Все новости
Память
23 Декабря 2024, 14:49

Ул һаман да күҙ алдында (С. Агиштың тыуыуына – 120 йыл)

1964 йылда мине, алтынсы класты тамамлаған малайҙы, атайым Өфөләге 1-се һанлы башҡорт мәктәп-интернатына алып барып урынлаштырҙы. Күп «тере» яҙыусылар менән беренсе тапҡыр беҙ шул уҡыу йортонда белем алғанда осраштыҡ. Шулай ҙа иң яратҡан, иң рәхәтләнеп, иң кинәнеп тыңлаған яҙыусыбыҙ Сәғит Агиш булғандыр, моғайын.

Ул һаман да күҙ алдында (С. Агиштың тыуыуына – 120 йыл)
Ул һаман да күҙ алдында (С. Агиштың тыуыуына – 120 йыл)

Яҙыусыны әҫәрҙәре буйынса ауылда уҡығанда уҡ яҡшы белә инем. Уның заманында республиканы шаулатҡан «Нигеҙ» романын да бик яратып, көлә-көлә уҡығайным.

Бер көнө башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Сажиҙә Мөхәмәтйәр ҡыҙы Зайлалова уҡытыусылар бүлмәһенә саҡыртып алды ла:

– Бөгөн интернатта Сәғит Агиш менән осрашыу була. Олатайығыҙ таяҡ менән арыу ғына йөрөй-йөрөүен, ләкин күҙ яғы ла, ҡолаҡ яғы ла насарыраҡ. Рафиҡ Хәлилов менән, өйөнә барып, алып килерһегеҙ инде, – тине.

Сәғит олатай интернаттан өс туҡталыш аша ғына йәшәй булып сыҡты. Йәйәү барһаң да – ун биш минут. Ләкин беҙ трамвайға ултырырға булдыҡ. «Мебель магазины» туҡталышында төштөк тә, Октябрь проспекты аша сығып, ҡаршылағы биш ҡатлы өйҙөң һанына күҙ һалдыҡ – шул. Фатиры ла беренсе ҡатта ғына булып сыҡты. Ҡыңғырау төймәһенә баҫтыҡ. Оҙаҡ көттөрмәй генә ишек асылып китте. Ҡараһаҡ, Сәғит олатай үҙе беҙҙе ҡаршы алып тора.

– Әйҙүк, әйҙүк, егеттәр... Фәрдәнә, ҡунаҡтар килгән, сәй ҡуйып ебәр...

Ебенек тә төштөк. Алдыбыҙҙа кемдер түгел, бөтөн төрки донъяһына киң билдәле Сәғит Ағиш баҫып торһон әле!

Яҙыусыны, ни өсөндөр, оҙон буйлы, таҙа кәүҙәле, баһадирҙай кеше итеп күҙ алдына килтерә инем. Ул һис тә баһадир кәүҙәле булып сыҡманы. Уртасанан да бәләкәйерәк буйлы, ҡараһыу ябыҡ йөҙлө, сибек кенә кәүҙәле кеше икән.

Сәй эсеп торманыҡ. Ваҡыт тар ине. Ул кейенгәнсе, беҙ көтөп ултырып торҙоҡ. Бына әҙип плащын, күгерәк төҫтәге беретын кейҙе, ҡулына таяғын алды. Ишек асырға ынтылғайныҡ ҡына, ҡапыл туҡтап:

– Юҡ, егеттәр, былай булмай, сәй эсмәнегеҙ, ҡоро сығара алмайым бит инде мин һеҙҙе, – тип боролоп, ишек төбөнән бер нисә аҙымда ғына торған китап кәштәһенә ынтылды ла, ике китап алып, автограф яҙып, икебеҙгә берәр «күстәнәс» тотторҙо. Бер йыл элек кенә донъя күргән «Ялан юлында» исемле китабына: «Фәрит дуҫҡа. Осрашыу иҫтәлеге. 10/X - 68» – тип яҙылғайны.

Сәғит Агиш 1905 йылдың 19 ғинуарында Ырымбур губернаһының Иҫәнгилде ауылында тыуған. «Хәйер, мин унда тыуғанмын ғына, – тип яҙа әҙип. – Миңә бер йәш тә тулмаҫ борон атайым Иҫәнгилденән ун ике саҡрым ғына алыҫлыҡтағы Аҡтин тигән бәләкәй генә ауылға мулла булып киткән». Уның бала сағы бына ошонда үтә. Өйҙә ҡыҙҙар уҡытҡан әсәһенән хәреф танырға өйрәнеп, аҙмы-күпме белемгә эйә була.

Сәғит олатайҙың атаһы Ишмөхәммәт бик шуҡ та, зирәк тә малай булған, тиҫкәрерәк холоҡло кешеләрҙән мыҫҡыллап көлә торған ғәҙәте лә бар икән. Ул йылдарҙа, батша указы буйынса, татар һәм башҡорт халҡынан хәллерәк кешеләрҙең балаларынан һәр ауыл бер кешене ҙур ҡалаға уҡырға ебәрергә тейеш булған. Үҙ балаларынан айырылырға, етмәһә, урыҫ араһына уҡырға ебәрергә теләүселәр әҙ булған. Ишмөхәммәтте шул төркөмгә индергәндәр. Әсәһе, бик ебәрмәҫкә теләп, илап, ялбарып ҡараһа ла, берҙән, батша указын үтәргә кәрәк, икенсенән, үткер телле малайҙан ҡотолор өсөн дә Ишмөхәммәтте ебәреүҙе дөрөҫ тип тапҡандар. Ишмөхәммәт күпмелер уҡып, ғәрәпсә, татарса, русса шаҡтай грамота алып, ауылға мулла булып ҡайта. Һуңынан тағы ла ниндәйҙер уҡыу йортонда (Петербургта булған тип тә һөйләйҙәр) уҡып, ҡайтышлай үҙе кеүек татарса һәм русса уҡый-яҙа белгән йәш бисә алып ҡайта. Шулай итеп, Сәғит олатайҙың атаһы Ишмөхәммәттең ике бисәһе булған. Олоһо бала-сағаларҙы тәрбиәләгән, өй эштәре менән етәкселек иткән, йәш бисәһе ҡыҙҙар уҡытҡан һәм магазинда һатыу иткән. Сәғит шул йәш ҡатынынан тыуған бала була.

Ишмөхәммәт мулла ҙур улы Мөхәммәтте ситкә ебәреп уҡытҡан, ә Сәғитте үҙе урынына мулла итергә уйлаған. Атаһының уҡырға ебәрмәҫен белгәс, 12 йәшлек Сәғит ҡасып сығып китә һәм Ырымбурға барып, шул замандың алдынғы һаналып йөрөгән «Хөсәйениә» мәҙрәсәһенә уҡырға инә.

 «Минең ҡасҡанды белгәс, атайым ат мендереп, мине ҡыуып етеп алып ҡайтырға кешеләр ебәрә. Ырымбур яғы – ялан яҡ бит инде. Ергә ятып ат тояҡтары тауышын ишетеү менән арыш араһына инеп ҡасам да ҡалам. Һыбайлылыр үтеп киткәс, тағы юлға сығам», – тип беҙҙе көлдөрөп һөйләгәндәре хәҙер ҙә иҫемдә.

«Хөсәйениә»лә буласаҡ яҙыусыға өр-яңы донъя асыла. Афзал Таһиров кеүек әҙиптәр менән таныша. Ошонда ул тиҫтерҙәре, үҙе һымаҡ уҡ мәҙрәсә шәкерттәре Муса Йәлил, Ғабдулла Амантайҙар менән осраша. Сәғит олатай осрашҡан һайын үҙенең «Хөсәйениә»лә уҡыған йылдарын, ундағы уҡыу йорттарын «һис онотолмаҫ йылдар, тормошомда мөһим бер этап» тип һөйләй торғайны. Ниндәйҙер үкенес менән: «Муса Йәлил, татар шағиры һаналып йөрөһә лә, беҙҙән алыҫ булмаған Мостафа ауылынан ине. Яҙмыш беҙҙе Өфөгә алып китте, ул Ҡазанды һайланы», – тип тә өҫтәр ине. Ләкин, тиф менән ауырыу сәбәпле, ике йылдан ауылға ҡайтып китергә мәжбүр була. Оҙаҡламай ул, дуҫы Ғабдулла Амантайҙың юллауы буйынса, комсомолдың Туҡ-Соран комитетына эшкә саҡырыла. Бында уларға башҡорт совет әҙәбиәтенең нигеҙ таштарын һалыусыларҙың береһе булған коммунист Дауыт Юлтый осрап, әҙәбиәткә килергә ярҙам итә.

1924 йылдан алып ғүмеренең һуңғы көндәренә – 1973 йылдың 22 майына тиклем Сәғит Агиш Өфөлә йәшәй һәм ижад итә.

Үҙенең һөйләүенә ҡарағанда, йәш сағында ул артист булырға хыялланған. Хатта мәшһүр артист Мәкәрим Мәһәҙиевтең димләүе буйынса Ҡазанға театр техникумына инеп, бер ни тиклем ваҡыт шунда уҡып та йөрөгән. «Ләкин Ҡазандағы шаулап торған әҙәби хәрәкәт, – тип яҙҙы әҙип һуңыраҡ, – Һаҙи Таҡташ, Хәсән Туфан, Ғәҙел Ҡотойҙар актив ҡатнашҡан әҙәби түңәрәктәр мине нығыраҡ ҡыҙыҡһындырҙы».

– Буйҙың бәләкәйлеге ҡамасауланы, – тип тә көлдөрҙө ул беҙҙе бер осрашыуҙа. – Юғиһә, минән би-и-ик оло артист сыға ине...

Һәм беҙ быға шикләнмәй ҙә инек! Мин бығаса бер ваҡытта ла кешеләр алдында үҙен шул саҡлы ябай тотҡан һәм матур һөйләй белгән ораторҙы тыңлағаным юҡ ине әле. Сәғит олатай һөйләргә артистарса оҫта кеше булды. Уның ауыҙынан минут һайын ниндәйҙер бер көлкөлө һүҙ осоп сыға, һәм ул тыңлаусыларҙы бер өҙлөкһөҙ көлдөрә.

Бер осрашыуҙа ул залға ҡарап, көлөмһөрәй биреп:

– Йә, егеттәр, йәшермәй генә әйтегеҙ әле, арағыҙҙа көйрәтеүселәр бармы? – тип һораны. Шунан: «Тәмәкенең өс төрлө шифаһы бар, – тип дауам итте. – Береһе шул: тәмәке тартҡан кешене эт тешләмәй, сөнки ул таяҡ менән йөрөй; икенсенән, ул һәр ваҡыт ҡарҡылдап, йүткереп ятҡас, ҡараҡ килмәй; өсөнсөнән, тәмәке тартҡан кеше бер ҙә ҡартаймай – йәшләй үлә».

Бер ваҡыт Сәғит Агиш аяғын һындырған икән. Был хәлде ишетеп, яҡташы һәм һабаҡташы Фәйзи Баҡаев хәлен белергә бара. «Больницаға барып инһәм, Агиш, ҡултыҡ таяғына таянып, гипслы аяғын күтәреп, коридор буйлап миңә табан килә.

– Йә, хәлдәр нисек, дуҫ, йүнәлеп буламы? – тигәс:

– Хәлдәр шәп тә ул, тик бына шуға аптырайым: өс аяҡ менән йөрөү ҡалай ҡыйын, бахыр ат дүрт аяҡ менән нисек йөрөй икән? – ти Сәғит.

Бына шулай, ауырлыҡтар килгәндә лә, ул бошоноуҙы белмәне, һәр ваҡыт шат, һәр ваҡыт йор һүҙле, дәртле, шаян булып ҡалды», – тип яҙа иҫтәлектәрендә йәшлек дуҫы.

Сәғит Агиш менән осрашыуҙар гел мәктәптең ике-өс йөҙ кеше һыйҙырышлы тамашасылар залында үтә торғайны. Зал шығырым тулы. Уҡыусы, уҡытыусыларҙан тыш, эштән бушыраҡ булған бөтә халыҡ килеп тула. Рәт араларына, юлдарға ултырғыстар тотоп килеп ултыралар. Йылғырыраҡтар тәҙрә төптәренә менеп ҡунаҡлай. Артҡы ишекте шар асып ҡуйып, коридорҙан тороп тыңлайҙар. Йор һүҙле, шаян Сәғит олатай бер үҙе лә, дуҫтарын эйәртеп тә килә торғайны. Уның шул ихласлығы арҡаһында беҙ, Башҡортостандың иң төпкөл ауылдарынан йыйылған балалар, күп кенә башҡорт яҙыусыларын ғына түгел, мәшһүр татар классиктарын да күреп ҡалдыҡ. Ундай бәхет кемгә эләгә әле ул! Хәсән Туфан менән бик йылы осрашыу хәтерҙә мәңге онотолмаҫлыҡ булып һеңеп ҡалған. Унда Хәсән Туфандың төрмәлә ижад иткән «Турғай» һәм «Ағыла ла болот ағыла...» исемле шиғырҙарын тәүге тапҡыр ишетеп (Сәғит Агиш башҡарыуында!) тетрәнгәйнем. Хәҙер ҙә мин был шиғырҙарға яҙылған йырҙарҙы тыныс ҡына тыңлай алмайым.

Сәғит Агиштың хәтере иҫ киткес шәп булды. Ул үҙенең бер шиғырын да ҡағыҙға ҡарап уҡыманы, барыһын да яттан белә ине. Маяковский, Бабич, Таҡташ, Туфан һәм башҡа шағирҙарҙың ижад емештәрен дә яттан һөйләй торғайны. Юҡҡа ғына яҙыусылар уны үҙ-ара «аяҡлы энциклопедия» тип атап йөрөтмәгәндәрҙер инде.

Сәғит Агиш туған әҙәбиәтебеҙҙе үҫтереүҙә арыу-талыуҙы белмәй тырышып эшләгән әҙип, әҙәбиәтебеҙгә нигеҙ һалыусыларҙың береһе булды, онотолмаҫлыҡ әҫәрҙәр ҡалдырҙы.

Йылдар уҙа. Беҙҙән киткән кешеләр, ни ҡәҙәр генә яҡын-таныш булмаһын, әкренләп алыҫлаша һәм тоноҡлана бара. Ә бына Сәғит олатай улай түгел. Бер кемгә лә оҡшамағанға күрәмелер, ул һис үҙгәрмәйенсә, бик асыҡ булып күңелдә һәм күҙ алдында һаман да һаҡлана.

 

Автор:Фәрит ӘХМӘРОВ, хаҡлы ялдағы таусы, Сибай ҡалаһы
Читайте нас: