1965 йылдың август аҙаҡтарында, Башҡорт дәүләт университетын тамамлау менән, «Совет Башҡортостаны» (хәҙерге «Башҡортостан») гәзите редакцияһында башта әҙәби хеҙмәткәр, өс ай самаһы үтеүгә мәҙәниәт һәм көнкүреш бүлеге мөдире булып эшләп алып киттем. Шул уҡ осорҙа Башҡортостан телевидениеһында эшләп йөрөгән еренән Рәшит Солтангәрәев тә ошо уҡ редакцияға эшкә күсте. Башта ул бер аҙ ваҡыт ауыл хужалығы бүлегендә әҙәби хеҙмәткәр вазифаһын башҡарҙы.
Ул йылдарҙа гәзиттең ғәйәт тынғыһыҙ һәм мөһим был бүлеген үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған тәжрибәле журналист Әмир Сәлимгәрәй улы Гәрәев етәкләй ине. Яҙғы, йәйге, көҙгө осорҙарҙа Әмир ағай үҙе лә, бүлек хеҙмәткәрҙәре лә, ауыл эшсәндәренең көндәлек хәстәрлектәрен, хәҙергесә әйтһәк, агросәнәғәт сфераһы мәсьәләләрен башкөллө сумып тигәндәй яҡтыртырға тырышалар. Рәшит тә бик йыш командировкаларға сыға, ҡайтыу менән гәзиттең сираттағы номерына оператив материалдар яҙа һалып, баҫтырып сығара. Ләкин күңеле барыбер ҙә әҙәбиәт донъяһында бит инде. Әммә редакцияла беҙ килгәнгә тиклем, Н.С.Хрущев дәүерендә үк, әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге ҡыҫҡартылғайны, ул эште идеология бүлегенә әҙәби хеҙмәткәр итеп тәғәйенләнгән шағир Рәми ағай Ғариповҡа йөкмәтеп ҡуйғайнылар. 1966 йылда партияның өлкә комитеты аша, ниһайәт, был бүлекте яңынан ойошторорға рөхсәт алдыҡ.
Мине мөдир итеп ҡуйҙылар. Беҙ башта бер аҙ ваҡыт Рәми ағай менән бергә эшләп алдыҡ. Тиҙҙән Рәшит ҙур теләк менән әҙәбиәт бүлегенә күсте. Шул көндән башлап уның менән бер бүлмәлә ҡара-ҡаршы ултырып, бергә янып, бергә көйөнөп тигәндәй, әҙәбиәт, сәнғәт тигән бүлектең йөгөн өс йыл буйы тартырға насип булды. Шул ваҡыт эсендә беҙҙең менән ярты йыл самаһы Мәхмүт Уразаев та (Мәхмүт Һибәт) эшләп алды. Аҙаҡ ул ҡабат «Пионер» гәзитенә, һуңыраҡ «Ағиҙел» журналы редакцияһына күсте.
Бер-ике йыл үтеүгә, армиянан ҡайтып, Динис Бүләков беҙгә килеп ҡушылды. Дөрөҫөрәге, мин уға, хеҙмәте тулыуға бер ай ваҡыт ҡалғас, редакцияның беҙҙең бүлегендә бер урын бар, шуны һинең өсөн тотоп торормон, туп-тура Өфөгә ҡайтып төш, тип хат яҙғайным. Ул шулай эшләне лә: тура Өфөгә ҡайтты, беҙҙең янға килеп, эшкә урынлашты. Ҡыҫҡа ғына, әммә ифрат күңелле бер осор булды ул йылдар. Ысын-ысынында гөрләп торҙо әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге. Йәнле, ижади атмосфера урынлашты. Бер нигә ҡарамайынса, бигерәк тә өлкә комитет яғынан баҫым да, ҡыҫым да көслө булһа ла, баш бирмәйенсә, яратып, илһамланып эшләйбеҙ. Гәзит биттәрендә әллә күпме яңы рубрикалар ойоштороп ебәрҙек. «Йырҙарыбыҙ, көйҙәребеҙ», «Тел хикмәттәре», «Мең дә бер кәңәш» рубрикалары аҫтында сыҡҡан материалдарҙы халыҡ көтөп алып, яратып уҡый торғайны. Шул уҡ осорҙа, Белореттан килеп, гәзитебеҙҙең мәғлүмәт бүлегендә Тайфур Сәғитов ең һыҙғанып эшләп алып китте. Очерктар, көнүҙәк темаларға мәҡәләләр яҙа, интервьюлар ойоштора. Ситтән килгән күренекле кешеләр менән осрашып, әңгәмәләр ҡора. Ул тәҡдим иткән «Баш ҡала ҡунаҡтары» рубрикаһы гәзитебеҙҙе тағы ла йәнләндереп ебәрҙе.
