81 лет Победы
25 Мая , 11:00

Һуңғы ветеран

Бөйөк Еңеү көнө алыҫлашҡан һайын миллионлаған совет халҡының ҡаны, әсе күҙ йәше менән яуланған тыныслыҡтың ни тиклем ҡәҙерле булыуын нығыраҡ аңлайбыҙ. Һуғыш яланынан имен-аман ҡайтып, лайыҡлы ғүмер кисергән вете­рандарҙың береһе – Баймаҡ районы уҙаманы Усман Дәлхә улы Арыҫланов. Яҙма хөрмәтле фронто­виктың тыуыуына 100 йыл тулыуға арнала.

Һуңғы ветеранҺуңғы ветеран
Һуңғы ветеран

Мөйөштәге карауатында ятҡан Усман бабай, урынынан тормай ғына, хәләл ефетенә өндәште:
– Әбей, теге беҙҙең атай мәр­хүмдәрҙең аҡланғаны хаҡында яҙылған гәзитте алып бирсе. Әллә нишләп ошо арала туғандарым иҫкә төшөп тик тора. Тағы бер мәртәбә ҡараштырып алайым...
Сәстәре йәштән үк көмөшлән­гән, йөҙөн һанһыҙ йыйырсыҡ бураҙналары баҫҡан ҡаҡса йөҙлө ҡарт, һәр саҡ футляр эсендә тотҡан күҙлеген алып, баш аҫтындағы мендәрен ҡалҡыта биреп ятты ла гәзит уҡырға әҙерләнде.
Хәйер, 1989 йылдың июнь айын­да сыҡҡан «Башҡортостан» гәзитенең йөкмәткеһен яттан тиерлек белә ул. Әммә һарғайып бөткән ошо һанын күҙ ҡараһылай һаҡлап тота, ифрат та ҡәҙерлегә әйләнгән яҙманы әленән-әле алып уҡый. Әллә нисә тиҫтә йылдар үткәс кенә аҡланған золом ҡорбандарының алфавит буйынса төҙөлгән исем­легендә атаһының исем-шәрифен тағы бер мәртәбә ҡарап алыуҙы әллә ни күрә. Йөҙәрләгән фамилия араһынан оҙаҡ та эҙләмәй ул атаһын, сөнки Абдулов тигән фамилия унда иң тәүгеләрҙән. Нахаҡҡа хөкөм ителгән кешеләрҙе утыҙынсы йылдарҙағы төрмә «һөнәрселәре» ана шулай алфавит тәртибендә яҙылған исемдәре буйынса сиратлап саҡыртып атҡандыр, бәлки... Үҙен бына-бына ҡулға алырҙарын һиҙеп йөрөгән, балаларын «кулак Абдулов» тип йәберләүҙәрен күҙаллаған атаһы уларҙың барыһын да Арыҫланов фамилияһы менән яҙҙырыуы ғына ла шул замандың асылын ниндәйҙер кимәлдә һөйләй һымаҡ...
– Абдулов Дәлхә Арыҫланғол улы, – тип ярым шыбырлап уҡыны ул сираттағы мәртәбә. – Ҡара әле, әбей, миңә ни бары ете генә йәш булған атайҙы әпкиткән саҡта. Әммә барыһы ла бөгөнгөләй хәтеремдәсе...
– Шулай булмай ни, – тип ҡартының һүҙҙәрен күтәреп алды Раҡия әбей, – бала кеше зиһенле була бит ул. Тик тағы кантужияң тотмаһын, уйланмаҫҡа тырыш.
Нисәмә йылдар буйы йоҡоһоҙ интеккән Усман бабайҙы был юлы ла йоҡо алманы. Уйҙары уны йәнә бала сағына алып китте…

 

* * *

– Совет мәктәбе тик ярлы-ябаға өсөн. Кулак балаһына бында урын юҡ! – тине уҡытыусы башҡа балалар менән бергә беренсе синыфҡа килгән Усманға. – Һине уҡырға алып, башымды төрмәлә серетәһем юҡ. Бар, ҡайт өйөңә!
Кескәй Усман һыңҡып илай-илай өйөнә ҡайтып китте. Артында башҡа балаларҙың «кулак балаһы, кулак балаһы» тигән эләкләүҙәре ишетелде. Өйөнә тигәс тә, өйгә түгел, ә ихаталағы кескәй аласыҡҡа ҡайтты ул. Ишек алдында ниҙер эшләп йөрөгән әсәһенең алдына башын ҡуйҙы ла: «Мине мәктәпкә алмайҙа-а-ар», – тип тағы ла ҡысҡырыбыраҡ илай башланы.
Өйҙәрен, атай йортон, яҙ уҡ тартып алғайнылар. Әсәһе, туғандары менән ошо тар аласыҡта тороп ҡалдылар. Алты мөйөшлө өй, һа­рай, барлыҡ ҡаралты-маҙар, иген, һауыт-һаба, кейем-һалымға тиклем ҡырып-һепереп алып киттеләр. Оло ағаһы Әҙһәмгә тип әҙерләгән өйлөк бураны ла боҙоп, ике йөк аты егелгән оло арбаға тейәп, ҡайҙалыр ташып бөттөләр.
Кейем-һалым араһындағы ғаилә көмөшөн ылаусыларға бирмәҫкә тырышып, ун биш йәш­лек Кинйәбикә апаһы епкә те­ҙелгән тәңкәләргә сибек ҡулдары менән йәбешкән килеш бер талай улар артынан һөйрәлеп барҙы. Тик, еп өҙөлөп, көмөш ергә сәселде. Халыҡ мөлкәтен талаусылар ҡыҙҙы тупаҫ рәүештә ситкә этеп ебәреп, тәңкәләрҙе йыйырға тотондо...
Ә атаһы унан да иртәрәк ҡул­ға алынды. Март урталары бул­ғандыр, мылтыҡлы кешеләр уны, йәнә ауылдағы бер-ике кешене Баймаҡҡа алып китте.
– Минең атайым ямаҡ түгел, минең атайым һәйбәт! Теймәгеҙ уға! – тип мылтыҡ тотҡан ағайҙың салбарына йәбеште Усман.
– Алығыҙ бынау эт балаһын, атыу хәҙер дөмөктөрөп китәм! – тип екеренде һалдат, тағы әллә нимәләр әйтеп, урыҫса һүгенде. Бер ҡулына имсәк бала күтәргән әсәһе, икенсе ҡулы менән Усманды етәкләп, ситкә алып китте.
– Ярай, улым, илама, тиҙ­ҙән ҡайтырмын. Әсәңде, ағай­ҙарыңды тыңлап йөрө, йәме, – тип йылмайған булды күҙҙәре йәшләнгән атаһы.
Усмандан олораҡ булған Ис­мәғил, Әнүәр ағалары, әлбиттә, ҡораллы хөкүмәт кешеләренә ҡаршы һүҙ әйтергә ярамағанлыҡ­ты аңлағандыр. Улары бер ни ҙә өндәшмәне. Биш йәшлек Зиннурҙы етәкләп, әле ике айы ла тулмаған Ынйыбикәне күтәргән әсәһе өнһөҙ генә илап тороп ҡалды.
Атаһын алып киткән конвойлы ылау артынан Сарҙаҡ тауын артылғансы эйәреп барҙы кескәй Усман. Яңы төҙөлә башлаған колхоз малдарын ҡарау эшенән бушамаған Әҙһәм ағаһы, сит ауыл­да тормошта булған Шәһиҙә апаһы атаһы менән хушлаша ла алманы. Ошо китеүҙән ғәзиз кешеһе башҡаса ҡайтманы.
Бер аҙҙан иренең властар алдында бер ниндәй ғәйебе юҡлығын иҫбат итергә маташҡан әсәһен дә өс көнгә Баймаҡ изоляторына ябып ҡуйҙылар. Әсәнән айырылған ике айлыҡ Ынйыбикә аслыҡтан, алһыҙ-ялһыҙ илауҙан донъя менән хушлашты...
Аталарын «халыҡ дошманы» тип атауҙарына ҡайғы аша ғә­жәпләнеү тойғоһо ла кисерҙе малай. Былтыр ғына ике-өс тиҫтә йылҡыһының бер бөртөгөн ҡал­дырмайынса бирҙе бит атаһы калхузға. Барлыҡ һыйырҙарын, һарыҡтарын тапшырҙылар. Шунса малын, хатта өйөн биргән кешене ни өсөн халыҡ дошманы тип һанайҙар икән? Етмәһә, «кулак» тигән яман исем дә таҡтылар бит әле. Атайҙары кулак булғас, Усман да, уның туғандары ла кулак балаһы булып китте...

 

* * *

Матур йәшәгән саҡтарын да хәтерләй Усман. Саҡмағош йылға­һы буйындағы иркен йәйләүҙә ағалары алмашлап йылҡы һәм башҡа эреле-ваҡлы мал көтә ине. Көн-төн тигәндәй тир түгеүҙәре, әлбиттә, бушҡа булманы, етеш йәшәнеләр. Ит, май-ҡаймаҡ, ҡа­тыҡтан өҙөлмәнеләр. Шуларға алыштырып, Темәс баҙарынан башҡа ваҡ-төйәк тә алып ҡайта ине атаһы. Ҡайһы берәүҙәр ҡытлыҡ кисергәндә уларҙың өйөндә икмәк һәр саҡ булды. Әсәһе Хөсниямал бигерәк тә изге күңелле ине. Өйгә ингән кешене һис ҡасан буш сығарманы – бер аҙ май, ҡорот, икмәк, ҡаҡлаған ит киҫәге тоттороп сығарҙы ярлы-ябағаға. Ҡорбан байрамында бер-ике һарыҡ һуйып, бар ауылды тиерлек һыйлағандары иң күңелле бала саҡ хәтирәләренең береһе.
Инде егет ҡорона еткән Әнүәр ағаһы күптән түгел төҙөлгән колхозда эшләп, аҙ ғына булһа ла ҡурмаслыҡ иген алып ҡайта ине. Көндәрҙән бер көндө эшкә киткән еренән өйгә әйләнеп ҡайтманы. Бер нисә көндән уны ҡырҙа үле килеш таптылар – үсле кешеләр кулак балаһын үлтергәнсе туҡмап киткәйне. Хәлде тикшереүсе лә, үлтереүселәрҙе фашлаусы ла булманы. Яратҡан Әнүәр ағаһы – ғаиләләге өсөнсө ҡорбан...
Ауыл урамынан йөрөү ҙә тыйыл­ған әсәһе алдына кескәй Усман менән Зиннурҙы астан үлтермәү бурысы торҙо. Ярай әле, Исмәғиле үҫеп, ун биш йәшенә китте. Колхоз малын ҡарауҙан бер аҙ бушаған арала үҙҙәре йәшәгән аласыҡҡа яғырға сытыр-мытыр ҙа алып килгеләй. Кулак балаларына ярҙам иткәндәрен белеп ҡалып, үҙҙәре берәй бәлә-ҡазаға тарыуҙан ҡурҡҡан ауылдаштары араһында шулай ҙа изге күңеллеләр табылды. Йә береһе, йә икенсеһе ашарға биргеләне, шулай итеп астан үлмәй генә ҡыш сыҡтылар.
Бындай көнгә ҡалған бер улар ғына түгел. Бөтә ил шундай хәлдә ине бит. Йәй миҙгелендә, әлбиттә, еңелерәк. Һарына, ҡуян тубығы, ҡаҡы, балтырған, ҡымыҙлыҡ, ҡуҙ­ғалаҡ кеүек ашарға яраҡлы үҫем­лектәр менән тамаҡ ялғайҙар. Шулай шаҡтай ыҙалыҡтар менән булһа ла көн күрҙе улар.
Заманалар ниндәй генә ауыр, ҡатмарлы булыуға ҡарамаҫтан, ер йөҙөндә яҡшы кешеләр һәр саҡ табыла. Күрше Этҡол ауылы уҡытыусыһы Ғөбәйҙулла ағай, үҙе­нә оло ҡурҡыныс янай тип торманы, һигеҙ йәше тулған Усманды беренсе синыфҡа уҡырға алды. «Бәлиғ булмаған баланың бер ниндәй ҙә ғәйебе юҡ», – тине ул был хаҡта үҙенә өндәшкән кешеләргә.
Тормош үҙ яйы менән тәгәрә­не. Усман мәктәпкә барған йылда Кинйәбикә апаһына ла бәхет йылмайҙы. Әле ун алты ғына йәштә булыуына ҡарамаҫтан, күрше Байым ауылынан уны бер егет кәләшлеккә һоратты. Апаһы ялындырып торманы, өлөшөмә тейгән көмөшөм, тип сыҡты ла китте. Колхозда бригадир булып эшләгән ифрат булдыҡлы Ишмөхәммәт Ғүмәров менән гөр­ләтеп донъя көтөп алды ла китте Кинйәбикә.
Аслы-туҡлы көйөнә күрше ауылға дүрт-биш саҡырым араға йәйәүләп йөрөп уҡыны Усман. Шуға ҡарамаҫтан, мәктәптә үҙен тырыш, һәләтле уҡыусы итеп танытты. Тик етенсе синыфты тамамлаған йәйҙә фашист Герма­нияһы һуғыш башланы. Нисек кенә теләмәһен, әммә Усман артабан уҡыуын дауам итә алманы. Инде ун биш йәше тулған үҫмер башҡа колхозсылар менән бергә Ҡыҙыл Армияны аҙыҡ, кейем-һалым менән тәьмин итеүгә көс һалды. Һуғыштың тәүге көнөнән үк Әҙһәм һәм Исмәғил ағалары фронтҡа алынды. Оҙаҡламай аға­ларының һәләк булыуы хаҡында бер-бер артлы ике «похоронка» килде...

