Ҡотдос Латипов 1923 йылдың 14 июлендә Мәсетле районының Яңы Мишәр ауылында донъяға килә. Милләте – башҡорт. Ауыл
мәктәбендә етенсе класҡа тиклем уҡый. Киндер ыштан, һырма бишмәт кейеп үҫкән ябай ауыл малайының күңелендә летчик булыу теләге ҡасан тыуҙы икән һуң? Тәүге тапҡыр самолет күреүен Ҡотдос Ҡәниф улы тулҡынланып та, хисләнеп тә иҫкә алыр була.
...Малайҙар Әй буйында һыу инеп йөрөй. Тәндәре ҡояшта сөгөндәй янған. Ҡотдос, баш өҫтөндә ниндәйҙер геүләү ишетеп, күккә ҡараны. Зәңгәр күк йөҙөнән атҡан уҡтай самолет осоп бара. Хайран ҡалған үҫмер берсә уны ҙур ҡошҡа оҡшатты, берсә әкиәттәге осоусы балаҫ һымаҡ күрҙе. Бер аҙ текләп торғас, алыҫлаша барған осҡостан ҡалышмаҫҡа тырышып, ҡулдарын болғай-болғай артынан йүгерҙе.
Самолет күҙҙән юғалғансы йүгерҙе лә йүгерҙе ул. Офоҡ артына инеп киткәс кенә, ахмалға төшөп, кире яр буйындағы ҡыҙыу ҡырсынға килеп тәгәрәне. Күҙҙәрен йомдо ла татлы хыялға сумды. Имеш, ул аҡ болоттар өҫтөнән икһеҙ-сикһеҙ киңлектә самолетта осоп бара. Ҡулында – руль (малай уның штурвал тип аталыуын белмәй ине). Их, шул рулде исмаһам бер тотоп ҡараһаң икән, тип хыялланды ул. Осоу шул тиклем рәхәттер инде! Ниңә кешеләрҙә лә ҡоштарҙыҡы кеүек ҡанаттар юҡ икән? Ул талмаҫ ҡанатлы булыр, йыһан гиҙеп, көнө-төнө осор ҙа осор ине. Бер аҙ хыялый уйҙарға сумып ятҡандан һуң, самолет тағы ла килеп сыҡмаҫмы тип, ҡарашын күккә йүнәлтте. Тик, күпме текләһә лә, бөркөткә оҡшаған төҙ ҡанатлы осҡос күренмәне.
Ошо көндән алып туғыҙ йәшлек Ҡотдос самолетта осоу хаҡында хыялланды. Төштәрендә ул, ҡоштай талпынып, йыһан гиҙҙе, көндөҙөн ҡағыҙҙан самолет яһап уйнаны, бөтә уйы-хисе зәңгәр күк бейеклегендә осоу булды. Дүртенсе класта уҡығанда фанеранан аэроплан моделен эшләп, шкаф башына ултыртып ҡуйҙы. Әммә летчик һөнәренә эйә булыу еңелдән булмауын яҡшы аңлай Ҡотдос – төплө белем кәрәк.
Ун ете йәше яңы тулған улын поезға ултырып ебәргәс, Ҡәниф ағай тыныслығын юғалта. Яҙмыш өйөрмәһе балапанын тыуған ояһынан бик оҙаҡҡа алып китеүен һиҙеп, йөрәге болоҡһой. Донъя хәлдәре менән хәбәрҙар Ҡәниф ағай һуғыш сығыуҙан ҡурҡа. Ярты Европаны баҫып алған Гитлер Рәсәйгә лә теш ҡайрай, тигән хәбәрҙәр ҡуйыра шул.
Борма-борма тауҙар араһына инеп киткән поезд артынан ҡарап, йөрәк майҡайы һыҙылған атай кеше яҫы таш өҫтөнә ултырып доғаһын уҡыны:
– Ҡәҙерле улым, ҡайҙа йөрөһәң дә, иҫән-һау бул. Аллаһ һине үҙе һаҡлаһын, хаҡ юлдарҙан йөрөтһөн, фәрештәләр хәүеф-хәтәрҙән ҡурсып, ҡанаттарын йәйеп торһон! – Алға китеп, шуны әйтеп ҡуяйыҡ: атай кешенең изге теләге, шөкөр, ҡабул була.
