Рәмил Дәүләтҡолов менән бер төркөмдә уҡырға насип булды. Хатта ҡабул итеү имтихандарын тапшырғанда күрше бүлмәләрҙә йәшәнек. Беҙ, Өфөләге 1-се һанлы мәктәп-интернатын тамамлаған ҡыҙҙар, күрше бүлмәгә билдәле яҙыусы-шағирҙарҙың килеп йөрөүенә иғтибар иттек. Имтиханға ярышып әҙерләнәбеҙ. Уҡытыусыбыҙ Фәрзәнә Фәйез ҡыҙы Абдуллина килеп, консультациялар үткәрә, ә стена аша ярһып-ярһып шиғыр уҡыйҙар. «Тырышмағыҙ ҙа, һеҙ инә алмайһығыҙ», – тип сәмгә тейә оҙон буйлы, ҡаҡса ғына кәүҙәле абитуриент ағай.
Дүрт ҡыҙҙан өсәүебеҙ БДУ-ның филология факультеты студенттары булып киттек. Ә күрше егеттәрҙең барыһын да ҡабул иттеләр. Улар араһында артабан исемдәре билдәле буласаҡ Рәмил Дәүләтҡолов, Ғәбиҙулла Зарипов, Марсель Искәндәров та бар.
Беҙҙең төркөм бик әүҙем булып сыҡты. Кис булһа, ултырғыстарыбыҙҙы тотабыҙ ҙа, иркенерәк бүлмәгә йыйылабыҙ. Китә шиғыр уҡыуҙар, әҙәбиәт, тормош тураһында бәхәсләшеүҙәр. Күберәк әрме хеҙмәтен үткән, әҙме-күпме тормош тәжрибәһе туплаған ағайҙар һөйләй. Беҙ, шиғыр яҙғылаштырған ҡыҙ-ҡырҡын, үҙ урыныбыҙҙы белеп, ауыҙ асып, өлкәндәрҙе тыңлайбыҙ.
«Шоңҡар» әҙәби-ижад берекмәһенә тотош төркөм менән инеп киттек, шикелле. Хәйер, тиҙҙән ижадтың яңғыҙлыҡты яратҡанын белгән, шиғриәткә етди ҡараған ағайҙарыбыҙ ултырыштарға йөрөмәҫ булды. Ятаҡҡа килгеләгән профессиональ шағирҙар менән аралашыу уларға күберәк һабаҡ биргәндер, күрәһең (бәлки башҡа сәбәптәр ҙә булғандыр. – Авт.). Шулай ҙа төрлө райондарға ижади сәфәрҙәрҙән, халыҡ менән осрашыуҙарҙан ҡалманылар. Фольклор һәм диалектология экспедициялары ваҡытында ла ауыл һайын концерт ҡуйған була торғайныҡ. Артислыҡҡа ла уҡымайбыҙ бит әле. Ә халыҡ эркелешеп тамаша ҡарарға килә. Рәмил Дәүләтҡоловтың ҡаҡса кәүҙәһен бер аҙ алға эйеберәк, оҙон ҡулдарын болғай-болғай шиғыр уҡыуына, дәртләнеп китеп «Байыҡ»ты бейеүенә халыҡ дәррәү ҡул саба. Шиғырҙарын да күңелгә хуш килерҙәйен, сәхнәнән уҡырҙайын һайлай белә. Стәрлетамаҡ мәҙәни-мәғрифәт училищеһында алған белеме, ауыл клубында эшләп алыуы бушҡа китмәгән. «Магнитка тураһында таҡмаҡ»тан халыҡ тәгәрәп ятып көлә:
...Минең әсәй һөрән һала
Шаулап торған городҡа:
– Купи, Таня, йомортҡа,
Бери, Маня, йомортҡа!
Китә ыҙғыш, китә талаш:
– Что-то яйцо маловат?..
– Это, Маня, тауыҡ түгел,
Сатан петух миноват...
«Тапалған көсөк тураһында шиғыр»ҙан хислеләрҙең күҙҙәренә йәш эркелә:
Ниңә кәрәк хәүеф-борсолоуҙар?!
Иламағыҙ! Бер ни булмаған.
Бары көсөк үлгән. Машинаһын
Туҡтатырға кеше һуңлаған...
