Все новости
80 лет Победы
22 Мая 2025, 15:00

Гитлерҙың ояһын туҙҙырған батыр

Илебеҙҙе немец фашистарынан һаҡлап яуға күтәрелгән батырҙар араһында ауылдаштарым байтаҡ. Шуларҙың береһе – Баймаҡ районы Мәмбәт ауылында тыуып үҫкән Бөйөк Ватан һуғышы яугире, гвардия полковнигы Исхаҡ Иҙрис улы Ғүмәров. 1945 йылдың майында ул командалыҡ иткән 1050-се уҡсылар полкының Гитлерҙың ояһын баҫып алыуы хаҡында мин бала саҡтан уҡ хәбәрҙар инем. Ана шул мөһим ваҡиғаның ҡап уртаһында булған башҡорт яугире хаҡында район һәм республика гәзит-журналдарында әленән-әле баҫылып тора. «Ватандаш» журналы уҡыусыларына ла яҡташымдың ҡаһарманлығы тураһында бәйән итмәксемен.

Гитлерҙың ояһын туҙҙырған батыр
Гитлерҙың ояһын туҙҙырған батыр

Һәр саҡ алғы һыҙыҡта

Баштан уҡ шуны айырып әйтеп ҡуйыр инем: мәҡәләнең «Гитлерҙең ояһын туҙҙырған Баймаҡ егете» тип аталыуы күсмә түгел, ә туп-тура мәғәнәлә! Тыуған яҡты өйрәнеүсе Рима Буранбаеваның Оборона министрлығы Үҙәк архивынан тапҡан материалдарын һәм башҡа авторҙар яҙған мәғлүмәттәрҙе интернет селтәренән уҡып, ҡаһарман олатайыбыҙҙың тормошо, көрәше хаҡында әллә күпме мәғлүмәт белдем.

Исхаҡ Ғүмәров 1912 йылда донъяға килә. Атаһы шахтер булып эшләй. Шахта емерелеп, шунда һәләк була. Буласаҡ һалдаттың бала сағы Граждандар һуғышы, уҙған быуаттың 20-се йылдар башындағы йотлоҡ йылдарына тура килә. Йәшләй атайһыҙ ҡалған, аслыҡтан бер нисә туғанын юғалтҡан Исхаҡ ауыр эшкә иртә егелә. 13 йәшендә шахтаға эшкә кергән малай башта забойсы ярҙамсыһы, унан геологоразведка коллекторы, Баймаҡ баҡыр иретеү заводының техник сәркәтибе булып эшләй. 16 йәшендә комсомолға ҡабул ителә.

1933 йылда Исхаҡ Иҙрис улы Ҡыҙыл армия сафына алына. Шул уҡ йылда Ҡазан ҡалаһындағы Берләштерелгән башҡорт-татар хәрби мәктәбенә уҡырға инә. Ул ваҡытта белем йортонда яҡташтарыбыҙ Таһир Күсимов, Миңлеғәле Шайморатов кеүек буласаҡ ил батырҙары ла уҡыған була. Училищены тамамлағас, Алыҫ Көнсығышта хеҙмәт итә, Халхин-Голда япон самурайҙарына ҡаршы көрәшә. 1939 йылда Мәскәү ҡалаһындағы М.Фрунзе исемендәге хәрби академияға уҡырға инә.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу сәбәпле, академияны ашығыс рәүештә тамамлаған 29 йәшлек яҡташыбыҙҙы 540-сы уҡсылар полкының штаб начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. Брянск фронты составында һуғышҡа инә. Баштараҡ емерә баҫып килгән фашист армадаһын илебеҙ баш ҡалаһы янында туҡтатҡас, 1941 йыл аҙағында үҙенең полкы менән Мәскәүҙе обороналауҙа ҡатнаша.

1942 йылда майор званиеһында булған Исхаҡ Ғүмәровтың полкын Сталинградҡа күсерәләр. Мамаев ҡурғаны тирәһендә һуғышҡан билдәле генерал Александар Родимцев дивизияһы составында полк был ҡала өсөн аяуһыҙ көрәшә. Башҡорт егете шул бәрелештә, ауыр яраланып, контузия ала һәм госпиталгә эләгә. Дауаланып сыҡҡандан һуң 120-се гвардия полкы командиры итеп тәғәйенләнә, Сталинградты фашистарҙан тулыһынса азат итеүҙә ҡатнаша. 31 йәшендә генә подполковник дәрәжәһенә еткән һәләтле командирҙы 1943 йылдың майында Көньяҡ-Көнбайыш фронтҡа ебәрәләр. Украинаның Харьков һәм башҡа ҡалаларын азат иткәндә полк һәр саҡ алғы һыҙыҡта була. 

Советтар Союзын немецтарҙан таҙартып бөтөү менән, әлбиттә, һуғыш тамамланмай. Алда бөтә Европаны фашизмдан азат итеү бурысы тороуын һәр һуғышсы яҡшы аңлай. Үҙ өңөнә сигенгән һайын фашистар көндән-көн нығыраҡ ҡаршылыҡ күрһәтә. Йыртҡыслана барған немец частарын бер-бер артлы тар-мар итә-итә беҙҙекеләр Польша еренә сыға. Әллә күпме ҡаланы азат иткәндән һуң Ғүмәров полкы, Нетце йылғаһы аша сығып, ҡулайлы позицияға нығынып ала. Ошо мөһим ваҡиға генерал Иван Рослыйҙың 9-сы уҡсылар корпусына артабан Берлинға ҡарай хәрәкәт итергә булышлыҡ итә. Шул уңышы өсөн полк II дәрәжә Суворов ордены менән бүләкләнә.

1945 йылдың 22 апрелендә Ғүмәров полкы Шпрее йылғаһын кисеп сыға. Генерал Берзарин 1050-се һанлы уҡсылар полкы менән етәкселек иткән башҡорт яугиренең хеҙмәтен юғары баһалай, уға рәхмәт белдерә. Данлыҡлы Берлин операцияһы башлана. Фашистарҙың ғәйәт көслө итеп нығытылған оборона ҡоролмалары аша сығып, һәр урам, йорт өсөн көрәшеп, полк фашистарҙың өңөнә – рейхстагка яҡынлаша. 26 апрелдә Ғүмәров полкы «Борке» тип исемләнгән СС штабын тар-мар итеп, фашист байрағын ҡулға төшөрә, ә 29 апрель көнө гестапо кварталын штурмлай. Артабан Герингтың авиация штабы урынлашҡан кварталға сыға. Иртәгеһенә был министрлыҡ штабы ла яулап алына. Полктың ҡыйыу уландары – лейтенант Алимов һәм рядовой Иванов шул бинаның ҡыйығына ҡыҙыл флаг ҡаҙап ҡуя.

1 май көнө немецтар беҙҙең командованиеға парламентерҙар ебәрә. Дошман башлыҡтары менән капитуляция шарттары хаҡында артабанғы һөйләшеүҙәрҙе тоташтырыусы звено булып тап Ғүмәровтың команда пункты тора, тип яҙа ошо хәлдәр хаҡында бәйән итеүсе Владимир Романов. 1050-се полк иң һуңғы атакаға – рейхсканцелярияны штурмларға әҙерләнә башлай.

Ул мәлдәге ваҡиғалар тураһында «Красная звезда» гәзите ошолай тип яҙа: «Берлин урамдарындағы алышта Советтар Союзындағы барлыҡ милләт вәкилдәре ҡатнаша. Генерал-майор Каспаряндың, полковник Кондратенко һәм подполковниктар Терехин, Ғүмәров, Радаевтарҙың һуғышсылары айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәтә…» Ә «Советский боец» гәзите «Ғүмәровтың һуғышсылары Фоссштрассе аша үтеп, империя канцелярияһына килеп етте» тип хәбәр итә.

18 сәғәт 30 минутта Ғүмәровтың егеттәре һуңғы атакаға күтәрелә. Һәр рота һәм взвод менән йәнәшә разведка һәм СМЕРШ[1] хеҙмәткәрҙәре лә бара. Фашист рейхы башлыҡтарын тере йә үле көйө алыу бурысы ҡуйылған был кешеләр араһында Стәрлебаш районынан Насирйән Ғәйнуллин да була (разведчик һуғыштан һуң Өфөлә Финанс министрлығында эшләй).

Танктар һәм башҡа орудиелар канцелярияның баҡсаһына үтеп инә алмағанлыҡтан, фашист ҡалдыҡтары менән башлыса уҡсылар полкы алыша. Иҫерек СС һалдаттары контратакаға ташланғас, ҡул һуғышы башлана. Ҡоторонған эсэсовсыларҙы юҡ итеп, полк һуғышсылары рейхсканцелярия диуарҙарына килеп терәлә, уның стеналарын емереп, ғәйәт ҙур бинаның эсенә инә башлай. Ут сәсеп торған доттың пулеметын шартлатып, полктың иң алда барған взводы (командиры – лейтенант Песков) ер аҫтында урынлашҡан Гитлерҙың бункерына бәреп инә. Фашист ояһын пыран-заран килтергәндән һуң (2 майҙың таңғы дүрт тирәһендә) подполковник Исхаҡ Ғүмәров телефондан Гитлерҙың рейхсканцелярияһы алыныуы хаҡында юғары командованиеға доклад яһай. Геббельстың мәйетенә тап булыуҙары, ә Гитлерҙыҡы әлегә табылмауы хаҡында әйтә. Ошонда уҡ «Адольф Гитлер» дивизияһының штандарты (байрағы) ҡулға төшә (Еңеү парадында ҡатнашыусылар уны Ленин мавзолейы алдына иң тәүҙә ташлай). Берлин операцияһы өсөн 1050-се полк Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә һәм ул «Бранденбург полкы» тип атала башлай.

Рейхсканцелярияның ҡыйығында бөркөт һынлы ҙур фашист гербы торған була (күп кенә документаль фильмдарҙа ла күрһәтәләр). Уның бәреп төшөрөлөүе хаҡында шул ваҡыттағы «Правда» гәзите: «Подполковник Гумеров приказал сбросить фашистский герб со здания рейхсканцелярии…» – тип яҙа.

3 май таңға ҡарай полк урынлашҡан ергә хәрби совет ағзалары менән Берлин ҡалаһы коменданты итеп тәғәйенләнгән командарм Берзарин, тағы бер нисә сәғәттән Советтар Союзы маршалы Жуков килә. Ул башта баҡсаны байҡап сыға, унан Гитлерҙың бункерын ҡарай. Ғүмәровты һәм уның һуғышсыларын еңеү менән ҡотлай.

 

Ғәҙеллек тантана итһен ине

Ҡурҡыу белмәҫ был офицерҙың тура һүҙлелеге, ярамһаҡланыу кеүек сифаттан азат булыуы хаҡында Рима Буранбаева тәфсирләп яҙған. Һуғыш башында уҡ хәрби тәжрибәһе булған командирҙың һәр саҡ төптән уйлап эш итеүе, тыныс холҡо, ауыр минуттарҙа юғалып ҡалмауы, ҡул аҫтындағы һалдаттарын ҡурсалап, уларҙы урынһыҙ утҡа тыҡмауы хаҡындағы мәғлүмәттәр ҙә ҡыҙыҡ. «Тура әйткән туғанына ярамаған» тигәндәй, Ғүмәровтың ошо яғы ҡайһы бер юғары наградаларҙың уны «ситләтеп үтеүенә» сәбәпсе булғандыр, тигән фекер белдерә автор.

Үҙенең автобиографияһында Исхаҡ Ғүмәров 1952 йылда ошолай тип яҙа: «Берлин операцияһында ҡатнашҡаным өсөн 301-се дивизия һәм 9-сы уҡсылар полкы корпусы командирҙары мине Ленин орденына тәҡдим иткәйне. Унан бер аҙ алдараҡ генерал-полковник Берзарин полковник званиеһы бирергә күрһәтмә яҙыуы хаҡында иғлан итте». 

Һуғыш тамамланғас, Исхаҡҡа уның Советтар Союзы Геройы исеменә тәҡдим ителеүе тураһында шул уҡ Берзарин һөйөнсөләй. Әммә бер нисә көндән генерал аварияға осрап һәләк була һәм әлеге мөһим документтар юғала. Ә Ленин орденына уны бөтәһе өс тапҡыр тәҡдим итәләр. Был хаҡтағы документтар Үҙәк архивта һаҡланып ҡалыуға ҡарамаҫтан, ниндәйҙер сәбәп менән наградалар хужаһына барып етмәй. Инде отставкала булған ветеран 70-се йылдарҙа ҡағыҙҙарҙы юллап ҡарай, әммә ыңғай һөҙөмтә булмай. Уның ике Ҡыҙыл Йондоҙ, Ҡыҙыл Байраҡ, ике Ватан һуғышы ордендары, Сталинградты, Мәскәүҙе обороналаған, Варшава ҡалаһын азат иткән, Берлинды алған өсөн миҙалдары бихисап, хатта Польша хөкүмәте бүләкләгән Крест Храбрых тигәне лә бар. Әммә алда телгә алынған наградалар ҙа юғалып ҡалмаһа, бигерәк яҡшы булыр ине. Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен биргән һымаҡ, бәлки, был батырыбыҙ өсөн дә ғәҙеллек тантана итер, тигән өмөт юҡ түгел.

Исхаҡ Ғүмәров – Берлин һәм Баймаҡ ҡалаларының почетлы гражданы, 1993 йылда 82-се йәшендә вафат була. Өфөлә ерләнгән. Баймаҡтың бер урамы, шулай уҡ тыуған ауылыбыҙ Мәмбәт башланғыс мәктәбе уның исемен йөрөтә. Фронтовик хаҡында «Башҡортостан» энциклопедияһында ла мәғлүмәт бар.

Һүҙ аҙағында. Миңә ветеранды үҙ күҙҙәрем менән күрергә насип булды. Бишенсе класта уҡығанымда әсәйем яғынан туғанлығы ла булған Исхаҡ олатай тыуған яҡҡа ҡунаҡҡа ҡайтҡайны. Орден-миҙалдар менән тулы хәрби кейеменә ҡарап күҙем ҡыҙғаны иҫемдә. Ауыл клубында яугир менән осрашыу ойошторҙолар. Йыйылған халыҡҡа Берлин операцияһы хаҡында һөйләгәне, айырыуса Геббельс һәм уның ҡатынының мәйетенең һарғайып бөткән фотоһүрәттәрен беҙгә күрһәткәне ныҡ хәтеремдә ҡалған. «Гитлер үҙе табылманы», – тине ул. Өлкән ағайым Ғайсаның да, минең дә хәрби һөнәр һайлауыбыҙҙың сәбәпсеһе ошо олатай булғандыр, тип уйлайым.

Ҡәҙерле милләттәштәремә әйтер һүҙем ошо: фашизмдың ҡабаттан бер ҡасан да баш күтәрмәүен үтенеп Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылып торайыҡ, илебеҙгә именлек һорайыҡ, батырҙарыбыҙҙы онотмайыҡ.

 

[1]    СМЕРШ – совет контрразведкаһы структураһы, «смерть шпионам» тигәнде аңлата.

Гитлерҙың ояһын туҙҙырған батыр
Гитлерҙың ояһын туҙҙырған батыр
Гитлерҙың ояһын туҙҙырған батыр
Автор: Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ, БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, отставкалағы медицина подполковнигы
Читайте нас