Башҡортостандың Дыуан районында тыуып үҫкән Тимер ағай Йосоповтоң ижады менән мин, әлбиттә, бала саҡтан таныш инем. Бер төркөм яҙыусылар менән беҙҙең ауылға осрашыуға ла килгәйне улар. Тимер ағайҙың сығышын айырым бер диҡҡәт менән тыңлағаным иҫемдә ҡалған. Айырыуса бер шиғыры йәнемде арбаны. Башҡарыусының тауышы йөрәккә үтеп инә, күңелдең иң-иң нескә ҡылдарына ҡағыла. Тимер ағайҙың һәр саҡ яттан һөйләгән был шиғырын аҙаҡ та, нисә тапҡыр тыңлаһам да һис ялҡманым:
...Шуҡ ағайҙарҙың күптәре
Был донъяла юҡ икән.
Тауыштары күкте телә,
Йөрәккәйем ут икән:
– Апайыңды миңә бир!
– Апайыңды миңә бир!
Хәҙер таңдар моңһоуыраҡ,
Ҡырыҫыраҡ иртәләр.
– Апайыңды бир! – тип тормай,
Алалар ҙа китәләр...
Ижад донъяһына аяҡ баҫҡас, Тимер ағай, яҡташы күреп, мине һәр саҡ ҡурсалап йәшәне. Ижад кисәләренән ҡалдырманы, бергә сәфәрҙәргә лә алып сыҡҡаны булды. Юлда йөрөгәндә һөйләгән мәрәкәле иҫтәлектәрен ниңә генә яҙып алып ҡалманым икән, тип ҡат-ҡат үкенеүҙәрем!
Миндә Тимер ағайҙың төрлө йылдарҙа яҙылған автографтары ла һаҡлана. Береһендә, «Ҡая өҫтөндә уйланыу» тип аталған китабында, ошондай юлдар яҙылған: «Зөлфиәгә – яҡташыма, ҡәләмдәшемә – бер-беребеҙгә таяныс булайыҡ, тип Тимер Йосопов. 02.04.1992 йыл». Үрҙә әйткәнемсә, был һүҙҙәр – буш һүҙ түгел ине. Мин уға таяныс була алдым микән?! Әммә Тимер ағай менән Дамира еңгә миңә һәр саҡ таяныс булды.
2020 йылда Белорет районы Инйәр ҡасабаһында йәшәгәндә ниңәлер ижад кисәһе үткәрергә булып киттем. Күп ҡунаҡтар саҡырылды. Килмәгәндәре лә булды. Утыҙ ғына йәшлек ижадсыға артыҡ әһәмиәт тә бирмәгәндәрҙер. Ә Тимер ағай килде! Үҙе генә лә түгел, ул ваҡытта Башҡортостан Яҙыусылар союзын етәкләгән Рауил ағай Бикбаев менән бергә килеп, ялҡынлы сығыш яһап, кисәнең бәҫен күтәрҙеләр.
2004 йылда Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһына тәҡдим ителгәс, Башҡортостандың халыҡ шағиры, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Тимер Йосопов бер ҙә, ул кем дә мин кем, тип торманы. «Башҡортостан» гәзитендә ихлас хуплау һүҙҙәре баҫтырҙы. Үҙе яҙҙы! Унан ниндәйҙер ярҙам һорарға ҡыйыулығым да етмәҫ ине.
Минең хөкүмәт эшенә күскәнемде ишеткәс, бик борсолдо Тимер ағай. Юҡ, үҙем өсөн түгел, ижадым өсөн. Ваҡытында яҙылмай ҡалған шиғырҙарым өсөн. Бөгөнгө көндә йәнә матбуғат даирәһендә эшләп йөрөүемде ишетһә, иманым камил, ул бик ҡыуаныр ине.
Иҫтәлектәр дилбегәһен шағирҙың ҡыҙы Гөлбәзиргә тапшырыр алдынан, хөрмәтле журнал уҡыусылар, иғтибарығыҙға Тимер ағай Йосоповҡа арналған шиғырымды тәҡдим итәм:
Әйлеләрҙең яугир уҙаманы,
Аҫыл ырыу-заты һартайҙың,
Сал сәстәрең күрһәң, көймә, ағай,
Әйтмә, зинһар, әйтмә:
«Ҡартайҙым!»
