Александр Пушкин
К***
Хәтеремдә тылсым бөрккән һының:
Пәйҙә булдың – гүйә хур ҡыҙы,
Даһилыҡтай садә матурлығың –
Йөҙөп үттең өрфөй нур һыҙып.
Баҫып китте борсоу тулы эштәр,
Ғажизәнә итте һағышым,
Өҙөлөптәр күрҙем һине төштә,
Хискә күмде наҙлы тауышың.
Йылдар үтте. Тормош бурандары
Хыялдарҙы ситкә тибәрҙе,
Онотторҙо наҙлы тауыш барын,
Хур ҡыҙындай садә сибәрҙе.
Төпкөлдәрҙә илһам-илаһиһыҙ,
Төҫһөҙ көндәр алды ҡосаҡҡа,
Күҙ йәштәрһеҙ, мөхәббәтһеҙ, һынһыҙ –
Тотҡондағы һалҡын усаҡтар.
Бына күрҙем йәнә зифа һының:
Пәйҙә булдың – гүйә хур ҡыҙы,
Даһилыҡтай садә матурлығың,
Йөҙөп үттең өрфөй нур һыҙып.
Шундай татлы йөрәк ҡағыштарым,
Илһам-илаһ, янып-көйөүҙәр,
Өр-яңынан өҙә һағыштарым,
Күҙҙә – йәшем, йәшәү, һөйөүҙәр.
Константин Симонов
Көт мине
Көт мине, ҡайтып төшөрмөн,
Көт, өмөт өҙмә,
Һары һағыш ямғыр булып
Яуһа ла көҙҙә,
Көт бурандар ыжғырғанда,
Көт селлә саҡта,
Башҡалар онотҡанда ла
Ышаныс һаҡла.
Көт, минең алыҫ юлымдан
Килмәһә хаттар,
Япа-яңғыҙың ҡалдырып,
Төңөлһә яттар.
Көт мине, ҡайтып төшөрмөн,
Ҡайтырмын – көтһәң,
Онот тиеп торһалар ҙа
Яныңда күптәр.
Әсәм, улым күнгәндә лә
Минең юҡлыҡҡа,
Дуҫ-иштәр йыйылып алып
Беҙҙең утлыҡҡа,
Минең рухыма бағышлап
Эскәндә шарап,
Һин ҡатышма. Ҡайтмаҫ тимә,
Уларға ҡарап.
Көт мине, ҡайтып төшөрмөн
Үлемдән көлөп,
– Даланлы, – тип көтмәгәндәр
Тешләрҙәр телен.
Аңлай беләме ни улар,
Даланым – ул һин,
Һинең теләк уттан алыр,
Сигенер үлем.
Белербеҙ тик икәү, нисек
Үлемде еңдем –
Бер кемдә лә булмағанса
Һин көтә белдең!
Николай НЕКРАСОВ
* * *
Ир-егеткәйҙәрҙең ғүмере
Вәхшәт тулы яуҙа өҙөлһә,
Йәлләмәйем дуҫын, бисәһен,
Ҡаһармандың хатта үҙен дә.
Яҡын дуҫ та бер саҡ онотор,
Ҡатыны ла күнер яҙмышҡа,
Тик берәү бар – ғүмер буйына
Айный алмаҫ ҡайғы-һағыштан.
Ике йөҙлө, алдаҡ был донъя,
Тулып ята хәрәм эштәре!
Күрәм бары шулар янында
Ихлас аҡҡан әрнеү йәштәрен –
Әсәләрҙең ҡанлы күҙ йәшен!
Иңдәренә баҫҡан бик әсе
Ҡайғылары шәһит улдарҙың,
Улар, гүйә, бойоҡ талдарҙың
Күтәрелә алмаҫ тәлгәше.
Алампа (Анемподи́ст СОФРО́НОВ), яҡут шағиры
Тыйма, йәнем, һинең хаҡта йырҙан
Тыйма, йәнем,
Һинең хаҡта йырҙан,
Һинең хаҡта
Моңло йырҙар һуҙһам,
Татлы хыялдарың
Һинең боҙмам,
Татлы төштәреңде
Борсоп уҙмам.
Көйләйемсе, йәнем, көйләйемсе,
Шым-шым ғына хисем һөйләйемсе.
