

Сағыштырмаса бик ауыр ғына участка булғас, бер кем дә бында эшләргә ашҡынып торманы. Ә дистанция ҙур, беҙгә көн дә башҡа станцияларҙан һәм яҡын-тирәләге околотоктарҙан путеецтарҙы ебәрәләр ине ярҙамға. Хатта берәйһе эсеп эләкһә, йә эш боҙһа, етәкселек улар өсөн тәрбиә биреүҙең иң ҡулай ысулын һайлап ҡуйған – уны беҙгә даими эшләргә күсереү.
Серега күрше ҡалала йәшәй һәм күп йылдар ҡайғы белмәйенсә, үҙенең йортонан алыҫ түгел урында эшләп йөрөгән булған. Уны бер ваҡыт нисектер артыҡ ҡыйыулығы йәки дыуамал характерҙа булыуы арҡаһында беҙгә оҙаттылар. Бер юлы. Мастерҙарына ҡаршы, унда бола күтәргәндәр, тиҙәр. Дөрөҫмө, юҡмы икәнен белмәйем, әммә һөҙөмтәһе күренеп тора. Уларҙың нимәһелер килеп сыҡмаған булып сыға тимәк. Бригадаһын төрлө участкаларға таратҡандар, ә Серега беҙгә тимер юлдың иң ауыр таулы-соҡорло участкаһына килеп эләкте.
Эшкә ул ҡала яны электр поезында килеп-ҡайтып йөрөй. Электричка иртән һуң килә. Унынсы киткәс кенә. Ә смена һәр ҡайҙағыса теүәл һигеҙҙә башлана. Эшкә һуңламаҫ өсөн ҡайһы берҙә Серега машинаһында ла килә. Ләкин бензинға артыҡ аҡса түгеүҙең мәғәнәһе юҡлығы, һәм етмәһә шәхси автотранспортты ҡулланыуҙы тыйыу арҡаһында ла, ул ғәҙәттә ҡала яны электр поезында килергә мәжбүр.
Әлбиттә, бригада уның килеп еткәнен бер ҡасан да көтмәй, иртәнге һигеҙҙә үк станциянан эш урынына юллана. Серега станцияға килеп төшкәс, яңғыҙы ғына унда бер-икеме, ҡайһы берҙә биш-алты саҡрымлап эш урынына тәпәйләй. Беҙ станциянан ҡала яҡ юнәлешендә эшләү сәбәпле, һәр саҡ ул поезда беҙҙең эргәнән уҙып китә. Ошо ваҡытта ул форточканан башын тығып, йә тәҙрәгә һыйынған килеш коллегаларына, йәғни беҙгә ҡулын болғап йылмая. Беҙ ҙә ҡалышмай, уны ла сәләмләйбеҙ. Шуға күрә, Сергей беҙҙе күреп, бригаданың бөгөн ҡайһы тирәләрәк эшләүен һәм хәҙер ҡайҙа атларға кәрәклеген яҡынса белеп тора.
Халыҡ быға шул тиклем өйрәнгән, электричка күренеү менән, уны сәләмләр өсөн ҡараштарын тәҙрәгә йүнәлтә. Серега һәр саҡ бер үк вагонда, шул уҡ урында йылмая тороп, үтеп китә. Ә беҙҙекеләр «Барков килә!» - тип ҡулдарын күтәреп тороп ҡалалар.
Әммә көн дә шулай түгел бит инде, алдан әйткәнемсә, ҡайһы саҡ ике аҙнаға бер тапҡыр үҙенең машинаһында ла эшкә килә. Ваҡытында килеп етә һәм станциянан барһы менән бергә эшкә юллана. Бер көн шулай электричка беҙҙең яндан үтеп бара, бер егетебеҙ: «Барков килә!» – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Сереганың был ваҡыт үҙ араларында тороуын барыһы ла белгәнгә, шаяртыуҙы аңлап көлөп ебәрҙеләр. Был Барковтың бигерәк тә үҙенә айырыуса оҡшаны.
Ваҡыт үтә торҙо, ул әле электричкала, әле машинала эшкә йөрөй. Иртәрәк килгән көндәрендә электричкаға төртөп бер саҡ үҙе лә шаярта башланы. «Ана мин киләм!»
Бер йылдап ваҡыт үтеп китте. Электричка шулай уҡ үҙенең расписаниеһы буйынса йөрөүен дауам итә. Шаяртыуҙар ҙа, яйлап көсөн юғалтһа ла, туҡтаманы. Бер заман шулай беҙ һәр саҡтағыса электропоездың үткәнен ҡарап торабыҙ. Бригада инде был ваҡытта үҙҙҙәренеү юлсылар будкаһы янында тора, һәм барыһы ла үҙ эштәре менән шөғөлләнә һәм алдағы эш сменаһына әҙерләнә ине. Шул саҡ бер егет элеккене иҫенә төшөрөп, ҡапыл: «Барков килә!» - тип ҡысҡырып ебәрҙе. Серега, әлбиттә, был көндә машинаһында килгәс, быны шаяртыу ғына икәнен аңлап тора инек.
Шулай ҙа ғәҙҙәтәгесә башты ул яҡҡа бороп, Сереганың шул уҡ урында йылмайып ҡул болғап тороуын күреп ҡалғас, беҙҙең ауыҙҙар асылды. Барыһы ла ярауһы ғына тертләп китте. Шунда уҡ Серегаға барһы боролдолар. Әммә ул беҙҙең арала юҡ ине. Эҙләргә керештеләр. Ул алыҫҡа китмәгән икән. Был ваҡытта будканың төпкө мөйөшөндә күсмә электр станцияһын ремонтлап ултыра ине.
– Серый, һин ҡайҙа булдың, хәҙер “секцияла” үҙеңде китеп барғаныңды күрҙеңме? – тине уға коллегаларының береһе.
– Бөгөн электричка юҡ. Алдашмағыҙ. Бөгөндән ул йөрөмәй. Шуға күрә машинала килдем дә инде.
– Нимә үтеп киттең һуң ул саҡта?
– Белмәйем. Бәлки, ул берәй ниндәй «осоусы голандецтыр». Бөгөн былай мин ял итәм, әммә грек (мастерҙың ҡушаматы ошолай) электр станцияһын йүнәтергә һорағайны. Мин уны эшләнем тиерлек. Магазиндан бер нәмәһен һатып алырға ғына ҡалды. Хәҙер мин ҡайтып китәм, иртәгә эшләп бөтөрөрмен. Костя белә был турала. Хәҙер килә ул, – тип барыһын да бер тында теҙеп һалды Серега.
Шунан һуң Сергейҙы бер кем дә күрмәне. Оҙаҡламай бригадирыбыҙ Костя килеп етте. Уның һөйләүе буйынса ҡаршыһына станцияға барышлай Серега осрап һораған:
– Бөгөн иртәнсәк Смолинонан электричка булдымы?
– Юҡ, бөгөндән туҡтаған ул, төшкөһөн генә ҡалдырғандар, – тип яуаплаған теге.
– Мин дә шул тим тегеләргә. Ярай, ЭСканы йүнәттем. Магазиндан бер нисә щётка һатып алырға кәрәк. Иртәгә ҡороп ҡуйырмын, машинам менән шулай уҡ киләм инде.
Бөгөн иртән Серега эштә күренмәй әле. Һуңлайҙыр. Ул үҙе бер кемгә лә шылтыратмаған һәм телефонға ла яуап бирмәй. Көтәбеҙ. Электричка ла булманы. Барков менән дә, унһыҙ ҙа.