Икебеҙҙә күпме оҡшашлыҡ бар:
Күңел офоғобоҙ – бер асман.
Икебеҙ ҙә шулай бер ҡатлы беҙ,
Икебеҙ ҙә бер иш ҡарасман.
Ил тойғоһо менән, ер тойғоһо
Ҡәлептәрҙә беҙҙең бер үлсәм,
Күңелебеҙҙә бер үк әрнеү ята,
Йәнебеҙҙе әйҙәй бер үк сәм.
Дыуанымда нисә генә ауыл,
Һорамағыҙ, ҡайҙа һарттарым?
Бисәләрҙе Себер оҙатҡандар,
Яндырғандар ауыл ҡарттарын.
Юҡ ителгән һуңғы һартайҙарҙың
Рухын күрәм һинең төҫөңдә.
Был донъяла һин йәшәргә тейеш
Үҙең өсөн, улар өсөн дә!
Сал башыңды эйеп, уфтанмасы,
Әйтмә, ағай, зинһар:
«Ҡартайҙым!»
Һинең кеүек ирҙәр һирәк әле,
Илкәйемә һин бик кәрәк әле,
Ғорур йәнле минең һартайым!
Гөлбәзир Йосопова, яҙыусының ҡыҙы:
– Атайым ғәжәйеп кеше ине. Мине балалар баҡсаһынан йә мәктәптән ҡаршы килеп ала ла етәкләшеп ҡайтып китәбеҙ. Бер аҙ һөйләшеп барғас, ул үҙ донъяһына сума. Уйға бирелә. Шунан иң ҡыҙығы һуҡ бармағы менән һауала нимәлер яҙа башлай. Берҙән-бер көндө: «Атай, һауаға нимә яҙаһың ул?» – тип һорай ҡуйҙым. «Шиғыр яҙам, ҡыҙым. Уй-фекерҙәремде яҙып ҡуям», – тине. Һуңынан, хәҙер иҫләмәйем, әллә өс аҙна, әллә өс ай дауамында ул яҙыуҙар күҙ алдынан юғалмай, уларҙы яйлап ҡағыҙға төшөрөп ҡуйырға була, тине. Атайымдың хәтере феноменаль ине. Шуға ла үҙенең яҙған шиғырҙарын яттан һөйләр булғандыр инде.
Тағы бер бала саҡ хәтирәһе күңелемә уйылып ҡалған. Беҙ ул ваҡытта Парковая урамында йәшәй инек. Атайым мине балалар майҙансығындағы бәүелсәктә бәүетә. Атынған һайын: «Ныҡ тотон, ҡыҙым! Ныҡ тотон!» – ти. Бына ошо һүҙҙәре минең тормош девизыма әйләнгән кеүек булды. Әле лә ниндәйҙер ҡыйынлыҡтар килеп тыуһа, үҙ-үҙемә: «Ныҡ тотон! Ныҡ тотон!» – тип ҡабатлайым. Әйткәндәй, ошо гүзәл мәлдәр һуңынан атайымдың күңелендә шиғыр булып яралды:
...Бәүелсәктә ҡыҙ бала бәүелә,
Әйтерһең, һауаға бәрелә,
Йондоҙҙай еремә кәйелә,
Бәүелсәктә ҡыҙ бала бәүелә.
Ҡанатын киргән ул осорға,
Әйләнде ҡыйғыр ҡошона,
Торғанмын килә алмай һушыма,
Ҡыҫҡанмын йәнемде усыма.
Һауала йондоҙ балҡышы,
Ә ерҙә – атаның тауышы,
Ҡурсылай, ҡурсылай ил ҡотон:
«Ныҡ тотон, ныҡ тотон!»...
Һуңынан был шиғыр танылған композитор Салауат Низаметдинов тарафынан көйгә һалынды. Беҙҙе, балаларын, Булат менән мине, ейәндәре Тәлғәт менән Дауытты шул тиклем ныҡ яратты атайым. Уның үҙен дә ҡәртнәйем бик яратып үҫтергән. Бала йәнле атайым беҙ ауырып китһәк, шул тиклем ҡайғыра, дауаханаға көн дә-көн дә килеп, хәл белә ине.
Уның үҙенә, атайһыҙ үҫкән балаға, иртә эшкә егелергә тура килә. Ауылда көтөү көтә. Көнө буйы ат өҫтөндә. Төшөп ял итеп алыр ине, әлегә буйы бик бәләкәй, кире эйәргә атланыу – мең бәлә.
Бер шулай атайым менән сәй эсеп ултырабыҙ. «Беҙгә ауыр һуғыш йылдарында үҫергә тура килде. Шул тиклем асыҡҡан саҡтар була торғайны, балам», – ти атайым. Минең күҙҙәремә йәш тула, тамаҡҡа килеп тығылған төйөрҙө саҡ-саҡ йотоп: «Атай, атаҡайым, аша! Зинһар өсөн, аша!» – тип май һыланған икмәгемде һонам. «Ҡыҙым, һин нимә?!» – минең реакцияны күреп, атайым үҙе илар сиккә етә. Мин, ғөмүмән, ирҙәр бер ҡасан да иламай, тип уйлай торғайным. Әммә атайымдың бер тапҡыр ныҡ илағанын күрҙем. Рәми Ғариповтың үлеме тураһында ишеткәс...
Атайым ижад эшенә бик яуаплы ҡараны. Егәрле ине. Бер тапҡыр бар ғаиләбеҙ менән Гаграла ял итеп ятабыҙ. Элек бит яҙыусыларға диңгеҙ буйындағы ижад йорттарына шулай путевка бирә торғайнылар. Атайым иртән торғас, тәүҙә йүгереп килә, һыу инә һәм иртәнге ашты ашағандан һуң мотлаҡ рәүештә эш өҫтәле артына ултыра. Быларҙы нимәгә иҫләйем? Беҙҙең эргәлә күрше республиканан бер яҙыусы ағай ял итте. Атайымдың бер ай эсендә бер китаплыҡ шиғыр ижад иткәнен ишеткәс: «Мин был арауыҡта ни бары бер генә шиғыр яҙа алдым!» – тип сикһеҙ ғәжәпләнгәйне.
Атайым шундай кешелекле ине! Бөгөнгөләй хәтеремдә: йәйге каникул осоро. 27 июль – әсәйемдең тыуған көнө. Барыһы ла эштә. Атайым иртәрәк ҡайтты ла: «Әйҙә әле, ҡыҙым, әсәйеңә сәскәләр һатып алайыҡ», – тип мине урамға алып сығып китте. Октябрь проспектындағы йортта йәшәй инек. Эргәлә генә ер аҫты үткәүеле. Унда, ғәҙәттә, ҡатын-ҡыҙҙар баҡса сәскәләрен һатып ултыра. «Гөлбәзир, һайла!» – ти атайым. Мин иң матур гөлләмәне һайлап, аҡсаһын ғына түләгәйнек, үткәүелдең баҫҡыстарына теҙелешеп ултырған әбейҙәр ян-яҡтан: «Минекен алығыҙ! Бына минекен дә алығыҙ инде!» – тип үҙҙәренең сәскәләрен һона башланы. Атайым шуларҙың барыһынан да гөлләмәһен һатып алғас, икебеҙ ҙә берәр ҡосаҡ сәскә күтәреп, әсәйҙе ҡыуандырабыҙ, тип өйгә ҡайтып киттек.
Атайымды гел һағынып йәшәйем, юҡһынам. Йыш ҡына нимәлер һорағы, кәңәшләшке килә, ә ул – юҡ. Һуңғы арала ул уҡыған китаптарҙы уҡый башланым. Атайымдың шәхси китапханаһы бай ине. Рус классиктарынан тыш Гомер, Фредерик Стендаль, Эмиль Золя әҫәрҙәрен дә ҡыҙыҡһынып уҡыйым һәм, ни ғәжәп, ошо әҫәрҙәр аша атайымдың хәл-торошон нығыраҡ төшөнәм кеүек.
Хисмәтулла Юлдашев, шағир, Башҡортостан һәм Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы:
– 1978 йылдарҙа мин Әмир Әминев, Вил Ғүмәровтар менән Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында белем ала инем. Тимер ағай ҙа шул осор Юғары әҙәби курстарға уҡырға килде. Уның дөйөм ятаҡтың 7-се ҡатында урынлашҡан бүлмәһенән кеше өҙөлмәне. Элек бит яҙыусылар баш ҡалаға йыш йөрөй ине. Кемдер гонорар алырға килә, кемдер тәржемәселәре менән осраша, кемдер Переделкиноға (яҙыусыларҙың Мәскәү эргәһендәге ял йортона) китеп барышлай һуғыла. Әмир Әминев менән Вил Ғүмәров инде һуңғы курста уҡығас, килгән-киткәндәрҙе ҡаршы алып оҙатыу минең өҫтә ине.
Гонорар тигәндән, элек гонорарҙарҙың күләме ныҡ ҙур ине бит. Тимер ағай уның күп өлөшөн ғаиләһенә ебәрә торғайны. Аҡса алған көндө мул итеп ит бешерә, беҙҙе ихлас һыйлай. Мине, Ырымбур тарафтарында тыуып үҫкән егетте, башҡорт донъяһы, башҡорт әҙәбиәте менән таныштыра. «Мөхәмәтша Буранғолов, Дауыт Юлтый, Ғабдулла Амантай, Сәғит Агиш, Кәрим Иҙелғужин, Сәғит Мерәҫов кеүек бөйөк кешеләрҙең яҡташы икәнеңде онотма», – тип ҡат-ҡат иҫкәртә. Халҡыбыҙ тарихын бәйән итә. Рәми Ғарипов тураһында һөйләй. Ғөмүмән, аҙаҡ Өфөгә ҡайтҡас та, мин, Рәмил Ҡол-Дәүләт, Рәйес Түләк, Ғәбиҙулла, Финат Шакирйәнов, Әхмәр Үтәбайҙар менән бергә ағай янына барып, Рәми Ғарипов тураһында ҡат-ҡат һөйләтә торғайныҡ. Ул кемдәрҙе үҙ күргән, кемдәр уға аяҡ салған – барыһын энәһенән ебенә тиклем төпсөнә торғайныҡ. Унда Рәми ағайҙың хаттары ла һаҡлана ине.
Рәми Ғарипов тураһындағы мәғлүмәттәр Тимер ағай тарафынан шул
тиклем башҡа ныҡ һеңдерелде. Мин хатта бөгөн дә: «Был ситуацияла Рәми Ғарипов нимә эшләр ине? Моғайын халыҡ менән бергә булыр ине. Үҙ һүҙен әйтер ине», – тип, аҙымдарымды шул уҡ тулҡынға көйләргә тырышам.
Тағы бер ҡыҙыҡ хәл иҫкә төшә. Элек яҙыусылар Мәскәүгә килһә, күп итеп ит алып ҡайтып китә торғайны. Осһоҙораҡ булғандыр, күрәһең. Каникулға ҡайтҡанымда Тимер ағай ҙа минең аша Дамира еңгәгә утыҙ кило ит ҡайтарырға булып китте. Поезда ҡайтып барам. Иттәрҙе тамбурға ҡуйып торғайным. Проводница: «Иттәрең барып етмәй, эштән сыға бит», – ти. Әл дә генә ресторан вагоны күршелә генә ине, үтенеп-ялбарып, бысаҡ менән балта һорап алдым. Шунан кеше күрмәгәндә тамбурҙа теге иттәрҙе тиҙ генә ваҡлап, бер нисә пакетҡа тултырҙым. Проводница һәйбәт ханым булып сыҡты, күрше вагондар менән һөйләшеп, иттәрҙе бер нисә һыуытҡысҡа урынлаштырҙыҡ. Плацкартта иткә бәйле бар ғәмәлдәремде өнһөҙ генә күҙәтеп килгән алтмыш йәштәр тирәһендәге татар апайы, мине бик йүнсел, хужалыҡлы, тип тапты булһа кәрәк. Мине Эстонияла тыуып-үҫкән, Тарту университетында уҡып йөрөгән ейәнсәре менән таныштырырға булып китте. Телефонын да бирҙе. Шулай итеп, Тимер ағайҙың ите, көтөлмәгәндә, яңы танышлыҡҡа юл асты...
Мин Тимер ағайға шул тиклем тоғро булдым. Хатта шуға барып етә ине: ул өнәп етмәгән кешеләр менән мин дә аралашмаҫҡа тырыша инем. Йолҡҡос кешеләрҙе яратмайым»,– тиер ине. Ул яратмағас, мин дә яратмайым. Бының үҙенә күрә минең карьераға, ижадыма ҡағылышлы зыянлы яҡтары ла булғандыр, бәлки, әммә мин барыбер тоғро инем. Уның һүҙенән сыҡҡан бер-ике генә ваҡиға булғандыр. Бер заман уға өйләнергә йыйыныуымды әйттем.
– Кемгә? Теге эстонкағамы?
– Юҡ. Башҡорт ҡыҙына. Һеҙ уны беләһегеҙ. Ул шағирә. Тамара исемле ҡыҙ.
– Ысынлап та беләм. Һәйбәт ҡыҙ. Әле студент сағында уҡ беҙ уның шиғырҙарын тикшергәйнек. Бик оҡшаттылар. Хатта Ким Әхмәтйәнов үҙе уға ҙур баһа бирҙе. Әммә өйләнмә һин уға, Хисмәт! Ижад кешеһе хыялый була. Ул бит шағирә! Һин уны һындырып ҡуйһаң?! Ике тәкә башы бер ҡаҙанға һыямы ни...
– Юҡ, өйләнәм!
Һуңынан, шағирә булараҡ ҡына түгел, уңған, ихлас хужабикә булараҡ та бик яратты Тамараны Тимер ағай. Беҙҙең балаларҙы ла: «Эй сабыыыый!» – тип тупылдатып-тупылдатып, һөйөп алыр ине. Мин бер ҡасан да Тамараны ғүмерлек тормош юлдашым итеп һайлағаныма үкенмәнем. Бәй, Тимер ағай үҙе лә: «Хисмәт, йөрәгеңде тыңларға өйрән! Гел аҡыл менән генә йәшәп булмай. Һин бит шағир, йөрәгеңде тыңлай бел!» – тип өйрәткәйне бит. Йөрәгем яңылышмаған, тимәк.
Мәскәүҙә йәшәгәндә Тимер ағай менән икебеҙҙе сит ил кешеләре тип ҡабул итә торғайнылар. Тимер ағай ҡуңыр йөҙлө ине бит инде. Икебеҙҙә лә ҡабарып торған сәстәр. Минеке бигерәк тә бөҙрә. Бер саҡ шулай лифтта төшөп киләбеҙ. Бер студент һорай ҡуйҙы:
– Һеҙ Советтар союзына ниндәй илдән килдегеҙ?
– Бер ниндәй илдән дә килмәнек. Беҙ – башҡорттар!
– Башҡорттар?! Ә минең ишеткәнем бар башҡорттар тураһында. Атайымдың күп тапҡыр һөйләгәне булды. Минең атайым һөнәре буйынса тарихсы. Беҙҙә, Болгариялағы Шипка тауында, рус-төрөк һуғышына, башҡорттарға бәйле бик күп иҫтәлекле урындар, һәйкәлдәр бар. «Башҡорттар – Рәсәйҙең һәйбәт һалдаттары!» – тип һөйләр ине атайым.
– Беҙ әле лә һәйбәт һалдаттар! – тине Тимер ағай һәм башын ғорур тотоп туҡталышҡа табан атланы.
Кемделер кешенең байлығы, биләгән вазифаһы, дәрәжәһе йәлеп итә. Тимер ағайҙа мине нимә йәлеп итте икән тип уйланам. Кешелекле булыуылыр. Һәм тағы: ябайҙың ябайы ине бит ул! Миңә лә: «Хисмәт, простой булма! Бына мин ғүмер буйы простой булып йәшәнем. Кешеләр аңлап етмәй ундайҙарҙы», – тип әйтеп ҡуя торғайны. Ә ҡайһы саҡ: «Һин Рауилдың йортона бик йыш барып йөрөйһөң икән. Хисмәт, улай итмә! Нисәмә йылдар буйы дуҫлашып йөрөһәк тә Рауилдың йортона улай йыш-йыш барырға хатта мин уңайһыҙланам. Рауил бит ул! Ни тиклем ҙур шағир!» Яҡташым булғас, ысынлап та, Рауил ағайҙың йортона барып инеү минең өсөн бер ни түгел ине. Шундай дәрәжәле шағирҙы маҙаһыҙлама, артыҡ борсома, ваҡытын алма, тип киҫәтеүе булған бит ағайҙың. Үҙем атайһыҙ үҫкәс, Рауил ағай Бикбаевты ла, Тимер ағай Йосоповто ла атайым урынына күрә инем шул...
Әнүәр Рәхимов, мәғариф ветераны:
– Тимер ағай минең Хәкимә апайым менән бер класта уҡыны. Тәүҙә Арый мәктәбенә, һуңынан мишәрҙәр төпләнгән Өлкөндө ауылына йөрөп белем алдылар. Яҙыусының үҫмер саҡтарын мин бик һәйбәт хәтерләйем. Әүен арты ҡарҙан әрселгәс, шар һуҡҡандарын да, бесән сапҡандарын да.
Мәктәпте тамамлағас, Тимер ағай Силәбе өлкәһенең Һатҡы ҡалаһында – йөк ташыусы, Ҡыйғы район гәзитендә – хәбәрсе, юғары белем алғас, Бөрйән районында уҡытыусы хеҙмәтен үтәне. Һуңынан Өфөгә күскәс, «Башҡортосан пионеры» гәзитендә, артабан Яҙыусылар союзы идаралығында эшләне.
Яҡташ яҙыусы булараҡ, мин уны бик яҡын күрә инем. Мәсәғүт педагогия училищеһын, һуңынан Дыуан районы Мәсәғүт лицей-интернатын етәкләгән дәүерҙә Тимер ағайҙы гел генә осрашыуҙарға саҡыра инем. Эш менән Өфөгә барғанда ла элек-электән ағай менән гел күрешеп китергә тырыша инем. 1990 йыл булды шикелле. Бер шулай һөйләшеп ултырғанда әйтә ҡуйҙы. Баҡсама бура алып ултыртҡайным, өс-дүрт йыл үтте инде, бер ни эшләй алмайым, ти. Мин уны һәйбәт аңлайым. Ниндәй йорт һалыу ти?! Уның бит бар булмышы ижадҡа көйләнгәйне. Үҙебеҙҙең райондағы ир-егеттәрҙе, шул иҫәптән, энеләрен, кейәүҙәрен йыйҙым да: «Әйҙәгеҙ, ярҙам итәйек!» – тинем. Бар машина төҙөлөш материалдары: стропила (ҡыйыҡ өсөн ҡоролма), өрлөк һ.б. тейәп алып килдек тә, бураны күтәреп тә ҡуйҙыҡ. Икенсе йылы килеп, башын ябып бирҙек. Өсөнсө йылына иҙәнен, түбәһен түшәнек, веранда яһаныҡ. Шулай итеп өй төҙөлөп тә бөттө.
Һуңыраҡ Тимер Йосопов 58 йәшендә бик матур итеп ижад кисәһе үткәргәйне. Унда ул осорҙағы район хакимиәте башлығы Миңнефәрғәт Мөхәмәҙи улы Вәлиев та ҡатнашты. Район хужаһы: «Нимә бүләк итәйек икән?» – ти. «Уның бөтә нәмәһе бар, – тинем. – Тыуған ауылы ғына юҡ. Тыуған ерендә Ижад йорто һалып бирһәк, шунан да ҡиммәтлерәк бүләк булмаҫ!»
«Тимер Йосоп улы, 60 йәшлек юбилейығыҙға Ижад йорто һалып бирәбеҙ,» – тине Миңнефәрғәт Мөхәмәҙи улы һәм һүҙендә торҙо. Райондағы бөтә ойошмаларҙы йыйып, һәр береһенә эш ҡушып сыҡты. Кемдер бура әҙерләй, кемдер башҡа төҙөлөш материалдарын хәстәрләй. Миңә бригада йыйырға ҡушылды. Шулай итеп, 1998 йылда Тимер ағайҙың 60 йәшлек юбилейы айҡанлы уның тыуған ауылы Әпсәләмдә ике ҡатлы Ижад йорто асылды. Арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың йорто эргәһендә башҡалар ҙа бура ҡалҡытты. Шул рәүешле инде ҡороп бөттө тигән Әпсәләм ауылына яңы һулыш өрөлдө.
Бик ҡанатланып ҡайтыр ине Тимербай ағайыбыҙ тыуған ауылына. Иң ырамлы ижад иткән осоро ла шул йылдарға тура килде, тип, икеләнмәйенсә әйтә алам. Беҙ үҙебеҙ ҙә ижадсы яҡташыбыҙҙы ныҡ ихтирам иттек. Дамира еңгә менән ауылға ҡайтыуҙарына бәрәңгеләрен, йәшелсәләрен сәсеп, йорт тирәһен гөл-сәскәгә күмеп ҡуя торғайныҡ.
Райондың бөтә башҡорт теле уҡытыусылары йыйылып килеп, ошо йортта халыҡ шағирының юбилейын үткәргән саҡтар ҙа булды.
Районыбыҙҙың бер иҫтәлекле урыны, Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосоповтоң йорт-музейы булыр был йорт, тип өмөтләнә инек беҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ниәтебеҙ тормошҡа ашманы.
Еңгә менән икеһен йыш ҡына тәбиғәт ҡосағына алып сыға торғайным. Бер ваҡыт Ослотауға алып барҙым. Ағай тау башына менеп алған да ярһып ҡысҡыра: «Әнүәәәәәр! Һин булмаһаң, Ослотауға ла менеп етә алмай, үлеп китер инем бит!»
Мәсәғүттәге республика лицей-интернатында беҙ шағир үҙе тере саҡта уҡ «Тимер Йосопов уҡыуҙары» үткәрә торғайныҡ. Халыҡ шағиры призына милли көрәш бәйгеһе ойошторҙоҡ. Һуңынан ул төньяҡ-көнсығыш райондары кимәлендә уҙғарыла башланы. Уның исемендәге стипендия булдырҙыҡ. Егеттәр араһында Тимер Йосоповтоң шиғырҙарын яттан һөйләү буйынса конкурс үткәрелеп килә. Үҙе иҫән сағында уҡ, лицей-интернатыбыҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов исемен йөрөтөр, тип килешеп ҡуйғайныҡ. Был ниәтебеҙ, Аллаһҡа шөкөр, тормошҡа ашты.
Тимер ағай матур күңелле кеше булды. Бик ихлас ине. Бер кеше тураһында ла рәнйетерлек һүҙ әйткәнен хәтерләмәйем. Кешелекле ине ул!
Минең архивта уға бәйле бик күп видеояҙмалар һаҡлана. Уларҙы билдәле режиссер Булат Йосопов атаһы тураһында яңы фильм төшөрә ҡалһа, кәрәге тейер тип һаҡлайым. Шәхси китапханамда Тимер Йосоповтоң ташҡа баҫылған барса китаптары ла бар. Тыуған ер темаһы яҡташыбыҙҙың һәр китабында ҙур урын биләй. Шиғриәтендә таныш исемдәр, таныш атамалар, хәл-ваҡиғалар йыш күҙәтелә:
Хәлдәрең нисек, Әпсәләм,
Хәлдәрең нисек, Арый?
Гөжләп килгән ҡорт күселәй
Йөрәкте һағыш һарый...
Минең үҙемә генә ҡағылышлы 11 шиғыр яҙған икән! Ә ҡалғаны инде: үҙебеҙ генә белгән серҙәр, үҙебеҙ генә һөйләшкән һүҙҙәр – күңелемдә мәңге һаҡланыр яҡты хәтирә.
Зөлфиә Ханнанова яҙып алды.