* * *
Тыуған ауылынан тәүләп ситкә сыҡҡан егеткә Белорет ҡалаһы шундай матур күренә. Иң шатландырғаны – уны хыялына илтә торған клуб! Ауыл балаһы таныш булмаған урамдар буйлап китә, һораша-һораша Белорет авиаклубын барып таба, ятағына урынлаша. Медицина комиссияһын уңышлы үткән, таныҡлығында гел яҡшы билдәләр булған, тиҫтерҙәренән бер башҡа ҡалҡыу кәүҙәле, күҙ ҡарашынан көслө ихтыяр бөркөлгән егетте инструкторҙар шунда уҡ шәйләй. Һайлап алыу комиссияһы Ҡотдос Латиповты исемлеккә беренсе итеп теркәп ҡуя.
Нисәмә йылдар самолет менән һаташҡан егет осоу серҙәрен өйрәнеүгә бөтә көсөн һала. Уны ҡыҙыу холоҡло инструкторға, Михаил Масленниковҡа, беркетәләр. Егеттең һәләте барлығын һиҙемләгән уҡытыусы тәүге көндән талапты ҡаты ҡуя. Көн тимәй, төн тимәй, ҡырҡ градуслы һыуыҡта асыҡ кабиналы самолетта осорға алып сығып китә, осоу теорияһын һәм практиканы ентекле белеүҙе талап итә. Ерҙә саҡта һин дә мин йөрөгән инструктор күккә күтәрелдеме, алыштырып ҡуйғандай үҙгәрә, холҡо ҡырҡыуға әйләнә. Ҡотдос белмәйерәк торһа, ут сәсрәтеп әрләй башлай. Шул саҡтарҙа егет бала сағында өләсәһе өйрәткән аҡылды иҫенә төшөрә: «Аслан остазыңа асыуланып һыртыңды ҡабартма. Асыу – алдан, аҡыл – арттан. Түҙгәнгә түш тейә». Шулай тип өйрәткәйне бит уға ҡәҙерлеһе.
– Өс ай эсендә осорға өйрәнергә, теорияны биш бармағыңдай белергә һәм практиканы һәйбәт үтергә тейешһең. Ә һинең штурвалға тотоноу менән ҡулың дерелдәй, уны ҡайһылай борорға белмәй буталаһың, аяғыңды педалгә баҫырға ҡурҡаһың. Аңла, машина һине түгел, һин машинаны йөрөтәһең! Һин самолетҡа хужа, теләһәң – уңға, теләһәң һулға осаһың. Теләһәң, аҫҡа төшәһең, өҫкә күтәреләһең, шәберәк йәки яйыраҡ оса алаһың. Бер һүҙ менән әйткәндә, машина һине тыңларға, тулыһынса һиңә буйһонорға тейеш! – Шулай матур ғына аңлатып тора ла, шелтәләргә тотона: – Ә һин, ығыш, һаман штурвалға хужа була алмайһың. Ерҙән өс саҡрымға күтәрелергә, сәғәтенә дүрт йөҙ саҡрым менән осорға ҡурҡаһың. Төрлө бейеклектәрҙе еңел алыштырырға, штурвал менән оҫта идара итергә тейешһең! Алыптай кәүҙәң менән самолет кабинаһына саҡ һыйып ултыраһың, приборҙарға тейешенсә иғтибар бирә белмәйһең, былҡы!
Ошоға оҡшаш әр һүҙҙәре менән ҡамсылай-ҡамсылай өйрәтә уны инструктор. Ғаиләлә дорфа мөнәсәбәткә өйрәнмәгән Ҡотдосҡа ҡыйын, ҡайһы саҡ күңел төшөнкөлөгөнә бирелә. Үҙен булдыҡһыҙға һанап, ни эшләргә белмәй үрһәләнә. Эйе, күктә осоу ерҙә машина йөрөтөү түгел. Ул кешенән рухи ныҡлыҡ, белем, ҡыйыулыҡ, сабырлыҡ талап итә. Идара итеү системаһын яҡшы белеү, ҡаушап ҡалмау зарур. Ҡотдос был төшөнсәләрҙе тәүге көндән үк аңлап ала һәм үҙенсә бөтә көсөн һалып тырыша. Тик инструкторға был һаман аҙ тойола.
– Аэродромдағы тигеҙ юлда самолет ултыртырға өйрәндең, ә ҡатмарлы шарттар тура килһә? Мәҫәлән, урман өҫтөнән бараһың, ә самолеттың бер приборы сафтан сыҡты, ти, ни эшләрһең? – тип һорау бирә. Әлбиттә, Ҡотдостоң яуап бирергә тәжрибәһе етмәй. Инструктор тағы ыжый башлай:
– Өйөрлө бала-сағаны килтереп тултырҙылар. Бында һеҙгә балалар баҡсаһы түгел! Һәр нәмәне ныҡлап өйрәнергә, осоу процесын автоматик хәлгә еткергәнсе белергә кәрәк, аңланыңмы, курсант Латипов? Ошоларҙы үтәһәң генә ысын пилот булырһың.
Тығыҙ графикка ҡоролған өс айлыҡ курс һиҙелмәй ҙә үтеп китә. Бына танытма биреү өсөн летчиктар мәктәбен тамамлаусыларҙы линейкаға теҙәләр. Һабаҡташтары алдында инструктор тағы ни тип орошор тип ҡото осоп торған Ҡотдос, уның һөйләгәндәрен ишетеп, үҙ ҡолағына үҙе ышанмай:
– Төркөмдә иң шәп курсант Латипов булды, – ти Михаил Масленников. – Егеттә өмөт бар, унан бына тигән летчик сығасаҡ. Иң мөһиме – тырыш, самолетты ярата. Һынап йөрөнөм, кешелек сифаттары буйынса ла ул маҡтауға лайыҡ: көслө ихтыярлы, сыҙамлы. Күҙәтеүсәнлеге, осҡор күҙле булыуы айырыуса оҡшаны. Бөгөн беҙ уға У-2 самолетында осорға танытма бирәбеҙ. Ҡотдос Латипов үҙен Свердловск хәрби авиация мәктәбе курсанты тип иҫәпләй ала!
Үҙен күккә күтәреп маҡтағанды ишетеп, егет телһеҙ ҡала. Ҡаты ҡуллы инструкторҙан бындай баһаны көтмәгәйне шул. Тыҡып-тыҡып өйрәтеүенә, тупаҫыраҡ мөғәмәләһенә ҡаршы әйтерҙәй саҡтары ла, үпкәләгәне лә булды бит. Ана ниндәй оло йөрәкле кеше булып сыҡты остазы!
Осоу серҙәрен ентекле өйрәткән, ошо ауыр һәм почетлы хеҙмәткә мөхәббәт уятҡан тәүге инструкторына Ҡотдос ғүмере буйы рәхмәтле булды. Шуны ла әйтергә кәрәк: Михаил Масленников ҡулы аҫтында осорға өйрәнгәндәр араһынан Антипин, Фәтҡуллин, Губин, Аглобин тигән летчиктар ҙа Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды.
Белорет авиаклубынан Ҡотдос тура Свердловск хәрби авиация мәктәбенә ебәрелә. Бында уҡыу тағы ла ауырыраҡ: хәрби дисциплина, ҡаты режим, иртәнән ҡара кискә тиклем уҡыу. Масленниковтың тынғыһыҙ холҡона өйрәнгән Ҡотдосҡа бындағы инструкторҙың аҙ һүҙле, әммә үтә талапсан булыуына күнегеп китеү еңел булмай.
– Тормошта уңышлы булыуҙың нигеҙе – дисциплина! – Был лейтенант Андрей Барановтың яратҡан әйтеме. Бер минутҡа һуңланыңмы, шелтә яһай. Осорға өйрәтеү методикаһы ла Михаилдыҡынан айырыла – һис ҡасан ҡыҙмай, ҡысҡырмай. Самолетта осоп барғанда курсантының эшенә ҡыҫылмай, шелтәләмәй, тик аҙаҡтан бешә генә: осҡандағы барлыҡ етешһеҙлектәреңде теҙеп әйтеп сыға. Ҡотдосҡа шуныһы оҡшай – белмәгәнеңде тыныс ҡына итеп аңлата, пилотлыҡ серҙәренә ентекләп төшөндөрә.
