Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Төркиәнең Анкара ҡалаһында уҡып йөрөгән Ғәйнислам ағайым хаттарында уның исемен йыш телгә алды: «Өфөнән Ишмөхәмәт ағай Ғәләүетдинов командировкаға килде. Хатты уның аша ебәрҙем», «Ишмөхәмәт ағай килде. Башҡортостан егеттәрен ҡунаҡҡа саҡырып, былау менән һыйланы», «Ишмөхәмәт ағай менән кәңәшләшкәйнем»... Алыҫ илдә белем алған улдарынан барған һайын хат алып ҡайтҡан, ебәргән күстәнәстәрен Икенсе Этҡолға посылка менән оҙатҡан был һоҡланғыс кешегә атайым менән әсәйем ныҡ рәхмәтле булды. Шуғалырмы, университеттың өсөнсө курсында Ишмөхәмәт Ғилметдин улы Ғәләүетдиновтың исемен расписаниела күреп ҡалғас, бик ҡыуандым. Ниһайәт, үҙебеҙҙең Ишмөхәмәт ағайҙы күрәсәкмен!
1995 йылдың көҙө. 425-се аудиторияға ҡулына һоро күндән ҙур портфель тотҡан мөләйем ағай килеп инде. Портфелен өҫтәлгә һалды. Унан бер нисә бит ҡағыҙ сығарҙы. Әҙерәк сал төшә башлаған ҡуйы ҡара сәстәрен ҡулы менән артҡа һыпырып тараны ла (телмәр тотор алдынан ул гел шулай итә ине) лекцияһын башланы. Минең иһә бала саҡтан сәйер бер ҡылығым бар: тәү күргән кешенең хәбәрен бик тыңламайым, миңә уның тышҡы ҡиәфәте, үҙен тотошо, ҡылыҡтары ҡыҙыҡ. Ә бына Ишмөхәмәт Ғилметдин улының тәүге дәрестә нимә хаҡында һөйләгәнен бер аҙ иҫләйем. Һүҙ башҡорт яҙыуы һәм яҙмаһы тарихы тураһында барҙы. Лекция тамамланыу менән эргәһенә барып, үҙемдең Ғәйнислам Ибраһимовтың бер туған һеңлеһе булыуым тураһында әйттем. Яҡындан танышыуыбыҙ шулай булды.
Курс эше буйынса тема һайларға ҡушҡас, Ишмөхәмәт Ғилметдин улынан тема һораным. Планым хәтәр – бер теманы алырға ла, шуны йылдар буйы үҫтереп, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлау. Ошо турала Ишмөхәмәт Ғилметдин улына әйттем. Ул аптырабыраҡ ҡалды, быға тиклем аспиранттары булмауы хаҡында әйтте. Күпмелер ваҡыттан һуң: «Минең уҡыусыларым булырға тейеш. Әйҙә, икәүләп был эште башлап ебәрәйек», – тип ризалығын бирҙе. «Боронғо һәм иҫке төрки яҙма ҡомартҡылары» тигән курс эше аҙаҡ диплом эшенә әүерелде. Шулай итеп, «Һеҙҙең етәкселектә аспирантурала уҡырға уйлайым!» – тигән һөйләм менән артабанғы яҙмышымды хәл иттем. Ул саҡта, әлбиттә, Ишмөхәмәт Ғилметдин улының 2000 йылдың яҙынан Өфө дәүләт сәнғәт институтында ректор булып эшләйәсәген дә, 2002 йылдың йәйендә уның етәкселегендә кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлаясағымды ла белмәй инем. Ошо мәҡәләне яҙған мәлдә Өфө дәүләт сәнғәт институтында 20 йылдан ашыу эш стажым булырын да күҙалламаным.
Дөрөҫөн әйткәндә, аспирантураға шунда уҡ инеп китмәнем. Имтихандарҙы «5»-кә тапшырыуыма ҡарамаҫтан, исемлектә фамилиям юҡ ине. 1999 йылдың ғинуарында Сибайҙа эшләп йөрөгән ерҙән Ишмөхәмәт Ғилметдин улы Өфөгә саҡырып алды ла Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә урынлаштырҙы. Институттың ятағы юҡ, шуға БДУ-ның берәй ятағынан урын һорайыҡ тип университетҡа алып китте. Ул саҡта проректор булып физика-математика фәндәре докторы Александр Чувыров эшләй ине. Ишмөхәмәт ағайҙы оло ихтирам менән ҡабул итте ул. Беҙ ниндәй мәсьәлә менән килгәнебеҙҙе аңлаттыҡ. Ҡабатлап минең фамилиямды һораны ла телефондан шылтыратып: «Һеҙ эҙләгән Ибраһимова минең ҡаршымда ултыра», – тине. Кемгә шылтыратты икән? Милицияға шылтыратырлыҡ эш боҙғаным юҡ, шулай ҙа бер аҙ шөрләтә. 5–10 минуттан ҡағыҙҙар тотоп, йәш ҡыҙыҡай килеп инде. «Әйт әле, – тип һүҙен башланы Александр Николаевич, – һине аспирантураға алмаҫлыҡ итеп кемгә зыян килтерҙең? Исемлектән фамилияңды һыҙған да ташлағандар. Приказ сыҡҡас, документтарың килеп сыҡты. Эҙләнек беҙ һине. Уҡымайым, тип алыҫ бер районға ҡайтып киткәнһең, тинеләр». Ул тағы телефонға үрелде һәм теге остан таныш кешенең тауышы ишетелде. Ул Ибраһимова иптәште бер нисек тә аспирантураға алып булмаясағына, уҡыуҙарҙың күптән башланыуына, бюджет урындарының юҡлығына һылтанды. Александр Николаевич һүҙен ҡыҫҡа тотто: «Үҙемдең кафедранан киләһе йылдағы бер бюджет урынын бирәм. Иртәгәнән уҡый башлай!» Шулай итеп, физика факультетына аспирантура өсөн бүленәсәк бер урынды алып, уҡырға инеп киттем.
1999 йылдың яҙында Ишмөхәмәт Ғилметдин улына Стәрлетамаҡта үтәсәк фәнни конференция өсөн яҙылған тәүге мәҡәләмде тотоп барҙым. Уҡып сыҡты. Оҙаҡ ҡына тауышһыҙ ултырҙы ла: «Ҡалдыр, уйлайһы урындар бар. Ике көндән килеп алырһың», – тине. Ике көндән яҙмамды барып алдым да, уҡып сыҡҡас, бөтөнләй икенсе текст тотоп ҡайтҡанымды аңланым. Мин яҙған һөйләмдәрҙең береһе лә ҡалмағайны. Нишләргә? Бик уңайһыҙ булһа ла, мәҡәләне конференцияға ебәрҙем һәм ул минең исем менән баҫылып сыҡты. Тәүге уңышһыҙлығым ҙур һабаҡ булды. Башҡаса сейле-бешле яҙмалар менән етәксемде борсомаҫҡа тырыштым. Шулай итеп, Ишмөхәмәт Ғилметдин улы мине фән донъяһына ағайҙарса хәстәрлек күрһәтеп, етәкләп тигәндәй алып инде. Әгәр ҙә артабан да фәнгә хеҙмәт итергә насип булһа, минең бурыс – уҡытыусымдың рухына тап төшөрмәү. «Ишмөхәмәт Ғилметдин улы Ғәләүетдиновтың уҡыусыһы» тигән дәрәжәм бар!
Сәнғәт институтында эш башлағас, коллегаларым өсөн «ректорҙың уҡыусыһы» булдым. Хеҙмәттәштәрем – Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә билдәле шәхестәр. Барыһы ла үҙ эшенең оҫтаһы. Мин генә бөтөнләй ят донъянан килеп ингән йәш уҡытыусы. Эште ҡайҙан һәм нисек башларға белмәй аптырап ҡалдым. Шулай ҙа ситкә типмәнеләр, өйрәттеләр. Көн дауамында башҡалар менән бергә институттың театр факультетында ҡайнайым. Ишмөхәмәт Ғилметдин улы был факультетты айырыуса яратты. Диплом спектакле булһынмы, актер оҫталығы буйынса ябай имтиханмы, сәхнә телеме, йыр дәрестәреме – бар имтихандарға килә ине. Студенттар әҙәби тел нормаларын һаҡлаймы, буласаҡ актерҙар башҡорт телендә иркен һөйләшәме – ошо мәсьәләләрҙе ныҡ күҙәтте. Шуның һөҙөмтәһе булып башҡорт театры сәхнәһендә телдең бөтә нескәлектәрен белгән бер быуын артистар үҫте.
Ишмөхәмәт Ғилметдин улының ярҙамы менән театр факультетында уҡыу бәхетенә эйә булғандар бихисап. 2003 йылдың йәйендә профессор Фәрдүнә Ҡасимова Стәрлетамаҡ театры өсөн махсус курс йыйҙы. Конкурс ҙур – 18 кешегә бер урын. Көс һынарға береһенән-береһе матур, талантлы егеттәр һәм ҡыҙҙар килгән. Һуңғы тур үтте, тик уҡырға инеүселәр исемлеге һаман әҙер түгел. Дүртенсе турҙан 23 кеше үткән, ә бюджет урындар 17 генә. Фәрдүнә Ҡасим ҡыҙының береһен дә кире ҡайтарып ебәргеһе килмәй. Стәрлетамаҡ театры етәкселәре лә мөмкин тиклем күберәк студентты уҡырға алдырыу яғында. Был осраҡта ярҙамды ректорҙан ғына көтөп була, тик ул нисек бюджет урынынан тыш студенттар ала алһын? Әмәлен тапты Ишмөхәмәт Ғилметдин улы. Кемдер студентлыҡҡа кандидат булды, кемделер театр иҫәбенә түләп уҡытыу юлы менән алдылар. Әгәр шул саҡта 23 студенттың барыһы ла уҡырға алынмаһа, бөгөнгө тамашасы Милли йәштәр театрында ошо көндәрҙә генә Аҡмулла образын сәхнәгә сығарған Вадим Ҡылысовты, «Беренсе Республика»ла Ғабдулла Амантай ролен башҡарыусы Фәнил Толонғужинды, һәр театрҙың сәхнәһен биҙәрлек Ләйсән Миңлеғәлиева менән Зиләрә Юлтаеваны, бәлки, белмәҫ тә ине. Беҙ бөгөн уларҙың уңыштары өсөн ҡыуанып йәшәйбеҙ, ғорурланабыҙ һәм Ишмөхәмәт Ғилметдин улына рәхмәт әйтәбеҙ.
Мин бер генә ваҡиға тураһында яҙҙым. Теге йәки был студенттың ҡулына диплом тотторғансы юғары уҡыу йорто етәксеһенә күпме хәстәрлек күрһәтергә кәрәклеген ул өлкәлә эшләгәндәр үҙҙәре генә белә.
Бер заман сәнғәт институтында кафедра уҡытыусылары менән сәй эсәбеҙ. Арабыҙҙа Ишмөхәмәт Ғилметдин улы ла бар. Һүҙҙән һүҙ сығып, бала саҡ хәтирәләренә күстек. Ишмөхәмәт ағайҙың шул саҡта һөйләгән матур иҫтәлеген журнал уҡыусыларға еткергем килә: «Беҙҙең ауылда скрипкасы ағай бар ине. Үҙе тома һуҡыр, уның ҡарауы, һәр кемде тауышынан уҡ танып тора. «Ағый, уйнарға өйрәт әле», – тип һүҙ башлауым була, «Тағы килдеңме, Ишмөхәмәт? Уйнар өсөн башта скрипка кәрәк бит. Һәр кемдең үҙ уйын ҡоралы булырға тейеш. Башҡа кешенеке һине тыңламаясаҡ», – тип кире бороп ҡайтара ла ебәрә. Өйгә ҡайтам да атайҙан скрипка эшләп биреүен үтенәм. Ҡайһы саҡта илап та алам. Минең атай бик бала йәнле кеше булды. Күҙ йәштәремде бушҡа ғына түктермәҫ, эшләп бирер, тип көтәм. Бер көндө атайым теге ағайҙың скрипкаһын тотоп ҡайтты. Шуны өлгө итеп миңә лә әтмәләне. Ҡыл урынына киптерелгән үгеҙ эсәктәрен тартты, һыҙғысына ат ҡойроғоноң ҡылдарын ҡуйҙы. Хәҙер бер кемгә лә инәлеп йөрөү юҡ. Үҙемдең скрипкам бар. Күпме теләйем, шул тиклем уйнайым. Беҙҙең өйҙә китап уҡып ултырған, йәки яңы һөнәр үҙләштереп маташҡан балаға эш ҡушып йонсотмайҙар. Яңы скрипкам менән бер нисә көн туҡтауһыҙ булыштым да, тамам ялҡҡас, был эшкә ҡабат тотонманым. Минән скрипкасы сыҡманы, ә бына атайымдың шул уйын ҡоралын эшләп ултырыуын ғүмеремдә онотаһым түгел. Атайым бит үҙе бик матур итеп ҡурайҙа уйнаны. Бесән сабырға барһаҡ, үҫеп ултырған ҡурайҙы ҡырҡып ала ла, шундуҡ тишектәр тишеп, уйнап та ебәрә. Йәнә ул данлыҡлы балта оҫтаһы ине. Ул һалған өйҙәр әле лә ауылдың йәме булып ултыра. Атайҙың үҙенә ҡарағанда күпкә ғүмерлерәк булып сыҡтылар», – тип тамамлағайны шул саҡ хәтирәһен.
Ишмөхәмәт Ғилметдин улы Өфөнөң 1-се һанлы интернат мәктәбен тамамлаған. Тарихтан Төхвәт Аслаев уҡытты, тип һөйләгәне хәтерҙә ҡалған. Уҡытыусыһының кәңәшен тотоп, башта документтарын Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына тапшыра, әммә яҙмыш ҡушыуы буйынса филология факультетының башҡорт-рус бүлегенә эләгә. 1969 йылда университетты тамамлай һәм артабан аспирантураға йүнәлтмә ала. Ләкин аспирантура ике йылға кисектерелә. Шул йылдың көҙөндә әрме сафтарына китә. 1971 йылдың йәйендә һалдат итектәрен һалып та өлгөрмәгән егетте Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты боронғо төрки ҡулъяҙма әҫәрҙәренең телен өйрәнеү өсөн Ташкент ҡалаһына ике йыллыҡ стажировкаға ебәрә. Институтта тел бүлеге мөдире булып эшләгән Зиннур Ураҡсиндың ярҙамы менән юллана ул Ташкентҡа. Был изге эштә Әкрәм Бейештең дә ҡатнашлығы була.
Үзбәкстанда уҡыу осорон Ишмөхәмәт Ғилметдин улы бик һағынып һөйләр ине. «Боронғо үзбәк теле белгесе, профессор Эргаш Исмаил улы Фазылов етәкселегендә үткән ике йыллыҡ стажировка минең өсөн ҙур мәктәп булды. Ташкентта миңә ҙур хөрмәт менән ҡаранылар. Артабан Ленинградта аспирантурала уҡытып, үҙҙәрендә ҡалдырыу хәстәрен дә күрә башланылар. Ул саҡта Башҡортостандан Ташкентҡа төрлө фәнни конференцияларға ғалимдар йыш килә ине. Һәр береһен ихлас ҡабул итәм. Үзбәксә былау, лагман бешереп һыйлайым. Миндә ҡунаҡ булған ғалимдарҙың береһе ҡайтҡас: «Ишмөхәмәт унда үзбәккә әйләнеп бара ул», – тип хәбәр тарата. Күп тә үтмәй, Зиннур Ғәзиз улынан ҡыҫҡа ғына хат килеп төштө: «Стажировкаң тамам. Һине Мәскәүгә аспирантураға уҡырға ебәрәбеҙ». Институт етәкселегенә, тәү сиратта Зиннур Ғәзиз улына, Ташкентта уҡыған мәлдәрем өсөн дә, Мәскәүҙәге аспирантура өсөн дә оло рәхмәтлемен...»
Ишмөхәмәт ағай ошо ваҡиғаларҙы һөйләгәндә башымдан: «Әгәр ҙә ул, ысынлап та, Башҡортостанға ҡабат ҡайтмаһа, башҡорт тел ғилемендә «Башҡорт әҙәби теленең ике быуаты» тигән уникаль хеҙмәт булыр инеме? Археография, текстология, башҡорт әҙәби теленең тарихи үҫешен өйрәнеү буйынса 300-ҙән ашыу фәнни мәҡәлә яҙылыр инеме? Ахыр сиктә, мин Ишмөхәмәт ағайлы булыр инемме?» – тигән уйҙар үтте.
Йылдар үткән һайын Ишмөхәмәт ағайҙы юҡһыныу көсәйә. Күңел тап уның кеүек ихлас кешеләр менән аралашыуҙы һорай. Уңыштарым, борсолоуҙарым менән уртаҡлашҡым килә. Телефон һандарын йыйып «Ишмөхәмәт ағай, барыһы өсөн дә ҙур рәхмәт!» – тип әйтке килә...