Йырламайса нисек
Түҙмәк кәрәк,
Һине күрһәм,
Дөп-дөп тибә йөрәк.
Һағыштарға һине,
Ҡурҡма, һалмам,
Һис яманлыҡ һиңә
Ҡыла алмам.
Күҙ йәштәрең һинең
Түктермәмен,
Рәнйеш алып, теҙгә
Сүктермәмен.
Тыйма, йәнем, һинең хаҡта йырҙан,
Һинең хаҡта һыҙам, эстән һыҙам...
Тыйма!
Мин йырлармын
Өҙөлөп-өҙөлөп –
Сәстәрең һибелеп
Ебәктәй ятҡанын иңеңдә,
Ҡаранан-ҡара ҡаш,
Ут һала һәр ҡараш,
Төнгө күк бәрхәте – күҙеңдә.
Уймаҡтай өрөлгән,
Еләктәй – ирендәр,
Көмөштәй аҡ тештәр теҙелгән.
Ал сәскә – яңағың,
Һөйөүҙән янамын,
Өнөмдә, төшөмдә – һин генә.
Алмалай түштәрең
Ҡалҡынып китеүен,
Йырлармын тын ғына, тын ғына.
Мин ҡыуанам яҡты
Был донъяла
Ҡояш кеүек балҡыр
Һин булғанға,
Донъялағы иң ҙур
Ҡиммәтем һин,
Йәнем-тәнем менән,
Аңым менән,
Ҡайнар ҡаным менән
Ғашиҡ булған иң ҙур
Һиммәтем һин.
Һинең өсөн шикһеҙ
Әҙермен мин
Ҡаяларҙан ергә
Ташланырға,
Хәтәр сәфәр әгәр
Тура килһә,
Баш аҫтыма хатта
Таш һалырға,
Һинең өсөн
Һис бер уйлап тормай
Ҡылыстарҙан үтеп –
Баш һалырға.
Ҡалҡан булып һине
Һаҡлармын мин,
Яманлыҡтан һине
Яҡлармын мин,
Тыйма, йәнем, һинең хаҡта йырҙан,
Һинең хаҡта һыҙам, эстән һыҙам...
Йөрәк ҡағышымда,
Яҙмышымда,
Шишмәләрҙең наҙлы
Ағышындай,
Нурлап торҙоң,
Мине наҙлап торҙоң
Йондоҙҙарҙың яҡты
Балҡышындай.
Япраҡтарын иркә
Елберләткән
Һомғол һынлы зифа
Ҡайын кеүек,
Тауышыңа мөкиббәнмен күптән,
Һинең менән бер йән,
Бер тәнмен дә.
Тыйма, йәнем, һинең хаҡта йырҙан,
Һинең хаҡта һыҙам, эстән һыҙам...
Светлана ГРИГОРЬЕВА-СОТО, мари шағирәһе
Япраҡ булып иңдән йылдар яуа
Япраҡ булып ергә йылдар яуа,
Алтын көҙҙөң япраҡ диңгеҙе,
Ҡыҙыл яҡут булып миләш яна
Етеп килгән ҡышты һиҙенеп.
Һағышлы бер моңға сорналған да
Көҙ япраҡтар йыя усына,
Әллә ниндәй уйҙарға талған да
Һанап сыға алмай осона –
Йөҙ япраҡмы әллә, юҡ, мең буғай.
Хәйер, ниңә уның иҫәбе –
Улар бөгөн ҡыштырҙашып көйләй
Шаулап йырлағанын кисәге,
Ялҡынында көҙҙөң көйрәй улар.
Моңһоу уйға күмеп күңелде,
Бөркәнсеген ҡойоп ергә, урман
Япраҡ балаҫына күмелде.
Түшәлешеп ергә ятҡандан һуң
Ҡабат ҡайтмаҫ япраҡ сатырға.
Йылдарҙан да ҡала бары бер моң –
Үткәндәрҙән юл юҡ ҡайтырға.
Килгәнмен дә ергә көҙ мәлендә,
Һағыштарға тулы миҙгелдә,
Ҡырау ҡырпып ерҙе үпкәнендә –
Көҙ тойғоһо йәшәй гел миндә.
Шатлыҡ-хәсрәт ғүмер һауытында,
Миләштәге балҡыш һүрелә.
Көҙгө урман кеүек минең һында –
Иңдән япраҡ-йылдар түгелә.
