Йәй. Манзара1.
Ямғыр hибәләй.
Күңел тулай – түгел көҙөкhөҙ,
Ҡалынайған яҙмышнамәм айҡап,
Үҙ тәфтишен ҡыла өҙлөкhөҙ:
Был йәшемдә миңә тейеш үтәү
Йәшәйештең зарур йолаhын,
Донъялыҡта бар нәмәнән ҡиммәт
Мираҫ төйнәү – хәтер байлығын.
Тыма, ахыры, ямғыр.
Собханаллаһ!
Һушты алды йәйғор бер мәлгә –
Урал аръяғынан, дуғаланып,
Алдыма уҡ килеп терәлгән.
Диҡҡәтемде күктәр яулап алды:
Алданамы күҙем, абау ҙа!
Болот тиhәм...
Аҡбуҙ толпарҙарҙа
Елеп үтеп бара hыбайҙар.
Болот тиһәм...
Күңелем һағайҙы?
Офоҡ ҡырлап, сәйер тәгәрмәс
Бая йәйғор килгән тарафтарға,
Дала яҡҡа, бара тәгәрләп.
Урғылышты хистәр, шул даръянан
Ҡалҡып сыҡты салтлап сырамыт:
Ерҙең кендегенә – Арҡайымға2
Арийҙары ҡайтып бара бит!
Һөйөнсө! Сеү?!
Арий сырайҙары
Зым-зыяҡай...
Күреп туйманым!
Күктә – мираж...
Ләкин сын тарихта
Булған улар – камил иманым.
Дөп-дөп... тек-тек...
Тояҡ тауышымы
Дөпөлдәй?
Йыһан сәғәтеме
Текелдәй?
Йөрәгемсе –
«Арҡайым!» – тип ярһый
Дөлдөлдәй...
Сор хәтерле башҡорт ҡатыны мин.
Сәфәр сығам hиңә, Арҡайым.
Мауҡым ҡанмай китап бәйәненә,
Үҙем барып күреп ҡайтайым.
Тарафыңа йәнем тартылғанын
Йәштән тойҙом.
Киләм олоғайып...
Йәйғор күпер hуҙып, саҡырҙың бит,
Көтәhеңдер мине, моғайын.
Саялығым барсы, баш күтәрҙе:
Күктәр көн дә бирмәй ишара.
Тәүтөйәген ҡайтып күрер өсөн
Ҡоштоң-ҡошо оса – түш яра.
Төймә ҙурлыҡ ҡына йөрәгенә
Ватан hыйған.
Фәhем алаhы!
Һағыш тәмен тойҙом:
Әсе... Татлы...
Мин дә – илдең моңло балаhы.
* * *
Өфө – Темәс – Сибай араларын,
Ҡыҙыл, Һаҡмар, Яйыҡ буйҙарын,
Сал даланың данлы үткәндәрен
Айҡап барҙы йылғыр уйҙарым.
Һары таңдан елгән дүрт тәгәрмәс
Төш етмәҫтән hиндә, Арҡайым.
Һәм, ниhайәт, hаумы!
Танышайыҡ?!
Анау тауың, тиҙәр, Арҡайын.
Атамағыҙ оҡшаш, иш-ҡушыңмы?
Белмәгәнгә – белек, ас әле:
Йор ағышлы йылғаң Ҡарағандың
«Ҡара ҡан»мы исем асылы?
Ҡулдан тотто шунда сәмсел ҡыуаҡ,
Нимә була, йәғни, ҡараhаң.
Сәнсмә, селек, иҫтә!
Бик боронғо
Аҙашың шул hинең Ҡараған...
Саҡрым-саҡрым ятҡан hөҙәк үргә
Әлхәмдүлүлләhи, йәйәүләп
Күтәрелдем, дарманым бар әле,
Йөрәк үҙе торғас йәүкәләп.
Әйтерhең дә, ҡайттым төп йортҡа
мин
Асыр өсөн тыуған ишекте.
Имән тупһа аша атлап инеп,
Күрермендәй муйыл бишекте.
Һулап туйып булмай, танhыҡ hауа:
Әрем еҫе, мәтрүш, шиңмәҫгөл.
Шыбырлайҙар елдәр, хуш килдең,
тип,
Был төйәк бит Ерҙә тиңдәшhеҙ!
Тубыҡландым изге тупрағына, –
Арҡайымда серле асыл бар.
Юллап килдем рухым тамырҙарын,
Баҡый тарих бирер асҡыстар.
Талпынып та ҡуйҙым, осорҙаймын.
Ҡоштоҡолай, бына, арҡамда
Ҡанатым бар.
Ҡаушырылған ғына.
Ышан шуға һин дә, Арҡайым.
...Ысынлап та осоп барам. Осам!
Шау нурға мин ҡойонам – шаҡ
ҡатҡыс:
Ҡуш усынан Ҡояш Тәңребеҙҙең
Ағыла ергә алтын шарлауыҡ!
Кескәй генә бер мәл...
О, Ахрымаз3!
(Өсөнсө күҙ микән?) төпкөл аң
Асылыуын һиҙҙем, һирпелгәндә
Йөрәгемә Ҡояш ипкене.
Ер менән Күк тоташҡанын күрҙем,
Әҫәрләндем сикhеҙ, аh иттем:
Йыhан ҡөҙрәтенең Арҡайымға
Үтеп инеүенә шаhитмын!
Хозурында сағыу яҡтылыҡтың
Күҙ ҡоросон ҡурсыр аяу бар:
Ҡаулан араhында аулаҡ ятҡан
Тамға-ташҡа иттем иғтибар.
Башҡорт балаҫына баҫып hуҡҡан
Аҫаға ул төҫмөр, оҡшашҡан.
Ергә батҡан, түшен ҡыртыш
баҫҡан,
Быуаттарҙың саңы уҡмашҡан.
Геродоттан4 hора, алтарихтан:
Ҡояш билдәhе ул ысында –
Арҡайымдың ысын арийҙары
Танытмаhы – әйткән «Авеста»5.
Төрлө фараз, төрлө сығанаҡтан
Баға бөгөн заман күҙҙәре:
Башҡорт тамырҙары борон, ахыры,
Арий (арыу) тигән үҙҙәрен...
Арҡайымда көмбәҙ баш осонда –
Юғары көс, гүйә, – ҡул hуҙым.
Гонаhтарың булhа, ана тора
Тәүбә итеү тауы – ун аҙым.
Түбәләстәр бында әллә нисәү:
Бар Мөхәббәт тауы, Шамантау,
Теләк тауы тағы, Аҡыл тауы...
Барыһынан да ҡалған сер-шаңдау.
Бар донъянан бында йыйылғандар,
Ҡайҙа баҡма – халыҡ шығырым:
Берәү hорай байлыҡ Арҡайымдан,
Берәү эҙләй hөйөү ырымын.
Диндары ла килгән, дәhрийе лә,
Кришнаидтар, буддист, христиан,
Мосолмандар – hәр кем, моғайын да,
Килгән ихлас, йылы хис менән.
Изге ниәт кенә бойом бында,
Инанығыҙ шуға, аң булың!
Арҡайыны – Тәүбә тауы икән,
Шунда киттем, ауыр йөктән тәү
Арынайым. Сығарайым ташты –
Бауырымда ҡатҡан, йөҙәткән:
Яҙмыш менән мин йыш бәхәсләштем,
Сабыр ғына күнә алманым,
Йәнде тапап китмәк тупаҫтарға
Таш та аттым...
Кисер, аңланым! –
Мәжүсилек раҫы ошо тауҙа
Ялбарамын һиңә, Ҡояшым.
Аңлы-аңһыҙ гонаһтарым йөгөн
Иңдәремдә гелән тоям шул...
Дөп-дөп... Тек-тек...
Тояҡ тауышымы
Дөпөлдәй?
Йыһан сәғәтеме
Текелдәй?
Намыҫ-туҡмаҡ
Туҡмай, туҡмай, туҡмай –
Тынғы юҡ!
Аҡыл тауына бик барғым килә,
Самалармын зиhен, зыямды.
Шамантауға артылаhы ине,
Кемдер әйтте: тейер зыяны.
Шик-шөбhәгә бирешмәнем, барҙым,
Ым-тылсымға күңел ылыҡты.
Шыпырт ҡына кемдер hорап ҡуйҙы:
– Өнәйhеңме минең ҡылыҡты?
Өркөтәме шаманканың рухы?!
Эйе, эйе, ҡатын затынан
Булған, ти, ул.
Сихыр белгән микән,
Яманатмы ҡалған артынан...
Иблискәме, әллә пәйғәмбәргә
Ант килтергән мәғиә6 эйәhе?
Арҡайымда Зәрҡум – Заратуштра
Пәйғәмбәрҙең, тиҙәр, төйәге.
Ахрымаздың фатихаһында ул
Ҡаты hынау тотҡан Яйыҡта:
Ҡыҙған бысаҡ менән үтәләйгә
Тәнен сәнсеү!
Түҙмәҫ, ай, юҡ та!
Сын пәйғәмбәр булғас, түҙгән hәм дә
Үҙ диненең биргән тәғбирен7 –
Ҡанундары hаман иҫкермәгән:
Изгелеккә йүнәлт тәҡдирең!
Тап ошонда, Ерҙең уртаһында,
Тәгәрмәс-ҡала hалған арийың:
Түп-түңәрәк hөлдәң генә ҡалған,
Урал мөғжизәhе – Арҡайым.
Бронза быуатының эҙҙәренә,
Һиңә килеп, тарих юлыҡҡан.
Баҡыр ҡойған ҡаҙан, еҙ иреткән,
Ҡурғаш аҡҡан ҡайнап улаҡтан...
Арий нәсәп беҙгә, башҡорттарға,
Фараз түгел, ахыры, тас ысын.
Милләтемдең арыу улын беләм:
Тау белгесе ғалим Тасимов8.
Тәкәбберлек юйып, юлын ҡуйып,
Рәсәй йәнәптәре баштараҡ
Мәғдән ҡаҙыу, ҡорос ҡайнатыуҙы
Урал улдарынан башҡартҡан.
Булат ҡоросон да башҡорт ҡойған!
Ахыр сиктә дусар ҡәhәргә:
Һөнәренән тыйған, тимерлеген
Ҡыйраттырған батша әмере.
Яҙмышында уттар-һыуҙар кискән
Алтын ҡуллы халҡым, Арҡайым!
Күрмәhен ул башҡа йәбер-золом –
Аҡ теләгем минең, аҡ уйым.
Ишеттеңме? Ишет, Шамантау,
Тик яҡшыға ҡамла, шаманка!
Дөп-дөп... Тек-тек...
Тояҡ тауышымы
Дөпөлдәй?!
Йыһан сәғәтеме
Текелдәй?
Ваҡиғамы?!
Ҡанбабалар, ана,
Саң ҡаға!
Эҙләп киттем бөйөк Тәгәрмәстең
МәртәбәлеҮҙәк майҙанын9,
Заманында бында арийҙарҙың
Ҡайнап торған тормош ҡаҙаны.
Йондоҙҙарға ҡарап фал10 асҡандар,
Ҡанбабалар ҡанун hаҡлаған,
Кәңәш Ҡоро иман ҡурсалаған,
Хөкөм Ҡоро – хаҡлыҡ яҡлаған.
Билдәташҡа баҫтым яланаяҡ,
Биллаhи, тим, тотош булмышым
Илаhилыҡ илә Арҡайымдың
Изге рухы менән ҡушылды.
Күҙ алдында, гүйә, шарран асыҡ
Баҡый ҡапҡа аша ингәнмен,
Хөкөм-Ҡорға саҡырылып килгән
Тиң хоҡуҡлы олпат инәймен.
...Кем башында, саңҡ итеп,
Һыныр хурлыҡ ҡылысы11?
Башын эйгән йәш егет,
Яҙмышҡайы – ҡыл осо.
Ҡанбаба, ҡамдар йыйылған
Хөкөмдарлыҡ ҡылырға.
Ғәҙел яза табырҙар
Һатлыҡ йәнгә, бурына.
Баш ҡанбаба hүҙ ҡушты:
– Арҡайымда сер ине
Аҡ ҡурғаш, hары баҡыр...
Йә, Ҡатын, ни әйтерhең?
– Нахаҡ ошаҡ hәләк иткән
Күпме аҫыл кешене...
Өйрәнсек кенә егеттең
Серҙе белер эшеме –
Күпме миҡдар ҡурғашын,
Күпме миҡдар баҡырын
Һалыр кәрәк ҡаҙанға,
Теп-теүәлен, тапҡырын?!
– Шаһитың бармы, Ҡатын?
– Һүҙем хаҡтыр, Ут әйтер!
Йүпләп усаҡ гөлтләне:
Арий өсөн Ут – Тәңре.
Сикәм яна. Сәсрәнеме ҡуҙы
Баҡыр мейесенең, тәрәндән?
Ҡапыл тертләп, ҡайттым бөгөнгөмә:
Йәй. Манзара.
Һиллек тирәмдә.
Баҫып торам йәшел утта – сирәм!
Утлаусыһы юҡ шул – әрәмгә...
Юшандарҙы юшар йылҡы ҡайҙа? –
Күҙ төбәнем күкшел әремгә.
Әй, ҡарт ҡылған, hин дә иҫән икән,
Һыйпайымсы әлпе-сәсеңде.
Һыйынғанhың белеп был төйәккә,
Заман, юҡhа, уҡыр Йәсинде.
Һиҫкәнеп үҙ hүҙемдән,
Тирә-йүнде күҙләнем:
«Ҡыҙыл китап» ҡурсалаған
Үлән, бөжәк эҙләнем.
Үләнле ер – үлмәгән ер! –
Арҡайым бер маҡтаныр.
Башаҡлы башын ҡаҡайтып,
Үҫә бында аҡтамыр.
Ҡуш устарын асҡан йомарт,
Ҡушъяпраҡ гелән алсаҡ.
Кәмәяпраҡ эргәhендә
Сәскә атҡан аласуҡ.
Һамағыма, hорап тормай,
Ҡушылды hары сәпсәү.
Осоп китте, белешкәйнем,
Ҡалдығыҙ, тип, hеҙ нисәү?
Ҡамғаҡҡа йәшенгән икән
Дала ҡара йыланы!
Һанаулы ғына ҡалған ул,
Күҫәк тотмай тыйылдым.
Йәлләнем шул, шыбырланым:
– Шым ғына шыл инде һин,
Йыланға табынған йәзит12
Ҡаны ла бар миндә, – тим.
И, ошондай бер минутта
Күренhәңсе, аҡ йылан.
Һине мотлаҡ таныр инем,
Әкиәти Шаhимаран.
Мөгөҙөң hалдырыр өсөн
Йәйергә бар аҡ яулыҡ.
Теләргә, әҙер теләгем:
Ергә кәрәк аяулыҡ!
Дөп-дөп... тек-тек...
Тояҡ тауышымы
Дөпөлдәй?
Йыһан сәғәтеме
Текелдәй?
Иманлы эш:
Дала йәне иҫән,
Ин шәә Аллаһ!
...Күпме дәүер ятҡан, ҡымшанмайса,
Тауҙың ҡуйынында Арҡайым.
Юйылыр ине эҙе, бер мәлдә
Сығармаhа көрәк аҡтарып:
Төҙөлөп бөтә яҙғас һыуhаҡлағыс,
Сарыфланғас аҡса, маддиәт13,
Ғәжәп Тәгәрмәстең арасаhын
Күреп ҡалды берәү, ниһайәт!
Археолог тапты тиңhеҙ ҡала,
Бронза быуатының тәү илен,
Заманында мәшhүр мәҙәниәт
Ҡорған арийҙарҙың ғәмәлен.
Тәбиғәтте hаҡлау заңдарына
Тоғроларға тыуҙы форсаты:
Юҡҡа сығып барған кейектәрҙе,
Үләндәрҙе бәпләп үрсетә
Арҡайым, тип улар иҫбатланы:
Миҫал итhәң ҡоштар донъяhын,
Ер йөҙөндә hирәк өс йөҙ төрҙөң
Ошо Тәгәрмәстә ояhы!
Рәсәй-илдең, мәхшәр хәлендә лә,
Алға ҡарай белде аҡылы:
Был төйәкте ул Ҡурсаулыҡ14 итте –
Тарих hәм киләсәк ҡалҡаны.
* * *
Тау биттәрен халыҡ hырып алған,
Һабантуйҙай...
Ҡояш ҡыҙҙыра.
Арҡайымға миңә юл төшөргән
Хәйерле көн хәтер ҡыҙыра.
...– Ырыуың кем? – тинем, hынсыл
ҡарап,
Ҡиәфәте мыҡты башҡортҡа.
– Түңгәүер, – ти.
Әйтмәhә лә, күрәм:
Көрәштә бил бирмәҫ ир-ҡашҡа.
«Тан гаур» ул, йәғни «көслө үгеҙ»,
Борондарҙан килә hүҙ осо.
Юрматылар, юрый түгел дәhә –
Сарматтың бар hеҙҙә үҙ төҫө.
Ә табындар – минең ырыуҙаштар.
Арабыҙҙа, телдә бар ҡатай,
Уның тураhында «Шаhнамә»лә
Фирҙәүиси үҙе hүҙ ҡатҡан:
Ҡатайун да атлы бер батырҙың
Булған икән тылсым-ҡәләме,
Шуның менән ерҙә яуызлыҡты
Юҡ итеү, ти, уның әмәле.
* * *
Иҫкә төштө бала саҡ,
Ошо күркәм төйәктә
Унан аҡ ҡот ҡаласаҡ –
Тылсымлы һүҙ – йөрәктә.
...Имсе инәй ҡот ҡойҙо.
Усаҡ утына ҡарап,
Ҡорайт, ҡотом, ҡорайт, тип
Ҡояштан изем15 hорап.
Шыжлап суйын ижауҙа
Ирей ҡурғаш осмото.
Һөҙөп алғас сүрәтте,
Әйттем, ҡотом, ҡасмасы!
Әллә буш, әллә ысын –
Ҡурғаш ҡойған: сыйырсыҡ.
Ҡотом әмере буйынса,
Ҡорҡот-Ата әмеренсә,
Ҡорайт, ҡотом, ҡайт, ҡотом,
Ҡайтҡас, китмәҫ бул, ҡотом!
Дөп-дөп... тек-тек…
Тояҡ тауышымы
Дөпөлдәй?!
Йыһан сәғәтеме
Текелдәй?!
Дәште-Ҡыпсаҡ!.. Дәште!
Кем өндәште?!
Һин, хәтерем, һөрән һалаһың:
Күҙ иңләмәҫ киңлектәргә йәйрәп,
Күгәреп ята Ҡыпсаҡ далаһы!
Өс мөҡәддәс ҡанун ҡыпсаҡтарҙа:
Һыбай сабыу, мәргән уҡ атыу
Һәм дә ирек!
Үлемдән дә яман
Ҡыпсаҡ өсөн – ирек юғалтыу.
Ул эйәрҙә тыуған,
Эйәрҙә үлгән –
Һыбайлыҡта рухы йоп ҡыпсаҡ.
Кем яҫҡына уның далаhына,
Яу ораны: бысаҡҡа – бысаҡ!
Дөп-дөп… тек-тек…
...Ҡылыс болғап сапҡан буҙ егет
кем, –
Таный, ишетәhеңдер, Ирәндек?
Иран телле сармат тауыш бирә:
– Аталыр, – ти, – был тау –
Ирандағ!
Ул ҡалдырған беҙгә hиҙиә hүҙҙәр:
Мәңге hүнмәҫ хәтер «сыра»hы,
Күңел – «шишмә», ә илебеҙ –
«баҡса»,
Һөйгән йәрҙәр «сибәр» – йыр ҙаhа!
Дөп-дөп… Тек-тек…
...Хәтер пәйҙәhендә – Вавилонда
Мәкерле Кир Бөйөк еҫкәнә,
Томирисҡа яусы ебәргәндә,
Мөхәббәт ул, имеш, көҫәгән.
Уйында тик нәфсе, баҫҡынсылыҡ,
Саҡ-мәсәғүт илен биләмәк,
Халҡын талап, ҡанға батырмаҡ hәм
Батшабикәләрен ҡол итмәк.
Томирисмы намыҫланмаҫ быға,
Ҡомарланып яуға ташланмаҫ?!
Йөҙгә-йөҙ килешеп уҡ атҡанда,
Ике яҡтан иҫән баш ҡалмаҫ...
Ҡанһөйәр Кир, яуыз батша, hәләк.
Шарап hабаhына Томирис
Ҡан тултыра, шунда хас дошмандың
Башын тыға: «Мә, эс туйғансы!»
Дөп-дөп… Тек-тек…
...Донъя айҡап, илдәр иҙеп килгән
Сыңғыҙхандың йомарт шарты шарт:
Башҡорт ырыуҙарын ылыҡтырмаҡ,
Мөстәҡил, тип, ярым-йортошар.
Дала битен йыртҡан, саңдау иткән
Сиреүҙән дә ҡурҡмаҫ улдар бар:
Күтәрелгән яуға уғатырҙар –
Аҡман менән Тоҡман батырҙар...
Дөп-дөп… Тек-тек…
Йыһан хәтеренең күсермәһе
Минең ҡанда! Иҫләр дала ла –
Ҡәүемемде ерhеҙ, телhеҙ, динhеҙ
Итмәк сәйәсәттең дал-далы,
Яңы ғына тарих, ил тәненән
Умырып өҙөп алды, мәскәйсә,
Башҡорт Арғаяшты, Арҡайымды
Дихаят, сит hөйәк итмәксе.
Ул осорҙа Башҡортостан – олон
Сарпыуланды, күпме бүленде,
Тураҡланған тамырҙарҙың hутын
Мәскәй имгәнлеге беленде...
Берәй ҡасан, күп дәүерҙәр үткәс,
Яңы тарих бөткәс иҫкереп,
Илhөйәрҙәр, Ватан вариҫтары
Дәғүәләшер кеүек, иҫ кереп?
Ҡан ҡойоштан Аллам hаҡлаhынсы!
Таныhын тик туған туғанын!
Һабаҡтарҙы аслан онотмайыҡ:
Туя белмәй мәскәй тамағы.
* * *
Йәй. Манзара.
Көн менән төн тигеҙ.
Аҡыл тауындағы үлсәүҙәр
Ысынмы, тип, бушмы – көнө-төнө
Төрлө фараздарҙы үлсәйҙәр.
...Ергә, имеш, арий Күктән төшкән,
Йүнәтергә йыһан карабын.
Ике быуат бында йәшәгән, ти...
Шунан ҡайҙа булған, Йә Рабби?!
Осҡан микән ҡабат, ҡай Йондоҙға?
Өҙөп кенә әйтсе, Арҡайым!
Серен ғаләм семетеп кенә аса...
Күк күнәге, ана, нур ҡоя...
...Ваҡыт ҡомо бурап-бурап күмгән
Арҡайымдай бөйөк ҡаланы.
Әммә аңда, ҡанда ҡалғас мираҫ,
Өҙәрем юҡ хәтер юлына.
Тарих үҙе ауаз hалып киткән:
Арий булған, арыу нәҫелдән!
Табыла эҙе, ҡойған еҙ-баҡыры,
Көтмәгәндә, берәй нәҙерҙән:
Нумизматҡа – йомаҡ, Ҡарағанда
Баҡыр тәңкә ятҡан – ҡай сорҙан?
Борон замандарҙа ундай аҡса
Һуғылған, ти, алыҫ Боспорҙа.
Йомаҡ-йоҙаҡтарҙың ҡасан да бер
Ихтимал бит ҡапыл асылыры:
Асҡыс сыңлай йылдар төпкөлөндә –
Атлы ғәскәр, сармат, Аспург16!
Урал сарматтары батшалығы
Булған икән борон Боспорҙа,
Даулашҡан ул бөйөк Цезарь менән,
Таныған Рим уны ахырҙа.
Дөп-дөп… тек-тек…
Ҡолағымды ҡуйҙым Ер түшенә,
Аяныслы ауаз йыраҡта:
Тынғы тапмай, һаман ҡан илайҙар
Ҡурд туғандарыбыҙ Ираҡта.
Афғанда яу ҡасан бер туҡтармы,
Мөйтән ырыуы бармы, Һиндиҡуш?
Табынған ул һиңә, һыйындырсы
Ҡанатыңа, изге Һомайғош!
* * *
Йәй. Манзара.
Ҡояш – байышта.
Шәфәҡ балҡый ҡыҙыл офоҡта.
Халыҡ һарҡый ҡайтыр юҫыҡҡа...
Уйҙың осо даһи Тәгәрмәстә:
Сатрашланған унан, ҡап уртанан,
Тау-армыттар...
Юлдар...
Халыҡтар... –
Таралышҡан тап шул тоҡандан.
Иртыш, Тубыл, Тибр буйҙарында,
Дунай аръяғында, Иранда,
Тын-йылғала нәҫел остары бар –
Олонобоҙ бында, Уралда.
* * *
Дәүерҙәрҙең шаңдауынан шаңҡып,
Ғажиз булып ергә ҡоланым.
Һағышым да бергә, сәғәҙәтем дә –
Йөҙ сүрәткә индем: олоном
Күк бүреләй берсә; ҡоштай остом;
Кейек кеүек тауға үрләнем;
Әүерелдем гөлгә, йүгерек елгә;
Усаҡта ут булып дөрләнем –
Асылымда былар бөтәһе бар!
Уй ҡеүәһе миндә Илаһтан,
Арҡайымдың аңлап хаҡ хаятын,
Аманатын алдым ихластан:
Үләнле ер – үлмәгән ер,
Кейекле ер – бөлмәгән!
Мираҫлы ил – үлмәгән ил,
Вариҫлы ил – бөлмәгән!
Халҡың рухын, ил ырыҫын
Иман-мираҫ тип белең!
Аҫаба вә аҫау итер
Үҙ ерең тик, үҙ телең!
Дөп-дөп... Тек-тек...
1 Манзара – күренеш.
2 Арҡайым – беҙҙең дәүергәсә XI быуатта булған бронза быуаты мәҙәниәте һәйкәле.
3 Ахрымаз – мәжүсилек аллаһы.
4 Геродот – боронғо грек тарихсыһы.
5 Авеста – беҙҙең дәүергә тиклем I быуатта Заратуштра динендә яҙылған йыйынтыҡ.
6 Мәғиә – тылсым.
7 Тәғбир – аңлатма биреү.
8 Данлыҡлы мәғдәнсе Исмәғил Тасимов, 1773 йылда Петербургта Рәсәйҙең тәүге Тау училищеһына нигеҙ һалған.
9 Археологтар билдәләгән шартлы үҙәк майҙанда яҫы таш һалып ҡуйылған.
10 Фал асыу – күрәҙәлек ҡылыу.
11 Арийҙарҙа баш осонда ҡылыс һындырыу иң хурлыҡлы яза һаналған.
12 Йәзит – йыланға табынған мәжүси мәғәнәһендә.
13 Маддиәт – байлыҡ мәғәнәһендә.
14 1991 йылдан Арҡайым – Тәбиғәт һәм боронғо мәҙәниәт ҡурсаулығы.
15 Изем һорап – фатиха һорап.
16 Сармат батшаһы. Рим императоры Тиберий менән солох төҙөгән.