Шулай илата ла, көлдөрә лә белгән йор һүҙле, моңһоу ҡарашлы ағай ине Рәмил Дәүләтҡолов. Тура һүҙле лә булды. Уның теленә эләгеүҙән бер аҙ шөрләй ҙә инек.
2-се курста мине «Шоңҡар» әҙәби-ижад берекмәһенең старостаһы итеп һайланылар. Яҡташым, интернатташым Румия Әфләтунованың тәҡдиме менән. Бала саҡтан йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнағас, шундайын да талантлы ағайҙар барҙа баш тартырға башыма ла килмәгән. Уларҙан күпкә өйрәнер инек, юғиһә. Төркөмдәшем Рәмилдең «Аҫабалар бөткәнме?» тип ултырыштан сығып китеүен, артынса Рәйес Түләктең эйәреүен аңламай ҙа ҡалдым. Ул саҡта, ни оят, «аҫаба» һүҙен тәүләп ишетеүем ине. Кисен бүлмәмдән Ғәбиҙулла Зарипов саҡырып сығарҙы. «Миңә таян» тип, ике генә һүҙ әйтте.
Аҙаҡ, телевидениеға эшкә килгәс, икеһе хаҡында ла тапшырыу әҙерләнем. Иртә киткән йәш таланттар хаҡында «Нәҙер» циклы ине ул. Рухтары менән әңгәмә ҡорҙом. Һорауҙарыма нисек яуап бирерҙәр ине икән тип уйландым. Тапшырыуҙар эфирға сыҡҡас, икеһе лә төшөмә инде. Рәмил айырым-асыҡ күҙ алдымда, ап-аҡтан кейенгән, үҙе шул тиклем шат. Рухы ҡыуанғандыр, тим.
Ҡатыны Әминә, улы Рәсүл менән Әбйәлилгә командировкаға юлланғас, ныҡ тулҡынландым. Һабаҡташымдың һынсыл ҡарашы, талапсанлығы яуаплылыҡ өҫтәһә, сал далаһы менән армыт-армыт тауҙарына һоҡланыу, күҙе соҡоп алынған батыр һымаҡ Баҡыр үҙәген күреп әсенеү хәтергә һеңгән.
Ҡояш нурына йылҡылдаған тау ҡылғандары! Уларҙы ла тәүләп күреүем. Ҡыҙыл буйы туғайҙары, тәбиғәт хозурлығы! Ошонда тыуып, шағир булмай ҡара! Туғандары, ҡәләмдәштәре менән аралашыуҙан Рәмил тағы ла яҡыныраҡ һәм ҡәҙерлерәк була барҙы.
Ҡырҡы ла тулмай ғүмере өҙөлгән һабаҡташымдың шиғыр-поэмаларын уҡыйым да уны үҙем өсөн ҡабат-ҡабат асам. Ни тиклем мәғәнә, фекер, кинәйә, образдар! Ә драмалары! Үлемһеҙ әҫәрҙәр. Яҡташтары Рәмилдең шиғырҙарын яттан һөйләүселәр конкурстары үткәрә. Тимәк, улар бөгөн дә актуаль! Улар шиғриәтебеҙҙең аҫыл ынйылары булып йәшәй бирә, иманым камил, артабан да йәшәйәсәк.
Әминәң, һинең һуҡмаҡтарыңдан алып йөрөгән Әминәң, оҙаҡламаған, эргәңә ашыҡҡан. Рәсүлең атаһы ғорурланыр ул булып үҫеп еткән. Ижад осҡоно ҡағылған талантлы егет. Нәҫелең дауамы!
2002 йылда яҡты рухыңа бағышланған «Нәҙер» тапшырыуы әҙерләгәйнем, артабан унан өҙөктәр килтерәм.
* * *
Һин яралы торна инең. Аунап үҫкән туғайҙарыңдың, һыу-һауаңдың ғына түгел, заманыңдың ыу-киҙеүе йоҡҡан ине һиңә. Тән һыҙланыуҙарынан бигерәк, йән тетрәнеүҙәренә һәм ғазаптарына сыҙай алмағандыр йөрәгең. Яралы торнаның ярһыу тауышы әле булһа һиҫкәндереп, һағайтып, шомландырып, уйландырып, офоҡтарҙан ҡаҡлыға.
