Әхиәр ағай Хәкимов менән беҙ, Башҡортостандан килеп уҡыусы студенттар, һикһәненсе йылдарҙа Мәскәүҙә Ломоносов исемендәге университетта уҡып йөрөгәндә ныҡлап таныштыҡ. Рәсәй баш ҡалаһында йәшәгән яҡташтарыбыҙ араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. Ә Әхиәр ағай ижад әһеле, яҙыусы, СССР-ҙа билдәле шәхес. Әҫәрҙәре төрлө телдәргә тәржемә ителде һәм башҡорт халҡының тормошон сағылдырыусы тулы сығанаҡ булып хеҙмәт итте. Совет осоронда союздаш республикаларҙың мәҙәниәте, әҙәбиәте киң пропагандаланды, автономиялы республикаларҙың хоҡуғы был йәһәттән сикләнгән дә ине бит. Әхиәр ағай ана шундай мәлдә бөтә барлығы менән беҙҙең милләтебеҙҙең бер күрһәткесе һәм юғары баҫҡысы булып ҡалды.
Беҙҙең төркөмдә төрлө милләт вәкилдәре уҡыны. Һәр береһе баш ҡалала танылыу алған яҡташтары менән хаҡлы ғорурлана. Шул уҡ ваҡытта уларҙың Мәскәүҙә ижад итеүсе, яуаплы вазифа биләгән яҙыусылары юҡ ине, тиерлек. Беҙҙең төркөм студенттарының «Литературная газета» редакцияһына осрашыуға барыуы ла осраҡлы күренеш булманы. Әхиәр ағай был абруйлы гәзиттә – бүлек мөдире, һәм бөтә ваҡиғаларҙы белеп барыусы, шулар эсендә ҡайнап йәшәүсе арҙаҡлы журналист. Фекер алышыу юғары кимәлдә үтте, сөнки Әхиәр ағайыбыҙ СССР-ҙы иңләп-буйлап сыҡҡан, ҡайҙа ғына эшләмәгән, телдәрҙе еңел үҙләштергән, шул арҡала һәр республика халҡы уны үҙенекеләй ҡабул иткән. Был йәһәттән дә яҙыусы, ғөмүмән, ижад кешеһе өсөн үрнәк булып ҡаласаҡ. Әхиәр Хәкимов группалаштарымдың бик күп һорауҙарына яуап бирҙе. Ә беҙҙә, Башҡортостандан килеп Мәскәүҙә уҡыған студенттарҙа, әлеге осрашыу сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо уятты. Бына шулай, үҙенең булмышы, тотошо, ғилеме, киң мәғлүмәтлелеге, тормошҡа, әҙәбиәткә етди ҡарашы, кеселеклелеге менән Әхиәр ағай барыбыҙҙа ла иң яҡты тәьҫораттар ҡалдырҙы, йәштәрҙең күңелен үҫтерҙе. Уның ашыҡмай ғына һөйләүе, уйсан ҡарашы бөгөнгөләй күҙ алдында тора. «Бына ниндәй ул халҡыбыҙ улы, бына ниндәй ул башҡорт уҙаманы!» Группалаштарымдың ҡарашынан уҡыйым был һүҙҙәрҙе. Әхиәр Хәкимовтың талантлы ижады һәм фиҙакәр хеҙмәте уларҙы уйландырмай ҡалманы. Өлгө алыр сағыу образдарҙың милли ғорурлыҡ төшөнсәһенән айырылғыһыҙ икәненә йәнә бер мәртәбә инанғанбыҙҙыр. Һуңынан үҙ республикаларына ҡайтып хеҙмәт юлын башлаған төркөмдәштәремдең күпселеге, иманым камил, юҡ-юҡта ошо осрашыуҙы ла иҫтәренә төшөрәлер.
Тыуған илдән ситтә, ғәҙәттә, яҡташлыҡ тойғоһо бик көслө була. Беҙ ҙә, бер төркөм студенттар, Мәскәүҙә йәшәүсе яҡташтарыбыҙ менән тығыҙ бәйләнештә булырға тырыштыҡ. Әхиәр ағай менән аралашыу ысын-ысындан байрам да ине! Күптәрҙән айырмалы рәүештә, Әхиәр Хәсән улының туған телебеҙҙең тәмен, бәҫен белеп һөйләшеүе, уның моңон һәр тыңлаусыға еткерә алыуы ғына ни тора! Был йәһәттән Ә.Хәкимов ҡабатланмаҫ бер бейеклек булып ҡаласаҡ. Шул йылдарҙа Мәскәүҙә уҡыған студенттар – Рәдис Ноғоманов, Рәмис Дәүләтбаев, Гөлсәриә Әбилева, Тәнзилә Үлмәҫбаева, Рәшиҙә Лотфуллина, Әнисә Ҡазыева – һәр береһе күңелендә был шәхес хаҡында йылы хәтирәләр йөрөтәлер. Яҙыусының йорто беҙҙең өсөн атай йорто ла ине. Гелән асыҡ йөҙлө ихлас, яғымлы Лидия апай, ҡыҙҙары Гөлшат шулай хәтерҙә тороп ҡалды. Матур, татыу ғаиләнең яҡты, сыуаҡ йортонда әҙиптең ҡанатландырырлыҡ күпме һүҙен ишеттек. Ә.Хәкимов киләсәккә лә, йәштәргә лә оло ышаныс менән баҡты. Шуға күрә һуңынан да, үҙаллы тормош юлына аяҡ баҫҡас та, иғтибарын тойоп йәшәнек, һәр беребеҙ менән ҡыҙыҡһынып, хәл-әхүәлде һорашып торор ине. Ул саҡта ниндәй инек беҙ, буласаҡ журналистар? Бер ни тиклем кимәлдә балалыҡ та һаҡланғайны, шул уҡ ваҡытта йәшлек дәрте-илһамы ташып тора, үҙебеҙҙең файҙалы белгестәр булырыбыҙға ышаныс та көслө, тимәк, шуға бәйле ҡай саҡ өлкәндәрсә етдилек тә сағылғандыр. Сит мөхиттә яҡташтар менән ҡатышыу ҡабатланмаҫ бер ваҡиға һымаҡ та ҡабул ителә, һәр осрашыу айырым мәғәнәгә эйә. Ул саҡта, һирәк-һаяҡ булһа ла, БДУ уҡытыусылары килеп сыға торғайны. Эйе, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы вәкилдәре менән күрешеү-осрашыу юйылмаҫлыҡ булып хәтерҙә һаҡлана. Һуңынан журналист һөнәренә, биләгән вазифаға ярашлы, беҙҙең һәр беребеҙгә төрлө урындарҙа булырға, төрлө кешеләр менән осрашырға, аралашырға тура киләсәк. Ләкин Рәсәй йөрәге Мәскәүҙә үҙебеҙҙең яҙыусы Әхиәр ағай менән эскерһеҙ тәбиғи һөйләшеүҙәр, фекер алышыуҙар, рухи үҫешебеҙ өсөн баҫҡыс булырлыҡ аҡыллы кәңәштәре тормош юлыбыҙҙа иң әһәмиәтле ваҡиға-күренеш булып ҡаласаҡ. Замандаштарымдың, һабаҡташтарымдың Әхиәр ағай һымаҡ ил ағалары менән осрашҡан һәр мәлде иҫтә тотоуҙары бик тәбиғи, уның хаҡтағы иң-иң яҡты хәтирәләр быуындар сылбыры төҙөклөгөнә лә бәйле бит, ҡабатланмаҫ студент йылдарында был бурысты Әхиәр Хәсән улы атҡарҙы.
Әхиәр ағай үҙенә генә хас булған интонация, моң менән һөйләй, әңгәмәсеһен сабыр ғына тыңлай… Мәғәнәле һәм төплө фекере, ашыҡмай, үлсәп әйтелгән һәр һүҙе тәьҫир итеү көсөнә эйә, һәм, әлбиттә, йөрәге бар булған әҙәм ул әйткәндәргә битараф ҡала алмай ине. Махсус рәүештә кәңәш-төңәш иткәне лә булманы уның. Ләкин тәрән фәлсәфәһе һәм йәшәү рәүеше – йәғни бер төрлө эш уйлап, икенсе төрлө һөйләмәүе, һүҙенән эше айырылмауы – үҙе үк тормошҡа етди ҡараш, хеҙмәткә яуаплы мөнәсәбәт тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнаны. Ысын мәғәнәһендә хикмәт эйәһе ине ул.
Журналист булып эш башлағас, Әхиәр ағай Хәкимов менән Өфөлә, Дәүләкәндә осрашҡан саҡтар булды. Үҙгәртеп ҡороу йылдарында Әхиәр ағай «Ағиҙел» ҡунаҡханаһына урынлаша торғайны. Бында ла әҙип янынан ҡәләмдәштәре өҙөлмәне. Ҡанатланып, дәртләнеп ҡайта, тап шул мәлдәрҙә Башҡортостанына кәрәк буласағына ышаныс менән йәшәне ул. Ләкин бер мәлде «Минең ғилемем, тәжрибәм талап ителмәне, ахырыһы» тигәнен дә хәтерләйем. Ләкин, нисек кенә булмаһын, яҡташтары ололаны әҙипте. Үҙе иҫән сағында шул иғтибарҙы, ихтирамды тойҙо. Инде Дәүләкәндә йорт-музейы төҙөлгәс, Әхиәр ағайҙың оҙайлы ваҡытҡа ҡайтыу мөмкинлеге тыуҙы. Унда ла осрашыуҙарға ихлас йөрөй торғайны. Уҡыусыларын яратты халыҡ яҙыусыһы. Тормош тураһында уйланыуҙары китаптарында ғына сағылыш алманы, уның менән әңгәмәләр радио тулҡынында ла даими яңғырап торҙо.
Бер ҡайтҡанында мин уға: «Әҙипкә үҙ заманын баһалау еңелме, әллә ауырмы?» – тигән һорау бирҙем. «Быға яуап биреүе лә еңел түгел. Яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре булараҡ, донъяға үҙенең мөнәсәбәтен китаптарында сағылдыра, – тине ул. – Йәш олоғайған һайын төрлө ваҡиғаларҙа ҡатнашыу түгел, күңелдә реакция тыуҙырыуы ла ҡыйын, ләкин донъя хәлдәренә битараф түгелмен. Республикабыҙ тормошо тураһында, башлыса, Дәүләкән район етәкселәре, халыҡ вәкилдәре менән аралашыуҙан хәбәрҙармын. Ваҡытлы матбуғат баҫмаларының күбеһен алдырам, уҡып барам…» Мәскәү яҙыусылары менән Владимир, Рязань һ.б. өлкәләргә сығып йөрөгән Әхиәр Хәкимовтың ҡайһы бер Мәскәү журналистарының республикаға яла яғыуына, ғәҙел булмаған ҡараш таратырға тырышыуына бик әсенгәнен дә әйтергә кәрәктер. Бындай мәлдә хәбәрсе исемен йөрөткән һәр кемгә материал өҫтөндә эшләгәндә мотлаҡ факттарға нигеҙләнеү һәм күрһәткестәрҙе сағыштырып ҡарау кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. «Мин йөрөгән өлкәләрҙә, ә улар Мәскәүҙән алыҫ түгел, күпме бөтөп барған
ауылдар аша үтергә тура килде. Ҡапҡа төбөндә бер нисә ҡарт-ҡоро ғына күренә. Уларҙан нимә көтөп ултырғандарын һорайбыҙ. Баҡтиһәң, автолавка менән икмәк килтергәндәрен көтәләр. Машина ла аҙнаһына бер мәртәбә генә килә икән. Күмәк хужалыҡ күптән емерелгән, тарҡатылған, йәштәр китеп бөткән. Бына ауыл ни хәлдә ҡалған. Ә Башҡортостанда халыҡтың йәшәү рәүешен ҡапыл ғына 180 градусҡа бороп булмағанын аңлап эш итәләр, шул арҡала мал һаҡланды, уңыш йыйыла килә...»
Ғәйәт тә ҡыҙыҡһыныусан тәбиғәтле булыуы уны алыҫ юлдарға, сәфәрҙәргә әйҙәй. Йыйған тәжрибәһен, фәлсәфи уй-фекерҙәрен һәр саҡ ҡағыҙ битенә теркәй барҙы, шулай уҡ матбуғат баҫмаларына биргән фәһемле интервьюлары рухи донъябыҙҙы байытыуға тос өлөш индерҙе. Башҡа халыҡ вәкилдәре араһында дуҫтарының күп булыуы телдәрҙе тиҙ үҙләштереү һәләтенә лә бәйле булғандыр.
Ипле генә һөйләгән, ә ипкене менән донъяны яҡтыртҡан шәхес. Үҙгәртеп ҡороу тип аталған йылдарҙа Әхиәр Хәсән улы талантлы режиссер Әмир ағай Абдразаҡов, оператор Эдуард Әғзәмов менән Үзбәкстанда телевизион тапшырыу эшләп ҡайттылар. Ташкенттың үҙәгендә тимурҙар һәм тимуриҙар нәҫеленә асҡан музей тураһында һөйләп, тарихҡа мөнәсәбәттең мөһимлеген билдәләгәне хәтерҙә. 1992 йылда Алишер Навоиҙың 550 йыллығын билдәләгәндә Үзбәкстан Президенты ҡәләм оҫтаһын шәхсән саҡыра. Әйткәндәй, унда Мостай Кәрим менән бергә баралар. Донъя кимәлендә ҙурлап шаулап үткән сара була ул. Һәйкәлде асҡан ваҡытта ни бары биш кешегә һүҙ бирелә, шуларҙың береһе, тәбиғи, Әхиәр ағай Хәкимов була (Мостай Кәрим тантаналы йыйылышта сығыш яһай). Башҡортса сәләм еткергәндән һуң, әҙип телмәрен үзбәк телендә дауам итә. Һуңынан Үзбәкстандың Президенты Кәримов: «Беҙҙең телде белеүегеҙ менән халҡыма хөрмәт күрһәттегеҙ», – тип рәхмәтен белдерә.
Үзбәктең ике олуғ шәхесенә асылған музейҙарҙы Әхиәр ағай «киләсәк өсөн ҡиммәтле ике ҡоролма» тип атаны.
Журналистарға хөрмәт менән ҡарауының бер яғы шунда, ғәйәт тормошто һөйгән, тарих менән бөгөнгөгә битараф йәшәмәгән зат булараҡ, хәбәрселәрҙе тормоштоң нәҡ уртаһында ҡайнаған һөнәр эйәләре тип баһалай ине халыҡ яҙыусыһы. Был һөнәр эйәләренә тик ултырып ҡына эшләү хас булмағанлыҡтан, сөгөрмәнендә өҙлөкһөҙ әйләнеүсе тейен менән сағыштырғанын хәтерләйем. Бер мәл минән нимәләр яҙыуымды һорашты. Мин инде аҡланғандай: «Әлегә шул журналистик эш менән генә…» – тип яуап биргәс, ҡанатландырырға теләгәндәй, хуплау һүҙҙәре генә әйтте: «Бик яҡшы. Күпме кеше яҙмышы менән осрашыу, ниндәй тормош мәктәбе! Әҙәбиәткә килеүсе башта журналистика аша ҡәләмен үткерләй!..» Оҙаҡ йылдар журналистикала эшләүе Әхиәр ағайҙың йәнә лә бер өҫтөнлөгө булып торҙо, был бигерәк тә теге йәки был күренешкә ашығып, йә ҡыҙып китеп баһа бирмәүендә сағыла ине. Уның өсөн хәҡиҡәт ҡыйбат, шуға ла уйлап, һәр нәмәне күҙҙән үткәреп, төбөнә төшөп, үҙ фекерен белдерә. Бындай саҡта әҙиптең дәлилдәрен кире ҡағыу мөмкин түгел. Ҡайһы бер яҙыусыларҙан ниндәй ҙә булһа эштә эшләүҙәрен ижад эшенә ҡамасаулыҡ итеүенә, нимәнелер яҙырға ваҡыттары етмәүе тураһында ишетергә тура килә. Әхиәр ағай матбуғатта эшләү йылдарын һис кенә лә иңендә ятҡан ауыр йөк тип ҡабул итмәне, киреһенсә, ижад эшенә тәрәнлек биреү сараһы тип ҡараны. «Журналистикала мин үҙем 30 йылға яҡын эшләгән кеше, был өлкәне бик яҡшы беләм, шул тиклем тәрән тормош материалы бирә. Арҙаҡлы яҙыусыларыбыҙҙың күпселеге матбуғатта, йә нәшриәттә эшләгән. Булат Рафиҡов ғүмеренең аҙағына тиклем «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире булды. Рәшит Солтангәрәев тә һуңғы сәғәтенә тиклем ошо журналдың бүлек мөдире булып эшләне. Бының кеүек миҫалдар бик күп».
Бына шундай шәхес, йәмәғәт эшмәкәре һәм журналист ине Әхиәр ағай. Шулай ҙа мәҙәни-рухи донъябыҙҙа ул, иң элек, яҙыусы, һүҙ сәнғәте маһиры булып телгә алынасаҡ.
Мәскәүҙә мин Мәликә исемле тажик ҡыҙы менән бер бүлмәлә торҙом. Шәреҡ, тәбиғи, борон-борондан нәфис һүҙ, шиғриәт менән
донъяны әсир иткән. Был традиция үҙ асылын юғалтмаған, әҙәби һүҙгә мөнәсәбәт хәҙергә тиклем әллә ни үҙгәреш кисермәгән. Урта Азиянан килеп белем алыусы студенттарҙың күпселеге һүҙ сәнғәтенә мөкиббән киткән ине. Арбаттағы китап магазинында Әхиәр Хәкимовтың рус телендә сыҡҡан повестар йыйынтығын һатып алғайным. Повестарҙың йөкмәткеһе, геройҙарының хәрәкәте, сюжеттарҙың психологизмы күңелдә ҡабатланмаҫ кисерештәр уятты. Унда бер героиняның исеме Мәликә булып сыҡты. Башҡорт яҙыусыһының Мәскәүҙә һатып ала алған тәүге китабым, шуның өсөн ул миңә бик ҡәҙерле ине. Шулай ҙа китапты Мәликә дуҫыма бүләк итергә булдым. Тәрән йөкмәткеле әҫәрҙәр, шуларҙың береһендә дуҫымдың аҙашы «тап булыуы» – бөтәһе лә йоғонто яһағандыр. Арҙаҡлы яҙыусы ижады аша халҡым тураһында күп нәмә аңлата алыуым менән дә ҡәнәғәт инем. Мәликә ошо ҡәҙерле бүләкте башҡорт әҙәбиәтенең бер өлгөһө итеп ҡабул иттеме, китапты һаҡлаймы икән, тип хәҙер ҙә уйлап ҡуям. Халыҡтарҙың үҙ-ара аралашыуында, бер-береһенә баһа биреүендә әҙәбиәт һәр саҡ һиҙелерлек роль уйнаған. Әхиәр ағайҙың рус телендә донъя күргән китаптары совет осоронда ғына түгел, унан һуң да изге бурысты атҡара килде. Сөнки бигерәк тә сит мөхиттә милли ғорурлыҡ тойғоһонан тыш йәшәүе ауыр. Студент йылдарында иһә мин, халҡымдың бер күренекле вәкиле иҫәпләнгән Әхиәр ағайҙың уҡыусыһы булараҡ, ана шундай тойғо кисергәйнем, һуңынан әҙиптең үҙе менән танышып, аралаша-һөйләшә башлағас, һәм, әлбиттә, үҙем дә ижадҡа яҡыныраҡ килгәс, әҙиптең туған халҡына ни ҡәҙәр яуаплы ҡарауын тағы ла тәрәнерәк аңланым, ғорурлыҡ тойғоһо нығына ғына барҙы. Ҡәләм оҫтаһының һәр әҫәрендә ил яҙмышының иң боролошло, тетрәндергес мәлдәре бәйән ителә. Халыҡ, ниндәй генә фажиғәләр аша үтһә лә, эске ҡеүәтен, аҡылын егеп яңынан күтәрелә. Әҙиптең үҙенә ҡуйған бурыстары юғары һәм бөйөк, сөнки ул бөгөнгө уҡыусы өсөн генә яҙмай, ул киләсәкте лә күҙаллай. Бына нимә тигәйне Ә.Хәкимов: «Яҙыусылар эшен сапер эше менән сағыштырыр инем. Сапер бер генә яңылыша, тип әйтәләр бит. Кеше күңеленә инерҙәй әҫәр яҙмайһың икән, был бик үкенесле хәл. Яҙыусы – талант эйәһе, шул уҡ ваҡытта, аҡыл эйәһе лә. Ул, был әҫәремде донъяға сығарырға хаҡым бармы-юҡмы, тип уйланырға тейеш. Әҙәбиәт – бик тә етди даирә. Уйламай, үлсәмәй яҙған һөйләм, әйләнеп килеп, үҙеңдең башыңды сүкеүе мөмкин. Бындай нәмәләрҙән ысын яҙыусы һаҡланырға тейеш».
Әхиәр ағайҙың яҙған ҡараламаһына тиклем таҙа булыуын, һәр өтөр-нөктәһенең үҙ урынында ҡуйылып барыуын билдәләргә кәрәк. Хатаны ул шундуҡ төҙәтә, аңлашылмаусанлыҡҡа, буталсыҡҡа нигеҙ ҡалдырмай. Һүҙҙең генә түгел, өндөң-хәрефтең бәҫен, дәрәжәһен һәм моңон белеүсе ҡәләм оҫтаһы ине ул. Ниндәй генә күләмле әҫәргә тотонмаһын, машинкала, йә компьютерҙа түгел, ә ручка менән яҙыуҙы ҡулай күрә. Үҙе әйтмешләй, «һүҙҙең тәмен белеп, күреп яҙа».
Йәшлек йылдарында Әхиәр Хәсән улы ҡәләмдәштәре Рәми Fарипов һәм бер нисә фекерҙәше менән ситләтелеүгә дусар ителә, ахыр тыуған Башҡортостанын ташлап китергә тура килә. Бынан ары байтаҡ йылдар әҫәрҙәрен сығарыу еңел булмай, улар ҡаты тикшереү аша үткәрелә. Шул ауыр саҡтарҙа республика өлкә комитетының идеология бүлегендә эшләүсе бер зыялы зат уға һәр саҡ ярҙам итеп торған, терәк булған. Уны Әхиәр ағайыбыҙ һәр саҡ рәхмәт тойғоһо менән иҫкә ала торғайны. Һәр хәлдә, замандарҙың бөйөк рәссамы һаналған Ә.Хәкимовтың оло ижад донъяһын теүәл һәм бөтөн килеш күҙ алдына килтерә алыуыбыҙҙа ана шундай шәхестәрҙең дә роле ҙур булғанын да әйтергә кәрәктер. Әхиәр ағай Башҡортостанға ҡайтҡан һайын уҡыусылары менән осрашып торҙо, үҙ янына килгәндәрҙе ихлас ҡабул итте һәм саҡырыусыһының да һүҙен кире йыҡманы. Ҡыҙыҡһыныусан уҡыусы әҫәрҙең йөкмәткеһе менән генә ҡәнәғәтләнмәй, уның маҡсаты – тағы ла төпкәрәк, тәрәнгәрәк төшөү, йәғни ижадсының «кухня»һына үтеп инергә тырышыу. Халыҡ яҙыусыһының был туралағы фекере лә бик фәһемле: «Яҙыусылар менән осрашыу булһа, уҡыусылар, ғәҙәттә, был геройығыҙ тормоштан алынғанмы, ул булған кешеме, тигәнерәк һорау бирергә яраталар. Г.Флоберҙан да бер ваҡыт: «Мадам Бовари ысын кешеме?» – тип һорайҙар. Яҙыусы шулай тип яуап бирә: «Мадам Бовари – ул мин үҙем». Әҙип нимә генә яҙмаһын, фантастик киләсәктеме, тарихтымы – үҙен яҙа. Үҙенең күңелен яҙа. Булмағанды һауанан алһынмы ни ул? Үҙен яҙмаған яҙыусының әҫәрен уҡыуы ла ҡыйын».
Мәскәүҙә торһа ла, йәй айҙарында мотлаҡ Дәүләкәнгә ҡайтып йөрөгән Әхиәр ағайҙан ике мөхиттә йәшәүе менән ҡыҙыҡһынам.
«Миңә бит, һылыу, бында, Башҡортостанда, барыбер үҙемдең мөхитем менән аралашыу етмәй. Гәзит-журналдарға яҙылғанмын, телевизор ҡарайым, радио тыңлайым, ләкин яҙыусылар менән күҙгә-күҙ ҡарашып осрашыу бик аҙ. Тәүге мәлдә Дәүләкәнгә ҡайтып йәшәй башлағас, ҡәләмдәштәремде күрәйем тип, айына ике-өс тапҡыр Өфөгә барып әйләнә инем. Хәҙер һаулығым бик шәп түгел. Килеп хәл белеү… Быйыл ундай хәл булманы. Быны ла аңлайым. Үпкәләгәндән әйтмәйем, һәр кемдең үҙ донъяһы, йәй ғүмере ҡыҫҡа бит, һәр кем ҡышты уйлай. Күпселегенең баҡсалары бар, уны ҡулың менән тәрбиәләргә кәрәк. Беҙ бит ер балалары». Был осраҡта ла ул зарланманы һәм үпкә белдермәне. Аңлай һәм аҡлай белгән оло йөрәкле зат булып ҡалды. Йәшерәк быуын ҡәләмдәштәре өсөн Әхиәр Хәсән улы менән бер һөйләшеп ултырыу үҙе байрам ине. Һәр хәлдә, Хисмәтулла Юлдашев, Тамара Искәндәриә, Әхмәр Үтәбаев бындай аралашыуҙан үҙҙәре өсөн күп нәмә алғандыр, тип уйлайым.
Оло маҡсаты оҫтаны ваҡлыҡтарҙан, ығы-зығыларҙан юғары тотто. Ваҡытын буш ғәмәлдәргә тәләфләмәне. Инаныуы ғүмеренең аҙағына тиклем әҙәбиәт менән генә бәйле. «Бөтөн кеше мине яратырға тейеш, тип иҫәпләмәйем, ләкин ижад мәсьәләһендә ғәҙел булырға кәрәк. Бысраҡлыҡ менән эш итергә яратмайым…»
Икһеҙ-сикһеҙ даланың айырылғыһыҙ биҙәге булған, елгә сайҡалып-бәүелеүсе ҡылған ҡай саҡ ижадсының тут алмаҫ үткер, тылсымлы ҡәләмен хәтерләткәндәй. Ҡай саҡ ул бөйөк далала барған аяуһыҙ алыштарҙа баштарын һалған батырҙарҙың инде сал төҫкә әйләнгән сәстәрен һынландырғандай. Ә ҡай саҡ осло ҡылған, ысынлап та, ҡылған ғәмәлдәргә – яҡшыһына ла, яманына ла – үҙ нөктәһен ҡуйған тарих йылъяҙмаһын күҙ алдына баҫтырғандай. Ләкин унда берәү ҙә туҡтата һәм тотҡарлай алмаҫ бер хәрәкәт бар. Даланың сабыр, һағышлы, бер үк ваҡытта дәртле лә үҙ моңо түгелә унан. Скрипканың, думбыраның ҡылы ошо көйҙө отоп ҡабатлай һымаҡ… Дала кешелек кеүек үк тере бит. Уны ишетеүсе, башҡаларҙың күңеленә еткереүсе ысын ижад ҡөҙрәтенә эйә. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәкимов ана шуларҙың береһе ине.
Аҡыл эйәһе быуаттарҙан быуаттарға йәшәп килгән дала моңо серен тәрәнерәк аңланы, уны һаҡлауҙы замандаштарына, килер быуындарға аманат итеп тапшырҙы. Эйе, офоҡтоң сикһеҙлеген күрһәтеүсе дала шикелле киң күңелле, алсаҡ кеше булды Әхиәр ағай. Был оло күңелгә бөтәһе лә һыйҙы. Ҡайҙа ғына барһа ла, нимә генә эшләһә лә, ниндәй хәстәр менән янһа ла, Башҡортостанына, туған халҡына, уның тарихына булған мөхәббәт һәр саҡ беренсе урында торҙо. Fүмерен шулар хаҡына фиҙа итте. Халыҡ яҙыусыһын милләттәштәре киләсәктә лә шулай тип хәтергә аласаҡтар. Бына ошондай кешеләрҙе, уларҙың тауҙай хеҙмәтен күҙ алдына килтергәндә генә милли ғорурлыҡ тигән тойғоноң бик аныҡ төшөнсә икәнен нығыраҡ аңлайбыҙ.