Все новости
80 лет Победы
21 Мая 2025, 15:10

«Беҙ – һуғыш балалары»

Күренекле журналист һәм шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина Бөйөк Еңеүҙең 65, 70, 75 йыллыҡтарына «Һуғыш балалары – тарих яралары», «Һуғыш яралаған бала саҡ», «Һуғыш балалары һөйләй» тигән документаль публицистик йыйынтыҡтар сығарғайны. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына «Беҙ – һуғыш балалары» тигән дүртенсе китап әҙерләнгән. Унда республикабыҙҙың 35 районынан, Төркмәнстанда, Татарстан, Ырымбур, Ҡурған, Силәбе һәм башҡа төбәктәрҙә йәшәгән 115 кешенең хәтирәләре тупланған. Шуларҙың ҡайһы берҙәрен һеҙгә тәҡдим итәбеҙ.

«Беҙ – һуғыш балалары»
«Беҙ – һуғыш балалары»

Гөлүзә Камил ҡыҙы Хафизова. 1935 йылдың 25 декабрендә Татарстандың Туҡай районының Мусабай ауылында тыуған. Һуғыш башланғанда 5,5 йәштә була.
–«Эй, балам, һуғыш сыҡҡан бит», – тип әтей урамдан кереп илап ебәрҙе. Күп тә тормай фронтҡа китте.
Әтей һуғыштан йыраҡ ҡына туғаны Харрас абыйға, ғаиләне ҡара, тип хат яҙған. Ул оло йәштә ине инде, шуға һуғышҡа барманы. Үҙ өйөн йоҙаҡлап, ике балаһы, ҡатыны менән беҙгә күсеп килде. Утын яғы ҡыйын булғас, ауыл­да күптәр шулай берләшеп йәшәне. Утын етмәй. Урман йыраҡ ҡына. Мейес араһына таҡта теҙеп ҡуя­лар ине. Беҙ шунда теҙелешеп, аяҡтарҙы кирбескә терәп ятабыҙ. Тәҙрә боҙ булып ҡата. Ауылдан ике әбей, утынға тип сығып китеп, буранда аҙашып, саналарында ятып үлгәндәр.
Әней «Марс» колхозында эшләне. Ураҡ урырға беҙҙе лә алып бара. Эҫелә арба аҫтына кереп ятам. Бер ҡарт әбей ураҡсыларға бәрәңге бешерҙе. Ул бәрәңгеләрҙе һәр береһе үҙе өйөнән килтерә лә тамға һала ине. Кем ниндәй билдә ҡуя, бешкәс, ҡаҙандан үҙенең бәрәңгеләрен табып алып ашай торғайны. Һалҡындар башланғансы урып, көлтәләргә бәйләп бөтөргә тырыштылар. Ҡыш молотилкала һуғырға йөрөнөләр. Ҡар ҙа тоттолар.
1941 йылда тыуған Замил ту­ғанымды мин ҡарайым. Әпәй булһа, марляға һалып, ауыҙына ҡаптырып китә әней. Шуны һурып, ике тәгәрмәсле, ағастан эшләнгән коляскала ятты.
Минең дә башҡа балалар кеүек һыу ингем килә. Баланы алып, быуаға киттем. Колясканы ситән ҡаҙыҡҡа эләктереп ҡуйҙым да һыу индем. Уйынға әүрәп, төш еткәнен дә һиҙмәй ҡалғанмын. Әней төшкә ҡайтып туғанымды имеҙеп китә ине. Әней ҡайтҡандыр инде тип, өйгә йүгерҙем. «Ҡайҙа бала, алып кил имеҙергә», – тине, мине күргәс. Ә мин, ашығып ҡайтып, баланы быуа буйында ҡалдырғанмын. Йүгереп барып алып ҡайттым, ярай әнкәй һиҙмәне.
Дәрестән һуң беҙҙе лә башаҡ йыйырға йөрөттөләр. Алъяпҡыс кейеп килегеҙ, тиҙәр. Ике кило йыйып тапшырһаң, икмәк бирәләр. Бәләкәй киҫәк булһа, ашап ҡуябыҙ. Ҙурыраҡ киҫәк эләкһә, өйгә алып ҡайтабыҙ. Туғаныма ҡаптырырға кәрәк.
Минән дүрт йәшкә бәләкәй Әнүзә һеңлем һалҡын тейҙереп
ауырыны. Дарыу юҡ. «Уф», «уф» тип ята ине. Интегеп үлде бахырҡайым.
Йылдың һәр көнө иҫәбенән сығып, һәр һыйырҙан 360 литр һөт тапшырырға ҡушалар. Йомортҡа, ит, йөн, һарыҡ тиреһе – бөтәһен дә йыйҙылар. Фронтҡа ойоҡ, бейәләйҙәр бәйләп ебәрҙеләр. Бәрәңгене ваҡ ҡына итеп турап, табаға һалып мейестә киптереп, һалдаттарға тип тапшырҙылар. Әй, ҡасан бөтә инде шул түләүҙәр, ти инем, сөнки беҙгә ҡаймаҡ та, май ҙа эләкмәй. Ауылда бер әбейҙә генә сепарат бар. Кешеләр күп. Кистәр буйы шунда сират тороп, һөт айыртып ҡайтабыҙ. Әбекәйгә бер литр ҡалдырып китәбеҙ.
– Әнкәй, ҡасан ит була, былай итеп сәйнәр инем, – тип ауыҙымды шапылдатып күрһәтәм.
Ит түгел, бәрәңгегә лә туйманы тамаҡ. Яҙ көнө, ҡар ирей башлағас та, биҙрә, көрәк тотоп, бәрәңге эҙләргә сығып китәбеҙ. Шунан бешерелгән кәлйемә ашаныҡ.
Әнкәй эштә. Уның ҡайтыуына төшкә ашарға бешереп ҡуйырға тейешмен. Минең өҫтә – өс бала. Сәғәт юҡ. Йоҡлап ҡалам тип ҡурҡам. Бешереп өлгөрә алмаһам, йылға буйына барып ултырам. Унда ашай торған үләндәр бар ине. Клубҡа керәм дә ике таҡта араһынан әнкәй ҡасан эшкә китер икән, тип илай-илай көтөп ултырам. Шишмәнән сыҡҡан быуа янында үлһәм ине тип илайым. Күмерҙән ут тоҡандырыуы үҙе бер бәлә, өрә-өрә хәл бөтә.
Әнкәй эштән ҡараңғы төшкәс кенә ҡайта. Төндә быуаға барып йыуынып алалар.
Ураҡ ваҡытында Ғәлимә тигән активистка ашлыҡ урламаһындар тип тикшереп йөрөгән. Әллә бер стакан, әллә бер кило арыш алған кешене бөтә ауыл халҡын йыйып, күрһәтмә суд яһап, биш йылға төрмәгә ебәргәндәр. Ул ҡатындың килгәнен күреп ҡалһалар, ташлап киткәндәр. Әнкәй ҙә шулай иткән. Аҙаҡ барып табып алып ҡайттыҡ.
