Мин – аҡ ҡағыҙ алдыңда,
Ал ҡәләмең яҙырға,
Ашыҡ, дуҫым, кешеләргә
Һүҙең әйтеп ҡалырға.
Ауыр миңә, уйламағыҙ,
Ҡағыҙ күтәрә барын,
Була ҡайсаҡ мең өлөшкә
Өҙгөләнерҙәй сағым.
Була ҡайсаҡ, аҡҡош кеүек,
Талпынып осҡом килә,
Әгәр берәү миңә яҙып,
Йәренә «Һөйәм!» тиһә.
Кәрәк саҡта алмас кеүек,
Ҡаты булһын һүҙҙәрең,
Кәрәк саҡта наҙлы һүҙең
Алһын мине күтәреп!
Мин – аҡ ҡағыҙ, тот ҡәләмең,
Яҙ аҫыл һүҙҙәреңде,
Донъяла ялғанға ҡаршы
Көрәшкә күтәрерҙе.
Дөрөҫлөк – һинең байрағың,
Дөрөҫлөк бул һин үҙең,
Мин юғалғас та йөрәктә
Яҙылып ҡалһын һүҙең!
Меңдәр араһында берәү булыу,
Тиңдәр араһынан ҡалҡыныу –
Еңел түгел, беләм, еңел түгел
Улы, ҡыҙы булыу халҡымдың…
Халҡым үткәндәре – һынауҙыр ул
Үҙе булып ҡалыр милләткә:
Һәр артылыш – яңы офоҡ аса,
Һәр бер еңеү – йыһан иңләтә…
Зарланыуҙан уҙған халҡым рухы
Еңеүҙәрҙән башын юймаған,
Йорт-йыһазһыҙ яфа сиккәндә лә
Иле именлеген уйлаған.
Көрәштәрҙән тынған һил мәлендә
Алсаҡ ҡояш, шиғри ай ғына,
Һандуғаслы таңда ҡурай моңо,
Ҡолонсағын ҡурсыр тай ғына…
Үҙе булып ҡалған милләтем дә
Меңдәр араһында берәү бит!
Үҙеңдән дә бейек булыу серен
Халҡым тарихынан өйрәндем.
Урманым бар, булғаным бар
Хистәрем ҡосағында,
Һалҡын ялҡын эскәнем бар
Шишмәләр усағынан.
Хыялымда Ерҙе ташлап,
Йондоҙға осҡанымда
Һағышымдан йондоҙ иреп,
Яуҙы ергә ямғыр, ҡар...
Йыр саҡыра, моң саҡыра,
Тимәк, мин әле тере.
Күктә ҡанаттарым тала,
Утрауым – башҡорт ере.
Ситтә йөрөгән саҡта ла
Үҙ моңом ишетелә,
Тимәк, мин әле тирбәләм
Үҙ халҡым бишегендә.
Ер шарында тик бер генә
Ҡәҙерле халҡым минең,
Уйнаһын ғына ҡурайым,
Тынмаһын туған телем,
Шишмәләр йырлар илем,
Еркәйем, ғәзиз ерем!
Урман яна. Үтте аҙна, ай.
Юҡ, туҡтамай янғын, туҡтамай…
Тыныс урын эҙләп, үҙ өңөнән
Сығып ҡасты айыу, йоҡламай.
Урман яныу яман,
ә Ер шарын
Бер көн шулай ялҡын уратһа,
Китербеҙме ошо айыу кеүек,
Күрше планетаға ҡунаҡҡа.
Йондоҙҙар бит Ергә яҡынаймаҫ
Кемде йыуатабыҙ: бул тыныс!
Урманды ла булыр һүндерергә –
Донъя тоҡаныуы ҡурҡыныс!
«Алыштанмы, сабыштанмы?»
Ҡара көс менән батыр.
Кемдер еңер, кемдер башын
Ер ҡуйынына һалыр.
«Алыштанмы?»
«Юҡ. Сабыштан».
«Сабыштанмы?»
