Все новости
Поэзия
13 Мая , 12:10

Беҙҙә ҡунаҡта – Беларусь шағирҙары

Тәнзилә Дәүләтбирҙина, Гөлфиә Юнысова, Йомабикә Ильясова тәржемәләре.

Микола МЕТЛИЦКИЙ
Үлемһеҙ полк
Был полк барҙа –
Халыҡ йәшәр!
Ул үткәндә
Йәшен йәшнәр.

Меңәрләгән
Кешеләрҙең
Аҙымдары
Ҡыйыу, ныҡлы.
Портреттарҙы
Байраҡ итеп,
Улар бөгөн
Юлға сыҡты.

Ейәндәрҙең
Яурынында –
Олатайҙар,
Йәп-йәш көйө.
Осо-ҡырыйы юҡ
Марштар
үтә йырлап
Еңеү көйөн.
Был сәғәттә
Донъя туҡтай.
Полк ҡуҙғала –
Тына туптар.

Меңәрләгән
Кеше маршта –
Ҡулдағылар –
Меңдән аша:
Ҡыҙыл майҙан
Буйлап үтә –
Булмаһынсы
Һуғыш бүтән!

Был марштағы
Үлемһеҙ полк –
Олатайҙар
Аманаты.
Рух үлмәһә,
Халыҡ үлмәҫ;
Алһыу таңдар
Имен атыр.
Ҡалҡандан ныҡ,
Самолеттан,
Ракетанан
Ул көслөрәк.
Ошо полкты
Ҡыйратырға,
Юҡ итергә
Ҙур көс кәрәк.
Юҡ ундай көс.
Һүҙҙә генә
Данланмаһын
Үлемһеҙ полк.
Һаҡлап булһын
Тыныслыҡты
Ошо портреттарҙы
Тотоп.


* * *
Ҡош булһаң һин – ҡоҙғон була күрмә,
Күҙен соҡоп, мәйеттәрҙе ейер.

Болот булһаң – ҡара болот булма,
Борсаҡ булып башаҡтарҙы эйер.

Ағас булһаң – булма ҡурҡаҡ уҫаҡ,
Бер гонаһ та меңде ҡалтыратыр.
Ә таш булһаң – булма ташландыҡ таш,
Ҡәберҙә ул ергә һеңеп ятыр.

Ут булһаң да – тамуҡ уты булма,
Йорттан ҡала бары бер ус күмер.

Йыр булһаң һин – йәнде арбар йыр бул,
Илең һине һөйөп, данға күмер.


* * *
Шағир – планетала дежур:
Хәүеф-хәтәр аңдымаһын.
Иҫһен бары тыныс елдәр,
Һуғыш еҫе аңҡымаһын.

Борсола ул гонаһһыҙҙы
Күрһә яһил йәберләүен.
Әсәләрҙең, ҡан-йәш түгеп,
Уландарын йәл ерләүе…

Уҫаҡтарҙың япрағылай
Йөрәккәйе уның тертләй –
Террористар изгелекте
Юҡ итәм, тип, йолҡоп тетһә.

Ҡапыл ғына самолеттар,
Шартлаһалар ергә төшөп,
Ҡан һауа ла йөрәгенә,
Йәнгенәһе уның өшөй.

Кешелектең ҡайғыларын
Ул бит үҙенеке итте.
Шағир – планетала дежур
Ғүмер ахырына тиклем.


* * *
Ҡыяр үҫкән урын ерән күптән,
Өйәңкегә томан эленгән.
Ҡояш иртә тора, иртә ята.
Ҡаҡ яланда ҡурпы беленгән.

Ҡара монах һымаҡ ҡара ҡарға
Һөргән ыҙан буйлап һынтыҡлай.
Туҙбаштарҙы ҡыҙыҡтырып һаҙҙа
Балыҡ еҫе танау ҡытыҡлай.


Урман ситендәге кескәй ауыл
Тынлыҡ тапмай хатта бер аҙға –
Шағыр-шоғор бәүелеп юлдан килә
Бесән тейәп алған бер арба.

Өкө ухылдауы ҡарағайҙың
Татлы йоҡоларын осора.
…Был күренеш мәңге онотолмаҫ.
Ҡалғым килә ошо осорҙа.


Тәнзилә Дәүләтбирҙина тәржемәһе.

 

Тамара Краснова-Гусаченко
Һалмағыҙ бушлыҡҡа мәғәнә
Ҡурҡыу, алдаҡтарҙы һанға һуҡмай,
Әүрәп киткәндә лә тормошҡа,
Буш хәбәрҙәр тыңлап, күңел көсөн
Әрәм итмәгеҙсе бушлыҡҡа.