 

* * *

1943 йылда Усманға ун ете йәш тулды. Көҙгә ҡарай уға саҡырыу ҡағыҙы тотторҙолар.
– Әсәйҙе һаҡла, һәр саҡ ярҙам ит, – тине Усман ун өсөнсө йәш менән барған Зиннур туғанына. – Мин дә, бәлки, әйләнеп ҡайта алмаҫмын. Аллаһ ҡушҡанын кү­рербеҙ инде.
Әсә кешегә икенсерәк һүҙҙәр әйтергә кәрәк, тип уйланы.
– Фашистарҙы еңеп ҡайтыр­быҙ, – тине ул илауҙан һығылған ғәзизенә. – Хәҙер Ҡыҙыл Армия көслө бит...
Сираттағы улын ут эсенә оҙатҡан әсәне, әлбиттә, бер нисек тә йыуатыу мөмкин түгел ине.
– Башыңды һаҡла, улым, – тине әсәһе. – Һинең имен-һау әйләнеп ҡайтыуыңды көнө-төнө Аллаһы Тәғәләнән һорармын, намаҙ һайын доға ҡылырмын...
Октябрь урталары. Көндөҙ һә­үетемсә йылы ғына торһа ла, төндә ерҙәге күләүектәр шекәрәләнеп туңа. Фронтҡа алынғандарҙы оҙат­ҡанда көн ап-аяҙ, ҡояшлы ине. Этҡол ауыл советы янында байтаҡ кеше йыйылған. Байым ауылынан бала саҡтан белгән Хөсәйенов Нуретдин ҡорҙашы ла бында икән. Бер нисә ауылдан булған төрлө йәштәрҙәге ун бишләп кеше араһында Тәкәһуҡҡандан гармунсы Рәсүл ағай ҙа бар. Уны, һуғыш яраһы төҙәлеп бөткәнсе тип, ике айға ялға ҡайтарғандар. Бер аҙ аҡһай. Хәрби кейемдә, түшендә ике миҙалы бар. Уны күргәс, әле мыйыҡ та сыҡмаған егеттәргә бер аҙ дәрт өҫтәлгәндәй булды. Өҫтәүенә, тальян гармунын да алған бит әле. Әйтерһең, туйға йыйынған...
Өс арбанан торған ылауға ул­тырғас, Рәсүл ағай моңло итеп урам көйөн һыҙҙырҙы, ыңғайы йырлап та ебәрҙе.

Баҫыу ҡапҡаһын сыҡҡанда
Күтәрелде томандар.
Донъя хәлен белеп булмай,
Һау булығыҙ, туғандар...

Башҡалар менән бергә туғанын оҙата килгән Шәһиҙә, Кинйәбикә апайҙары күҙ йәштәрен яулыҡ осо менән һөртә-һөртә ҡул болғап тороп ҡалды. Оҙатыусыларҙың барыһы ла яҡындарының иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуына өмөт итә ине...

 

* * *

Тәүҙә Өфө янында урынлашҡан уҡсылар полкында хәрби белемгә өйрәнделәр. 1943 йылдың декабрь башында әле ун һигеҙе лә тулмаған Усман фронтҡа оҙатылды. Нуретдин менән бер взводҡа эләктеләр. Яныңда бер котелоктан ашап йө­рөгән яҡташың булғас, әлбиттә, күңелгә йылы.
Һуғыш яланында көн дә йөҙәр­ләп һәләк булған яугирҙарға алмаш кәрәклеген барыһы ла яҡшы аңлай ине. Әле генә килгән һалдаттар йәнен-тәнен аямай ут эсенә инер­гә әҙер. Тәрбиәүи-сәйәси партия эше ифрат ныҡ ойошторолғайны частарҙа ул саҡта.
Белоруссия фронты ғәскәрҙәре составындағы Гвардия мотоуҡсылар бригадаһында автоматсы булып һуғышҡа инде улар. Көнсығыш Белоруссия ерендә ике ай самаһы оборона һуғышы алып барҙылар. Оҙайлы оборонаның ни өсөн кә­рәклеген һалдаттар тиҙ төшөндө – ғәскәр ниндәйҙер ҙур алышҡа көс йыя.
Ҡыш, яҙ үтеп, 1944 йылдың йәйе килеп етте. Могилев өлкәһендәге Бобруйск ҡалаһы өсөн биш көн, биш төн буйына барған ҡаты һу­ғышта бик күп иптәштәрен юғалтты Усман. Ярылғыс пуля уның күҙ алдында Нуретдиндең уң ҡулын өҙҙө. Яҡташын ашығыс рәүештә медсанбатҡа, унан тылға оҙаттылар. Ҡайһы ҡаланы ниндәй эҙмә-эҙлектә алғандарын инде әллә ни хәтерлә­мәй Усман. Бобруйск, Барановичи, Калинковичи, Гомель, Речица... Ә эреле-ваҡлы ауылдарҙы һанап бөтөрлөк түгел. Фашистар тарафынан тулыһынса яндырылып, мейес мөрйәләре генә һерәйеп ултырған тиҫтәләгән ауылдарҙы күрергә тура килде.
Речица ҡалаһы йүнәлешендә барған һуғышты бөгөнгөләй хә­терләй. Уларҙың мотоуҡсылар пол­кы ҡаршыһында ятҡан немецтар, бар көсөн һалып, кинәт кенә контратакаға күсә һәм Усмандарҙы ҡыҫырыҡлай башлай. Бер мәл һул ҡулының беләгенә немец пуляһы килеп тейә. Ҡул һөйәген һындырып, үтә сығып та китә. Ятҡан килеш яраһын бәйләп бөтөүгә һалдат аңын юғалта...
Һушына килгәндә уйһыуыраҡ урында, автоматының өҫтөндә йөҙтүбән ята ине. Яҡында ғына, ун биш-егерме аҙым тирәһендә, ҡуйы урман башлана. Тирә-яҡ беҙҙең һәм немец һалдаттарының мәйете менән тулған. Был ер ваҡытлыса дошман ҡулында икәненә тиҙ төшөндө. Яҡында ғына ике дәү фриц күренде. Үҙ-ара ниҙер мығырҙап һөйләшә-һөйләшә совет һалдаттарының мәйеттәрен типкеләп-типкеләп ки­тәләр. Автоматтан атып, яралы­ларҙы үлтереп йөрөйҙәр... Яй ғына баҫып килеүҙәренә ҡарағанда, былары – таҙартыусылар. Усман хәрәкәтһеҙ ҡалды. «Йә Раббым, ошо урындамы үлемем? Әсәй…» Ҡабырғаһына көслө тибеүҙән ирек­һеҙҙән ыңғырашты.
Ниндәйҙер мөғжизә менән немец атманы. Тик береһе автомат төйҙәһе менән уның каска кейгән башына ғәйәт көслө итеп тондорҙо. Икенсеһе уң яҡ ҡалаҡ һөйәгенә бар көсөнә һуғыу менән Усман тағы ла һуштан яҙҙы, артабан ни булғанын белмәй. Үлде тип уйлап, фрицтар артабан киткәндер, моғайын... Күпмелер ятҡандан һуң аңына килгәс, үҙен инде әсирҙәлер, тип уйланы. Һаҡ ҡына күҙҙәрен асып ҡараны. Тегеләр юҡ ине. Ул тере! Әсирҙә лә түгел! Автоматын ҡулына алды ла, бар көсөн йыйып, эйелә-боҫа яҡындағы урманға йүгерҙе. Партизан ояһы булған урманға тығылырға немецтарҙың ҡурҡҡанын белә ине һалдат. Белоруссия урманы ла, Башҡортостандағы һымаҡ, ашарға яраҡлы үҫемлектәргә бай икән. Ҡымыҙлыҡ, һарына, балтырған кеүек үләндәр, әлбиттә, Усманға бик-бик таныш.
Үлән менән туҡлана-туҡлана өс көн, өс төн урманда аҙашып йөрөнө. Тамам хәлдән тайып, оло юлға килеп сыҡты. Яралы ҡулы шеште, тәҡәтһеҙ әрней. Тән температураһы күтәрелгән, буғай. Ҡалаҡ һөйәге лә ныҡ ҡына ауырта, моғайын, ярсылғандыр... Кинәт машиналар геүләгән тауыш ишетелде. Тәүҙә юл ситендәге түңгәклеккә боҫто. Техникалы ғәскәр, бәхеткә, үҙебеҙҙеке­ләр булып сыҡты. Хәлһеҙләнгән яралы һалдатты шунда уҡ ялан госпиталенә оҙаттылар. Унда ике ай­ҙай ятты. Яраһы уңалғас та үҙе­нең часына ебәреүҙәрен үтенде. Әммә госпиталь начальнигы, оло ғына медицина подполковнигы: «Часыңды барыбер ҡыуып етә алмаясаҡһың. Дары еҫен татыған һалдаттар һәр ерҙә кәрәк. Ана, һине алырға бер артиллерист килгән», – тине. «Артиллерист һөнәрле түгелмен. Мин – пехотинец». «Ничего, солдат, научим», – тине капитан. Кәрәкле документ-фәләнде алдан әҙерләп бөткәндәр икән. Уның менән бергә төҙәлеп сыҡҡан ете-һигеҙ һалдатты «полуторка»ға тейәп алып та киттеләр.

 

* * *

– Сулейманов, прими пополнение! Һиңә иң яҡшыларын һайлап алып килдем, – тип шаяртты уларҙы оҙатып килгән капитан. Ләкин шаяртыуы етди ине. Сөнки дары еҫе еҫкәгән һалдаттар, урыҫ офицерҙары әйтмешләй, алғы һыҙыҡта «на вес золота» ине.
– Ҡайҙан? – тип һораны ҡара ҡашлы, уҫал ҡарашлы өлкән лейтенант тап-таҙа башҡорт телендә.
– Баймаҡ районынан, – тине яҡташын осратҡанға күңелләнеп киткән Усман.
– Ниндәй һөнәрең бар?
– Автоматчик.
– Заряжающий булырһың әлегә. Старшина, һалдатты ҡабул ит, – тип бойорҙо ла етеҙ генә атлап китеп барҙы өлкән лейтенант.
Аҙ һүҙле, ҡыйыу батарея командиры ҡулы аҫтына эләгеүенә һөйөндө Усман. Сығышы менән Краснокама районынан булған Шәриф Сөләймән улы Сөләймә­нов менән бергә хеҙмәт итеүенә һәр саҡ ғорурланды. Ҡурҡыу бел­мәҫ командирың, өҫтәүенә, үҙ башҡортоң янында һуғышыу үҙе бер бәхет ине шул. Һалдаттар менән бер котелоктан ашап, бергә окоп төбөндә йоҡлап йөрөгән яҡташы тәү күреүҙә генә уҫал тойолған икән. Ифрат изге күңелле кеше булып сыҡты. Бер ҡасан да ябай һалдаттың көнкүрешенән ситкә тайпылманы, беренсе нәүбәттә уларҙы ҡайғырты.
Артиллерист булып киткән Усман тәүҙә снарядтар ташыны, унан танкыларға ҡаршы ата торған 76 миллиметрлыҡ пушканың заряжающийы һөнәрен үҙләштерҙе. Төҙ­ләп атырға ла өйрәнеп алды. Тоҫ­ҡаусы яраланып, госпиталгә ингәс, расчетта иң яуаплы тип һаналған төҙләп атыусы вазифаһына тәғә­йенләнеләр.
1945 йылды Польша ерендә ҡаршыланы. Ояһына сигенгән һайын нығыраҡ ҡаршылыҡ күр­һәтте фрицтар. Люблин, Лодзь, Познань, тағы бер-ике ҡаланы (исемдәре иҫендә ҡалмаған) һәм һанһыҙ күп ауылдарҙы азат итеп, сәнәғәт яғынан әһәмиәтле булған пункттарҙы, тимер юл селтәрҙәрен баҫып алыуҙа ҡатнашҡан частар составында фашистарҙы артабан эҙәрлекләне башҡорт һалдаты. Алыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн юғары командующий приказы менән III дәрәжә Дан ордены менән наградланды.
Март айы ине. Германия ерендә торған позицияларына – алғы һыҙыҡҡа бер нисә генерал һәм офицер оҙатыуында маршал Георгий Жуков килде. Һуғышсыларҙы дәртләндереү ниәте менән окопҡа төшкән хәрби начальник башына – кокардалы папаха, өҫтөнә күндән тышланған погонһыҙ ҡыҫҡа тун кейгән. Бер-ике һалдаттан ашау, кейем яғын һорашҡас, ни өсөндөр иғтибарын Усманға йүнәлтте. Бәлки, һалдаттар араһында иң йәше булғанғалыр, әллә икенсе милләттән икәне күренеп тор­ғанға... «Ҡайһы яҡтан һин, сынок?» – тип һораны. Һалдат үҙенең Башҡортостандан икәнен әйткәс: «Башҡорттар ҡыйыу халыҡ, мин уларҙың батырлығын Петроградты Юденичтан һаҡлаған саҡтан һәм Польша фронтынан беләм. Салауат нәҫелдәре бирешмәҫ. Тиҙҙән Берлинды штурмлайбыҙ. Алыш ҡаты буласаҡ», – тине маршал.
«Дошманды Польша еренән ҡыуып сығарҙыҡ, хәҙерге көндә немецтарҙың үҙ ерендә һуғышабыҙ. Баш осонан снарядтар осоп тора. Берлин ҡалаһына 40 саҡырым ғына етмәй торабыҙ. Был ҡала ла тиҙҙән беҙҙеке буласаҡ... Әсәй, Ҡыҙыл Армияның еңеүен һорап, Аллаһы Тәғәләгә доға ҡылып тор. Ошо һуғышта юғалып ҡалһам, һис кенә лә ҡайғырмағыҙ. Аллаһ ҡушһа – үленер, ҡушмаһа – йөрөлөр…» Латин хәрефтәре менән әсәһенә яҙған өсмөйөшлө хат әле булһа ла иң ҡәҙерле әйбер булып һаҡлана...
31 март иртәһе. Тиҫтәләгән немец танкыһы Усмандарҙың нығын­ған позицияһына табан килә. Ике яҡтан да көслө атыш башланды. Дошмандың бер нисә танкыһын яндырып өлгөргән уларҙың расчеты янында снаряд шартланы. Бар донъяның аҫты өҫкә әйләнде. Унан – тынлыҡ һәм ҡараңғылыҡ. Усман сираттағы мәртәбә яҡты донъя менән хушлашты...
Башҡа бер ни ҙә хәтерләмәй ул. Тәүҙә – эвакогоспиталь, унан Новосибирск ҡалаһындағы тыл госпитале, башынан һәм эске органдарынан снаряд ярсыҡтарын алыу буйынса әллә нисә ҡатмарлы операция...

 

* * *

Шинель скаткаһын яурын аша элеп, арҡаһына биштәр аҫҡан Усманды Ҡуяндар ауылы янындағы Сарҙаҡ тауы итәгенә тиклем ике санитар оҙатып килде. Һай ғына Саҡмағош йылғаһы аша сығып, әсәһе уны ҡосаҡлап алды.
– Ҡайттыңмы, балам?! – Башта үҙ күҙҙәренә үҙе ышанмай торҙо ғәзизенең ҡайтырына өмөтөн өҙ­гән Хөсниямал инәй. Сөнки һуғыш тамамланыуға ике ай самаһы үт­кәйне. Әсәһенең шул мәлдәге илаулаған йөҙөн бер аҙ хәтерләй Усман, әммә тауышын ишетмә­не. «Һаумы, әсәй!» тип әйтергә лә уҡталды ул, әммә «һа... һа...» ти­гән генә өн сығара алды. Снаряд ярсығы ингән баш мейеһенең
ауыр контузияһы уны ҡолаҡтан һәм телдән яҙҙырғайны. Бөтә Европаны йәйәүләп тигәндәй үткән, сәстәре салланған һалдатҡа ун туғыҙ ғына йәш ине...
Контузиянан арынып етмәгән, ымлап ҡына һөйләшкән яугир һуғыш йылдарында бөлгөнлөккә төшкән ауыл хужалығын күтәреүгә ең һыҙғанып тотондо. Бер көн колхоз йомошо буйынса Темәстән алыҫ булмаған Әмин ауылына килде. Көнгә янған битенә саң ултырған, ҡырмыҫҡа һымаҡ унда-бында етеҙ генә йүгереп, иген тогында эшләп йөрөгән ҡара ҡашлы, ҡара күҙле, йәтеш кәүҙәле һылыу ҡыҙға бер ҡарауҙа ғашиҡ булды ла ҡуйҙы егет. Ымлап булһа ла һөйләшеп, былтыр ғына Молотов өлкәһендә ярты йыл хеҙмәт әрмеһенең әсе-сөсөһөн татып ҡайтҡан ун ете йәшлек Раҡия менән таныштылар. Аҙаҡ инде бергә тормош ҡорорға килештеләр...
Ҡырҡ йылдан ашыу колхозда эшләп хаҡлы ялға сыҡты Усман олатай. Әкренләп ишетә, һөйләшә лә башланы. Раҡия инәй менән иңгә-иң терәшеп 68 йыл бергә йәшәнеләр. 8 бала үҫтереп, 21 ейән һәм ейәнсәрҙе, алтмышлаған бүлә-бүләсәрҙе күреү бәхетен насип итте Аллаһы Тәғәлә уларға. Етмешенсе йылдар аҙағында, хөкүмәттең ваҡ ауылдарҙы бөтөрөү буйынса сираттағы сәйәсәтенә ярашлы, Ҡуяндарҙан күрше Байым ауылына күсеп килделәр.
Утыҙынсы йылдарҙа емерелгән мәсет урынына яңы ғибәҙәт йорто төҙөүгә лә ифрат әүҙем тотондо Усман олатай. Шул мәсьәлә буйынса район хакимиәте тупһаһын әллә күпме тапарға тура килде. Зәки Хәлитов, Әнүәр Вәлиев олатайҙар менән берлектә, башҡа ауылдаштары ярҙамында бына тигән өр-яңы мәсет төҙөп ултырттылар. Хөкүмәт тарафынан ветерандарға иғтибар шаҡтай артты – Усман Дәлхә улына ла уңайлыҡтары булған өс бүлмәле фатир бирелде.
Әйткәндәй, яҡташ командиры менән 1990 йылдар башында Өфө ҡалаһында ҡабаттан осрашты ул. Гәзит аша хәбәрләшеп, бер-береһен тапҡас, Башҡорт АССР-ының финанс министры вазифаһынан хаҡлы ялға сыҡҡан Советтар Союзы Геройы Шәриф Сөләймәнов үҙенең һалдатын ҡунаҡҡа саҡырҙы. Кеселекле һәм кешелекле шәхес ғүмер буйы шулай булып ҡала икән ул. Командиры уны өйөндә өс көн башҡортсалап ҡунаҡ итте. Һуғыш яланындағы хәтирәләрҙе барланылар, яуҙа һәләк булған иптәштәрен иҫкә алдылар. Ҡала музейҙарына, Туҡай урамындағы мәсеткә алып барҙы Шәриф Сөләймән улы. Ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы. Усман да командирын саҡырырға ниәтләп, һарыҡ һимертеп йөрөгән саҡта гәзит аша ҡайғылы хәбәр алды. Етмеш бишенсе йәш менән барған башҡорт ҡаһарманы Шә­риф Сөләймән улынының йөрәге тибеүҙән туҡтағайны…
Ауыр контузия эҙемтәһе – әле­нән-әле баш әйләнеү өйәнәгенән ғүмер буйы яфаланған Усман Дәлхә улы йыл да Еңеү байрамына ауылдаштары менән осрашыуға клубҡа йөрөнө. Күкрәгендә – I дәрәжә Ватан һуғышы, III дәрәжә Дан ордендары, ун бишләп миҙал... Бөйөк Ватан һуғышы ветераны 89-сы йәшендә, 2014 йылда, вафат булды. Ауылдаштары, туғандары уны Ҡуяндар зыяратында ерләне. Усман олатайҙың хәләл ефете – Ба­йым ауылында иң һуңғы тыл ветераны булған Раҡия Ғиниәт ҡыҙы 2024 йылдың ғинуарында, 94-се йәшендә, донъя ҡуйҙы. Бөгөн уларҙың ике ейәне махсус хәрби операцияла хәрби бурысын үтәй.
Ауылда ике обелиск ҡуйылған. Уларҙың береһе – 1930 йылдар­ҙағы золом ҡорбандарына, ә икенсеһе Бөйөк Ватан һуғышында яу ҡырында ятып ҡалған ауыл­даштарға арналған. Ике исемлек тә күпләп теҙелеп киткән Абдулов һәм Арыҫланов фамилиялары менән башлана…

 

Автор тураһында

Хәлил Һөйөндөков 1957 йылда Баймаҡ районы Мәмбәт ауылында тыуған. Баймаҡ мәктәп-интернатын тамамлағандан һуң Башҡорт дәүләт медицина институтында уҡый, аҙаҡ Куйбышев хәрби-медицина институтында хәрби врач-хирург һөнәрен ала. Урал хәрби округының стратегик ракета ғәскәрҙәре госпиталендә хеҙмәт итә, төрлө гарнизондарҙа эшләй. 2004 йылда подполковник званиеһында отставкаға сыға. Балалар өсөн ике китап авторы, 2014 йылдан – республиканың Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Һуңғы ветеран
Һуңғы ветеран
Һуңғы ветеран
Һуңғы ветеран
Автор:Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, отставкалағы медицина подполковнигы
Читайте нас