«Юҡ. Алыш».
Ер бүлешеп, тел бүлешеп,
Ил бүлешә һәр халыҡ.
Кемгәлер ҡан, кемгәлер дан…
Башҡаса булмай микән?
Ни әйтерһең, алыш түгел,
Сабыш та һуғыш түгел,
Ә бары тик аҡыл менән
Тыныс юл табыш, тиһәм!
Йондоҙ атылды... Ерем дә
Йыһанда йөҙгән йондоҙ...
Беҙ, кешеләр, бер минут та
Йәшәй алмайбыҙ унһыҙ!
Атылһын йондоҙ, нурынан
Мөхәббәт артып ҡалһын,
Тик Ер генә, йондоҙ кеүек,
Ғаләмгә атылмаһын,
Ялған,
Нәфрәт,
Яуызлыҡҡа,
Аҡсаға һатылмаһын!
Ер генә атылмаһын!
Күп байраҡтар була – ҡыҙыл,
һары,
Йәшел, ағы һәм дә ҡараһы...
Ер йөҙөндә төрлө алыҫлыҡта
Байраҡ менән байраҡ араһы.
Төрлө илдең төрлө байрағы бар,
Ләкин аяҙ күккә ҡарағыҙ:
Балҡый унда Ҡояш төшөрөлгән
Тыныслыҡтың сөм күк байрағы!
Бүленмәй ул бер ҙә төрлө төҫкә,
Сөм күк булып балҡый һәр ерҙә,
Илем байрағылай был байраҡ та
Мәңге торһон ине елберҙәп!
Баймаҡ, тиһәң,
Унда бармаҡ, тиһәң,
Юл муҡсаңа ризыҡ тултырма,
Барыһы бар бында: икмәк, һөтө,
Ҡорот, талҡан, хатта тултырма.
Баймаҡ, тиһәң, бик алыҫтан
килһәң –
Сит моңдарҙы ҡалдыр өйөңдә,
Сәсән, йыраусылар, ҡурайсылар
Бүләк итер йырын, көйөн дә…
Алтын-көмөш, тиһәң, хафаланма,
Барыһы бар беҙҙең Баймаҡта,
Йылға-күлдәренән алып була
Хатта алтын балыҡ ҡармаҡлап.
Кәләш кәрәк, тиһәң, таба алмаҫһың
Баймаҡ һылыуынан сибәрҙе.
Кейәү тиһеңме ни?
Ә егеттәр
Бөркөт кеүек сая, егәрле.
Баймаҡ, тиһәң, унда бармаҡ, тиһәң,
Ғорур халҡын, зинһар, кәмһетмә,
Изге уйҙар менән килгәндәрҙе
Бер ҡасан да Баймаҡ рәнйетмәҫ!
Ҡыйыуһыҙҙар һүҙе: «Оялам»,
Әрһеҙҙәрҙең әре: «Бир, алам!»,
Һәләтленең һүҙе: «Ҡуй, бармай!»,
Һәләтһеҙҙең һүҙе: «Мин – Алла!».
Кеше тәбиғәте – сәйер нәмә,
Һәләтһеҙ һәм әрһеҙ – үрләй бирә!
Ҡыйыуһыҙ һәм һәләтлене талай
белә,
Күҙ йомғандар хәйерлегә юрай
килә...
Ил ағаһы, ҡалын кеҫә хужалары
Һәләтлене һәм әрһеҙҙе айырмаһа –
Киләсәктә һөмһөҙлөктөң тыуы
ҡалҡыр,
Юлыбыҙҙы кесерткән һәм әрем
баҫыр!
Моцарттарҙы күрә алмаған
Сальериҙар
Генийҙарға тыумаҫ борон ҡәбер
ҡаҙыр!
Ауылдаштарым – фән докторҙары һәм фән кандидаттары
Хәлил Барлыбаев, Мәжит Мәхмүтов, Әҙеһәм Барлыбаев,
Булат Юнысбаев, Яхъя Ҡәйепов, Марсель Тойғонов,
Мортаза Абдуллиндарға
Сер йомғағын һүтә, асыш аса,
Фән ҡаяһын сәмле яулайҙар,
Ябай ғына башҡорт ауылында,
Ябай ғына үҫкән малайҙар.
Математик, физик, биологтар,
Экономист һәм дә агроном
Иҫләйҙәрҙер әле, малай саҡта
Бер үк тыҡырыҡтан йүгерә-атлай
Кеүәшленән һыуҙар алғанын...
Ҡарауылтау,
Заһрый баҫҡысында
Ергә ятып еләк тиргәнен,
Тубыҡ һыҙырып ҡайтып илағанын,
Ҡая яңғыратып көлгәнен.
Улар өсөн Өйташ ҡаяһы ла
Ҡәғбә ташы булып күренгән,
Кеүәшленең татлы һыуы, гүйә,
Мәккәләге зәм-зәм ирендә...
Мең сәскәле ялан, ҡуйы урман,
Мәғрур ҡая, уйпат йырындар –
Әйтерһең дә, бар ғаләмдең йәме
Бер Йомашта ғына йыйылған!
Мин төшөнәм кеүек хәҡиҡәткә –
Хикмәт түгел китап битендә,
Хикмәт бары Әсәй-тәбиғәтте
Китапхана йорто итеүҙә!
Ҙур йылғаның инеш башы бит һеҙ –
Малай түгел – ғалим ағайҙар!
Ауылыма ҡайттым.
Кеүәшленән һаман һыу ташыйҙар
Шаян күҙле уйсан малайҙар...
Эй бахыр тин, баҡыр ғына аҡса,
Һин ғәфү ит беҙҙе, кешене,
Һумды һаҡлай торған саҡтарыңда
Ҡәҙерләнек һинең ишене.
Бер ҡап шырпы һиңә килә ине,
Бер дәфтәргә етте хаҡҡынаң,
Ул саҡтарҙы бер һин генә түгел,
Мин дә, эйе, мин дә юҡһынам...
Йәшәү хаҡы бөгөн юғарыраҡ,
Нужна арҡалары шыртыраҡ,
Бөгөн хатта бер ус көйөңә лә
Көсөң етмәй бер ҡап шырпыға.
Һумдар араһында арзанайып,
Юҡҡа сығырһыңмы, кем белә?
Намыҫ, илдәр хатта һатылғанда
Кемдер байый бөгөн, кем бөлә...
Тәхеттәрҙә нисә һумдар булыр,
Бәхеттәрҙең хаҡын кем түләр?
Алтындарҙан ҡиммәт халыҡтарҙың
Кеме тере ҡалыр, кем бөлөр?
Эй бахыр тин, баҡыр ғына аҡса,
Һин ғәфү ит беҙҙе, кешене,
Бәләкәйҙе һанламаған донъя
Өҫтөбөҙгә килә ишелеп.
Әйтегеҙсе, тағы ниндәй ауыл
Гүзәлерәк беҙҙең Йомаштан?!
Үркәс тауҙар илен күрер өсөн
Ҡайтыр инем ҡасып ожмахтан.
Кәрәк түгел һис тә алтын һарай,
Йылы аҡ өйҙәрем булғанда.
Ниңә әле шомло тынлыҡ иле?
Рәхәтерәк ыҙғар буранда.
Ана, Йомашымды ҡурсаларға
Теҙелешеп килгән тауҙары,
Ҡулға тотоп талдар гөлләмәһен
Бик ашығып аҡҡан Һаҡмарым...
Серем иткән саҡта эшсән ауыл,
Яҙылдырып талған тәндәрен,
Төндөң ай-ҡәләме шиғыр яҙа,
Тоҡандырып йондоҙ-шәмдәрен.
Әйтегеҙсе, тағы ниндәй ауыл
Гүзәлерәк беҙҙең Йомаштан?!
Үркәс тауҙар илен күрер өсөн
Ҡайтайыҡ беҙ ҡасып ожмахтан!
Ҡайтайыҡсы ҡасып ожмахтан.
Ҡыуанып йылыға,
Һарыҡай япраҡтар йүгерә.
Ағаста елберҙәп, наҙ көҫәп илергән
Япраҡты ел ҡулы өҙгөләй.
Шаян ел бер ғәмһеҙ теткеләй
ағастың
Алтынға мансылған япрағын,
Иҫемдә ағастай бөрөгә тулышҡан
Йәм-йәшел, ғәйрәтле йәш сағым…
Иҫемдә иң сағыу, бәхетле
мәлдәрем –
Ер минең күсәрҙән әйләнде.
Күңелдә – янар тау.
Йәшлегем туғайын
Хәтерҙән йөҙ ҡабат йәйләнем.
Ел-ваҡыт аяуһыҙ.
Рөхсәтһеҙ, бер ғәмһеҙ
Кимерә ҡаяны, емерә.
Ә күңел һаман да шул сәхрә яландан
Ҡояшҡа, ҡояшҡа йүгерә…
Әбейҙәр сыуағы – күңелем бураны,
Ҡояштың ҡосаҡҡа тулыуы.
Һарыҡай япраҡтай бәхетле
мәлдәрҙең
Гел бергә, янымда булыуы.
Әбейҙәр сыуағы, йыуаныс,
ҡыуаныс –
Күңелгә һандуғас ҡуныуы…
Эй, араҡы ғәли йәнәптәре,
Килдем, күрҙем, еңдем, тиһең инде,
Элек кибет кәштәһендә инең,
Хәҙер һәр бер өйгә килеп индең.
Туҡта, сабыр, бөгөн өндәшмәй тор,
Сығып бара инде мөҙҙәтең,
Айыҡ аҡыл менән айҡашҡанға
Кәмеп бара кәрең, ҡөҙрәтең.
Эй, араҡы ғәли йәнәптәре,
Килдем, күрҙем, еңдем, тиһең
һаман,
Еңеүен һин еңдең көсһөҙҙәрҙе,
Тәхетеңдә һуңғы көндәр һана.
Халыҡ һайлай яңы батшаларҙы,
Һинең тәхетең дә хаким һорай,
Кандидаттар исемендә алдан
Аҡ селләле олпат ҠЫМЫҘ тора!
Күҙҙәрем, һеҙ йомолмағыҙ
Күрмәйсә гүзәллекте,
Ҡулдарым, алығыҙ ерҙән
Ҡоростай түҙемлекте!
Йоҡлама, кеше, йоҡлама,
Бөтөрмәйсә эшеңде,
Аҙаҡтан үкенеүеңдән
Ҡыҫмаҫ өсөн тешеңде.
Һуңламаҫ өсөн йәшәргә,
Ҡоламаҫ өсөн артҡа,
Янып эшлә!
Төн яҡтырыр
Тағы ла бер шәм артһа...
Ҡаршы иҫһә әсе елдәр
Етеҙерәк мин атлайым,
Аһ-зарҙарҙы эскә йотоп,
Киреп күңел ҡанаттарын,
Бер доғамды ҡабатлайым.
«Барыһы ла яҡшы булыр,
Һағыштарым, хәсрәт уҙыр,
Эштәребеҙ һәр саҡ уңыр,
Барыһы ла яҡшы булыр!»
Ҡунмаҫ ырыҫ-бәхет ҡошо,
Һүнһә әгәр өмөт уты,
Заманалар ауыр, тимә,
Яҙмыш беҙгә һынау бирә.
Зәп-зәңгәр ҙә ал ҡояшлы
Күгебеҙҙе болот баҫһа,
Аҡ донъяны ҡарайтмайыҡ,
Күҙ-йәш аша ҡабатлайыҡ!
«Барыһы ла яҡшы булыр,
Хәсрәттәрем, һағыш уҙыр,
Эштәребеҙ һәр саҡ уңыр,
Барыһы ла яҡшы булыр!»