Рәшит Ниғмәти, Башҡортостандың халыҡ шағиры:
«…Йәш шағир А.Игебаев үҙ ижадының тематикаһын киңәйтеүгә табан ынтыла. Уны Иҙел – Дон каналы ла, девон нефтен сығарыусыларҙың хеҙмәттәре һәм «әле йәш ужымдар ҡалҡҡан ерҙә тәмле башаҡ еҫтәре» тойолған колхоз баҫыуҙары ла берҙәй үк көс менән үҙенә тарталар, уның уйҙарын биләйҙәр.
Игебаев ижадына лирик тондар һәм афористик бөтөрөүҙәр (концовка) хас. Минеңсә, йәш шағир ижадындағы был яҡ – совет кешеләренең эске кисерештәрен, уларҙың тойғоларының тәрәнлеген һәм сафлығын бирергә ынтылыу, үткер һәм ябай итеп бөтөрөп ҡуйырға тырышыу – уның шаҡтай уңышлы һәм хуплауға лайыҡ яғы.
…Шуның менән бергә китапта поэтик фекерләү, художество эшләнеүе яғынан йомшаҡ, риторик шиғырҙар ҙа бар. Улар эсенә «Һеңлем!», «Яңы йыл килә», «Баҫыуҙа бара ярыш», «Урман шаулай», «Йөрәк», «Беҙҙең клубта» һәм башҡа ҡайһы бер шиғырҙарҙы индерергә була. А.Игебаев шиғырҙарында бүтән төр етешһеҙлектәр ҙә аҙ түгел әле. Ғәҙәттә, был кәмселектәр әҫәрҙең ҡиммәтен кәметмәй, тип яҙалар. Юҡ, етешһеҙлек булғас, ул әҫәрҙең ҡиммәтен, әлбиттә, кәметә. Тик бында икенсе бер яҡ бар; ул етешһеҙлектәр йәш шағирҙың үҫеү һәм эҙләнеү юлындағы кәмселектәре…
Шуныһы шатлыҡлы: китапты йылы бер тулҡынланыу менән ябаһың, һәм башҡорт совет поэзияһы сафына бер ышаныслы һалдат килде, тип ышанғы килә».
1954 йыл.
Мостай Кәрим, Башҡортостандың халыҡ шағиры:
«Абдулхаҡ Игебаевтың ижадын мин өҙлөкһөҙ тиерлек күҙәтә барам. Әммә уның тураһында ни бары икенсе тапҡыр һүҙ әйтәм. Беренсе тапҡыр 1956 йылда уның «Йәшлек йыры» һәм «Тыуған ер» тигән китаптарын уҡып, Балтиҡ диңгеҙе буйынан хат яҙғайным. Ошондай уҡ хаттар Рәми Ғарипов, Рафаэль Сафин, Марат Кәримов йыйынтыҡтары тураһында ла айырым-айырым яҙылғайны. Шул саҡта уҡ мин уларҙы «Башҡортостан» гәзитендә баҫтырып сығарҙым. Иң ҙур борсолоуым Абдулхаҡ Игебаев тураһындағы хатта ине. Унда нимә күберәк булғандыр – ышанысмы, әллә шикме, әйтеүе ҡыйын. Уның китаптарында поэзияның ысын гәрәбә бөртөктәрен табып ҡыуандым, шул уҡ ваҡытта ялтырауыҡлы быяла төймәләрҙең күп осрауы хафаға һалды. Шулай ҙа үҙ тауышын табыр тигән өмөттә ҡалдым. Туғанына ярамаҫ тура һүҙемде йәш шағир еңел ҡабул итмәгәндер. Әммә изге теләктән әйтелгән ауыр һүҙгә ул заманда хәтер ҡалып, үсләшеп йөрөү ғәҙәткә инмәгәйне әле. Игебаев үпкәләүҙең остоғон да һиҙҙермәне миңә. Үткәреп ебәрҙе. Тик егерме биш йылдан һуң шул уҡ һалҡын диңгеҙ буйында әңгәмәләшеп йөрөгәнебеҙҙә, Абдулхаҡ әйтә һалды: «Ошо ярҙан бит инде һеҙ дүрт таяҡтың иң бешеһен миңә ҡарай быраҡтырҙығыҙ, – үҙе рәхәтләнеп көлә. – Йән ҡабул итмәй башта иҫәңгерәберәк торғайным да, аҡыл айнытты. Ихтыярым нығыны. Сәмем артты».
Шағир сәмләнеп ижад итергә тейеш. Ошо күренеште мин Абдулхаҡ Игебаев миҫалында ла асыҡ төҫмөрләнем. «Йәшлек йыры»нан алып «Әйтелмәгән һүҙҙәрем бар», «Һеҙҙең өсөн, балалар» исемле иң һуңғы китаптарына тиклем үтелгән юл – ана шул сәм менән һикәлтәләрҙә һикереп, үрҙәргә үрмәләп уҙған юл, баштараҡ әйкәнемсә, шағирҙың үҙен эҙләү, табыу, раҫлау һәм шул уҡ ваҡытта үҙен һаҡлау юлы булды».
1990 йыл.
Зәйнәп Биишева, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы:
Абдулхаҡ мырҙа!
«Правда»ла шиғыр сығарырлыҡ мырҙам булғанға ғорурлығым эсемә һыймай, ауырып ятҡан ерҙән тороп, хат яҙырға ултырҙым. Рәхмәт, мырҙа, әҙәбиәтебеҙҙең йөҙөнә яҡтылыҡ өҫтәп йәшәүең өсөн. Ҡасандыр шиғриәт донъяһынан урын бирмәҫкә көсәнеп йөрөгән көнсөлдәрҙең танауына һуҡтың. Шулай йәшәргә кәрәк ул. Шулай дауам ит.
Абдулхаҡ, мине уҙған йылдан бирле Мәскәү уҡыусылары трилогия буйынса әҙәби конференцияға саҡыралар. Ләкин бара алғаным юҡ. Әле инде декабрь аҙаҡтарына барырға вәғәҙә иттем. Әле шул хаҡта бер көндө Яҙыусылар союзында әйткәйнем, Вәзих: «Ниңә, апай, уны үҙең генә үткәрәһең? Беҙҙең Яҙыусылар союзының эше итеп, бергәләп ойоштороп уҙғарайыҡ уны. Мәскәүҙән – Игебаев, бынан Иҫәнғолов барып, ойоштороу һәм уҙғарыу эшендә ҡатнашырҙар», – тигән фекер әйтте. Яҡшыраҡ ойоштороу өсөн уларҙың ярҙамы кәрәк булыр, тине. Ысынлап та, әгәр һеҙ теләһәгеҙ, был конференцияны бергәләп уҙғарыу яҡшыраҡ булыр ине шул. Һин нисек уйлайһың? Ошо хаҡта бәлки үҙ фекереңде яҙып ебәрерһең?
Хуш, һау бул! Яңы уңыштар, шатлыҡтар теләп ҡалам».
1970 йыл.
Рафаэль Аҙнағолов, педагогия фәндәре докторы:
«Абдулхак Игебаевтың «Оран һала Ер-Әсә» поэмаһы бынан ҡырҡ йыл элек яҙылған. Был ваҡыт эсендә илебеҙ ҙә, донъябыҙ ҙа ҡырҡҡа түкмәсте. Мәктәптәр ябыла, мәсеттәр асыла. Илебеҙ именме, тынысмы? Аслыҡ, хәйерселек хөкөм һөргән саҡта ил тыныс була алмай. Ел телем елгә осҡанда, гөл телем шиңә барғанда, ил телем тышалған саҡта ерем тыныс, илем – имен тип кем әйтер? Аҡылы камил зат әйтә алмаҫ, моғайын. Шуға ла «Оран һала Ер-Әсә» поэмаһы бөгөнгө көндә лә үҙенең мәғәнәһен, тәғәйенләнешен юғалтмаған. Рәсәй биләмәләрендә милли телдәрҙе бөтөрөү сәйәсәте бара. Был ғәрәсәт Хиросима һәм Нагасаки фажиғәһенән дә яманыраҡ. Милләтен юғалтмаған милли телле халыҡ икенсе милләттең хәлен яҡшыраҡ аңлай торғайны. Хатта ҡәһәрләнгән Сталин заманында ла беҙ мәктәптә бөтә предметтарҙы әсә телендә өйрәндек. Әммә бөгөн милли тамырҙары ҡороған урыҫ телле халыҡ баҫып алып бара Рәсәйҙе. Был фажиғә – аяуһыҙ. Ана шунан һаҡлау кәрәк милләттең ел телен, гөл телен, ил телен. Абдулхаҡ Игебаевтың башҡа әҫәрҙәрендә лә был мәғәнә сағылыш тапҡан. Миҫал килтерәм:
Иманһыҙҙар үрсеһә,
Илдә тәртип буламы,
Ватаныбыҙ йортона
Ап-аҡ бәхет ҡунамы?
Шул турала уйланып
Әрнеп борсолһон бөгөн
Һәр милләттең выжданы!
Үҙебеҙ ағартмаһаҡ,
Кем ағартыр донъяны?!
(«Юҡ уларҙың иманы» ҡобайыры.)
Был өҙөктә шағир милләт выжданына мөрәжәғәт итә. Донъябыҙҙы ағартыр өсөн милли мәғрифәтте үҫтереү кәрәк тигән фекер ята ҡобайырҙа».
2006 йыл.
Ғайса Хөсәйенов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, филология фәндәре докторы:
«Бына дүрт тиҫтә инде, А.Игебаев үҙе яҙғанса, күкрәгендә урғылған һөйөү хистәренә аяҙ төндәрҙә ай нурҙарын, яҙғы таңдарҙа һандуғас моңдарын ҡушып, аҡ ҡағыҙ биттәренә йөрәге ынйыларын шиғыр юлдары итеп теҙә лә теҙә. Был хистәр, Башҡортостанды, оло Ватаныбыҙ Советтар илен данлауға ҡушылып, патриотик йырҙар, илебеҙгә гимн төҫлө яңғырай.
Шағирҙың бөтә һөйөнөсө лә, көйөнөсө лә тыуған илендә, тыуған ерендә, үҙе тыуып-үҫкән, ата-бабалары ғүмер һөргән, эштә тирҙәре тамып тоҙға әйләнгән тыуған тупраҡ үтә ғәзиз уға.
Тыуған тупраҡтан мин яралғанмын…
Ғәзиз төйәгем дә ошонда:
Ана шул тупраҡта ризығым да
Ырыҫым да, минең ҡотом да!
Шул тупраҡта шатлыҡ шарабын да,
Ҡайғы асыһын да татырмын.
Бер көн донъя менән хушлашҡас та,
Шул тупраҡҡа кире ҡайтырмын! – ти ул был хаҡта.
Шағир өсөн тыуған ер, тыуған тупраҡ хисе – Тыуған ил, тыуған төйәк хисе ул. Автор хаҡлы: «Ер хисен юғалтҡан әҙәм ил улы була алмай».
Мин – Ер улы,
тамырҙарым
Тыуған-үҫкән төйәгемдә.
Ер йөрәге,
ил йөрәге
Тибә минең йөрәгемдә!
– бына шундай ҙур поэтик дөйөмләштереүгә лә килә ул.
А.Игебаев поэзияһында ватансылыҡ, ил улы тойғоһы ер шарында тыныслыҡ, донъялар именлеге, теләк-ынтылыштары менән тығыҙ берегә. Был мотивтар күп кенә шиғырҙарында һәм поэмаларында Ер-Әсәне ҡәҙерләү, тәбиғәтте һаҡлау, экология мәсьәләләре менән дә ҡушылып китә. Шуның бер көслө набаты «Оран һала Ер-Әсә» тигән патетик поэмаһында бар ҡеүәтенә ишетелде. Был поэмаһы өсөн А.Игебаевҡа республикабыҙҙың Ғ.Сәләм исемендәге премияһы бирелде; поэма рус, татар, украин, ҡаҙаҡ, яҡут һәм башҡа телдәргә тәржемә ителеп, күп милләтле уҡыусыларыбыҙға барып етте, ил буйынса киң резонанс тапты».
«Кызыл таң», 29 июнь, 1990 йыл.
Ноғман Мусин, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы:
«Мин хәҙерге яҙыусылар тормошоноң төҫһөҙләнеберәк ҡалыуына, тарҡау йәшәүебеҙгә ҡарайым да илленсе йылдарҙы һағынып иҫкә алам.
Ул саҡта беҙҙең кеүек йәштәргә өлкән әҙиптәрҙең дә, яҙыусылар союзының да иғтибары ҙур булды. Беҙҙе йыйылыштарға, әҙәби кисәләргә саҡыралар, матбуғатта күренгән яҙмаларыбыҙға ҡарата үҙ фекерҙәрен әйтә киләләр, ҡайһы бер йәштәргә литфонд аҡса менән дә ярҙам иткеләй.
1954 йылда Башҡортостан яҙыусыларының икенсе съезы булды. Ана шул саҡта Абдулхаҡ Игебаевтың йүгерә-атлап килеп ҡосаҡлап алыуы иҫтә ҡалған. «Ноғман, беҙҙе съезға саҡыралар!» – тип, тик Игебайса ғына ат менгәндәй ҡыуанды ул. Съезда йәш шағир Абдулхаҡ Игебаевтың шиғырҙар китабы донъя күреүен әйтеп үтеүҙәре уны тағы ла ҡанатландырып ебәрҙе. Шулай итмәй, тиҫтерҙәребеҙ араһында ул тәүгеләрҙән булып китап сығарҙы бит.
Ошонан аҙаҡ әллә күпме китаптары донъя күрҙе инде уның, әммә балаларса ҡыуанысы бер ваҡытта ла баҫылманы. Ана ошолай шатлана белеү кешенең ғүмерен оҙайта икән тигәнде лә ишеткән бар.
Миңә Абдулхаҡ менән гәзиттә лә, «Ағиҙел» журналы редакцияһында ла бергә эшләргә тура килде. Мөкиббән китеп, ғәжәп бер яуаплылыҡ менән башҡара ине ул үҙенең бурысын. Кемдәрҙең генә яҙмаһы үтмәгәндер уның ҡулынан: танылған, тәжрибәле шағирҙар ҙа, башлап яҙыусылар ҙа уға күҙ төбәп килә. Ә Абдулхаҡ үҙ фекерен бер ҙә ситләтеп тормай асыҡ итеп, әммә әҙәплелек һаҡлап әйтә белә ине. Мин уның һис кем менән дә үҙ фекеренең дөрөҫлөгөн раҫлау өсөн тауыш күтәреп һөйләшкәнен ишеткәнем булманы. Авторҙарҙың әҫәренә ҡарата талапсан да, ярҙамсыл да булғаны өсөн ул журнал редакцияһында егерме йыл буйы өҙлөкһөҙ эшләне лә.
Ул үҙенең яңы шиғырҙарын хеҙмәттәштәренә уҡып ишеттерә һәм уларҙың фекеренә ҡолаҡ һалырға тырыша ине. Ә бына «Оран һала Ер-Әсә» поэмаһын журналдың редколлегия ағзаларына уҡығаны һаман ап-асыҡ булып күҙ алдымда тора. Ул әҫәрҙәрен бик оҫта башҡара ине. Ә бына «Оран һала Ер-Әсә»не һөйләгәндә талпынып осоп китерме инде был, әллә ярһыуҙан йөрәге ярылырмы, тип торғайным. Ул поэмаһын уҡып бөткәс, бүлмәлә бер аҙға тынлыҡ урынлашты, шунан журналдың баш мөхәррире Хәким Ғиләжев: «Шәп!» – тип бер ауыҙ һүҙ әйткәйне, авторға хуплау һүҙҙәре яуҙы. Ысынлап та, был поэма Абдулхаҡ Игебаев ижадын бер баҫҡысҡа юғары күтәреүсе әҫәр булды һәм уға хаҡлы рәүештә Ғәлимов Сәләм исемендәге премия бирелде. (Тағы ла тиҫтерҙәр араһында беренсе булып!).
Абдулхаҡ Игебаевтың һәр төрлө йыйындарҙа, кисәләрҙә ярһып-ярһып сығыш яһауын кемдәр генә белмәй. Ул бер ваҡытта ла ҡулына ҡағыҙ алмай, барлыҡ шиғырҙарын яттан ғына һөйләй. Бер саҡ унан, әллә ҡасан яҙғандарыңды нисек итеп онотмайһың, тип һорағас, ул етди итеп: «Улар минең йөрәгемә ҡан менән яҙылған», – тип яуап бирҙе. Дөрөҫтөр, уның шиғриәтендә мин, ҡайһы саҡта үтә лә балаларса ябайлыҡ тойһам да, яһалмалыҡ, мәғәнә тәрәнлегенә ирешәм тип, буш яңғырау күрмәйем. Әлбиттә, әҙәбиәтселәр тормошонда, йыш ҡына күҙәтелеүенсә, теге йәки был әҫәргә төрлөсә ҡараш була. Игебаевты ла гел генә маҡтап-хуплап торманылар, хатта уның ижад баҡсаһына һис тә юҡтан таш ырғытыусылар ҙа булды. Бала сағы Абдулхаҡ кеүек үк етемлектә үткән атаҡлы шағирыбыҙ Рәшит Ниғмәтиҙең тәнҡитселәргә ҡарата: «Эшегеҙ булмаһа, Игебайҙы тәнҡитләгеҙ», – тигән бик тә мәғәнәле һүҙҙәре хәтерҙә. Мин уның был һүҙҙәрендә Абдулхаҡтың ауыр балалыҡ яҙмышын уртаҡлашыу ҙа, уның ижадына ихтирам да күрәм».
16 март, 2017 йыл.
Рауил Бикбаев, Башҡортостандың халыҡ шағиры, филология фәндәре докторы:
«Ҡайһы бер шағирҙар көндәлек тормоштан кисергәндәрен ҡапыл ғына белгертеп, тышҡа сығарып бармай. Ә был осраҡта хәл башҡасараҡ. Хәким Ғиләжев яҙғанса: «Абдулхаҡ Игебаевта ысын шағирҙарға хас бер һәйбәт сифат бар: уның эсендәге тышында, икенсе төрлө әйтһәк, шағир шәхесе менән уның шиғриәте араһында бөтөнлөк йәшәй».
Әле Абдулхаҡ ағай менән бергә үткән юлдарҙы, бергә сығыш яһаған шиғыр кисәләрен, бергә фекер алышҡан шиғриәт секцияһы ултырыштарын күҙ алдынан кисереп, бына иҫтәлектәр донъяһына сумып ултырам. Ҡыҙыу-ҡыҙыу бәхәстәр ҙә аҙ булманы, ә бына Абдулхаҡ Игебаевтың кемгәлер ярһып-ябырылып барғанын, кемдеңдер әҫәрендәге етешһеҙлектәр хаҡында һаҡһыҙ һүҙҙәр әйткәнен, башҡаларға ҡаты ҡағылғанын хәтерләмәйем. Уңыштарға шатланыуын ихлас уртаҡлашырға ашыҡты, ә бына ризаһыҙлыҡтары тураһында һөйләгәндә авторҙы урынһыҙ рәнйетеүҙән ҡурҡты.
Замандаштарының хәтерендә Абдулхаҡ Игебаев ялҡынлы трибун-шағир булып һаҡлана. Уның менән ҙур-ҙур шиғриәт кисәләрендә бергә ҡатнаштым, тамашасыларҙың шаулы алҡыштарын яулағанын ҡат-ҡат күрҙем. Шиғыр һөйләгәндә ул донъяһын онотоп ҡанатлана, талпына, бөркөт булып осоп китер хәлгә етә торғайны. Сығышынан һуң ҡулын ҡыҫып ҡотлағанда: «Ағай, бигерәк ныҡ ярһыйһың!» – тиһәм, ул: «Шиғыр үҙе шулай алып китә бит», – тип яуаплай торғайны. Бындай экстаз хәленә етеү һәр ижадсыға бирелмәй, уның беҙ аңлата алмаҫлыҡ ниндәйҙер үҙ серҙәре бар.
Әлбиттә, Абдулхаҡ Игебаевтың яҙмышы ижад донъяһында һоҡланып-ҡанатланып ҡына үтмәне. Илле йәшен ҡаршылағанда үҙенсә һайланма бер томлыҡ булған ыҡсым ғына китабын ул ошо шиғри юлдар менән асып ебәргәйне:
Яҙмыш берәүгә лә
тыуғансы уҡ
Һалып ҡуймай юлдың түтәһен...
Сәңгелдәктән
һуңғы һулышҡаса
Үҙ юлыңды үҙең үтәһең!..
Абдулхаҡ Игебаев тормош һәм ижад юлының һәр мәлендә үҙе булып ҡалды. Һоҡланыуҙарға, шатлыҡтарға ҡарағанда һағыштарҙы, бәлки, күберәк тә кисергәндер, ләкин уның шиғриәтебеҙгә, туған телебеҙгә тоғролоғо иң юғары дәрәжәләр менән баһаланды. Уның ижады Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, юғары дәрәжәләр менән билдәләнде».
1980, 2017 йылдар.
Ҡәҙим Аралбай, Башҡортостандың халыҡ шағиры:
«Үткәндәрҙе күҙҙән үткәрһәң, шағирҙың ир уртаһы иллеһе менән алтын таяу алтмышы араһы – ялға һаран, ә артылыштарға бай булған. Кемгә артылыш – хәлде алғыш булһа. Игебай ише иргә артылыш – торғаны бер табыш.
Әммә шиғри табыш – түгел алтын-көмөш, бары рухи нағыш: күңелдәрҙе дәртләндерер, йөрәктәрҙе елкендерер тойғо-хис, моңло һағыш… Кеше күрмәгәнде күреү, әҙәм ишетмәгәнде ишетеү, бүтәндәр тоймағанды тойоу, башҡалар татымағанды татыу, хатта бәғзеләр кисермәгәнде кисереү ҙә фарыз шағирмын тигән шағирға.
Бына Абдулхаҡ Игебаевтың үҙ тыуған еренә мөнәсәбәтен сағылдырған шиғырҙарының береһе:
Мин ҡайғымды тауға илтеп һалһам,
Ирәндектау ҡапыл бөгөлөр ине.
Таш-ҡаяның йөрәккәйе сатнап,
Гөл керпеге йәшкә төйөлөр ине.
Үҙ ҡайғымды ситкә сығармамын,
Күмерләнеп янһын йәндәремдә!
Тик ҡайҙарға барып һуғылайым
Бик тә ауыр булған мәлдәремдә?!
Бына ҡайҙа ул һиҙгер йөрәкле шағирҙың ғәзиз тәбиғәт, тыуған төйәк, изге ер һәм Ватан-ил менән айырылғыһыҙ берлеге, торғонлоҡ осороноң «һөйәм», «яратам» кеүек шапырыныуҙарынан, һөрәндәренән азат, саф, ихлас күңел донъяһы! Бында мин хатта Тәбиғәт һәм Кеше, Шәхес һәм Йәмғиәт бәйләнештәренең тәрән айышын төҫмөрләйем, шул уҡ ваҡытта кешенең (ул ниндәй генә булмаһын!) үҙ бишеге – тәбиғәттән бер ҡасан да көслө, өҫтөн дә, оло ла була алмаясағына ишараны ла шәйләйем!
Ә бит, баҡһаң, беҙгә бығаса (ҡасан ғына әле!) бының тап киреһен тылҡып килделәр: «Беҙ тәбиғәттән миһырбанлыҡ йәки ярлыҡау көтөргә тейеш түгелбеҙ, ә унан мөмкин тиклем күберәк алыу – бына беҙҙең бурыс…»
Бына ниндәй замандарҙың һәм ниндәй тәғлимәттең тере шаһиттары булдыҡ беҙ, кешеләр, һәм үркәсле (хәҙер инде пеләш башлы) тауҙар?!
Ер-һыуыбыҙға килгән афәт-ҡазаларҙың башы байтаҡ күптән башланғанлығын хәҙер беләбеҙ. Абдулхаҡ Игебаев әле 1967 йылда уҡ үҙенең «Оран һала Ер-Әсә» поэмаһында был хаҡта оло борсолоу менән набат һуҡҡайны. Әммә йылдары шундай ине – ҡолаҡ тотманылар. Еребеҙҙе баш эйҙереү, тубыҡландырыу, буйһондороу дауам итте, ҡырағайҙарса талау көсәйгәндән-көсәйҙе. Бөгөн иһә экономик һәм экологик, рухи һәм ижтимағи катастрофалар дәүеренә килеп ингәс, йәғни көрсөккә килеп терәлгәс, үҙ хәлебеҙ мөшкөләйгәс, йәнә оран һалабыҙ. Яҙыусыларыбыҙ ҙа был хәтәр мәлдә ситтә тороп ҡалмай».
Июнь, 1990 йыл.
Роберт Миңнуллин, Татарстандың халыҡ шағиры:
«Абдулхаҡ Игебаев – тулыһынса башҡорт халҡының шағиры, башҡорт иленең шағиры, Баймаҡ шағиры. Баймаҡ тигәндән, илештәр өсөн, шул иҫәптән, шәхсән үҙем өсөн дә, бик яҡын төбәк. Беҙҙең дуҫлығыбыҙҙың тарихы ярты быуатлыҡ! Илештәр Абдулхаҡ ағайҙы ла бик яҡшы белә, хөрмәт итә. Ҙур шағир булғаны өсөн генә түгел, ә Баймаҡ егете булғаны өсөн дә!
Баймаҡта минең дә булғаным бар. Уның тыуған ауылын күргәнем бар, Темәстәге ул уҡыған педагогия училищеһы урынлашҡан йортто ҡарап йөрөгәнем бар. Баймаҡтағы берҙән-бер татар ауылы Юлыҡта ла ҡунаҡ булғаным бар. Ҡазандан килеүемде белгәс, «Беҙҙә Рауил Фәйзуллин да булып китте!» – тигәндәр ине. «Игебай менән бергә килделәрме?» – тип һораным. «Ҡайҙан беләһегеҙ?» – тип аптыранылар. Беләм шул, сөнки Абдулхаҡ ағайҙың Рауил Фәйзуллинды ололап ҡунаҡҡа саҡырыуы, үҙенең тыуған еренә алып ҡайтыуы, башҡорт ниғмәттәре менән һыйлауы, бергәләшеп Ирәндеккә менеүҙәре тураһында Ҡазан матбуғаты шаҡтай шаулаған ине. Фәйзуллин үҙе лә башҡорт яҡтарына шул сәфәре тураһында әлегә тиклем ғорурланып һәм маҡтанып һөйләргә ярата.
Ҡәҙим Аралбай ҙа үҙенең бер мәҡәләһендә Абдулхаҡ ағай менән бергә Ирәндек тауына менеүҙәре тураһында рухланып яҙа. Маҡтаныу булып яңғырамаһын, Ирәндеккә мин дә менгәнем бар. Игебайһыҙ ғына, әлбиттә. Ләкин унда ла минең юлдаштарым яҡташ шағирҙарын иҫкә төшөрмәй ҡалманы. «Игебайҙың Ирәндеге был!» – тигәндәре әле лә иҫемдән сыҡмай. Баймаҡта шағирҙы нисек яратыуҙарын, уның менән нисек ғорурланыуҙарын да күреп ҡайттым мин.
Әле лә хәтеремдә, Өфөлә Баймаҡ – Илеш дуҫлығына бағышланған бер кисә булғайны. Ҡазандан мине лә саҡырып ҡайтарҙылар. Билдәле инде, һәр район үҙ тупрағында тыуған шағирҙары менән маҡтанаһы килә, халыҡҡа күрһәткеһе килә. Был инде шағирҙар өсөн дә ҙур мәртәбә! Был юлы ул мәртәбә Абдулхаҡ ағай менән икебеҙгә эләкте. Баймаҡтар исеменән ул һөйләне, шиғырын уҡыны. Оратор инде, һөйләй белә… Халыҡ бик оҙаҡ ҡул сапты! Илештәр исеменән, әлбиттә инде, мин сығыш яһаным. Тамашасыларҙың алҡыштарына ҡарағанда, шулай уҡ һынатманым шикелле… Икебеҙ ҙә райондарыбыҙҙың ышанысын аҡлағанбыҙҙыр, тип уйлайым. Һуңынан, бик ҡәнәғәт булып, бер-беребеҙҙең ҡулдарын ҡыҫыштыҡ! Был инде ике төбәктең, ике халыҡтың, ике шағирҙың туғанлығын аңлатыусы ҡул ҡыҫышыу ине!»
Сентябрь, 2017 йыл.
Рәшит Шәкүр, Башҡортостандың халыҡ шағиры, филология фәндәре докторы:
«Абдулхаҡ ағай менән бик йыш аралашып, ҡатнашып йәшәргә тура килмәне. Ни тиһәң дә, беҙ әҙәбиәттә төрлө быуын вәкилдәре инек. Өҫтәүенә мин әҙәбиәт донъяһына, әрме хеҙмәтен үтеп, һуңлабыраҡ килеп керҙем. Яҙыусылар менән ныҡлап танышыу, 1965 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң, «Совет Башҡортостаны» редакцияһында эшләгән осорҙа башланды. Шуныһы ҡыҙыҡ: хәҙер уйлап ҡарайым да, Абдулхаҡ ағай менән һәр осрашыу һабаҡ алырлыҡ онотолмаҫ иҫтәлекле ваҡиға булып хәтерҙә ҡалған икән тигән һығымтаға киләм. Шулай бер көндө иртәнге сәғәттә редакцияға, ғәҙәтенсә шәп-шәп баҫып, Абдулхаҡ ағай килеп керҙе. Өр-яңы «Урал тауышы» тигән поэма тотоп килгән. Беҙ иһә республикабыҙҙың 50 йыллығына арналған номерҙы әҙерләп, мәж килеп йөрөйбөҙ. Материалдарҙы төшкә тиклем запасҡа төшөрөп ебәрергә тейешбеҙ. Поэмаға тиҙ генә күҙ йүгертеп алдым: нәҡ байрам көнөнә ҡарата баҫып сығара торған иҫ киткес күтәренке рухлы әҫәр ҙә бит, әммә нисек һуң уны күптән әҙерләнеп бөткән номерға индереп ебәрергә? Тоттом да баш мөхәрриребеҙ Абдулла Ғиниәт улы янына кереп киттем. «Гәзиттең нәҡ ошо һанына бирә торған бик көслө әҫәр был. Әйҙәгеҙ, дүртенсе биттән урынды бушатып, ошо «Урал тауышы»н индереп ебәрәйек», – тип, етәксебеҙҙе күндерергә тырыштым. Баш мөхәррирҙең ҡултамғаһын алыу менән, материалдың башына рәссамдан бик матур клише эшләтеп, шул сәғәттә үк секретариатҡа тапшырҙым. Әҫәр гәзиттең байрам номерында ялт итеп килеп тә сыҡты. Икенсе көнөнә Абдулхаҡ ағайҙың редакцияға нисек итеп йөҙө яҡтырып килеп кергәнен күрһәгеҙ икән! «Совет Башҡортостаны»нда, ысынлап та, йөрәкле егеттәр эшләй, тип беҙҙе маҡтай, ә рәхмәт билгеһе итеп миңә бүләккә һигеҙ төҫлө стержень ҡуйыла торған атворучка алып килгән. Ул ваҡытта Өфөлә ундай сувенирҙарҙы күргән дә юҡ ине әле. Берәй Мәскәүгә барған сағында алып ҡайтҡан булғандыр, күрәһең. Үҙе лә ҡыуана, кешегә лә рәхмәтле була белә ине шул Абдулхаҡ ағай. Ә бит кешегә рәхмәтле булыу ҙа – ихласлыҡтың, иманлылыҡтың бер сағылышы».
Таңсулпан Ғарипова, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы:
«Ижад эшенә тотонғансы уҡ Өфөнән китергә тура килгәнлектән, яҙыусылар һәм шағирҙар менән миңә яҡындан аралашыу форсаты теймәне. Шуға күрә ауылдаш шағирҙы шиғри кисәләрҙә генә күргеләп ҡалдым. Шулай ҙа Баймаҡ ерендәге бер осрашыу айырым-асыҡ булып хәтергә уйылған. Ул заманда миңә 40 йәштәр самаһы булып, уҡыусыларға ике-өс китабым аша таныш прозаик инем. Һикһән етенсеме, һигеҙенсеме йыл ине, буғай. Баймаҡ районы үҙенән сыҡҡан шәхестәрҙе йыйҙы ҡорға. Ҡайҙан һәм кемдәр генә килмәне. Һәр ҡунаҡҡа оҙатып йөрөргә бер кеше беркетелгән.
Мин был ҡорға ике кескәй улым менән килгәйнем, күрәһең, ҡалдырып китеү мөмкинлеге булмағандыр. Әлбиттә, был мәртәбәле ҡорҙоң иң абруйлы, иң мәртәбәле ҡунағы Абдулхаҡ Игебаев булды. Ғәҙәттәгесә, ул ҡатыны Маһиҙә еңгәбеҙ менән килгәйне. (Уларҙың айырым йөрөгән осрағын хәтерләмәйем). Бына шул ҡорҙа Абдулхаҡ ағай тураһында фильм ҡараныҡ: ул ҡасан ғына Баймаҡҡа килһә лә, аэропортта самолет трапына аяҡ баҫҡан сағынан уҡ төшөрөлә барған. Был уникаль кадрҙар кемдә һаҡланалыр – уныһы миңә мәғлүм түгел, әммә тыуған ерендә Абдулхаҡ ағайҙың үтә лә ҡәҙерле кеше булыуы – раҫ. Ҡәҙерле булды һәм ҡәҙерҙе күтәрә лә белде ағайыбыҙ. Ырыуына тап төшөрмәне.
Килгән ҡунаҡтар хөрмәтенә ауылдарҙа тирмәләр ҡоролдо, ҡаҙандар аҫылды, ҡурайсылар саҡырылды, хөрмәт итер аяҡсылар билдәләнде. Йәл, ошо саҡлы ҡәҙер-хөрмәтте яҡташ яҙыусыларыбыҙҙан Рәйес Түләк, Әхмәр Үтәбай, Лилиә Һаҡмар, Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева кеүек йәшерәк быуын вәкилдәре күрмәй ҡалды (ә, бәлки, күрәһеләре алдалыр әле!). Ижад кешеһе кеүек нескә күңелле, хис-тойғоға бай заттар өсөн был йыйын, һис шикһеҙ, күңел күген бейегәйтер, рухын байытыр бер сара булды.
Шунда, «Ирәндек» совхозы һыйлаған көндә, ағай менән бер өҫтәл янында Туғажман тауы аҫтында, Төйәләҫ йылғаһы ярында табындаш булыу бәхете лә насип булды. Тәүге уҡытыусыһы әсәйемде һорашты ул шунда, уның нескә күңелле, изге йөрәкле ҡатын булыуын, балалар йортона китеүендә лә уның ҡатнашлығы барлығын телгә алды, атайым Хизбулла Мөхәмәтҡоловтың мәшһүр йыраусы булыуын хәтерләне. Йырлауымды үтенде. Мин оялдым. Йырламаным. Хәҙер әҙерәк үкенәм...
Абдулхаҡ Игебаев үҙе йәшәгән заманды яратып, уның ҡанундарын үҙ итеп, тулы ҡанлы тормош менән йәшәүенән, мөхитенән, ғаиләһенән ҡәнәғәт ижадсы булды. Ҡәнәғәт булмаған кешенән йыр тыуамы ни? Ә ул яҙҙы, йырҙар яҙҙы, поэмалар ижад итте. Әммә был ҡәнәғәтлек тойғоһо бәндәләрҙәге йомшаҡ яҡтарҙы күреүҙән, көнсөллөк, ике йөҙлөлөк кеүек кеше күңеле төпкөлдәренә йәшеренгән иблистәрҙе фашлауҙан мәхрүм итмәне уны. Тик ул быларҙы фашлаған осраҡта ла үҙе булып ҡалды: кеше йөҙөнә бәреп уҡ атманы, ә бары тик сама тойғоһон боҙмайса ғына үҙенең күңел рәнйеүҙәрен әйтеп бирҙе. Был итәғәтлелек уның эске мәҙәнилегенән, зыялы зат булыуынан килә ине. Эйе, етемлек тә, етемлектә үткән тереклек тә уның эске донъяһын – ожмах баҡсаһын – емерә алманы. Кеше шатлығын уртаҡлаша, кеше бәхетенә шатлана белеүе уның ана шул мәңге сәскәлә ултырған күңел байлығының сағылышы булды».
Гөлнур Яҡупова, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы:
«Йәшләй генә ҡәләм тибрәтә башлаһам да, ижад шишмәм быуылып торған бер осор ине. Һикһәненсе йылдар башы. Бәйләнеш сараһы – почта ла, редакциялағы телефон. Гәзиттәргә шиғырҙарымды ебәреп ҡарайым, яуап килмәй түгел, килә, хатта ыңғай баһа ла биреп ҡуялар яҙғандарыма, әммә баҫмайҙар. Күҙе юҡтың үҙе юҡ... Ҡәләмемде ташларҙай ҙа булып китәм, әммә Рәшит Шәкүр ағайҙан, Салауатта педучилищела уҡығанымда уҡ әле, Рәми ағайҙан, матбуғатҡа яҙылыу мәсьәләһен ҡайғыртып беҙҙең Ғафури районына килгәнендә, «һин шағирә» тип ҡанатландырыуҙары иҫтән сыҡмай бит! Үҙемә мәркәзгә бик юл төшә һалмай, «Ағиҙел» журналы редакцияһына һеңлем Гөлдәр аша (ул шунда эшләй ине) бер шәлкем шиғыр ебәрҙем, ул, Абдулхаҡ Игебаев ағайҙың ҡулына тотторормон, тип вәғәҙә итте.
Аҙналап ваҡыт үтте, мин, хат көтөп, көн дә редакция почтаһын аҡтарам. Бер көндө сәғәт ун берҙәрҙә редакторыбыҙ, һиңә журналдан шылтыраталар тип, бүлмәһенә саҡырҙы. Абдулхаҡ ағай! Һаулашҡас та тауышын таныным, радионан йыш ишетәм дәһә уны.
– Нишләп эшкә улай иртә йөрөйһөң, туғыҙҙа шылтыратҡайным, – ти. Ә мин дежурҙан төнгө өстә генә ҡайтҡайным, шуға һуңлай төшкәйнем. Аҡланып өлгөрмәнем, ағай тиҙ генә ҡулыма ҡағыҙ менән ҡәләм алырға, шунан бер шиғырымды алдыма һалырға ҡушты.
– Әҙерһеңме?
– Эйе.
– Битле Гөлнур булып сыҡтың бит әле һин... – Был һүҙгә аптырап ҡалһам да, эскә йылы йүгерҙе: ағай миңә матур тимәксе әллә? Юҡ икән шул, улай түгел...
– Шул шиғырҙа, һана әле, нисә тапҡыр «бит» тигән һүҙ ҡабатланған?
– Биш тапҡыр...
– Дүрт куплетлыҡ шиғырҙа! Ышанам бит, һағынам бит... – Ҡойолоп төштөм.
– Ә бит шиғырың хисле, образлы, ана шул «бит»тәреңдән ҡотолһаң. – Ағайҙың тауышы көлөмһөрәп сыҡты. – Йәйге һандарҙың береһенә әҙерләйем, оҙаҡҡа һуҙма, йәме.
Ысынлап та, 1984 йылдың июнь һанында Илеш егете Ринат Хәйри менән минең шиғырҙар «Йәштәр тауышы» рубрикаһында донъя күрҙе. Шиғриәткә, шағирҙар ҡорона ишек асыуымды мин шул көндән иҫәпләйем – «Ағиҙел»дә баҫылдым бит!
Әле килеп, Абдулхаҡ ағайға рәхмәт уҡыйым: эскерһеҙ ҡул һуҙғаны, биргән һабаҡтары өсөн. Хәйер, әле килеп кенә түгел, ә – ғүмер буйы. Шул тәүге шәлкем тәңгәлендә генә ул миңә, башлап яҙыусы исемлегендәге кешегә, ике тапҡыр шылтыратты, кәңәштәр бирҙе, йәүкәләне. Киләсәгемдә мотлаҡ кәрәгәсәк ижад сәме, һөнәри фиҙакәрлек тигән үрнәк күрһәтте».
Зөлфиә Ханнанова әҙерләне.