Рәшит тә, Динис тә шул осорҙа, гәзит эшенән тыш, матур-матур хикәйәләр яҙып, тәүге китаптарын әҙерләнеләр. 1967 йылда Рәшиттең «Тыуған йорт» тигән тәүге хикәйәләр йыйынтығы донъя күрҙе. Китабын ул миңә ошондай автограф менән бүләк итте: «Рәшит! Үҙең кеүек йыуан, Маринаң кеүек һөйкөмлө китабыңды көтөп, автор тиәйек инде. Рәшит. 20 ғинуар, 1968 йыл».
Әйткәндәй, Динис тә шул уҡ йылдарҙа үҙенең йыйынтығын әҙерләне, китабына исемде мин тәҡдим иткәйнем – оҡшатты. «Ҡояш ярсығы» тип атаныҡ ул китапты. Рәшит менән мине «ике Рәшит» тип кенә йөрөттөләр. Ҡайһыбыҙ тураһында һүҙ барғанды белдерер өсөн фамилия ҡулланыла торғайны. Рәшит нигеҙҙә прозаға ҡараған материалдар (хикәйәләр, очерктар) менән эш итте. Һирәкләп бынамын тигән хикәйәләр ижад итте. Миңә шиғырҙар, әҙәби тәнҡит, әлеге «Йырҙарыбыҙ, көйҙәребеҙ», «Тел хикмәттәре», ижади портреттар менән эш итеү, әҙәбиәт һәм сәнғәт биттәрен, йәш шағирҙарҙың «Таныш булығыҙ: яңы исем» тигән рубрика аҫтында сыҡҡан шиғыр шәлкемдәрен әҙерләү бурыстары төштө.
Редакцияға мәҙәниәт өлкәһенә ҡараған йөҙәрләгән хат килә торғайны. Күбеһе гәзит биттәрендә сығарырлыҡ та түгел. Әммә һәр береһе иҫәптә тора, ваҡытында йә сара күрер өсөн төрлө инстанцияларға ебәрергә, йә авторҙарға яуап яҙырға кәрәк. Хаттар бүлеге был эште ҡаты контролдә тота. Ғөмүмән, редакция эше ул ваҡытта електе үтә ныҡ һура торғайны. Йәш ваҡыттың ижади энергияһы шулай артығы менән көндәлек эшкә, ығы-зығыға сарыф ителде инде ул. Етмәһә, юғарыла эшебеҙҙән сөй эҙләп, милләтселек ярлығы тағып ултырыусылар ҙа тынғы бирмәй, йыш ҡына йәнде үртәп торҙо.
1968 йылдың мартында «Совет Башҡортостаны»на 50 йыл тулыу көнөн билдәләнек. Ләкин был датаны үҙебеҙ генә кинәнеп үткәрә алманыҡ. Сөнки ул осорҙа партия өлкә комитетында «Кызыл таң»дың элекке баш мөхәррире Т.И.Ахунйәнов идеология секретары булып ултырып алғайны. Ул инде «Кызыл таң» да, йәнәһе, тәүге номеры 1918 йылда сыҡҡан «Башҡортостан» гәзитенән башлана, тигән версия уйлап табып, ике гәзиттең дә 50 йыллығын билдәләү тураһында ҡарар проекты әҙерләгән. «Кызыл таң»дың 1-се һаны 1924 йылда сыҡҡан да бит, әммә өлкә комитетында ла, Үҙәк Комитетта ла кем белһен дә кем күрһен – ҡарар шул көйөнсә үтеп тә киткән (Хәҙер бына «Башҡортостан» менән «Кызыл таң»дың бер үк көндә сыға башламағанлығы барыбер асыҡланды).
Нисек кенә булһа ла, гәзиттең юбилейы бик ҙурлап үткәрелде. Башҡорт дәүләт академия драма театрында тантаналы кисәлә ике гәзиткә лә Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары тапшырылды. Юбилей тантанаһынан һуң республика Министрҙар Советының ашханаһында мәжлестә ҡатнаштыҡ. Бына шул юбилейҙа, байраҡ фонында легендар батырыбыҙ, Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов менән бергә фотоға төшкәнбеҙ. (Фотола Таһир Күсимов янында Рәшит Солтангәрәев, ҡатыны Динара ханым, мин һәм һулдан беренсе булып гәзиттең әүҙем хәбәрсеһе, нефтсе Фәһим Хәбибуллин баҫып торабыҙ.) Бына шундай иҫтәлекле көн, иҫтәлекле сәғәттәр. 1968 йылдың 19 мартында булып үтте ул ваҡиға.
1969 йылдың октябрендә мин, эштән сығып, аспирантураға уҡырға кереп киттем. Бүлектә башта Динис Бүләков, артабан Рәшит Солтангәрәев мөдир булып ултырҙы. Мин яҙған материалдар ҙа уларҙың ҡулы аша үтеп торҙо. Һуңыраҡ Рәшит дуҫым менән тағы ла бер нисә йыл буйы бер үк бүлмәлә ҡара-ҡаршы ултырып эшләргә тура килде. Быныһы инде – Башҡортостан Яҙыусылар союзында. Бергә эшләүебеҙ 1978–1983 йылдарға тура килә. Икебеҙ ҙә – Союздың әҙәби консультанттары.
Рәшиткә проза өлкәһе һәм йәштәр менән эшләү йүнәлеше йөкмәтелде. Ул – Яҙыусылар союзының йәштәр менән эшләү комиссияһы рәйесе, мин комиссия ағзаһы инем. Минең өҫкә, шиғриәт менән бергә, Союзда бөтмәҫ-төкәнмәҫ документтар менән эш итеү бурысы төштө. Әйткәндәй, нәҡ шул осорҙа Учалыла, Яңауылда, Илештә әҙәби берекмәләр ойоштороп ебәрҙек. Учалы берекмәһенә, минең тәҡдим менән, «Урал йәшмәләре» тигән исем бирҙек. Бик күп йәш шағирҙарҙың әҫәрҙәрен поэзия секцияһында тикшерҙек, гәзит редакцияларына тәүге шәлкемдәрен әҙерләп тәҡдим иттек, «Йәш көстәр», «Между Волгой и Уралом» альманахтарының сираттағы номерҙарын әҙерләнек, бөтөн ил яҙыусылары ҡатнашлығында ҙур-ҙур әҙәбиәт байрамдарын әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә ҡатнаштыҡ. Ә инде 1981 йылда башҡорт халҡының бөйөк шағиры һәм мәғрифәтсеһе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 150 йыл тулыу айҡанлы мин, әлбиттә, төптән егелеп эшләнем. Оло юбилейға бәйле партия өлкә комитеты бюроһының ҡарар проектын, ҡайһы бер рәсми документтар әҙерләү һымаҡ яуаплы эштәр менән дә шөғөлләндем. Юбилейҙа байрам сараларын уҙғарғанда ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу, урынлаштырыу, транспорт
ойоштороу, авиакассаларҙа һәр береһенә билеттарға заказ биреп, үҙҙәрен оҙатышып ҡалыу – был эштәрҙең барыһын да бергәләп атҡарҙыҡ.
Рәшит был осорҙа, нефтселәр тормошонан хәҙер инде киң билдәле әҫәрҙәренең күбеһен яҙып, танылыу тапҡан, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһын алып, оло ижад юлына баҫҡан әҙип ине. Уға йәш яҙыусыларға һирәкләп (асылда шул замандағы узурпаторҙарыбыҙ тарафынан, тәртибенә ҡарап) һайлап ҡына бирелә торған СССР Яҙыусылар союзының Мәскәүҙәге атаҡлы юғары әҙәби курстарында ике йыл буйы уҡып ҡайтыу бәхете тейгән. Йәш яҙыусыларҙың Бөтөн Союз семинарында ҡатнашып, күңеле лә, абруйы ла бермә-бер үҫеп ҡайтҡайны. Эйе, беренсенән, бәхетенә, баһаламаҫҡа тырышыуҙың, ҡәҙерһеҙләүҙең нимә икәнен белмәне Рәшит. Илһамланып ижад итеү өсөн бының әһәмиәте бик ҙур. Икенсенән, ошондай рухи күтәренкелеккә өлгәшкән, әҙәбиәт донъяһында инде күпте белеп, өр-яңы кимәлдә ижад итеү юлына баҫҡан дуҫың менән аралашыу күңелле лә, фәһемле лә.
Ҡараштар киңлеге күҙгә күренеп үҫте, әҙәби процесты торған һайын тәрәнерәк тойоп йәшәне Рәшит. Әммә сәйерерәк бер сифаты бар ине: тарих тип мөкиббән китеүселәргә еңелсә юмор менән, өҫтәнерәк ҡарай торғайны. Шулай булһа ла, берәй абруйлы баҫмаға таянып, әйтәйек, башҡорттоң боронғо тарихынан ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр тураһында һөйләһәң: «Һин ундай китаптарҙы алып килеп уҡыт әле», – ти үҙе. Тик шуныһы һәммәбеҙгә мәғлүм: Рәшит Солтангәрәев барлыҡ ижады, бөтөн булмышы менән үҙ заманының яҙыусыһы, үҙ заманы кешеһенең рухи донъяһын тасуирлаусы, шул донъяны ҙур оҫталыҡ менән аса белеүсе ғәжәп халыҡсан һәм талантлы яҙыусы булды. «Ете Рәшит» тигән шиғырымда мин аҙаҡ уның тураһында ошолай тип яҙҙым:
Рәшит дуҫым Солтангәрәевтың
Геройҙары алсаҡ, яғымлы.
Прозаның серле киңлегендә
Тағы ла бер йондоҙ ҡабынды.
Рәшит менән бигерәк тә йәш ваҡытта көндәлек тормошта ла, көнкүрештә лә аралашып йәшәнек. 1957 йылда редакцияға баҡса ере бүлгәйнеләр. Участкаларыбыҙ йәнәшә тип әйтерлек булып сыҡты. Дүртәр сутый ер бүленергә тейеш ине. Күмәгебеҙҙең араһынан беҙҙең икебеҙгә генә олораҡ ағайҙар тулыр-тулмаҫ өсәр сутый бүлеп киткәндәр. «Эй, улар йәш әле, шул да етеп торор», – тигәндәр икән. Ҡыҙыҡ, ул ағайҙар ғына түгел, беҙ ҙә олоғайып бөттөк, ә ер шул көйө (хатта унан да аҙыраҡ булып) торҙо ла ҡалды. Рәшит нефтселәрҙә эшләп йөрөгәндә уға, Ҡариҙелдән булһа кәрәк, эре-эре ҡарағай бүрәнәләрҙән бура буратып бирҙеләр. Шул бүрәнәләрҙе юлдан баҡса участкаһына ташыған ваҡытта өмәлә мин дә ҡатнашып йөрөнөм. Рәшит ул өйҙө бик матур итеп буратты, мансардаһын еренә еткереп эшләтте, эсен-тышын әҫбәтләп, матурлап ҡуйҙылар. Хәйер, мансардаһының стеналарын Урал улы менән бергә үҙе көпләне. Рәшиттәрҙең баҡсаһында минең күҙҙе ҡыҙҙырғаны – диаметры метр ярым дәүмәлендәге һыу һауыты. Нефтселәр ҡалын нефть үткәргес торбаһынан сварка аппараты менән ҡырҡып алып төпләп биргәндәр. Ундай һауыт тирә-яҡта берҙән-бер генә, ул хәҙер ҙә шул уҡ урынында ултыра.
Рәшит йәйге, көҙгө айҙарҙа ял көндәрен гел генә тиерлек баҡсала үткәрер ине. Яҙыу машинкаһын да шунда илтеп ҡуйҙы, байтаҡ хикәйәләрен баҡсаһында ижад итте. Мин иһә һирәгерәк барып йөрөйөм. Яҙ көнө ерҙе эшкәртеп, сәсеп сығам да, көҙ етһә, уңыш йыям. Рәшит аптырай. «Мынаулар йәй буйы йүннәп күренмәйләр ҙә, көҙөн биҙрәләп әллә нәмә йыялар ул», – ти. Шул баҡсаға бәйләп, әллә нисәмә көләмәс тә сығарҙы. Уның кешене кезекләргә әүәҫ булғанлығы һәр кемгә билдәле, әлбиттә. Ә был уның, ғөмүмән, яҙыусылыҡ талантынан килә ине. Сөнки күҙәтеүсәнлек прозаик өсөн бик ҡиммәтле сифат. Үҙенең геройҙарын һүрәтләгәндә ул йыш ҡына көтөлмәгән деталдәр ҡуллана, шуның аша уларҙың характерын сағыуыраҡ итеп асып бирә. Бына «Йылы ямғыр» повесында бер геройы тураһында яҙғанда тотҡан да минең бер мауығыуҙы ҡулланған булып сыҡты. Әҫәрҙә уның был геройы Ағиҙел аша ике ҡулын күтәреп йөҙөп сығып, маҡтанырға ярата. Уҡығас, аптырап киттем. Нәҡ минән күсереп алған да ҡуйған. Маҡтаныр өсөн түгел, ә ҡыҙыҡ өсөн мин Ағиҙел аша, ике ҡулды ла һыуға тейҙермәйенсә, аяҡ менән ишеп йөҙөп сығырға оҫтарып алғайным. Быны Рәшит үҙе күреүен күрмәне. Ә бына егеттәрҙең һөйләүе буйынса эләктереп алған да әҫәренә индереп тә ебәргән.
1997 йылдың ғинуарында минең 60 йәшлек юбилей кисәһендә Рәшит дуҫым «Ул даланан килде» тигән оригиналь доклад менән сығыш яһаны. Һуңынан уның был ҡыҙыҡлы ижади портреты «Ағиҙел» журналында ла, үҙенең «Ер һәм йыр» тигән китабында ла баҫылып сыҡты. Шуның менән ул үҙенең күптәнге ниәтен бойомға ашырҙы: йәшерәк саҡта уҡ әле ул «Мин һинең турала яҙасаҡмын», – тип әйтә торғайны. Ижадыма иғтибар күрһәткәне өсөн бик рәхмәтлемен уға. Сөнки әҙәбиәтебеҙгә, рухиәтебеҙгә күпме йылдар ең һыҙғанып хеҙмәт итһәм дә, миңә, ижад ғүмеремдең башында уҡ эҙәрлекләү, күрмәмешкә һалышыу бәләһенә эләккән кешегә, ҡәләмдәштәремдең һәр бер һүҙе ҡәҙерле.
Эйе, егет кеше ине Рәшит дуҫым. Уның менән фекер алышып та, серләшеп тә, бәхәсләшеп тә була ине. Иң һәйбәт һыҙаты – һинең һүҙеңде, үҙе юмор яратһа ла, кеше араһына тарата һалып, һүҙ йөрөтә торған ғәҙәте юҡ ине.
Рәшиттең 60 йәшлек юбилейы Өфөнөң Нефтселәр мәҙәниәт һарайында ҙурлап, бик күркәм итеп үткәрелде. Ошо юбилейҙан һуң мин уға: «Рәшит, эшеңде ташла, профессиональ ижад эшенә күс. Гонорар килеп тора, эш хаҡын алмайынса йәшәй алырһың бит. Нимә яҙыла, шуны тиҙерәк яҙып өлгөр», – тип әйтеп ҡараным.
Бәлки, яратҡан эшенән айырылғыһы килмәгәндер. «Ағиҙел»дә проза бүлеген алып бара ине бит. Ижады өсөн дә бер стимул булғандыр, күрәһең. Әммә үҙе Ғәли Ибраһимов ағайға: «Ашыҡ, ағай. «Кинйә»ңде яҙып бөтмәйенсә китмә инде һин», – тип кәңәш бирә торғайны. Данлыҡлы летчик, Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латипов ағайҙы, мемуарҙарыңды тиҙерәк яҙып бөт, тип ашыҡтырырға тырышыуын да хәтерләйем.
Уҡыусылар менән бер осрашыу ваҡытында Рәшиткә: «Ял көндәрендә һеҙ нимә эшләйһегеҙ?» – тип һорау биргәйнеләр. «Ял көндәрен мин ижад итер өсөн көтөп алам», – тип яуап биргәйне ул. Әммә ҙур яҙыусыға оло ижад өсөн ял һәм ижад көндәре, хатта отпуск ваҡыты ла етерлек түгел шул. Ә ғүмер тиҙ үтә, үткән йылдарҙы ҡайтарып булмай.
Үкенескә, бик иртә китеп барҙы Рәшит арабыҙҙан. Алтмыш биш йәшен билдәләргә әҙерләнеп йөрөгән сағында ғына яҡты донъя менән хушлашты. Әммә шуныһы күңелде йыуата: әҙәбиәтебеҙгә – оло ижады, күңелдәрҙә яҡты иҫтәлеге ҡалды Рәшит дуҫым Солтангәрәевтың.
2010 йылдың 3 ғинуары.