Михаил ХОНИНОВ, ҡалмыҡ шағиры
Ҡыҙыл ләлә булып балҡырмын
Бер китермен
мин дә, балаларым,
Ҡосағына алыр
далаларым,
Тик һәр яҙҙа өҫкә
ынтылырмын,
Ҡыҙыл ләлә булып
ҡалҡынырмын.
Бер китермен
мин дә, мәңгелеккә,
Ерҙә ҡалмай,
ынтылырмын күккә,
Онотмаһын ине
тоҡомдарым
Балҡып торған
ҡыҙыл ләлә барын.
Бер китермен,
әммә белсе, балам,
Былбыл булып
яҙҙа ауаз һалмам,
Һеҙҙе күреп,
һөйөнөстәр тулып,
Йылмайырмын
ҡыҙыл ләлә булып
Бер китермен –
бөтөнләйгә түгел,
Янығыҙҙа ҡалыр
минең күңел,
Ҡаршылармын һеҙҙе
яҙҙа үҙем
Ләлә күҙе булып –
минең күҙем.
Рима ХАНИНОВА, ҡалмыҡ шағирәһе
Әрем еҫе
Ильяс улыма
Быуын-быуын йәшәй бер риүәйәт,
Телдән-телгә күсә күп заман,
Чечен халҡы араһына, имеш,
Килеп ингән ҡалмыҡ ҡаһарман.
Ҡыйыулығы менән таң ҡалдырған
Хан затынан булған был егет,
Тау халҡының ихласлығын күреп
Был ерҙәргә киткән күнегеп.
Һылыу ҡыҙға күҙе төшкән уның,
Мөхәббәткә тамам арбалған,
Онотолған уның атай йорто,
Ғашиҡлыҡтан иҫе таралған.
Ә хан иһә һаман улын көтә –
Бер-бер артлы хаттар ебәрә,
Тик егеттең зиһененә инмәй
Атаһынан килгән ғибәрә.
Аҡһаҡал хан бер мәл, уйлай торғас,
Бүтән төрлө юллай сәләмен:
Алыу менән ҡыҙырас улының
Иҫкә төшөр тыуған ғаләме.
Сапҡынсылар кескәй генә янсыҡ
Тотторалар хандың улына,
Тыуған яғы еҫен тоя егет
Алыу менән уны ҡулына
Аһ, йәненә һеңгән был әскелт еҫ
Туған телдәй һеңгән ҡанына,
Әйтерһең дә алыҫҡа саҡырып
Бөркөт ҡоштай күктә ҡағына.
Күкһел шәлкем бәләкәй янсыҡтан
Тирә-яҡҡа китә сәселеп.
Тыуған яғын онотҡан әҙәмде
Дауалай ҙа әрем әсеһе.
Каруан елә – аттар, ғәскәр башы –
Бер ниндәй көс алмаҫ туҡтатып,
Маяҡ булып иҫә әрем еле –
Тартыу көсө тыуған тупраҡтың.
Микаил ГУЦЕРИЕВ, ингуш шағиры
Шайтан менән һөйләшеү
Герой:
– Әйтсе әле, һин, ҡарт шайтан,
Ниңә минең йондоҙ батҡан,
Яҙмыш ниңә арып, ятҡан,
Йәнем икән ҡайҙа ҡасҡан?
Шайтан:
– Һе... һинең яҙмыш күп сапты,
Әллә күпме уйын тапты;
Сапты, тапты, алды-һатты,
Шунан инде, арып, ятты.
Аптырайһың: йәнем ҡайҙа?
Ул йәнеңдән ниндәй файҙа!
Йондоҙоң да һис батмаған,
Ул бит әле һис ҡалҡмаған.
Герой:
– Хыялдарым ҡайҙа киткән?
Күҙ йәштәрем ниңә кипкән?
Йәшлегем һуң нисек уҙған?
Пыран-заран дуҫтар туҙған?
Шайтан:
– Сыҡҡан инде аҡыл тешең,
Олпатланған хәҙер эшең,
Һүрәнләнгән йәшлек ҡуҙы,
Һаҡлай белмәй, дуҫлыҡ туҙҙы.
Герой:
– Ҡайҙа булды дәрт-дарман?
Ҡайҙа ут сәсеп барған?
Ниңә гел ялға тарта,
Һөймәҫ ризыҡтар арта?
Шайтан:
– Дәрт-дарманың һүнгән күптән,
Хыялдарың ташлап киткән,
Ҡартлыҡ билде бишкә бөккән,
Күҙҙәр һүнгән, тештәр бөткән.
Герой:
–Кистәрен эсәм кефир,
Көндөҙгә алам зефир,
Аш һайланам – эш харап,
Кәметә барам шарап.
Шайтан:
– Сүплек һинең ашҡаҙан,
Гүйә йәнһеҙ таш ҡаҙан,
Эшкәртмәй йотҡан ашты,
Ҡорһағың шуға ташты.
Герой:
– Ҡайҙа булды ғорурлығым,
Тау-ҡаялай торорлоғом?
Ярамһаҡ, көнсөл мин, мөртәт,
Һөйөндөрмәй байлыҡ-мөлкәт.
Шайтан:
– Ғорурлыҡты малға һаттың,
Һаранлығың хаттин артты,
Көнсөлдәрҙән ҡурҡып, ҡаттың,
Ярамһаҡлыҡ шуға татлы.
Герой:
– Әйтсе-әйтсе, ни өсөн
Түшәккә етмәй көсөм?
Күрге килмәй улымды –
Үҙемдең уң ҡулымды!
Шайтан:
– Ялҡтың еңел тормоштан,
Килеп торғанға буштан,
Улыңдың да – үҙ көйө,
Үҙ донъяһы, үҙ өйө.
Герой:
– Йоҡлап булмай төндәрен,
Шиғыр килмәй көндәрен,
Мейем һорай промедол,
Йөрәк һорай валидол.
Шайтан:
– Бәлә күреп, атланың,
Тик яуабын тапманың.
Алалманың ҡыуаныс,
Рифмаларҙан – йыуаныс.
Герой:
– Ниңә баттым харамға?
Юл оноттом ҡорамға?
Тоҙһоҙ итеп һүҙемде,
Тоҙаҡланым үҙемде.
Шайтан:
– Тик әрләнең башҡаны,
Эреләнә башланың,
Оноттоң иманыңды,
Белмәй ни ҡылғаныңды.
Герой:
– Әйтсе, әйтсе, оятһыҙ,
Дуҫлыҡтамы мин хаҡһыҙ?
Кемде ҡасан иң яҡын
Итергәме юҡ хаҡым?!
Шайтан:
– Үҙең генә ғәйепле,
Йәшәмәнең һин ипле,
Файҙа өсөн дуҫ иттең,
Файҙа булмаҫын типтең.
Герой:
– Улай булғас, кәңәш ит,
Оҡшамай ниңә акцепт?
Һәр кем өйрәтә рецепт,
Шуға ла эсәм абсент.
Шайтан:
– Һин ынтылдың Йәннәткә,
Әммә көтә йәһәннәм.
Ышандың әкиәткә.
Осрашырбыҙ. Әй, әҙәм...
Герой:
– Янайһыңмы, мут шайтан!
Беләм: мин ергә ҡайтам.
Унда көтөп тораһың,
Тоторға уй ҡораһың.
Шайтан:
– Һин бары ябай бәндә,
Йәнең – гонаһлы тәндә,
Йәшәнең, ҡылып яҙыҡ,
Тәҡдир дәфтәре яҙып.
Тыңламаның аҡылды,
Алтын өсөн һатылдың,
Гонаһлы ғәмәл ҡылдың,
Тамуҡ киҫәүе булдың.
Шулай булғас, ни сараң?
Хәмер эсергә ҡала,
Бәхилләш донъя менән,
Төш тамуҡҡа, эргәмә.
Герой:
– Ҡурҡытма әле, шайтан,
Мин иманыма ҡайтам,
Ваҡыт бар хаж ҡылырға,
Хаҡ мосолман булырға.
Тәүбә итәм, Аллаһым,
Ҡабул ҡылсы, илаһым!
Ҡылғанымдан оялып
Шундай килә илағым!
Александр КОЧЕТКОВ
Бәхилләшеп һәр саҡ хушлашығыҙ...
– Хушлашыуҙар, бәғерем, ниндәй ғазап –
Ағас сатырындай ишелгәнбеҙ,
Хушлашыуҙар, бәғерем, ниндәй ғазап –
Ҡап уртаға гүйә киҫеләбеҙ.
Уңалмаҫтыр йөрәктәге яра,
Ҡанлы йәштәр булып ағыр инде,
Уңалмаҫтыр йөрәктәге яра –
Ҡайнар сайыр булып тамыр инде.
– Ғүмерҙәрем минең һин тип үтер
Йәнем-тәнем ингәнсегә гүргә,
Ғүмерҙәрем минең һин тип үтер –
Һөйөү менән үлем һәр саҡ бергә.
Йөрөтөрһөң һәр саҡ минең өсөн –
Үҙең менән, бәғерем, бөтә ерҙә,
Үҙең менән, бәғерем, бөтә ерҙә
Тыуған тупраҡ, тыуған йортом төҫөн.
– Ә һуң миңә ҡайҙа йәшенергә
Мәңге уңалмаҫлыҡ яраларҙан,
Ә һуң миңә ҡайҙа йәшенергә
Зәмһәрирҙәр ятһа араларға?
– Хушлашыр ҙа бер саҡ осрашырбыҙ,
Тик онотма, йәнем, киткән көйгә,
Хушлашыр ҙа бер саҡ осрашырбыҙ,
Ҡайтып инеп икебеҙ ҙә өйгә.
– Ә һуң әгәр мәңгелеккә китһәм –
Ҡапыл ғына һүнеп көндөң нуры,
Ә һуң әгәр мәңгелеккә китһәм –
Ҡош юлына тәҡдир алһа һурып?
– Доғаларым менән ҡурсалармын –
Сәфәреңдең именлеген һорап,
Доғаларым менән ҡурсалармын –
Иҫән-имен ҡайтыуыңды юрап.
Тәмәкенән ыҫланған вагонда
Һағыш-йәшкә батып, онотолоп,
Тәмәкенән ыҫланған вагонда
Барғанында уяулы-йоҡоло,
Ҡош юлына әллә эләктеме –
Тәгәрмәстәр ҡупты рельстан,
Ҡош юлына әллә эләктеме,
Осоп китте состав бер остан.
Бер кемде лә ҡурсып ҡалалманы
Алыҫтарҙа өҙөлөп көтөүҙәр,
Бер кемде лә ҡурсып ҡалалманы
Доға уҡып, сәждә итеүҙәр.
Ҡалдырмағыҙ һөйгән йәрегеҙҙе,
Ҡалдырмағыҙ һөйгән йәрегеҙҙе,
Ҡалдырмағыҙ һөйгән йәрегеҙҙе –
Бер йән булып, ниндәй хәлдә лә,
Бәхилләшеп һәр саҡ хушлашығыҙ!
Бәхилләшеп һәр саҡ хушлашығыҙ!
Бәхилләшеп һәр саҡ хушлашығыҙ!
Әҙгә генә киткән мәлдә лә...
Сайлыкмаа КОМБУ, тыва шағирәһе
* * *
Көҙ хушлашты ләззәтенә сумып
Яҡтыһына ҡарҙың.
Иртә таңдан торҙом,
Бышылданы һағыш миңә исемеңде.
Аҡлыҡ-сафлыҡ урамдарҙа, өй эсендә.
Йүгереп сыҡтым – ҡанатланып осоп,
Көтәһеңдер өшөп,
Тәрән уйға төшөп.
Устарымда ҡарҙар ята, пак хисемдәй –
Аҡлыҡ-сафлыҡ урамдарҙа, өй эсендә.
Таңда тороп үпкән ҡарҙар татлы ғына –
Һинең һында ҡарҙар ала ҡуйынына
Буран килеп урай башлар бер кисемдә.
Аҡлыҡ-бушлыҡ урамдарҙа, өй эсендә.
Наталья ДРОЗДОВА, Санкт-Петербург
Этләшеүселәргә рәхмәт
(Валентин Гафт уҡыуында таралған)
Рәхмәт инде, әлдә көнсөлдәр бар,
Хаслыҡлылар, йәнә үслеләр,
Юлыбыҙға кәртә ҡуйыусы бар,
Мәкер тигәнеңдә көслөләр!
Их, белһәләр ине ошо заттар:
Йәрәхәттәр һалып күңелгә
Күпме ҡеүәт өҫтәй улар беҙгә,
Сыныҡтыра ғүмер-ғүмергә!
Йән һыҙламай, тыуыр ине микән
Ҡаршылыҡты үтеү һәләте,
Аңлар инек микән, кисермәйсә,
Ғәфү итә белеү ләззәтен!
Яуызлығы менән игелекле
Хаслашыусы ошо кешеләр.
Аҫта ҡалмаҫ өсөн үҫәбеҙ бит,
Һынауҙарға түҙем-бешеләр!
Ынтылабыҙ үргә – яҡтылыҡҡа,
Еңмәһен тип беҙҙе һүҙ-яла,
Юлыбыҙға кәртә ҡороусылар,
Әлдә һеҙ бар әле донъяла!
Фазу ӘЛИЕВА, авар шағирәһе
Әсә нәсихәте
(кейәүгә биргән ҡыҙына)
Бәғеремде ярып сыҡҡан баламһың,
Бүтән йортҡа-мәмләкәткә бараһың.
Ул дәүләттең булыр, балам, үҙ заңы,
Ҡайһылары булыр һиңә өр-яңы.
Башың эйеп, һин уларҙы ҡабул ит,
Барын һаҡла, булмағанға сабыр ит,
Яңыһына һин дә өйрән, үҙең ҡыл,
Һуҡыр булһа, күрмәмеш бул, күҙең ҡыҫ.
Йөрәк утың менән ҡабыҙ усағың,
Ғүмерлеккә йылы етер шул сағын.
Йыбанмайса, ҡылып торһаң хәрәкәт,
Йортҡа – йәмең, ризығыңа бәрәкәт.
Бәғеремде ярып сыҡҡан баламһың,
Заттан-затҡа затлы күпер һалаһың,
Был күперҙә аҙымыңды үлсәп баҫ,
Һүҙең булһа – ауыҙыңды үлсәп ас.
Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә тел, балам,
Һөйҙөргөсөң үҙең менән, бел, балам,
Асыу тотма, асыу – яман ағыу ул,
Йота белһәң – иң шифалы дарыу ул.
Бәғеремде ярып сыҡҡан баламһың,
Үҙең һайлап төшкән йортҡа бараһың,
Яҡын була тыуған йорттан төшкән йорт,
Ауыҙыңа бал-май булһын, йәнгә – ҡот.
Йыйырылмаҫ булһын, балам, йөҙ-ҡашың,
Ҡаҡлығыр ҙа кире ҡайтыр һәр ташың.
Һыуға һал да ирет үпкәң тоҙ итеп,
Йөрәгеңдә йөрөтмә һис боҙ итеп.
Бәғеремде ярып сыҡҡан һин – ҡыҙым,
Күңелемде нурлап торған йондоҙом,
Иҫеңдә тот, баһаларҙар аҙымың,
Миңә килеп ҡағылыр гел яҙығың.
Бер йән, бер тән булып йәшә иреңә,
Ғүмергә тип һайлап барған йәреңә,
Бер ҡойроҡ та, ике ҡанат – икегеҙ,
Именлектә тигеҙ ғүмер итегеҙ.
Төмәнбай БАЙҘАҠОВ, ҡырғыҙ шағиры
Ҡырғыҙ ере
Ала-Тау аҡ ҡалпағын кейгән мәлдә,
Арҡаһы күк асманға тейгән мәлдә,
Мин тағы юлға сығам, таңды ҡосоп,
Ҡосаҡлайым уй-ҡырҙарын нурға ҡушып.
Олоһоң да, Ҡырғыҙ ере, нурҙан бөткән,
Һылыуһың да, Ҡырғыҙ ере, йырҙан бөткән.
Эҫе-Күл – ерҙең күҙе, ҡырҙар – ҡашы,
Убалар – күкрәге, урман – сәсе.
Шишмәләр – ҡан тамыры, ҡая – тажы,
Һиҙәптер, биҙәктер – һәр бер ташы.
Киң күңелһең, гөләп-гөллө Ҡырғыҙ ере,
Көн йөҙлөһөң, бәрәкәтле Ҡырғыҙ ере.
Йондоҙҙар күк битенән киткән мәлдә,
Яҡты нур ер яңағын үпкән мәлдә,
Күл салҡып, тауҙар ҡуйынын асҡан мәлдә,
Алланып, таң нурҙарын сәскән мәлдә
Күркеңә күрк ҡушылыр, Ҡырғыҙ ере,
Һин бит ул атам түре, әсәм түре.