Все новости

“Урал батыр” эпосы – тәрбиә ҡанундары тупланмаһы

Мәрйәм БУРАҠАЕВА Был мәшһүр эпос ижад ителгән осор менән беҙ йәшәгән заман араһында тиҫтәләгән быуат ята. Шуныһы ғәжәп: кешенең күңел донъяһы йылдар арауығына ла, заман шауҡымына ла әллә ни бирешмәй. Яратыу – яратмау, яҡшылыҡ – яманлыҡ, киң күңеллелек – көнсөллөк, асыҡлыҡ – аҫтыртынлыҡ, ғәмлелек – битарафлыҡ, ихласлыҡ – ике йөҙлөлөк, йомартлыҡ – ҡарунлыҡ һәм башҡа шундай төшөнсәләр әллә ни үҙгәрмәгән тиерлек. Шундай уҡ ҡаршылыҡлы, шундай уҡ сетерекле улар. Кешенең күңел донъяһын тәшкил иткән ошо төшөнсәләр хаҡында беҙҙең тиңе булмаған бөйөк рухи ҡомартҡыбыҙ.

Әҫәрҙә бөгөнгө көнгә ауаздаш фәһемле фекерҙәр бихисап, сөнки ул – тәрән фәлсәфәүи әҫәр. Әле тәҡдим ителгән мәҡәләлә иһә “Урал батыр”ҙағы бер генә тармаҡҡа – тәрбиә һабаҡтарына айырым туҡталып, иғтибарҙы көсәйтеп, өйрәнерлек өлөштәрен миҫалға килтереп, атай-әсәйҙәрҙең, шулай уҡ халҡыбыҙҙың киләсәген тәрбиәләүсе уҡытыусыларҙың үтә лә мөһим эштәрендә ярҙам итеү күҙҙә тотола.


Тәрбиә – ул күмәртәләп һабаҡ биреү йәки мәғлүмәттәрҙе аңға нышып-тыңҡыслап тултырыу түгел, ә үҙтәрбиә менән шөғөлләнеүгә нигеҙ һалыу, ҡанға һеңгән эске энергияны уятып ебәреү өсөн этәргес биреү, йүнәлеш күрһәтеү. Эпостың һәр һүҙенә, кинәйә менән яҙылған фекеренә иғтибар итеп уҡып сыҡһаҡ, халҡыбыҙ аҡылынан ҙур фәһем алырбыҙ.

Һәр нәмәнең – үҙ мәле

“Урал батыр” эпосынан:

Икегеҙ ҙә – баламһыҙ,

Күҙебеҙҙең ҡарамһыҙ.

Тешәр сағығыҙ үтмәгән,

Быуынығыҙ ҡатмаған;

Ҡулға суҡмар тоторға,

Ҡошҡа шоңҡар сөйөргә,

Әле арыҫлан менергә

Миҙгелегеҙ етмәгән.

Мин ни бирһәм, ашағыҙ,

Мин ҡушҡанды эшләгеҙ;

Күнегергә һыбайға –

Ана, болан менегеҙ,

Сыйырсыҡтың тубына

Яғылбайҙы сөйөгөҙ;

Һыуһаһағыҙ уйында,

Ана, аҡ һыу эсегеҙ,

Ҡабырсаҡҡа тултырған

Ҡандан ауыҙ тартығыҙ.

Эпостың ошо бәләкәй генә өҙөгөндә байтаҡ фекер-фәһем ята:

Тешәр сағығыҙ үтмәгән,

Быуынығыҙ ҡатмаған.

Тимәк, Йәнбирҙе ҡарт уландарына өгөт-нәсихәт биргән саҡта Шүлгән менән Уралдың тештәре тотош алмашынып бөтмәгән, быуындары ҡатмаған мәл була. Өлкәндәр башҡарған бик күп ауыр һәм ҡатмарлы эштәргә уларҙың организмы әҙер түгел. Баланың физик яҡтан өлгөрөүе теш алмашыныуына, быуын ҡатыуына тығыҙ бәйле. Шулай булғас, уларға әлегә ололар ашағанды, ололар эшләгәнде башҡарырға ярамай, сөнки “миҙгелегеҙ етмәгән”.

“Көслө ул, олатаһына оҡшаған” йәки “Бәләкәйҙән шулай ауыр эштә сыныҡҡан инде”, – тип, аңын-тоңон аңлап етмәйенсә, баланың физик өлгөрөп етеү-етмәүен иҫәпкә алмайынса, маҡтай-маҡтай ауыр эш ҡушыу физик эш күп булған ауыл ерендә йыш күҙәтелә. Һөҙөмтәһе – ауылда үҫкән егеттәребеҙ һәм ҡыҙҙарыбыҙ ҡала тиңдәштәренән буй яғынан байтаҡҡа ҡайтышыраҡ. Был әле тышҡы яҡтан ҡарағанда. Ә эске ағзалары нисектер – уныһы иғтибарҙан ситтә ҡала. Умыртҡа һөйәге, ҡулбаш, аяҡ-ҡул быуындары, тарамыштары…

Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, һуғыш ваҡытындағы үҫмерҙәр, сараһыҙҙан ауыр эшкә иртә, миҙгелдәре етмәйенсә “егелгәнлектән”, буйға тәбиғи мөмкинлектәре буйынса тейешенсә үҫә алмай һәм 15–20 сантиметрға ҡайтышыраҡ булып ҡала.

“Миҙгелегеҙ етмәгән, миҙгел етмәү” тигән фекергә күп кенә атай-әсәйҙәр иғтибар биреп еткермәй. Сөнки улар ни өсөндөр баланың ваҡытынан алдараҡ, бәләкәй генә сағынан уҡ “ҙур” булыуын хуп күрә. Был фекер зиһен өлгөрөүенә айырыуса ныҡ ҡағыла. Мәҫәлән, атай-әсәйҙәрҙең күпселеге, бигерәк тә ҡала ерендә, балалары тыуғас та миҙгеленән алдараҡ белем биреү хәстәрлеге күрә башлай. Ул ғына ла түгел, мотлаҡ юғары уҡыу йортонда уҡытыуҙы күҙҙә тотоп, белемде фәҡәт рус телендә генә биреүҙе өҫтөн ҡуялар. тәбиғи ҡанундарға ҡаршы килеп, донъяны танып белеү иң элек туған телдә барырға тейешлеген күҙҙән ысҡындыралар. Был хаҡта күп яҙҙыҡ, баланы туған теленән айырыуҙың иң ҙур хаталарҙың береһе икәнлегенә лә баҫым яһала килә. Бала ҡанына һалынған белемде туған телендә еңелерәк, тиҙерәк, төплөрәк үҙләштерә. Ә ят телдә үҙләштереү унан физик көсөргәнеш талап итә.