Бар кеше лә әрнеп уйлайҙыр ул
Ике осраҡтың өмөтһөҙлөгөн:
Үлем менән хәсрәт тойғоларын
Кисерәсәкмен, тип бер үҙем.


Гранит ташҡа ҡырып яҙып ҡуйған
Ике һанды иҫкә алығыҙ:
Ошо ике һандың араһында
Гөрләп, дөрләп йәшәп ҡалығыҙ!

Һәр яңы көн шатлыҡ, һағыштары,
Ҡото менән килә ул йәнә.
Ә бушлыҡтар һеҙҙе йота алмаҫ,
Һалмаһағыҙ уға мәғәнә.


Апрель ботағы
Мин йәш апрель ботағымын,
Ихласлыҡтан тула күңел.
Баш осонда күктәр зәңгәр,
Тик ер әле йылы түгел.
Һуттарым көндөҙ ташһа ла,
Өшөттөрә гел төндәрен.
Әллә һыуһап уянғандар,
Һут таптыра бөрөләрем.

Ебәк кенә йәшеллеккә
Наҙлы елдәр өрә генә.
Ерҙән алып, һут ҡыу, тигән
Бойороҡ бар йөрәгемә.

Олон буйлап һуттар ҡыуам,
Күкрәп яҙҙар килә ергә.
Урман-ҡырҙар, күк көмбәҙе
Уйнай, йырлай, сыңлай бергә.
Үҙеңде лә хис итәһең
Бәхетле йәш кәләш кеүек.
Бар тирә-яҡ нурлы-моңло,
Ерҙә – сафлыҡ, күктәр бейек...


Ҡар яуҙы
Юлдарҙы көрт баҫҡан, күк болоҡһоу,
Эй, кешеләр, шуны аңлағыҙ:
Йәшенмәгеҙ ҡыштан, ни булһа ла,
Беҙҙең менән һәр саҡ Аллабыҙ.

Ҡөҙрәтлебеҙ ғүмер бүләк итә,
Йәшәү тамамланғас – үлемде.
Ҡөҙрәте киң, көсө сикһеҙ уның,
Ул мәңгелек яһай
Һәр кемде.


Талапсан да, ҡаты кеүек тә ул,
Тик ҡарашы йылы, наҙлы гел.
Аңларһығыҙ әле барығыҙ ҙа,
Ҡотҡарыусыбыҙ Ул – берҙән-бер.

Йомарт та ул, ғәфү итеүсе лә,
Тик изгелек кенә – бар эше.
Хаҡ Аллабыҙ өсөн
Үлгәндәр юҡ:
Тере уға һәр йән, һәр кеше.


Стена
Алла ғәфү итһен инде, тибеҙ,
Үҙебеҙҙе ғәфү итмәйбеҙ,
Еңел тормош ҡына эҙләүсенән
Күңел әрнеүҙәре көтмәйбеҙ.

Улар бик йыш аҡыл менән түгел,
Хәйләкәрлек менән ярыша.
Хатта балалары яҙмышын да
Кемдер хәстәрләр, тип һалыша.

Икенселәр барлыҡ донъя йөгөн
Үҙҙәренә генә алалар.
Кешеләрҙе ике яҡҡа бүлгән
Стеналар ҡалҡа араға.

Ваҡыт еткәс, ерҙә ғүмер бөткәс,
Ысын донъяларға ҡайталар.
Ҡоштар моңо тыңлап зыяратта,
Йәнәш ҡәберҙәрҙә яталар.

Ғәфү итә алмағандар ҙа,
Был турала уйланмағандар ҙа...


Унда йылдар алтын булып сыңлай
Юҡ бында күҙ йәш түгерлек
Матурлыҡ та, уңайлыҡ та.
Бында тормош гөрләне, тип
Мөмкин түгел уйларлыҡ та...

Йорт нигеҙе, урамдарҙан
Емеректәр генә ҡалған.
Күркәм йылға буйҙарына
Ташҡын һыуҙар сүп-сар һалған.
Үзеңде лә күптән инде
Яйлы ҡала тартып алған.

Һүҙҙәрең хаҡ, тик һис ҡасан
Онотолмай тыуған яҡтар,
Сыңлап үткән алтын йылдар,
Ялтлап торған бала саҡтар.
Күҙ алдымда – ата-әсәм,
Икеһе лә сибәр, көслө.
Хыял һаман ябай бында:
Донъя бит ул һәр саҡ ғәҙел,
изгелекле, тигән төҫлө.

Гөлфиә Юнысова тәржемәһе.