Ниндәй ер был ғазаптары бөтмәҫ,
Ниндәй ил был бер ҙә мандымаҫ?!
Күҙҙәремә Рәсәй ере баға,
Ҡыш йонсоған арыҡ мал һымаҡ.
Яна-көйә уҙам яралары
Һулҡып ятҡан яҙғы ерҙәрҙән.
Рәсәй, ҡасан арынырһың икән
Үҙәгеңә үткән сирҙәрҙән?
Ауырыу хәлен ауырыу ғына белә...
Әллә үҙем сирле булғанға,
Рәсәй, һыҙланыуың мин бит
тоям,
Үҙ тәнемдә әрнеү тойғандай.
(«Ниндәй ил был?!»)
Әрнеү-һыҙланыуҙарың шиғыр юлдарында ғына сағылып ҡалмай, тора-бара исемеңде лә үҙгәртер: Ҡол-Дәүләт. Беҙ йәшәгән дәүләт ҡол, унда кешеләр ҙә тулыһынса азат була алмай тип фекер йөрөтәһең. Әммә был төшөнкөлөк, өмөтһөҙлөк түгел, күңел сапсыуы, рухыңдың азатлыҡ даулап баш күтәреүе.
– Ысҡындырсы, ысҡындырсы, тышауҙарҙы алып ташла! Йөрәгемдә ҡанмаған бер үс таша.
– Айғырҙан уҙып, мин бер нәмә лә ҡыла алмайым.
– Аһ, аһ шул айғыр! Нимә эшләһә лә уға бата. Үлтерһә лә, мыҫҡыл итһә лә. Кем һуң, кем һуң шундай хоҡуҡ биргән Айғырға?
– Айғырҙың теҙгене Аҡ тауҙағы мырҙа ҡулында. Ул һайлап ҡуя өйөр Айғырын.
– Улай булғас, ниңә ашҡынабыҙ мырҙа иленә?
– Хан барымтаға килеп, беҙҙе ҡыуып алып киткәйне. Һин ҡолон ғына инең ул саҡта.
– Тимәк, бер кәртәнән сығып, икенсеһенә инәбеҙ? Үҙебеҙҙең көндө күреп үҙебеҙ, йәшәп булмаймы ни иректә?
– Дошмандар, дошмандар күп донъяла. Беҙҙең кеүек бәләкәй өйөргә һыйынып йәшәргә кәрәк шул ҙур көскә.
– Меҫкендәр беҙ, меҫкендәр. Ғүмеребеҙ, ғүмеребеҙ үтә кәртә эсендә.
(«Тышаулы өйөр» драмаһынан)
Һин – заманыңдан, заман һинән уңды. Һиндәй ҡыйыуҙар кәрәк ине уға. Тик был сапсанлыҡ ҡайҙан? Тиҫтерҙәрең араһында һиндәй шаян, шуҡ малайҙар, уйсан, зирәк үҫмерҙәр әҙ булмағандыр ҙа. Тыумыштан һаулыҡҡа туймауың, тормошҡа үҙеңсә бағырға, һәр күренеште бары үҙеңсә тойомларға мәжбүр иткәнме, юғиһә?
Рәйсә Дәүләтова, апаһы:
– Рәмил бәләкәй сағынан бик шаян, теремек булды. Бала бит ҡысҡырып, илап тыуа. Ә Рәмилдең кендек инәһе һөйләй торғайны, ул илап тыумаған, ауыҙ эсенән нимәлер мығырлаған. Шул ваҡытта уҡ кендек инәһе был бала, моғайын, киләсәктә берәй сәсән булыр, тип әйткән ине.
Беҙҙең атайҙың атаһы – Насырйән ҡарт – бер ваҡытта ла эсе бошоп йәшәмәгән. Ҡайғы килгәндә лә, шатлыҡ килгәндә лә һәр ваҡыт шиғырҙар, уймаҡ хикәйәләр уйлап сығарған. Уның өс балаһы булған. Ҡыҙы Гөлбаяндан беҙҙең ағайыбыҙ, шағир Шакир Бикҡолов, тыуған. Ул да хәҙер мәрхүм булып ҡалды. Икенсе улы булған Хөснөтдин – беҙҙең атай. Хөснөтдиндән тыуған беҙҙең Рәмил. Һәм өсөнсө улы Нуретдиндән тыуған Маһинур исемле ҡыҙы. Маһинур апай Хәлил ауылында йәшәй. Ул үҙешмәкәр композитор ҙа, шағирә лә, йырҙар ҙа яҙа. Уҡытыусы булды. Беҙҙең нәҫел Ғәбит сәсәнгә барып тоташа.