Хәрби авиация мәктәбе булараҡ, бында тәртипкә ныҡ иғтибар бирелә. Тәбиғәт ҡосағында урман-ҡырҙар гиҙеп, иркенлектә йөрөп үҫкән Ҡотдосҡа был талаптарҙы үтәү башта еңелдән булмай. Әммә ысын летчик булыу хыялы менән янған егет: «Мин бөтә ауырлыҡтарҙы еңергә үҙемдә көс табырға, иғтибарлы, күҙәтеүсән, аныҡ, йыйнаҡ булырға, һәр ҡушылған эште теүәл башҡарырға, бөтә приказдарҙы урыны-еренә еткереп үтәргә тейешмен», – тип үҙ-үҙенә һүҙ бирә. Бер аҙ осҡас:
– Һинән шәп пилот сығыр, егет, ихтыяр көсөң бар! – ти уға талапты ҡаты ҡуйған инструктор.
1941 йыл. Европала фашизм ҡотора. Хәрби авиация мәктәбе етәксеһе, илдә ғәрәсәт ҡубырын алдан һиҙепме, өс йыллыҡ уҡыу программаһын ярты йылға ҡалдыра.
– Был заман талабы. Тиҙҙән илебеҙгә бик күп хәрби летчиктар кәрәк булыуы ихтимал, – ти ул. Уҡыу тағы ла көсөргәнешлерәк төҫ ала, курсанттарға талап арта, уларҙы ашыҡтыралар. Самолетта ҡәҙимге һәйбәт осорға өйрәнгән Ҡотдосҡа курсты тамамлау хаҡында танытма һәм сержант званиеһы бирәләр. Бер аҙ тәжрибә туплаған, хәрби авиация мәктәбен тик яҡшы билдәләргә тамамлаған егетте осоусылар әҙерләү мәктәбендә хәрби пилот-инструктор итеп ҡалдыралар.
Етәкселектең һиҙемләүе дөрөҫкә сыға. 1941 йылдың июнендә немец бомбардировщиктары, ил сиген боҙоп, Рәсәйгә баҫып инә һәм ауыл-ҡалаларҙы аяуһыҙ бомбаға тота башлай. Илдә ҡырылыш, ҡыйралыш башлана. Ҡораллы көстәр һуғышҡа мобилизациялана. Ун һигеҙ йәшлек сержант Латипов бер айҙа ете курсант әҙерләп, уларҙы үҙаллы осорға өйрәтә. Әммә ҡыйыу башҡорт егетенең ҡайнар йөрәге тиҙерәк фронтҡа барырға, дошманды ҡыйратырға ашҡына. Ул, һуғышҡа ебәреүҙәрен һорап, ғариза яҙа. Күп тә үтмәй, уны яу яланына оҙаталар.
Һуғыштың тәүге көндәренән алып аҙағына тиклем Ҡотдос Латиповҡа төрлө хәрби самолеттарҙа осорға тура килә. 1942 йылға тиклем еңел ҡанатлы самолетта оса: разведкаға йөрөй, фашист ғәскәрҙәре тураһында кәрәкле мәғлүмәттәр алып ҡайта, алдынғы частар һәм партизандар менән бәйләнеш булдыра.
– Һуғыштың тәүге айҙарында бөтә Европаны баҫып алған фашист илбаҫарҙары үҙҙәрен еңелмәҫ армия тип хис итте. Немец летчиктары, беҙҙең һымаҡ әле мыйыҡтары ла сыҡмаған ун ете-егерме йәшлектәрҙе малай-шалайға һанап, эре ҡыландылар. Хатта эргәнән осоп барған саҡтарында, мыҫҡыллы көлөп, ҡулдары менән элмәк ишараһы яһай инеләр – тиҙҙән һеҙгә капут, йәнәһе, – тип хәтерләгәйне Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәре хаҡында Ҡотдос Ҡәниф улы.
Һуғышта бөтә ауырлыҡ пехотаға төштө, тиҙәр. Кемдәрҙең ғүмере күберәк ҡурҡыныс аҫтына ҡуйылды икән – ерҙәгеләрҙекеме, әллә күктәгеләрҙекеме? Быныһын теүәл генә әйтеү мөмкин түгел, әммә Ҡотдос шуны белә: тәүге йылдарҙа летчик-штурмовиктар һауаға иң күбе һигеҙ тапҡыр күтәрелә алды. Тәжрибәле немец летчиктары уларҙы берәм-берәм сүпләп кенә торҙо. Аҙағыраҡ, 1944–1945 йылдарҙа, беҙҙекеләр ҙә оҫтарҙы – егерме-утыҙ тапҡыр һауаға күтәрелеп тә иҫән ҡалыусылар булды.
Ҡотдос Латипов тәүге йылдарҙа үҙе «голубок» тип атаған еңел ҡанатлы самолетта илле тапҡыр һауаға күтәрелә. Ә хыялы – дошмандың ҡотон алған ИЛ-2 самолетында осоу. Тиҙҙән был теләге тормошҡа аша. Подполковник Роман Чистов, уны саҡыртып:
– Дошманды нығыраҡ ҡыйратыр өсөн һиңә тағы ла дәһшәтлерәк ҡорал бирергә булдыҡ, – ти. – ИЛ-2 самолетында осоу өсөн Ижевскиҙағы штурмовиктар әҙерләү курсына ебәрәбеҙ.
1943 йылда Ҡотдос Латипов
Ил-2 штурмовигына ултыра. Был самолетта ул 184 тапҡыр хәрби осош яһай. Дошмандың 22 танкыһын,
30-лап һуғыш ҡорамалын, хәрби техника һаҡланған өс хәрби складын юҡ итә, ҡорал тейәлгән ике хәрби эшелондың көлөн күккә осора, фашистарҙың биш самолетын, 40 автомашинаһын яндыра. Эскадрильяла ышаныс яулаған штурмовик-летчикты иң яуаплы участкаларға ебәрәләр.
Самолетҡа йүнәлтелгән зенит артиллерияһы, пушкалар утынан ҡотолоп, үҙең тиҙерәк һөжүм итеп өлгөрөү өсөн ниндәй оҫталыҡ, йән-тән көсө кәрәклеген тик хәрби осоусылар үҙҙәре генә белә. Штурмовик самолетын ҡырҡ-илле метрға саҡлы түбән төшөрөп, бер нисә минут эсендә тейешле объектты табырға, уны юҡ итергә, маневр яһап, пушка снарядтарының утынан ҡотолорға тейеш. Күп тапҡырҙар үлем тырнағынан ҡалған Ҡотдос Латиповҡа иптәштәре: «Һин күлдәктә тыуғанһыңдыр», – тиҙәр. Кем белә, бәлки, ысынлап та, шулайҙыр. Бәлки, ата-әсәһенең фатихаһы, изге доғалары ла һаҡлағандыр уны.
Башҡорт штурмовигының тәүге уңышлы осошо, ҙур награда алыуы ла иғтибарға лайыҡ. Был хәл 1943 йылдың 20 июлендә – уға егерме йәш тулған көндө була. Һауа һуғышында байтаҡ тәжрибә туплаған Ҡотдосҡа үҙе етәкләгән хәрби төркөм менән дошман аэродромын штурмлау йөкмәтелә. Кеше күберәген тыуған көнөндә үлә, тигәнде ишеткәне бар егеттең, үҙе лә бындай хәлгә бер нисә рәт шаһит булды. Ә уның бик тә йәшәгеһе килә. Үҙен өҙөлөп көткән Маһираһын бәхетле иткеһе килә уның.
Йоҡо алмағас, Ҡотдос тышҡа сыҡты. Төнгө күктә табаҡтай булып тулған ай йөҙә. Ҡапыл бала сағында өләсәһе өйрәткән бер ырым иҫенә төштө.
– Тулған ай ҡаршыһында ялбарам, эй, Аллам, миңә ярҙам ит, дошмандарҙы ҡыйратып иҫән ҡайтһам ине, – тине ул. Түш кеҫәһендә атаһы биреп ебәргән бетеү ята ине, уны ла һәрмәп ҡуйҙы. Яҡташы Салауат Юлаевтың бер шиғырын иҫенә төшөрҙө:
Йөрүҙәнгә төшөп ат эсерҙем,
Ултырып тәсбих әйттем Аллаға.
Изге яуға тағы барам мин,
Азатлыҡ һәм шөһрәт табам мин.
Ана, Салауат батыр ҙа Аллаһ ярҙамына ышанған, мин дә ышанырға тейешмен, тип уйлай егет. Күктәге ай, теләгең ҡабул булыр, егет, тигәндәй, уға төбәлгән. Бәй, ҡапыл ғына күңелен ялмаған шөбһә юҡҡа сыҡты ла ҡуйҙы. Ул тынысланды, яҙмышын Аллаға тапшырып, инеп йоҡларға ятты.
Ҡотдосҡа тыуған көнө көтөлмәгән уңыш алып килде. Штурмовиктар аэродромды бомбаға тотоп, фашистарҙың хәрби көсөн ныҡ ҡына ҡаҡшатып, үҙҙәре юғалтыуһыҙ әйләнеп ҡайтты. Егет үҙе шәхсән дошмандың бер FW-190 һәм ике Ju-87 тигән самолетын юҡ итте. Еңеүҙән ҡанатланған иптәштәре, уны тыуған көнө менән ҡотлап, күккә сөйгәндәй итте.
– Молодец, Кутдус, ты виртуозно владеешь машиной. К тому же, везучий, с тобой можно в атаку идти, уж точно родился в рубашке! – тине яуҙаштары.
Ҡотдос иһә даланлы булыуының тағы бер серен белә. Кисә генә һөйөклөһөнән йән иретерҙәй хат алғайны бит. Ҡыҙыҡай уға: «Атайың Ҡәниф ағай, әсәйең Мәрфуға апай һәм бөтә ауылдаштар һиңә иҫәнлек-һаулыҡ теләй», – тип яҙған. «Их, Маһира! Белһәң ине нисек яратыуымды!» – тип шыбырланы егет. Бөгөнгө уңышы ла – ҡәҙерлеһенең хаты арҡаһында. Өҙөлөп һөйгән ҡыҙының сәләме уға көс бирҙе, батырлыҡҡа әйҙәне. Кешене ерҙә тик мөхәббәт йәшәтә, ахыры...
Эйе, яҙмыштың дәһшәтле ҡойоно уны үҙ өйөрмәһендә өйөрөлдөрҙө генә: ун ете йәшлек егетте хәрби самолетҡа ултыртты, ҡулына ҡорал тотторҙо, ерҙә йәшәү хоҡуғын үҙ көсөң менән яула, тип тамуҡ утына ырғытты. Атакаға күтәрелгәндә дошман летчиктарының мыҫҡыллы ҡарашы гел күҙ алдында торҙо, бәлки, шул саҡтағы намыҫланыуы йән аямай һуғышырға этәргес булғандыр. Яу яланындағы бер мәҙәк хәл менән дә бүлешкәйне Ҡотдос Ҡәниф улы.
– Ҡайһы саҡ һауала немец самолеты менән йәнәшә осорға тура килгән саҡтар ҙа булғыланы. Фашистарҙың шашынған саҡтары. Үҙебеҙҙең төркөм менән заданиеға осоп бара инек. Көтмәгәндә бер «Мессер» юрамал йәнәшәнән генә оса башланы. Үҙен һауа һуғышы оҫтаһы тип хис иткән көр күңелле немец көлә-көлә ҡулдарын болғай, ым менән ишаралай – йәнәһе, хәҙер самолетыңды бәреп төшөрәм, – тип хәтерләне Ҡотдос Ҡәниф улы. Дошмандың яуызлығы үҙенә әйләнеп ҡайта: беҙҙең ИЛ-2 күренмәй генә ҡойроҡ яҡлап маневр яһай һәм уҡсы тегенең бензин багына атып та ебәрә. – Әле генә үҙен шәпкә ҡуйып осоп барған летчик дөрләп янған самолетынан парашют менән һикереп ҡотолдо.
Теге маҡтансыҡ ергә уңышлы барып төшкән, күрәһең – бер йыл тирәһе үткәс, Ҡотдос йәнә шул летчик менән һауала тап килешә. Теге рация аша: «Ахтунг! Һауала – Латипов төркөмө!» – тип яр һалып ҡысҡыра башлай. Ҡотдос башта аптырап ҡала – немец уның Латипов икәнен ҡайҙан белә? Хәйер, уларҙың разведкаһы шәп эшләй шул. Ул үҙе лә немецтарҙың оҫта һуғышҡан летчиктарын самолет номерына ҡарап та, йөҙгә танып та белә, виртуоз осоусыларҙың һөжүменән һағая, ситкә тайпыла һала.
Хәтирәләр, хәтирәләр... Уйҙар өйөрмәһе уны 1943 йылдың 27 июленә алып ҡайтты. Шул көндәге ҡаты һуғышта пехота ярҙамы менән тере ҡалыуын хәтерләне Ҡотдос. Дошман Орел – Курск дуғаһы эргәһендәге оборонаны өҙөп, хәл иткес атакаға әҙерләнгән. Танкылары менән баҫып инеп, Рәсәйгә төп һөжүмде яһарға йыйына. Бына-бына илебеҙ яҙмышын хәл итә торған ҡанлы һуғыш башланасаҡ. Туғыҙ самолеттан торған төркөмгә шул танкыларҙы юҡ итеү бурысы йөкмәтелә. Дошман машиналарын һаҡларға ҡуйылған зенит артиллерияһы бер туҡтауһыҙ тирә-яҡҡа ут яуҙыра. Ошондай шарттарҙа беҙҙең егеттәр заданиены үтәргә, ергә яҡын уҡ килеп, танкылар өҫтөнә бомбалар ташларға тейеш. Бындай саҡта ҡурҡыу юғала, башта бер генә уй: әгәр һин фашистарҙың үлеш-ҡырылыш сәскән ҡара көсөн юҡ итмәһәң, улар һинең илеңде көл-күмергә әйләндерәсәк, халҡыңды ҡырасаҡ, ереңә хужа буласаҡ.
– Толпарым, алға! Дошман танкыларын яндырып, үҙебеҙ иҫән ҡалырға тейеш! – Ҡотдос, әкиәттәге толпар аттай күреп, яу алдынан үҙенең самолеты менән шулай «һөйләшеп» ала.
Бына беҙҙең «ИЛ»дар, арыҫландай ажғырып, яуға ташланды. Бер-ике минут эсендә дошман танкылары өҫтөнә бомба яуҙырҙылар ҙа, штурмовиктар ҡайтыу яғына йүнәлде. Был яуҙа Ҡотдос дошмандың ике танкыһын юҡ итте, ундан ашыу истребителдең атакаһын кире ҡаҡты. Әммә һуңғы атаканан сыҡҡанда дошман снаряды самолетының моторын тишеп өлгөрҙө. Хәрби летчик юғалып ҡалманы – үҙен тиҙ генә ҡулға алып, ут ҡабынған самолетын нейтраль полосаға уңышлы ултыртыуға өлгәште, кабинанан сыға һалып, шундағы бер соҡорға төшөп йәшенде. Тиҙҙән тимер толпары көлгә әйләнде... «Хуш, бөркөтөм, рәхмәт һиңә, үҙеңә йөкмәтелгән бурысты үтәп киттең, – тип шыбырланы башҡорт егете. – Үлемесле яраланған көйө мине ер өҫтөнә төшөрөп өлгөрҙөң...» Ләкин иртә шатланған икән – траншеянан барыһын да күреп торған немец һалдаттары, летчикты тереләй эләктерергә ашығып, ул йәшенгән соҡорға ташланды. Немец өсөн әсиргә эләккән летчик – ҙур табыш. Планшетында һәр ваҡыт шул тирәнең картаһы була, үҙе лә мәғлүмәт бирә ала, совет летчигын эләктергән немец һалдатына, ғәҙәттә, награда ла бирелә.
Ҡотдос кеҫәһендәге ике гранатаны йәтешләп тотто, ике обойма патроны ла бар әле. Ул тегеләрҙең яҡыныраҡ килеүен көтә бирҙе лә, аяҡ тауыштары яҡынайғас, «лимонка»ларҙы бер-бер артлы өҫтәренә ырғытты. Һуңғы пуляны үҙе өсөн ҡалдырып, уны тереләй эләктерергә тырышҡан фашист илбаҫарҙарына ата башланы. Инде пистолетын сикәһенә терәйем тип торғанда автоматтан атҡан тауыштар ишетелде – беҙҙекеләр килә! Фашистарҙың соҡорҙо юҡҡа ғына уратып алмауын аңғарған совет һалдаттары күҙ асып йомғансы тегеләрҙе ҡырып та һалды. Ҡотдосто Нижний Тагил егете – лейтенант Попов взводы шулай итеп үлемдән ҡотҡарҙы.
Ҡотдостоң йөрәген һағышлы хис биләп алды. Башҡортом, Ташкеләтем, тип йән атһа ла, ғүмере буйы үҙ халҡынан алыҫта йәшәргә тура килде. Үтте лә китте ғүмер тигәнең. Тыуған яғын, тау-урмандарын, Әй буйҙарын өҙөлөп яратҡан Ҡотдосто яҙмыш үҙе теләгән юҫыҡта йөрөттө лә йөрөттө. Һуғыштан һуң хеҙмәтен төрлө хәрби округтарҙа дауам итте. Аҙаҡ Мәскәү ҡалаһында төпләнде. Икенсе милләт ҡыҙына өйләнде, дуҫ-иштәре барлыҡҡа килде. Насар йәшәлмәне, ҡайҙа ғына эшләмәһен, абруйлы булды.
Ә шулай ҙа йәнен һыҙлатҡан, ҡайһы саҡ тәҡәтен алған бер үкенес йәшәне уның күңелендә: рәхәтләнеп, күкрәк киреп, гүзәллектә тиңдәше булмаған тыуған ерендә ғүмер кисерә алманы. Һөйгәне – Маһираһы менән ҡауышыу ҙа насип булманы. Ни хәл итәһең, уның ҡарауы, иле өсөн йән аямай һуғышты, күрһәткән батырлығын хөкүмәт тә юғары баһаланы. Яҡташтары ла уны онотманы – осрашыуҙарға саҡырып торҙолар, үҙе лә йыш ҡайтты.
– Шулай ҙа мин бәхетле кеше, – тип күңел серен бушатҡайны яҙмышынан ҡәнәғәт уҙаман. – 1945 йылда Ҡыҙыл майҙанда уҙғарылған Еңеү парадында ҡатнашҡан, һуғыштың тәүге көнөнән алып аҙағына тиклем алышҡан яугир булараҡ, миңә илемдең азатлығын, тыныслығын, тиңдәр араһында тиң булып йәшәүен күреүҙән дә оло ҡыуаныс юҡ.
Милли батырыбыҙ Салауат Юлаев йөрөгән юлдарҙан йөрөгән, ул һыулаған Әй һыуҙарын эсеп үҫкән Ҡотдос ағай миңә әкиәт батырындай күренде. Советтар Союзы Геройының күкрәген Ленин, Ҡыҙыл Йондоҙ һәм Ҡыҙыл Байраҡ ордендары, ун бишләп миҙал биҙәй ине. Йылдар үҙ эҙен һала алмаған ҡанатлы баһадирға һоҡланып ҡараным: бәһлеүәндәрсә буй-һын, ыҫпай төҫ-баш, үҙенә йәлеп итеп торған матур йөҙ, етди ҡараған аҡыллы күҙҙәр. Тормошто сикһеҙ яратҡан көслө ихтыярлы кешеләр генә шулай матур ҡартаялыр ул. Утты-һыуҙы кискән аҫыл ир-уҙаман өсөн күңелемдә ғорурлыҡ хисе уянды. Уның тураһында күберәк белергә теләп, яҙғандарын ҡат-ҡат уҡып сыҡтым. «Может ли голубь ястребом стать?», «Витязи крылатые», «Будь резвый, беззаветный, сокол ясный» – был китаптар Советтар Союзы Геройы Ҡотдос Латиповтың күңел көҙгөһө, патриотик тәрбиә биреү дәреслеге. Улар тиңһеҙ һуғышта дошманды еңеп сығырға һәм ут эсендә лә кешелек сифаттарын һаҡлап ҡалырға өйрәтә.
Беҙ йыш ҡына шәхестәребеҙҙе үҙҙәре иҫән саҡта ҡәҙерләй белмәйбеҙ. Хатта тейешле ихтирам белдереп, ололоҡларға онотабыҙ. Ҡанлы яу юлы үтеп, һаулығы ярайһы ҡаҡшаған хәрби летчик оҙон ғүмер юлы кисерҙе. Изге уй-хисле, алдына ҙур маҡсаттар ҡуйып, дөрөҫ йәшәгән, һаулығына зыян килтерерҙәй насар ғәҙәттәре булмаған юғары әхлаҡлы кеше ине ул. Ҡаһарман батырыбыҙ үҙе иҫән саҡта донъя күргән «Ҡанатлы баһадир» китабым Ҡотдос Ҡәниф улына Еңеү байрамы бүләге булды. Мәсетле баһадирының исеме, яҡташы Салауаттыҡы кеүек, мәңгелеккә халҡыбыҙ тарихында ҡалһын!