Ҡала китапханасылары менән осрашыу Йәштәр үҙәгенең икенсе ҡатында, ҙур, иркен уҡыу залында, үтте. Кисәне үҙәкләштерелгән китапханалар системаһы директоры Нурия Рафиҡова асты.
– Мостай ағай, беҙ былтыр ғына ошо матур бинаға индек. Уны асыу тантанаһында Республикабыҙ Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы ла ҡатнашты. Бөгөн һеҙҙең алда ҡала китапханасылары – яҙыусы менән уҡыусы араһында элемтә тотҡан, китапты һәм яҙыусыны халыҡҡа яҡынайтҡан ҡыҙҙар һәм егеттәр ултыра. Һеҙгә һүҙ бирәбеҙ, Мостай ағай.
– Мин китапты бәләкәйҙән, 8-9 йәштән уҡый башланым. Беҙҙең ауыл да китапхана булды. Элек мәҙрәсә лә булғас, ауылда күптәр уҡыйяҙа белә ине. Китапхананан йә ҡыҙыҡлы, йә ҡыҙғаныс китап һорап ала торғайныҡ. Уртасаһын берәү ҙә уҡыманы. Уйлап ҡараһаң, тормош та шулай ҡыуаныстарҙан һәм ҡайғыларҙан тора бит. Ысын китаптар ҙа шуларҙы сағылдырырға тейеш, тип уйлайым. Шуға ла Тургеневты яратам. Достоевскийҙы өнәп етмәйем. Минең яҙыусым түгел...
Китапханасылар менән осрашыуға егерме минут тирәһе генә ваҡыт бүленгән ине, кеше, уның яҙмышы, йәшәү мәғәнәһе тураһында эскерһеҙ һөйләшеү оҙағыраҡҡа һуҙылды. Әңгәмә һуңында шағир уҡыусыларының күп һорауҙарына яуап бирҙе.
– Йәштәрҙе рухи яҡтан һау итеп тәрбиәләр өсөн ниҙәр эшләргә кәрәк? Хәҙерге йәштәр һеҙҙең ышанысығыҙҙы аҡлаймы?
– Аҡлай тип әйтә алмайым. Хәҙер йәштәр күберәк шалтай-балтай халыҡҡа эйәрә. Яҡшылар ямандарға эйәрә. Маяковский баҡсаһына инһәм, бер ҡыҙыҡай эскәмйә башына менеп ултырған да шешәнән һыра һемерә. Ауыл ҡыҙы икәне күренеп тора. Бер нисә ай ғына элек ауылда иң аҡыллы, иң матур ҡыҙҙарҙың береһе булып йөрөгәндер әле. Ә бында... характер күрһәтеп ултыра. Не хуже городских, йәнәһе. Аҡыллы, талантлы йәштәр ошондайҙарҙы тәрбиәләргә тейеш. Бына һеҙҙең иҫ киткес Йәштәр үҙәге бар. Унда активистарҙы, алдынғы ҡарашлы йәштәрҙе генә түгел, ошондайҙарҙы ла йәлеп итергә кәрәк.
– Мостафа Сафа улы, донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр, тигән фекер менән килешәһегеҙме?
– Быны Достоевский әйткән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның үҙенең әҫәрҙәрендә матурлыҡ юҡ кимәлендә. Уның гениаль яҙыусы икәнен беләм, ышанам. Ләкин иң тәүҙә матурлыҡтың үҙен ҡотҡарып алып ҡалырға кәрәк бит әле. Матурлыҡты ҡотҡарһаҡ, донъяны ла һаҡлап алып ҡалырбыҙ.
– Мостай ағай, беҙ Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығына бик матур күргәҙмә әҙерләнек. Унда һеҙҙең портретығыҙ һәм «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!» исемле шиғырығыҙ ҙа урын алған. Хәҙер китапханасылар ҙа яңыса эшләргә тырыша. Беҙҙә «Сәсән тирмәһе», мода салоны бар. Бына шул мода салонында шөғөлләнгән ҡыҙҙар һеҙгә янсыҡ бүләк итә. Ләкин беҙ уның эсенә һалдат махоркаһы түгел, ә ижад менән мауыҡҡан балаларҙың шиғырҙарын һалдыҡ. Шуның берәүһен уҡып ишеттерәйем әле:
Ике мең дә дүртенсенең
Ҡояшлы көнө булыр.
Мостай Кәрим ағайҙың
Һикһән биш йәше тулыр, – тип яҙа Лилиә исемле ҡыҙ.
– Быны күргәс, тәмәке тарта башламаммы икән?
– Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығы беҙҙең өсөн ҙур байрам. Уның тураһында хәҙер төрлө фекерҙәр йөрөй. Ошо байрамға һеҙҙең ҡарашығыҙ нисек?
– Күптән түгел бер тапшырыу күрһәттеләр. «9 Май кәрәкме?» – тигән һорау ҡуялар. Был ҡояш кәрәкме, әллә юҡмы, тигән кеүек үк ахмаҡ һорау. Тыуған ил, ошондай һорау биргән кешеләрҙең үҙҙәренең киләсәге өсөн ҡанын түккән, йәнен биргән фронтовиктарҙан көлөү, мыҫҡыл итеү был. Беҙгә, фронтовиктарға, быны ишетеүе бик ауыр. Еңеү өсөн үтә күп ҡан ҡойолған. Беҙ – 20 миллион, немецтар – 15 миллион ғына кеше юғалтҡан. Ундай Еңеүҙең кәрәге булдымы икән, тиҙәр. Беҙ бит илбаҫарҙарға ҡаршы һуғыштыҡ!.. Аңламайым ундай кешеләрҙе...
– Әгәр ҙә Аллаһы Тәғәлә һеҙгә тағы ла бер ғүмер бүләк итһә, һеҙ уны нисек йәшәр инегеҙ?
– Быны һәр кемдән һорайҙар. Белмәйем. Беренсенән, китһәм мин кире ҡайтмаясаҡмын. Берәү ҙә ҡайтармаясаҡ. ...Икенсенән, тормошом үкенерлек булманы. Ҡайғыһын да кисерҙем, шатлығын да күрҙем, хөрмәтте лә татыным. Бөтә ил күргәнде күрҙем. Миңә икенсе йәшәү булһа... Тегенеһе менән дә риза.
– Миңә Өфөлә Мостай ағайҙың опера һәм балет театрында үткән 75 йыллыҡ юбилейында ҡатнашыу бәхете тейгәйне. Шунда сәхнәгә дүрт йәшлек малай (Сыңғыҙ Ханнанов) сыҡты ла аҡһаҡалыбыҙға: «Һаумы, замандаш!» – тип өндәште.
Һеҙҙең менән замандаш булғаныбыҙ өсөн ҡыуанабыҙ, ғорурланабыҙ, Мостай ағай!
Осрашыу һуңында китапханасылар Мостай Кәрим менән фотоға төштө, автографтар алды. Әҙип хөрмәтле ҡунаҡтар өсөн асылған дәфтәргә: «Китапхана хеҙмәткәрҙәре менән бөгөнгө осрашыуыма сикһеҙ шатмын. Хеҙмәтегеҙ, китапҡа тоғро булғанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә», – тигән йылы яҙыу ҡалдырҙы.
Өсөнсө осрашыу ҡалабыҙҙың иң яңы, мәртәбәле мәҙәниәт үҙәгендә – Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры бинаһында үтте. Залға ҡала халҡының төрлө ҡатлам вәкилдәре – уҡыусылар, студенттар, уҡытыусылар, ғалимдар, табиптар, ҡаланың төрлө ойошмалары вәкилдәре, ябай эшселәр, предприятие етәкселәре һәм хаҡлы ялдағы ололар йыйылғайны. Театр шағирҙы күрергә теләүселәрҙең барыһын да һыйҙыра алманы. Әҙипкә театр артистары Сибай дәүләт филармонияһы ярҙамында театрҙа ҡуйылған әҫәрҙәренән өҙөктәр уйнап күрһәтте, шиғырҙарын уҡыны, уның һүҙҙәренә яҙылған йырҙарҙы йырланы.
Бына ил аҡһаҡалы – сәхнәлә. Халыҡ уны аяғүрә баҫып алҡышлай.
Ҡотлау һүҙе тәүҙә ҡала хакимиәте башлығы Рәил Сәлих улы Сарбаевҡа бирелде. «Республикабыҙҙың иң өлкән театрҙарының береһе – Мөбәрәков исемендәге театр һеҙҙең әҫәрҙәрегеҙгә ҡабаттанҡабат әйләнеп ҡайта. «Салауат», «Ҡыҙ урлау», «Ай тотолған төндә», «Йәйәүле Мәхмүт», «Яңғыҙ ҡайын» спектаклдәре сибайҙарҙың бер нисә быуынының яратҡан сәхнә әҫәренә әйләнде. Тамашасыларыбыҙ һеҙҙең шиғырҙарығыҙға беҙҙең төбәк композиторҙары Зөһрә Фәйзуллина, Хисмәт Дәүләтов, Юлай Үҙәнбаев яҙған «Яңынан тыуһам», «Йылғалар төнөн һөйләшә», «Тәгәрәп китте йөрәгем», «Сәңгелдәк йыры» кеүек йырҙарҙы Азамат Тимеров, Хисмәт Дәүләтов, Альберт Салауатов башҡарыуында тыңлап туймай. Был һеҙҙең халыҡ күңелендә ҙур һөйөү яулай алыуығыҙ тураһында һөйләй», – тине ул һәм шағирға 85 йәше менән ҡотлау адресы тапшырҙы. Шунан ҡәҙерле ҡунаҡты ҡала башҡорттары ҡоролтайы рәйесе, мәҙәниәт бүлеге начальнигы Илгиз Хәйруллин, Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Хәйҙәр Тапаҡов, «Ирәндек» лицейы уҡыусыһы, йәш шағир Илназ Мәжитов, билдәле тележурналист, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының баш редакторы Шәүрә Ғилманова ҡотланы. Уларҙан һуң һүҙҙе Мостайҙың үҙенә бирҙеләр.
– Мин театр ишеген асҡанда һәр ваҡыт бер төрлө тетрәнеү һәм ашҡыныу кисерәм. 1935 йылдың көҙөндә беренсе тапҡыр ысын театр – хәҙерге Башҡорт академия драма театры ишеген асып индем. Ошо сихри донъя ғүмер буйына мине тетрәтте, әсир итте, үҙенә тартты. Бына һеҙҙең яңы бинағыҙға ингәндә мине, әйтерһең, беренсе тапҡыр, бынан 70 йыл элек кисергән тойғолар сорнап алды: тулҡынландым да, хатта күңелем дә тулды... Бында минең һүҙем яңғыраны – шуға хайран ҡалып, ғәжәпләнеп ултырам.
Һикһән биште ашаҡлап үтһә лә, Мостай ағайҙың хәтере шәп әле. Бынан ҡырҡ-илле йыл элек булып үткән ваҡиғаларҙы ла йылын, айын әйтеп һөйләп ултыра. Ә инде уны тыңлауы үҙе бер ләззәт. Ожмахҡа алып инәме ни?!
Мин ерҙә йәшәүселәрҙе ике төркөмгә бүләм, – тип башланы ул һүҙен. – Берәүҙәр, ҡайҙа йәшәүҙәренә ҡарамаҫтан – көнбайыштамы, әллә көнсығыштамы, төньяҡтамы, көньяҡтамы – планетаның ҡояшлы яғында, икенселәре – күләгәле яғында йәшәй. Сәнғәткә, матурлыҡҡа, яҡшылыҡҡа, миһырбанлыҡҡа битараф булмағандар ҡояшлы яҡта, ә туң, вайымһыҙ, һалҡын, ҡаты, уҫал кешеләр – күләгәле яҡта йәшәй. Бейек-бейек һарайҙарҙа йәшәһәләр ҙә... Бына һеҙ көн уртаһында шағир менән осрашыуға килгәнһегеҙ. Сөнки һеҙ күңелегеҙ, йөрәгегеҙ, аҡылығыҙ менән планетаның ҡояшлы яғында йәшәйһегеҙ. Әгәр ҙә һеҙҙең кеүек ҡояшлы яҡта йәшәүселәр күберәк булһа, беләм, улар күп, Кешелек ышанысын да, өмөтөн дә, кешелек сифаттарын да юғалтмаясаҡ.
Минән йыш ҡына тел, милләт яҙмышы тураһында һорайҙар. Мин уларға: мин бәхетле – мине хәҙергә уҡыйҙар, өйрәнәләр, тип яуап бирәм. Ни өсөн хәҙергә? Сөнки ундай һорауҙарҙы йышыраҡ киләсәккә ышанмаған кешеләр бирәләр. Шомло йылдарҙа бер ваҡыт минән, һеҙ русса яҙа алаһығыҙмы, тип һоранылар. Мин, ысындан да, русса ла яҙа алам. Ләкин әгәр ҙә мине йөҙ башҡорт уҡый икән – мин башҡортса яҙасаҡмын, ун башҡорт уҡый икән – барыбер башҡортса яҙасаҡмын. Үҙ телемдән бер ҙә кәмһенмәйем, башҡортса ижад иткәнемә үкенмәйем...
Ә бына сит илдәргә сыҡҡанда мин һәр ваҡыт совет шағиры булып барҙым.
Германияла булған бер ҡыҙыҡ ваҡиға күңелгә һеңеп ҡалған. Мюнхендә ҙур бер китапхана бар. Мине шунда осрашыуға саҡырҙылар. Унда шиғырымды башҡортса уҡыным. Уҡып ҡына бөткәйнем, тыңлап ултырған бер ҡатын яңынан уҡыуымды һораны. Юрамал һанап торҙом: өс тапҡыр ҡабатлап уҡытты. Осрашыу бөткәс, һеҙ бит барыбер аңламанығыҙ, ни өсөн шуныса уҡыттығыҙ, тип һораным. «Миңә һеҙҙең телегеҙҙең моңо оҡшай, – тине ул. – Тел фекер еткереп кенә ҡалмай, ниндәйҙер музыка ла тарата. Һеҙҙең башҡорт теленең музыкаһы матур. Бик үҙенсәлекле».
Ғәжәп хәл. Баҡтиһәң, телде аңламаған кеше уның мәғәнәһенә иғтибар итмәй, музыкаһын тыңлай икән. Немка әйтмәһә, әле лә белмәҫ инем...
Йәштәр үҙәгендә китапханасылар минән, ғүмерегеҙҙе ҡабатларға яҙһа, нисек йәшәр инегеҙ, тип һораны. Шулай уҡ йәшәр инем. Ҡайғыһын да, шатлығын да етәрлек күрҙем. Илем күргән һынауҙарҙы мин дә үттем. Үҙен тыуған иленең бер таянысы итеп тоя алған кеше – бик өлөшлө кеше. Мин егерме йәшемдә үк үҙемде шундай кеше итеп тойҙом. Шуның менән ғорурланам да.
Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә, тыуған илем, Башҡортостаным тураһында һөйләй йөрөнөм. Японияла журналистар менән булған ҙур осрашыуҙа ла шулай булды. Салауат Юлаев тураһында һүҙ сыҡҡанда үҙем дә һиҙмәҫтән, ниңәлер, уны 1801 йылда үлгән тип әйтеп ебәргәнмен. Һорауҙар бөткәс, бер япон журналисы: «Беҙҙең энциклопедияла хата киткәндер, күрәһең. Унда Салауат 1800 йылда үлгән тип яҙылған», – тине.
«Һеҙҙең энциклопедияла бик дөрөҫ яҙылған, мин үҙ геройымдың ғүмерен бер генә йылға булһа ла оҙайтыңҡырап күрһәтергә теләгәйнем», – тип шаяртып ҡотолдом.
1962 йылда беҙҙең Фәйзи Ғәскәров етәкселегендәге башҡорт бейеү ансамбле Рангунда (хәҙер – Бирма) сығыш яһаны. Ҡунаҡханала тәржемәсе аша был йорттоң администраторы менән һөйләшеп киттем. Минең Совет иленән килгән башҡорт икәнемде ишеткәс, был күптәнге танышын күргәндәй ҡыуанып китте. «Башҡорттар – бик яҡшы, һәйбәт, күңелле халыҡ, – ти был. – Һеҙҙең ватандаштарығыҙҙың концертында булдым – иҫ киткес итеп бейейҙәр. Һәйбәт бейегән халыҡ – шәп халыҡ, көслө халыҡ».
Бейеү тураһында һүҙ сыҡҡас, әйтәйем инде. Мин үҙем дә ике тапҡыр «бейеүсе» булдым. Беренсе тапҡыр, өсөнсө синыфта уҡығанда, концерт ваҡытында миңә бейергә ҡуштылар. Уҡытыусым: «Һәйбәт бейенең, тик музыкаға өлгөрә алманың», – тине.
Нишләп мин музыкаға өлгөрөргә тейеш әле, әйҙә ул үҙе миңә өлгөрһөн!
1955 йылда Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле гастролдәр менән Вьетнамға барҙы. Мине ошо төркөмдөң етәксеһе итеп ебәрҙеләр. Килеп етеп, иртән торһаҡ, бөтә Вьетнам гәзиттәре: «Беҙгә Башҡортостандың иң данлыҡлы бейеүсеһе Мостай Кәрим етәкселегендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡунаҡҡа килде», – тип яҙып сыҡҡан.
Мин Өфөнән алыҫ булмаған Келәш ауылында тыуғанмын. Келәш – типтәрҙәр ауылы. Урындағы башҡорттар күсеп килгән татарҙар һәм башҡа халыҡтар менән аралашып бөткән. Бөтә йола, ғөрөф-ғәҙәттәре, ҡылыҡхолоҡтары башҡорттарҙағыса ҡалған, ә тел – татарлашҡан. Сөнки беҙҙең ауылда ике быуат самаһы мәҙрәсә эшләгән, ә мәҙрәсәлә уҡытыу, үҙегеҙ беләһегеҙ, татарса алып барылған...
Бына мин шундай кеше. Үҙгәртеп ҡороуҙар башланған йылдарҙа минән йыш ҡына, һеҙ, Мостай Кәрим, татармы, әллә башҡортмо, тип һорап бик уңайһыҙ хәлгә ҡуялар ине. Нимә тип әйтәһең инде? Мин – Мостай Кәрим. Оҡшайым икән – аралашығыҙ, оҡшамаһам – аралашмағыҙ», – тип кенә әйтә алыр инем.
Күптәрегеҙ уҡып белә, атайымдың ике ҡатыны булды. Мин оҙаҡ йылдар уларҙың ҡайһыныһы үҙ әсәйем икәнен белмәнем. Кесе инәйем бала тапҡан, Оло инәйем – тәрбиәләгән. Төрлө характерлы кешеләр тупланған ошо ҙур ғаиләлә бер ваҡытта ла тауыш ҡупманы. Мин хатта кемдеңдер тауыш күтәргәнен дә иҫләмәйем. Беҙҙең Аллаһыбыҙ ҙа мәрхәмәтле булды. Ә бына урам аша ғына күршебеҙҙең Аллаһы уҫал ине. Улар, Аллаһ кәрәгеңде бирер әле, Аллаһ ҡөһөрө төшөр, Алла үлтерер, тип һөйләштеләр. Беҙҙә Аллаһ бирер, Аллаһ ярҙам итер, тиерҙәр ине. Шулай итеп, яҡшы Аллаһ ҡарамағында үҫтем.
Дөрөҫөн генә әйткәндә, минең өсөн Аллаһ – ул үҙемдең намыҫым. Намыҫым булмаһа, маңлайымды иҙәнгә биш тапҡыр орһам да, Аллаһ ғәфү итмәҫ ине. Аллаһтан ғәфү һорағансы, гонаһ ҡылмау яҡшыраҡтыр.
«Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» повесын яҙған саҡта әсәйемдән бер аҙ шөрләңкерәп йөрөнөм. Оло инәйем тәрбиәһендә үҫкәс, уның образы яҡтыраҡ, матурыраҡ булып күңелгә һеңеп ҡалған. Бер ваҡыт, фекерен белергә теләп, әсәйемдән уратып ҡына: «Әсәй, тормош юлыңда осраған иң яҡшы кеше кем булды? – тип һораным. Ул: «Атайың тураһында бер һүҙ ҙә әйтмәйем, уға минең хоҡуғым да юҡ. Бүтәндәр араһында Оло инәйеңдән яҡшы кеше булманы», – тине.
Оло инәйемдең камзулының төҫөн хәҙер ҙә хәтерләйем, кейеменә тегелгән тимер аҡсаларҙың зыңлауын хәҙер ҙә ишетәм, ә бына үҙенең тауышын бер нисек тә иҫемә төшөрә алмайым. Мин, бәлки, әҙерәк идеаллаштырып та ебәрәмдер, ләкин беҙҙе, балаларын, кеше итеп тәрбиәләй алған белемһеҙ, ябай ошо ауыл кешеләренә – атай менән әсәйемә сикһеҙ рәхмәтлемен. Ғүмеремдә улар миңә бер һуҡманы, бер тапҡыр ҙа кәмһетмәне. Шуҡлыҡтары өсөн баланы, бәлки, язаға тарттырырға ла кәрәктер, ләкин кәмһетергә ярамай. Кәмһетеү баланың хәтерендә мәңгегә ҡала. Шунан бала ҡыйыуһыҙ, мәшәү булып үҫә.
Мин ярайһы уҡ ҡыйыу кеше булдым. Бик тартынып тормай, кәрәк ерҙә һәм ваҡытта үҙ һүҙемде әйтә алдым. Иң мөһиме – үҙ-үҙемә хыянат ҡылманым. Үҙем тураһында яман һүҙҙән ҡурҡтым. Хәҙер ҙә ҡурҡам.
Сәнғәт – сер ул...
Артабан әҙип һорауҙарға яуап бирҙе.
– Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театрын-да һеҙҙең күп әҫәрҙәрегеҙ сәхнәләштерелде. Беҙ был ролдәрҙе ҙур кинәнес менән уйнаныҡ. Хәҙер ҙә беҙҙең театрҙа башлап яҙыусылар ижади лаборатория үтә. Ҡыйын булмаһа, драматургияның бөгөнгө хәле тураһында бер нисә һүҙ әйтегеҙ әле.
– Бер ваҡыт бер Ҡытай яҙыусыһынан бөйөк әҙиптәре тураһында, ул ниндәй яҙыусы ине, тип һораным. Ул: «Ҙур яҙыусы, һоҡланғыс яҙыусы, гениаль яҙыусы, ләкин саҡ ҡына минән насарыраҡтыр», – тине.
Беҙҙең драматургтар ҙа... бөтәһе лә шәп, тик минән саҡ ҡына насарыраҡ (көлә).
– Һеҙ йәштәргә ниндәй китаптар уҡырға кәңәш бирер инегеҙ?
– Пушкинды, Толстойҙы, Чеховты, Тургеневты уҡыһындар, һуңғы ваҡытта онотола яҙған бөйөк Горькийҙы уҡыһындар.
Был һорауҙың юҡҡа бирелмәгәнен һиҙәм. Һеҙҙең минең кемде яратҡанымды белгегеҙ килә, ләкин тура һорарға ҡыймайһығыҙ. Минеңсә, китап кешегә яҡшылыҡ, күңел күтәренкелеге, рух өләшергә тейеш. Мин шуға ынтылам. Әлбиттә, минең яҙғандарҙы уҡып ҡына насар кеше – яҡшы, юлбаҫар – мулла булып китмәҫ, шулай ҙа улар кешенең рух байлыҡтарын һаҡлап ҡала алһа, мин бик шат булыр инем.
– Мостафа Сафа улы, һеҙ Мәскәүҙә, Кремлдә, Путин ҡулынан Тыуған илебеҙ наградаһын алғанда ғорурлыҡ менән, мин Совет яҙыусыһы, тинегеҙ. Бөгөн яҙыусылар араһында ошолай ҡыйыу фекер йөрөтөүселәр бармы икән?
– Бының өсөн бер ниндәй ҙә ҡыйыулыҡ кәрәкмәй... Хәҙер, мин Со-вет осоронда ике төрлө яҙҙым, береһен – баҫырға бирҙем, икенсеһен – киләсәккә тип өҫтәл тартмаһына һалып торҙом, тип әйтеүселәр бар. Минең бер яҙма юлым да баҫылмай ҡалманы, сөнки ике төрлө эшләмәнем, ике йөҙлө булманым.
Путин беҙҙе бик иғтибар менән тыңлап торҙо. Әле хатта Яңы йыл менән ҡотлау ҙа ебәргән, персонально.
– Кризис осоронда мәҙәниәт бөләме, әллә күтәреләме? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?
– Бик конкрет һорау. Мәҙәниәт осорға ҡарамай ул. Бына бөгөн бөтә нәмәгә лә тулы ирек бирелгән. Ирек бар, һүҙ юҡ. Совет заманында цензура көслө булды, тиҙәр, ә бына тигән фильмдар, иҫ киткес китаптар, йырҙар, опералар тыуҙы.
Сәнғәт – сер ул. Ә серҙе асырға кәрәк. Хәҙер сер бөттө. Бер ниндәй сер юҡ. Шуға асыр нәмә лә юҡ.
– Яҙыусы исеме арзанайып китте түгелме? Һеҙ нисек уйлайһығыҙ?– Бына шулай уйлайым.
– Бөтә ата-әсәләрҙең дә балаларына юғары белем бирергә ынты-лыуын нисек ҡабул итәһегеҙ?
– Мин уларҙы аңлайым. Ләкин тормош бик ҡатмарлы нәмә, бөтә кешегә лә юғары белем кәрәкме икән?
Йыш ҡына: «Бәхет нимәлә?» – тип һорайҙар. Уны һәр кем үҙенсә аңлай. Ләкин бәхетле булыу өсөн иң тәүҙә йәнең һөйгән эшең, һөнәрең, профессияң булырға тейеш. Һөнәре, профессияһы, эше булған кешенең тормошта таянысы бар, ә таянысы булған бәхетһеҙ була алмай.
Минең балаларым, ейәндәрем дә – бөтәһе лә юғары белем алды. Мин өйрәтмәнем, үҙҙәре һайлап алды. Ҡыҙым Әлфиә 25 йыл инде Өфө авиация университетында эшләй, сит телдәр уҡыта, доцент. Эшен ярата. Студенттары өйөнә килеп йөрөй. Үҙе иртәнге һигеҙ тулыр-тулмаҫтан ауылға ашығыс ҡайтырға тейеш уҡыусыһынан имтихан алырға йүгерә.
Илгиз улым – журналист, әҙәбиәтсе, тәржемәсе. Минең бөтә прозамды урыҫ теленә әйләндерҙе. Был – уның һөнәре, һәм ул уны оҫта итеп эшләй.
Әйткәндәй, Сибайға шағирҙың ҡыҙы Әлфиә лә килгәйне.
– Һуңғы осорҙа миңә атайым менән бик күп йөрөргә тура килә, – тине үҙенең сығышында Әлфиә Мостафа ҡыҙы. – Юлға сыҡҡан һайын, нисек күтәрер, тип борсолам: 85 йәш – әҙ ғүмер түгел. Халыҡ араһына сығып, осрашып ҡайтһа, күҙҙәренән осҡон сәсеп йәшәрә лә китә... Тормошҡа ҡыҙыҡһыныуы юғалмаған әле. Һаман эшләй, һаман яҙыша. Тағы ла. Уның ғаиләһе бар, насар ғаилә түгелбеҙ. Ләкин атайыма ул ғына етмәй. Халыҡ менән күрешмәһә, аралашмаһа, ул йәшәй ҙә алмаҫ ине. Шул тиклем ярата ул һеҙҙе!..»
Мостафа Сафа улы беҙҙең төбәккә сәфәренең үҙ ғүмерендәге иң һуңғы сәйәхәттәренең береһе икәнен аңлай ине булһа кәрәк. Юғиһә, Сибайға килеп төшкәс тә ҡаршы алыусы халыҡ алдына сығып: «Әле мин
Өфөлә дауаханала ятам. Дауалаусы врачым сәфәремә ризалыҡ бирмәй ҡаҡшатты. Әлфиә, сит ил машинаһында яйлап ҡына, ял иттерә-иттерә генә алып йөрөрбөҙ, тип инәлгәс, дүрт көнгә ризалыҡ бирҙе», – тимәҫ ине. Сәфәрҙән ҡайтҡас, 2005 йылдың 27 ғинуарында көндәлегенә: «Тағы дауаханаға эләктем. Уң аяғым бик ауырта. Баҫып та булмай ине. Хәҙер саҡ ҡына еңеләйҙе. Дүрт көнгә дауалауҙы өҙөп, Әлфиә менән Сибай, Баймаҡҡа барып килдек. Бик-бик күптән биргән вәғәҙәм бар ине. Бик матур ҡабул иттеләр. Вәғәҙәмде үтәнем. Күңелем тынысланды», – тип яҙып ҡуймаҫ ине.
Ошо юлдарҙы аҡ ҡағыҙға төшөрөп ултырам да шағирҙың «Сәсән» исемле шиғырының һуңғы юлдары иҫемә килеп төштө:
Юлсы китте. Әммә шәмдәрҙә ул Ут ҡалдырып китте.
Юҡ, шәмдәрҙе түгел! Йөрәктәрҙе Тоҡандырып китте.
Ҡара төндә тик бер кеше күпме Нур ҡалдырып китте.
Мостай Кәрим Өфөһөнә ҡайтты. Йөрәктәрҙе тоҡандырып, нур ҡалдырып китте.
* * *
Яҙыусы шул уҡ йылдың 21 сентябрендә, 86 йәше тулырға теп-теүәл бер ай ҡалғанда мәрхүм булып ҡалды.