

Сәләх Кулибайҙың тормош юлы һәм ижады
Сәләх Ғәбит улы (Сәләхетдин Ғибәҙәт улы) Кулибаев 1910 йылдың 15 июлендә (иҫке стиль буйынса 2 июль) Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Нурғәле ауылында, хәҙерге Башҡортостандың Баймаҡ районы Түбәнге Таһир ауылында ҙур ғаиләлә донъяға килә. Етем ҡалып, Темәс балалар йортонда тәрбиәләнә. Уның тураһында бер туған ағалары Шәмсетдин, Шәйхетдин, апайҙары Өмөкамал, Шәмсикамал бер ваҡытта ла онотмайҙар, һәр ваҡыт үҙҙәренә саҡырып торалар. Үҫмер егет ун биш йәшенән Түбә руднигы приискыларында эшләй. 1929 йылда Баймаҡ баҡыр иретеү заводының тау-техник мәктәбен тамамлай.
Әҙәбиәттә уның беренсе уҡытыусыһы тип 1924-1925 йылдарҙа рудник китапханаһы мөдире булып эшләгән күренекле драматург Мирхәйҙәр Фәйзиҙе атарға мөмкин. Тап ул йәш шағирҙың беренсе шиғырын мөхәррирләй. Сәләх Кулибайҙың әҫәрҙәре ваҡытлы матбуғатта: «Сәсән» журналында һәм «Башҡортостан», «Башҡортостан йәштәре» гәзиттәрендә 1927 йылдан баҫыла башлай. 1930 йылда Сәйфи Ҡудаштың рецензияһы менән уның «Эш тауында» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы сыға. Бер йылдан һуң «Сөгөн һулышы» исемле икенсе китабы донъя күрә. Ул үҙенең яҙыусылыҡ эшмәкәрлеген Сәкү псевдонимы аҫтында башлай (Сә һәм Кү – исем һәм фамилияһының тәүге ижектәренән).
РФ оборона министрлығының үҙәк архивы документтары буйынса Сәләх Кулибай 1933 йылдан 1937 йылға тиклем Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Өфө ҡалаһының Ленин районы хәрби комиссариатынан Ҡыҙыл армия сафтарына саҡырыла. 1942-1945 йылдарҙа Украина, Польша һәм Чехословакияны фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә ҡатнаша. 436-сы уҡсылар полкы составындағы алыштарҙың береһендә, 4-се Украина фронтында Михальце ауылы өсөн барған яуҙа, уҡсылар взводы командиры сифатында немец позицияларына һөжүмгә күтәрелеп, ете немец һалдатын һәм бер офицерын юҡ итә. Был яуҙа ул ҡаты яралана. Һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Сәләх Ғәбит улы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, күп кенә хәрби миҙалдар менән бүләкләнә. 1946 йылдың 9 июлендә «Ҡыҙыл йондоҙ» орденына тәҡдим ителә. Запастағы кесе лейтенант дәрәжәһендә демобилизациялана.
1945 йылдың көҙөндә тыуған иленә ҡайта һәм үҙенең эшмәкәрлеген Башҡортостан Яҙыусылар союзында һәм «Әҙәби Башҡортостан» журналында әҙәби консультант булып дауам итә.
Яҙыусы бөтәһе 40-тан ашыу китап баҫтырып сығара. Юмористик хикәйәләре, мәҫәл һәм фельетондары «Төрлө биҙәктәр» (1958), «Күңелле хикәйәләр» (1964) исемле йыйынтыҡтарында донъя күрә. «Тау йыры» повесында быуындарҙың рухи күсәгилешлеге проблемаһы яҡтыртыла. Башҡорт мемуаристикаһы үҫешенә ҙур өлөш индерә. 1972 йылда донъя күргән «Ватан улдары» китабында күренекле әҙәбиәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең сағыу әҙәби портреттары бирелә.
Сәләх Кулибай тәржемәсе булараҡ та билдәле. Ул Александр Пушкин, Михаил Лермонтов, Сергей Щипачев һәм башҡа шағирҙарҙың айырым әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә итә. Драматург булараҡ та билдәлелек яулай. Республика театрҙарында «Ер хөкөмө», «Йәшел Яҡуп», «Теләк», «Йондоҙ», «Буласаҡ кейәү» һәм башҡа пьесалары ҡуйыла.
1969 йылда башҡорт әҙәбиәте үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн Сәләх Кулибайға «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелә.
Ҡатыны Елизавета менән улар өс балаға ғүмер бирә. Фронтовик-яҙыусы 1976 йылдың 15 октябрендә вафат була һәм Өфөләге Мосолман зыяратында ерләнә.