Кеше асылы – атай нигеҙенән, ата-баба ҡанынан. Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылындағы был йорт та заманында һигеҙ баланың шау-шыуынан гөрләп торғандыр. Ғүмер буйы колхозда яуаплы вазифалар башҡарған атайыңды уҡымышлы кеше ине тип хәтерләйҙәр. Балаларын, йән киҫәктәрен күҙенән осорғандай итеп тәрбиәләп үҫтергән әсәйеңдең нәҫел-нәсәбендә лә ғилемгә ынтылышлы кешеләр күп булған. Апайҙарыңдың уҡытыусы һөнәрен һайлауы юҡтан түгел, тимәк. Әйткәндәй, студент тормошо һинең өсөн дә бик иртә башлана.
Әнисә Хафизова, апаһы:
– Рәмилдең бәләкәйҙән һаулығы бик насар булғас, мин өсөнсө курста университетта уҡығанда уны Өфөгә дауаларға алып киттем. Врачтарҙы алдап тигәндәй, Туҡайҙағы беренсе балалар дауаханаһына алып барып һалдыҡ. Шунда өс ай дауаланғандан һуң, ятаҡҡа алып ҡайттыҡ. Ул ваҡытта тәртип бигерәк ҡаты була торғайны, комендант Лида апай бик уҫал ҡатын булды. Рәмилгә йәшәргә рөхсәт итмәгәс, беҙ, Әбйәлил йәштәре, уны бер бүлмәнән икенсе бүлмәгә йәшереп алып йөрөнөк. Шулай итеп, Рәмилдең һаулығын әҙерәк яҡшыртып, ауылға ҡайтарып ебәрҙек. Бәләкәйҙән уның уҡыуға ынтылышы бик көслө булды. Әле бик бәләкәй саҡта уҡ Өфөлә урамда йөрөгәндә вывескаларҙы уҡып, беҙҙе көлдөрөп бөтә торғайны. Ашханаға барһаҡ, өләсәй өйрәткән доғаларҙы уҡып, әпәр итә лә кешегә ҡарай. Кеше күрһә, оялып, өҫтәл аҫтына инә лә китә торғайны. Әле ул саҡта биш йәш тә юҡ ине.
Шиғриәттәге образыңды һағыштан сәсәгән яралы торнаға оҡшатһалар ҙа, тормошта һин күңелсәк, мәрәкәсел кеше инең.
Рәйсә Дәүләтова, апаһы:
– Бәләкәй саҡтан үҙе бер артист булды инде ул. Уның менән бер ваҡытта ла тыныс ҡына ултырып, ашап-эсеп булмай торғайны. Ғаилә менән сәй эсергә йыйылабыҙ, ул һәр ваҡыт бер нәмә уйлап сығарып, көлдөрөп бөтә, хатта ашай алмай тороп китә торғайныҡ. Шундай бала булды инде ул бәләкәйҙән, һүҙгә маһир, йор, оҫта.
Марс Дәүләтов, еҙнәһе:
– Бер тапҡыр картуфҡа мөгәрәп ҡаҙғайныҡ. Рәмилдең ағаһы Рәил, мин, ул. Соҡорҙан сығырға кәрәк. Ырғып сыҡты ла, «фосфори фло» тигән була. Йәнәһе фосбери флоп (ырғыу техникаһы) тип әйткеһе килгәндер. Беҙ инде көләбеҙ. Бына шулай әллә ҡайҙан уйлап сығара ине һүҙҙәрҙе.
