Все новости
80 лет Победы
10 Сентября 2025, 15:00

Ырыҫбайҙарҙың ырыҫлы балаһы

2017 йылда Бөрйән районы Ҡотан ауылында булған саҡта балаларса бер ҡатлы, ғәҙел, тура һүҙле ҡоҙағыйым Хәҙисә Ғәббәс ҡыҙы Ғәлләмованан  һорашып, тормош юлы, күргән-белгәндәре тураһындағы хәтирәләрен яҙып алғайным. Уның һөйләгәндәре балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә, туғандарына иҫтәлек, йәш быуынға фәһем булыр, тип уйлайым.

Хәҙисә  Ғәлләмова
Хәҙисә Ғәлләмова

«Беҙ – эшләп үҫкән быуын»

 

– Мин Ғәббәс Хәмит улы һәм Алмабикә Муллагилде ҡыҙы Ырыҫбаевтарҙың ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килгәнмен. Атайым урта хәлле крәҫтиән ине. Колхозлашыу осоронда атын, һыйырын тартып алалар. 1921 йылда әсәйемдең бөтә туғандары аслыҡтан ҡырыла. Шул йотлоҡ касафаты инде – ғаиләбеҙҙә минән алда дүрт бала үлгән. Атай менән әсәй балаларһыҙ, туғандарһыҙ, бер нәмәһеҙ тороп ҡала, – тип һөйләгәйне ул. – Элек әллә ни уҡыу ҙа булманы, дүрт класты ғына тамамлай алдыҡ.  Беҙҙең быуын балалары күрмәгәнде күрҙе инде – һөйәктәре нығынып бөтмәгән, бәләкәй генәләр бит әле, тип йәлләп торманылар, шартлатып эшкә ҡуштылар. Башаҡ йыйҙыҡ, көлтә бәйләнек, иген елгәрергә йөрөнөк, үгеҙ егеп, ер тырматтыҡ, Ырғыҙлыла юл көрәнек, Күркәтауҙа ҡыуғында йөрөнөк. Гел ыуаҡ ҡына балалар инек. Бер ҡыҙыбыҙҙы бүрәнә баҫып үлтерҙе. Ҡара шәлен носилка итеп бәйләп, баракка алып ҡайттыҡ.

1942–1943 йыл тирәһендә беҙҙе, бер нисә ҡыҙҙы, военкоматҡа саҡыртып, ФЗО-ға ебәреүҙәре хаҡында әйттеләр. Туҡанға тиклем атлап барҙыҡ, унан тура юлдан Златоустҡа – йәнә йәйәү.   

ФЗО тиһәләр ҙә, беҙҙе уҡытманылар, шунда уҡ эшкә ҡуштылар. Ағас табанлы брезент ботинка биргән булдылар. Уны кейеп ниҙер эшләү түгел, атлап та булмай. Етмәһә, шул тиклем асыҡтыра, ашарға етмәй. Өҫтәүенә, килеп тороп саң, һыуығы һөйәктәргә үтә. Беҙ, бер нисә кеше, ҡасып ҡайтырға булдыҡ. Юл белгән кешеләрҙән һораштырып, ҡағыҙға ауыл исемдәрен яҙып алдыҡ. Ағас табанлы ботинкаларҙа атлап булмай бит инде, ырғытып киттек. Кейгән кейемгенәбеҙ бер пинжәк тә бер яулыҡ инде. Юлға 11 кеше сыҡһаҡ та, күмәк барһаҡ, тоторҙар, тип таралышып бөттөк. Дүртәү ҡалдыҡ: мин, Сәлимә, тағы ла Һөйөштән ике ҡыҙ. Асбыҙ, фатирҙа урын бирһәләр, инеп йоҡлайбыҙ, бирмәһәләр, ишек төбөндә булһа ла ултырып сығабыҙ. Учалы районы Кәкүк ауылындамы икән, бер уҡытыусы ҡатын беҙҙе керетеп, йомшаҡ кейеҙ-мендәрҙәргә һалып, йылы юрғандар ябындырып йоҡлатып сығарҙы. «Һаҡ булығыҙ, тотһалар, кире ебәрәләр», – тип ныҡ итеп иҫкәртте. Гел юл ситләп кенә киләбеҙ. Белоретта баҙар көнө ине. Баҙарға керһәк, тотолоп ҡуйырбыҙ, тип ҡурҡабыҙ. Килеп тороп ҡойма ямғыр һыҙыра. Ҡыу ағас төбөндә таң аттырҙыҡ. Бер иптәшебеҙҙең әҙерәк аҡсаһы булған икән. Картуфтан бешерелгән өшәкәй алып, тамаҡ ялғаныҡ та юлыбыҙҙы дауам иттек. Сермәндә ире һуғышҡа киткән балалы ҡатындың өйөндә йоҡланыҡ. Бер егет килеп керҙе лә: «Һеҙ кемдәр ул, хәҙер сельсоветҡа әйтеп, тотторам бит», – тип бәйләнде. Ҡурҡыштан йөрәк табанға төштө. Һөйөш ҡыҙҙары беҙҙән айырылды, Сәлимә менән икәү ҡалдыҡ. «Атайым менән әсәйемде ҡайтып бер күрһәм, үлһәм дә үкенмәҫ инем», – тип илай иптәшем. Үлмәҫкә үле балыҡ, тигәндәй, Сермәнде сыҡҡас, юлда төшөп ҡалған бәрәңгегә тап булдыҡ. Тиҙ генә йыя һалып алдыҡ та Аҙнағолда  ҡыуана-ҡыуана тимер мейестә өтөп ашаныҡ. Ҡаһарманға килеп еткәс, йоҡлап сығырға тип бер ҡатындан фатир һорағайныҡ, уныһына хаҡ кәрәк булды. Өйҙән алып киткән киндер ебем бар ине, шуны бирҙем.

Әүжәнгә еткәс, бер өйҙөң ҡапҡаһын туҡылдаттыҡ. Ирем, балам ауырый, тип керетмәне хужабикә. Айыу-бүренән дә, кешенән дә ҡурҡманыҡ юлда. Элек кеше кешегә теймәне бит ул. Кәртә артынан барып, бер урыҫтың мунсаһында эләүкәгә менеп йоҡланыҡ. Хужаһы килеп сығып туҡмап ташламаһын, тип иртә менән артабан юлға ҡуҙғалдыҡ. Байназарҙа Сәлимәнән айырылдым. Ул ныҡ итеп ауырып китте. Кеше күҙенә салынмаҫҡа тырышып, йәшеренеп кенә кәртә артынан ҡайтып индем. 13 көн юлда булып, 7 ноябрҙә генә ҡайтып еттем. Кеше күреп ҡалмаһын, тип көндөҙ иҙән аҫтында ятам йә мейес башында йәшенеп ултырам. Әммә барыбер һиҙгәндәр шул. «Хәҙисә ҡайттымы әллә?» – тип һорайҙар икән. Атайым: «Ырғыҙыла бүрәнә ҡырҡабыҙ. Барыбер военный эш бит, алып китмәҫтәр әле, йәшенеп ятҡансы, әйҙә, шунда эшләп ҡара», – тине.

Шулай итеп, йәш ҡыҙ урман эшенә йәлеп ителә – муйынға арҡан һалып бүрәнә һөйрәй, ҡырҡылған ағастарҙы өйә.

Биш йылға – төрмәгә

– Йәй еткәс, ауылға ҡайттыҡ. Ҡырҙа ятып бесән эшләйбеҙ. Бер мәл иртә менән шул тиклем ҡуйы томан төштө. Йөрәк һиҙгәндер инде: бер нисек тә тыныслана алмайым. Шул саҡ, ун саҡрым йәйәү атлап, атайым килеп етте. «Һеҙҙең кеүектәрҙе алып китәләр икән. Прокурормы, милициямы саҡырта», –тине. Иптәш ҡыҙым менән ауылға ҡайтып киттек, – тип дауам итте ул һүҙен. – Әсәйем ит һалған, үҙе һөйләнә-һөйләнә илай: «Ныҡ ауырыу инең бит, бәләкәй сағыңда үлгән булһаң, ҡайғыларың күптән онотолған булыр ине», – ти. Дүрт балаһы үлгәндән һуң минең өсөн ныҡ ҡайғырғандыр инде. Һөйөштән ике ҡыҙ килде, Сәлимә лә ҡушылды – дүртәүләп юлға сыҡтыҡ. Мәндәғолдоң үр яғында сәй ҡайнатып эсеп алдыҡ. «Биш йыл бирмәкселәр икән. Әллә ҡасайыҡмы, әҙ ғүмер түгел бит», – тим. Иптәштәрем: «Ҡуй, атай-әсәйҙәребеҙҙе ыҙалатып бөтөрҙәр. Яҙмыштан уҙмыш юҡ. Маңлайға ни яҙылған, шуны күрәбеҙ инде», – тине. Бөрйәнгә барғайныҡ, прокуратурала: «Биш йыл, военный трибунал», – тип шап иттереп япты ла ҡуйҙылар. Оҙаҡ ултырманыҡ – Бөрйән милисиәһе аттарына бесән әҙерләтергә йөрөттөләр. Шунан һуң беҙҙе Әбйәлилгә йәйәү алып барып тапшырҙылар. Бында ат тиҙәгенән кирбес эшләнек, яғыулыҡ әҙерләнек. Артабан Белоретҡа ебәрҙеләр. Төрмә ҡала уртаһында ине. Бер кис йоҡлаттылар ҙа иртәнсәк ҡайҙалыр алып та киттеләр. Ломовка тигән урыҫ ауылы янында төрмә төҙөйҙәр икән. Шуның эргәһендә өс ҡатлы тирмән булған, беҙҙе шунда урынлаштырҙылар. Иртәнсәк эшкә алып сығып китәләр ҙә кис килтереп бикләйҙәр. Бешергән нәмәләре астан үлмәҫлек кенә: бер-ике бөртөк картуф, кәбеҫтә, көнөнә 600 грамм сейле-бешле икмәк. Ағас мискәгә сиратлап ярау итәбеҙ ҙә иртәнсәк сығарып түгәбеҙ, – тип әсенеп хәтерләне ул ауыр йылдарҙы. – Һөйөш ҡыҙҙары Ғәлимә, Сәхибә менән урмандан ташып вагондарға таш тейәйбеҙ. Ҡырҙа ятҡан кирбестәрҙе лә носилкаға һалып ташыйбыҙ. Кәйлә менән ер ҙә соҡоноҡ. Ныҡ һыуыҡтарҙа ут яғып йылынып алабыҙ. Ҡыҙҙарҙың күптәре эшләй алманы, һаулыҡтары ныҡ ҡаҡшаны. Бер мәл уларҙың бөтәһен бергә йыйып алып киттеләр. Ҡайҙа алып киткәндәрҙер, белмәйем, аҙаҡ береһен дә бер ҡайҙа ла, бер ҡасан да күрмәнем.

Ә бер көндө төрмә начальниктары, фамилияларын әйтеп, ҡыҙҙарҙы теҙеп ҡуя. Белореттағы төрмәгә алып килгәс, әҙерәк ашарға бирәләр ҙә станцияға алып китәләр.

– Тирләнгә килеп еттек. Үҙәктәргә үтерлек әсе ғинуар һыуығы, сабаталар аяҡтарыбыҙға ҡуша йәбеште. Тирләндән пассажир поезы менән Визауай тигән станцияға килеп еттек. Асбыҙ, бейәләйемде бер мәрйәгә биреп, нимәлер алып ашаным. Бысраҡ картуф эҙләп табып, өтөп ашарға тура килде. Кисен поезд менән Черниковкаға килеп еттек. Мунсаға алып барҙылар, 600 грамм икмәк бирҙеләр. Беҙҙе моторҙар эшләй торған заводҡа алып килгәндәр икән. Һуғыш ваҡыты бит, ҡорал кәрәк. Ленинградтан, Мәскәүҙән килгән заводтар эшләй ине. Беренсе цехта – самолеттарға моторҙар етештергән урында эшләнем. Ҡарттар, ҡатындар эшкә өйрәтте. Тауар поезында отпускыға ҡайтып килдем. Кеше элек һәйбәт булды бит ул, бер ҡурҡылманы. Ниһайәт, көтөп алынған Еңеү көнө етте. Ҡайһыһы ҡыуана, ҡайһыһы илай. Беҙҙе ятаҡтарға ҡайтарып ебәрҙеләр. Икмәктәр арыш булһа ла, арыу булып китте. Һыу ҡайнатып эсәбеҙ ҙә арыш икмәге ашайбыҙ. 1948 йылда отпускыға ҡайтҡайным, атай-әсәйем ҡарт, тип справка алдым да тороп ҡалдым. Тормошҡа сыҡтым, алты балам булды, береһе үлде. Ирем үлеүгә лә күп йылдар үтте инде. Кесе балам Кәримгә туғыҙ йәш ине. Балаларым, ейән-ейәнсәрҙәрем менән гөрләтеп йәшәп ятам. Урманда йөрөргә яратам, емеш-еләк, дарыу үләндәре йыям. Хөкүмәт сәйен эскәнем юҡ, үлән сәйе бигерәк тәмле. Тормош матур – ни ашайым, ни эсәйем, тип тормайһың, бөтәһе лә бар. Беҙ күргән ауырлыҡтарҙы күрмәһен ине балалар. Эсмәй, тартмай, ғаиләләре менән матур йәшәһендәр, – тип һүҙен тамамлағайны ҡоҙағыйым.

Ырыҫы барҙың ырыҫы – алда, ти халыҡ. Йәшләй генә ни хәтлем ауырлыҡтар кисерһә лә, рухы һынмаған Хәҙисә Ғәббәс ҡыҙының. Донъяға, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә оло һөйөү менән бағып, барына шөкөр итеп йәшәп, 94 йәшендә донъя ҡуйҙы.

                                                               

Автор: Шәһүрә ӘХМӘҘИЕВА, Учалы районы
Читайте нас