1923 йылда, Шәһит Әхмәт улы Хоҙайбирҙинды эске эштәр халыҡ комиссары итеп тәғәйенләгәс, ғаиләһенә Өфө ҡалаһының Спас урамындағы (бөгөн Яңы күпер урамы) йортта бер бүлмә бирәләр. Йәш ғаиләнең ҡыуанысының сиге булмағандыр – бейек ҡапҡалы мөһабәт бина, ихатала хуш еҫкә төрөнгән алма баҡсаһы... Уларға тәғәйен бүлмәнең бәләкәй генә булыуы ла һиҙелмәгәндер: Шәһит менән Маһруйҙың бер-береһенә ҡарап туймаҫ һөйкөмлө осорҙары, ҡулдарында иһә иң ҙур байлыҡ, һөйөү емеше – Тамара...
Эш менән ғаилә араһында ҡырҡҡа ярылып йөрөгән сағында Шәһит үҙенең тыныс, һалҡын ҡанлы булып ҡала алыуы менән һоҡландыра ҡатынын. Иртә таңдан тороп ҡапҡа алдын ҡарҙан таҙартҡан арала, моғайын, ул икһеҙ-сикһеҙ уйҙарын рәткә һалғандыр, Тамараһын ҡуйынына ҡосоп иркәләгәндә халҡының бәхетле киләсәген нәҙер итеп теләгәндер. Сөнки заманаһы шундай: әҙ генә яңылыштыңмы, мәңге ҡайтара алмаҫ юғалтыуҙарға дусар итергә торалар...
Шәһит менән Маһруй мөхәббәте тарихын тәүләп Күмертау ҡалаһында йәшәгән Наилә Рәүеф ҡыҙы Исмәғилеванан (Шәһит Хоҙайбирҙиндың бер туған һеңлеһе Ғәлимәнең ҡыҙы) ишеттем. Хоҙайбирҙиндар ике йыл ғына бергә йәшәй, ә тарихтары – мәңгелек. Туғанлыҡ ептәренең ныҡлығына иһә хайран ҡалырлыҡ – Маһруй Шәрип ҡыҙы иҫән сағында һөйләгән ысынбарлыҡты яҡындары бөгөн әкиәттәй итеп ейәндәренә бәйән итә.
Ул тарих ошолай башлана: Маһруй – ифрат тәртипле, тәрбиәле, аҡыллы ҡыҙ, үҙе тыуып үҫкән Стәрлетамаҡ ҡалаһында мосолман ҡыҙҙары лицейында уҡып йөрөгән сағы.
«Маһруй уҡып йөрөгән йылдарында тәүләп күрә Шәһитте. Ул көн Шәһит Стәрлетамаҡта «Мираж» кинотеатры алдындағы майҙанға йыйылған халыҡ алдында сығыш яһай. Яралы һул ҡулын бәйләп муйынына аҫҡан, уң ҡулын болғай-болғай ни тураһындалыр һөйләгән һалдаттың йыраҡтан тик «революция», «азатлыҡ», «батша» тигән һүҙҙәре генә ишетелә. Дәрестән ҡайтып килеүсе Маһруй бер төркөм әхирәттәре менән эскәрәк үтә. Күҙҙәр осраша, шинелле һалдат та һөйләүенән туҡтап ҡала, һүҙ сылбырын юғалта. Ары-бире иткәнсе, Шәһит алдындағы ҡыҙ юҡ була. Тик 1921 йылда ғына ҡунаҡта саҡта осрашып таныша һәм бер йылдан туйҙарын да үткәрәләр», – тип яҙғайны уларҙың танышыу тарихы хаҡында журналист Ризуан Хажиев.