Колхоз председателе Борхан Ғилметдинов тигән кеше лә бик йүнһеҙ булған. Ирҙәре һуғышта үлгән ҡатындарҙы мыҫҡыл итеп йөрөгән. Бер ҡатын унан бала тапҡан.
Бәрәңге тәпкеләгәндә Зәйнәп исемле күрше ҡыҙы менән баш ҡарашабыҙ, бет үлтерешәбеҙ.
Урман киҫергә лә йәш кенә апайҙарҙы ебәрҙеләр. Вәсимә исемле апай Әгерже районында бер ай йөрөп ҡайтты. Мәхтүмә Хафизова тигән апайҙы бик алыҫҡа ебәргәндәр ине, ҡасып ҡайтҡан. Шуның өсөн саҡ төрмәгә ултыртмай ҡалдырҙылар.
Әсирлеккә төшкән ниместәрҙе алып килделәр. Бер нисә генә кеше ине. Уларҙы ҙур өйгә урын­лаштырҙылар. Береһе медсестра ине. Колхозда эшләнеләр.
Эсенә мамыҡ ҡуйып, әнкәй миңә телогрейка тектереп алды. Дүрт саҡрымдағы Ташкисеү ауылына оҫта тегенсегә ебәрҙе үҙемде. Һигеҙ саҡрым йәйәү йөрөп ҡайттым.
1944 йылда әтей һуғыштан ҡулы яраланып ҡайтты. Ныҡ йүткерә ине. Әнкәй әткәйгә ике йомортҡа бешереп бирә, беҙгә юҡ. Май, йо­мортҡаны арттырып һатып, магазиндан кәрәк нәмәләрҙе ала.
Һуғыш ваҡытында күргән ҡыйынлыҡтар күп булды инде. Трудоденгә биргән ярманы тартып, өйрә бешерә ине әнкәй. Үлән ашаныҡ. Кесерткән, алабута, ат ҡуҙғалағы... Уларҙы табып булмай әле, бөтә кеше йөрөй, йыйып бөтә. Һыйырыбыҙҙы саҡ бүре ашаманы. Һарыҡтар бар ине, шуларҙың дүрт-биш бәрәне ҡысҡырыша башлағас, сығып ҡотҡарып ҡалдыҡ.
Үҙебеҙҙең ауылдан да, ситтән дә тоҡсай аҫып, хәйер һораусылар йөрөнө. Керәләр ҙә ишек төбөндә тик торалар. Булһа – бирәһең, булмаһа – ҡайҙан алаһың?
Әтей ҡайтҡас силсәүиттә секретарь булып эшләне. Фәнүзә исемле тағы бер һеңлекәшебеҙ тыуҙы.
Бәләкәй саҡта өс теләгем булды. Бала ҡарап йонсоғанғамы икән, бер генә балам булһын ине, тинем. Уҡытыусы булһам ине, туғандарыма ярҙам итһәм ине, тип теләнем. Шөкөр, бөтәһе лә тормошҡа ашты. Бер бала үҫтерҙем. Ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләнем, маҡтаулы исемдәрем бар. Бөтә туғандарым миңә килеп һыйынды, белем алды, тормошта үҙ урындарын тапты.

Сафура Носратулла ҡыҙы Ғә­битова (хәҙер Ғәлимова). 1929 йылдың 24 октябрендә Ҡурған өлкәһе, Әлмән районының Латы­ҡай (әле Ҡаҙаҡҡол) ауы­лында тыуған. Һуғыш башланғанда 12 йәше тулып өлгөрмәгән була.
– Рәхмәтулла ағайым армиянан ҡайтҡайны, хеҙмәт армияһына алып киттеләр. Соликамскиҙа шахтала эшләгән.
Шәмсиямал апайым ауырып, һуғыш ваҡытында үлде. Бибиямал апайым «Смычка» колхозында бесәндә лә, келәттә лә эшләне. Ғәфүрә апайым трактор ҙа, комбайн да йөрөттө. Үҫмер балаларҙы ФЗО-ға алып китеп,өйрәтеп ҡай­тарғандар. Магнитогорскиҙа ла, Златоуста ла эшләне.
Мин тәүҙә ашлыҡ утарға йөрө­нөм. Унан конюхҡа ярҙамсы булып барҙым. Иптәшем Мәзинә Сабирова менән беренсе апрелдә тибенгә киттек. Ат менән һыбай йөрөйбөҙ. Бер-бер артлы аттарҙы фронтҡа алып китеп бөтә яҙҙылар. Утыҙлап ҡына баш ҡалды. Мәҙинә миңә ҡарағанда өлкәнерәк тә, кәүҙәгә лә ҙурыраҡ, йылғырыраҡ та.
Ат һарайында торғанда тиҙәк тә түгәбеҙ. Председатель Ситдыҡ Әхмәтдинов ағай Мәҙинәгә: «Са­фураның биле өҙөлөп китмәһен, ҡарабыраҡ йөрө», – тип шаяртып әйтә икән. Мин бигерәк ҡаҡса инем шул.
Колхоздың бесәне бөтһә, аттарҙы кәбән төбөнә алып китәбеҙ. Усаҡ яғып, көн оҙоно яланда йөрөйбөҙ. Ҡар ҡатыш ямғыр яуа.
Бүреләр һыйыр фермаһы эсенә инеп, берәүһен зыянлаған. Ете-һигеҙ бүре малдарҙы ҡамап алған. Берәүһен тамаҡлап өлгөргәндәр. Һыйырҙар үкерә. Маһира Ғәлимова инәй менән беҙ кәртә тышында торабыҙ. Председателдең ҡатыны Ғәҡиҙә Әхмәтдинова апай батыр ине. Һәнәк тотоп, бүреләрҙе эте менән баҫтырҙы. Бабилка күленә хәтлем барҙы. Китмәйҙәр. Түбәгә ултырып олонолар. Райондан ҡайтып еткән Ситдыҡ ағай һыбай, эт менән, сыбыртҡыһын шартлатып ҡыуҙы. Халыҡтың һыйырҙарын да тамаҡлайҙар көтөүгә килеп, аттарҙы ла тамаҡлайҙар. Һыбай йөрөйбөҙ, үкереп-баҡырған булабыҙ. Үҙебеҙ ҡурҡабыҙ. Ауыҙҙарын ыржайтып торалар. Улар ҙа ас.
Инәйем ҡарауылда торҙо. Таштурғайҙы һыҙғыртып йөрөнө. Репрессияға эләккән Хисмәтулла Ғәбитов бабайҙың өйөнә ашлыҡ һалып киптерҙеләр. Кеше ҡурҡытыр өсөн һаҡ ҡуйҙылар.
Аяҡҡа итек юҡ, сарыҡ булһа, тишелеп бөтә. Инәй бишмәт тегеп кейҙерҙе. Сәкмәнем бар ине. Тула һуҡтылар.