Белем алыуға әҙерләү, башланғыс нигеҙ һалыу – бик яҡшы күренеш. Тик ни өсөндөр күпселек атай-әсәй баланың тәбиғи өлгөрөп етеү-етмәүенә иғтибар итмәүсән. Уларға ваҡытынан алда өлгөрөү, теге йәки был мәғлүмәткә йәһәтерәк эйә булыу кескәйҙәрҙең һаулығына ҡарағанда ла мөһимерәк: “Балама бер йәш яңы тулды, ә ул “А” хәрефен таный ҙа башланы, алфавиттан үҙ исеменең баш хәрефен дә төртөп күрһәтә”, “Минең балам инглизса ла, русса ла һаулыҡ һораша белә, хатта ҡайһы ваҡытта русса һаулыҡ һорашһаң, инглизса яуап ҡайтара ла ҡуя”, “Минең балам доға уҡый белә” (ғәрәп телендә бит инде). Шул уҡ ваҡытта зиһен үҫеше өсөн төп шарт булған туған тел, уның иҫ китмәле байлығы бөтөнләй күҙ уңынан ысҡына.

Бәләкәй баланың өлгөрөп етмәгән зиһененә төрлө ғилем нигеҙҙәре, мәғәнәһен төшөнөп етмәгән телдәрҙә шиғырҙар тыңҡыслап тултырып маташҡансы, уның телмәренә, туған тел байлығына, физик үҫешенә, һаулығына нығыраҡ иғтибар итергә кәрәк. Уныһын да өлгөрөү миҙгеленә, көсөнә, самаһына ҡарап. Эпоста халҡыбыҙ аҡылы шуға ишара яһаған да инде. теш алмашыныу кеүек үҙгәреш бала булмышындағы тотош үҙгәреште аңлата. Зиһен нығыныуы ла теш алмашыныу мәленә бәйле. Ете йәштән башлап мәктәпкә уҡырға биреү тәбиғәттең ошо ҡанундарына бәйле лә инде. Ә ете йәшкә саҡлы зиһене ҡабул итерлек, мейе күҙәнәктәрен уятырлыҡ кимәлдә фәҡәт телдән күнегеүҙәр үткәреү менән генә сыныҡтыра башлау яҡшы. Әйтәйек, бармаҡ күнегеүҙәре. Халҡыбыҙҙа бармаҡ күнегеүҙәренә бәйле һамаҡлауҙар, иҫәп-хисап, әкиәт, уйындар күп булған. Зиһен нығытыу өсөн йомаҡ ҡойғандар, шәжәрә ятлатҡандар. Күбеһе онотолған, йәштәр заманса тәрбиәләүҙе көнбайышса йәки сит ил алымдары менән тәрбиәләү тип уйлап, халҡыбыҙ аҡылына иғтибар итмәй. Бөгөнгө көндә профессиональ кимәлдә яһалған байтаҡ асыштар – күптән инде халыҡ йәшәйешендә булған аҡыл, тик ул онотола бара, сөнки өйрәнелмәй. Шул уҡ бармаҡ күнегеүҙәренә бик ҙур иғтибар ителгән халыҡта. Физик яҡтан үҫтереү, зиһен нығытыу йәһәтенән ғәжәп отошло тәрбиәүи күнегеүҙәр улар.

Айырым атай-әсәйҙәрҙә генә түгел, тотош илебеҙҙең мәғариф системаһында ла бындай тайпылыштар булып тора. Мәҫәлән, баланы 6 йәштән, миҙгеле етмәҫ элек, мәктәпкә уҡырға биреү тәжрибәһе. Нимәгә кәрәк ине ул? Балалар араһында күҙлек кейеүселәр һаны артты, арҡаһы бөкөрәйеп, сәләмәтлеге ҡаҡшаусылар ишәйҙе.

Мәғариф системаһында был хата төҙәтелде, әммә айырым атай-әсәйҙәр баланың ғилем туплар миҙгеле етеүен, зиһен нығыныуын (ә ул, әйтеп үттек, теш алмашыныуға бәйле) көтөп тормай, унан вундеркинд – айырыуса һәләтле бала тәрбиәләй башлай. Иң ҡурҡынысы шул – кескәй кешенең нимәгә һәләтле булыуын ҡарап тороу юҡ, заманында үҙе тормошҡа ашыра алмаған хыялын нәҫеле ғәмәлгә ашырып ҡуйырға тейеш, тип ҡарайҙар: йәшәгән урындарынан бик алыҫ булһа ла, йоҡлар йоҡоһон, уйнар уйынын ҡалдырып, ике-өс йәштән инглиз теле өйрәтелә башлаған балалар баҡсаһына ла, спортҡа ла, музыкаға ла йөрөтәләр. Ә бит барыһы ла физик мөмкинлектән сығып, мәленә ҡарап башҡарылырға тейеш.

Мин ни бирһәм, ашағыҙ,

Мин ҡушҡанды эшләгеҙ.

Был һүҙҙәрҙең әрәсәһе шунда – бала ашҡаҙаны менән өлкәндәр ашҡаҙанының эшмәкәрлек һәләте бер түгел. “Ашауға талымһыҙ ул, беҙ ашағанды ашай ҙа ҡуя, бала өсөн, тип айырым бешергәнем юҡ,” – тип уйлаған ҡайһы бер атай-әсәйҙәрҙең ҡарашының дөрөҫ булмауына ишара был юлдар.

тағы бер өҙөккә иғтибар итәйек:

Ҡол һайлауын бөткән, ти,

Ҡыҙ һайлауға күскән, ти.

Ҡыҙҙар һайлап йөрөгәндә,

Бер һылыуға еткәндә,

Бер яранын саҡыртып:

“Тешен ҡара”, – тигән, ти.

Сәләмәтлектең башы ашҡаҙан эшмәкәрлегенә бәйле, ә ашҡаҙан эшмәкәрлеге тештәрҙең һау булыуынан тора. Быны халҡыбыҙ күптән аңғарта килгән һәм, ҡара ергә баҫып, йәшел күренә башлау менән ризыҡ булырлыҡ үлән ашай башлаған. Киптереп һаҡлау мәле еткәс, йәғни ашай торған үләндәр өлгөргәс, дөрөҫ кенә, үҙ ваҡытында ғына йыйып, ҡышҡылыҡҡа һаҡлаған. Шулай итеп, ер ҡеүәтенән, тупраҡ шифаһынан туранан-тура файҙаланған. Өҫтәүенә, ағас ҡумыҙҙар яһап уйнаған. Ә ҡумыҙ сиртеү теш ҡаҙнаһын нығыта. Халыҡта теш сәләмәтлеген һаҡлау сараһы ныҡ күҙәтелгән.

“Беҙҙе өйҙә ҡалдырып…”

Эпостан:

Шүлгән Уралды димләп,

Ошолай тип әйткән, ти:

“Йәнде ҡыйып һунарлау

Ҡомарлы эш булмаһа,

Һыуһағанда, ҡан эсеү

Тәмле нәмә булмаһа,

Атамдар йоҡо ҡалдырып,

Көн дә икәү ҡаңғырып,

Аяҡ-ҡулын талдырып,

Беҙҙе өйҙә ҡалдырып,

Йөрөмәҫ ине һунар тип…”

Был өҙөктә – Шүлгәнгә ун ике, Уралға ун йәш булғандағы һөйләшеү. Һунарҙың үтә лә ҡомарлы эш булыуын Шүлгән үҙҙәрен – балаларҙы көн оҙайына яңғыҙ өйҙә ҡалдырып китеүҙән дә өҫтөн булыуы менән аңлата.

Йәнбирҙе менән Йәнбикә һунарға киткән саҡтарында, тегене эшләгеҙ, быны эшләгеҙ, тик ҡандан ауыҙ тартығыҙ, тип, өгөт-нәсихәт бирәләр ҙә сығып китәләр. Ә малайҙар яңғыҙҙары өйҙә ҡала. Ни менән көн үткәреүҙәре билдәле булһа ла, бала үҫешендәге иң мөһиме – ни уйлағандары, зиһендәрендә ниндәй үҙгәреш, ниндәй үҫеш барғанлығы иғтибарҙан ситтә ҡала. Өлкәндәр аңлап етмәһә лә, өйҙә яңғыҙ ҡалыу бала өсөн – күңел яраһы. Бына ҡайҙан башланған Шүлгәндең һәр саҡ яманлыҡҡа ҡайырыуы, яманлыҡты өҫтөн ҡуйыуы, тормошта еңел юл һайларға яратыуы, көнсөллөк, үс алыу һымаҡ насар ғәҙәттәре!

Хәҙер үҙебеҙҙең йәшәйеш менән сағыштырайыҡ. Атай ҙа, әсәй ҙә эштә. Өләсәй-олатайҙар менән бергә йәшәмәйбеҙ. Бала ни теләһә, шундай уйынсыҡ алабыҙ, тамаҡтарын туҡ тотабыҙ һәм тыныс ҡына йөрөйбөҙ. Бала ни уйлай? Ниндәй йүнәлештә үҫеш ала? Шүлгән кеүек үҙ алдына төрлө һығымталар яһап, үҙенә юл һайлап өлгөргәнме, әллә Урал һымаҡ уйланыу осоро кисерәме – уныһын әле уйлап еткермәйбеҙ. Өйҙә – телевизор, компьютер, айпад, кәрәҙле телефон, Барби ҡурсаҡтары, эш боҙолмаһа – ярай. Эш боҙоуҙы ниҙә күрәбеҙ? Үҙ-ара ыҙғышмаһындар, ут менән шаярмаһындар, ишекте асып ултырмаһындар, дәрес әҙерләһендәр, ваҡытында үҙҙәре белеп йоҡларға ятһындар, телевизор йәки компьютер төбөнә баш терәп йоҡлап китмәһендәр… Ә эске, күңел донъяһында ниндәй үҙгәрештәр бара, ниҙәр кисерә бала – уныһын уйлауҙан арыраҡ торабыҙ. Сөнки ял көндәренә тиклем йорт эштәре өйөлөп китә, ҡунаҡҡа йәки кинотеатрға барып әйләнергә лә, туғандарҙың хәлен белешергә лә кәрәк. Көнкүреш мәшәҡәттәре лә тотош ялға тороп ҡала. Йыйылыш, командировка. Һәр кемдең үҙ хәстәре, үҙ мәнфәғәте. Ә балаға иғтибар итеү өсөн ваҡытыбыҙ бик-бик наҡыҫ ҡала. Ошондай мәлдә уйға ҡала ла инде бала – баланан да өҫтөн нимә бар икән? Эшме? Балала атаһы менән әсәһенең эшенә, шөғөлөнә ҡарата кире фекер тыуыуы, хатта үҙҙәрен ҡарап ҡалған кешегә, килгән ҡунаҡтарға (туғанмы, яҡын кешеме – барыбер, улар атай-әсәйҙең ваҡытын биләй) ҡарата йән көйөү тойғоһо башланыуы, атай менән әсәйҙең урыҡ-һурыҡ ҡына ваҡыт бүлергә тырышыуҙарына һалҡынлыҡ күрһәтә башлауҙары ихтимал.

Баланың, Шүлгән юлын һайлап, ата һүҙен тотмайынса эш боҙоуы ла ихтимал. Сөнки ул, ниндәй сара менән булһа ла, үҙенә иғтибар иттерергә теләй. Шул саҡта ғына атай менән әсәй “аһ” итеп ҡала… Эпосҡа ҡайтып фекер йөрөтәйек. Бала мәнфәғәтенән дә өҫтөн күрелгән шөғөлдөң ни икәнен белергә теләү тойғоһо тыйылған әйберҙе татып ҡарауға ҡыҙыҡһыныу уята Шүлгәндә. Ул атаһы һүҙен тотмай, тыйыу-тыйылыу тигән кәртәне аша атлай. Бала мәнфәғәтенән өҫтөнөрәк булған шөғөлдөң ни икәнлеген белгеһе килә Шүлгәндең – һунар йөрөп табылған йәнлек ҡанының тәмен татып ҡарау! Йәнбирҙе һуйыл ала. Уланы уны тыңламаған!!! Әммә һуйыл аҡылға ултырта алмай, ваҡытлыса ғына ҡурҡыта, ә ҡурҡыу, артабан туҡмалмаҫ өсөн, яманлыҡтарын тағы ла нығыраҡ йәшерергә этәргес кенә була – Шүлгәндең зиһенендә тормошҡа үҙ ҡарашы, үҙ йүнәлеше нығынып өлгөргән, ул барыбер үҙенсә эшләй һәм йәшерен эшләүҙе өҫтөн күрә башлай.

