Июль айы. Тәбиғәттең иң матур ваҡыты. Тимеркәй урманы артында байыған ҡояш нурҙары, һауаны ҡыҙыл төҫкә буяп, алыҫ көнбайышта барған һуғышты хәтерләтте. Илде немец илбаҫарҙарынан азат итергә киткән ир-егеттәрҙән сәләм көтөп, көн артынан яңы көн ҡаршылайбыҙ. Яу ҡырынан әленән-әле килеп торған ҡайғылы хәбәрҙәр йәшен тиҙлегендә бөтә ауылға тарала ла тормош иптәштәрен юғалтҡан әсәләрҙе илата...
1942 йылдың декабрендә һуғышҡа тиклем колхозда ялансылыҡ бригадаһында бригадир булып эшләгән атайыма ҡара ҡағыҙ алдыҡ. Волга буйында барған ҡаты алышта, Сталинград ҡалаһын азат иткәндә батырҙарса һәләк булды, тиелгәйне унда. Әсәйем ауыр ҡайғынан ни эшләргә белмәй, беҙҙе, өс баланы ҡосаҡлап: «Балаҡайҙарым, атайһыҙ ҡалдығыҙ бит!» – тип иланы.
– Һуғыш башлап, күпме баланы етем иткәне өсөн ҡәһәр һуҡҡан Гитлерҙы донъя йөҙөнән юҡ итһендәр! – тип ҡарғаны ул. Еңеү көнө беҙҙең яҡта булғанын күрһәм ине, тип өс балаһын тәрбиәләүгә бөтә көсөн бирҙе, колхоз эшендә арымай-талмай эшләне.
Ашамай ас ултырған көндәр ҙә булды. Әсәйебеҙ оҙаҡ ҡайтмағанлыҡтан илай башлаһаҡ, апайыбыҙҙың:
– Иламағыҙ инде, әсәйебеҙ эштә бит, хәҙер ҡайта! – тип йыуатҡаны иҫемдә.
Украина, Белоруссия ерҙәрен баҫып алған немец фашистарынан ҡасып өлгөргән кешеләрҙе көнсығыштың төрлө ҡалаларына эвакуацияға оҙаттылар. Беҙҙең ауылға ла аслыҡтан интеккән балалары менән алты ғаилә килеп төштө. Зәңгәр күҙле, ҡылғандай һары сәслеләр, өҫтәренә таушалып бөткән кейем-һалым кейгәндәр. Ауыл халҡы уларҙы туғандары ҡайтҡан кеүек ҡаршы алды: алмаш кейем биреп, аҙыҡ менән ярҙам иттеләр, буш йорттарға урынлаштырҙылар. Беҙҙең күршеләге Шәмсиә апайҙарҙа Ольга исемле ҡатын йәшәй башланы. Аш бешерһәк йә икмәк һалһаҡ, әсәйем:
– Улым, Хәмит! Анауы апайыңдың балаларына керетеп сыҡ әле! – тип мине индереп ебәрә. Аҡ йөҙлө, утыҙ йәштәрҙәге төҫкә матур апай арҡамдан яратып, башҡортса өйрәнергә тырышып: «Рахмет! Спасибо!» – ти.
Ауыр йылдар булһа ла, ауыл халҡы уларҙы ҡаҡманы, һәр кем ярҙам ҡулы һуҙҙы, һуғыш килтергән ауырлыҡтарҙы бергәләп еңергә тырыштылар.
– Ҡармаҡтарың да бар, әллә Ольга апайыңдың улы менән балыҡҡа бараһығыҙмы? – тине бер көн әсәйем.
– Барырбыҙ ҙа ул. Нисек саҡырырға һуң? Русса белмәгәс, ни тип әйтәйем? – тим.
– Ҡармаҡтарыңды күргәс, аңларҙар әле! – тигәс, күршеләргә киттем.
Ольга апай, ҡулымдағы ҡармаҡ ҡолғаларын күреп, улы Сашаға ниҙер әйтте. «Только осторожно!» тигән һүҙҙәрен генә төшөндөм. Саша менән икәүләп йылға буйына киттек.
Тын ғына аҡҡан Дим йылғаһы бигерәк матур. Көнө лә ҡояшлы, һауала бер болот күренмәй. Тып-тын. Һыу буйындағы ҡамыштар өҫтөндә осҡан күбәләктәр тәбиғәт матурлығына йәм өҫтәй, ике яҡ ярҙағы талдарҙа ҡоштар һайрай. Сашаның һыу өҫтөндә тулҡындар яһап сумған балыҡтарҙа эше лә юҡ, ике күҙе – һауала, ҡыуаҡтар араһына ҡасырға урын эҙләгән кеүек. «Немец, самолет, бомба», – тип миңә лә ҡасырға ҡушып, күренмәҫкә ымлай. Тыуған яғын немец самолеттарының бомбаға тотоуын иҫенән сығара алмай, күрәһең. Димдең һиллеге лә күңелен баҫманы, тыныслана алмай тирә-яҡты күҙәтте.
Русса һөйләшә белмәгәс, Сашаны ҡул менән ымлап, яҡыныраҡ саҡырҙым. Ҡолғаларыбыҙҙы ҡамышлыраҡ урынға, яр ҡырына урынлаштырып, тын ғына балыҡ ҡармаҡлай башланыҡ. Бер-бер артлы эре сабаҡтар ҡаба башлағас, Сашаның шатланғанын күрһәгеҙ!
– Хамитик, помоги мне, большая рыба! – тип саҡырҙы бер мәл. Икәүләп ҡармаҡҡа эләккән балыҡты ярға тартып сығарғас, шатлығынан ни эшләргә белмәне. – Я впервые в жизни такую рыбу поймал!
Беҙ шулай икәүләп, русса ҡатыш башҡортсалап, ым менән аңлашып, байтаҡ ҡына ултырҙыҡ яр буйында. Аслыҡтан интеккән кешеләргә балыҡ иң файҙалы ризыҡ, төрлө аш-һыу әҙерләргә булла унан.
Балыҡтарҙы тоҡҡа һалғас:
– Вот мама обрадуется, что столько рыбы поймал! – тип һөйләнде Саша. Көндөң кискә ауыша башлағанын күреп:
– Домой, – тим, ауылды күрһәтеп.
– Нет! Давай еще немножко, – тип ҡаршылаша ул.
Башты, йоҡлаған кеүек, ике ҡулға ҡуйып күрһәтеп:
– Иртәгә тағы килербеҙ, – тим. Үҙем тотҡан балыҡтарҙы ла уға биргәс, шатлығынан ни эшләргә белмәй арҡамдан яратҡан булды, ике күҙендә йәш бөртөктәре күренеп ҡалды. Битемдән үбеп:
– Мы в жизни такого добра не видели, – тип усы менән күҙҙәрен һөрттө. – Большое спасибо вам, Хамит!
Ҡайтырға сыҡтыҡ. Өй алдында йөрөгән Ольга апай беҙҙе күреп ҡыуанып китте.
– Ой! Сколько рыбы поймали! – тип арҡабыҙҙан һөйҙө. – Хамитик, тебе спасибо! Рахмет! Вот рыбу будем кушать, и тебя позовем, – тип балыҡтарҙы алып өйгә кереп китте.
Мине улар бер туғандары кеүек күрҙе. Сашаны ауыл тормошона өйрәтеүҙе үҙ өҫтөмә алдым: колхоз эштәрен башҡарыу өсөн атта йөрөү, утын-бесән әҙерләү, мал ҡарау кеүек шөғөлдәрҙе бергә башҡарҙыҡ. Мин яңы дуҫым өсөн уҡытыусы булдым, улар иһә мине рус телендә һөйләшергә өйрәтте.
Ауыл мәктәбендә алған белем менән бергә тормош мәктәбе һабаҡтарын да үҙләштереп, һуғыш туҡтауын, атайҙарыбыҙҙың еңеп ҡайтыуын зарығып көттөк.
Ольга апайҙың кешелекле, уңған ҡатын икәнлеге күренеп тора. Белемле лә булғас, идара ултырышында бер тауыштан уға колхоздың малсылыҡ эшен етәкләүҙе тапшырҙылар. Алтын ҡуллы апайҙы ауыл халҡы ихтирам итте, гел маҡтап һөйләне.
Был хәл 1943 йылдың авгусында, сәскән игендәр һарғая башлаған ваҡытта булды. Ауыл башында торған апаһына барғанда иптәшем Зәбирҙең уң аяғының балтырын эт тешләне. Яраһы ҙур булғас, ҡанын туҡтата алмағандар.
– Баламды эттән талатып үлтерәһегеҙ бит! – тип иланы әсәһе ҡанға батҡан улын күреп. Шул мәл кемдер Ольга апайҙы осратып, нимә булғанын һөйләп биргән. Ул, бөтә эшен ташлап, Зәбир янына килде. Ҡанды туҡтатып, яраһын йыуып бәйләп, Зәбирҙе йыуатты.
– Яраң ҙур, өйҙә генә төҙәлерлек түгел, – тине ул һәм хәҙер үк дауаханаға барырға кәрәклеген әйтте. Көн кискә ауышып барғанлыҡтан, Зәбирҙәрҙең егергә өйрәтелгән йәш үгеҙендә иртәнсәк мине дауаханаға ебәрергә булдылар. Таң менән үгеҙҙе ике тәгәрмәсле арбаға егеп, күп кенә бесән һалдым. Аяғының ауыртыуынан түҙә алмаған Зәбир илап та ала.
– Их, Хәмит, нисек ауыртҡанын белһәң ине, – ти ул ыңғырашып.
Беҙ үгеҙ атлауы менән ауыл ҡырындағы тауҙы менеп, бейек булып үҫкән арыш баҫыуын үттек. Тирмән тауы өҫтөндәге имәнлекте сыҡҡас:
– Хәмит, ҡара әле, офоҡта паровоз төтөнө күренә, – тип миңә күрһәтте дуҫым. – Беҙ дауаханаға китеп барған кеүек, көнбайыштан һуғыш ҡырҙарынан яраланған һалдаттарҙы госпиталдәргә алып ҡайталарҙыр.
Ауылда радио булмау сәбәпле, һуғыш хәбәрҙәрен гәзит биттәренән Ольга апай уҡый, рус-япон һуғышында йөрөп ҡайтҡан Шәмсетдин бабай тәржемә итә. Беҙҙекеләр фәлән ҡаланы азат иткәндәр, тип, күрше апай ҡат-ҡат уҡып күрһәтә лә:
– Оҙаҡламай һуғыш бөтә, беҙҙекеләр еңәсәк! – тип шатландыра.
Һуғыш тураһында һөйләшеп, район дауаханаһына барып еткәнебеҙҙе һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Зәбирҙең арбала ятҡанын күреп, аҡ халат кейгән ике апай ҡаршыбыҙға сыҡты. Йүгереп носилка алып килделәр, миңә көтөп торорға ҡуштылар. Байтаҡ ваҡыттан һуң апайҙарҙың береһе яныма килеп:
– Ярай әле ваҡытында алып килгәнһегеҙ! Инфекция эләкһә, ҡотҡарып та булмаҫ ине. Тәүге ярҙамды кем күрһәтте? Яраһын йыуып, ҡанын туҡтатып, ваҡытында ярҙам иткәнһегеҙ, ғүмерен һаҡлап ҡалғанһығыҙ, – тине.
– Ауылға һуғыш яҡтарынан килгән Ольга исемле апай ярҙам итте. Тиҙ генә больницаға ебәрергә ҡушҡан кеше лә ул, – тинем.
– Донъя күргән, уҡыған ҡатындыр? Ҡайтҡас, беҙҙән рәхмәт әйт. Хәҙергә ҡайтып китһәң дә була. Дуҫыңа оҙаҡ ҡына ятырға тура килер. Әсәһе, туғандары килеп китер әле, – тип дауаханаға инеп китте табип.
Бер-ике аҙнанан һуң, яраң былай ҙа төҙәлә тип, ҡултыҡ таяғында йөрөй башлаған Зәбирҙе ауылға ҡайтарҙылар. Беҙ уны фронттан яраланып ҡайтҡан һалдатты ҡаршылаған кеүек ҡаршыланыҡ.
– Их, малайҙар! Белһәгеҙ икән, больницала ятыуы бигерәк ҡыйын! Йәйҙең матур көндәрендә әсәйгә ярҙам итергә кәрәк. Ҙур рәхмәт инде Ольга апайға. Уның ярҙамы менән больницаға оҙатылыуымды бер ҡасан да онотасаҡ түгелмен, – тип, уны ҡараған врачтарға, шәфҡәт туташтарына үҙенең бөтмәҫ рәхмәтен белдерҙе дуҫым.
Дауаханала ятҡанда фронттан яраланып ҡайтҡан Хәйрулла исемле күрше ауыл ағайы менән танышҡанын әйтте. Яралары ныҡлап төҙәлеп тә бөтмәгән икән. Разведчиктар ротаһында хеҙмәт итеүе, ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та ваҡиғаларға тарыуы, күҙгә төртһәң күренмәгән төндәрҙә фронт линияһы аша сығып, кәрәкле мәғлүмәт табыуы, немец офицерын алып сығыуы тураһында һөйләгән. «Энекәш, яраң ҡуркыныс түгел, тиҙҙән төҙәлер. Ә бына бөтә ил халҡын илатҡан йөрәк яраһы бер ҡасан да төҙәлмәйәсәк», – тигән разведчик ағай.
– Фронттан кейеп ҡайтҡан гимнастеркаһының түшенә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, миҙалдар таҡҡан. Уны бөтәһе лә – табиптар ҙа, шәфҡәт туташтары ла ихтирам итте. Көн аралаш янына: «Хәйрулла, хәлең нисек?» – тип бит-төҫкә матур апай килеп инә. Шул мәл беҙҙең бүлмә яҡтырып киткәндәй, яраларҙың ауыртҡаны бөткәндәй булып китә. Уның Хәйрулла ағай менән йомшаҡ, матур итеп һөйләшкәнен тыңлап һоҡлана инек. «Хәйруллаҡайым, тамағың да аслы-туҡлылыр, – тип битенән үбеп ала, алып килгән ризыҡтарҙы алдына ҡуйып, арҡаһынан яратып ашата. – Тиҙерәк һауығып ҡайт инде, балалар ҙа һағынды, атайыбыҙ ҡасан ҡайта, тип зарығып көтәләр», – ти матур апай. «Гөлйөҙөмкәйем, борсолма! Хәҙер һауығам бит инде!» – тип яуаплай Хәйрулла ағай. Ҡамасауламайым, иркенләп һөйләшһендәр тип дауахана алдына сығып китһәм:«Әй, һин, бәләкәй һалдат! Ҡайҙа китеп юғалдың? Кер әле! Ағайың менән бергә ултырып аша», – тип көсләп ултырта Гөлйөҙөм апай. Бешкән тауыҡ итен ҡулға тоттороп, икмәк киҫәгенә яңы айыртҡан ҡаймаҡ, бал яғып сәй эсерәләр. «Туғанҡайым, оялма, аша. Тамағыңа ашаһаң, яраң да тиҙ төҙәлер, һин йәш кеше», – тип көсләп ашаталар.
Һалдат ағай менән һөйләшкәндәрен беҙгә бәйән иткәндән һуң Зәбир, өҫтәл ҡырында стенала эленеп торған мандолинаны алып, матур көйҙәр сирттерә. Атаһының төҫө итеп һаҡлаған музыка ҡоралына ҡарап:
– Их, атайым ҡайтһа, икәүләп уйнар инек! – ти.
Ауыл уртаһындағы клубтың бикле йоҙағын асып кереүсе лә юҡ. Киске уйын, кино кеүек тамашалар булмағас, йәштәр йәйҙең йылы кистәрендә Зәбирҙәрҙең ҡапҡа төбөндә йыйыла. Дәрттәре ташып торған ҡыҙҙарҙы мандолинаға бейетеп, таң атҡансы уйната, йырлата. Шулай күңел асып, аҙыраҡ ял итеп алалар ҙа, бер минут та һуңламай колхоз эшенә китә йәштәр.
– Әлдә күңел асырға Зәбир бар. Ана нисек уйнай, бейемәҫ ереңдән бейерһең, – тип маҡтап та алалар егетте.
Һуңғараҡ әсәһе, юҡты бар итеп, бер бот онға алмашып, Зәбиргә ҡулдан ҡыңғыраулы Саратовский гармуны алып бирҙе. Шатланғанын күрһәгеҙ! Кистәрен йылы мунсала ныҡлап уйнарға өйрәнде.
Көҙ етте. Мәктәптә уҡыу башланды. Әсәйҙәр колхоз эшенән бушамай, ындыр табағына иген таҙалау кеүек эштәргә йөрөй. Ауыл халҡы фронт өсөн ит, һөт, май әҙерләй. Ферма һыйырҙарын һауып, халыҡтан да өй буйынса йөрөп һөт йыялар, шуны ҡаймаҡ итеп ебәрәләр.
Бер мәл, илтеп тапшырырға ылау булмау сәбәпле, ҡаймаҡ тултырылған флягаларҙы кистән ферманың ҡарауыл өйө ҡаршыһындағы ҡар баҙына төшөрөп ҡуялар. Маһира еңгә, һәр береһен һанап, күрһәтеп, мискәләрҙе Тимерғәли бабайға тапшыра ла ишекте йоҙаҡлап ҡайтып китә.
Тимерғәли бабай ҡар баҙы алдынан китмәй. Үҙе турап яһаған тәмәкеһен төрөп тартҡанда: «Ошо тәмәкене ташлап булмай бит, суҡынған. Төнө лә ниндәй ҡараңғы!» – ти үҙ алдына. Тәмәкенең уты йыраҡҡа күренһен тип, ҡар баҙы алдында әйләнеп йөрөп тарта. Ай ҙа һуң сыҡҡанға күрә, күк йөҙө ҡараңғы, йондоҙҙар ҙа юҡ.
– Исмаһам, айы ла сыҡмай бит, ә! Күҙгә төртһәң күренмәй, башҡа ваҡыт былай уҡ булмай торғайны, – тип һуҡранып ала. – Бынау ферма ҡырындағы тау ҙа күк йөҙөн ышыҡлай. Тау аҫтына ферма төҙөүләрен әйт!
Тәмәкеһен һүндереп, төрлө уйҙарға сумып, йәшлек йылдарын иҫкә төшөрөп ултырғанда ферманың икенсе башында шатырлап ағас һынған тауыш ишетә.
– Нимә бар унда? Берәй малды һөҙөп ташламаһындар, – тип, кәрәсин һалынған һуҡыр шәмде ҡулына тотоп, тауыш сыҡҡан яҡҡа атлай ҡарауылсы. Был ваҡытта кем йөрөр икән, тип һауын һыйырҙары ябылған кәртәне ҡарап сыға. Ҡайһы берҙәренең көйшәп ятҡанын, күптәренең баҫып торғанын күреп:
– Шайтандар, ҡурҡыттығыҙ бит. Бер-бер хәл булдымы әллә, тип торам, – тип һуҡранып, йәш башмаҡтар ябылған кәртәне лә ҡарап сыҡҡас, күңеле булып, урынына әйләнеп килә. Ни күҙе менән күрһен – ҡар баҙының ишеге асыҡ. Йоҙағын ватып, ергә ташлағандар. Фонаре менән яҡтыртып, флягаларҙы һанаһа – берәү юҡ.
– Ҡәһәр һуҡҡандар, ниндәй ауыр мискәне алып киткәндәр. Ни тип яуап бирермен? Ҡарт көнөмдә төрмә юлын тапармын микән ни? – тип үрһәләнә бабай. Таң атҡас, колхоз идараһына барып, эҙләшергә кешеләр һорарға була. Йыраҡ алып китмәгәндәрҙер, табырбыҙ, тип уйлай ул.
Тимерғәли бабай килгәндә идара йорто бикле була. Ишек алдында көтөп торғанда Батырша бабай күренә:
– Тимерғәли, нәмә булды? Кемде көтәһең таң менән? Минеме? – ти идара башлығы.
– Батырша, бөттө баш! Үлтерҙеләр! – бабайҙың күҙенән йәш бәреп сыға, ҡаймаҡ урлауҙы һөйләп бирә.
– Фляга энә түгел бит, эҙләп табырбыҙ. Үҙебеҙ тапмаһаҡ, райондан милиция саҡыртырбыҙ, – тигәс, ҡарауылсының эсенә йылы инеп китә. – Үҙең урламағанһыңдыр бит?
– Аллам һаҡлаһын! Бармаҡ та тығып ҡапҡаным юҡ, – ти Тимерғәли бабай.
– Атҡа һалып, йыраҡҡа алып китмәһәләр, табырбыҙ. Хәҙер идара кешеләрен йыйып, эҙләү ойошторорбоҙ, – тип тынысландыра Батырша.
Тиҙ арала идараға кеше йыйылды. Мин дә барҙым. Бер нисә кешене Тимерғәли ҡарт менән ферма тирәһен ҡарарға ебәрергә булдылар.
– Табабыҙ! Әйҙә, киттек! Хәмит энекәш, һин дә ҡалма, – тип, үҙҙәре менән мине лә эйәрттеләр.
Фермаға еткәс, юлды ҡарап сыҡтыҡ. Ат эҙен сырамытыу өсөн тирә-яҡты тикшерҙек.
– Юҡ, ат-арба эҙе күренмәй, – тип тирә-яҡтағы сүп өйөмдәрен, соҡор-саҡырҙы һәнәк менән төрткөләп, ферма эсен ҡарап сыҡты ағайҙар. – Ҡаймаҡ тултырылған фляга ауыр, 80-90 килограмм булыр. Йыраҡ алып китәлмәҫтәр, иптәштәр! Ошонда ғына булырға тейеш, ныҡлап ҡарарға кәрәк.
– Фронт өсөн әҙерләнгән ризыҡ! Тамағына таш булып барһын инде! – тип әрләнеләр бурҙы. – Ауыл халҡынан, колхоз фермаһынан стаканлап йыйылған һөт бит. Фронтҡа ебәрәһе һалдат ризығын урларға нисек ҡулдары барған? Тотһалар, иң ҡаты яза биреп төрмәгә ултыртырға!
Ферма тирәһен ҡарап бөткәс, Ольга апай:
– Иптәштәр, һеҙ нисек уйлайһығыҙҙыр, белмәйем, минеңсә, ҡаймаҡ йылғала булырға тейеш. Ни өсөнмө? Ул кеше уйлап эшләгән. Ҡаймаҡ һалҡын һыуҙа боҙолмай, кеше күҙенә күренеп тә ятмай. Йәшереү өсөн иң ҡулай урын, – тине.
Оҙон ҡолғалар менән һыуҙан эҙләй башлағас, Тимерғәли бабай:
– Табылһын ғына, аҙаҡҡы тауығымды һуйып булһа ла һыйлайым һеҙҙе, Алла бирһә, – тине.
Бөтәһенән дә алда барған Шәмсетдин бабайҙың һәнәге ниндәйҙер ҡаты нәмәгә бәрелде.
– Ҡарағыҙ әле, ниҙер бар бында! – тип ҡысҡырҙы ул. – Таптым бит тегене, килегеҙ бында! Ә һин, Тимерғәли, бар, ҡайт, теге тауығыңды һуя тор!
– Шәмсетдин, туҡта әле! Тәүҙә күрәйем нимә икәнен. Йә берәр буш мискәҙер, – тине Тимерғәли бабай.
– Бабай, хәҙер үҙем алып сығам, – тип эске ыштандан ғына һыуға сумдым. Башым күренеү менән:
– Нимә, Хәмит улым, мискәме? – тиеште ярҙағы кешеләр.
– Эйе! Күтәрә алмайым, ауыр. Тартып сығарырға бау кәрәк.
Ярға сығарғас, ҡапҡасын асып ҡаранылар: фляга тулы.
– Былай булғас, күңелем баҫылды. Эш бөткәс, бөтәгеҙ ҙә беҙгә килегеҙ! – тип, Тимерғәли ҡарт алдан ҡайтып китте.
Беҙ ҡаймаҡты ҡарауыл өйөнә алып килгәндә Маһира еңгә, ҡалған флягаларҙы арбаға ултыртып, тапшырыу пунктына китергә тора ине. Беҙҙе күргәс:
– Ҙур бәләнән ҡотолдоҡ! – тип һөйөндө. Мискәне арбаға ултыртҡас, ҡуҙғалып та китте.
– Юлда тағы юғалта күрмә! – тип артынан ҡарап ҡалдыҡ.
Шунан күмәкләп Тимерғәли бабайҙарға киттек. Урам ҡапҡаһы асыҡ, ихатала бер кем күренмәй. Ишек алдына күҙ һалдыҡ. Йортоноң өс тәҙрәһе урам яғына ҡарап тора. Ауыл ерендә ундай өйҙәр һирәк осрай. Хәлле йәшәгәне күренеп тора. Ҡаралтыһы ла төҙөк. Әленән-әле нығытып торғанғалыр, емерелеп, туҙып ятҡан бер нәмә күренмәй. Ишек алды тулы ҡош-ҡорт.
– Кеш! Китегеҙ әле, юл бирегеҙ! – тип, арт ҡапҡанан Тимерғәли бабайҙың ҡарсығы Йөҙлөбикә әбей күренде.
– Ҡунаҡтар килгән! Әйҙәгеҙ, үтегеҙ! – тип өйгә керергә көсләне.
Өй эсе матур итеп йыйыштырылған. Түр яҡта – ҙур һике. Уға аҡ кейеҙ йәйелеп, түр яҡ босмаҡҡа ята торған түшәк-яҫтыҡ өйөлгән. Һике уртаһындағы ашъяулыҡта еҙ самауыр шыжлап ултыра.
– Әйҙәгеҙ, тартынып тормағыҙ! – тип Тимерғәли бабай түргә саҡырҙы, еҙ тасҡа йылы һыу һалып, ҡулыбыҙҙы йыуҙырҙы.
Шәмсетдин бабайҙы иң түргә ултыртып, беҙ һике ҡырлап теҙелештек. Ольга апай һике эргәһенә ултырғыс ҡуйып ултырғас, Шәмсетдин бабай:
– Элек башҡорттар былай ултырмаған, ҡыҙым. Иҙәнгә кейеҙ йәйеп, ҡайһыһы – һуҙылып ятып, ҡайһыһы ҡырын төшөп, бешкән йылҡы ите ашағандар, ҡымыҙ эсеп ял иткәндәр, – тине.
– Йылҡы нимә була ул? – тип һораны Ольга апай.
– Йылҡы – егелмәгән йәш ат ите, егелгән малдың ите тәмле булмай, – тип аңлатты Шәмсетдин бабай.
Йөҙлөбикә әбей ҡаҙан яғынан ҙур ағас ҡоштабаҡҡа һалынған, пары боҫорап торған тауыҡ ите килтерҙе лә Тимерғәли бабайҙың алдына ҡуйҙы:
– Ҡарт, әҙ генә һыуынғас, өлөштәргә бүлгеләп, ҡунаҡтарыңа таратырһың.
– Ярай, ярай! – тине Тимерғәли ҡарт.
– Әлдә табып бирҙегеҙ, һуғыш ризығын урлатҡан өсөн һыйырыбыҙҙы йә башҡа малыбыҙҙы һаттырырҙар ине. Аяҡ аҫтына ташлаһалар ҙа кешенекен ала торған түгел ул бабайым. Һеҙгә иҫәнлек, оҙон ғүмер теләйем, – тип аштан ауыҙ итергә ҡушты Йөҙлөбикә әбей.
– Үәт тәмле тауыҡ һурпаһы, – тине Шәмсетдин бабай, – маңлайҙан тирҙәр бәреп сыҡты!
Бер-береһенә баштарынан кисергәнде һөйләп, һүҙ көрәштереп ултыра торғас, байтаҡ ваҡыт үтте. Шәмсетдин бабай менән Тимерғәли бабай егет булып йөрөгән саҡтарын, мәрәкәләрен һөйләп беҙҙе көлдөрҙө. Йөҙлөбикә әбей урталағы еҙ самауырҙан сәй яһап, йүкә балы менән һыйланы.
Аҙна буйына ер-күк бер булып буран ҡоторҙо, өй ҡыйыҡтарына ҡәҙәре ҡар һалып китте. Ҡар баҫып киткән кешеләрҙең ишектәрен күршеләре көрәп асып сығарҙы. Буран тымғандан һуң март ҡояшы йылы нурҙарын һипте, көндәр йылына башланы, яҙҙың яҡынлашыуы беленде. Көслө бурандан һуң юл булмаһа ла, фронт хәбәрҙәре тиҙ килеп етә. Беҙҙең ғәскәрҙәрҙең илде немец илбаҫарҙарынан азат итеп, Польша, Болгария, Чехословакия ерҙәренә аяҡ баҫыуы тураһында Ольга апай гәзиттән уҡып ишеттерҙе:
– Иптәштәр! Һуғыш оҙаҡламай бөтә! Беҙҙекеләр Берлинға яҡынлашҡан! – тип һөйөндөрҙө ул ауыл халҡын.
Юл асылғас, яҙғы сәсеү эштәре барышын күрергә райондан вәкил килде. Йыйылыш буласағын әйттеләр. Идара кешеләре менән кәңәшләшеп, иртә таңдан уҡ халыҡты мәктәптең бер бүлмәһенә йыйырға уйланылар.
Колхоз рәйесе Батырша бабай йыйылыш башланғансы уҡ:
– Быйыл эшләй алмайым, мине бушатығыҙ, – тип һораны.
Һуғышҡа тиклем уҡытыусы булып эшләгән Сабир ағай яңы ғына фронттан ҡайтҡайны. Райондан килгән вәкил йыйылыш башланғансы уны саҡыртып һөйләшергә уйланы.
... Мәктәптә балалар уҡытып, ҡатыны Нурия менән ике бала үҫтереп, матур ғына донъя көтөп ятҡанда һуғыш иғлан ителгәс, Сабир ағайҙы ла тиҙ арала район хәрби комиссариатына саҡырттылар.
– Бөгөндән хеҙмәткә алабыҙ, – тип, өйөнә лә ҡайтармайынса, алып та киттеләр.
Сабир ағай рота командиры булып тәғәйенләнә. Украина фронты составында бер ауылды немец илбаҫарҙарынан азат иткәндә ҡаты яраланып госпиталгә эләгә. Уң ҡулы снаряд ярсығынан ныҡ йәрәхәтләнгән була. Баш врач:
– Сабир Файзуллович, яраң төҙәлерлек түгел, ҡулыңды киҫмәйенсә булмаҫ, – тигәс, Сабир ағай:
– Киҫегеҙ, яралы ҡул менән барыбер бер ни ҙә эшләй алмам, – тип риза була.
Ҡулы аҙыраҡ төҙәлгәс, уны Башҡортостанға ҡайтарып ебәрәләр. Күрше ауылдан станцияға барған ылауға ултырып ҡайтып төштө. Ул көн бар ауыл өсөн ҙур ваҡиға булды. Йәше-ҡарты һалдат күрергә, һуғыш яңылыҡтарын ишетергә йыйылды. Нурия апайҙарҙың ишеге көнө буйы ябылманы. Сабир ағайҙан әле теге, әле был ауылдашыбыҙҙы һораштылар.
– Юҡ, апайҙар, осратманым. Фронт линияһы оҙон бит, һуғыш ҡырҙарын нисек урап сығаһың? Осратһам, рәхәтләнеп бер һөйләшкән булыр инек. Тыуған ерҙе иҫкә алып һөйләшһәң, рәхәт булып ҡалыр ине, бигерәк һағындыра бит үҙебеҙҙең яҡтар. Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ! Украина, Белоруссия ерҙәре немец илбаҫарҙарынан азат ителде, емерелгән ауыл-ҡалаларҙа тергеҙеү эштәре алып барыла. Польша, Болгария һәм башҡа илдәрҙе азат итеү өсөн һуғыша беҙҙекеләр, – тип йыуатты ул апайҙарҙы.
Сабир ағайға бер көн дә ял итергә бирмәнеләр. Яҙғы эштәр яҡынайып килә – сәсеү эштәрен ойоштороп, орлоҡто ваҡытында сәсеп ҡалырға кәрәк. Райондан килгән вәкил йыйылышҡа килеүен һорағас, Сабир ағай өҫтөнә шинелен кейеп, уң ҡулының еңен ҡайышына ҡыҫтырып, колхоз идараһына табан атланы. Гөж килеп, аяғөҫтө баҫып ҡаршы алдылар үҙен. Ҡосаҡлашып иҫәнләшкәс, Батырша бабай халыҡты тынысландырырға була ҡулын күтәрҙе:
– Тынысланығыҙ әле, иптәштәр! Бөгөн беҙҙең өсөн төп мәсьәлә – яҙғы сәсеүгә әҙерләнеү, – тип һүҙен башланы ул. – Ерҙәребеҙ уңдырышлы булһа ла, сәсерлек орлоҡ аҙ. Баҫыуҙарҙы эшкәртергә ҡорамал етешмәй. Бар орлоҡто ла сәсһәк, район тарафынан ярҙам булыр микән?
– Иптәштәр, ҡайғырмағыҙ. Орлоҡ була, ваҡытында сәсә генә күрегеҙ. Илгә икмәк кәрәк! – тине вәкил.
– Орлоҡ булһа, бүтәнен үҙебеҙ эшләрбеҙ. Ауылдаштарыбыҙ эшсән, ваҡытында сәсербеҙ, ваҡытында йыйып та алырбыҙ, – тине Батырша бабай.
Башҡа етешһеҙлектәр тураһында ла һөйләгәндән һуң район кешеһе һүҙ һораны:
– Иптәштәр! Иң мөһим мәсьәләгә күсәбеҙ. Өҫтөбөҙгә төшкән бурысты үтәү өсөн ойоштороусы ла кәрәк бит. Батырша олатай олоғайҙы, әлдә йәштәр урынына ал-ял белмәй тир түкте. Ауыл халҡы менән бергә фронт өсөн эшләгән батырлығын илебеҙ бер ҡасан да онотмаясаҡ, – тип, Батырша бабайға маҡтау һүҙҙәре еткерҙе һәм уны колхоз идараһы башлығы вазифаһынан бушатыу хаҡында әйтте.
Батырша бабай янында ултырған Сабир ағайға ҡарап ҡуйҙы ла:
– Фронттан яраланып ҡайтҡан ауылдашыбыҙҙы рәйес итеп ҡуйырға тәҡдим итәм. Һуғышҡа киткәнсе ауылдың комсомол секретары булыуын, фронтта партия сафына алыныуын, тыуған ил өсөн хеҙмәт итеүен бөтәгеҙ ҙә беләһегеҙ. Кем дә кем риза, ҡулын күтәрһен, – тигәйне, бөтә зал бер тауыштан:
– Һайлайбыҙ! Һайлайбыҙ! – тип гөж килде.
Сабир ағай түҙмәне, халыҡ алдына сығып:
– Ышанысығыҙ өсөн рәхмәт! Беләһегеҙ, иптәштәр, ауыр ваҡыт, һуғыш әле бөтмәгән. Фронтҡа икмәк кәрәк, ас һуғышып булмай. Мине һайланығыҙ ҙа, бөтәһе лә була, тип тынысланырға түгел. Ошо ауырлыҡтарҙы еңер өсөн бергә эшләргә кәрәк, – тине. Ольга апай:
– Сабир Файзуллович, не бойся, война скоро закончится. Беҙҙекеләр победит, – тине русса ҡатыш башҡортсалап. – Бергә эшләһәк, бөтә ауырлыҡтарҙы ла еңербеҙ.
– Һуғыштың иң ауыр йылдарында ла бирешмәнек, Сабир туған, ҡурҡма. Берҙәмлеккә ни етә, – тине башҡалар ҙа.
Сабир ағай шулай эшкә тотондо. Яҙғы сәсеү мәлендә бөтә халыҡ баҫыуҙа. Берәүҙәр ат менән орлоҡ ташый, икенселәр ер тырмалай. Сәсеү майҙанын ҙурайтыу маҡсатында үткән йыл һөрөлмәй ҡалған уңдырышлы ерҙәрҙе лә һөрөргә булдылар. Ҡар иреп бөткән баҫыуҙарҙа эш ҡыҙғандан-ҡыҙҙы.
1945 йылдың майында Сабир ағай менән Әсмә апай иртә таңдан ашығыс телеграмма ҡағыҙы алып ҡайтты. Унда һуғыш бөтөүе, капитуляцияға ҡул ҡуйылыуы тураһында яҙылғайны. Барыһы ла идара ҡаршыһына йыйылды. Сабир ағай гөж килеп торған халыҡты тынысландырып:
– Иптәштәр! Дүрт йыл буйына көткән Еңеү менән ҡотлайым, – тине. – Хәҙер, бөтә ауырлыҡтарҙы онотоп, илде тергеҙеүгә көсөбөҙҙө һаласаҡбыҙ. Еңеү шатлығынан быйыл күберәк сәсергә кәрәк, иң кәрәге икмәк бит. Оҙаҡламай ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләү эше башлана, барыһына ла өлгөрөргә кәрәк!
Яҙҙы Еңеү байрамы менән ҡаршылаған ауыл халҡы сәсеү эштәрен ҙур ойошҡанлыҡ менән ваҡытында тамамланы. Һабантуй булаһы көндө идара ултырышында билдәләнеләр. Йонсоған халыҡтың күңелен күтәреү, һуғыш ҡырында ятып ҡалған ауылдаштарҙы иҫкә алыу өсөн ҡаҙан аҫып, аш-һыу бешерергә булдылар. Өй буйынса йөрөп йомортҡа, ваҡ-төйәк әйбер йыйыуҙы комсомол ойошмаһы секретары Хәйҙәр Әминевкә йөкмәттеләр.
Иртәгә һабантуй булаһы көндөң кисендә ауылға егелгән аттарҙа ҡунаҡтар эркелде, арба тауыштары ишетелде. Һөйләшкән, көлөшкән тауыштарҙан ауыл гөр килеп торҙо. Илде ҡоллоҡҡа төшөрөргә теләгән немец фашистарын енеү шатлығынан йәше-ҡарты байрам итергә әҙерләнде.
Йыйынды Дим йылғаһының аръяғындағы аҡланда үткәрергә һөйләштеләр. Көрәшеү, йүгереү, ат сабышы булаһы урындар билдәләнде. Майҙан уртаһындағы шыма итеп йышылған, башына ҡыҙыл флаг эленгән бейек бағана йыраҡтан күренеп, байрам урынын күрһәтеп тора.
Йәйҙең иң матур ваҡыты. Һауала болот та күренмәй, ел дә иҫмәй. Дим ярындағы бөҙрә талдарға ҡунып һайраған ҡоштар тауышы ғына ишетелә. Ҡояш, ҡаршы тау аҫтынан күтәрелеп, бөтә доньяға йәшәү дәрте, көс өҫтәгән төҫлө. Байрамса кейенгән йәштәр һәм ҡарттар һабантуйға ашыҡты. Ҡыуаҡ төптәренә атлы арбалар урынлашты, майҙан халыҡ менән тулды.
Колхоз етәксеһе Сабир ағай, бригадир Әсмә апай, идара етәкселәре, өҫтәренә һалдат кейеме кейгән фронтовиктар күренде. Уларҙы ҡул сабып ҡаршы алдылар.
– Иптәштәр! Ауылдаштар! Бөгөн беҙҙең өсөн шатлыҡлы көн. Бөтә ил өҫтөнә төшкән ауыр һуғыш яфаларынан ҡотолоп, тыныс тормошҡа күсәбеҙ. Күтәренке күңел менән яуаплы эште – яҙғы сәсеүҙе тамамланыҡ. Нисәмә йыл барған һуғыш илебеҙҙең ни тиклем көслө икәнлеген күрһәтте. Еңеү көнө, ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған һабантуй байрамы менән һеҙҙе тәбрикләйем! Ил халҡы тыныс тормошта йәшәһен өсөн көрәшкән фронтовиктарыбыҙ бөгөн беренсе рәттә ултыра. Кейемдәренән әле һуғыш туҙаны ла ҡойолмаған, тәндәрендәге яралар ҙа төҙәлеп бөтмәгән яугирҙәребеҙгә иҫәнлек теләйбеҙ һәм баш эйәбеҙ. Ҡыҙғанысҡа, күп кенә ауылдаштарыбыҙ ил өсөн ғүмерҙәрен биреп, һуғыш яланында ятып ҡалды. Уларҙы бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ, – тине Сабир ағай.
Байтаҡ иптәштәргә һүҙ бирелде, яҙғы сәсеүҙә ҡатнашыусыларҙы маҡтап һөйләнеләр, бүләктәр бирелде. Камилә апайға баҫыу эшсәндәренә тәмле аш-һыу бешергәне өсөн күҙ яуын алып торған француз яулығы менән сигелгән алъяпҡыс бүләк иттеләр.
Концерт башланды. Матур ҡыҙҙар йырҙар йырланы, егеттәр менән парлашып та, күмәкләп тә бейенеләр. Уларҙы алҡыштар менән оҙаттылар. Әсмә апай сәхнәгә сығып:
– Хәҙер район бәйгеләрендә беренсе урын алған һандуғасыбыҙ – Хәйбулла ағайҙың ҡыҙы Ғәлиә сыға, – тип иғлан итте. Быны ишеткәс, тәнем эҫеле-һыуыҡлы булып китте. Ике күҙем – ҡыҙҙа, һәр аҙымын күҙәтәм. Өҫтөндәге матур биҙәктәр төшкән зәңгәр күлдәге, ҡалҡып торған күкрәге, биленә төшкән оҙон ҡара сәстәре, йылмайыулы йөҙө күп егеттәрҙе үҙенә ғашиҡ иттерҙе шул.
Оҙаҡ көттөрмәне ҡыҙ, моңло тауыш менән әкрен генә йырлай башланы. Халыҡ сәхнә янына йыйылды. Миңә яҡын ғына ултырған апайҙар бер-береһенә ҡарашып: «Бына, исмаһам, йырлай, – тип моңло тауышына һоҡланып ултырҙылар. – Матур йырлағанын белһәләр, артислыҡҡа алып китерҙәр инде үҙен». Бөтә күңелен биреп тыңлап ултырған халыҡ, йыр бөткәс, гөж килеп ҡул сабырға тотондо. Халыҡ араһында «Беренсе бүләкте – Ғәлиәгә!» тигән тауыштар ишетелде.
Гүзәл ҡыҙ йөрәгемдә тағы ла тәрәнерәк урын алды, уға ҡарата һөйөүем артҡандан-артты. Ғәлиәне нисек булһа ла күреп, яратыуымды аңлатырға теләп, майҙан эсендәге халыҡ араһынан эҙләнем. Бер ерҙә көрәшәләр, икенсе урында уйын уйнайҙар, йәштәр гармунға ҡушылып таҡмаҡ әйтеп бейей:
Гармунсы булһын йәрең,
Гармунсының бармаҡтары һайын
Мөхәббәте бар уның...
Ҡараһам, Ғәлиә иптәш ҡыҙҙары менән бейеп йөрөй. Уның орсоҡтай бөтөрөлгәнен күргем килеп, алғараҡ сығып баҫҡайным, уртала бейегән ерендә бер-ике әйләнде лә тура миңә килеп баҫты. Көләс йылмайып, ике ҡулын миңә һуҙҙы:
– Хәмит, әйҙә уртаға! – тип саҡырғас, ҡаушап, ни эшләргә белмәй туҡтап ҡалдым.
– Нишләп ялындырып тораһың? – тигәс, ҡулға-ҡул тотоноп, бейеп алып киттек. Беҙҙе күҙәтеп торған ауылдаштарҙың:
– Ҡарағыҙ бынау икәүҙе, нисек матур баҫалар! – тигәнен Ғәлиә ишетеп ҡалды.
– Хәмит, мах бирмәйек! Һынатма, әйҙә, бына шулай! – тип эргәмдә орсоҡтай өйөрөлдө. Гармунсы уйнауынан туҡтағас:
– Ғәлиә, үҙеңә генә әйтәһе һүҙем бар ине, – тинем. Ағастар ышығына барҙыҡ. – Ысын күңелемдән әйтәм – яратам һине! Мөхәббәтем һис ҡасан һүрелмәҫ, иң яҡын юлдашың, ышанысыңды аҡларлыҡ кеше булырмын!
– Хәмит, мин дә һине яратам, – тигән һүҙҙе ишеткәс, Ғәлиәне биленән ҡыҫып ҡосаҡланым да битенән үбеп алдым. – Их! Беҙ һинең менән һәр ваҡыт бергә булырбыҙ, һис ҡасан айырылышмабыҙ!..
Йәй. Иң матур ваҡыт. Зәңгәр күккә күтәрелгән ҡояш, йылы нурҙары менән донъяға йәм биреп, бар тереклекте уята. Ошо мәлдә иң яуаплы эш – ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы, бесән әҙерләү башлана.
Колхоз рәйесе Сабир ағай менән бригадир Әсмә апай, иртә таң менән ауылдың бер башынан икенсе башына йөрөп, бесәнселәрҙе яланға ебәрергә ашыҡты. Райондан бирелгән планды үтәү өсөн эшкә йәшен-ҡартын йәлеп иттеләр. Ауыл халҡы егеүле аттарға ултырып, сыр-сыу килешеп, урман-ҡырҙарҙа сабылған бесәнде ҡуна ятып эшләргә китте.
Эҫе көн. Баш өҫтөндә ҡыҙҙырған ҡояш яңы сапҡан үләнде көнөндә киптерә. Йәш ҡыҙҙар бесәнде күбәләп арбаларға тейәй ҙә кәбән өйөүселәр янына ташый. Мин эш араһында Ғәлиәгә күҙ һалып алам. Ул иптәш ҡыҙҙары менән көлөшә-көлөшә эшләй. Өҫтөндә – еңһеҙ күлдәк, үреп һалған оҙон сәсе биленә төшөп тора. Сөйөп бәйләгән ҡыҙыл яулығы йыраҡтан уҡ күренә.
Төшкө ашҡа туҡтағанда аттарҙы туғарып, шишмәгә алып барып эсерәбеҙ. Үҙебеҙ ҙә йыйылып ятҡан һыуҙа ҡойоноп сығабыҙ ҙа яңы көс менән төшкө ашҡа йүгерәбеҙ.
– Уф, асыҡтыҡ! – тигән булып туҫтағыбыҙға аш һалдырып алабыҙ.
Алтынмы әллә, көмөшмө әллә
Ҡулыңдағы йөҙөктәр.
Ауыҙҙарыңда тотарлыҡ
Һеҙ бешергән аҙыҡтар, –
тип йырлап, ҙур телем икмәк менән ит киҫәге эләктерәбеҙ ҙә ағас күләгәһенә ултырабыҙ. Аҙаҡ сейә, еләк, ҡарағат япраҡтары һалып ҡайнатҡан һөтлө сәй эсеп, ял итергә таралышабыҙ.
Ғүмере буйы ауыр эштә эшләгән киң күкрәкле Шәмсетдин бабай кәбән башында тора. Кәбәнде унан да оҫта өйгән кеше юҡ – бесәндең бер усмаһы әрәм булмай, көҙөн һыу ҙа үтмәй. Ямғыр яуған бер көндө уның янына йыйылдыҡ.
– Бабай, йәш ваҡытыңды һөйлә әле, – тип һораныҡ ҡыҙыҡһынып.
– Нимәһен һөйләйем инде? Беҙҙең йәшлек һеҙҙеке кеүек булманы бит ул. Мәктәптә уҡыу, уйынға йөрөү ҡайҙа инде! Мине атайым ун дүрт йәшем тулмаҫ борон тифтан үлгән ағайымдың ҡатынына өйләндерҙе.
– Кит, бабай, кеше ун өс йәштә өйләнәме ни? – тибеҙ аптырап.
– Өйләнәһең икән шул, атай-әсәй ҡушҡас, – тип яуаплай ул. – Атайым ауылда бай кеше һаналды. Малдар ситкә китмәһен өсөн мине еңгәмә өйләндерҙе лә инде. Шулай бер мәл баҙарҙан йөрөп ҡайтҡас, әсәйемә: «Ҡара әле, әсәһе, Шәмсетдинде барыбер ҡасан булһа ла өйләндерергә кәрәк бит. Күпме йылҡы малы, йорт-ҡура – еңгәһенә өйләнһә, бөтәһе лә үҙебеҙгә ҡала. Оҡшамаһа, тора-бара йәш кәләш алыр», – тип хәбәр һалған.
Бер көндө ауыл башындағы тауҙа малайҙар менән тау шыуып йөрөһәк, апайым килә. Ҡул болғап мине әйҙәй.
– Әйҙә, ҡайт, – ти. – Атай саҡыра.
Малайҙарға:
– Хәҙер киләм, шыуа тороғоҙ, – тинем дә Шәмсиниса апайым менән өй яғына йүгерҙек.
Йүгерә-атлай ҡайтып еттек. Атайым түр яҡта әҙерләнгән табында аш ашап ултырған еренән мине янына саҡырып алды ла:
– Улым, һин ҙур егет булдың инде. Әсәйең менән кәңәшләштек тә матур еңгәңде үҙеңә кәләш итеп бирергә уйланыҡ, – тине.
– Ул оло бит, беҙҙең менән уйнарға ла сыҡмай!
– Сығыр-сығыр, уйнаған ерендән алып та ҡайтыр, – тип көлөп ҡуйҙы атайым.
Был хәбәр тиҙ арала бөтә ауылға таралды. «Шәмсетдин үҙенән оло еңгәһенә өйләнә, ти. Үҙем үҫтереп алам, тип әйтә икән еңгәһе», – тип шау килделәр.
Шәмсетдиндең кәләшенең
Еләндәре алтын, көмөш уҡалы.
Ун өс йәштән кәләш ала
Бик йәш булған егеттәрҙең уңғаны, –
тип йыр сығарып та йырланылар.
Никах көнө килеп етте. Мине кейәү егете итеп кейендерҙеләр. Атайым миңә ҡарап торҙо ла:
– Бына ниндәй матур минең улым! Буйы тиһәң, буйы бар, төҫкә лә арыу. Үҙемә оҡшаған! – тине. Әсәйем:
– Киленебеҙ үҙебеҙҙеке, улыбыҙҙы ситләмәҫ, – тип ҡуйҙы.
Бер аҙна буйына туй барҙы. Бер-береһенә йөрөшөп ҡунаҡ булдылар, беҙҙе маҡтай-маҡтай йырҙар йырланылар. Туйҙан һуң бөттө-китте минең бала саҡ. Малайҙар янына тау шыуырға ла бара алмайым, юллап киләләр. «Ҡайт, һин хәҙер бала-саға түгел бит уйнап йөрөргә», – тип әрләп алып ҡайтып китәләр. Бына шулай, рәхәтләнеп тау шыуырға ла бирмәнеләр. Йә, йоҡларға таралышайыҡ, иртәгә таңдан торорға кәрәк! – тип һүҙен тамамланы ул. Беҙ, Шәмсетдин бабайға рәхмәт әйтеп, ҡыуыштарға таралыштыҡ.
...Бер көн Ғәлиә, иптәш ҡыҙҙарынан айырылып, миңә табан ыңғайланы.
– Хәмит, йәй үтеп бара, төшкө аштан һуң иптәш ҡыҙым менән еләккә алып бар әле, – тип өндәште ул.
– Яҡындағы аҡланда бик күп еләк күрҙем, алып барырмын, – тинем һөйөнөп.
Төшкө ашҡа туҡтағас, иптәштәргә һиҙҙермәй генә алдан билдәләп ҡуйған урынға киттек. Үлән араһында тәгәрәп ятҡан ҡып-ҡыҙыл еләктәрҙе күргәс, Ғәлиә:
– Хәмит, күрсе күплеген, аяҡ баҫырға ла урын юҡ! – тип шатлығынан ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.
Силәктәребеҙҙе тултырғас, мине үбеп алды ла:
– Рәхмәт инде, әлдә алып килдең, быйыл еләк йыя алмай ҡала инек, – тине ҡыуанып.
Һәр ваҡыт ярҙам һорауынан, ышаныс белдереүенән тоям – ул да мине ярата, мөхәббәт утында яна. Минең дә Ғәлиә тураһында ғына уйлауымды барыһы ла һиҙә, ахыры.
– Беләбеҙ инде, беләбеҙ! Беҙҙән ҡасып йөрөһәгеҙ ҙә, бер-берегеҙҙе яратыуығыҙ йөҙөгөҙгә сыҡҡан, – тип тынғы бирмәне ҡыҙҙар. – Мөхәббәт уты ялҡын кеүек ул, бер ҡабынһа, һис һүндереп булмай!
Бесән әҙерләүҙең аҙаҡҡы көндәре шулай матур ваҡиғалар менән тамамланды. Ауыл йәштәре менән бергәләп күңел асып, көлөшөп-уйнап үткәргән ваҡыт күңелдә онотолмаҫ хәтирә булып ҡалды.
Йәш саҡта йоҡо тәмле була бит ул. Бер көн ишекте ҡаты итеп ҡаҡҡанға һиҫкәнеп уянып киттем.
– Кем бар унда? Керегеҙ! – тим.
– Иртәнге йоҡоңдан уятам инде, Хәмит туғаным! – Бригадир Әсмә апай икән. – Станцияға иген ташыған апайҙарың менән һине лә ебәрәм. Араларында бер ир-егет булыр, аттарын да ҡараштырырһың. Кистән әсәйең менән һөйләштек, барыр, тине.
– Әсмә апай, барырмын! – тип яуапланым. Поезд күреп ҡайтырмын, күргәндәремде Ғәлиәгә лә һөйләрмен, тип уйлап ҡуйҙым эстән генә.
– Өҫ-башыңа кейен, юлға аҙыраҡ аҙыҡ та ал. Станция йыраҡ ҡына, бөгөн әллә ҡайта алаһығыҙ, әллә юҡ, – тип сығып китте бригадир апай.
Ындыр алдында аттар егелгәйне инде. Иген тейәлгән арбалар янына килеп етеү менән:
– Ана беҙҙең егетебеҙ килә, йыраҡ юлға ир-атһыҙ йөрөү юҡ, – тип ҙурлап ҡаршы алды апайҙар.
Минән алда Зәбиҙә апайҙың арбаһы барасаҡ икән.
– Хәмит туғаным, артта ҡалма, аттарымды һуҡҡылап бар. Берәй нәмә булһа, үҙемә ҡысҡыр, – тине ул. Әкрен генә ҡуҙғалып киттек.
Башаҡтары һарғая башлаған иген баҫыуҙары, елдә тулҡынланып, диңгеҙ кеүек тирбәлә. Ямғыр яумағанлыҡтан, ат тояҡтарынан, тәгәрмәстән күтәрелгән туҙан оҙаҡ баҫылмай торҙо. Көн эҫетә башлағас, өҫтөмдәге еләнемде һалып, күлдәксән генә ҡалдым. Юл буйындағы ауылдарҙы үткәс, һыу буйында туҡтаныҡ. Аттарҙы туғарып, ял итеп, үҙебеҙ ҙә тамаҡ ялғарға ниәтләнек.
Аттарҙы үлән ашарға ебәргәс, мин дә арба янында әҙерләнгән табынға әсәйем ебәргән ризыҡтарҙы алып килдем.
– Хәмит, күп алғанһың, бер аҙна ашаһаң да бөтөрлөк түгел, – тине апайҙар. Зәбиҙә апай минең алға бешкән йомортҡалар ҡуйып, ҡаймаҡ менән ҡушып ашарға ҡыҫтаны. Гөлниса апай яңы бешкән йәймә һондо.
Аттарҙы ашатып, үҙебеҙ ҙә тамаҡ ялғап алғас, аттарҙы бер-бер артлы етәкләп килтерҙем. Әҙерләнеп бөткәс, һәр кем үҙ йөгөнә ултырып, юлға ҡуҙғалдыҡ.
Тау ҡырынан үткәндә минән арттағы арбала барған Гөлниса апайҙың моңло итеп йырлағаны ишетелде:
Аттар сапһа, аттар юртһа,
Күтәрелә юлдан туҙандар.
Йәшлек дәртен ҡайтарырға
Юҡтыр уңа һис бер саралар.
Дим буйы туғайҙары, йәшеллеккә күмелгән болондар аша үткәндә ошо ерҙәрҙә ырыу-ырыу булып йәшәгән башҡорт ҡәбиләләре, уларҙың дошманға ҡаршы берҙәм көрәшеүе хаҡында уйланым. Бай тәбиғәт, йәшәү өсөн уңайлы шарттар күптәрҙе ымһындыра шул.
Зәбиҙә апай аттарын йылға буйындағы ҡыуаҡлыҡ яғына борҙо. Беҙ ҙә уның артынан ыңғайланыҡ. «Станцияға яҡын булһа ла, аттар бик йонсоно. Ошонда туҡтап ял итербеҙ ҙә иртә таңдан беренсе булып барып етербеҙ, шунан иртәрәк ҡайтыу яғына сығырбыҙ», – тигәс, барыһы ла риза булды. Йөк арбаларын бер-береһенә яҡыныраҡ ҡуйҙыҡ. Ҡараңғы төшкәнсе аттарҙы туғарҙым да һәр береһен тышаулап, йылға буйына үлән уртларға ебәрҙем.
– Күрегеҙ әле беҙҙең Хәмитте, аттарҙы ҡайһылай ҡарай! Бына, исмаһам, егет! – тип маҡтаны апайҙар.
– Ундай уңған егеттәр һирәк шул! Һинең менән миңә эләкмәй, бына тигән матур ҡыҙы барҙыр әле, – тип көлөшөп тә алдылар. Гөлниса апай табынға саҡырып, икмәк телеменә ҡаймаҡ яғып тотторҙо, бер киҫәк ит тә һондо. Йәшелсә менән бешкән картуф та ашап алғас, апайҙарға рәхмәт әйтеп, тороп киттем. Ҡараңғы төшөп, күҙ бәйләнә башлағайны инде.
Күктәге йондоҙҙар күбәйгәндән-күбәйҙе, бейек тауҙар артынан ай ҡалҡты.
– Был юлы ай бик нәҙек тыуған, көндәр аяҙ булыр. Яумай торһон әле, көҙгө эштәр күп, игенде лә йыйып алаһы бар, – тиеште апайҙар усаҡ янында һауыт-һаба йыуғанда.
Иртәнсәк Зәбиҙә апай, үҙенең балаһын яратҡан кеүек, арҡамдан һөйөп уятты. «Хәмит туғаным, тор инде», – тигәнгә күҙемде асып ҡарағанда тау артынан ҡояш ҡыҙарып сығып килә ине.
Иртәнге ысыҡ тамсыларынан аяғымдағы ҡаталар еүешләнгәс, үләнле ерҙән атламай ғына йылғаға төштөм дә бит-ҡулымды йыуып алдым. Һыу буйында һайраған ҡоштар моңо, зәңгәр томан, сылтырап аҡҡан йылға тауышы – былар барыһы ла сихри музыкаға оҡшаш ине. Тау өҫтөнән күтәрелгән ҙур ут шары күк йөҙөнә нур һибә, йәшәүгә дәрт уята, яңы көс менән эшләргә саҡыра.
Аттарҙы егеп, тамаҡ ялғап алдыҡ. Кейем, аҙыҡ тултырылған төйөнсөктәрҙе арбаға һалғандан һуң китергә генә тора инек, паровоз тауышы ишетелде.
– Ҡарағыҙ әле, паровоз тауышы ишетелә инде әллә? – тим.
– Паровоз тауышынан туйып ҡасырҙай булырһың әле, – тип көлөштөләр.
Элеватор ҡапҡаһына яҡынлашҡанда эшкә килеүселәрҙең: «Былар ҡайһы колхоздан икән? Бик иртәләгәндәр», – тип һөйләшкәне ишетелде. Ҡапҡа төбөнә беренселәрҙән булып килеп туҡтаныҡ. Иген ҡабул итеүселәр, тоҡтарҙағы игенде ҡарап сығып, йөк бушата торған амбарға алып барырға ҡуштылар. Апайҙар арбалағы токтарҙы ике яҡтан тотоп үлсәүҙәргә ташыны, мин бушаған арбаларҙы тиҙ генә сығарып, икенселәрен килтереп торҙом. Зәбиҙә апай:
– Хәмит, маладис! Йөгөртөп арбаларҙы керетәһең, сығарырға ярҙам итәһең. Һине гел ошолай станцияға алып килербеҙ инде, йәме? – тине.
Беҙ элеваторҙа иген бушатҡан арала әллә күпме вагон таҡҡан поезд үтеп китте. Яҡындан барып күрге килә бит инде.
– Апай, ҡайтышлай вокзалға кереп сығабыҙмы? – тип һораным Зәбиҙә апайҙан.
– Тукталырбыҙ бер нисә минутҡа, – тине ул.
Вокзалға һуғылғандан һуң ҡайтыр яҡҡа ҡуҙғалырға торғанда ҡулына еңел юл сумаҙаны тотҡан бер һалдат өндәште:
– Юл ыңғайы булһа, ултыртығыҙ әле!
Аттарҙы туҡтатып һорашҡас, беҙҙең яҡ кешеһе икәнлеге асыҡланды.
– Әйҙә-әйҙә, ултыр! Һинең кеүек һалдаттар күберәк ҡайтһын ине ул, – тип, уны минең бер арбаға ултырттылар.
Ауылы беҙҙең юл ыңғайында ине. Түшендәге орден-миҙалдарын күргәс, был ағайҙың ябай һалдат түгеллеген аңланым. Унан һуғыш хәбәрҙәрен һорашып, кем булып хеҙмәт иткәнен дә белге килһә лә, ҡыйыулығым етмәне.
Апайҙарҙан ҡалмаҫҡа тырышып:
– На, малҡайҙар! – тип дилбегәне тартҡылап барғанда һалдат ағай:
– Их, тыуған яҡтар нисек матур! Атта йөрөмәгәнгә лә дүрт йыл үтеп китте, – тип үҙе һүҙ башланы. – Һуғыштың башынан аҙағына хәтле һуғышырға тура килде.
Ул танкист булып хеҙмәт иткәнен һөйләй башланы ла, кеҫәһенән ауыҙ гармуны сығарып, моңло итеп уйнап күрһәтте.
– Мә, ҡустым, һиңә бүләк булһын, – тип, арҡамдан яратып алды ла миңә һуҙҙы. Һөйләшеп килә торғас, уның ауылына килеп еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалдыҡ. Арбанан төшөп ҡалғанда: «Ҡустым, рәхмәт! Тағы ла осрашырбыҙ әле», – тип ҡул болғап тороп ҡалды һалдат ағай.
Беҙ ауылға ҡайтып еткәндә көн кискә ауышҡайны инде. Ындыр табағында тағы станцияға ебәреү өсөн тоҡтарға иген тултырылған. Сабир ағай беҙҙе көтөп төшкө ашҡа ла ҡайтмаған:
– Иҫән-һау йөрөп әйләндегеҙме, туғандар? – тип ҡаршы алды ул, юл хәлдәрен һорашып. – Иртәгә таңдан тағы станцияға китергә тура килер. Райондан ашығыс рәүештә иген планын тултырыу ҡағыҙы килде.
Ҡайтып ял итергә лә таңдан йәнә юлға сығырға ҡушты рәйес...
* * *
Август айының аҙағы. Ҡояшлы аяҙ көндәр күп булһа ла, төндәрен һалҡынайта, көҙ етеүе беленә. Күк йөҙөн ҡарайтып ҡаплап, бына-бына ямғыр тамсыларына әүерелергә торған болоттар төньяҡҡа ағыла.
Ғәлиә менән Бәләбәйҙәге уҡытыусылар әҙерләй торған училищеға уҡырға китергә һөйләшкән ваҡыт килеп тә етте. Ҡайһы бер фәндәрҙе ҡабатларға ваҡыт булманы, нисек имтихан бирербеҙ, тип уйланым эстән генә. Юлға сығырға кәрәклеген әсәйемә әйтеп, ашыға-ашыға түбән осҡа, Ғәлиәләргә киттем.
Иртә таңдан тороп машина эҙләйһе лә булманы – станцияға иген илткән машинаға ултырып киттек. Юлыбыҙ уңыр әле, бөтәһе лә ыңғай килеп тора, тип уйланым мин ҡуҙғалғанда.
Ҡаршылағы тауға яйлап ҡына үрмәләгәндә күңелемдән үҙебеҙҙе лә ошо йөк машинаһына оҡшаттым. Һикәлтәле тормош юлын лайыҡлы үтеү бурысын йөкмәнек өҫтөбөҙгә. Үҙе бейек, үҙе текә белем тауына менергә йәшлек дәрте ярҙам итер, иң мөһиме – Ғәлиәм янымда. Тормош юлы беҙҙе матур, яҡты киләсәккә әйҙәне...