Екәнле күленән екән йыйырға барабыҙ. Екән – ул йомшаҡ ҡамыш. Уны ҡышҡа ҡарай ҡырҡып, йөкмәп алып ҡайтабыҙ. Унан септә лә һуғабыҙ. Ҡаҡ урындыҡ өҫтөнә түшәр өсөн юлға балаҫ һуҡҡан һымаҡ һуғабыҙ. Мәрғүбә ҡарсыҡ урыҫтарға алып барып һатып та йөрөгән. Екәнгә барыу ирмәк түгел. Өс саҡрым тирәһе Ғәйет ауылына барабыҙ.
Һыйырыбыҙ бар ине, урланылар. Бурҙар шулай кешенекен йә һуйып һаталар, йә үҙҙәре ашайҙар. Шуныһы ҡыҙыҡ: һыйырһыҙ ҡалы­уыбыҙҙы Рәхмәтулла ағайым тө­шөндә күргән. «Күперҙән атлап китеп бара ине, таҡтаһы һынды ла Маруська һыуға төштө лә аҡты ла китте», – тип хатҡа яҙғайны. Инәйем, балаларымды һөтһөҙ ҡалдырҙығыҙ, тип иланы. Ә миңә, битләмә (битәрләмә, йөҙөнән алма), былай ҙа яуызлыҡтары баштарына етте, йәлсемәнеләр, тине. Тимәк, ул кемдәр урлағанын белгән.
Инәйем уңған булды. Баҡса үҫтерҙе. Унда бәрәңге лә, кишер, шалҡан, ҡабаҡ, сөгөлдөр ҙә бар ине. Инәйем соҡор ҡаҙҙырып, ағас ботаҡтарын түшәп, ҡабаҡтарҙы теҙеп һалып, күмеп ҡуя торғайны. Өҫтөнә лә яба. Ҡыш асып ашарға индерә. Нисек һаҡланғандыр, белмәйем.
Инәйем тоҙҙан өҙөлмәне. Кәпәсбаш бәшмәген йыйып тоҙлай. Киптереп тә ҡуя. Тоҙлағаны бөтһә, кипкәнен һыуға һалып, яңынан мискәлә ебетә лә тоҙлай. Өҫтөн ҡайын туҙы менән яба. Уның тәме сыға.
Инәйем ҡуян да тотто. Уға ашатырға ла булмағандыр. Йәш уҫаҡтарҙың ҡайырыларын килтерә ине. Кимерергә нәмәләре ҡалмағас, ерҙе соҡоп, юлға сыҡҡан да үҙен эт ашап ҡуйған.
Инәй һабынды ла үҙе яһаны. Һөйәкте ҡайната, уның майы сыға, шуға көл, һыу һала. Көлөн ташлай. Көрән генә һыуы ҡала. Шунан, ҡаҙанды йыуып, яңынан ҡайната. Ҡуйырғас, һыуыта. Аҙаҡ һупалаҡ эшләй – шул һабын була.
Тәмәке лә сәсте. Орлоҡҡа тип сәскәһен ҡалдыра. Һабын турай, киптерә лә махорка була. Тартҡан кеше ала. «Беҙҙең «дарыуҙы» бирегеҙ әле», – тип һорап киләләр. Хаҡына ашлыҡ ҡалдырып китәләр.
Һыйыр булғанда хөкүмәткә һөтөн дә бирҙек. Быҙаулаһа, 40 кило ит заданиеһы урынына алып китәләр. Йомортҡа ла йыйҙылар.
Бер ваҡыт инәйемде кантурға саҡыртып, бәрәңге тапшырырға ҡушҡандар. Инәйем «юҡ» тигәндер инде. «Һин атыу Гитлер яҡлыһыңмы ни?» – тигәндәр. Шунан инәйем, ҡайтып, көйәнтәләп ике биҙрә бәрәңге илтеп бирҙе. Ғәйет ауылында урыҫтар йәшәгән. Тырыш булғандар. Уларҙа аслыҡтан берәү ҙә үлмәне. Үҙҙәре үҫтерә алмаған йә ашап бөткән кешеләр урыҫтарҙан барып ала ине.
Һуғыш ваҡытында бер мәлде оло йәштәгеләрҙе лә һуғышҡа өйрәтә башланылар. Мылтыҡ тотоп ҡарамаған кешеләрҙе аттырып ҡарап уйнаталар ине.
Мин ауылда дүрт класс уҡыным. Шунан күрше Ҡормаш ауылына барҙым. Квартирҙа торған өсөн утын килтерергә кәрәк ине. Утын булмағас, уҡымай ҡайтып киттем. Урманға утынға ҡыш та йөрөнөк. Дәртмә (ҙурыраҡ сана) менән барабыҙ. Аслыҡтан үлделәр. Бер апайҙы бер ус ашлыҡ алған өсөн төрмәгә ебәрҙеләр. Бала менән ҡайтты.
Ауылдан һуғышҡа 60 кеше киткән. Бик әҙе генә ҡайтҡан. Эшләгән көнөңә ҡарап көҙ ашлыҡ бирҙеләр. Абдулхай ағайым алты йыл йөрөп ҡайтты. Япондар менән һуғышта ла булған.
...Яҙ ауылдан дүрт саҡрым ерҙә, Таштүбә тигән станда, ер һөрөүселәр, тырматыусылар бөтә бригада менән ҡырҙа ята инек. Колхозда бухгалтер булып эшләгән Ғәлимов Әхмәтғәли ағай йүгереп килеп етте. Һеләһе (һыны) ҡатҡан, бер нәмә әйтә алмай. Әҙерәк хәл алғас, һуғыш бөтөүе тураһында хәбәрҙе еткерҙе. Шуны ишеткән дә тиҙерәк беҙгә еткерер өсөн торған да йүгергән.
Шатландыҡ. Иланыҡ. Көлдөк. Ҡосаҡлаштыҡ. Танаҡай һуйып, байрам эшләргә булғандар икән, былай ҙа мал бөткән, тип бирмәгәндәр.
...1953 йылда уңыш һәйбәт булды. 1955 йыл аҡса бирә башланылар. Мал аҫрарға ла рөхсәт булды. Халыҡ күтәрелеп китте.

Асия Мәүли ҡыҙы Хөсәйенова (хәҙер Кәримова). 1924 йылдың 20 февралендә Силәбе өлкәһе, Арғаяш районының Иҙәш ауы­лында тыуған. Һуғыш баш­ланғанда 17 йәштә була.
– Әтейҙе фронтҡа алдылар. Ике хаты килде лә «хәбәрһеҙ юғалды» тигән хәбәр алдыҡ. Үлгәндер инде. Инәйемдең инәһе Гөлсирә Өфөлә тыуып үҫкән. Мосолман зыяратына ҡаршы ғына торған. Балаларың асҡа үлә бит, тип беҙҙе үҙенең янына алып килде.
Беҙ – дүрт бала. Рәшиҙә һеңлем – 1926, Нажия – 1930, Рәшит 1932 йылғы. Иң ҙуры мин. Нажия менән Рәшитте детдомға бирҙеләр.
Рәшит ауырыу ине, бер аяғына сатанлап атланы. Врачтар йүнәтер тип уйлаһалар, улар икенсе аяғын да эштән сығарғандар. Шунда үлгән.
Әней балаларын күрергә барған икән, Нажияның шешенгәнен күреп, йәлләп, алып ҡайтып киткән. Унда ла ашау етмәгәндер инде. Шулай итеп, беҙ башта нәнәйҙәрҙә тор­ҙоҡ. Аҙаҡ үҙебеҙ айырым фатирға күстек, сөнки нәнәйем Рәхи­ләнең, әнейемдән тыш Хәлимә, Фа­тима исемле ҡыҙҙары, Ибрай тигән улы бар ине. Исмәғил исемле улы һуғышҡа киткән дә хаты ла булмаған, шул килеш хәбәрһеҙ юғалған. Ә Ибрай сирле ине, шуға уны һуғышҡа алмағандар. Үҙҙәре – дүрт кеше, беҙ – дүртәү. Етмәһә, уларға һуғыш барған ерҙән килтерелгән бер ғаиләне кереттеләр. Ирле-ҡатынлы, өс балалы еврей ғаиләһе ине. Нәнәй уларға ҙур бүлмәһен биреп ҡуйҙы.
Нәнәйҙең ҡыҙҙары Гөлсирә менән Фатима апайҙар ирҙәр күлдәге тегеп һатты. Үзбәктәр материал килтереп һатып йөрөнө. Шуларҙан алып тегәләр. Ул ирҙәр күлдәген «косоворот» тиҙәр ине. Заводта ла, баҙарҙа ла һаттылар. Кешеләр ала, кейем юҡ бит.
Беҙ айырылып сығып йәшәй башланыҡ. Бөтә кеше бетләне. Хужабикә беҙҙән башын ҡарата. Әней кейемдәрҙе мунсала ҡыҙыуҙа тота ла кире кейҙерә. Ҡысынма ауы­рыуы ла таралды. Бармаҡ аралары ҡысый ине. Тағы бер нисә фатирҙа торҙоҡ әле ул беҙ. Утын юҡ. Һатып алабыҙ. Бәйләме – 50 һум.
Әнкәй төрлө ерҙә йөрөнө. Красин урамында мунса ла йыуҙы, кешеләрҙең баҡсаларында ла эшләне. Хужалары эш хаҡы урынына ашарға бирәләр ине. Шулай беҙҙең тамаҡты туйҙырҙы.
Мин дә эшләй башланым. Черниковкаға эвакуация менән Рыбинскиҙан кабель заводын күсергәндәр ине. Иртән поезд менән алып китәләр. Черниковкала төшөрәләр. Ҡарға бата-сума заводҡа барабыҙ. Станоктарҙа һуғыш өсөн төрлө ептәр, шнурҙар эшләнек. Ике мәртәбә ашаталар. 400 грамм икмәк бирәләр. Иртәнге һигеҙҙән киске һигеҙгә тиклем эшләйбеҙ. Өҫкә телогрейка бирҙеләр. Уны теплогрейка тип йөрөттөләр. Аяҡҡа калушлы йөндән эшләнгән итек кеүек нәмә өләштеләр. Йәштәр күп ине. Кискә тағы поезд менән ҡайтабыҙ. Ағиҙелдең уң яҡ ярында төшәбеҙ ҙә өйгә йәйәү менәбеҙ. Аяҡтар өшөй. Оҙаҡ ҡына сирләп яттым. Аҙаҡ мине заводтың ашханаһына күсерҙеләр. Һоло бутҡаһы менән кәтлит бирәләр эшселәргә. Тары ярмаһы ла була. Ҡалған ашты һорап алып ҡайта инем. Минең бутҡа алып ҡайтҡанды өйҙә көтөп торалар. Бер аҙҙан эш хаҡы бирә башланылар.
Рәшиҙә менән Нажия туған­дарым 2-се мәктәпкә уҡырға йөрөнө. Китап, дәфтәр бирәләр, етмәһә, һатып алабыҙ.
...Һуғыш бөткәндә кешеләр урамда «ура!» ҡысҡырып ҡотороп сыҡты. Яйлап магазиндар асыла башланы. Мин гастрономға эшкә индем.


Ҡәмсәнә Абдулхаҡ ҡыҙы Низметдинова (хәҙер Ғәбдрәшитова). 1934 йылдың 1 июлендә Чечняла тыуған. Һуғыш башланғанда 7 йәштә була.
– Чечняла оҙаҡ йәшәмәгәнбеҙ, Мәскәүгә килгәнбеҙ. Тимер юл буйында үҫкән ағаслы ерҙә баракта йәшәнек. Мәскәүҙе бомбаға тота башлағас, биш йәшлек Һауа туғаным менән мине Горький ҡа­лаһына ебәргәндәр. Әней, Рабия, беҙҙе аҙаҡ 1941 йылда тыуған Маһинур һеңлемде күтәреп килеп алды. Бомба төшкән саҡта әтей контузия алған, ҡолағынан ҡан аҡҡан. Больницаға һалғандар. Дауаланғандан һуң бөтәбеҙҙе Өфө­гә оҙаттылар. Поезда килгәндә ке­йемдәр һалынған сумаҙандарыбыҙ юғалды. Бер нәмәһеҙ барып төштөк Өфөгә. Унан беҙҙе фурман менән килеп алдылар. Бесән өҫтөндә ултырып барҙыҡ.
Стәрлелә тышта арбала ятып йоҡлағас, артабан Федоровка районының Яуыш ауылына кил­терҙеләр. Бер өйгә кереттеләр. Ире ҡайтып инде лә (бер күҙе һуҡыр ине, шуға һуғышҡа бармағандыр) ниңә быларҙы кереттең, тип бисәһен типкеләй башланы. Шунан беҙ ат һарайына сығып киттек.Шунда йәшәнек. Әтей урындыҡ яһап бирҙе. Бер ҡаҙаҡ та бар, әллә туберкулез менән ауырынымы икән, бик йүткерә ине. Әтей, ҡурҡып, беҙҙе унан йырағыраҡ урынға ятҡырҙы.
Йәйҙе ат һарайында үткәрҙек. Ҡышты Мисфа Йомағолова ти­гән әбейҙең Разифа исемле ҡы­ҙын­да ҡунып йөрөнөк. Аслыҡ, яланғаслыҡ, өҫкә кейем юҡ. Әней Фе­доровкаға ярҙам һорап барҙы. 13 метр тауар биреп ҡайтарғандар. Шунан барыбыҙға ла күлдәк текте. Мәскәүҙән килгән кешеләр булғас, һабын, шәкәр, он, тараҡ биргәндәр.
Федоровканан бер муҡшы килеп сабата һатып йөрөнө. Беҙгә бушлай биреп китте. Кешеләр ярҙамсыл булды. Магазинда эшләгән Бакир Дәүләтбирҙин абзый киндер тоҡтан ҡул менән күлдәк тегеп бирҙе.
Әтей тимерлектә эшләне. Ке­шеләргә сүмес, бысаҡ яһап бирә ине. Сафиевка, Бала Сытырман ауылдарына ла барып эшләне. Ҡулы оҫта булды. Скрипка тарта ине. Уны үҙе яһап алды. Ҡылдарын ат ҡойроғонан да, һарыҡтың нәҙек эсәген киптереп тә эшләне. Урыҫтарға барып эшләп, бәрәңге алып ҡайта ине.
Урыҫ ауылдарына серек бә­рәңгегә беҙ ҙә йөрөнөк. Апрелдә Ашҡаҙарҙан муйындан һыу кисеп сығабыҙ. Лыс һыу булып барып ингәс, Сәргәеский ауылындағы урыҫ апайы бөтә тәнде, аяҡтарҙы самогон менән ыуып, әҙерәк эсереп тә, кейемдәргә төрөп, мейес башына һалып ҡуйҙы.
Таһира апай бәрәңгене ике тә­гәрмәсле арба менән килеп алды.
Әтей балта оҫтаһы ла ине, мунса һымаҡ бәләкәй генә өй төҙөп алды. Иҙәнгә һалам түшәп яттыҡ. Кешеләр һуҡҡан балаҫ бирҙе.
Үлгән атты соҡорға алып барып ташлағандар икән, әней бер ҡатын менән барып алған. Еҫе яман булып сығып китте. Әтей асыуланды, балаларға ашатма, тине.
Әтейгә тимерлектә эшләгәндә колхоз председателе Подпоргин тигән кеше һуйырға ат биргән. Уныһы ла эвакуация менән килгән кешеләргә ярҙам булғандыр инде. Сафиевка ауылынан берәү килеп һуйып бирҙе.
Ауыл кешеләре менән үләнгә йөрөнөк. Балтырған, кесерткән, көпшәне тоҡ менән алып ҡайтабыҙ. Алабута ла ашайбыҙ. Фермаға килтергән камауай тоҙҙо урлап алып ҡайтабыҙ. Әтей бәләкәй ҡул тирмәне яһағайны, шунда тарттырып алабыҙ, вағыраҡ булһын өсөн аҙаҡ килелә төйәбеҙ. Өйгә тал да, һалам да яҡтыҡ. Һыйыр тиҙәген яландан тоҡлап алып ҡайтабыҙ. Сафиевка ауылынан ике биҙрә бәрәңге орлоғо алып үҙебеҙ ҙә сәстек.
Һуғыш бөткәнен хәбәр итеп Абдулла Сәлимйәнов һөйөнсө ҡысҡырып йөрөнө. Ул бөкөрө ине, шуға һуғышҡа алмағандар. Шул йылда үткән һабантуйҙа:

Ай-ли пулемет,
Осоп бара самолет.
Баҫ, Ҡыҙыл Армия,
Еңел кавалерия, –

тип йырлағандары хәтеремдә ҡалған.
Һуғыш бөткәс, беҙгә Мәскәүгә кире ҡайтырға саҡырыу килде. «Ашарға юҡ, аҡса юҡ, нисек ба­рырға...» – тип әтей риза булманы.


Мәмдүҙә Әбделхәлим ҡыҙы Судурова (хәҙер Сәмиғуллина). 1939 йылдың 9 февралендә Владивос­ток өлкәһенең Сучан ҡалаһында тыуған. Һуғыш башланғанда 2,5 йәштә була.
– 1930 йылда әткәйҙе вербовка менән Владивосток өлкәһенә эшкә ебәргәндәр. Беҙҙең ауылдан күп кеше киткән. Шахтала эшләгәндәр. Әнкәй, Мәсрүрә, беҙҙе, дүрт балаһын да, шунда тапҡан. 1941 йылда шахта емерелеп, әткәй шунда үлгән. Һуғыш башланған. Сыуалыштар киткән. Әнкәй тыуған яғына ҡайтырға юлға сыҡҡан. Ете аҙна ҡайтҡан. Етмеш биш тау тишеген сыҡтыҡ, тип һөйләгәне иҫемдә. Тоннелде әйткәндер инде.
Элекке йорттарына ҡайтҡандар. «Родина» колхозында эшләне. Был колхозға Келәш, Ҡара Яҡуп ауылдары инә ине. Туғыҙ йәшлек Хәмит абыйыбыҙ беҙҙе ҡараны. Ул булмаһа, үлер инек.
Күршелә Мәрфуға әбей менән Абдулхаҡ бабай йәшәне. Ҡарттар ине инде. Оҙаҡ торманылар, үлделәр. Бәрәңгеләрен йыйып ала алманылар. Беҙ йыйҙыҡ. Мин дә башаҡ йыйырға йөрөй башланым. Ҡурҡа инем. Сталиндың законы ҡаты, тинеләр. Шул бойҙайҙы баҙға төшөп, ҡул тирмәнендә тартып алабыҙ. Малыбыҙ юҡ. Әнкәй ураҡ ура, көлтә бәйләй.
Утынға әнкәй менән барабыҙ. Утын юҡ инде, сыбыҡ-сабыҡ күтә­реп алып ҡайтабыҙ. Йыуаныраҡ ағастарҙы ҡырҡырға лесниктан ҡурҡабыҙ. Урманда, яланда ни бар, шуның менән йәшәнек. Әнкәй алабутанан бутҡа бешерә ине. Серек бәрәңге, башаҡ йыйҙыҡ.
Әткәйҙең абыйы Сәйфелғәлим бабай астан үлгән. Шешенеп үлеү­селәр күп булған. Беҙгә әткәйҙең пенсияһы килә башланы – шул ҡотҡарҙы. Бөтә кеше бетләне. Бет аслыҡтан сыға ул, тип әйтәләр ине. Ауылда емерелергә торған иҫке генә бер мунса булды. Аяҡҡа тула ойоҡ менән сабата кейҙек. Яҙлы-ҡышлы ул сабата коньки кеүек шыуа ине. Өҫтә – бишмәт. Әнкәй нимә бар, шуны ямап кейҙерҙе.
Үҙебеҙ бәрәңге үҫтерә башла­ныҡ. Абый шуны Өфөгә алып барып һата. Унан кәрәсин алып ҡайта. Унлы лампа байҙарҙа ғына булды. Беҙҙең етеле лампа ине.
Утҡа күршеләргә күмер алырға йөрөнөк. Кем иртәрәк тора, төтөнө сыҡҡанын ҡарап торабыҙ. Хәйер һорап йөрөүселәр күп булды. Әнкәй нимә бар, шуны бирә торғайны.
...Һуғыш бөткәнен ишеткән әнкәй шатлығынан урамға сығып йүгерҙе. Тормоштар һәйбәтләнер, арыу йәшәрбеҙ, тип ҡыуанды. Шунда уҡ ҡына һәйбәт булып китмәне тормоштар. Миңә ете йәш тулғас, биш саҡрымдағы Келәшкә йөрөп уҡыныҡ. Бер киҫәк әпәй алабыҙ ҙа шуның менән йөрөйбөҙ. Бурандарҙа бергә уҡыған иптәштәр үҙҙәренә ҡунырға алып ҡайта ине. Уҡытыусы уларға әйтеп ҡуя. Ун дүрт йәштә һыйыр һауырға ҡуйҙылар. Бармаҡтарым һыҙлай ине, шуға башҡа эшкә күсерҙеләр.

Фәнис Фазыл улы Суруров.
1937 йылдың 8 майында Дәү­ләкән районының Япар Йәнбәк ауылында тыуған. Һуғыш башланғанда 4 йәше лә тул­маған була.
– Инәйем, Сафура Әхмәтгәрәй ҡыҙы, Шишмә районының Бикҡол ауылынан. Өс апаһы – Зөһрә, Гөлшәкәр, Мәүәр – тормошҡа сығып, 1936 йылда Урта Азияға, Төркмәнстанға сығып киткән. Бында йылы, кейем кәрәкмәй, тип инәйемде лә саҡырғандар. Фәүзиә апайымды, мине, Рәфит энемде алып, инәйем менән ата­йым туғандары янына юлланған. Атайҙы ике тапҡыр фронтҡа ебәрергә тип алып китәләр, тик ике тапҡыр кире ҡайта. Шуға өсөнсө тапҡырында ла ебәрмәҫтәр тип уйлаһа ла, ҡайтманы. Һиңә һыбыҙғы алып ҡайтмырмын тигән булды. Ҡышлаҡтан Төркмәнҡалаға күсеп килгәйнек. Инәйем йыйыштырыусы булып эшкә урынлашты. Өс бала менән яңғыҙына ҡыйын булғандыр. 1943 йылда мине балалар йортона алып киттеләр. Унда ун алты йәшкә хәтлем ашаталар тинеләр.
Ләкин балалар йортонда әпәй өсөн һуғыш булды. Минән буйға ла, йәшкә лә байтаҡ ҙур бер малайҙы староста итеп һайлағандар. Ул бөтәһенең дә әпәйҙәрен йыйып ала ла, малайҙарҙы һуғыштыра. Еңгән кешегә әпәй эләгә, еңмәһәң – юҡ. Ҡайһы берәүҙәр өсәр өлөш ала, мин гел еңелә инем, сөнки буйым бәләкәй, ҡулым ҡыҫҡа. Ас йөрөнөм. Аш тигәндәре шыйыҡ ҡына һыу. Мине күршелә генә йәшәгән ике бабай ҡотҡарҙы. Улар хажда булғандар, балаларҙы ла дингә ылыҡтыралар ине. Дәрескә йөрөгәндәргә бола­мыҡ бешереп ашаталар. Ас булмай­һың. Намаҙ уҡырға, ясин, тәбәрәк, әлхәм, иман шарт, ҡонот кеүек доғаларҙы өйрәттеләр. Дәрестән һуң боламыҡ бирәләр. Һыуға он буталған ризыҡ инде ул. Ҡалаҡ юҡ, оҙаҡҡа һуҙылһын тип, бармаҡ менән ялап ҡына ашайбыҙ. Алты малай йөрөнөк. Вячеслав исемле бер урыҫ малайы ла бар ине. Ике өлөш аш бирерҙәр тип, «Аятел көрси»ҙе тырышып уҡый ине. Минән яҡшы белде. Тик барыбер ике өлөш бирмәнеләр. Аҙан әйтергә лә өйрәттеләр. Асҡа үлмәй ҡалғаным өсөн ошо ике бабайға рәхмәтле булдым, аҙаҡ та мин уларға доғалар бағышланым.
Ун малай бер бүлмәлә йәшәнек. Саман йорттар ине. Карауаттар – тышта. Һәр ваҡыт йәй бит инде унда. Өҫтөбөҙҙә – трусик та майка. Аяҡта юҡ. Ике-өс ҡатлы йорттарҙың баштарынан турғай йомортҡаларын йыябыҙ ҙа ҡомға һалабыҙ. Ун биш минутта бешеп сыға ине. Турғайҙың үҙен дә тотабыҙ.
Балалар йортонда башҡорт­тарҙан бер үҙем булдым. Волга бу­йынан килтерелгән немец балалары бар ине. Уларҙы күрә алманылар, туҡманылар, немецтар беҙҙең атайҙарҙы үлтерә, һеҙ – фашистар, тип мыҫҡыл иттеләр, баштарын бәҙрәфкә тыҡтылар. Үлеүселәр ҙә булды. Тере ҡалғандарын больни­цаға алып китәләр, унан һуң башҡа бында килтермәйҙәр. Аҙаҡ барыһын да Ташкентҡа ебәрә башланылар. Ленинградтан балалар күп ине. Бөтәһе 400 бала булдыҡ.
Беренсе, икенсене төркмән класында уҡыным, аҙаҡ урыҫ класына күстем. Яҡшы уҡыным. Математиканы яраттым. Хәтерем шәп ине. Әҙәбиәтте яратманым, шиғыр ятлау оҡшамай ине.
Ҡаланыҡылар урлашһа, балалар йортонан күрәләр. Бөтәбеҙҙе йыйып, теҙеп баҫтыралар ҙа тикше­рәләр. Директор, беҙҙекеләр урлашмай, ти. Ә шулай ҙа этләшкән саҡтарыбыҙ булды. Баҙарға төрк­мән бабайҙары, арбаларын тултырып, ишәк менән ҡарбуз һатырға алып килә. Беҙҙең ашағыбыҙ килә. Һорайбыҙ. Бирмәйҙәр. Ҡойма аша һикереп төшәбеҙ ҙә ишәген бәйҙән ысҡындырабыҙ. Улар, бәйҙән ыс­ҡынғас, ҡаса башлай. Китә ғауға. Бабайға ҡышлаҡҡа ҡайтырға кәрәк бит, ишәге артынан китә. Беҙ тиҙ генә ҡарбузды алабыҙ ҙа ҡасабыҙ. Беҙҙе яратманылар, аҡҡолаҡ (сусҡа ҡолағы) тип атайҙар ине.
1947 йылда Ашхабадта ер тетрәгәндә йорттар емерелде. Бөтә нәмә урамда, мин шунда ярты йәшник кәнфит ашағанмындыр.
Һуғыш бөтөүе тураһындағы хәбәрҙе радионан әйттеләр. Кем­дәрҙеңдер ата-әсәләре балаларын алырға килә башланы. Мин дә атайым килеп алыр, тип ҡыуанам. Байрам хөрмәтенә тип былау бе­шерҙеләр. Берәр ҡалаҡ бирҙеләр. 16 йәшем тулғас, Сталин үлгәс, ҡайтып киттем. Беҙҙең балалар йортон колония иткәндәр.
Балалар йорто Ашхабадта ине, Төркмәнҡалаға ҡайтырға кәрәк. 400–500 саҡрым тирәһе булғандыр. Инәйемдәр туғандарым менән 1951 йылда уҡ Башҡортостанға ҡайтып киткән. Атайым өсөн һәр балаға 70-әр тәңкә аҡса түләгәндәр. Миңә нисек ҡайтырға күршеләренә әйтеп ҡалдырған. Дәүләкәнгә төшһә, Япар Йәнбәгенә 40 саҡрым, Зариф ҡартатаһына барһын, тигән. Шишмәгә төшһә, Шиңгәккүл станцияһынан Бикҡолға 10–12 саҡрым тирәһе. Беҙ шунда булыр­быҙ, тигән. Мин Ашхабад, Мәскәү, Кинель аша тыуған яҡҡа ҡайттым.
Балалар йортонда нисек кенә ҡыйын булмаһын, беҙ унда күп яҡшылыҡҡа ла өйрәндек. Үҙеңде яҡлай белергә, алдашмаҫҡа, һүҙеңдә торорға, ғәҙел булырға. Унда алты класты уҡығайным, ҡайтҡас, Дураста етенсене бөтөрҙөм. Ауылда һыйыр, һарыҡ та көттөм. Тик ҡыш оҡшаманы. Дүрт йыл йәшәгәс, ҡатыным Әнисә менән бала сағым үткән яҡтарға, Төркмәнстанға, Байрамали ҡалаһына киттек. Унда ҡырҡ йылға яҡын йәшәп ҡайттыҡ. Шиңгәккүлдә егерме йыл йәшәнек. Мине дингә өйрәткән төркмән бабайҙарына рәхмәт уҡыйым, исем ҡушырға, йыназаларға йөрөйөм. Мин үҙемдең ҡасан үлеремде лә беләм: 2038 йылда, 101 йәштә, 8 майҙа. 75 йәшемдә Мөхәммәт бәйғәмбәр төшөмә инеп, егерме алты йыл ғүмер бирҙе. Көнө-төнө Ҡөрьән уҡыйым, тренажерҙа шөғөлләнгәндә лә аяттарҙы ҡабат­лайым. Һаулығыма шөкөр, ошо йәшемдә ейәнемә өй һалышам.
Атайҙың да ҡайҙа һәләк булғанын Башҡортостанға ҡайтҡас белдек. Одесса өлкәһенең Слобода ауылында ерләнгән. Бынау һуғыштар тамамланып, илгә именлек килгәс, ҡәберен барып күрербеҙ, тип ниәтләп торабыҙ.


Нәзирә Әбделмән ҡыҙы Яу­баҫарова (хәҙер Теләмова). 1938 йылдың 19 мартында Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районының Буранғол (хәҙер Аҡбулат) ауы­лында тыуған. Һуғыш баш­ланғанда 3 йәштә була.
– Атайым хәлле кеше булған. Өс ҡатын алған. Тәүге ҡатынынан биш бала тыуған: Әбхәлиҡ, Әбйәлил, Әбҡәни ағайҙар һәм Хөсниә апай. Бишенсеһенең исемен дә иҫләмәйем, ул бәләкәй сағында үлгән. Икенсе ҡатыны минең әсәйем – Ҡәйҙә. Беҙ ике ҡыҙ булдыҡ. Минән алты йәшкә өлкән Сәрби апайым бар ине. Әсәйҙең өҫтөнән тағы бер ҡатын алған, уныһы бала тапмаған.
Атайымдың малдары күп булған. Йәй булһа, ике ҡатынын йәйләүгә алып киткән. Береһе һыйыр, бейә һауған, икенсеһе ҡымыҙ эш­ләгән. Әсәйем өйҙә ҡалған, тамаҡ хәстәрләгән. Атай умарта тотҡан, шуларҙы ҡарап йәшәп ятҡанда, йәйләүгә килеп, атайҙы кулак тип, ҡулға алғандар. Малдарын ҡыуып алып киткәндәр. Шундай мәхшәрҙә атайҙың бер ҡатыны үлеп киткән. Атайҙы ауылға алып килгәндәр. Шул ваҡытта әсәйем көйәнтәләп һыуҙан ҡайтып килгән. Әлеге кешеләр: «Апай, беҙҙең аттарға һыу эсер әле, йәйләүҙән сабып ҡайтып тирләнеләр», – тигән. Әсәйем ике биҙрә һыуын да аттарына эсереп, үҙе тағы һыуға киткән. Ҡайтыуына атайымды атырға тип торған кешеләр уның әсәйемдең ире икәнен белгәс: «Ярай, әлегә теймәй торайыҡ, был апай беҙгә изгелек эшләне бит», – тигәндәр ҙә өйҙәге бөтә йүнле нәмәләрҙе алып сығып киткәндәр. Атайым ауы­рып йығылған. Уны һөргөнгә алып китергә тейеш булғандар, ауырығас, ҡалдырғандар. Шунан ул күп тә йәшәмәгән, миңә бер йәш тирәһе булғанда үлеп киткән.
Малдарҙы, әйберҙәрҙе генә алыу етмәгән, хәҙер беҙҙең өйҙө һүтеп алырға килгәндәр. Әсәйем был мәхшәрҙе миңә күрһәтмәҫ өсөндөр инде, етәкләп тышҡа алып сыҡты ла: «Ана, дөйәләр менән күмер тейәгән ҡаҙаҡтар үтеп бара, шуларҙы ҡара», – тине. Шулай итеп беҙҙең өйҙө һүтеп алып, күрше Андрейский тигән ауылға клуб итеп һалғандар. Беҙ хәйерселәп кеше өйөндә торҙоҡ. Аҙаҡ әсәй бер ситән өйҙө һатып алды ла шунда йәшәнек.
Һуғыш башланғас, атайҙың тәүге ҡатынынан тыуған Әбйәлил менән Әбҡәни ағайҙар һуғышҡа киттеләр ҙә юҡ булдылар. Ҡатыны ла үлеп китә. Ике балаһы ҡала. Әсәйем шул ике баланы алып ҡараны. Бәләкәсенә ике йәш тирәһе булдымы икән, сирләпме, аслыҡтанмы минең ҡуйынымда ғына үлеп китте. Ә Рәсүл тигән малайы минең менән бер ине, аҙаҡ уны детдомға алып киттеләр.
Әсәйем иген складында иләк иләне. Ҙур иләк, шунда иген һалалар ҙа таҙарталар, сүп-сары ҡала, таҙаһын тоҡтарға тултырып, Дубиновка тигән станцияға ебәреп торғандар. Күрше Сәхип инәй менән бергә эшләгәндәр. Сабаталарын сылғау урап кейәләр, шул сылғау араһына әҙ булһа ла иген һалып алып ҡайталар. Беҙҙең ҡул тирмәне лә юҡ ине, әсәй әлеге Сәхип инәйҙәргә инеп, баҙҙа йәшереп ҡуйылған тирмәндә тартып алып ҡайтып, өйрә бешереп ашата ине беҙгә. Бер көн эшләгән өсөн бер ус он да биргәндәр. Уны беҙ апа­йым менән йыйып алып ҡайтҡан үләндәргә ҡушып ебәрә. Ат ҡолағын һыпырып алып ҡайтабыҙ. Әсәй балта менән сапҡылап ваҡлай ҙа, әлеге онға ҡушып, көлсә бешерә. Әсе була торғайны. Балта менән сапҡас, ваҡланып та бөтмәй, ашағанда үләне һуҙылып тора ине. Яҙ етһә, тауға сығып әтмәкәй, йыуа, ҡуян тубығы йыйған булабыҙ. Тал бөрөһөн дә һыпырып алабыҙ. Әсәй уны ла он араһына һалып ебәрә.
Ҡуян тубығын сей килеш әрсеп ашайбыҙ. Башы тәмле генә, төбөн ярабыҙ, эсендә ҡорттары була ине, һыпырып төшөрәбеҙ ҙә ашайбыҙ. Мөртләп кенә тора үҙе.
Өйҙә усаҡта ут һүнһә, әсәй, һоҫҡо тоттороп, күрше Сәхип инәйҙәргә ебәрә. Уның ире һуғышҡа киткәйне. Өйҙә алты балаһы ҡалды. Мин барып инһәм, бабайы мейес артына йәшенде. «Бер кемгә лә әйтмә инде», – тине миңә Сәхип инәй. Әллә һуғыштан ҡасып ҡайтҡан – уныһын белмәнек. Иртәгәһенә килеп алып та киткәндәр. Шунан юҡ булды ул.
Колхоздың малы үлһә, кешеләр сират тороп итен бүлеп алып ҡай­талар. Әсәй унда этешеп-төртөшөп йөрөмәне, уға тиреһе генә ҡала торғайны. Шуны бәләкәй киҫәктәргә бүлеп, ағасҡа урап, мейестә ап-аҡ булғансы өтөп, беҙгә бирә ине. Шуны тотоп, урамға сығып ашаһам, тартып ала ла китәләр. Бөтәһе лә ас бит. «Өйҙә генә ултырып аша», – ти әсәй. Ашарға бер нәмә лә булмағанда әсәй үҙе ҡара ҡағыҙҙы сәйнәп сәй эсә ине.
Аяҡҡа кейергә сабатаны әсәй Сабатир тигән ауылдан барып һатып алып ҡайта ине. Ҡайҙан аҡса тапҡандыр, уныһын белмәйем. Атайҙың бөтә малын, мөлкәтен алып киткәс, беҙҙең бер малыбыҙ ҙа булманы. Ҡабаҡ сәстек, ҡыш шуны ашаныҡ.
Бер ваҡыт йәй көнө беҙҙе Зианчура больницаһына алып барып ашаттылар. Ун ике саҡрымға ат менән ауылдан унлаған баланы алып киттеләр. Бер аҙна тирәһе яттыҡ. Иртән кисель менән бер һыныҡ икмәк бирәләр, төш – бутҡа менән бер һыныҡ икмәк, кис итһеҙ генә ҡоро аш, һыуға бешкән туҡмас. Унда беҙҙең ауылдан ғына түгел, райондың башҡа ерҙәренән килгән балалар күп кенә ине. Бер аҙна булһа ла ашап ҡайтҡас, хәл кереп ҡалды. Өйҙә бит икмәктең төҫөн дә күргән юҡ. Өйҙән мине генә алдылар, апайымды алманылар. Ырымбурға ҡараһаҡ та, Зианчура районына сиктәш инек. Юнай тигән ауыл беҙгә яҡын ғына булды. Унда бөтә кешеләрҙең кәзәләрен йыйып, уларҙы һауып, һөтөнән брынза эшләп, ҡатҡас, шырпы ҡабы һымаҡ ҡына итеп шаҡмаҡлап ҡырҡып, феләккә тултырып, һуғышҡа ебәргәндәр. Бәхти, Сәлихә апайҙар шунда эшләгән.
...Үҙебеҙҙең ауылда өсөнсө
класты бөтөргәс, әсәй мине Зиан­чураға алып китте. Мәктәптә бер ағай беҙҙең ҡағыҙҙарҙы, тағы нин­дәйҙер китабынамы, журналғамы ҡараны ла әсәйемә: «Беҙ һеҙҙең балағыҙҙы уҡырға ала алмайбыҙ. Һеҙҙең ирегеҙ йә һөргөнгә ебә­релергә, йә атылырға тейеш булған. Һинең балаңды алып, минауат булайыммы ни? Йә фамилияғыҙҙы үҙгәртегеҙ», – тине. Шулай итеп «кулак балаһы» тип бер ерҙә лә хут бирмәнеләр. Әсәйем юлға тарынан күмәс бешереп алғайны, шуны ашап ҡайтып киттек.
Уҡымай ҡалдым инде. Ул заманда эш күп ине, мин дә эшкә егелдем. Сәрби апайым күрше Андрейский ауылында доярка булып эшләй ине инде.
Һуғыш бөткән тигән хәбәрҙе әсәйемдәр баҫыуҙа ишеткән. Ураҡ урып йөрөгән саҡтары булған. Ураҡтарын тотоп, бөтәһе лә ҡыуа­нышып ауылға ҡайтҡан.
Туған тейешле Хәбирә апайҙың ире Ҡәһәрмән еҙнә ҡайтып төштө. «Һуғыштан иҫән-һау ҡайтһам, өҫтөмдәге күлдәгемде сисеп бирәм», – тигән икән. Шул күлдәген миңә бирҙе. Хәбирә апай миңә уны бәләкәсәйтеп тегеп кейҙерҙе.
Ун ике йәштән Сыуаш тигән ауылға һыйыр һауырға йөрөнөм. Мин генә түгел, биш-алты кеше үгеҙ менән барабыҙ. Иртәле-кисле һауабыҙ. Сепараттан үткәреп, ма­йын феләккә тултырып ебәрәләр ине.
Һуғыштан һуң да ауыр йәшәнек. Юнай ауылына Закир исемле егеткә кейәүгә сыҡтым. Колхоз иген һатыр өсөн таштан склад төҙөнө. Шунда беҙ лай (цементты һыу менән бутау) болғаттыҡ. Төҙөүселәргә көйәнтәләп ташып торҙоҡ. Унан ауылда мәктәп һалдылар, унда ла лай болғатып, күнәкләп ташыныҡ. Аҙаҡ иптәшем Йылайырға барып, веттехникка уҡып ҡайтты. Ете бала үҫтерҙек. Өс малайыма ла армиянан маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары килде. Шөкөр, балаларыбыҙ йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәне. Оло йәштә булһам да, ауылда бер үҙем йәшәп ятам әле, йәй булһа, балалар килеп тула, ҡыш булһа, үҙем һәр береһендә ҡунаҡта йөрөп ҡайтам. Егермеләп кәзә тоттом, балалар үҫтергәндә лә дебет шәлдәре бәйләп, йылына ун бишләпте һатып, изгелеген күрҙек. Былтыр ғына ла үҙемә тип бер шәл бәйләп алдым. Ҡалған ғүмерҙе лә ҡыуанып йәшәргә яҙһын. Илдәр имен булһын!

Гөлүзә Камил ҡыҙы Хафизова.
Сафура Носратулла ҡыҙы Ғә­битова (хәҙер Ғәлимова).
Асия Мәүли ҡыҙы Хөсәйенова (хәҙер Кәримова).
Ҡәмсәнә Абдулхаҡ ҡыҙы Низметдинова (хәҙер Ғәбдрәшитова).
Мәмдүҙә Әбделхәлим ҡыҙы Судурова (хәҙер Сәмиғуллина).
Фәнис Фазыл улы Суруров.
Нәзирә Әбделмән ҡыҙы Яу­баҫарова (хәҙер Теләмова).
Гөлүзә Камил ҡыҙы Хафизова.
Автор: Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА
Читайте нас