Тәбиғи һәләтең Стәрлетамаҡ сәнғәт техникумына алып барған. Өфөлә Ҡурсаҡ театрында эш башлағанһың. Бөрйәндә халыҡ театры ойоштороп ебәргәнһең. Күп яҡлы һәләтеңә беҙ, һабаҡташтарың, БДУ-ның филология факультеты студенттары ла хайран ҡала инек. «Шоңҡар» әҙәби-ижад берекмәһе менән райондарға осрашыуҙарға йөрөгәндә, һин берсә әҫәрләнеп шиғырҙарыңды уҡый, берсә дәртләнеп бейергә төшөп китәһең. Студент тормошонан интермедияларҙың режиссеры ла һин булдың. Әҙәби ижадҡа юлың урау булмаған, юҡ. Төрлө һөнәр алмаштырып, тормошто, кешеләрҙе төптән өйрәнгәнһең, күңел түреңә – түл, ҡәләмеңә кәр йыйғанһың. Бар кисереш-тойғоларың, һыҙланыу-уйланыуҙарың йөрәгеңә тулышып, ихлас, ябай, халыҡсан, үткер һүҙ булып, аҡ ҡағыҙға тамған.
Сал дала ла армыт-армыт
тауҙар –
Төйәк кенә ере башҡорттоң.
Төн йоҡомдо бүлеп уяттың да
Йөрәгемде ниңә ярһыттың.
Ашҡынһам да, аҙаҡ йөрөй алмам,
Үкенермен үҙем һуңынан.
Форсат тейгән саҡта үтәйемсе
Атайҙарҙың данлы юлынан.
Эйәрләп тә алып Аҡбуҙатты,
Күк тауҙарға ҡарай юл алам.
Аҙашҡандыр тиеп уйламағыҙ,
Офоҡтарға китеп юғалһам.
(«Башҡорт ере»)
Шағирҙың йәнтөйәген күрмәй, уның ижад асылын аңлау мөмкин түгел. Һин һоҡланған Өлкән тау, аҡтарылған сиҙәм, күҙе соҡоп алынған батыр һымаҡ ятҡан тау-ҡырың, һин балыҡтай йөҙөп үҫкән Ҡыҙыл ҡырыҫ матурлығы, аяныслы хәле менән кисерештәреңде аңларға ярҙам итте, ҡапма-ҡаршылыҡлы фекерҙәр уятты. Бында һинең юл башың. Был ерҙәр тотош яҙмышыңды яралтҡан, билдәләгән. Тормоштоң аҡ ҡылғандары битеңде һыҙырған, ҡыуан елдәре йәнеңде теткеләгән. Һин үҙең дә боҙ һәм ялҡындан уҡмашҡан бер йомаҡ түгел инеңме ни?
Әхмәр Үтәбай, шағир:
– Ҡол-Дәүләт менән дуҫ булыуы бик ауыр ине. Рәшит ағай Солтангәрәев үҙенең бер мәҡәләһен «Ике дуҫтың береһе ҡол була» тип атағайны. Мин был һүҙҙәрҙән сығып әйтмәйем, ә Ҡол-Дәүләт ул дуҫлыҡҡа ҙур мәғәнә һала ине. Был – беренсенән. Икенсенән, ул үҙенең булмышы, тормош асылы менән лидер ине. Беҙҙең быуын шағирҙары араһында ул иң алдан барҙы һәм тормошта сетерекле мәсьәләләр килеп сыҡҡанда һәр ваҡытта ҡалҡан итеп үҙенең йөрәген ҡуя ине. Уның был асылы бөтә ижадында, шиғырҙарында сағылған. Уның менән дуҫ булып ҡалған хәлдә лә, ул үҙенән дә, дуҫынан да шундай шарттарҙың һәм талаптарҙың үтәлеүен көтә ине. Был ауырға төшә. Уның характерындағы башҡа ҡапма-ҡаршылыҡтар ҙа яҙмышында сағыла.
Шағир халҡын сәйер тиҙәр. Холоҡ-ҡылығың дуҫтарыңа, яҡындарыңа ғына билдәле сәйерлектәрҙән, йомшаҡлыҡтарҙан азат булмаған. Заман бәләләренә, заман сиренә ҡаршы тора алмауың һине заман фажиғәһе ҡорбанына әүерелдергән. Ләкин бар булмышың ошо көсһөҙлөгөңә ҡаршы баш күтәргән, балсыҡ халәте менән килешергә теләмәгән. Бына ҡайҙа ул ысын трагедия.
Беҙ бит балсыҡ,
үҙе йомшаҡ,
үҙе бушаҡ,
үҙе асыҡ.
