— Һөйөнсө! Яңы йылдан беҙҙә лә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн махсус журнал сыға башлаясаҡ. Татарстандың «Азат хатын»ы һымаҡ инде. Баш мөхәррире — яратҡан шағирә апайыбыҙ Кәтибә Кинйәбулатова, яуаплы секретары йәш яҙыусыларҙың кумиры Рәми Ғарипов була икән. Билдәле балалар шағирәһе Фәүзиә Рәхимғолова апай, тағы ла һәләтле йәш әҙибәләр Мәрйәм Бураҡаева менән Әнисә Таһирова ла ошо журналда эшләйәсәк, тиҙәр.
Бер көн килеп, БДУ-ла уҡып, «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәгендә шөғөлләнеүсе студент-шағирәләрҙе фотоға төшөрөп, шиғырҙарыбыҙҙы алып киттеләр. Был күркәм шәлкем «Башҡортостан ҡыҙы» тип исемләнгән яңы журналдың тәүге һанында, 1968 йылдың ғинуарында килеп тә сыҡты.
Журналды ҡулдан-ҡулға йөрөтөп ҡыуаныуыбыҙ! «Ҡыҙҙар моңо» тип аталған шиғри шәлкемгә минең шиғырҙың исеме ҡуйылған: «Мин әлегә тик ҡояшҡа ғашиҡ» тигән юлдар журнал уртаһындағы ике биттең өҫкө өлөшөнә ҙур хәрефтәр менән баҫылған. Әнисә Таһирова, Таңһылыу Ҡарамышева, Фирҙәүес Нафиҡова (хәҙер Бәширова), Факиһа Нафиҡова (хәҙер Туғыҙбаева), Шәүлиә Зөлҡәрнәева һәм минең берәр шиғырыбыҙ менән Миңниса Юлдашбаеваның (хәҙер Баһуманова) фоторәсемдәре төҫлө итеп бирелгән. Шәлкем уртаһында ҡая ташында ғорур ҡоралай һүрәте төшөрөлгән. Әле лә ғәжәпләнәм: журнал 2000 йылдан ғына төҫлө булып донъя күрә башланы. Уның шиғри күңелле етәкселәре уҡыусыларҙы йәш шағирәләр менән таныштырыу өсөн мөмкин булмағанды ла эшләгәндәр инде. Йәш әҙибәләрҙе үҫтереү өсөн ихлас көс һалған кешеләр булды Кәтибә апай менән Рәми ағай.
Рәми Йәғәфәр улы «Совет Башҡортостаны» (хәҙерге «Башҡортостан») гәзитенең әҙәбиәт бүлегендә эшләгән сағында әлеге йәш ҡәләм тирбәтеүселәрҙең тәүге яҙмаларын әҙерләп, гәзит битен тултырып «Ун ете йәшлектәр ижады», «Ун һигеҙ йәшлектәр ижады», «Урал ҡыҙы» тигән рубрикалар аҫтында даими баҫтырып торҙо. Беҙгә, әҙәби донъяға ҡыйыуһыҙ ғына аяҡ баҫыусыларҙы күҙ уңынан ысҡындырмай, кәңәштәре менән дә ярҙам итте, шиғри кисәләргә саҡырып, әҙиптәр өсөн халыҡ менән осрашыу кеүек бик тә кәрәкле сараларға ылыҡтырҙы. «Башҡортостан ҡыҙы»ның тәүге етәкселәре һәм хеҙмәткәрҙәре арҡаһында журналыбыҙ баштан уҡ юғары художество кимәлендә сыға башланы. Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙарының ғына түгел, республиканан ситтә йәшәүселәр араһында ла яратҡан баҫмаға әйләнде. Инде тәүге һанда уҡ шиғырҙарын сығарыу бәхетенә эйә булыусыларҙың барыһы ла билдәле әҙибәләр һәм журналистар булып китте. Шулар араһынан минең тормошомдоң, ижади ғүмеремдең иң ҡанатлы, иң емешле йылдары «Башҡортостан ҡыҙы» журналы менән бәйләнде.
Хеҙмәт юлым университетты тамамламаҫ борон уҡ уҡытыусылыҡ эше менән башланды. Өсөнсө курста уҡыған саҡта уҡ армиянан ҡайтҡан ҡәләмдәшем Мирас Иҙелбаевҡа тормошҡа сығып, дүртенсе курста инде Артур исемле малай үҫтереп, ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсмәй генә, икебеҙгә лә эшләп уҡырға тура килде. Булған бит шәп саҡтар. Сибай педагогия училищеһына практика үтергә барған ерҙән, бер уҡытыусы Өфөгә эшкә күсеп, мине уның урынына ҡалдырҙылар. Сибай менән Өфө араһында поезд йөрөй, автобус юҡ әле ул осорҙа. Имтихандарға самалы ғына кеше һыймалы «АН-24» самолетында барып ҡайтабыҙ. Улары буран, ямғыр көндәрендә осмай. Ярай әле, һәйбәт уҡыйбыҙ, уҡытыусыларыбыҙҙың ҡайһылары беҙҙең ситтән тороп уҡығанды белмәне лә шикелле.
Алдан уҡ уҡытыусы һөнәрен һайлағас, эшем оҡшай. Шулай ҙа Өфөгә ҡайтып, журналист булыу теләге көслө. Атай-әсәйҙәргә йыраҡлыҡ та үҙәкте өҙә. «Совет Башҡортостаны», «Башҡортостан ҡыҙы» баҫмаларына шиғри шәлкемдәр генә түгел, мәҡәләләр, очерктар ҙа ебәреп торам. Студент саҡта уҡ балалар өсөн ике шиғыр китабым сыҡҡайны. Сибайҙа йәшәгәндә «Тылсымлы бүләк», «Ҡояшлы иртә» исемле йыйынтыҡтарым донъя күрҙе. Улар мине баш ҡалаға тағы ла нығыраҡ яҡынайтҡан кеүек булды. Мирастың да аспирантурала уҡып, ғалим булғыһы килә, хикәйәләре лә бер-бер артлы республика баҫмаларында донъя күрә. Сибайҙа Урал улыбыҙ тыуҙы. Ике бәләкәй бала менән ҡапылғара нисек йыйынып сығып китәһең? Бында, исмаһам, бәләкәй булһа ла ике бүлмәле фатир алғанбыҙ. Уны Мирасҡа Урал аръяғы зонаһы буйынса Башҡортостан радиоһы хәбәрсеһе булараҡ биргәйнеләр. Ул саҡта БДУ-ны тамамламағайныҡ әле. Шулай уйланып йөрөгәндә, Сибайға «Башҡортостан ҡыҙы»ның бүлек мөдире Сәриә Мәһәҙиева апай килеп төштө. Эштән ҡайтҡанды ла көтөп тормаған, туп-тура педучилищеға килгән. Мине яҡындағы Маяковский скверына саҡырып сығарҙы ла уратып-суратып тормай һүҙ башланы:
— Мине Кәтибә апайың ебәрҙе, — тине ул, оло сер еткергән һымаҡ тауышын әкренәйтеп, — һиңә шағирә һәм журналист булараҡ үҫергә кәрәк, Өфөгә ҡайт, ижад кешеһе бит һин.
— Үҙебеҙ ҙә шулайыраҡ уйлап торабыҙ ҙа ул, тик…
— Бер ниндәй «тик» юҡ, каникулға сыҡҡас та күсегеҙ ҙә ҡайтығыҙ, эш табылыр. Ләкин бер нәмәне онотма: партияға инеп кил. Сибай — эшселәр ҡалаһы. Дүрт эшсегә бер интеллигенция вәкиле ҡабул ителеү тәртибе һаҡланһа ла, сират тиҙерәк етер. Ҡурҡма, партия ҡала комитетының беренсе секретарына инеп хәлде аңлат, Кәтибә апайың да шылтыратыр, — Сәриә Сәмиғулла ҡыҙы, тирә-яҡта таныш кеше булмаһа ла, бөтөнләй бышылдауға күсте, — Кәтибә апайың пенсияға китергә йыйына, урынына кемде ҡалдырыу мәсьәләһен мотлаҡ һораясаҡтар, ул һине тәҡдим итмәксе.
Был тәҡдим миңә тормошсан тойолманы. Ысынлап та, 24 йәшлек ике йәш бала әсәһен кем республика кимәлендәге журналға баш мөхәррир итеп ҡуйһын инде?! Әммә фирҡәле булыу мәсьәләһен хәл итеп, Өфөгә күскәндә һәйбәт булыр ине. Баш ҡалала тиҙ генә был теләкте тормошҡа ашырып булмаясаҡ бит. Унһыҙ мөхәррир түгел, ябай журналист булып та эшкә урынлашыу ҡыйынға төшәсәк.
Үҙем хыял иткәнсә, бер аҙ эш күрһәткәс, партия сафына инеү дөрөҫ булыр ине лә, ваҡыт көтмәй шул. Икенсенән, партия сафында тағы ла илһамланыбыраҡ, тырышыбыраҡ эшләргә мөмкинлек тыуасаҡ. Инанғанлыҡ, намыҫсанлыҡ етерлек миндә — уларында шик юҡ. «Бирәм тигән ҡолона — сығарып ҡуйыр юлына» тигәндәй, бер-бер артлы һәлмәк кенә мәҡәләләрем донъя күргәс, «Совет Башҡортостаны»ның ул саҡтағы мөхәррире Абдулла Ғиниәт улы Исмәғилев ағай мине гәзиткә эшкә саҡырҙы.
Иң тәүҙә бәләкәй улым менән мин киттем. Мирас, фатир мәсьәләһен хәл иткәнсе һәм ул осорҙа комсомолдың ҡала комитетында башҡарған вазифаһын икенсе кешегә ҡалдырғансы тип, өлкән малай менән Сибайҙа ҡалды.
Өфөлә күргән ауырлыҡтарға, балалар баҡсаһында, яслила урын булмағанлыҡтан, малайҙарҙы ауылға ҡайтарып йә бөтөнләй сит кешеләргә ҡалдырып йөрөргә мәжбүр булыуҙарға әле туҡталып тормайым. Шуны ғына әйтәм: баш ҡалаға күскәнгә һис ҡасан үкенмәнем. Ул саҡта «Башҡортостан ҡыҙы» Октябрь проспектынан Матбуғат йортона күскән, унда баш мөхәррир булып минең яҡташ апай эшләй. Эшлекле, әммә ҡатҡыл күңелле, үҙ бәҫен һәйбәт белгән тәжрибәле журналист. Һуңғы йылдарҙа билдәле сәбәптәр арҡаһында эшһеҙ йөрөгән Рәми ағай Ғариповты әҙәбиәт, сәнғәт бүлеге мөдире итеп эшкә алғайны. Миңә ҡарата яҡташ тип әллә ни яғымлылыҡ күрһәтмәһә лә, шиғри шәлкемдәремде ваҡытында сығара, геройҙарҙы үҙе тәҡдим итеп, мәҡәләләр ҙә яҙҙырып ала ине. Үҙе эшләгән һуңғы йылда редколлегия ағзаһы исемлегенә индерҙе. Тағы ла шуныһы ҡыҙыҡ, ул да: «Мине оҙаҡламай пенсияға ебәрерҙәр ул, хаҡлы ялға тиклем өс-дүрт йыл барын бар ҙа, журналға яҡыная тор, үҙемдең урынға һинән башҡа кеше күрмәйем», — тине.
Йәшәү ауыр, һаулыҡ та тейешле кимәлдә түгел: Сибайҙағы фатирыбыҙҙы Черниковкалағы бер бүлмәгә алмаштырғайныҡ, нефть эшкәртеү заводтары урынлашҡан төбәктең һауаһы яраманы, тын ҡыҫыла, иҫтән яҙған саҡтарым да булғыланы. Мирас аспирантурала уҡып йөрөй, бер-бер артлы үҫеп килгән һеңле- ҡустылар Өфөгә күсә башланы. Улар инде беҙгә һыйына. Аҡса етмәгәнлектән, радио, телевидение өсөн тапшырыуҙар әҙерләйем.
Балаларҙы икешәр айлап әле бер, әле икенсе балалар баҡсаһына йөрөтәбеҙ. Даими урынға өмөт тә итеп булмай. Бер саҡ Уралымды, бер йәшлек сабыйҙы, Черниковканан Карл Маркс урамындағы яслиға бирҙек. Хәрби завод балалары өсөн тәғәйенләнгән яслины иртәнге һигеҙҙә ябып та ҡуялар. Шуға тиклем баланы килтереп еткерергә кәрәк. Ясли — завод түгел дә бит. Улай тип әйтеп ҡара! Киске биштә баланы барып алырға кәрәк. Эштән гел генә һорап китеп булмай. Ниндәй генә хәйләләргә барылманы баланы ваҡытында илтеп, кире алыр өсөн! Шуға ла ҡатын-ҡыҙҙар журналының баш мөхәррире булған йылда уҡ партияның Башҡортостан өлкә комитеты ҡарарына нигеҙләнеп, республикала балалар учреждениелары төҙөү барышын контролгә алдыҡ. Был хаҡтағы материалдар баҫмала даими сығып торҙо. Был эшкә профсоюз ойошмаларын да, урындағы ҡатын-ҡыҙҙар союздарын да йәлеп итергә тура килде.
Ә инде баш мөхәррир итеп тәғәйенләнеү яҙмышыма яҙылғандыр, тип уйлайым.
Йылдың бер яҙғы таңы атҡанда ғәжәп бер төш күреп уяндым. Ғәҙәти төш тә түгел ул, төш менән уяулыҡ араһындағы бер халәт инде. Тәүҙә ҡолағымдамы әллә күңелемдәме әйтеп аңлатҡыһыҙ моңло ла, наҙлы ла, серле лә тауыш менән ҡыңғырау сыңлап алды, унан һуң рәсми тауыш яңғырағандай булды, хатта уның ир кешенекеме әллә ҡатын-ҡыҙҙыҡымы икәнен дә аңғармай ҡалдым: «Һине вазифаң буйынса күтәрәсәктәр!» уянып киттем. Ошондай тылсымлы төштәрҙе элек тә күрә инем. Рустар уны «вещее сновидение» тиҙәр. Тормошомдоң хәл иткес саҡтарында була ундай мәлдәр. Аҙаҡтан да ошондай «иҫкәртеү» алғаным булғыланы. Мәҫәлән, баш мөхәррирлектән китер саҡта юлымды ҙур быяла (гәлсәр микән) тәре ҡапланы икән тип күрҙем.
Уйланып ятам. Балалар өсөн яңы китабым донъя күргәйне. Шуны Ғ.Сәләм премияһына тәҡдим итерҙәр, моғайын, тип хыял итәм. Сөнки студент саҡта сыҡҡан икенсе йыйынтығым был премияға тәҡдим ителгәйне инде. Конкурентым артыҡ көслө булып сыҡты. Ул саҡта уҡ күренекле шағир Әнғәм Атнабаев һәм егерме ике йәшлек бала-саға. Премияның миңә тәтемәҫе көн кеүек асыҡ ине. Шулай ҙа тәҡдим ителеү үҙе үк мине танылдырып ебәрҙе: радио-телевидение аша тапшырыуҙар ойошторолдо, китаптарым хаҡында гәзит-журнал биттәрендә мәҡәләләр баҫылды. Әлеге китабыма йөҙҙән артыҡ шиғыр ингән. Яҙыусылар союзында йәштәр премияһын йәштәргә биреү хаҡында ҙур һөйләшеү булды. Ә, бәлки… Ошондай яҡты хыялдар солғанышында шәп кәйеф менән Матбуғат йортона эшкә барһам, унда иҫ киткес ҡайғылы хәбәр: «Башҡортостан ҡыҙы»ның баш мөхәррире фажиғәле вафат булған. Бер редакция ла йүнләп эшләрлек хәлдә түгел: һәр мөйөштә хеҙмәткәрҙәр, журналистар йыйылышып тора. Һүҙ бары тик вафат булған апай хаҡында ғына. Минең дә күңелдәге яҡтылыҡты болот ҡапланы. Бер ҡатта эшләгәс, көн дә аралашып торолдо, яҡташым да бит әле ул минең.
Күпмелер ваҡыттан һуң баш мөхәррир эҙләйҙәр икән, тигән хәбәр таралды. Шиғриәтте, әҙәбиәтте аңлаған кеше килһә ярар ине, тип теләйем. Рәми ағай ҙа вафат ине ул саҡта. Үҙемдең кандидатура ла булыу мөмкинлеге башыма ла инеп сыҡмай. Сөнки утыҙға ла етмәгән, балалар журналында бүлек мөдире генә булып эшләгән, етәкселек эшендә тәжрибәһеҙ кешене республика журналына башлыҡ итеп тәғәйенләү күрелмәгән хәл.
Шул осорҙа ғаилә тормошонда ла ҡыуаныслы, тынғыһыҙ осор башланды. Черниковканан Пушкин урамына яңы фатирға күстек, бәләкәй малайҙы ошо яҡта балалар баҡсаһына урынлаштырырға кәрәк, Мирас Хәмзә улының кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлау көнө еткән. Уларға яңы фатирҙы йәшәү өсөн ҡулайлаштырыу, барлы-юҡлы әйберҙәрҙе урынлаштырыу мәшәҡәттәре өҫтәлә.
Өлкә комитетына саҡыралар. Пропаганда бүлеге мөдире булып эшләгән, сәстәре яртылаш ағарған бер ағай (ул саҡта был мөдир Урал Насир улы Бакировҡа ҡырҡ биш йәш кенә булған) эшемде, тормошомдо һорашып, анкеталар тултыртты ла: «Өфөнән ситкә китмә, беҙҙән хәбәр көт», — тип ҡайтарып ебәрҙе.
Бер аҙна тирәһе ваҡыт үткәс, өлкә комитетының идеология буйынса секретары Таһир Исмәғил улы Ахунйәнов беренсе секретарь Миҙхәт Закир улы Шакировҡа алып инде. Өлкә комитетҡа барып йөрөүсе гәзит-журнал мөхәррирҙәре, район-ҡала, завод, предприятие етәкселәре был юғары чиновниктар алдында дер ҡалтырап тора икән, тигәндәрен ишеткәнем бар ине. Мин ышанманым да. (Дөрөҫөн әйткәндә, аҙаҡтан да шулай булды). Шунан алдағы көндә Мирас Хәмзә улы диссертация яҡлағайны. Ҡаҙағстандан, Ҡазандан ғалимдар килгән. Үҙебеҙҙекеләр бер төркөм, күмәкләшеп был ваҡиғаны билдәләп таңға тиклем йөрөгәнбеҙ. Йоҡо туймаған, баш аңҡы-тиңке. Миҙхәт Закир улы сәйәсәткә лә, республика тормошона ла, журналистика мәсьәләләренә лә ҡағылған һорауҙар бирә. Мин йылмайып ҡына яуап ҡайтарам. Тик бер мөһим һорау ғына ҡаушатты.
— «Башҡортостан ҡыҙы»ның тиражы күпме? — ти һорау алыусы. Башыма ҡан йүгергәнен һиҙәм, йөрәк дөпөлдәп тибә. Вазифа мәсьәләһе онотолдо: белмәйем дә баһа, үҙем эшләгән «Пионер» журналын һорашһалар ни була икән?! Таһир Исмәғил улына ҡарап алам. Ул бөтөнләй битараф ултырған һымаҡ. Үҙемә ниҙер өндәшергә кәрәк! Башыма килгән һанды әйттем: алтмыш биш мең!
— Мөхәррир булғас, был һанды йөҙ меңгә еткерһәң, машина бирәм, — ти Миҙхәт Закир улы. Ул саҡта журнал редакцияларының машинаһы юҡ ине. Ысынлап та, һүҙендә торҙо республика етәксеһе: тиражыбыҙ 100 меңгә еткәс тә, машина бирҙе. «Башҡортостан ҡыҙы» журналдар араһында машиналы берҙән-бер баҫма булып ун йыллап эшләгәндер әле. Ә 65 меңде «күктән» алып ҡына әйткәйнем, ҡайтҡас, ҡараһам, ысынлап та, шулай булған. Мөғжизә тимәй, ни тиһең?!
— Бына киләһе бюрола һине мөхәррир итеп тәғәйенләйәсәкбеҙ, бөтә СССР- ҙа партия матбуғатында иң йәш етәксе буласаҡһың, йәшмен, тип «поблажка» көтмә!
Мин өндәшмәйем. Йәш кешелә үҙ-үҙеңә ышанғанлыҡ көслө була бит инде. «Һеҙҙән «поблажка» өмөт итеп эшләмәҫмен әле», тип уйлап ҡуям шулай ҙа.
Иртәгә — бюро. Ә минең етди күлдәк-костюмым юҡ. Булған ғына аҡса күсенеү, диссертация яҡлау мәшәҡәттәренә тотонолған. Аҡсаһын да табыр инең, магазинда әйбер юҡ. Көн буйына эҙләй-эҙләй, комиссион магазиндан бер зәңгәр костюм алдым. Мин, ғәҙәттә, бындай магазиндан әйбер алғаным юҡ ине, яңыны тектереп йәки бәйләтеп алырлыҡ ваҡыт булмағас, нимә эшләйһең?!
Үҙемә бик килешеп тора ине костюмым. Ултырыштың миңә ҡағылышлы өлөшө шыма ғына үтеп китте. 1978 йылдың 4 майы ине был. Иртәгәһен инде Матбуғат йортоноң конференция залы президиумында баш мөхәррирҙәр менән матбуғат байрамына арналған тантанала ултыра инем.
Был саҡта әле ғүмеремдең артабанғы сирек быуатҡа яҡын дәүере «Башҡортостан ҡыҙы» менән үрелер, тип башыма ла килмәгәйне.