Әбйәлил районының Дауыт ауылы һәм Баймаҡ районының Түбәнге Таһир ауылы урамдары яҙыусының исемен йөрөтә. Түбәнге Таһир мәктәбе янында Сәләх Кулибайға барельеф ҡуйылған. Өфөлә ул йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ бар.
|
|
Әбйәлил районы Хәлил ауылынан, йә Баймаҡ районы Күсей ауылынан элекке Шаҙағай ауылы торған урынды үткәс, Ирәндек тауҙары аша Билал, Күгиҙел, Һәмән ауылдарына барғанда, тауҙы төшкәс, юл буйындағы бер һарыҡташты Кулибай ташы тип йөрөтәләр. Үткән быуаттың 20-се йылдары уртаһында буласаҡ шағир каникул ваҡыттарында байҙарҙың малын көткән. Шул ваҡытта ташҡа соҡоп исемен яҙған булған. Ул әле лә юйылып бөтмәгән, уҡырға мөмкин.
Күренекле башҡорт әҙибе, драматург һәм журналист Сәләх Кулибайҙың тыуыуына 115 йыл тулыу уңайынан уның ижади мираҫын яҡтыртыу һәм популярлаштырыу маҡсатында, «Бәйләнештә» селтәрендә «Бар байлығым минең – дуҫтарым!» исемле берләшмә асып, әҫәрҙәрен урынлаштырып барабыҙ.
Сәләх Кулибайҙың шәжәрәһе
Үрҙә билдәләнеүенсә, Кулибаевтар нәҫеле Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Нурғәле ауылынан, хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Түбәнге Таһир ауылынан сыҡҡан.
Сәләх Кулибайҙың алтынсы быуын ата-бабаһы Сәйғәфәр исемле булған. Унан Кулибай, Үтәгән, Әлибай исемле малайҙар тыуғаны билдәле. Кулибайҙың ике улы: Иҫәнаман (1803-?) менән Юламан (1819-1857) булған. Иҫәнамандың биш улы барлығы билдәле: Ҡотай, Мөхәмәтзаман, Ҡотлоғәләм, Муллағәләм, Әбүзәр. 1826 йылда тыуған Мөхәмәтзамандан, 1859 йылғы ревизия яҙмалары буйынса, Нурғәле ауылында Ғибәҙәт (Ғәбит) менән Мөхәмәҙиә тыуған. Сәләхетдиндең (Сәләх Кулибайҙың) атаһы Ғибәҙәт 1855 йылда тыуған. Ул Байраҡаева Ҡәмбәриәгә өйләнгән. Уларҙың 10 балаһы булған тигән фараз йөрөй, әммә беҙ бишәүен генә табыуға ирештек.
Ғибәҙәт менән Ҡәмбәриәнең иң өлкән улдары Шәмсетдин 1896 йылда тыуған. Унан һуң Өмөкамал менән Шәмсикамал исемле ике ҡыҙҙары булған. Уларҙан һуң улдары Шәйхетдин 1904 йылда һәм иң кинйәләре Сәләхетдин 1910 йылда тыуған.
Сәләх Кулибай Һөйөмбикә менән ғаилә ҡора, әммә ғаилә тормошо уңышһыҙ килеп сыға һәм ул Елизаветаға өйләнә. Өс балаға: ҡыҙҙары Лариса менән Иринаға, улдары Юрийға ғүмер бирәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улдары ун йәшендә фажиғәле һәләк була. Шағирҙың нәҫелен Мәскәү ҡалаһында йәшәгән бүләһе Дмитрий һәм уның ҡыҙы Кира (бүләсәре) дауам итә. Ейәне Игорь 2002 йылда вафат булған.
Кулибаев Шәмсетдин Ғәбит улы (1896-1951), Сәләх Кулибайҙың иң өлкән ағаһы, 1934 йылда Шәмсетдин Түбә руднигына алтын сығарыуға юллана. Өмөкамалға өйләнеп, тыуған ауылы Таһирҙа алты бала үҫтерәләр. Немец илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышҡа саҡырыла, япондарҙы тар-мар иткәндән һуң ғына тыуған яғына ҡайта ала. 1951 йылда вафат булып, тыуған ауылында ерләнә.
Кулибаев Шәйхетдин Ғәбит улы (1904-1943), Сәләх Кулибайҙың икенсе ағаһы, 1904 йылда Баймаҡ районы Муллаҡай ауыл советының Кейәүеште ҡасабаһында тыуған. Сәмәрбаева Рабиға Абайт ҡыҙына өйләнә. Тыуған балалары бер-бер артлы үлеп торғас, 1936 йылда донъяға килгән улдарын тәҙрә аша «һатып алалар» һәм уға Һатыбал тип исем бирәләр. (Документы буйынса – Ҡазыхан). 1939 йылда икенсе улдары Тимерхан тыуа.
Ғаилә мохтажлыҡ кисермәй етеш тормошта йәшәй. Шәйхетдин Этҡол урман идаралығында урман ҡырҡыусы булып эшләй. Һуғыш башланғанда бронь буйынса урман ҡырҡыусы булып эшләүен дауам итә. 1943 йылдың ғинуарында Совет Армияһына мобилизациялана. Көнбайыш фронтта 76-сы уҡсылар полкында ҡыҙылармеец булып хеҙмәт итә.
Ерләү китабынан күренеүенсә, 19.09.1943 йылда Шәйхетдин, башы яраланып, 2808 ЭГ госпиталенә эләгә. 1943 йылдың 20 сентябрендә яраларынан вафат була һәм Смоленск өлкәһендә, Спас-Деменск ҡалаһының зыяратында 2-се ҡәберлектә ерләнә. Кулибаев Шәйхетдин Ғәбит улының һәләк булыуы тураһында мәғлүмәт Баймаҡ районының «Мемориал» һәм «Хәтер Китабы» сайттарынан алынды. 2015 йылға тиклем уның тураһында бер ниндәй ҙә мәғлүмәт булмай, сөнки Шәйхетдиндең ҡатыны Рабиға иренең хәбәрһеҙ юғалыуы тураһында хат ала. Хатҡа яугирҙың Ҡыҙыл Армия танытмаһы ла һалынған була.
Улдары ғаиләһендә атаһы тураһында иҫкә төшөрөү ҡабул ителмәй, ейәнсәрҙәренә лә олатаһы тураһында һорау биреү тыйыла, сөнки Шәйхетдин әсирлеккә бирелгән тигән имеш-мимеш тарала. Бының нахаҡ һүҙ булыуын, совет һалдатының үҙ намыҫына тап төшөрмәүен, Көнбайыш фронт тылы идаралығының 1943 йылдың 24 октябрендәге 43640-сы һанлы кире ҡайтарылмаҫ юғалтыуҙар тураһындағы документтары дәлилләй.
Кулибаева Сәмсикамал Ғәбит ҡыҙы, Сәләх Кулибайҙың бер туған апаһы, Кәримов Ғибәтулла менән дүрт балаға ғүмер биргәндәр. Уларҙың тармағы бик ишле.
Кулибаева Өмөкамал Ғәбит ҡыҙы, Сәләх Кулибайҙың тағы ла бер туған апаһы, миңә ҡартөләсәй була. Ул әсәйемдең атаһының өләсәһе. Өмөкамал өләсәйем тәүҙә Йыһангир олатайыма кейәүгә сыға, уларҙың Асия исемле ҡыҙҙары тыуа. Аҙаҡ Ҡолмөхәмәтов Хәлим Фәйез улы исемле указлы муллаға тормошҡа сығып, 3 балаға ғүмер бирәләр. Өлкән улдары Нурмөхәмәт, ғаилә лә ҡороп өлгөрмәйенсә, һуғышҡа китеп, хәбәрһеҙ юғала. Өмөкамалдың берҙән-бер ҡыҙы Нурия өләсәйем, унан тағы ла бер улы – Хәниф тыуа. Нурия өләсәйебеҙ Бөрйән районы Нәби ауылына Ғәлин Ғәлимйән олатайыма кейәүгә бара, һәм улар туғыҙ балаға (дүрт малай һәм биш ҡыҙға) ғүмер бирәләр. Минең олатайым Бикйән ғаиләлә өсөнсө малай була. Ул Баймаҡ районы Таһир ауылы ҡыҙы Фәзлиәхмәтова Еүәйрә өләсәйемә өйләнә һәм шул ауылда төпләнә. Уларҙың һигеҙ балаһы (бер малай һәм ете ҡыҙ) тыуа. Әсәйем Рәшиҙә – уларҙың өсөнсө балаһы. Атайым Фәнир менән әсәйем өс балаға ғүмер бирҙеләр. Мин – уларҙың иң өлкән ҡыҙҙары. Унынсы класта уҡыған ҡустым Вилдан һәм икенсе класта уҡыған һеңлем Әҙилә бар.
Нәҫелем ғорурлығы Сәләх Кулибайҙың, тормош юлы һәм шәжәрәһен өйрәнеү эшен мин артабан да дауам итәсәкмен. Әлеге мәҡәләгә тарихи ваҡиғаларға бәйле һәм рәсми ҡағыҙҙарҙа теркәлгән факттар нигеҙ итеп алынды.
ӘҘӘБИӘТ