 


Валерий Максимович
Минең көҙөм
Һиҙҙермәйсә генә сигеп сыҡты
Бына көҙ ҙә алтын келәмен.
Ҡомалаҡтан аңым юйылғандай,
Моңһоу һуҡмаҡ буйлап киләмен.

Түбәнәйгән ҡояш эс бошормай,
Үткән көндәргә юҡ үкенес,
Был донъяны сикһеҙ яратыуҙан
Йөрәгемә тулды изге хис.

Ҡыуаҡтағы ҡоштоң ҡағыныуы,
Ағастарҙың япраҡ ҡойоуы –
Барыһын да оло бәхет итеп
Беренсе ҡат минең тойоуым.

Донъя үҙгәргәндә, мин үҙемде
Бөтөнләйгә тоям яңыса,
Тәбиғәтте ялҡын ялмағанда
Мин әҙермен бергә янырға.

Туғайҙарҙың инде бесәне юҡ,
Барса уңыш йыйып алынған,
Торналарҙың киткән юлдарынан
Ергә һары һағыш яғылған.


Торналарҙың моңһоу тауышынан
Осоп китер төҫлө бар тараф.
Бындай мәлдә кем һуң тыныс ҡалһын,
Кем һуң ҡала алһын битараф?


Түбәнәйгән ҡояш эс бошормай,
Үткән көндәргә юҡ үкенес,
Был донъяны сикһеҙ яратыуҙан
Йөрәгемә тулды изге хис.


Әсәйем менән һөйләшеү
Әсәй шып-шым ғына ут ҡабыҙа –
Болоҡһоған күңел яҡтыра,
Уның менән тик бер һөйләшеүҙән
Тормош әйләнгәндәй яҡшыға.

Әсәм һүҙҙәренә һарылған моң
Имләй төҫлө минең йәнемде,
Һулышынан йылы алды йөрәк,
Һағыштарым яйлап кәмене.

Күҙҙәренең уйсан тәрәнлеге
Йыйған барса йәшәү аҡылын,
Әсәйемдәй нескә тойһаң ине
Ерҙә йәшәүеңдең асылын.

Йоҡоло ай беҙҙең шәм яҡтыһын
Үҙенәме әллә күсергән,
Ул иркәләп ҡарап тора беҙгә
Үҙ әсәһе – ғәзиз күгенән.

...Әсәй шып-шым ғына ут ҡабыҙа.


Кәмә
Буш кәмәне бәүелткәндә тулҡын,
Уңға йәки һулға бәрелә,
Бер-бер артлы ул туҡмала бирә,
Әммә этеүсеһе юҡ ергә.

Ихтыярын юйған буш кәмәне
Һәр бер ағым тарта үҙенә,
Ҡотолһа ла, хатта юҡ булһа ла,
Маҡсат алған бары түҙергә.

Буйһоноумы, әллә ҡотолоумы,
Әллә һайлап алған язамы?
Нөктә төҫлө алыҫая кәмә,
Гүйә, юғалтыуҙың ғазабы.


Хөкөм
Көндәр аға үҙ яйына,
Үткәрмәҫлек ау һалһаң да,
Бер ҡапҡаға туп тибеүҙән
Йылдар буйы арыһаң да.

Мәңгелек туҡыусы айҙар
Һыуыҡтан бәрә эҫегә,
Татлы балын ҡаптым, тиһәң,
Әсе һағышын эсерә.

Ҡанаттарын кирһә шатлыҡ,
Әрһеҙ әрнеү уны ҡыуа,
Усаҡ һүнеп тә өлгөрмәй,
Өҫтөн ҡаплап, ҡарҙар яуа.


Көтмәгәндә, ҡомһоҙ әҙәм,
Ымһынып еңел табышҡа,
Боҙоп күңел тыныслығын,
Әйҙәй файҙаһыҙ алышҡа.

Яп-яланғас кескәй йөрәк
Ҡайҙа ҡасырға ла белмәй,
Ул бары тик был донъяла
Үҙенсә йәшәргә теләй.

Ҡотҡарырмын һине, йөрәк,
Һис иремәҫ боҙлоҡтарҙан,
Яуапһыҙлыҡ, тупаҫлыҡтан,
Ябырылған боҙоҡтарҙан.


Ҡотҡарырға – минең хөкөм!
Ялбарамын ер, күктәргә,
Йәшәйештең ҡара яғын
Ә кем һуң еңел күтәрә?

Һис буйһонмаҫ рухым менән
Тергеҙәм һине, йөрәгем,
Мин аңлайым кешеләргә
Яҡшылыҡ көсө кәрәген.

Тыуыр көндәр яҙмыштарҙы
Бер-беренә бәйләр тағы,
Яраттыра, дуҫлаштыра
Күңелдәрҙең яҡты сағы.


Йомабикә Ильясова тәржемәһе.


Змитрок МОРОЗОВ
* * *
Яланаяҡ йөрәк юл ҡыҙырҙы,
Әйтерһең – ут йәнһеҙ сүллектә.
Хәүефтәрҙән ҡурсыйым, тип ҡулға
Эйелеп алған инем, ул тертләй...
Үҙемдеке иттем йөрәкте мин:
«Һөйәм, тинем, һине ғүмергә»...
Ә ул, устарымда һалҡын көл ҡалдырып,
Рәнйеп тәгәрәне ҡаҡ ергә.


* * *
Эй, ташландыҡ баҡса... Бер кем дә юҡ,
Үрмәксенең ауы ялпылдай.
Әкиәти ҡоҙғон тауыш бирә,
Штрифель ҡойола ергә шапылдап.

Ҡыңғырауҙай тетрәй планетабыҙ,
Асман зыңлай, яман сайҡалып.
Алмағастың йәше – алмаларҙы
Ҡыҙғанып та ерҙе байҡаным...

«Эй, кешеләр, ҡайҙаһығыҙ?!» – тиһәм
Өнһөҙ тынлыҡ йәнгә һарыла.
Яңылыш баҫам, алма – мина кеүек...
Мине һәләк итеп... ярыла.
Мин юҡ...


* * *
– Ихлас һөйәм, тәүге көндән
Уйлайым тик һинең хаҡта,
Ҡол түгелмен микән, тиеп
Аптырайым ҡайһы саҡта.


Ҡол булмайса, азат көйө
Һине, йәнем, һөйгөм килә.
– Иҫәр! Һөйөү – ирек, тиеп
Ниндәй алйот әйтер һиңә?


* * *
Ер шарының бөтә мөйөшөндә
Шағир юлы булған гел тайғаҡ.
Бер ус аҡыл сәсһә, шундуҡ уны
Алып китәләр ул һайт-һайлап.


Инде генә күтәрелгән саҡта
Бәреп төшөрәләр... йәшләй ҙә!
Сабып ырғыталар. Шуға улар
Мәңгелектә генә йәшәйҙәр...


* * *
Аллаһ тормош биргән. Әммә
Үҙ юлдарым кәрәк,
Тау артылып, болот буйлап
Үрләйем өҫкәрәк.
Һаман һис тә етеп булмай
Аллаһтың йортона,
Башым эйеп, билем бөгөп
Гонаһтан йотолам.
Шиғыр, һүҙҙәр ялғап ҡына
Гонаһтан ҡотолмам.


Хәҡиҡәт
Хәҡиҡәткә аҡлау кәрәк түгел –
Ул үҙе саф, ысыҡ шикелле,
Дәрәжәнән өҫтөн, байлыҡҡа ла
Буйһоноуы уның икеле.


Йән зәғифләр аҡсаһынан өҫтөн,
Үткер һүҙ ҙә унан гел ҡаса.
Ҡаршы төштө кемдер: «Хәҡиҡәтһеҙ
Алдаҡ булмаҫ ине бер ҡасан».


* * *
Кешене түбәнһетер өсөн
Иң шәп ысул –
Тере сағында уҡ һәйкәл ҡойоу.
Иртәме-һуңмы төкөрөп үтһәләр,
Ул әҙәмдең кисерешен тойоу.


* * *
Таңғы йондоҙ – бойҙай бөртөгө
Тәгәрәне офоҡ артына.
Бер ҡасан да тыуған асманына
Күтәрелмәҫ инде. Артылмаҫ.


Шытһа, ҡоро һабаҡ үҫтерерме? Әллә
Туҡ башағын ысыҡ йыуырмы?
Йә ҡасандыр донъялыҡтан киткән
Бер йән әллә ерҙә тыуырмы?


* * *
Ауыл ситендәге иҫке баҡса.
Ағас ботаҡтары сартлап һына.
Олондары баҡыйлыҡҡа күскән
Акулина инәй усы һымаҡ.

Мамай яуы үттеме ни бында!
Иҫерек ир ағастарҙы йыҡҡан.
Миләш кенә йәшеренеп ҡалып,
Сәскә атыр өсөн бөгөн сыҡҡан.

Уны наҙлай ҡояш, үбә елдәр,
Беҙ ҙә йәш тормабыҙ әле гел дә.
...Ҡартлыҡ көнө еткәс, ейәндәргә
Йылы һүҙҙәр генә булһын телдә.


Тәнзилә Дәүләтбирҙина тәржемәһе.

Автор:
Читайте нас: