа. Гөлүзә лә үҙ иренең күрше ҡатынының эштәрен эшләп йөрөүен һиҙә лә, белә лә ине.
Бер көн Әхтәмдең күрше ҡатынына бағана ултыртып тороуынан сығарынан сыҡты. Түҙерлек әмәле ҡалмағайны уның.
– Мәмдей, хайуан, ир минеке! – тип баҡырып юл буйында ятҡан көрәкте алып, Әхтәменең башын яра һуҡҡас, йүгереп барып Мәмдүҙәнең сәстәренә йәбеште...
Гөлүзә аңына килгәндә ниндәйҙер аҡ халат кейгән кешеләр югереүен, һәм ни өсөндөр шул бәндәләр араһында ятыуын аңлап ҡалды... Бер ҡатын уға йәшле күҙҙәре менән ҡарап ҡулып һыйпап тора ине хатта... Гөлүзә уның йөҙөн ни тиклем төҫмөрләһә лә булдыра алманы. Бер саҡ теге ҡапыл ғына ҡулын өҙҙө лә, табип менән һөйләшеү өсөн ситкәрәк китте.
Уларҙың һөйләшеүе уға асыҡ ҡына ишетеп ята ине.
– Уның ире күптән түгел аҫылынып үлде. Шундый ҡайғы өҫтөнә оло донья мәшәҡәте етмәһә, балалар бәләкәй. Ярҙам итер кешеһе лә яҡында юҡ. Шуға ла сыҙаманы инде, аҡыл яғы ҡыйшайҙы шикелле бөтөнләй. Мендәр ала ла, улица буйлап һелтәнеп йөрөй. “Мәмдей, хайуан, ир минеке!” – тип ҡысҡыра етмәһә. Эй алла!
– Бик ауыр хәл!
– Бик көнсөл булды апайым. Ирен һәр бағананан көнләште. Шул холҡо менән еҙнәмде элмәккә башын тыҡтырҙы ла инде.
– Әйтеп булмай! Тырышырбыҙ! Оҙаҡ ҡына ятыр инде беҙҙә. Ғаилә фәләне нисек, балалары?.. Телефонығыҙҙың номерын ҡалдырырһығыҙ беҙгә... Исемегеҙ кем тинегеҙ әле?.
– Әлбиттә. Мин Гөлүзә булам. Мин уның һеңлеһе. Мин бер үҙем йәшәйем, балалар миндә булыр.
– Апайығыҙҙың исеме кем була?
– Мәмдүҙә. Мәмдүҙә Мөкминова.