Беҙ бит балсыҡ.
Кемдер ямай үҙ ярығын беҙҙе
баҫып.
Беҙ бит балсыҡ.
Булһын ғына берәй ҡалып,
Унда һалып,
Яһап була беҙҙән балыҡ,
Һәм дә халыҡ,
Йәки һарыҡ.
Эй, был балсыҡ,
булмышымдан йолҡоп алып,
ҡарайым мин берсә атып,
берсә аҫып.
Төҫ-һүрәте үҙгәрһә лә,
Ул бит һаман шул уҡ балсыҡ.
Шул уҡ балсыҡ.
(«Балсыҡ»)
Рәйсә Дәүләтова, апаһы:
– Рәмилдең ярты ғүмере дауаханаларҙа үтте. Ҡул һелтәп ҡуйған, күңелһеҙлеккә бирелеп киткән саҡтары ла булды. Ләкин сәсрәп янып йөрөгән мәлдәре лә булды. Мәҫәлән, Әминә киленгә өйләнгәс. Уларҙың туйҙары беҙҙең ошо йортта үтте. Рәсүл улы донъяға килгәс, ҡабаттан тыуғандай булды.
Марс Дәүләтов, еҙнәһе:
– Марс еҙнәй, туй үткәрергә кәрәк бит әле, әйҙә, һеҙҙә үткәрәйек, ярҙам ит, тип тәүҙә миңә мөрәжәғәт итте ул, апаһына түгел. Ҡалайтаһың, Рәмил бит инде. Әйҙә, үткәрәбеҙ, туғандарҙы үҙемә йыям, тинем.
Әхмәр Үтәбай, шағир:
– Егеттәр менән күмәкләшеп 4-се бала табыу йортона Әминә менән Рәсүлде күрергә барҙыҡ. Уның шул тиклем ҡыуанғаны! Автобус тулы кеше, тығыҙ. Беҙ ҡурай тартабыҙ, Ҡол-Дәүләт кешеләр араһында бейеп бара. Ул шундай итеп оҫта бейей ине. Барып еткәс, дауахананың алдында бер сәғәткә яҡын концерт ҡуйҙыҡ. Һәр тәҙрәнән бала тапҡан әсәләр ҡарап тора, Әминә менән Рәсүл дә шунда. Ҡол-Дәүләт шунда бейене. Шундай сая йөрәкле, бер нәмәнән дә ҡурҡып тормаған, рухлы, беҙҙең арала, ысынлап та, иң алда барған, беҙгә юл күрһәтеп барған шағир ине.
Эргәңдә рухташың, үҙеңде аңлаған, яратҡан кешең булғанға ла, илһамланып, ҡомарланып ижад иткәнһеңдер. Әминәң ҡулъяҙмаларыңды бөртөгөнә тиклем ҡәҙерләп һаҡлай. Үҙе баҫып матбуғатҡа, нәшриәткә тапшыра, сәхнә әҫәрҙәреңде театрҙарға тәҡдим итә. Ҡәләмдәштәрең, дуҫтарың ярҙамында ижад емештәреңә икенсе ғүмер бирә. Берҙән-бер улың да һинең рухың менән йәшәй. Тормошҡа ашырып өлгөрмәгән хыялдарыңды ысынбарлыҡ итергә өмөтләнә.
Әминә Дәүләтҡолова, ҡатыны:
– Беҙ Рәмил менән бик аҙ ғүмер иттек, алты йыл ғына. Шул алты йылдың яртыһын дауаханала үткәрҙе. Ауыр хәлдә алып барам, тапшырам. Иртәгәһенә кәрәкле әйбер илткәндә, күстәнәстәремде ситкәрәк ҡуя ла, ҡағыҙ-ручка килтерҙеңме тип, иң беренсе биргән һорауы ошо була ине. Аҙна-ун көн эсендә Рәмилдең әҫәре әҙер була. Һин, кәләш, давай, тиҙ генә шунда барып, машинкала баҫтырып килтер. Шулай итеп миңә эш ҡуша торғайны.
Икәүләшеп бергә эшләнек инде. Ул яҙҙы, ә мин артынан йөрөнөм. Һуңғы йылдарҙа бик ҡаты яҙҙы. Төндәрен йоҡламай торғайны. Бер үк эштән арып китәме, аш бешерергә ҡуя был. Беҙ Рәсүл менән йоҡлайбыҙ. Аштың еҫе бүлмәгә тарала. Эй, минең асыуым килә, нишләп яҙып ҡына ултырмай икән, тим. Ул ваҡытта мин балалар баҡсаһында эшләй инем. Ишекте шаҡылдата, әйҙә, тороғоҙ, эшкә бармайһығыҙмы ни, аш әҙер, тип. Тамаҡты туйҙырып, улым менән эшкә китәбеҙ. Ул әлеге лә баяғы һаман шул яҙыуы менән ултырып ҡала.
Тормош көтөүгә иҫ китмәле ине. Ике йыл ғүмер беҙҙең дөйөм ятаҡта үтте, ә дүрт йыл – фатирҙа. Дүрт йыл эсендә беҙ ғүмер баҡый донъя көткән кеше һымаҡ йәшәнек, йүгереп-йүгереп эшләй торғайны ул.
Рәмилдең тағы бер шиғыры иҫемә төштө. Үпкәһе шешһә, ир-ат үлергә йыйына, ти. Ауырыуы ла тура килә, тик ул бер ҡасан да үлергә йыйынманы. Шиғырында ла бит, юҡ, юҡ, тормош һине ҡарғамайым, мин әле донъянан биҙмәнем, ти. Йәшәргә ынтылышы ярылып ята әҫәрҙәрендә.
Рәмил ныҡ ауырыу булғас, ҡәйнәм ғаилә ҡорор, улы булыр тип уйламаған. Рәсүлде өс айлыҡ сағында күтәреп ҡайтҡас, ҡәйнәм, эй, ҡыуанды. Рәсүлгә алты ай тигәндә үлеп ҡалды. Ә Рәмил йәне сыҡҡанда ла Рәсүл тип уйлағандыр. Ғөмүмән, яҙыусыны аңлай белергә кәрәктер. Рәмил дуҫтарына яҡшы, ыңғай ҡарашта булды. Тик етешмәгән ерҙәрен әйтеп бара торғайны. Дуҫтарына ғына түгел, туғандарына ла, миңә лә шулай уҡ. Ләкин үс тотмай торғайны. Ғөмүмән, тәбиғәте менән йомшаҡ күңелле кеше ине.
Таштар ҙа бит әҙәм ише кеүек,
Таштарҙың да була төрлөһө.
Ғүмер буйы юлда ятҡанына
Йығылырһың ҡай саҡ һөрлөгөп…
Ҡая-тауҙы тишеп, ярһып аҡҡан
Үткән саҡта шишмә янынан,
Ҡарағыҙсы яр буйында ятҡан
Йоп-йоморо шуның ташына.
Ҡулға алһаң, эй, һыйпағы килә,
Шундай йылы, нескә, шыйғалаҡ.
Бына ошо ташҡа тәбиғәттең
Бөтә нескәлеге һыйһа ла,
Ғәжәп ҡаты, иҫ китмәле ҡаты,
Ярып ҡара, килһә хәлеңдән.
Бәрә-бәрә дәрт-дарманың
бөтөр,
Ҡара тирең сығыр тәнеңдән.
Осоп-төшөп бармай ул-был елгә,
Сыҙамай ул тыныс ятып та.
Мин үҙем дә ҡай саҡ бик нескәмен,
Һәм ҡатымын шул уҡ ваҡытта.
(«Нескәлек һәм ҡатылыҡ хаҡында»)
Йәмғиәтебеҙҙең йәшен ҡайтарғысы, күңелдәрҙе, йәшәйешебеҙҙе төрлө хәүеф-хәтәрҙән ҡурсалаусы, заман фажиғәһе ҡорбаны, заманға хөкөмдар, әҙәбиәтебеҙгә килгән бер дәүләт, атылған йондоҙ. Һинең хаҡта һөйләгәндә, ниндәй генә сағыштырыуҙар, эпитеттар ҡулланмайҙар. Иҫән булһаң, бәлки, был һүҙҙәрҙе яратмай, ярамһаҡланыу тип ҡабул итер инең.
Әхмәр Үтәбай, шағир:
– Ҡол-Дәүләттең күңел балҡышы, шатлыҡ тойғоһо кисергән ваҡытта яҙған шиғырҙарын уҡып ҡараһаң да, шатлыҡ эсенә әрнеү төрөлгән. Ошо шиғри асылы һәр ваҡыт һаҡланды. Уның шиғырҙарын тыныс ҡына уҡып булмай. Уның шиғырҙарында мин Ҡол-Дәүләт тип күрһәтеп, дөпөлдәп торған йөрәк бар – шағир йөрәге.
Марс Дәүләтов, еҙнәһе:
– Ҡайһы бер шиғырҙарын, коммунист булараҡ, бер аҙ тәнҡитләй ҙә торғайным. Сөнки бигерәк яман яҙҙы бит. Ләкин ул үҙенең һүҙен бирмәне.
Рәйсә Дәүләтова, апаһы:
– Рәмилдең шиғырҙары шундай ябай, халыҡсан. Тас әбйәлилсә яҙа торғайны ул, үҙебеҙҙең һөйләш менән. Мин уның шиғырҙарын, әҫәрҙәрен уҡыйым да, әсәйҙең әйткән һүҙҙәре иҫкә төшә. Рәмил бит үткер һүҙле, әсе телле булды. Дөрөҫлөктө ярып һалып, тормоштоң ҡара яғын да йәшермәй күрһәтә белде. Уны бер ваҡыт Ғәлимов Сәләм премияһына тәҡдим иткәйнеләр. Шул тура һүҙлелеге арҡаһында үтмәй ҡалғандыр, тим. Аҙаҡ, бер-ике йыл да үтмәй, «Йәшлек» гәзитенең Бабич премияһын алып ҡуйҙы бит инде.
Яҡташтары уны һуңғы йылдарҙа ғына хөрмәтләй башланы. Ни өсөн тигәндә, Рәмил беҙҙең Әбйәлил тураһында, Ҡыҙыл йылғаһы, Әлмөхәмәт ауылы тураһында яҙһа ла, бер ваҡытта ла ҡайтып шапырынып, маҡтанып йөрөмәне, үҙен күрһәтмәне. Бәлки, шуға ла уға әллә ни иғтибар итмәгәндәрҙер.
Ҡасандыр һин белем алған Урал мәктәбенең исеме генә түгел, есеме лә үҙгәрә бара. Урыҫ мәктәбендә уҡытып, тамырҙарыбыҙҙы киҫтеләр тип әсенгәйнең. Әсә телен белмәгән балала милләт, киләсәк үлеүен аңлай баралар, күрәһең. Ошо тәҙрәләр аша оло донъяға баҡҡанһың. Ҡарашың юлында тәҙрәләрҙең ниндәйе осрамаған. Тик күңел тәҙрәләрең генә алдамаған. Тормошто нисек бар, шулай сағылдырған. Һәм һин маңлай күҙе менән күреп булмай торған өр-яңы донъя асҡанһың, үҙең өсөн генә түгел, беҙҙең өсөн дә. Ул донъя – Ҡол-Дәүләт шиғриәте. Ҡараламала тамамланмаған күпме әҫәрҙәрең ҡалды. Башланмағандарын, уйҙа ғына йөрөткәндәрен үҙең менән алып киттең. Алыҫҡа түгел, бында, йәнәшәгә генә. Үҙең тәпәй баҫҡан ергә. Әсәйең эргәһенә. Һинең артыңдан атайың да баҡыйлыҡҡа күсте. Мәңгелек төйәгең ҡәҙерле кешеләреңдең ҡәберҙәре уртаһына һыйынған. Бәхетле бала!
Мин китермен, бер китермен,
Шуҡ елдәргә тағылып.
Эҙләһәң дә, табалмаҫһың,
Тик иларһың һағынып.
Йәнем керһеҙ, шуға еңел,
Көсө етер елдәрҙең.
Үткән-һүткән елдән һорап,
Йүгереп йөрөп эҙләрһең.
Елдәр әйтмәҫ, елдәр һатмаҫ
Ирек һөйгән күңелде.
Мал-донъяңа йәбешеп йәшә,
Миңә күктә күңелле.
Көтмә мине, миңә күптән
Елдәр ене ҡағылған,
Таңғы елгә битеңде ҡуй,
Әгәр мине һағынһаң.
(«Мин китермен»).