Уралға әле ун йәш. Ул уйлана ғына, был мәлдә мейеһен быраулаған бихисап һорауҙарға яуап эҙләй. күңеле саф, уйҙары бысранмаған, уға дөрөҫ юҫыҡ биреп була. Тик йүнәлеште, Йәнбирҙе кеүек бер ни аңлатмайынса, ярамай, тип кенә тыйып йәки һуйылға тотоноп түгел, ә тәүҙә баланың фекеренә ҡолаҡ һалып, уның ниндәй юҫыҡта уйлауын, донъяға ҡарашының ниндәй йүнәлештә ҡалыплаша барыуын иғтибарға алып, ул аңларлыҡ кимәлдә тәбиғәт ҡанундарына таянып аңлатырға кәрәк. Урал үҙе лә фекерен тәбиғәт ҡанундарынан сығып төйнәргә тырыша. Шуныһы иғтибарға лайыҡ – Урал ямандарҙың яманын сит тарафтарҙан түгел, ә иң элек үҙ булмыштарынан эҙләй:

Ямандарҙың яманы,

Шул йоланы табыусы,

Ерҙә үлем сәсеүсе –

Ошо тирәлә беҙ дүртәү

Булабыҙ һуң түгелме?

Был осраҡта ла халыҡ аҡылы бик урынлы фәһем бирә. Кеше хатаны иң элек үҙенән эҙләргә тейеш. Аҡланыу, һылтаныу, кемделер ғәйепләү бер ваҡытта ла ыңғай һөҙөмтә бирмәй, хатаны тәрәнәйткәндән-тәрәнәйтә генә. (Ошо уңайҙан әйтеп үтеү урынлы булыр. Беҙ берәй нәмә аңлатһаҡ, ғәҙәттә: “Аңланыңмы?” – тип һорайбыҙ. “Аңламаным”, – тиһә, тыңлаусы үҙе ғәйепле булып ҡала. Ә һорау “Аңлата алдыммы?” тип ҡуйылырға тейеш. Ул саҡта инде һин, ҡайһылайыраҡ итеп аңлатырға икән, тип, үҙең уйлана башлайһың, үҙең баш ватаһың).

Эпоста ла шулай. Урал үҙ һорауына яуапты йәшәйештәренән, булмыштарынан тапмаҡсы; артабан инде урмандағы йән эйәләренән – һәр төрлө нөгәрҙән яуап эҙләй.

Битарафлыҡтан да яман сир юҡ

Ҡоштар булмышында кеше холҡо төҫмөрләнә. Халыҡ аҡылы кинәйә менән ҡош ғәҙәттәре аша кешеләрҙәге ниндәй холоҡтоң йәшәйештә ҡамасаулаясағын иҫкәртә.

Үлем тигән яуыздың

Төрөн һанап беләйек,

Көслө көсһөҙҙө ейгән

Йоланы беҙ өҙәйек, –

ти Урал.

Ҡоҙғон үҙ фекерен туранан-тура әйтә:

Мин үлемде табыуҙан

Бер ҙә ҡурҡып тормайым,

Әммә тотоп биреүгә

Һис ҡасан да күнмәйем.

Ҡарт булһам да, был эштән

Мин бер үҙем баш тартам…

Артабан ҡоҙғон был эштән ни өсөн баш тартҡанлығын да аңлатып бирә. Тормошта ла фекерен тура әйткән, нигеҙләй алған кеше менән эш итеү ауыр түгел – барыһы ла асыҡ, күҙ алдында. Һайыҫҡан да шулай – төйнәлгән фекерен ярып һала һәм ни өсөн баш тартҡанлығын аңлата. Ошондай аныҡ фекерле, асыҡ күңелле, үҙ ҡарашын дәлилләй белгән кешеләр менән бәйләнешкә инеү еңел. Донъяла ҡоралай, болан, ҡуян кеүек, бер һүҙ әйтмәгәндәр ҙә бар. Ундайҙар үҙ көстәренә ныҡ ышана, әммә бер ҡатлыраҡ фекер йөрөтә, сөнки алдаҡ, юхалау, ике йөҙлөлөк кеүек мәкер барлығын, хәйләһеҙ болан кеүек йылан ауыҙына килеп эләгеү, ярҙамға мохтаж булып ҡалыу ихтималлығы тураһында уйлап та бирмәйҙәр.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ: был йән эйәләренең фекерҙәре лә йәшәү рәүешенә ҡарап төйнәлә. Көстәренә ышанғандары, үлемдән ҡотолоу яйын һәр кем үҙе эҙләр, тигәнде хуплай. Ә инде мыр-маҙар менән генә туҡланыусы ҡоштарҙың хатта әйтер фекерҙәре лә юҡ, улар фәҡәт ояла ғына. Тимәк, ҡул ярҙамына ғына түгел, тел ярҙамына мохтажлыҡ кисереп, кемгәлер мөрәжәғәт итергә уйлаһаң, иң элек уның йәшәү рәүешенә иғтибар итергә кәрәк. Кешенең уй-фекере уның йәшәү рәүешенә ҡарап ҡалыплаша. Йәки, киреһенсә, кешенең йәшәү рәүеше уның аң-фекерләү кимәленәсә ҡорола. Шуның өсөн кешегә ярҙам ҡулы һуҙырға уйлаһаң, иң элек уның уй-фекеренә дөрөҫ йүнәлеш биреүҙән башларға, тел ярҙамы күрһәтергә кәрәк.

Иң ҡатмарлы һәм ауыр ҡатлам – ул битарафтар, ғәмһеҙҙәр. Уларға ышанып та, таянып та булмай. Бөгөн – былай, иртәгә – тегеләй. Ә битарафлыҡ маҡсатһыҙлыҡтан килә. Ундайҙарҙың донъяға ҡарашы – “Миңә барыбер”. Кешелек донъяһының бындай өлөшө эпоста кәкүк аша сағылдырыла.

Оям юҡ,

Балам тигән ҡайғым юҡ:

Бала – бауырым, тигәндәр,

Бала өсөн көйгәндәр,

Ни теләһә – миңә шул.

Һүҙ туранан-тура балаһыҙлыҡ тураһында бармай. Кәкүк балаһыҙ түгел, улай булһа, бөгөнгө көндә кәкүктәр булмаҫ ине. Был ҡош балаһы өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алмай. Бында фекерҙең әрәсәһе – маҡсат-киләсәк хаҡында. Маҡсаты булмаған, киләсәген хәстәрләмәгәндәр, битарафтар – бөгөнгө көн менән генә көн итеүселәр тураһында. Уларҙы хатта “йәшәүселәр” тип тә әйтеп булмай, улар – көн итеүселәр. Йәшәү – ул алдағыңды хәстәрләү, киләсәгең хаҡында уйлау, маҡсат билдәләү. Кәкүктең бер маҡсаты ла юҡ. Бер ни ҙә уның бауырын өҙмәй, ул бер ни өсөн дә көймәй. Башҡалар ни теләһә – уға шул. Ундайҙарға таянып, ышанып булмай. Бөгөн һинең һүҙеңде һөйләр, иртәгә – башҡаныҡын көйләр.

Һайыҫҡан бына нимә ти:

“Үлемдән ҡурҡыр йән булһа,

Ҡотолорға юл эҙләр,

Түл йәйергә уйлаһа,

Илде гиҙеп яй эҙләр”, –

Һайыҫҡан әйткән һүҙҙәрҙе

Юлбарыҫ та, ҡаплан да,

Бүре, бурһыҡ, арыҫлан да,

Типкес-өҙгөс ҡоштар ҙа,

Ҡарпыр балыҡ суртан да,

Бөтә йыртҡыс хуп күргән.

Йыртҡыс та, башҡа йән эйәләре лә хуплаған һүҙҙең әрәсәһе ни һуң? Был фекер һәр заманға тап килә, сөнки, ысынлап та, тәбиғәт ҡанундарына, хатта кеше аҡылы уйлап тапҡан Төп закон ҡанундарына ла ҡаршы барып булмай. Фәҡәт үҙ фиғелеңә тура килтереп ҡулайлашыу яғын ҡарарға, өйрәнергә, “юлын, яйын” эҙләргә кәрәк. Тәбиғәт шарттарына ҡарап йорт төҙөү, кейенеү, ҡояш ҡыҙҙыра башлаһа – ҡапланыу, дауыл ҡоторһа – һаҡланыу саралары табыу кеүек үк, һәр йән эйәһенә үҙен һаҡлау ысулы бирелгән. Шул уҡ ваҡытта Һайыҫҡан “ил гиҙеп” яй эҙләргә тимәй, был һүҙбәйләнеш донъя буйлап сығып китеүҙе аңлата, ә айырым-асыҡ итеп “илде гиҙеп” ти; тимәк, тәғәйен ил, үҙең йәшәгән илдә яй эҙлә, тигән фекер әйтелә эпоста.

Араһында бер аҡҡош,

Аяҡтарын бәйләгәс,

Башын ҡырҡып ташларға

Бабай бысаҡ ҡайрағас,

Ҡанлы йәшен түккән, ти,

Үҙ зарыны әйткән, ти:

“Ил күрергә сыҡтым мин,

Ер ҡошонан түгелмен, –

Йәшәй торған илем бар,

Илһеҙ етем түгелмен”.

“Етем” тип беҙ ғәҙәттә атаһы йәки әсәһе, йә булмаһа “үкһеҙ етем” тип икеһе лә булмаған балаларға әйтәбеҙ. Ә халыҡта иле булмағандарға ҡарата ла ҡулланылған етемлек төшөнсәһе. Тимәк, тыуған иленән, иң ғәзиз, иң яҡын мөхиттән, күңел һыйыныр төйәгеңдән айырылыуҙы ла етемлеккә һанаған башҡорт. Был фекер Уралдың үҙе менеп килгән арыҫланына ҡарата әйткән һүҙҙәрендә лә ҡабатлана:

“Һау булһам, кире килермен,

Һинең менән булырмын.

Килмәһәм, оҙаҡ көтмәҫһең,

Ситтә ғүмер итмәҫһең,

Төҫәүелләп юлыңдан,

Илгә ҡайтып китерһең,

Минән сәләм әйтерһең”, – тип

Арыҫланына әйткән, ти.

Эпоста Тыуған илдә йәшәү өҫтөнлөгө, ғүмер итеү өсөн үҙ илеңдә яй табыу һәр саҡ зиһенгә һеңдерелә бара. Хатта арыҫланының да сит-ят яҡтарҙа йөрөүен теләмәй Урал: “Ситтә ғүмер итмәҫһең”, – ти.

Шүлгәнгә осраған ҡарт үҙенең ҡустыһы тураһында һөйләгән саҡта былай ти:

Шуға уны был илдән,

Тыуып үҫкән еренән

Бөтәһе лә берлектә

Ситкә ҡыуып ташланы.

Хәҙер илдән йыраҡта

Үҙе йәшәй тарлыҡта,

Ғүмере үтә зарлыҡта.

Ошонан күренеүенсә, илдән ситтә йәшәүҙе зарлыҡта үткән ғүмер тип һанаған башҡорт. Ошо аҡыл аңға һеңдерелә килгәнгә лә башҡорт халҡы быуаттар буйы тамырҙары ереккән төйәге Урал өсөн ҡалҡан булып йәшәгән һәм әлегәсә йәшәй.

“Мин уны үҙемсә тәрбиәләп алам…”

Урал батыр эпосынан:

Йәншишмәнән һыу алып,

Әсәм тәнем йыуҙырған,

Үҙ нурына һуғарған…

Алтын сәсем тараһам,

Нурға илде күмәмен,

Кисен ергә нур һибәм,

Кисен айға нур бирәм.

Бала нурҙы әсәйҙән ала һәм әсәйҙән алған нурҙы артабан тарата. Кинәйә менән әйтелгән был фекерҙең әрәсәһе шунда: тимәк, баланың нур донъяһы әсәй аша килә һәм артабан да шулай дауам итә. Нур тигән төшөнсә, уның тотош эске донъяһы, булмышы – әсәнән. Әсәһенең тәғәйенләнешен дауам итә бала.

Көндөҙ ергә нур һибәм,

Кисен Айға нур бирәм,

– ти Һомай.

Ә атай – тышҡы именлекте ҡурсалаусы:

Атам барыбер табыр ул,

Килеп яулап алыр ул.

Бына ни өсөн борон-борондан өйләнеүгә, ҡатын алыуға айырым иғтибар иткәндәр. Кем етте, шуға өйләндермәгәндәр. “Ошоға өйләнәм, үҙебеҙсә һөйләшергә өйрәтерһең, әсәй”, – тип, өйгә ҡыҙ етәкләп ҡайтҡас ҡына түгел, ә алдан иҫкәртә килгәндәр уландарына был фекерҙе. Әсәһенең нуры менән нурланған ҡыҙ баланы нисек итеп үҙгәртмәк кәрәк?! Үҙгәртеп буламы? Юҡ. Ошо хәҡиҡәтте егеттәр аңлаһындар ине. Атай ҡотон һаҡларға теләй икән улан (ә һаҡлау мотлаҡ!) – уны дауам итерлек кәләш алыу тураһында уйланырға тейеш.

Уҫал да менән аҡ ҡыҙҙан

Һаҡмар батыр тыуғанын...

– ти Урал ағаһына.

Был юлдар ҙа үрҙә әйтелгән фекерҙе раҫлай.

Бөгөнгө йәштәрҙең байтағы өйләнеү мәсьәләһенә бик еңел ҡарай. Кемгә булһа ла өйләнәм дә, үҙемсә үҙгәртеп алам, тип уйлай. Кешене, бигерәк тә уның милләтен үҙгәртеп булмай. Баланың булмышы әсә ҡарынында уҡ ҡалыплаша. Тимәк, ниндәй нәҫел ҡалдырғың килә – шундай ҡыҙҙы иш итәһең. Иш итәһең икән – үҙгәртәм, тәрбиәләп алам, баланы үҙемсә тәрбиәләйем, тип ниәтләнергә түгел, ә ҡанына һалынған, әсәнән бирелгән нур йүнәлешендә генә хәл итергә кәрәк. Иң яҡшыһы – үҙ яртыңды табыу. Ә һинең яртың – мөхәббәтең бер үк нурҙан ҡойонғандар араһында.

Батырҙан батыр тыуғанда,

Бер быуын тип һаналған

Илдә ғүмер үтер ул.

Батыр атанан ҡот йәйгән,

Матур әсәнән һөт имгән, –

Һиңә тиңдәш булыр ҡыҙ,

Батырға әсә булыр ҡыҙ.

Ошо урында хәҙерге йәштәр араһында киң таралған тағы бер фекергә ентекләп туҡтап китке килә. “Боронғо башҡорттар ҡырылып бөткән инде. Беҙ – яуҙан ҡасып-боҫоп йәки яу тоторлоҡ рәте ҡалмағандарҙың ғына нәҫелдәре,” – тип, үҙ булдыҡһыҙлыҡтарын әллә ҡасанғы ихтилалдарға бәйләмәксе ҡайһы берәүҙәр. Был һүҙҙәрҙә дөрөҫлөк бар, әлбиттә. Әммә батыр атанан ҡот йәйгән батырҙар быуын-быуын тыуып тора икән, нәҫел ҡото ҡабатланырға тейеш бит. Ә ни өсөн ҡабатланмай? Бөтөн ғиллә ошонда түгелме икән? Халыҡта, мылтыҡ ала алмағанды уҡлау алыр, уландар, тигән иҫкәртеү бар. Йәғни яуҙа мылтыҡ ала алмаһа ла, өйҙә ҡатын-ҡыҙҙарҙан еңелеүең ихтимал. Хәҙер миҫалдарға күсәйек.

Боронғо атай-олатайҙар батырлығы, оһоллоғо, һәләте, маһирлығы күсмәгәйнеме икән үткән быуаттың 50–70-се йылдарында сәнғәтебеҙ күгендә ижад итеүсе ир-уҙамандарыбыҙға? Ниндәй юғарылыҡҡа күтәрелгәйне башҡорт сәнғәте! Әммә уларҙың таланттарын дауам итерлек нәҫел ҡалманы. Уларҙы бит яу ҡырманы. Ни өсөн: “Нурға илде күмәмен”, – тип, нур сәсеп йөрөрлөк Һомайҙар ҙа, “Урал ҡотонан тыуған батыр бала түгелме?” – тип, атаһына оҡшашлығынан һиҫкәнеп китерлек, Урал ҡотон дауам иткән Иҙелдәребеҙ ҙә тыуманы? Мылтыҡ ала алмағанды уҡлау алыр, тигән иҫкәртеүҙең раҫ булыуы ошо түгелме? Тимәк, егеттәребеҙгә ҡасандыр илен, телен, ерен, нәҫелен ҡурсалап яуға күтәрелгән атай-олатайҙарыбыҙ хәтерен һаҡлау, уларҙың изге ниәттәренә тап төшөрмәү бурысын үтәү урынына аҡланып, һылтанып, үҙ хаталарын йомоп ҡалырға тырышырға түгел, “Урал батыр” эпосын уҡырға, халҡыбыҙ ижадын өйрәнергә, фәһем алырға һәм Урал батыр кеүек Иҙелдәр, Нөгөштәр, Яйыҡтар, әсәһе Айһылыу булған Һаҡмарҙар ҡалдырырға кәрәк.

Юл башын һорашыу

“Урал батыр” эпосынан:

Аҡ һаҡаллы бер ҡартҡа

Былар барып еткән, ти,

Ҡарт та ҡаршы алған, ти,

Юл башыны быларҙың

Ҡарт һорашып белгән, ти,

Үҙ уйҙарын былар ҙа

Ҡартҡа һөйләп биргән, ти.

Ҡарт уйланып торған да,

Һаҡалыны һыпырып,

Быларға күҙ йөрөтөп…

Ике юлды күрһәтеп,

Былай тиеп әйткән, ти....

Нимә ул Юл башы? “Ҡайҙан киләһегеҙ, юлығыҙ ҡайҙан башланды?” – тигән генә һорау түгел был. Был юлдарҙа кәңәш биреү, кәңәш алыу йолаһы тураһында кинәйә бар. Ҡарт кәңәш бирер алдан егеттәрҙең тотош уй башын, нимә уйлағандарын, ниндәй уй-ниәт менән китеп барыуҙарын, ниндәй маҡсат менән сыҡҡандарын энәһенән ебенә тиклем һораша. Шунан ап-аҡ һаҡалын һыпырып ала. Ап-аҡ һаҡал – ҡарттың йәшәгән йылдары, үткән ғүмере, туплаған тәжрибәһе, тормош һабаҡтары. Һаҡал һыпырып алыу – үҙенең ошо тәжрибәһен байҡап алыу, “быларға күҙ йөрөтөп” – һынап ҡарап, һөйләгәндәре менән уларҙың кәйеф торошон сағыштырыу. Шунан һуң ғына кәңәш бирә.

Тимәк, кәңәш бирер, артабан бараһы юлға дөрөҫ йүнәлеш күрһәтеү өсөн һаҡал һыпырып, тоҫмаллап ҡына түгел, ә кешенең тотош эске донъяһын өйрәнеү, һиңә төбәп кәңәшкә килгән кешегә “күҙ йөрөтөп” алыу мотлаҡ.

Тәү тапҡыр күргән кешенең ҡоро һүҙенә генә ышанып мөкиббән китмәҫкә, ә һынап ҡарау кәрәклеге тураһында аҡыл бирелгән был юлдарҙа. Ҡарт иң элек “юл башыны” һораша – ҡайҙан, ни өсөн килеүҙәрен, йәғни был юлға сығыуҙың төп сәбәбенең ниҙә икәнлеген төшөнөп ала. Урал менән Шүлгән “үҙ уйҙарын” һөйләгән саҡта ҡарт “быларға күҙ йөрөтөп” ултыра. Билдәле булыуынса, күп осраҡта тел һөйләгән хәбәрҙең кешенең уйы менән тап килмәүе ихтимал. Шуның өсөн “һөйәкһеҙ тел нимә һөйләмәҫ” тиҙәр. Ә кешенең үҙен тотошо, ишараһы, ҡул хәрәкәттәре, ҡарашы (әгәр һынай белһәң) бер ваҡытта ла алдай алмай. Һынсыл кешеләр күрәҙәсе һымаҡ була, кеше күңелен тышҡы ҡиәфәтенең үҙгәреүенә ҡарап “уҡый” ала. Ә үҙе эскерһеҙ, асыҡ күңелле кешеләр уны-быны уйламай, кешенең теленә ышана һәм һынсылдарға ҡарағанда күп тапҡырға йышыраҡ яңылыша. Мәҡәләлә артабан да айырым туҡталып китербеҙ: Урал батыр һәр ваҡыт фәҡәт һүҙгә генә ышанып һәм физик көсөнә таянып эш итеүсән, шунлыҡтан хаталар ебәрә, аҙаҡ күп тапҡырҙар Һомай ҡотҡара. Эпоста ошоға ишара бик йыш күҙәтелә. Башҡорттарҙың күбеһенә хас булған холоҡ был – бер ҡатлылыҡ, ябайлыҡ, ышаныусанлыҡ, кеше хәленә инергә тырышыу; ә юхалыҡ, ике йөҙлөлөк, аҫтыртынлыҡ, башҡаларға хаслыҡ ҡылыу кеүек сифаттарға эйә булған Шүлгәндән нәҫел ҡалмай, берҙән-бер улы Һаҡмарҙы ла Айһылыу Урал рухында тәрбиәләй. Тимәк, Шүлгән кеүектәр халҡыбыҙҙа бик-бик һирәк осрай торған күренеш. Эпоста һынсыл ҡарттың, күҙәтеүсән Һомай аҡылының дөрөҫкә барып сығыуы иғтибар үҙәгендә булырға тейеш.

Илдәге етешһеҙлек һәм башҡа шундай ризаһыҙлыҡ тыуҙыра торған күренештәрҙе ғәҙәттә төп етәксегә ҡайтарып ҡалыусан кеше. Ә эпоста “батшаһынан, башҡаһынан” тип асыҡ әйтелгән:

Яуызлыҡта дан алған

Батшаһынан, башҡаһынан.

Батша әмерен башҡалар башҡара һәм, башҡарыу ғына түгел, вазифа һаҡлау, ярамһаҡланыу маҡсатында арттырып үтәп тә ҡуя. Өҫтәүенә, “йығылыр урынына һалам түшәргә” лә онотмай, йәғни дуҫтары-таныштары менән мөнәсәбәтен боҙмау хәстәрлеге лә күрелә, ә был маҡсатты ике йөҙлө булмайынса тормошҡа ашырыу еңелдән түгел.

Эпоста һүрәтләнгән Үлем нимә ул?

“Урал батыр” эпосынан:

Мин күренмәҫ Үлемде

Юҡ итергә сыҡҡанмын;

Ҡан ҡойоусы батшанан,

Кеше ашар дейеүҙән

Бар кешене ҡотҡарыу,

Йәншишмәнән һыу алып,

Үлгәндәрҙе терелтеү

Өсөн тыуған батырмын!

Халыҡ илап торғанын

Күҙ алдында күргәндә,

Йәнде алыр яуыз үлем

Кешегә ҡулын һалғанда,

Ирмен тигән Ир-батыр

Шып-шым ҡарап торормо?

Яуыздарға юл ҡуйып,

Батыр ҡурҡып ҡалырмы?

Бөйөк эпосыбыҙҙа һүҙҙең айырым кешеләр тураһында ғына бармағанлығын, ә тотош Кешелек донъяһы, Яҡшылыҡ һәм Яманлыҡ, Йәшәү һәм Үлем хаҡындағы фәлсәфә икәнлеген беләбеҙ.

Үлем төшөнсәһенең кинәйәһе ниҙә? Бөгөнгө көндөң “кеше ашар дейеү”е нимә ул? “Үлгәндәрҙе терелтеү” маҡсатын тормошҡа ашырып буламы? Ни өсөн “Ирмен тигән Ир-батыр шып-шым ҡарап торормо?” тип әйтелә? Был урында ни өсөн шып-шым тигән һүҙ ҡулланылған? Бөгөнгө көндә “Йәншишмә һыуы” төшөнсәһе нимәне аңлата?

Кешелек донъяһына янаған “кеше ашар дейеү” барыбыҙға ла билдәле: эскелек, наркомания һәм кешелеккә үлем менән янаусы башҡа күренештәр.

Әммә эпоста “күҙ йәшергән үлем”, йәғни күҙгә күренмәй “йәнде алыр” үлем тураһында ла һүҙ бара. Быныһы – иң ҡурҡынысы. Кешене рухи яҡтан ошондай үлем юҡ итә лә инде. Был үлемгә килтереүсе төшөнсәләр – ғәмһеҙлек, битарафлыҡ, маҡсатһыҙлыҡ, күңел төшөнкөлөгөнә бирелгәнлек. Бындай рухи үлемгә килтереүсе сәбәптәр – туған телеңдән, халҡың традицияһынан, тарихыңдан, мәҙәниәтеңдән яҙыу, үҙ-үҙеңде һанға һуҡмау кимәленә етеү; Йәншишмәңдең башы булған төйәгеңдән, эсәр һыуыңдан, һағынып ҡайтыр тыуған ерең менән нигеҙ һаҡлар туғандарыңдан яҙыу. Рухи ҡоллоҡ. Рухи Үлем. “Үлгәндәрҙе терелтеү”, тимәк, рухи үлгәндәрҙе терелтеү өсөн Йәншишмә һыуы кәрәк.

Бына ошонда асыла ла инде “шып-шым ҡарап торормо” тигән һүҙҙәрҙең әрәсәһе – эпостағы кинәйә фекер. Зыялылар шымып ҡалырға тейеш түгел бөгөн. Уларҙың, Урал батыр кеүек, ғәмәли эштәре менән нығытылған һүҙе, өлгөһө кәрәк бөгөн рухи “үлгәндәрҙе терелтеү”, “яуыздарға юл” ҡуймау өсөн.

Әгәр Урал батыр, үҙ мәнфәғәтен генә уйлап, Йәншишмә һыуын тирә-яҡҡа бөркмәйенсә, үҙе йотһа, ни булыр ине? Йәншишмәне тапҡас, һыуын үҙе генә эсергә ынтылыусылар арта бара түгелме? Ил мәнфәғәте менән йәшәмәүсе бындай бәндәләр илде юҡҡа сығара, үҙҙәре лә көн күрмәй:

Тәнең сереп ҡорт ашар,

Шунда ла һин үлмәҫһең,

Һис донъянан китмәҫһең, –

тигән ҡарғыш алырлыҡ, үлә алмай ҡаңғырып йөрөр ҡарт һымаҡ хәлгә ҡала. Үҙҙәре фани донъянан китһә лә, ундай бәндәләрҙең быуын-быуынға етерлек, нәҫелдәре намыҫына тап төшөрлөк яман дандары ҡала. Ошо хаҡта әйтелә был кинәйәле фекерҙә.

Сер һөйләмә дуҫыңа…

“Урал батыр” эпосынан:

Йылан, башын сәкәйтеп,

Уралға ҡарап ялбарған:

“Ай, егетем, ярҙам ит,

Шул булмаһын үлемем,

Ҡәһҡәһәнең улымын,

Зәрҡум тигән егетмен,

Ярҙамыңа ҡарыуға

Мин дә ярҙам итермен”.

......................................

“Ай, егетем әйтәйем,

Бар серемде һөйләйем”…

Был юлдарҙа тәрән кинәйә бар. Кеше үлемдән дә, язанан да ҡурҡа. Үлем менән Йәшәү араһында барған алышта ҡотолоу юлын эҙләй. Ҡайһы берәүҙәр, ҡурҡһа ла, сер һатыуға ҡарағанда үлемде өҫтөн ҡуя. Тарихта миҫалдар күп. Улар батыр тип атала. Икенселәре ниндәй ысулдар менән булһа ла ҡотолоу юлын ҡарай. Зәрҡум да “бар серемде һөйләйем”, ти. Ярай, үҙ серен һөйләһен дә ти. Ә бит ул атаһының серен һата. Уның йәшәү нигеҙе, таянысы, таяуы булған көс-ҡеүәтенең асылын асып бирә. Атаһы тураһында ни белә – шуның барыһын түкмәй-сәсмәй аңлата. Атаһын тулыһынса ҡоралһыҙландыра. Фәҡәт үҙенең бер ни еңә алмаҫ ҡул көсөнә генә таянып эш иткән хәйләһеҙ Урал, был серҙе белмәһә, Ҡәһҡәһәне еңә лә алмаҫ ине. Атаһы Йәнбирҙе уны хәйләгә, юхаға, алдауға түгел, һәр төрлө күнекмәләргә өйрәткән, физик көс-ҡеүәтен камиллаштырған.

Бынан ниндәй һығымта яһап була? Үҙенә ҡаршы көстөң серен белергә теләүселәр иң элек дошманының иң яҡынын – бөтөн серен белгән кешеһенең яҙмышын үҙ ҡарамаҡтарына ҡалырлыҡ хәлгә ҡуялар йәки ауыр хәлдә ҡалған мәленән файҙаланалар (эпоста яҙмыш тарафынан Зәрҡум ошо хәлгә дусар ителгән), шунан инде һайлау юлына ҡуялар. Рухи яҡтан көслөләр, иң яҡыны менән бер маҡсатлылар һынмай, ә яҡынына ҡарата ниндәйҙер фекер айырымлыҡтары, үпкәһе булғандар (эпоста Ҡәһҡәһә улына кәләште – Самрауҙың ҡыҙын – яу менән алып бирмәй, үҙ бәхетен үҙенә яуларға ҡуша, Зәрҡум быға үпкәләй) форсаттан файҙаланып, яҡынына ҡаршы эшләй башлай. Эпоста иһә хәйләһеҙ Уралға яҙмыш үҙе ярҙамға килә һәм Зәрҡумдың киләсәген хәл итеүҙе уның ҡарамағына ҡалдыра. Ә кинәйә шундай: бер ваҡытта ла яҙмышың хәл ителерлек сереңде хатта иң яҡыныңа ла асыу ярамай. Улы Зәрҡум атаһы Ҡәһҡәһәнең бар серен дә белә һәм Уралға аса. Ә ундай хәйлә юлын һайлау, яҡыныңды һатыу иҫәбенә йәшәү хоҡуғына эйә булыу кеүек тәрбиәне Ҡәһҡәһә үҙе биргән.

Ҡәһҡәһә тәрбиәһе:

Бөгөн ауға сыҡ, тине,

Йылан туның кей, тине;

Ун ике тарбаҡ мөгөҙлө

Болан табып ей, тине –

Шуны йотһаң, донъяла

Төрлө төҫкә керерһең,

Хәүеф белмәй йөрөрһөң...

Билдәле булыуынса, төрлө ҡиәфәткә инә белеүсенән дә ҡурҡынысыраҡ дошман юҡ. Асыҡ дошман – бер дошман, төрлө төҫкә инә белеүсе дош­ман – бихисап дошман. Ул һинең серҙәшең сүрәтенә лә инә ала, дуҫың да булып китә, һиңә битараф ҡарашлы кеше сүрәтенә инеүе лә ихтимал.

Йәнбирҙе ҡарт тәрбиәһе:

“Ҡарт шунда уҡ Шүлгән менән Уралға ҡоштар осҡан яҡҡа күҙ яҙмай китергә, арттарынан күҙәтеп барып, Йәншишмәнең урынын табырға, әгәр юлда үлем осраһа, башын ҡырҡып алып ҡайтырға ҡушҡан. Ике улын ике арыҫланға мендереп оҙатҡан, ти”.

Йәнбирҙе бер ниндәй хәйләгә лә өйрәтмәй. Үлемдең башын ҡырҡыу өсөн уландарын бәләкәйҙән үк оһолло, көслө, ғәйрәтле булырға ғына күнектергән:

Күнегергә һыбайға –

Ана, болан менегеҙ,

Сыйырсыҡтың тубына

Яғылбайҙы сөйөгөҙ...


Дауамын журналдың 4-се (2019) һанында уҡығыҙ.
Читайте нас: