«Китә ҡыҙҙар,
Китә ҡыҙҙар
Китә ҡыҙҙар Донбассҡа...»
Халыҡ йырынан
Китә ирҙәр,
Китә ирҙәр,
Китә ирҙәр Донбассҡа.
Китә ирҙәр Донбассҡа ла,
Илде утҡа һалмаҫҡа.
Илде утҡа һалмаҫҡа ла
Ҡолдар булып ҡалмаҫҡа.
Киткәндәргә яңылары
Әҙер тора алмашҡа.
Башҡортостан егеттәре –
Салауат вариҫтары.
Шайморатов генералдың
Саҡыралыр рухтары.
Тарих ҡабатланмай, тиҙәр,
Ҡабатлана икән бит.
Тап ошонда оло яуҙа
Ҡанлы алыш үткән бит.
Үткәндәрҙең яралары
Уңалып та бөтмәгән.
Тарих биттәрендә уның
Яҙыуы ла кипмәгән.
Ләкин дошман тынғы белмәй,
Утлы уҡтар осора.
Рәсәйҙе еңергә тиеп,
Үҙ башына ҡотора.
Тағы күпме йәш егеттең
Ғүмерҙәре ҡыйылыр?..
Әсә, бала, ҡатындарҙың
Күҙ йәштәре ҡойолор?..
Китә ирҙәр,
Китә ирҙәр,
Китә ирҙәр Донбассҡа.
Тыуған ерен, илен һаҡлап,
Ҡолдар булып ҡалмаҫҡа.
«Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә...»
М.Кәрим
Кис ултырып ҡыҙҙар сигеү сигә,
Сиккәндәре түгел бирнәлек.
Ҡулъяулыҡҡа төшкән биҙәктәр ул –
Теләктәшлек менән берҙәмлек.
Ҡулъяулыҡтар һөйгән йәргә түгел,
Ил һағында торған батырға.
Теләктәр бер: яҙһын һеҙгә кире
Иҫән-аман илгә ҡайтырға.
Ҡулъяулыҡҡа тағы
нағышлана
Тыуған яҡтың төрлө сәскәһе.
Был сәләмде алған егеттәрҙең
Күҙҙәрендә сағылыр йәштәре.
Шул сәскәнән улар тойһон ине
Болон-туғайҙарҙың еҫтәрен
Һәм арттырһын ине йөрәктәрҙә
Дошмандарға нәфрәт, үстәрен.
Ҡулъяулыҡтар – ябай бүләк түгел,
Тыуған яҡтың кескәй өлөшө.
Түш кеҫәлә ятҡан был аманат –
Еңеү өсөн йәшәү өмөтө.
Һаумы, һалдат ағай!
Мин белмәйем
Дәрәжәңде, исем-атыңды.
Тик ышанам һинең алырыңа
Минең яҙған ошо хатымды.
Нисә йәштә, ҡайһы яҡтанһыңдыр –
Һин барыбер беҙгә Батырһың.
Ғәҙеллекте, дөрөҫлөктө яҡлап,
Еңеү яулап, Илгә ҡайтырһың.
Беләм: һиңә әле еңел түгел,
Ауырлыҡтары ла етерлек.
Мин теләйем һиңә көс һәм ҡөҙрәт
Һынауҙарҙы тоғро үтерлек.
Ә беҙ бында, һеҙ булғанға унда,
Өйҙә тыныс йәшәп ятабыҙ.
Һәр иртәлә мәктәп юлдарынан,
Белем алып, уҡып ҡайтабыҙ.
Һалдат иңдәренә төшкән бурыс
Нисек кенә ауыр булмаһын,
Аҙаҡҡаса алыш, түҙ, ҡыйыу бул,
Тик ғүмерең дошман ҡыймаһын.
Илде һаҡлау – оло яуаплылыҡ,
Һин Ватанға хеҙмәт итәһең.
Яҡындарың менән осрашырға
Мәл етеүен һағынып көтәһең.
Нисек һиңә булышайым икән?
Ярҙам ҡулын нисек һуҙырға?
Мин теләйем ошо хатым менән
Яу ҡырында терәк булырға.
Тыуған яҡты иҫкә төшөрөп торһон
Кескәй генә ошо сәләмем.
Беҙ көтәбеҙ һеҙҙән
Тиҙҙән, тиҙҙән,
Еңеү килде, тигән хәбәрен.
Тағы оҙатыла өскөл хаттар
Илебеҙҙең төрлө яғынан.
Уларҙа бит күпме йылы һүҙҙәр
Хәстәрлеккә төрөп яҙылған.
Ҡош ҡанаты кеүек өскөл хаттар
Окоптарға килеп тарала.
Хәүеф-хәтәрҙәрҙән ҡурсалаған
Был хаттарҙан өмөт ярала.
Мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ берҙә лә бит
Өскөл хаттар йөрөгән арала.
Өмөт, һағыш, көтөү сәләмдәре
Мең дауалар булған яраға.
Һарғайып та бөткән өскөл хаттар
Әле булһа ята һандыҡта.
Ҡан, йәш менән тулған шул сәләмдәр
Уяулыҡҡа саҡыра, һаҡлыҡҡа.
Бына тағы оса өскөл хаттар
Яу ҡырына төрлө төбәктән.
Был хаттарға шундай көс һалынған,
Рух һалынған бөтә йөрәктән.
«Ташламайбыҙ һис ҡасан да
Үҙебеҙҙекеләрҙе!»
Оран булған ошо һүҙҙәр
Егеттәрҙе күтәрҙе.
Кемдәр улар «беҙҙекеләр»,
Ҡәрҙәш милләттәштәрме?
Әллә күрше, туғандармы,
Ерҙәштәр, илдәштәрме?
«Беҙҙекеләр» – Тыуған илен
Дошманға һатмаусылар.
Кәрәктә изге дуҫлыҡҡа
Тоғролоҡ һаҡлаусылар.
Ярҙамға мохтаж булғанға
Ашыға «беҙҙекеләр».
Сит-яттарға ҡурҡмай әйтә:
«Юҡ бында һеҙҙекеләр!»
Оран булыр изге һүҙҙәр
Рухыбыҙҙы күтәрҙе:
«Ташламабыҙ һис ҡасан да
Үҙебеҙҙекеләрҙе!»
Ойоҡбаштар бәйләйемсе
Һалдаттағы улыма.
Бирсәткәһен дә һалайым,
Йылы булһын ҡулына.
Аяҡ-ҡулы өшөмәһен
Ҡарлы ҡатыш ямғырҙа.
Яҙмыш йылғалары уны
Илткән сит-ят ярҙарға.
Тыуған төйәгенән киткәс,
Ниҙәр кисерә икән?
Һәр көн иртән яҡындарын
Иҫкә төшөрә микән?
Доғаларын ташламаһын
Яуға ингән сағында.
Ғәзиздәре көтә уны,
Көтә тыуған яғында.
Үҙеңде һаҡла, балаҡай,
Һин халҡыңа бик кәрәк.
Милләттәр ҙә бер-беренә
Ауыр саҡтарҙа терәк.
Өшөмәһен аяҡ-ҡулың,
Өшөмәһен йәндәрең.
Минең изге теләктәрем
Еңеләйтһен хәлдәрең.
Һеҙ – унда.
Беҙ – бында.
Беҙ бергә! Беҙ бергә!
Унда шартлаған йәҙрәләр
Тейә һәр беребеҙгә.
Беҙ ҙә һеҙҙең менән бергә
Окоптарҙа ятабыҙ.
Дошмандарға уҡ-нәфрәтте
Яуап итеп атабыҙ.
Һеҙҙең менән бергә беҙ ҙә
Өшөйбөҙ, асығабыҙ.
Шуға ярҙам итер өсөн
Күмәкләп ашығабыҙ.
Доғалар, аяттар уҡып,
Ҡорбандар салдырабыҙ.
Иҫән-һау ҡайтығыҙ, тиеп
Майшәмдәр яндырабыҙ.
Ылау-ылау күстәнәстәр –
Беҙҙең йөрәк йылыһы.
Тыныслыҡ булһын тиҙерәк –
Шул теләктең олоһо.
Һеҙ – унда.
Беҙ – бында.
Беҙ бергә! Беҙ бергә!
Еңеү ҡояшын етәкләп,
Таң атһын еребеҙгә!
Күҙ йәшегеҙ тыймағыҙсы, ирҙәр,
Сабырһыҙлыҡ түгел был илау.
Донъя иңгә һалған яҙмыштарҙың
Сараһыҙлыҡтарын ул аңлау.
Өлөшөңә төшкән өмөтһөҙлөк
Йәнгә таштар булып өйөлә.
Былай ҙа бит ир-ат башҡаларға
Һиҙҙермәйсә яңғыҙ көйөнә.
Ирҙәр илағанда оялтмағыҙ,
Йыуатмағыҙ мәле етмәйсә.
Күктәр күкрәр, ерҙәр тетрәр хәсрәт,
Ауырлыҡтар үтеп китмәйсә.
Ирҙәр ҙә бит таштан яралмаған,
Улар ҙа бит әсә балаһы.
Уларға бит иңгә төшкән йөгөн
Ғүмер буйы һөйрәп бараһы.
Һаран күҙ йәштәрен һөрткән саҡта
Илаҡ тимәгеҙ һеҙ уларға.
Таштай ҡатмаҫ өсөн йөрәктәре
Ирҙәргә лә кәрәк иларға.
Мин тыуҙырҙым һине бәхет өсөн,
Күңелеңә һалдым йөрәк хисен,
Тик онотма ерҙә хәсрәт барын,
Йәнде өтөр ҡайғы, һағыш зарын.
Мин үҫтерҙем һине һөйөү өсөн,
Мөхәббәттән йондоҙ ҡабыҙыр өсөн,
Тик онотма ерҙә хыянаттың
Йөрәктәрҙе ярыр, айырыр көсөн.
Мин тыуҙырҙым һине ғүмер өсөн,
Һиңә бирҙем йәндең барлыҡ көсөн,
Тик онотма ерҙә һуңғы ярҙы,
Ғүмерҙәрҙән алда үлеү барҙы.
Мин тыуҙырҙым һине йәшәү өсөн,
Үҙ донъяңды үҙең йәмләү өсөн.
Тик онотма ерҙә һынау барҙа,
Ни эшләргә тигән һайлау барҙа,
Мин ышанам һиңә, улым, балам,
Изге, хәйерле юл теләп ҡалам.
Бәхет, һөйөү, ғүмер, йәшәү өсөн
Йәлләмәҫһең тиеп барлыҡ көсөң.