Все новости
Проза
23 Апреля 2022, 09:15
ЛИТЕРАТУРА

МӘҢГЕ БӨТМӘҪ ТӨШ... (хикәйә)

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ

МӘҢГЕ БӨТМӘҪ ТӨШ... (хикәйә)
МӘҢГЕ БӨТМӘҪ ТӨШ... (хикәйә)

Рәмзиәнең төшө бөгөн дә боларҙы. Ярай, үткәнендәге һымаҡ, Ҡафтау яҡтарында йөрөмәне. Ғаиләһе менән һаман да ауылда, имеш. Райман менән оло йәйләүҙә бесән сабалар, имеш. Күңелле генә эшләп йөрөйҙәр. Арыҫлан тырмата. Инде ҡыҙып эшләй башлаһалар, ямғыр яуа ла китә, яуа ла китә. Арыҫланы, күлдәксән генә көйө, ямғыр аҫтына сыға ла баҫа инде. «Ҡоторма!» – тип әйтеп тә ҡарай, юҡ, тыңламай. Ҡырҡтан ашҡан ир шулайтып тормаһа инде. Ҡырҡтан ашҡан? Рәмзиә, нисә йәш булды икән, тип һанаштырып ҡараны, тәки осона сыға алманы. Ҡуй инде, төштәге иҫәптең рәте-сираты булһа икән. Тороп, һауыт-һабаһын ҡараштырып, газға сәйен ултыртты. Шым ғына Венера килеп инде. Ипле генә итеп, бер-береһенә хәйерле иртә теләштеләр. Рәмзиә Венераға төшөн һөйләмәк булғайны, уныһы арлы-бирле итте лә сығып та юғалды.
Юлдаш халҡы бик ҡыҙыҡһыныусан бит. Ят, бығаса күренмәгән ҡатындың ауылға килеп сығыуына иғтибар иттеләр. Һорашалар: кем ул, ни эшләп йөрөй, ниңә килгән?
Бында нисек килгән һуң әле ул? Теге, тәүге кампания ваҡытында, Чечняға улдарын юллап барып, шунда танышҡайнылар. Кеше түгел, эт күрмәгәнде күрҙеләр. Ә бит ул көндәр кисә генә булған һымаҡ. Рәмзиә Венераны шунда яҙа-йоҙа ғына күреп ҡалғайны, хәтерендә лә түгел ине һымаҡ. Ә Венераның хәтере яҡшы. Рәмзиәне ниндәй сәй эскәне, кем менән һөйләшкәненә тиклем хәтерләй. Рәмзиәнең сәйгүне ҡайнап сығыуға, ире Райман да тороп килеп сыҡты.
Күренеп тора, Райман сит ҡатындың бында ҡунаҡлап ятыуына риза түгел. Һөмһөрө ҡойолоуынан уҡ шуны аңларға була: Венераның ни өсөн килеүен асыҡларға ла, тиҙерәк ҡайтарып ебәрергә ҡушасаҡ. Әле лә ире һүҙҙе шунан башланы:
– Һораштыңмы? Ниңә килгән?
– Өндәшкәйнем, һине күрһәм, күңелем бушап ҡалырмы, тигән була. Шул, теге ваҡыт Моздокта бергә йөрөгәнбеҙ икән. Минең ни, хәтер насарланды. Ә ул вис кенә иҫләй.
– Тәртипле йөрөнөңмө һуң? Аҙып-туҙманыңмы? – тине ире, ҡатынына уҫал ҡарап.
– Беҙ унда аҙып-туҙырға барманыҡ, Райман.
– Нимәгә барҙың һуң? Улыңды тапҡас, Арыҫланды әйтәм, ниңә алып ҡайтманың? – тине ире.
– Ниңә алып ҡайтманың, тиһеңме? Ул йәш кенә һалдаттар унда шул тиклем күп ине. Ҡайҙа ҡарама, йүгереп малай-шалай йөрөй. Танкылары күп, ҙур. Бер ҡараһам, Арыҫлан килә ята: «Әсәй, һаумы! Ни эшләп килдең?» – ти.
– Йә, етәр! Һин быны миңә йөҙ тапҡыр һөйләнең инде!
– Үҙең һораның, мин – һөйләнем, – тине ҡатыны.
– Һиңә ышанһаң, һөйләгән һайын, төрлөсә һөйләйһең. Теге ваҡыт танкистарҙы баһадир кәүҙәле, тигәйнең, әле ваҡ ҡына малай-шалай, тиһең.
– Эйе, Райман, унда малай-шалай ине. Хәҙер улар үҫте бит, ныҡ үҫтеләр, баһадирға әйләнделәр.
– Йә, ярай, етәр! Венераны, ипләп кенә һораш та, ҡайтарып ебәр. Эш ваҡыты, бында ятмаһын. Ире нисек ебәргәндер бында?..
Ире хаҡында һүҙ сыҡҡас, Рәмзиә әйтмәй булдыра алманы:
– Әллә һин уның ире бар, тип уйлайһыңмы? Йүнләп, донъя көтә торған ҡатынға оҡшамаған ул. Булмаған ауылы, йөрөмәгән районы ҡалмаған. «Һине эҙләп, ун ике Юлдаш ауылында булдым», – ти.
– Һуң, шул Юлдаш ауылдарын военкомат аша ғына белеп булмай инеме ни? Унда бит һинең фамилияң яҙып ҡуйылған. Арыҫланды ла белмәгән кеше юҡ. Ниндәйҙер мутлыҡ эҙләп йөрөй был ҡатын! Әгәр иртәгә тағы бер нәмә сығарһа, ғәжәпләнмәҫмен. Үҙенең ниңә килгәнен әйттеме?
– Юҡ, өндәшмәй. Һораштырғайным, бер һүҙ әйтмәне, – тине аҡланғандай ҡатыны.
Иртәнге аштан һуң Райман эшкә китте. Оҙаҡламай Венера ҡайтып керҙе.
– Ҡайҙарға барҙың, ниҙәр күрҙең? – тине Рәмзиә.
– Зыяратығыҙҙа Сәхиев Арыҫлан Райман улының ҡәберен барып ҡараным. Гөл-сәскәгә күмелеп ултыра. Хәҙер сәскә үҫтереүҙән ни файҙа инде? – тине Венера.
– Үҫтергәнем юҡ, – тине Рәмзиә, – өй эшенән бушап булмай, мәктәп уҡыусылары тырыштыра, шикелле.