Был осор – Шәһит Әхмәт улының Кронштадт восстаниеһында ҡатнашып, тән йәрәхәттәре һыҙланыуҙарынан арынып бөтмәгән мәле. Үҙе үтә лә йонсоп, бер аҙ сатанлабыраҡ йөрөй. Әммә матурлыҡ бәйгеләрендә һыр бирмәҫ Маһруй (туғандары хәтерләүе буйынса, Маһруй Шәрип ҡыҙы бер нисә йыл буйы матурлыҡ өсөн аҡсалата премия (стипендия) алған булған!) егеттең ҡаҡшау булыуына иғтибар итмәй, йөрәк ятыу тигәне шулдыр. Ярһыу мөхәббәттәре көйөндә бәүелергә уларға бер ни ҡамасауламай. Аҡыллы, ышаныслы Шәһит күп ваҡытын эшкә бағышлай, ҡыҙҙар артынан йөрөү миҙгелдәре юҡ кимәлдә. Маһруй тәүҙән үк уны аңлай. Елбәҙәкләнеп, әрһеҙләнеү сифаттары уға ят. Шәһиттең әҙләп кенә күренеп китеүҙәренә риза була. Бер көндө Шәһит Маһруйын арбаға ултырта ла атты атҡан уҡ тиҙлегендә саптырта башлай. Ҡыҙ, ҡото осоп, ҡурҡып китә: «Туҡтат!» – тип ҡысҡыра. Шул саҡ Шәһит йылмайып ҡына әйләнеп ҡарай ҙа: «Миңә кейәүгә сығаһыңмы, Маһруй?» – тип һорай.
– Сығам! Сығам! Сығам! – тип ҡысҡырған яуапты ишеткәс кенә Шәһит атының тиҙлеген яйлата. Был тарихты һөйләгән һайын уларҙың ялҡынлы мөхәббәте күҙ алдынан үтә...
Матурлыҡҡа ғашиҡ Шәһит Әхмәт улы йәсмин гөлөн ярата. Был турала 1983 йылда Фәүзиә Рәхимғолова Тамара Шәһит ҡыҙының 60 йәшлек юбилейына арналған шиғырында ошондай
юлдар яҙғайны:
Алтмыш тапҡыр йәсмин сәскә
атҡан,
Алтмыш тапҡыр хуш еҫ
таратҡан.
Маһруй апай уға һыуҙар ҡоя,
Ул берәүҙең төҫө, күңел нуры,
(Шәһит ағай йәсмин яратҡан!)...
– Маһруй инәйем өйҙәрендә ғүмере буйы йәсмин гөлө үҫтерҙе. «Шәһит бабайың төҫө», – ти торғайны. Шул гөлдән тамырландырып, миңә лә бер үҫентеһен бирҙе. Бына илле йылға яҡын ул йәсмин йортобоҙға Шәһит төҫөн биреп ултыра, – тип бүлеште Наилә Рәүеф ҡыҙы.
Тамара Хоҙайбирҙина... Замандаштарынан әллә ни айырылмаған ҡыҙыҡай Туҡай урамындағы 14-се мәктәптә уҡый. Күптәр һымаҡ, тар ғына бүлмәне иркен күреүҙән дә йәм табып йәшәгән үҫмер быуат тәҡдиренә төшкән ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә лайыҡлы күтәргән, кешелектең күркәм сифаттарын һаҡлап ҡала алған оло шәхес булып таныла.
Тамара Хоҙайбирҙина тыуған мәл – өфөләрҙең тыныс тормошҡа өмөт итеп көн итер йылдары. Аслыҡ, һуғыштан һуң аяҡҡа баҫып, гөрләтеп кенә йәшәп китер өсөн ҡеүәт кәрәк заман. Шәһит Әхмәт улының ҡапыл ғына вафат булыуы Маһруй өсөн яҙмыштың ҡаты һынауы була. Әммә ауырлыҡҡа баш эйергә ярамай. Үҙен оло йөрәкле әсәй итеп күрһәтә алыуы ҡыҙына ла ҡыйыулыҡ өҫтәмәй ҡалмағандыр. Билдәле шәхестең ҡыҙы булыу Тамараға икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй. Шуға ла ул үҙен йәлләмәй, ауырлыҡтарға баш эймәй йәшәргә өйрәнә. Ғүмере буйы ошо яуаплылыҡ уны арҡаһын тура тотоп йөрөргә мәжбүр итә: бер ваҡытта ла зарланмаҫҡа, баш эймәҫкә, Шәһит исеменә тап төшөрмәҫкә...
Әҙәм балаһы был донъяға үҙ тәғәйенләнеше менән килә, тиҙәр. Бәләкәй сағынан тыпырлап бейергә яратҡан ҡыҙ бала ун бер йәшендә, 1934 йылда, тиҫтерҙәре менән Ленинградтағы А.Ваганова исемендәге данлыҡлы хореография училищеһына уҡырға инеп китә. Был осор тураһында Гөлназ Галина әле Тамара Хоҙайбирҙина иҫән сағында сығарған «Тамара Хоҙайбирҙина. Ижади портрет» китабында ентекле тасуирлай. Ғөмүмән, алтынға бәрәбәр ул китапта Тамара Шәһит ҡыҙы хаҡында ғына бәйән ителмәй, ә замандың сәнғәт үҫеше, уңыштары һәм юғалтыуҙары ла һүрәтләнә. Шөкөр, балеринаның үҙе һөйләүҙәренә, күҙәтеүҙәренә таянып яҙылған китап ваҡытында сығып өлгөргән! Юғиһә беҙ йыш ҡына ҡайһы бер мөһим мәлдәрҙе күҙ уңынан ысҡындырыусан. Шәхес тере сағында ҡәҙерле икәне онотола төшә.
Хореография училищеһында Тамара Хоҙайбирҙина Н.Камкова, Е.Ширипина, А.Ширяев кластарында шөғөлләнә. А.Пушкин, М.Романоваларҙан оҫталыҡ дәрестәре ала. Бер аҙ ғына алғараҡ сығып, шуны ла әйтеп китергә кәрәктер: һуңынан, үҙе лә уҡытыу эшенә күскәс, Тамара Шәһит ҡыҙы ошо һанап кителгән педагогтарының уҡытыу методикаһын ҡулланасаҡ.
1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, училище уҡыусыларын тыуған яҡтарына ҡайтарып ебәрәләр. Өфөлә Тамара Шәһит ҡыҙы башҡа курсташтары менән әле өсөнсө йыл ғына эшләп килгән Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә ижад юлын башлай. Был мәлдә Киевтан Т.Шевченко исемендәге опера һәм балет академия театры Өфөгә эвакуацияланған була. Милләт, зат айырмай, артистар ҡулға-ҡул тотоношоп, бер ғаиләләй сығыш яһай. Башҡорт труппаһын Зәйтүнә Насретдинова, Хәләф Сафиуллин, Фәүзи Саттаров, Рәйсә Дербишева, Ғәлиә Хафизова, Нинель Юлтыева, Әҙеһәм Нарыҡов, Тамара Хоҙайбирҙина кеүек башҡорт балеты башланғысында торған артистар тулыландыра. Тап ошо мәлдәр башҡорт балетының ныҡлап тыуыуы, аяҡ баҫыуы ваҡыты була ла инде. Милли балет менән бер рәттән Тамара Хоҙайбирҙина исемле башҡорт балеринаһы ла үҫеп сыға, тиһәк тә дөрөҫтөр. Был сәхнәлә 24 йыл буйы, халыҡ һөйөүенә ҡойоноп, ижад итәсәк әле ул. Чайковскийҙың «Аҡҡош күле»ндә – Одетта-Одиллия, Б.Асафьевтың «Баҡсаһарай фонтаны»нда – Зарема, Р.Глиэрҙың «Ҡыҙыл сәскә»һендә – Тао-Хоа, Н.Жигановтың «Зөһрә»һендә – Зөһрә һәм башҡа бик күп ролдәрен тамашасы күңелендә мәңге һаҡланырлыҡ итеп башҡара башҡорт балеринаһы.
Театрҙа эшләй башлаған йылдарҙа Тамара Хоҙайбирҙина ижадының тағы бер бите асыла. Башҡорт опера һәм балет театры балетмейстеры Фәйзи Ғәскәров уға «Мөғлифә» бейеүен һала. Байтаҡ йылдар Хоҙайбирҙинаның «Мөғлифә»һе бүтән илдәр алдында республиканың йөҙөн билдәләүсе ынйы бөртөгө булып ҡала.
Артабанғы ижад юлында Тамара Шәһит ҡыҙы тыуҙырған образдар хоҙайбирҙинаса оҫталыҡ, рухи теремеклек менән сәхнәгә сыға. Балеттан тыш, концерттарҙа башҡорт һәм төрлө халыҡ бейеүҙәре менән сығыш яһауын дауам итә. Республиканың бейеү сәнғәтен профессиональ юғарылыҡҡа күтәреүҙә уның роле ҙур.
1953 йылда Бухареста уҙғарылған йәштәр һәм студенттарҙың Бөтә
донъя фестиваленә Башҡортостан делегацияһы составында Тамара Шәһит ҡыҙы ла бара. Фестивалдән оло еңеүҙәр, лауреат исемдәре менән ҡайтҡас, Тамара Хоҙайбирҙинаға ВЛКСМ Үҙәк комитетының почет грамотаһы һәм Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған артисы тигән юғары исем бирәләр.
1955 йылда Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте декадаһында артистка А.Хачатуряндың «Гаянэ» балетынан Нунэ вариацияларын һәм «Мөғлифә»не бейей. Декаданан һуң уны РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы тигән маҡтаулы исем менән бүләкләйҙәр. Ниндәй генә илдә булһа ла, милләт нәзәкәтлеген, әҙәплеген күрһәтеп, уға ихтирам уятып йөрөй. 1955 йылдағы декада алдынан Тамара Хоҙайбирҙинаны башҡорт милли кейемендә бөтә Рәсәйгә таралған «Огонек» журналының тышлығында баҫтыралар.
Балериналарҙың сәхнә тормошо бүтән ижад кешеләренекенә ҡарағанда ҡыҫҡараҡ. Халыҡ һөйөүен яулап, ысын легендаға әйләнгән Тамара Шәһит ҡыҙы сәхнәнән китә. Әммә был сәнғәттән китеүҙе аңлатмай әле. Бер осорҙа ижад итеүсе артистар, биш йыл һайын йыйылышып, башҡорт балетының тыуған көнөн уҙғарып торор була.
Тамара Хоҙайбирҙинаның фотоальбомында был датаны билдәләгән бер нисә фотоһүрәткә юлыҡтым. Йыш ҡына улар бер фонда эшләнгән. Фото артындағы яҙыу ҙа бер үк: Таң Дауыт улы Юлтыев фатиры... Тимәк, уларҙың осрашыу урыны ла бер үк булған. Тормош юлында ниндәй генә ҡаршылыҡ-боролоштар осраһа ла, Хоҙайбирҙина менән Юлтыевтарҙың оло дуҫлығы ғүмерлек була.
Тамара Шәһит ҡыҙының сәнғәткә хеҙмәт итеүе Өфө сәнғәт училищеһын, институт тамамлаған мәлдән алып актерҙар әҙерләү, тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнашыуы менән ғүмеренең һуңғы көндәренәсә дауам итә. Бейеү дәрестәре генә алып бармай, буласаҡ артистарға этикет буйынса ла онотолмаҫ һабаҡтар бирә. Сәнғәт кешеһе бит тышҡы донъяны ғына түгел, ғәҙәти кеше күҙенә салынмаған йөрәк ялҡынын, күңел тулҡынын да үткер күреүсән. Студенттары әле бөгөн дә уның ошо сифатын хәтерләй. «Ул беҙҙең өсөн икенсе әсәй булды. Зарланмаһаҡ та, күҙ ҡарашынан хәлебеҙҙе аңлай белгән кеше ине», – ти улар.
Профессор, РСФСР-ҙың һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, С.Юлаев ордены кавалеры Миләүшә Мортазина хәтирәләренән: «Тамара Шәһит ҡыҙы менән аралашып йәшәү ғүмеремдең иң бәхетле миҙгелдәре ине. Уның сәхнәлә бейегәнен күрҙем, уның менән ғорурландым. Арабыҙҙа өс кенә йыл айырманы һанға алмай, тиңдәштәр булып аралаша белдек. Ул тиклем һоҡланғыс кешене беҙҙең араға ебәргәне өсөн Хоҙайға рәхмәтлемен. Мин уның вокалистар менән эшләүен күрҙем. Кинәнес! Әгәр ошо һүҙҙең көсәйтеү дәрәжәһе булһа, Тамара Шәһит ҡыҙының фиғелен арттырыр тип ҡурҡмайым, тап килер. Ул йөрәк йылыһын тирә-йүненә өләшеүҙән шатлыҡ ала белде. Ул миңә, ихтирам билдәһе тип, әсәһенең һырғаларын, йөҙөгөн бүләк иткәйне. Бер ҙә сисмәй кейәм. Сөнки унда Маһруй һәм Тамара Хоҙайбирҙиналарҙың йылыһы бар. Мин уның ихласлығын тойоп йәшәйем. Йөҙөгөмә ҡараған һайын йылмаям, Тамараның йылмайыуын күҙ алдына килтерһәм, миңә әле лә рәхәт. Йәшәйешебеҙҙә исемдәре тик ҙур хәрефтәр менән генә яҙылыр ошондай шәхестәр күп булыуын теләйем».
Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев тә күңелендә онотолмаҫ хәтирәләр һаҡлай: «1982 йылдың 3 июлендә Тамара Шәһит ҡыҙын тәүгә күрҙем. Алты-ете кеше алдына сәхнәгә күтәрелдем. Шиғырҙарымды һөйләп бөтөр-бөтмәҫтән мине туҡтатҡайнылар, ҡаушап киттем. Шунан комиссияла ултырған бер апай, салбар балағыңды төр, тине. Тән төҙөлөшөн ҡарайҙар икән. Шунан һуң, төрлө ритмдар һуғып, шул ритмда атлауымды тикшерҙе. Ул апайҙың әсәйҙәрсә ҡарашын, ярҙамға ынтылып тороуын һиҙҙем. Аҙаҡтан белеүемсә, Тамара Шәһит ҡыҙы булып сыҡты. Дүрт йыл беҙгә бейеү серҙәрен асты Хоҙайбирҙина. Бөтә донъяны гиҙеп сыҡҡан шәхестең һәр ерҙә лә Башҡортостандың йөҙө булып йөрөгәнлеген беләбеҙ. Үҙе үткән мәктәпте беҙгә тапшырырға тырышты ул. Һөнәре оҫтаһы. Дәрестәрҙә ныҡ талапсан булды. Йылы һүҙ ҙә таба белде, һөҙөмтәләргә лә иреште.
Тыуған төйәккә иғтибарын, халҡына мөнәсәбәтен ул беҙҙең аша ла еткереүгә өлгәште. Яуаплылыҡ итеп күргәндер инде. Ни тиһәң дә, башҡорт халҡының аҫыл улының ҡыҙы бит ул!
Рухландырҙы, сәмләндерҙе, дәртләндерҙе. Һәр кемебеҙгә маяҡ ҡуйып, ҡанатландыра алды.
Нисәнселер йылда Шәһит Хоҙайбирҙиндың бер юбилейын үткәргәндәре иҫтә. Сәхнәгә уның ҙур портретын элгәндәр. Хәҙерге кеүек фотоһүрәттәр алышынып тороу юҡ ине әле. Мин Шәһит Хоҙайбирҙинға арналған бер шиғыр һөйләнем. Образға инерлек итеп, портреттағы революционер һымағыраҡ итеп кейенгәнмен. Һөйләнем. Һуңынан Тамара Шәһит ҡыҙы миңә рәхмәт әйтте. Ҡиәфәтең атайымдыҡы һымаҡ булды, тине.
Уҡыуҙы тамамлап, актер оҫталығы, сәхнә теле буйынса үҙем студенттар уҡыта башлағас, Тамара Шәһит ҡыҙының коллегаһы булып киттем. Уның алдан күрә белеүсәнлегенә хайран ҡала инем. Студенттары хаҡында бөтәһен белә һәм киләсәктә ул кешенән ниндәй актер сығасағын да тос ҡына итеп әйтеп бирә. Уның кафедрала, тотош институтта авторитеты ҙур булды. Йыйылыштарҙа ла эш буйынса ғына, ышаныслы, тура итеп әйтә белде. Ҡыҙында – атаһының дауамы, холҡо, фиғеле. Һөйләмдәре ҡыҫҡа, әммә үткер булды».
Маһруй Шәрип ҡыҙының Тамарала тәрбиәләгән матур сифаттарының береһе – тоғролоҡ. Донъялағы иң аҫыл сифаттарҙың береһе бит ул! Үҙеңә, халҡыңа, туғандарыңа, дуҫтарыңа, яҡындарыңа тоғро ҡалыу – былар бер ни менән дә үлсәнмәй. Шағирә Фәүзиә Рәхимғолова «Тоғролоҡ» тигән шиғырында ошоға баҫым яһай:
Маhруй апай менән ҡыҙы баҫты
Шәhит ағай рәсеме алдына.
Йөрәктәре генә hөйләй булыр,
Ике илаhи hын, ике сабыр,
Уға бағып тынып ҡалдылар...
Ҡарап торҙом изге йәндәргә мин:
Әҙәп, hөйөү, hағыш, ҡыйыулыҡ!
Гүзәллек hәм сафлыҡ,
тоғролоҡто
Иман итеп hәйкәл ҡойорлоҡ!
Иман итеп hәйкәл ҡойорлоҡ!
1977 йылдың 21 июлендә Күгәрсен районы Хоҙайбирҙин (Бесәнсе) ауылында Шәһит Хоҙайбирҙиндың музейы асыла. Был тантанала республика һәм район етәкселеге, бөтә ауыл халҡы һәм Тамара Шәһит ҡыҙы ла ҡатнаша. Ул музей өсөн күп кенә экспонаттар – атаһының шәхси әйберҙәрен, фотоһүрәттәр һәм үҙенең сәхнә кейемен бүләк итә. Өфөлә лә Ш.Хоҙайбирҙин йорт-музейы бар, ләкин унда Тамара Хоҙайбирҙина тураһында мәғлүмәт аҙ. Был исем халыҡҡа бар тулылығында барып етеүгә лайыҡ.
Шәһит Әхмәт улының ҡыйыу, ялҡынлы йөрәк уты ҡыҙына күскән тиерһең: теләгәненә өлгәшеүсән, ҡара тырыш Тамара Хоҙайбирҙина – башҡорт балеты сәнғәтендә тәрән эҙ ҡалдырған балерина. «Мөғлифә»һе менән бүтәндәрҙе башҡорт халҡына ғашиҡ иттерә алған бейеүсе, аҡылы, күркәм холҡо менән бөгөн дә һағынып иҫләр остаз ул.
Әсәһе мәңгелек донъяға күскәс, Тамара Шәһит ҡыҙы атаһы менән әсәһенең һөйөү гөлө – йәсминде һулытмай. Уға һыу ҡойған һайын яҡындары менән аралашҡандай булып йәшәй. «Маһруй апай был донъянан киткәс, Тамара Шәһит ҡыҙының етемһерәп ҡалғаны һиҙелде. Хәлен белергә килһәк, йүгереп йөрөп өҫтәл әҙерләй, әсәһе кеүек бешеренә. Әммә күңел бошоноуын баҫа алмай оҙаҡ ыҙаланды», – тип хәтерләй Тамара Шәһит ҡыҙының яҡын туғаны.
1998 йылдың апрелендә мәшһүр балерина күҙҙәрен мәңгелеккә йома. Ләкин уның хаҡында хәтирәләр китаптарҙа, музейҙарҙа һәм уҡыусылары йөрәгендә һаҡлана. Тамара Шәһит ҡыҙы Хоҙайбирҙина – был донъяға, студенттарына үҙенең күркәм сифаттарын мираҫ итеп ҡалдыра алған оло шәхес ул.
Әҙәбиәт
Г.С.Галина. Тамара Худайбердина. Творческий портрет. – Уфа, Китап, 1996.