Китек
Берәү берәүҙе ҡайғыртмай –
Тормоштоң ғәләмәте.
Төркөмдә яңғыҙ һәр бере,
Ғаиләлә – һәр кем йәтим...
Берәү берәүҙе уйламай –
Һәр кемдең үҙ юҫығы.
«Ҡайҙа барабыҙ, кешеләр!» –
Тиеп килә ҡысҡырғым.
Берәү берәүҙе һанламай –
Һәр кемдең үҙ мәйеле.
Кешелек алға киткәндә
Аҙа кеше бәйеле.
Берәү берәүгә кәрәкмәй –
Шундай заманға еттек.
Донъяларыбыҙ бөтөн дә,
Күңелгенәбеҙ китек...
Ғүмер
Һүтә икән – үтә икән
Йүгерек елдәй.
Маңлайҙағы бураҙналар –
Ул һалған билдә.
Уҙа икән, туҙа икән
Төҙөк тәнең дә.
Ғәмдәр һала, сәмдәр һала
Яйлап йәнеңә.
Кире ҡайтмай, юлын бормай,
Үҙгәртмәй йырҙа.
Тәҡдиргә нисек яҙылған –
Ул шулай уҙа...
Ҡышҡы ямғыр
Ҡышҡы ямғыр ҡоя ғына –
Ҡыйығымда туй ҡора.
Һимә1 ҡарҙар, шиңә көрттәр –
Яйлап-яйлап ултыра.
Ҡышҡы ямғыр ғиллә микән –
Аңларлыҡ юҡ аҡылым.
Беҙгә бер ым-билдә микән
Аңғартыр мәл ахырын...
Миңле бәхет
Миңле бәхет, минле бәхет
Миңә генә тәғәйен.
Хәләл булһын кейгәндәрем,
Ҡапҡан һәр бер тәғәмем.
Миңле бәхет тик минеке –
Йәшәй-йәшәй төшөндөм.
Тормош һынауҙары ҡаты –
Йә яндым, йә өшөнөм.
Миңле бәхет түгел тәхет,
Миңле бәхет – яҙмыштан.
Башҡаларға һис үпкәм юҡ,
Ғәйеп миндә – яң(ы)лышһам.
Миңле бәхет сәйлән төҫлө
Өҙөлә лә ялғана.
Мин риза ошо өлөшкә –
Рәхмәтлемен Аллама!
Милләттәшкә
Хоҙай биргән хазинам ул –
Телкәйем.
Күңелемә һәр ынйыһын
Теркәйем.
Әсәйемдән күскән миңә
Нур булып.
Көс алыр ҙа, сығыр йәнә
Урғылып.
Башҡортомдоң мөһөрө ул,
Рух заңы.
Алмаштырмаҫ уны инглиз,
Руссаһы.
Ғаризалар яҙып унан
Биҙмәйек.
Балаларға һеңдерер юл
Эҙләйек.
Хоҙай биргән ниғмәттең тел –
Олоһо.
Йөҙ сөйөрмә унан, башҡорт
Балаһы!
Сәбәп
Эш юҡ, тигән ике һүҙ –
Йөрәк үртәр ике ҡуҙ.
Наһыр2 телер бысаҡтыр,
Кемгә – сәбәп, ошаҡтыр.
Эш юҡ, тигән заманда
Эш эшләүсе кеше юҡ.
Эсеүсеһе – миллион –
Берәүҙең бер эше юҡ.
Эш юҡ, тигән лозунг(ы)
Илдең билен күтәрмәй,
Хәйерселеккә тарта,
Байманлыҡҡа этәрмәй.
Эш юҡ, тип бер бушамай
Йыйылыш-ултырыштан
Ҡатыу алды арҡаны,
Шеш сыҡты ултырышҡа.
Эш юҡ, тигән ике һүҙ
Тормош бәҫен ебәрҙе.
Ялҡау итте бисәне,
Мәмәй итте ирҙәрҙе.
Эш юҡ, тигән ике һүҙ
Эшләмәҫкә сәбәптер.
Тәүәкәлләп Хоҙайға,
Эш башларға сәғәттер!
Үҙемә ҡылыҡһырлама
Тәртәләрҙе тибеп тулай алам –
Намыҫ ҡалыбына күндәм инәм.
Мине шулай итеп үҫтергәндәр –
Мең рәхмәттәр яуһын –
атам-инәм.
Кәртәләрҙе онтап, вата алам,
Намыҫ сиген аша сығалмайым.
Бәхетемә, бәлки, бер аҙымдыр –
Аҡыл көсөн хисем еңалмайҙыр.
Ҡанундарҙы ашатлай ҙа алам,
Ситен – намыҫымды ергә һалыу.
Тере килеш сират күпер үтеү –
Үҙең булып ерҙә ҡала алыу...
Шиғырға
Аллам күңелемә биргән
Илһамым ул.
Серҙәре асылып бөтмәҫ
Йыһаным ул.
Төн ҡараһы манылһа ла,
Нурҙан хасил.
Көндөҙөн дә азат түгел
Унан башым.
Утҡа һала, һыуға һала
Нисәнсе ҡат.
Тыумаҡ бар тип, яңылары
Көтә сират.
Күләгәләй,
Ташламаҫҡа
Уйы микән?
Эй, шиғырым, ғүмеремде
Уйлы иткән!
Туң тәҙрәләр
Аръяҡ урамынан үтеп барам,
Һул тарафта – туңған тәҙрәләр.
Йөрәгемде ярып инде һағыш
Йәнде иҙыратыр йәҙрәләй...
Туң ҡараштар атманы ла инде
Ошо таныш өйҙөң йәндәре.
Барыһы ла – ауыл ҡото ине,
Барыһы ла – урам йәмдәре...
Туң тәҙрәләр мине ҡаршы алды,
Туң тәҙрәләр моңһоу оҙатты.
Ҡалай ҡыйын икән ауылыңдың
Утлы тәҙрәләрен юғалтыу...
Әсирлек...
Шундай заманда йәшәйбеҙ –
Ваҡыт ағышы яман.
Бер мин түгел ул, аҙашып,
Таш быуаттарҙа ҡалған...
Сәбәләнеп, үрһәләнеп,
Тапап, йығып бөтәһен –
Өлгөрмәйсә абынаһың –
Шулай донъя көтәһең.
Шундай осорҙа йәшәйбеҙ –
Тотоп булмай мәлдәрҙе.
Донъя ҡыуып, эш-көш, тиеп,
Бөтә инде хәлдәрең...
Шундай мәлдәрҙә йәшәйбеҙ –
Ваҡыт ағышы йота.
Бәрәкәтенән яҙған да,
Беҙҙе әсирҙә тота...
Доға
Өҙөлгән мунсаҡ ҡынабыҙ –
Һибелешеп юғалған.
Беребеҙ – уңға, икенсебеҙ
Һул тарафҡа юл алған.
Таралған болот ишебеҙ –
Берекһәк, күкрәр инек.
Эх, ҡасанғы быуаттарҙа
Ҡалҡандай күкрәк инек...
Туҙҙырылған иләүҙәй беҙ –
Ҡымырйып ҡына тынған.
Рух бағанабыҙ ауғандай,
Иман терәге һынған...
Йырҙаһын юғалтҡан йылға –
Маҡсатһыҙ барған юлсы...
Эй, бер Аллам, башҡортома
Рәхмәтең менән баҡсы!
Өҙөлгән мунсаҡ ҡынабыҙ –
Һибелешеп ятабыҙ,
Был – беҙҙәргә тигән ҡапҡан,
Был – бик оло хатабыҙ.
Аҡыҡ саҡтарына ҡайтар
Аҫыл ғына халҡымды –
Йығылған еренән торһон,
Ятҡанынан ҡалҡынһын!
Тажлы үләт
Тажлы һынауын ебәрҙе
Кешегә Аллаһ.
Аҡсалы-аҡсаһыҙын да
Торманы һайлап.
Тажлы-тажһыҙ батшаларҙы
Ҡайғыға һалды.
Миллион-триллиондарҙы
Тартты ла алды.
Тажлы вирус – оло һынау
Тотош донъяға.
Уға бер иш бай, ярлыһы
Йәнен ҡыймаға.
Тажлы һынауҙан кем йолор?
Аптырай донъя.
Күҙгә күренмәҫ был дошман
Йәндәрҙе ҡыя.
Тәүбәбеҙгә ҡайтыр кәрәк –
Ысын асылға.
Аңды эшкә егер кәрәк,
Күҙҙе асырға.
Иман ғына йолор беҙҙе
Ошо үләттән.
Хөкөмдар – бер, ғәҙел, уяу –
Беҙҙән түләтә...
Аллаһ, Раббым, тимәй, хатта
Вирус тиәбеҙ.
Нимәгә лайыҡбыҙ бөгөн –
Шуға эйәбеҙ.
Кем ебәргән был һынауҙы –
Ҡотҡарыусы – шул.
Эй, кешелек, аңыңа кил –
Был – берҙән-бер юл!
Аптыраҡ...
Келәһеҙ бикле ишектәр,
Асҡысһыҙ бикле йоҙаҡ –
Тажзәхмәте кешелеккә
Ҡорҙо бер елле тоҙаҡ.
Берәү бер ҡаҡмай тәҙрәне,
Ишекте асмай бер зат –
Хет бына бөтә донъяңды
Асыҡ ҡалдыр ҙа, тик ят.
Юлаусының юлы төшмәй,
Туғандар үтә урап,
Телефон аша белешә
Бары хәлеңде һорап.
Абалар этең кәрәкмәй,
Уғры ла үтер урап...
Тажзәхмәтле донъялыр был –
Баш-аҙағы аптыраҡ.
Туғыҙыбыҙ
Туғыҙыбыҙ – туғыҙ бармаҡ
Әсәйҙеке, үҙ генә.
Һигеҙенә – йәнем фиҙа,
Әҙ иғтибар, һүҙ генә!
Туғыҙыбыҙ – туғыҙ таяу
Ышаныслы, аяулы.
Һәр бере үҙенә алыр
Һиңә тигән ҡаяуҙы...
Туғыҙыбыҙ туғыҙ төрлө,
Әммә маҡсат бер генә:
Туғаныңа тартымһаҡ бул,
Ҡаның, ояң бер генә.
Туғыҙыбыҙ теүәл тормаҫ –
Ғүмер уҙа барынан.
Ҡалғаныбыҙ ойошайыҡ,
Һибелмәйек тарылай....
Туғыҙыбыҙ шундай яҡын –
Бәпкәһе бер ояның.
Йәннәттә бергә ҡылһаңсы –
Доға ҡылып һораным...
Тибендәге аттар
Тибендәге аттар – ялан йәме,
Үҙ йүндәрен күрә, серәшеп.
Рухыбыҙҙың әллә сағылышы,
Әллә башҡортлоҡтоң көрәше...
Тибендәге аттар һаҡ-уяуҙар –
Өйөрөнә яттар инәлмәй.
Ҡырағайлыҡ – һаҡлар
ҡалҡандары,
Теләгәне тотоп менәлмәй.
Тибендәге аттар – йылҡы йәме,
Тыуған ерҙең аҫыл заттары.
Буйһонмаған холоҡ, ирек көҫәү
Хайуандарҙа ҡалған саҡ бары.
Тибендәге аттар – аҡ киңлекте
Сыбар ғына иткән тап икән.
Кешелектең кешелеге бөтһә,
Малҡайҙарҙан аҡыл тап икән...
Ирек
Аттың аты, бикләп тотҡас,
Ажарлана, асыу туплап.
Ысҡындырғас, ирек йотоп,
Белмәй ҡурҡыу, белмәй туҡтау.
Бикле күңел, бер йырылһа,
Даръя булып ағылалыр.
Йәндәреңдең сөңгөлөнә,
Сөмбәйенә ҡағылалыр.
Быуған йылға, ярын ашап,
Йырҙаһынан сыҡтымы бер –
Түбән яҡты баҫыр даръя –
Һыу-һүленә күмелер ер.
Ситлек ҡошо, ирек тойғас,
Күккә ашыр, тиеп көтмә.
Кире инер ояһына
Ирегенә булып нөктә...
Мәҡәлле һүҙ
Юғарыға ҡарап фекер ит, тигән,
Түбәнгә ҡарап шөкөр ит, тигән.
Халыҡ аҡылын тотайыҡ гел дә –
Ул саҡта тормош ҡотайыр илдә.
Яҡшыға эйәргән ялпайыр, тигән,
Яманға эйәргән ҡартайыр, тигән.
Яҡшы артынан булһын юлыбыҙ –
Юлда аҙашмай гелән уңырбыҙ.
Яман күҙ ерҙе көйҙөрә, тигән,
Яман һүҙ йәнде биҙҙерә, тигән.
Яман күҙҙәрҙән ерҙе һаҡлайыҡ,
Яман һүҙҙәрҙе тапап атлайыҡ.
Юҡҡа алданып, барҙан буш
ҡалма,
Һауала торна ымһындырһа ла.
Сәпсекте ҡулдан ысҡындырма һин –
Терһәк яҡын да, тешләп булмай
бит.
Ағастың башын бутағаны – ел,
Әҙәмдең башын бутағаны – тел.
Тел бит һөйәкһеҙ – һөйләй,
арымай,
Аҡылыңа кил, һүҙгә ҡарамай.
Кемдең кемлеген эше белдерә,
Ҡоро вәғәҙә илде бөлдөрә.
Яңы кейем шәп, иҫке дуҫ яҡшы,
Бушҡа алданған барыбер шаҡшы.
Һайланған – һаҙға, ҡапланған –
баҙға,
Йөрәгең менән һөйләш бер аҙға.
Бирер ул һиңә дөрөҫ бер кәңәш,
Киҫ һин бары тик ете үлсәгәс...
Ауылыма
Ҡаршытауым ҡаршы ала гелән
Ҡолас йәйеп, һаман үҙ күреп.
Ошо тауҙар, ошо шишмәләрем
Илһам ҡанаттарым үҫтерҙе.
Йыланбарым йыланһыҙҙыр хәҙер –
Ауыл үҫә, ауыл үҙгәрә.
Беҙ зөңкөгән быуалары аҡҡан –
Мәмбәтһыпы етмәй теҙгә лә.
Ҡарагисеү буйы – әрәмәлек,
Әрәм түгел унда ваҡытың.
Бер иҫләүең етә – хис-тойғолар
Ашып таша, күңел сайпылтып.
Аръяҡ ары табан урын алған –
Ҡамышағым – һыйыр ҡыуған ер.
Ағас ҡыры – тотош турғай еләк,
Эреләрен аша, вағын тир...
Бәләкәй ҙә генә ауылыма
Йөрәгемдә – оло мөхәббәт.
Мин ҡайтырмын һиңә ут алырға,
Хоҙай насип итһә, мең ҡабат!..
1 Һимеү – шиңеү, кәмеү.
2 Наһыр (ғәр.) – теләк, өмөт.