– Һеҙҙең ауылдыҡылар йомарт икән, тәңкәләр һалып киткәндәр.
– Беҙгә килеүеңдең маҡсаты шул зыяратты ғына күреү инеме?.. Бәлки тағы ла нимәлер күрергә теләгең барҙыр?
– Юҡ, бер теләгем дә юҡ, – тине Венера. – Теге ваҡыт, Моздокты әйтәм, һеҙ бик тиҙ юғалдығыҙ бит.
Моздок тураһында һүҙ сыҡҡас, Рәмзиә тағы ла һиҫкәнде, хатта урынынан тороп уҡ китте, тәҙрәнән ҡарап алды. Йәнәһе, ире күренмәйме.
– Юғалмай, эргәлә генә һуғыш бара, төркөм-төркөм булып улдарын алып ҡайтырға килгән әсәйҙәр йөрөй. Етмәһә, тегеләр баҫып килә. Береһен дә аямай ҡыралар, тигән хәбәр сыҡты.
– Ә һин шул мөмкинлектән файҙаланып, улыңды эләктерҙең дә, тиҙерәк ҡастың инде?
– Юҡ, ҡасманым! – тине Рәмзиә ҡаты итеп. – Мин, улымды тапҡас, уны күргәс, тәртипкә килтереүҙәрен һәм ҡайтарып ебәреүҙәрен һораным.
Венера уның эргәһенә баҫты:
– Ә теге иҫерек прапорщик менән килештегеҙме? Рефрижераторҙарҙың асҡысы уның ҡулында ине бит?
– Һин бөтәһен дә беләһең икән. Әллә минең артымдан эйәреп йөрөнөңмө? – тип аптыранды Рәмзиә. – Нимә, әллә прапорщикка һин дә эсерҙеңме?
– Ни эшләп мин уға, һәләк булған улымды күрер өсөн, араҡы эсереп йөрөргә тейеш? Үҙең күрҙең, унда айныҡтар бик һирәк ине.
– Венера, һин иҫке яраларҙы яңыртып йөрөмә, – тине Рәмзиә, – мин инде нисә йыл оноторға тырышам. Һис онотоп булмай. Ә һин, ғазаптарҙы яңыртып, килеп индең. Хәҙер ирем аптырай. Әйҙә, тыныс ҡына хушлашайыҡ, Венера. Беләм, һиңә лә еңел түгел. Һинең улың – Руслан, минең улым – Арыҫлан, беҙҙең бүлешер нәмәбеҙ юҡ. Улдарыбыҙ Ватан мәнфәғәттәрен яҡлап һәләк булды. Улар тураһында күңелдәребеҙҙә йылы хәтирәләр ҡалһын.
– Һин ниндәй Ватан мәнфәғәттәре һөйләйһең? Ул малайҙар бит, ҡыҙҙар ҡосағы ла күрмәйенсә, утҡа барып инде. Ут эсенә шул балаларҙы тығырға ярай инеме ни? Юҡ, мин тынысланмаясаҡмын! Ғүмеремдең аҙағына тиклем улым өсөн көрәшәсәкмен. Мин ышанмайым! Нисек итеп?.. Кемдең минең берҙән-бер улымды һәләк итергә хоҡуғы бар!?
– Беҙҙең генә улдарыбыҙ ҡалманы бит, Венера. Үҙең беләһең, ул осор илдә нимә генә булманы: мал бүлештеләр, власть бүлештеләр, шуның осҡондары беҙгә лә килеп етте. Бүлешеү еңел генә булмай. Ана, ғүмер буйы йәшәп, ир менән ҡатын айырылышһа ла, күпме шау-шыу сыға, – тине Рәмзиә.
– Һин мине сәйәсәткә бутама! Әгәр улар власть өсөн көрәшә икән, ниңә беҙҙең улдарыбыҙ һәләк булырға тейеш?!
– Ә быныһы мине ҡыҙыҡһындырмай, – тине Рәмзиә, – үтенеп һорайым, тағы бер тапҡыр әйтәм. Мәңге уңалмай торған яралар, мәңге бөтмәй торған ҡайғылар була, ләкин мин күндем. Хәҙер улымды ҡайтарып булмай. Былай ҙа көн һайын төшөмә инә. Кешеләр күптән онотоп бөттө, ә мин һаман ҡайғырам. Етмәһә, һин килеп сыҡтың.
– Ә мин һине егерме йылдан артыҡ эҙләп йөрөйөм, Рәмзиә. Һин шуны беләһеңме? Теге ваҡыт һин мине алдап киткәнһең!
– Нисек алданым?
– Үҙең күрҙең, мин онотмаҫ өсөн һәр осрашҡан-һөйләшкән кешенең исем-фамилияһын яҙып барам. Һине лә «Рәмзиә Сәхиева. Юлдаш ауы­лы», тип яҙғанмын. Ә Юлдаш ауылдары беҙҙә берәү генә түгел икән. Барыһын да тип әйтерлек йөрөп сыҡтым. Шулар араһында иң матуры – һеҙҙеке. Тау-урмандар араһында икән ауылығыҙ. Ауылыңа килеп етерлек, үҙеңде табырлыҡ түгел.
– Ә нимә эҙләп килдең һуң беҙгә?
– Улымды эҙләп килдем. Мин улымды табырға теләйем.
– Нисә йыл йөрөйһөң, таптыңмы һуң?
– Таптым. Күңелем һиҙә, ниһайәт, таптым.
Рәмзиә һағайҙы. Венераның йөҙөнә ҡарап:
– Ә ҡайҙа һуң ул? – тине.
– Ул бында.
– Аңлатып әйтһәңсе, ҡайҙа тинең?
– Зыяратта...
– Зыяратта? Беҙҙең зыяраттамы?
– Эйе, һеҙҙең зыяратта минең улым ята.
– Һин нимә һөйләйһең? Бында һинең улың юҡ!
– Бар шул. Һин бөгөн теге прапорҙы иҫкә төшөргәнсе, шикләнә инем. Хәҙер ни өсөн уны хәтергә төшөрөргә теләмәүеңде аңланым.
– Һөйләмә шул прапорҙы, һөйләмә!..
– Ҡурҡаһыңмы?
– Ҡурҡмайым. Иҫкә төшөргөм килмәй.
– Аңлашылды, – тине Венера, – шик-шөбһәләрем тамам таралды.
– Уф, Аллаһым!.. Яфалама мине! Нимә әйтергә теләйһең?
