Бер риүәйәт.
Өс бер туған юлда китеп барғанда,
Тап булғандар бер соҡорға
Шомло ҡара урманда.
Шул соҡорҙа – йән эйәһе,
«Һин кем?» – тигән һорауға
«Мин – бәхет», – тип яуаплаған, –
Йә, әйтегеҙ, туғандар,
Ниндәй иң ҙур теләгегеҙ?
Барыһын бирә алам».
Олоһона байлыҡ булған
Иң мөһиме донъяла.
Уртансыһына – мөхәббәт.
Һөйөү хисе арбаған.
Алтын йөкмәп, ҡыҙ етәкләп,
Киткән улар артабан.
Ә кесеһе, сират еткәс,
Ҡулын һуҙған бәхеткә:
«Бир ҡулыңды миңә, бәхет,
Әйҙә, ысҡын иреккә!»
Башҡа бер ни һорамайса
Ул юлын дауам иткән.
Ә артынан, тирә-яҡҡа
Нур сәсеп, бәхет киткән.
Хуш еҫле нәфис сәскәгә
Ғашиҡ булды еләҫ ел.
Һөйгәненән күҙен алмай,
Яндарында иҫте гел.
Бәхетенә, сәскәне лә
Һөйөү урап үтмәне.
Елдән башҡа береһенә
Хуш еҫтәрен һирпмәне.
Ел, түҙмәй ғишыҡ утына,
Ҡапыл ныҡ иҫкән ине,
Тыны менән һурып, гөлдө
Үбергә иткән ине...
Абайламай ҡалды хатта
Гөл-сәскә өҙөлгәнен,
Ҡапыл янған һөйөү уты
Мәңгегә һүрелгәнен.
Ата-бабалар һүҙе бар:
«Дуҫлыҡ яуҙа һынала».
Донъя менән бергә мәҡәл
Үҙгәрешкә юл ала.
Дуҫ шатлыҡта һынала, тип
Бер аҙ үҙгәртер инем.
Бәхетемә шатланғанды
Дуҫым тип әйтер инем.
Еңеү көнөн байрам итәләр,
Рәхмәт әйтеп һәр бер ветеранға,
Һаулыҡ теләп, ҡотлап үтәләр,
Гөлләмәләр бүләк итәләр.
Еңеү көнөн байрам итәләр,
Һеҙ – мәңгегә беҙҙең хәтерҙә, тип
Матур-матур һүҙҙәр әйтәләр,
Ветеранды хөрмәт итәләр.
Еңеү көнөн байрам иттеләр.
Һәйкәлдәргә һалған сәскәләрҙе
Күҙ ҙә йоммай тапап үттеләр,
Сүплектәргә илтеп түктеләр.
Еңеү көнөн байрам иттеләр.
Уҙып барған йәштәр ветеранды
«Кит юлдан!» – тип этеп киттеләр...
* * *
Кемдер әйтте: «Урман бөтә, тиеп,
Урманһыҙ ҙа тороп ҡалырбыҙ.
Тын алырға таҙа һауа булмаҫ,
Таштан ғына йорттар һалырбыҙ».
Ҡулдарына тотоп балта, бысҡы,
Урмандарға халыҡ юлланды.
«Мин күберәк алып ҡаламын!»
– тип
Кеше дәррәү эшкә тотондо.
Ҡотҡарырға урман киләсәген
Закон сығарҙылар түрәләр:
Һәр кешегә, тамам бөтмәҫ өсөн,
Тик бер генә ағас бирәләр.
Китап яҙҙы берәү «Нисек булыр
Урман бөтһә, әгәр, киләсәк».
(Бик актуаль һорау, был эш мине
Билдәле бер ғалим итәсәк.)
«Аҡыллы»лар: «Ағас ҡырҡмайыҡ!»
– тип,
Ҡағыҙ листовкалар таратты.
Берәү генә, ҡулға көрәк тотоп,
Тау ситенә ҡайын ултыртты.
Мин – төҙөүсе. Ғүмер буйы
Йорттар һалам күккә ашҡан.
Әйтерһең дә, хан һарайы,
Мәрмәр кеүек аҫыл таштан.
Йәшәй бында һин, мин түгел,
«Мөһим» заттар, түрә генә.
Ғүмерендә тир түкмәгән,
Аҡсалы тик кеҫә генә.
Мин – төҙөүсе. Йорттар һалам
Хан һарайы кеүек итеп.
Ә үҙемдең ҡыйығым юҡ.
Сәс ағарҙы сират көтөп.
Йөрәгемә ғәжәпләнеп
ҡарайһыңдыр,
Киҫкеләнеп бөткән, тиеп
уйлайһыңдыр.
Һинекеләй түгел матур, шыма ғына.
Бар булмышы – тиҫтәләгән
яра ғына.
Аңларһыңмы икән, әйтһәм бер
серемде:
Үҙем теләп киҫкеләнем йөрәгемде,
Һәм яратҡан һәр кешемә бүлеп
бирҙем.
Шулай тәрән һөйөүемде мин
еткерҙем.
Күрәһеңме тап килмәгән
киҫәктәрҙе?
Түгел улар минең ысын йөрәктәге.
Һине тетрәндергән яра
тимгелдәре –
Яуап итеп биргән һөйөү билгеләре.
Эйе, күрәм: күңелеңдә һорау тыуҙы.
Нисек аңларға һуң асыҡ яраларҙы?
Был – яуапһыҙ ҡалған һөйөү
хикмәттәре.
Кемдер өсөн йәл булғандыр
йөрәктәре.
Ә был киҫәк − һинең өсөн.
Берүк һаҡла.
Асыҡ ҡалған ярам һинең ҡарамаҡта.
Етерме һуң был ғәмәлгә
батырлығың?
Аңларһыңмы бер саҡ йөрәк
матурлығын?
Йылға күбегенә оҡшатамын
Йәйрәп ятҡан аҡһыл болотто.
Күккә баҡһам, ерҙән айырылам,
Бөтә донъямды мин онотоп.
Тылсымлы көс булып йәлеп итә
Күпереп тә ятҡан болоттар.
Йортом итер инем күк көмбәҙен,
Иңдәремдә булһа ҡанаттар.
Йәйғор булып атлап барыр инем,
Осор инем ҡоштай талпынып.
Һалҡын елдәр иҫһә, йоҡлар инем
Төндә йомшаҡ болот ябынып.
Бик теләһәм, ҡанат ҡағыр инем
Йәйрәп ятҡан сикһеҙ күгемдә.
Әммә тыуған йортом ҡәҙерлерәк,
Тамырҙарым – ғәзиз еремдә.
Ҡыш һалҡыны күңелемә
Үтеп инде.
Боҙға әйләндерҙе утлы
Йөрәгемде.
Дөрләп янған көслө ялҡын
Тамам һүнде,
Яҡты иҫтәлектәремде
Ҡарҙар күмде.
Һағынамын алтын көҙҙөң
Буяуҙарын,
Үҙенә хас сер һаҡлаған
Ҡырауҙарын.
Ҡошҡайҙарҙың һаубуллашып
Һайрауҙарын,
Япраҡтарҙың моңһоу йырҙар
Йырлауҙарын.
Ҡар бөртөгө өйөрөлөп
Төшә күктән,
Мин тилмереп йән өрөүсе
Яҙҙы көтәм.
Уйҙарымдың сер-йомғағын
Яйлап һүтәм,
Ҡасан да бер боҙ ирер тип
Өмөт итәм.
Мәктәпкә тип сит ауылға китеп
барам.
Теҙгә тиклем бейек ҡарҙа юлдар
һалам.
Кескәй генә ҡарағайҙар юл
буйында,
Йүргәктәге сабый төҫлө, ҡар
аҫтында.
Сағалдырып күҙҙе, күктә ҡояш яна.
Муйылдағы боҙбармаҡтан тамсы
тама.
Шул саҡ кескәй бер мөғжизә күреп
ҡалдым –
Бәрхәт кеүек көсөктәрен ҡара
талдың.
Керһеҙ талдың күңелкәйе, меҫкен
генә,
Белмәй – ҡышҡы ҡояш нуры бер
көн генә.
Ә шулай ҙа йәшәү дәрте ниндәй
көслө!
Кескәй бер нур – оло шатлыҡ уның
өсөн.
...Уҡырға тип сит ауылға китеп
барам.
Киләсәккә өмөт менән юлдар ярам.
* * *
Һыйырға эйәр һалғандан
Аттай сапмаҫ.
Шиңгән гөлгә һыу ҡойғандан
Сәскә атмаҫ.
Башҡаларға көс төшөрөп
Үсең ҡанмаҫ.
Этлек ҡылып, көнкүрешең
Алға бармаҫ.
Күреү менән ялағайҙың
Ысын йөҙөн,
Күңелдәге сәскә шиңер,
Йомор күҙен.
Һалҡын бер таш йөрәк түрен
Өйкәп ятыр.
Насип булһа, гөл һыуһыҙ ҙа
Сәскә атыр.
Тормош юлын өйрәнгәндә
Һәр билдәле шәхестең,
Таң ҡалам: ул күрмәгән дә
Кеүек йәшәү бәхетен.
Ҙур асыштар яһаһа ла,
Юғары үрләмәгән.
Аңламаған уны халыҡ,
Аңларға теләмәгән.
Баҡыйлыҡҡа күскәс кенә,
Уйланған ҡапыл халыҡ.
Мөмкин булһа, алыр ине
Хатта ҡәберҙән ҡаҙып.
«Ниндәй бөйөк кеше булған!
Үкенес – иртә киткән...»
Һорау тыуа: тере саҡта
Ниңә һуң ситкә типкән?