– Һин, Рәмзиә, Моздок эргәһендә, теге ваҡыт мәхшәрҙән файҙаланып, минең улымды урлап алып киткәнһең!
– Минме? Мин урлағанмынмы?
– Эйе, һин урлағанһың!
Рәмзиә үҙ ҡолағына үҙе ышанмай:
– Тимәк, һин мине урлаған, тип уйлайһың?
Венера үҙе лә артығын ысҡындырыуын һиҙҙе:
– Минең дә хаталаныуым бар. Бәлки, һеҙ яңылыш алып ҡайтҡан­һығыҙҙыр?
– Ундағы хәлдәрҙе үҙең күрҙең бит. Һин әйткәс, үҙем дә шикләнә башланым. Һәр хәлдә, миңә, һинең улың – Сәхиев Арыҫлан, – тип тоттороп ебәрҙеләр.
– Мин дә шуны һөйләп торам бит, – тине Венера. Бик тиҙ юғалдығыҙ.
– Юғалмай, эргәлә генә ата башланылар бит.
– Эргәлә түгел инде. Һиңә шулай тойолғандыр. Һуғыш бик алыҫта бара ине. Ә теге прапор менән нимәләр ҡыланғандарығыҙҙы бер заман һөйләрһең әле.
– Унда һөйләрлек бер нәмә лә булманы.
– Ярай, ышанды, тип иҫәплә.
Рәмзиә лә ныҡыша:
– Юҡ, тип әйттем, башҡа уларҙы иҫкә төшөрмә!
– Ярай, тырышырмын. Ниңә ҡурҡаһың? Ирең бик көнләшәме әллә?
Был һорауға хужабикә яуап бирмәне, һүҙҙе икенсегә борҙо:
– Уңайһыҙ булһа ла, һорайым инде, ысынында әле нимәгә килеп төштөң?
– Шул, улымды юллап йөрөйөм, Русланымды.
– Улыңды бында тип уйламайһыңдыр ҙа инде?
– Уйлайым шул, – тине Венера, – шигем бар.
– Ә бына улың түгеллеген раҫлар өсөн минән нимә талап ителә?
– Артыҡ бер нәмә лә түгел. Алабыҙ ҙа ҡарайбыҙ.
– Нисек инде алабыҙ ҙа ҡарайбыҙ? Ә унда һөйәктәр генә ятҡанын беләһеңме һин?
– Беләм. Улымдың армияға китерҙән ике йыл алда уң аяғы һынғайны. Шул аяғы бик оҙаҡ төҙәлде.
– Һуң һынған аяҡ менән армияға алалармы ни? – тип аптыраны Рәмзиә.
– Бөтә бәлә шунда: үҙе теләп китте, беҙ һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Уҡыуын ҡалдырған да киткән дә барған. Ырымбурҙа хеҙмәт итә башлағас ҡына белдек. Туҡ буйында, Ырымбурҙа танкылар часынан ебәргәндәр.
– Венера, һин мине ҡурҡытаһың. Һин ҡаҙып алырға итәһеңме?
– Ә беҙҙең башҡа юлыбыҙ юҡ, Рәмзиә. Үтенеп һорайым, рөхсәт ит.
– Юҡ тинем бит! – Рәмзиә ҡысҡырып ебәрҙе. – Үтенмә! Һорама! Улым был донъяла изгелек күрмәне. Тыныс ятһын, борсома. Үҙең ҡайтып кит. Юғиһә полицияға барам. Һинең соҡоноп йөрөргә хаҡың юҡ!
– Рәмзиә, Рәмзиәкәйем! Күңелем һиҙә, минең улым ошонда, һеҙҙең зыяратта ята. Мин бит артығын талап итмәйем, алып ҡайтып китмәйем.
– Мөмкин булмағанды талап итмә. Кеше аптыратырһың. Рөхсәт юҡ һәм булмаясаҡ!
– Рәмзиә, ә һин үҙең нисек уйлайһың, бәлки, был зыяратта ятыусы һинең улың түгелдер? Һиҙеп торам, һинең дә күңелеңдә шик бар, әйтергә генә ҡурҡаһың.
– Белмәйем, Венера. Ҡайһы ваҡыт үҙем дә шикләнеп ҡуям. Ҡараңғы, кешеләр эркелешеп тегеләй ҙә үтә, былай ҙа үтә. Ошомо, тип килтереп күрһәттеләр ҙә, мин саҡ-саҡ ҡына күреп ҡалдым, Арыҫлан һымаҡ ине.
– Ышанаһыңмы? Улың инеме? Ысынлапмы?
– Хәҙер кем белә, нисә йыл үтте. Үҙем дә һушымды юғалтыр хәлдә инем. Эйе, минең улым, тип әйткәйнем, һалдылар ҙа, йәбештерҙеләр ҙә, тейәп тә ебәрҙеләр. Кисен мин Өфөлә инем.
– Һин – үҙ ғүмереңдә ауылдан сыҡмаған бисә, ышанып ҡайттың да киттең инде? Ай-һай, өнөңдө оҫта тыҡҡандар! Ә һин ул табуттың эсендә улың ятҡанына ышанаһыңмы?
– Ышанам! – тине ныҡ итеп Рәмзиә.
– Ә мин ышанмайым. Сөнки, әле был һуғыш сыҡҡанға тиклем һөйләгәйнеләр, Афғанстанда беҙҙең райондан бер егет үлгән. Алып ҡайтҡандар, табутты астырмағандар, залп биргәндәр, ерләгәндәр. Ә атаһы менән әсәһе, минең һымаҡ, тиҙ генә ышанмай торған кеше икән. Шунан ни, малайҙың атаһы, кемде ерләнек әле беҙ, тигәс, соҡоп алғандар. Лом менән бер-ике биргәндәр икән, теге ҡалай тимерҙәре асылып та киткән. Ҡараһалар, эсе тулы куфайкаға төрөлгән таш. Ҡандағарҙан таш тейәп ебәргәндәр. Ысын. Шунан, был ир ҙә бик уҫал булған, ташын тотоп, районға барып, военкомдың алдына һалған: «Ҡайҙа минең улым?» – тип һораған. Бер йыл үткәнме, юҡмы, улын әллә ҡайһы тау араһындағы ҡышлаҡтан барып тапҡандар. Ҡайтҡан, өйләнгән, хатта фатирын да алған. Ике ҡыҙ, бер малай үҫтерә, ти. Бына шулай булған.
– Ата-әсәһе ҡайһылай бәхетле! Улар иҫәндер ҙә әле?
– Иҫәндер. Кеше белмәй һөйләмәҫ.
– Ҡуй, Венера. Ундай бәхет хәҙер беҙгә тәтемәҫ инде...
– Әгәр ауыҙыңды асып йөрөһәң, әлбиттә, тәтемәҫ. Яңыраҡ гәзиттә яҙҙылар, уҡыныңмы икән? – тине Венера.
– Гәзит уҡырға ваҡыт бармы ни инде? Нимә яҙалар?
– Нимә яҙһындар, Ҡафтауҙа тауҙан күп нәмә юҡ, йырындарынан, уяларынан һыу аға, йылғаның уң яғындағылар һул яғындағыларҙың телен аңламай. Шундай халыҡ йәшәй.
– Аңламаһа, аңламай инде. Беҙҙең уға ҡыҫылыш юҡ.
– Рәмзиә, һин беләһеңме, гәзиткә нимә яҙғандар? Ырымбурҙан бер егет әсирлеккә эләккән. Тегене нимә эшләткәндәр, беләһеңме?
– Белмәйем. Нимә эшләткәндәр? Әллә атҡандармы?
– Ата һиңә, көтөп тор! Уларҙың тау-таш араһында кирбес һала, кирбес яһай, таш юна торған эштәре бар икән. Теге бахыр һалдатты шунда алып барып, эшкә ҡушҡандар. Тегеңә, бына – емереп бөттөгөҙ, беҙгә яңынан төҙөргә кәрәк. Һин емергәндәр, ғүмер буйы таш юнһаң да, бөтөрлөк түгел, тигәндәр. Ә һалдат нимә эшләһен инде, тотонған быларға таш юнырға. Юнған да юнған, юнған да юнған. Һалдат та хәйләкәр булған. Исламды ҡабул иткән, өйләнгән, балалар үҫтергән. Үҙе шым ғына таш араһына хат һалып ебәргән. Хаты барып еткән, ата-әсәһе тауыш сығарған. Беҙҙекеләр вертолетта, самолетта килеп төшһәләр, теге һалдат һаман таш юнып ултыра, ти.
– Ысынлап та, шулай булғанмы, Венера?
– Үҙем ишеттем, билләһи! Кеше юҡты һөйләмәҫ, – тине Венера һәм Рәмзиәнең алдына тубыҡланды, – һин ни эшләп тиҫкәреләнәһең, Рәмзиә? Кем белә, бәлки һинең улың да, бығаулы килеш, ҡайҙалыр таш сығарып йөрөйҙөр? Ишетәһеңме, бығаулы килеш... Таш сығарыуы нисек ауыр...
Рәмзиәнең йөҙө бер асылды, бер ҡараңғыланды. Хатта йылмайырға ла итте:
– Венера, һин, ысынлап та, шулай уйлайһыңмы?
– Уйламайым, шулай икәнлеген беләм! Сөнки теге ваҡыт һине бик еңел алдаштырып ҡайтарғандар. Бер башҡорттан ҡотолдоҡ, тип ҡыуанғандарҙыр инде. Мин һөйләгән миҫалдар байтаҡ ул. Ана, берәү ҡалмыҡтарға көтөү көтөп йөрөгән. Икенсеһе ялланып Әстерхан эргәһендә ҡарбуз үҫтергән. Рәмзиә, бәлки һинең Арыҫланың контузия алғандыр? Ҡайҙалыр, үҙенең кем икәнлеген дә белмәй эшләп йөрөйҙөр? Ә һин бында рәхәтләнеп донъя көтәһең. Аҡсаһы килә, фатир биргәндәр. Үҙем эҙләп китер инем, мин һинең улыңды танымайым ғына.
– Уф, ни эшләп ҡарайым икән? – тине Рәмзиә, өҙгөләнеп. – Башым ҡатты. Ә мин, улымды алып ҡайтып ерләнем, тип тынысланып йөрөгән булам. Ни эшләп кенә ҡарарға икән? Атаһы нимә тип әйтер икән?
– Атаһы – баш, һин – муйын. Муйын ҡайҙа бора, баш та шул яҡҡа борола, – тип Венера йәшел күҙҙәрен сылт-сылт йомғолап ҡуйҙы.
– Венера, һин саҡ ҡына көт. Мин уйлайым. Уйлайым. Кәңәшләшер кешеләрем бар, улар ҙа белергә тейеш.
– Уйлайым тигәс, булмай инде ул! Кәңәшләшер кешеләрең дә һинең һүҙеңде һөйләр. Булманы! Ә мин һинең улыңды табып биреп, уны ҡотҡарып, һине ҡыуандырғым килгәйне.
– Саҡ ҡына көт, Венера, ҡабаланма. Атаһы менән һөйләшәм әле.
– Ой, атаһы менән һөйләшә берәү! Һинең ирең – бер аяғын атлағансы, икенсеһен эт ашар. Унан да һәлкәү, бошмаҫ кешене күргәнем юҡ. Ҡайҙан таптың һин уны?
– Ниндәй генә булмаһын, ул барыбер үҙемдеке. Тормош шулай итте уны. Ул элек улай түгел ине. Баҫҡан ерендә ут сығарып йөрөй торғайны. Кискә үҙем һөйләшәм...


* * *
Рәмзиә кисен ире менән һөйләшә алманы, сөнки Райман иҫереп ҡайтып ҡоланы ла урынынан да ҡуҙғалманы. Рәмзиә төндә тағы төш күрҙе.
Әллә ҡайһы тауҙар араһында һаман бесән сабып йөрөйҙәр. Һарыҡ көтөүен ҡыуалап, Арыҫлан килеп сыҡты. Өҫтөнә бурка кейгән, бер эт эйәртеп алған. Улы, таяғына таянып, әсәһе эргәһенә килде.
– Мин һөйләшә алмайым, әсәй, – тине улы. – Һәр аҙымымды күҙәтеп, көтөп кенә торалар. Бына хәҙер минең ҡатыным килә, ҡыҙыбыҙ бар, улыбыҙ үҫеп килә.
Рәмзиә аптырай, эй-й, теге Венера һөйләгәйне шул. Беҙҙекеләр нимә ҡараны икән? Анһат шул, үлде тип, килтереп ерләне лә киттеләр, ә улы, ана, көтөү көтөп йөрөй, өйләнгән, балалары бар. Юҡ, Рәмзиә был хәлде тыныс ҡына үткәрергә тейеш түгел. Районға барасаҡ, военкомды күрәсәк, улар ҙа ярҙам итмәһә, Өфөгә барыр, ата-әсәләр комитеты әле эшләй микән әле? Ә улын юғалтҡыһы килмәй. Венера дөрөҫ әйтә: улың өсөн көрәшергә кәрәк, көрәшмәйенсә беҙҙә бер эш тә эшләп булмай.
Йылмайып, кәйефе күтәрелеп уянды Рәмзиә. Ҡалай ысын һымаҡ булды. Тиҙерәк Райманын уятып, уға һөйләгеһе килде.
Тегенеһе шым ғына аш бүлмәһендә сәй эсеп ултыра.
– Ҡайҙа булдың, кем эсерҙе? – тине Рәмзиә.
– Анау Шанхайға утын килтергәндәр, шуны бысырға ярҙам ит, тип саҡырғайны, әллә нимә эсерҙе, ашҡаҙан өҙөлөп килә.
– Һин дә инде ҡыҙыҡ кеше, тапҡанһың кемдең араҡыһын эсергә.
– Һөйләштеңме, ҡайтып киттеме? – тине Райман, ҡатынына ҡарап.
– Әле генә төш күреп уянып киттем.
– Һөйләп торма, һинең төш күрмәйенсә йоҡлағаның юҡ. Төштәреңде тыңлай-тыңлай инде аҡылымды юйып барам. Һин миңә әйт: ҡасан ҡайтып китә?
– Ҡайтыр, өлгөрөрһөң, ҡабаланма. Венера әйтә, һеҙҙең улығыҙ, бәлки, шунда тауҙа берәйһенә ҡол булып йөрөйҙөр, ти. Унда ундай хәлдәр була икән. Хатта бер һалдатты әле яңыраҡ ҡына ҡотҡарғандар, ти...
– Ул Венера башыңды тамам әйләндергән икән. Һин шуға ышанып ултырҙыңмы? Һуң, йөҙөнә ҡара, уның бит бер һүҙе лә дөрөҫ түгел, алдаҡсы, аферист бисә икәне күренеп тора.
– Нишләп алдаҡсы, аферист булһын, ти, ул бит улын эҙләп йөрөй.
– Улын эҙләп йөрөй, имеш... Ә ниңә уны беҙҙең өйҙән эҙләй? Баҙға төшөп ҡаранымы, һарайҙа бесәнлеккә керҙеме? Тапҡанмы?
– Һин бигерәк, нишләп беҙҙең өйҙән эҙләһен?
– Шулай булғас, әйт, аңлат миңә, ниңә ул беҙгә килгән?
– Мин уны бик хәтерләмәйем, – тип башланы Рәмзиә. – Беҙ Моздокта бергә булғанбыҙ.
– Һин уны унда ысынлап күрҙеңме?
– Күрҙем, тип әйтә алам, беҙҙең уртаҡ таныштар бар. Унда минең һымаҡ әсәйҙәр күп булды. Һәр хәлдә булған-булмағаны мине шикләндермәй ҙә, ҡыҙыҡһындырмай ҙа, ләкин ул минең арттан эйәреп йөрөгән кеүек итеп һөйләй, шулай булғас, дөрөҫтөр, тип уйлайым.
– Ҡара әле, Рәмзиә, һин бутала башламаныңмы ул?
– Юҡ-юҡ, Райман, нишләп буталайым, ти?
– Һин минең бисәм, мин бит һинең өсөн яуап бирәм. Ләкин һинең ҡайһы бер һүҙҙәрең, уй-ниәттәрең мине шик менән ҡарарға мәжбүр итә.
– Шиклән-шикләнмә, ул миңә әйтте, мин ышана яҙҙым.
– Ышана яҙғанһың икән – рәхмәт, ярай, ышанмағанһың. Шуны бел, бисә, һинең улың бар ине, хәҙер ул юҡ, зыяратта ерләнгән, башҡа бер фантазия ла ҡабул ителмәй.
Шул ваҡыт төп ишек асылып китте лә Венера килеп сыҡты.
– Хәйерле иртә, – тине ул.
– Әйҙә, сәй эсәйек, – тип Рәмзиә уны өҫтәлгә саҡырҙы.
– Һеҙ ҡаты ғына кәңәшмә үткәрә инегеҙ шикелле, – тип көлөмһөрәне ҡатын.
– Эйе, мәсьәлә кәңәшмәһеҙ хәл ителмәй, – тине Райман. – Венера, әгәр район үҙәгенә барырға, ҡайтырға теләһәгеҙ, автобус көтмәгеҙ, машина табып бирәм. Үҙем түләрмен.
– Аңланым, төшөндөм, Райман әфәнде. Әгәр рөхсәт итһәгеҙ, ике көндән үҙем дә ҡайтырмын, тип тора инем. Әйткәндәй, һеҙҙе үҙебеҙҙең яҡҡа ҡунаҡҡа саҡырам.
– Рәхмәт, – тине Райман. – Һеҙҙе берәү ҙә ҡыумай. Ярҙам кәрәкһә, теләгән ваҡытта мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
– Һеҙ мине барыбер аңламанығыҙ, үҙем өсөн генә түгел, һеҙҙең өсөн дә тырышам бит, – тип ҡапыл Венера ултырып илап ебәрҙе. – Һуң, һеҙ ҙә минең һымаҡ ҡайғы кисергән кешеләр бит. Ниңә һеҙ мине аңламайһығыҙ? Йөрөмәгән ерем ҡалманы: Чечняны, Ингушетия ерҙәрен, Ҡафтауҙы арҡыры-буй йөрөп сыҡтым. Әле булһа миңә улымдың һыңар һөйәген дә күрһәткәндәре юҡ, күңелем һиҙә, ул иҫән. Уның тере булыуы хаҡындағы уй мине йәшәргә, уны эҙләргә, көрәшергә мәжбүр итә. Миңә аҡсаһы ла, фатиры ла, бер нәмәһе лә кәрәк түгел, миңә улымды бирһендәр, улымды табып ҡайтарһындар.
– Беҙ ҙә, фатир тип ҡыҫтағас ҡына алдыҡ, ана, буш тора, – тине Райман.
– Алғанһығыҙ бит, хөкүмәтте алдарһың, былар алды, өндәрен тыҡтыҡ, тигәндәрҙер инде. Беҙҙең халыҡ алданырға тора шул. Ә бына мин алманым, бер нәмә лә юғалтманым. Мин уны алып, кемгә ҡалдырайым, бер кемем дә юҡ, ә улымды барыбер табасаҡмын. Һәр ауылды йөрөп сығасаҡмын, зыяраттарын ҡараясаҡмын, барыбер табасаҡмын.
– Исмаһам, Рәмзиәнең башын әйләндермә. Ул бик тиҙ ышанып бара. Үҙең дә һиҙгәнһеңдер.
– Юҡсы, нишләп мин буш хәбәргә ышанып ултырайым? Хәйер, беҙ, ҡатын-ҡыҙ, шулайыраҡ бит инде, һәр нәмәгә ышанырға торабыҙ.
Венера һүҙ ҡуйыртып торманы, кейенде лә сығып китте.
– Ул да беҙҙең һымаҡ, күҙенең нуры ла юҡ, – тип һөйләнде Рәмзиә. – Һин уға бик ҡаты бәрелмә инде.
– Кәрәге бар ине, – тине Райман. – Һинең башыңды әйләндерә бит.
– Минең башымдың әйләнәһе ҡалмаған инде, – тине Рәмзиә уйсан ғына. – Ә ул бик ышаныслы итеп, булған һымаҡ итеп һөйләй.
– Һөйләһен, тик һин ышанма.
– Нисек ышанмайһың, ул бит Арыҫланды иҫән һымаҡ итеп һөйләй.
– Ышанма, һуң үҙең алып ҡайттың, алып барып ерләп ҡуйҙыҡ. Шунан һуң да ышанмайһыңмы? Үҙеңә ышанмайһыңмы?
– Күңелемдә шик яралды, – тине Рәмзиә.
– Беҙгә йәшәргә кәрәк. Гел ҡайғырып ҡына, шик-шөбһә менән генә йәшәп булмай, – тине лә Райман, ишекте шартлата ябып, сығып китте.
Биш минут та үтмәне, ул йүгереп яңынан инде.
– Келәт мөйөшөндә көрәк тора ине, ҡайҙа ул? – тине, Рәмзиәгә ныҡ итеп ҡарап.
– Уф, Аллаһым, көрәкте алғанмы? – хужабикә ултыра төштө. – Зыяратта ул, зыяратта, йүгер шунда, йүгер!
Райман хәле бөткәнсә атланы ла ҡуйҙы. Тиҙ генә барып етеп буламы һуң әле. Зыяраттары ауылдың теге осонда, ситтә урынлашҡан. Өлгөрһә ярар ине. Ярты юлды үткәс, ярай, «Жигули»йы менән Әхнәф килеп сыҡты. Ултырт әле, тип ҡул күтәргән һымаҡ иткәйне, тегеһе туҡтайһы итте.
– Ҡайҙа бараһың? – тине ул, тәҙрәһенән һонолоп.
– Зыярат эргәһенәрәк кенә илтеп ташла әле.
– Зыяратҡа? Унда нимә бар? Әллә берәйһе үлдеме?
– Юҡ, бөтәһе лә иҫән-һау. Улымдың ҡәберен генә ҡарап киләйем, тигәйнем.
Әхнәф төшөндө, башҡа өндәшмәне. Эстән генә, ҡайғылары һаман бөтмәгән икән, йыш йөрөйҙәр, тип һығымта яһап ҡуйҙы.
– Ә теге, бер сит ҡатын йөрөй, уныһы кем була? – тип һораны Әхнәф.
– Рәмзиәнең әхирәте ул. Теге ваҡыт Моздокта бергә йөрөгәндәр.
– Ә ниңә зыяратҡа йыш йөрөй ул?
– Белмәйем, Әхнәф, үҙең һораш. Ул икәү минең башты ҡатыра инде.
– Ә был, сит ҡатынды әйтәм, нисауа күренә бит?
– Миңә күренмәй. Ҡайтарып ебәрә алмай йонсойом. Әхнәф, һин дә башты ҡатырма әле!
– Башты ҡатырма, имеш! – Әхнәф асыуланды, зыяратҡа барып етер-етмәҫ, машинаһын кире борҙо.
Райман, машинанан төшөп, рәхмәт тә әйтеп тормай, зыярат эсенә йүге­реп инеп китте. Уның артынан ҡарап ҡалған Әхнәф эйәреп барырға ла уҡта­лып ҡуйғайны, кире уйланы: йә берәй эштәре барҙыр. Райман да үҙгәрҙе. Элек асыҡ, шаян кеше ине, хәҙер ниндәйҙер аҫтыртын, йомоҡҡа әйләнде.
Райман улының ҡәберенә ашыға. Үрелеп ҡарай, теге ҡатын күренмәгән һымаҡ. Юҡ, башы күренде лә, тағы юҡҡа сыҡты. Әллә ҡәберҙе ҡаҙып йөрөймө икән?
Килеп етһә, бер нәмә лә юҡ. Венера ер йомшартып йөрөй.
– Ярҙамсы кәрәкмәйме? – тине Райман, ҡысҡырып.
Венера һиҫкәнде, хатта ҡулынан көрәге төшөп китте. Үҙе, ҡулдарын йөрәгенә ҡуйып:
– Уф, ҡурҡыттың, ҡотом ҡалманы! – тип ҡәбер рәшәткәһенә һөйәлде.
– Бына, сәскәләр ултыртам. Үҙемсә, гөл-сәскәгә күмелеп ултырһын, тигәйнем. Ә һин, көрәк юҡлығын күргәс, ҡотоң осто ла ҡуйҙы инде?
– Османы, бер нәмә лә булманы. Рәмзиә генә аптырап ултырып ҡалды. Һеҙҙең был холҡоғоҙ миңә оҡшамай. Әллә ҡайҙан килеп, ауылдың бер осонан икенсе осона тиклем көрәк күтәреп йөрөүегеҙҙе берәү ҙә аңламай.
– Ә мин аңлаһындар тип тырышмайым да. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, әллә ерҙе йомшартырға, сәскә ултыртырға ла ярамаймы?
– Ярамай! Был – беҙҙең улыбыҙҙың ҡәбере.
– Тимәк, һеҙ мине тыяһығыҙ?..
Райман был һорауҙан икеләнеп ҡалды. Ә тыйырға уның хоҡуғы бармы?
– Белмәйем шул, әйтә алмайым, – тине шулай ҙа Райман.
– Ә һеҙ, Райман, миңә оҡшай башланығыҙ. Мин һеҙҙән быны көтмәгәйнем. Һеҙҙең хаҡта хатта битараф, бигерәк һәлкәү кеше, тип уйлай инем. Ә һеҙ көрәшсе икән. Бында килеүемә күп тә үтмәне, артымдан ҡыуып та еттегеҙ.
Ҡатын Раймандың эргәһенә килде.
– Венера, кеше аптыратмаһаң да булыр ине.
– Ә минең уйым да булманы. Сөнки мин берәүҙән дә йәшермәнем, минең дә улым һәләк булды. Бәлки, мин һеҙгә хәлегеҙҙе белергә, тормошоғоҙҙо ҡарарға килгәнмендер? Әйткәндәй, минең улымдың атаһы, элекке ирем, бигерәк бошмай торған кеше ине. Һинең менән сағыштырып ҡарайым да, Рәмзиә өсөн ҡыуанам. Ул ҡайһылай бәхетле! Һинең ышығыңда, хатта ҡосағыңда бер ҡайғы-хәсрәт күрмәйҙер инде. Һин шундай баһадир, үҙең уйсан, ҡарашың моңло, хатта серлеһең. Ундайҙарҙы ҡатындар бик теләп ярата.
Бәй, был ҡатын Райманды, ысынлап та, һынап ҡарай түгелме һуң? Дөрөҫмө, дөрөҫ түгелме, бындай һүҙҙәрҙе тәүләп ишеткән Раймандың йөрәге дарҫлап типте, ир йыш-йыш тын алды, хатта йылмайып ебәрҙе:
– Һеҙ инде, Венера, уҡыған кеше, ир-аттың башын әйләндерерлек һүҙҙәрҙе беләһегеҙҙер. Эшең бөттөмө? Әйҙә, ҡайтайыҡ.
Көрәкте, батҡағын таҙартып, ҡәбер рәшәткәһенә һөйәнеләр ҙә ҡайтыр яҡҡа ыңғайланылар.

* * *
Рәмзиә иһә өйөндә ут йотоп, ҡайҙа барып һуғылырға белмәй, урам яғына ла сыға, тәҙрәнән дә ҡарап тора, тегеләр һаман күренмәй. Иренә асыуы килә. Көрәк юҡ, тип ҡабаланып сыҡты ла китте. Зыярат яҡ оста йәшәгән апаһына шылтыратты. Уға кермәнеләрме икән? Эше булдымы, телефонын байтаҡ ҡына алманы. Ярты сәғәтләп үткәндер.
– Апай, кейәүең зыяратҡа киткәйне, күренмәйме?
– Нисек күренмәһен, әле генә теге ҡунағың менән үтеп киттеләр. Ә һин ниңә уларҙы парлаштырып зыяратҡа йөрөтәһең?
– Юҡсы, йөрөтмәйем. Венера көрәкте алып киткән. Тегеһе, Райманды әйтәм, көрәк юҡлығын белеп ҡалғас, асыуланды. Мин әйтәм, Венера зыяратҡа киткәйне, шул алғандыр, тинем.
– Йөрөтмә шул ҡатынды! Ирһеҙ ҡалаһың бит хәҙер, күрмәйһеңме ни?
– Ни эшләп күрмәй, ти? Райман үҙе асыулана: «Ҡыуалап ҡайтар, ти, ул бисәне. Кисә лә «Ҡасан ҡайтаһың? Юлға сығырға машина кәрәкмәйме?» тип һораны. Тегеһе: «Ике көндән ҡайтам», – тине.
– Ярай, улайһа. Йоҡлап йөрөмә, ҡайтарып ебәр.
Рәмзиә, ысынлап та, борсола башланы. Ҡайҙан килеп сыҡты был ҡатын? Тыныс ҡына йәшәп яталар ине. Бөгөнгө төшө лә бигерәк аңлайышһыҙ булды бит әле. Юҡ, уны ҡайтарып ебәрергә кәрәк! Мөмкин тиклем тиҙерәк! Дөрөҫ әйтәләр, уның бер һүҙенә лә ышанырға ярамай! Бында Рәмзиә менән Раймандың улы ерләнгән. Улының һуңғы төйәге ошонда. Ул – әсә кеше, улын үлгәндән һуң да яҡларға һәм һаҡларға бурыслы. Хәҙер килеп кенә керһен, ныҡ итеп әйтер! Райман да ныҡ торорға тейеш! Был хәл бер йолаға ла һыймай. Ҡайҙа ҡәбер соҡотоп, мәрхүмдең рухын бимазалап йөрөгәндәре бар? Рәмзиә улы алдында бурысын үтәне. Барҙы, эҙләп тапты, алып ҡайтып ерләне.
Теге икәү солан яғында еңелсә дөбөрләште һәм, шат йылмайышып, күңелле генә һөйләшеп килеп инде.

* * *
Ике көндән ҡайтам, тине бит әле. Райманды йоҡо алмай. Әллә көн ваҡиғаларға бай булғанға, тамсы ғына ла йоҡоһо килмәй. Эргәһендә Рәмзиәһе тыныс ҡына итеп йоҡлай. Тағы төш күрә микән. Ваҡыт-ваҡыт кемгәлер өндәшә.
Раймандың ҡолағына бышылдау ишетелә:
– Һин бит шундай баһадир, тыныс, моңло һәм серле ҡарашлы. Һинең Рәмзиәң ҡалай бәхетле.
Венера Райманға ауыр, ләкин үтәлерлек бурыс ҡуйҙы. Ярай, үҙе тағы бер-ике егет табыр, тимере хәҙер тутығып бөткәндер инде, шулай ҙа аккумуляторҙан эшләүсе тимер ҡырҡа торған станок, тос ҡына лом кәрәк булыр. Ә Рәмзиә нимә тип әйтер икән? Бер һүҙ ҙә әйтмәҫ. Венера егеттәргә, аҡсаны үҙем түләйем, тине, уларға ни, меңәр тәңкә тотторһаң, ҡәбереңдең аҫтын өҫкә әйләндерә лә ҡуя инде.
Венера йоҡлай. Ир-атты арбарлыҡ, ымһындырырлыҡ һүҙҙәр әйтә белә ул! Райман шым ғына тороп ултырҙы...
Ә Рәмзиә һаман төш күрә. Ул ниндәй мәңге бөтмәҫ, онотолмаҫ, ҡайғылы төш ул? Йоҡлап та, уянып, та, һаташып та ҡотолорлоҡ түгел. Һаман тауҙар араһында йөрөйҙәр. Ә тауҙары беҙҙеке һымаҡ ағаслы, үләнле түгел, шәрә тауҙар. Үҙҙәре, ҡырыҫ кеше һымаҡ, һалҡын бөркөп тора. Юҡ, Рәмзиә быныһына ғына түҙә. Түҙмәй ҡайҙа барһын? Улының иҫтәлеген һаҡлай бит ул. Шулай була күрһен инде.
Иртән торғас, һәр береһе үҙ эше менән мәшғүл. Райман күршеләрҙән ҙур ғына лом тотоп килеп инде. Ҡустыһына барып, тимер ҡырҡа торған станокты алып ҡайтты. Уныһының аккумуляторын электрҙа көсәйтеп алырға кәрәк икән. Рәмзиә һиҫкәнде, был ҡаҙырға йыйына түгелме һуң?
– Райман, һин ҡайҙа йыйынаһың ул? – тине.
Тегеһе туҡтаны, тәүге күргән һымаҡ итеп бисәһенә текләп ҡараны.
– Ҡайҙа йыйынаһың да ҡайҙа йыйынаһың, һуң кисә һөйләштек тә инде, үҙең ризалыҡ бирҙең.
– Кит, бушты һөйләмә. Бер ниндәй ҙә ризалыҡ булманы. Һин мине дөрөҫ аңламағанһың. Мин ҡаршы. Бер нәмәгә лә теймәйһегеҙ.
Шау-шыуҙы ишетеп, өйҙән Венера килеп сыҡты.
– Рәмзиә, хәҙер ике аҙна һеҙҙә ятам, инде бөтәһен дә хәл итеп бөткәс, ҡайтарып ебәрәһеңме инде?
– Ҡайтһаң, ҡайтаһың, ләкин ҡаҙырға минән рөхсәт юҡ.
– Һаман рөхсәт һөйләй, – тине Райман. – Рөхсәтте һин түгел, мин бирәм.
Райман, үҙен Венера алдында күрһәтергә теләп, ҡатынын этеп ебәрҙе. Ә уныһы ныҡ тора, хатта һелкенмәне лә. Тимер ҡырҡҡысты алып ағасҡа бәргәйне, тегеһе онталды ла ҡуйҙы.
– Кеше әйберен харап иттең, – тип Райман уны алып ҡараны ла ситкә ырғытты.
– Үҙең риза булғайның бит, мин ҡаршы саҡта ла риза инең, – тип ярһыны Райман. – Хәҙер күрмәгәнеңде күрһәтәм!
– Күрһәт, быға тиклем күрмәгәнемде күрһәт! Мин һинән ҡурҡмайым!
Тауыш ҙурға китте. Хакимиәт башлығы килде, уға эйәреп – участковый. Райман саҡырған ике егет килеп күрҙеләр ҙә, бындағы низағҡа ҡатнашырға теләмәй, бәләһенән баш-аяҡ тигән һымаҡ, китеп барҙылар.
Тауыш башлыҡ менән участковый килеп киткәндән һуң да бер тынып, бер яңынан башланып, ҡабынды ла һүнде, ҡабынды ла һүнде. Быға тиклем шым ғына йөрөгән Рәмзиә, үҙенең мәнфәғәтенә ҡағылғас, уҫал бер ҡатынға әйләнде лә ҡуйҙы. Ҡара-ҡара, ирен ҡайһылай бөрөп алып бара.
Аптырағас, Райман бисәһенә былай тип өндәште:
– Венера бит аптыраған көндән йөрөй, үҙе аҡса түләргә итә. Һиңә аҡса кәрәкмәйме ни? – тине.
– Кәрәкмәй, аҡсаһы үҙенә булһын. Әллә һин мәрхүм улыңдың рухын аҡсаға һатмаҡ булаһыңмы? Ҡара һин уны, нисек оялмай! Бар, сығып китегеҙ бынан, күҙемә күренмәгеҙ! Әйберҙәреңде лә ал, Венераңды ла ҡалдырма.
Райман өмөтөн өҙмәгәйне әле. Һаман да Рәмзиәне өгөтләргә, ризалашты­рырға тырышты. Юҡ, үҙенең балаһын яҡлап, бәпкәһен һаҡлаған инә ҡаҙ һымаҡ, ябырылып килә.
– Һиңә нимә булды ул? Элек бер ҙә былай түгел инең. Мин һине танымайым, – тине Райман, ҡатынына аптырап.
– Ниңә аптырайһың? Мин ғүмер буйы шулай булдым, тик бөтәһен дә эсемә йыйып йөрөнөм. Улыма ҡағылмаясаҡһығыҙ. Ул нисек бар, шулай ятасаҡ.
Райман менән Венера, аптырағас ситкәрәк барып, нимә хаҡындалыр кәңәшләштеләр. Рәмзиә улар яғына боролоп та ҡараманы. Тиргәнмәне лә, өндәшмәне лә, шым ғына үҙ эше менән булды. Низағ булғанмы, бәхәс сыҡҡанмы, йәшәргә кәрәк. Аш ҡуйҙы. Ире, өйгә инеп, һөйләнә-һөйләнә тегеләй үтте, былай үтте. Ҙур ғына сумка тотоп сығып юҡ булды. Рәмзиә, артынан эйәрә биреп: «Ҡайҙа киттең?» – тип һорарға теләгәйне, ҡулын һелтәне. Китһә – китер, ҡайтһа – ҡайтыр.
Шулай итеп, Венера юҡ булды, Райман ҡайҙалыр сығып китте. Ике көндән генә хәбәрҙәре килеп ишетелде. Әлеге Әхнәф ҡатыны менән еңгәһен ҡалаға ҡаймаҡ, һөт һатырға алып барған икән. Һуңынан, ауылға ҡайтырға берәйһе осрамаҫмы, тип, тимер юл вокзалына төшкәндәр. Шунда Райман менән Венера килеп сыҡҡан. Төмәнгә китергә билет алғандар, ти. Харап, икеһе лә кейенгән-яһанған икән. Төмәндә Венераның кемелер йәшәй, тиме, шул быларҙы саҡырған, ти. Был хәбәр йылылай ғына Рәмзиәгә килеп өлгәшкән. Иртәле-кисле улының ҡәберен ҡараштырып йөрөгән ҡатын ҡул ғына һелтәгән: ҡотолдом, хәҙер мәшәҡәтләп йөрөүсе булмаҫ. Улымды ла борсомаҫтар, тип әйткән, ти.

Автор:Рәлиф КИНЙӘБАЕВ
Читайте нас: